Ғалимдар мираҫынан сәхифәләр.
Хәҙистәр, хәҙистәргә шәрехтәр.
"Көндәрҙән бер көндө мосолмандарҙан берәү бөтә ҡаралты-ҡуралары менән бер утар һатып ала һәм хужалыҡ эштәре менән йөрөгәндә бер көршәк алтын таба.
- Хазина таптым, алтыныңды барып ал, мин һинән алтын түгел, утар һатып алдым, — тип өй хужаһына китә.
Тегенеһе алтынды алмай.
- Утарҙы мин һиңә унда булған бөтә нәмәләре менән бергә һаттым, — ти.
Ҡазыйға китәләр.
- Балаларығыҙ бармы? — ти ҡазый. Балалары була. Береһенең еткән ҡыҙы, икенсеһенең улы бар икән.
- Ҡыҙыңды егеткә кейәүгә бир. Алтындан улар файҙа тапһын һәм...хәйер-саҙаҡа өсөн дә өлөш ҡалдырығыҙ! — тип хөкөм сығара ҡазый”.
Әбү һөрәйрәнән ҡалған икенсе бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙҙең: "Кешеләр мәғдән ятҡылыҡтарына
оҡшаш. Ваҡыт үтеүгә ҡарап ҡына уларҙың тәбиғәте үҙгәрмәй. Яһилиәт — ҡараңғылыҡ заманында яҡшы булғандар, түрә булыу өсөн генә иманға килмәһә, исламда ла яҡшы булып ҡала. Ә инде мөнафиҡ йәки берәүгә бер, икенсе кешегә икенсе йөҙ менән ҡарап ғәҙәтләнгән кеше һәр саҡ — насарҙарҙың-насары, — тигән хәҙисен килтерә.
Исламдың тәүге йылдарында Мәккә менән Мәҙинәлә залимлығы менән яманаты сыҡҡан бер әмир була. Мәрхәмәт-шәфҡәт тигәнде белмәгән ҡаты бәғерле был әҙәмде халыҡ «ҡара йөрәк” тип кенә йөрөтә.
Бағдадта йәшәгән бер әүлиәның ул төрлө ауырыуҙарға шифа таба белеүсе табиб булыуы тураһында ишетеп ҡала.
- Миңә яҡшы күңелле булыу юлдарын табырға фатиха бир, — тип ул хикмәт эйәһенә бара.
- Фатиха бирәм. Уны Аллаһы Тәғәлә лә ҡабул итһен өсөн устарыңды ас, — ти әүлиә. Устарын аса әмир.
- Эй Аллаһ! Был әмирҙең йәнен үҙеңә саҡыр! — тип доға ҡыла әүлия.
- Был нимә тигән һүҙ? — ти әмир әүлияға бик тә асыуы килеп.
- Хөрмәтлем, — ти әүлиә, — бер кемгә баш бирмәҫ холҡоңдо төҙәтеү өсөн был һиңә берҙән-бер юл. Үлеп киткән хәлдә генә һин халыҡҡа насарлыҡ эшләүҙән үҙең туҡталып, һинең ҡыйырһытыуҙарҙан кешеләр ҙә ҡотолоп ҡала ала.
- Теләгең булһа, ғибрәтле бер хикәйәт тә һөйләп бирәм, — тип һүҙен дауам итә әүлиә.
”Бер ваҡыт яманаты тирә йүнгә таралған юлбаҫарҙарҙан берәү ял итергә теләп юл ситенә ятып тора. Эргәһенән генә үтеп барған өс кешенең береһе юлбаҫарҙы танып ала ла: ”Әгәр ҙә был залим кискә тиклем йоҡлап ятыр булһа, күпме кеше уның насарлығынан ҡотола алыр ине”, — тип ҡуя. ”Бөгөн генә түгел, алдағы көнөн дә шулай йоҡлап үткәрһен ине”, — ти икенсеһе. „Бөтөнләй уяна алмай ошонда ятып ҡалһа ла файҙанан башҡа бер нимә лә булмаҫ ине”, — ти өсөнсөһө. Был һүҙҙәрҙе юлбаҫар ишетеп ята. Әммә бөтөнләй ҙә аҡылһыҙ кеше булмай ул. Һикереп тороп өҫтәренә лә ташланмай. Уйланырға мәжбүр була.
