Ҡәберҙән хат

                                                          Ҡәберҙән хат
     Хөрмәтле дин ҡәрҙәштәрем! Әлбиттә, ҡәберҙән хат яҙыу бер нисек тә мөмкин түгел. Әгәр ҙә ҡәберҙәге хәлде аңлатып унан хат яҙып булһа, ул хат тап бына һеҙгә тәҡдим ителгән хәлдә яҙылған булыр ине. Сөнки был хатта яҙылған хәбәрҙәр уйлап сығарылған һүҙҙәр түгел, ә Аллаһы Тәғәләнең китабы булған Ҡөръән Кәримдән һәм пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис сәләмдең мөбәрәк хәҙистәренән алынған һүҙҙәр.
     Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. Бөтә йәнле һәм йәнһеҙҙәрҙе бар итеүсе, беҙҙе тупраҡтан барлыҡҡа килтереүсе, тәнебеҙгә йән иңдереүсе һәм «Әй, бәндәләрем, ҡыҫҡа ғүмерегеҙҙең һанаулы көн һәм төндәрен изгелектә уҙҙырығыҙ», — тип әйтеүсе Аллаһы Тәғәләгә рәхмәттәребеҙ яуһын.

     Пәйғәмбәрҙәребеҙҙең һуңғыһы һәм иң нурлыһы: «Үлемде иҫкә төшөрөгөҙ, әжәл киләсәген иҫтә тотоу донъялыҡтағы барлыҡ ләззәттәрҙе оноттора», – тип әйтеүсе Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмгә доға һәм сәләмдәребеҙ ирешһен.
                                                            Әсәйемә
     Эй, һөйөклө әсәйем! Төндә тәнемдән йәнем сыҡҡанда, һеҙ бер нәмә лә эшләй алмайынса баҫып торҙоғоҙ. Яныма фәрештәләр йыйылдылар. Шул миҙгелдә урыным ҡайҙа булыуын аңлаттылар, тәнем дерелдәй башланы. Ялҡынлы уттар менән тулы йортомдо күрһәттеләр. Мин ҡалтырандым, донъяла йәшәгәндәге ғәмһеҙлектәремдән, гонаһтарымдан яуап тотаһыны аңланым. Әй, Раббым, мине донъяға кире ҡайтар, мин эшләй алмаған изге ғәмәлдәремде ҡылырмын. «Юҡ, һин донъяға ҡайтасаҡ түгелһең», — тинеләр. Килгән әжәл дә кисектерелмәй икән. Әй, әсәйем, йәнем, һеҙ әле мәрхүмдәр донъяһына аяҡ баҫманығыҙ. Был урындағы хәлдәрҙе үлем дәһшәтен үҙең кисергәндән һуң ғына аңлайһың.
     Тиремде тәнемдән тереләтә тунағанды тоям, тәнемдән йәнем сыҡмаҫҡа теләп, мин төрлө яҡтарға бәргеләнәм, фәрештәләр миңә һуғалар, ни өсөн һуң мине шул хәтле ғазаплайҙар.
     Ғазраил янында ике фәрештә бар ине. Уларҙың береһе Рәхмәт фәрештәһе, икенсе Ғазап фәрештәһе. Ғазраил тәнемдән йәнемде алғас, Ғазап фәрештәһенә бирҙе. Шул саҡ ахирәттә урыным ҡотһоҙ һәм хәтәр буласағын аңлап тәнем ҡалтыраны.
     Эй, әсәйем, күргәндәремдең ауырлығын бер нисек тә аңлата алмайым, фәрештәләрҙе күреүгә аяҡтарымдан яҙҙым.
     - Һиңә бит Аллаһтан аҡыл бирелде, ни өсөн уйламаның? – тип фәрештәләр башыма һуғалар.
     Кеше был донъяла йәшәй һәм ғүмере бөткәс, йәне сыға. Әгәр ул иманлы кеше булһа, фәрештә уға аҡ йөҙлө булып күренә. Үлем фәрештәһе артында бер нисә фәрештә хуш еҫле аҡ кәфенлек тотоп торорҙар. Иманлы кешенең йәне еңел һәм тиҙ алына. Уны һауыттан ағып төшкән һуңғы тамсы һыу менән сағыштырып булыр ине. Һыу тамсыһы нисек төшә, кешенең дә йәне тәненән шулай айырыла.
     Әсәйем һеҙгә Аллаһы Тәғәләнең рәхмәттәре ирешһен. Тәнемде паклап, ғөсөләп аҡ кәфенлеккә төрҙөгөҙ. Әгәр ҙә йынаҙа намаҙына күберәк кеше килгән булһа, миңә еңелерәк булған булыр ине. Йынаҙаға килгәндәр ниндәй оло сауапҡа ирешәсәктәрен белһәләр, ул намаҙҙы бер ниндәй ҙә донъя малына алыштырмаҫтар ине. Әсәйем, һиңә рәхмәт әйтәһем килә, мине ерләгәндә зиратҡа инмәнең, минең ҡәберем янында илап ултырманың, юғиһә мин һыу эсендә ятыр инем.
     Эх, әсәйем, донъялыҡтағылар беҙ мәрхүмдәр ҡәбере өҫтөнә шәмдәр яғып, сәскәләр ҡуймаһындар, фоторәсемдәребеҙҙе ҡуймаһындар, — ине.
      Ҡәҙерле әсәйем! Ҡөръән менән ғәмәл ҡыл, күберәк изгелектәр эшлә, нәфсең менән һәр саҡ көрәшергә кәрәк, хәрәм ризыҡтар ашама, булғанына риза, сабыр бул. Шул саҡ ахирәттә хисабың еңел булыр. Ахирәт байлығына ирешерһең.
     Иманһыҙ кешенең йәне иһә һарыҡ йөнөнә йәбешкән дегәнәк кеүек, уны нисек йолҡоп алалар, тәндән йән дә шулай айырыласаҡ. Ул кеше үлем фәрештәһен ҡара йөҙлө, ҡот осҡос ҡиәфәттә күрер.
     Эй, әсәйем, бәғрем. Мине зыяратта ерләп, өҫтәмә ер юрғаны япҡас, туғандар, дуҫтар китеп барҙылар. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмдең мәйет артынан өс нәмә барыр, икеһе ҡайтып китәр, береһе ҡалыр, тигән һүҙе бар ине.
     Уның менән туғандары, байлығы һәм ғәмәле барыр. Туғандары менән байлығы ҡайтып китә, ә ғәмәле ҡала. Шул ғәмәлдәргә ҡарап, мәрхүмдәр яуап тотасаҡтар.
     Эй, әсәйем, мине һуңғы юлға оҙатыусылар ҡайтып киткәс, ҡәберҙә бер үҙем ҡалдым. Яныма Мәнкир менән Нәнкир килделәр. Мәйеттең йәне был ваҡытта тәнгә кире ҡайта. Фәрештәләр миңә өс һорау бирҙеләр: “Раббың кем? Пәйғәмбәрең кем? Динең ниндәй?". Мин был һорауҙарҙың береһенә лә яуап бирә алманым. Улар һорау биргәндә ҡот осоп ҡысҡырыуҙан башҡа тауыш сығара алманым.
     Был һорауҙарға мөьмин кеүек: «Раббым – Аллаһы Сүбханә үә Тәғәлә, Пәйғәмбәрем – Мөхәммәд Мостафа салләллаһу ғәләйһи үәссәләм, динем – ислам», — тип яуап бирергә ине, әсәйем! Мин яуап бирә алмағас, фәрештәләр мине сүкеш менән туҡмай башланылар. Әгәр шул сүкеш менән тауға һуҡһаң, ул туҙанға әйләнер ине. Иҫән-һау саҡта ишетә инем: «Мәйет шул тиклем ҡаты ҡысҡырыр, уның тауышын, ендәр менән кешенән башҡа, бөтә йән эйәләре ишетер». Зыярат янында хайуандарҙың ул тауыштарҙы ишетеп ҡурҡып ҡуйғандары тураһында һөйләүселәр бар ине.
     Эй, ҡәҙерле әсәйем! Һинең уҡыған доғаларың ғына хәлемде еңеләйтә. Бында баланың әсәһенә, әсәһенең балаға уҡыған доғалары һис шикһеҙ ҡабул ителә.
     Эй, әсәйем, мин һорауҙарға яуап бирә алмағас, фәрештәләр кәфенлеккә төрөп, күккә алып киттеләр һәм беренсе күктең асылыуына рөхсәт һоранылар, күк ишеге асылманы. Аллаһы әмере менән йәнем хәйерһеҙҙәр исемлегенә яҙылды.
     Ниндәй үкенес, ниндәй хәсрәт миңә, әсәй, әгәр ҙә донъялыкта ҡылған изгелектәрем булған булһа, күк ишектәре асылыр ине һәм мине изге кешеләр исемлегенә теркәрҙәр ине.
     Ауыҙымдан (йән биргәндә) күбектәр килгәндә, һин, әсәйем, ҡысҡырып илап ебәрҙең һәм һис бер нәмә лә эшләй алмайынса баҫып торҙоғоҙ.
     Иманлы кешеләр, лә иләәһә илләллааһ Мөхәммәд расүүлүллааһ тип китәләр һәм минең дә маңлайымдан тир сығыуын, йөҙөмдөң нурлы булыуын күргән булыр инегеҙ.
     Имандары һәм изгелектәре булғандар бында күрешеп һөйләшәләр. Әммә миңә күрешеүҙәр тыйылған.
     Эй, әсәй, әле бөтөнләйгә иманһыҙ булып килгән булһам, бында ни эшләр инем. Бында иманһыҙҙарҙың урындары ете ҡат ер аҫтында, тамуҡта.
     Бында барыһы ла минең кеүек түгел. Улар донъя менән ахирәтте бергә алып барғандар. Уларҙың тәһәрәттәре, уҡыған намаҙҙары ҡәберҙәренә нур тултырып, яҡтыртып тора, ҡәберҙәре киңәйгәндән-киңәйә. Уларҙың тәндәре ҡәберҙә булһа ла, рухтары йәннәт баҡсаһында.
     Иманлы кешегә йәннәт ишектәре асыла һәм ул, ҡасан ҡиәмәт көнө етер икән, шунда инер инем, бындағы мәрхүмдәрҙең унда ҡалған балалары, әсәләренең доғалары, биргән саҙаҡалары, Ҡөръәнде уҡып бағышлауҙар беҙҙең хәлде еңеләйтә.
     Әсәйем, бәғрем! Аллаһы Тәғәләнән ҡәбер ғазабынан һаҡлауҙы һорап доға ҡылығыҙ. Пәйғәмбәребеҙ ҙә намаҙҙың аҙағында шулай тип әйтә торған булған. “Аллаһүммә! Иннии әғүҙү бикә мин ғәҙәәбил – ҡәбр!"(Йә Раббым! Ҡәбер ғазабынан һиңә һыйынам).
     Ҡаҙан шәһәрендәге Шамил мәсете имам-хатибы Мәхмүт хәҙрәт Шәрәфетдин вәғәҙенән Наилә САФИУЛЛИНА яҙып алды. “Яңарыш гәзите".