”Өс кешенең уртаҡ фекере бөтә йәмәғәт фекеренә торош итә, тиҙәр бит. Был өсәүҙең дә минән ҡотолорға теләүе халыҡтың да фекеренә тап киләлер. Тимәк, йә был халыҡты ташлап китергә, йә яманлыҡтан ҡотолорға кәрәктер”, — тип уйлап ята ла, бынан һуң юл баҫыуҙарынан баш тарта”.
Хикәйәтте бик ҙур иғтибар менән тыңлай әмир.
- Хөрмәтлем, — ти әүлиә, — Мин — бөтә нәмә ҡулынан килә ала торған тылсым эйәһе түгелмен. Минең әүлиәлығым — ғәҙеллек, ғәҙеллек менән бәндәләргә файҙалы кәңәш бирә белеү. Был хикәйәт тә һиңә — кәңәш. Кәңәшемде тота беләһең икән, тимәк, насар ғәҙәттәрҙән дә ҡотола алаһың.
Ҡолаҡтары ишетә, күңел күҙе менән күрә белгән кешегә кәңәштәрҙең яҡшыһы шифалы дарыу кеүек. Тыңлай белмәгән кешенең генә ул бер ҡолағынан инеп, икенсеһенән сығып китә.
Әмиргә бик ныҡ тәьҫир итә әүлиәның кәңәштәре, уйланырға мәжбүр була ул.
Тағы ла бер хикәйәт.
Тирә йүндә дан тотоп килгән бер бай ҡыҙының биттәре сәсәк ауырыуынан ҡот осҡос шаҙраға әйләнеп ҡала. Бындай ауырыуҙар был төбәктәрҙә лә күптәр өсөн афәткә әйләнә.
Кеше араһына ла сығыр хәле ҡалмаған был ҡыҙ баланы кейәүгә алырға теләгән кеше лә табылмай. Бай уны аҡ төшөп күҙҙәре һуҡырайған берәүгә биреп ебәрә.
Бер ваҡыт байҙың арҡаҙаштарынан берәү килеп, үҙе йәшәгән төбәккә алыҫ яҡтарҙан бер табиб килеүе, уның хатта күҙгә төшкән аҡты ла бик еңел генә дауалай алыуы тураһында һөйләй.
- Кейәүеңде лә күрһәтеп ҡарайыҡ, — ти. Бай быға риза булмай:
- Юҡ, юҡ. һауығып алһа, кейәүем ҡыҙымдың йөҙөн күрер ҙә, айырып та ебәреүе бар, — тип кейәүен табибҡа алып барыуҙан баш тарта.
”Үҙ кейәүенә ҡарата ла миһырбанлы була белмәгән кеше дуҫтарына ҡарата ла мәрхәмәтле була алмаҫ”, — тип уйлай ҡунак һәм дуҫын ташлап китеү яғын ҡарай.
Күп ерҙәр күреп йөрөгән мосафирҙарҙың береһенән һорайҙар: ” Юлдар гиҙеп йөрөгәндә күргәндәреңдең иң асыһы һәм иң татлыһы нимә булды?”- тиҙәр.
- Сүлдә барған саҡта ауырып китеү сәбәпле мин каруанымдан тороп ҡалдым, һауығып, юлдаштарымды ҡыуа сыҡҡас та еңел булманы: алған ризыҡтарым да бөтөп асҡа йөҙәп ҡом өҫтөнә ауҙым һәм күҙ алдымда ғына ҡыҙҙырылған бойҙай менән тулы бер каса күреп ҡалдым. Был тиклем дә шатланғаным ғүмерҙә булмағандыр. Бойҙайҙы услап ауыҙыма ҡабырға теләнем — бойҙай тигәнем ынйы бөртөктәре булып сыҡты. Кәйефемдең иң ныҡ ҡырылған сағы шунда булғандыр.
Был хәлдән аптырап тирә-йүнемә күҙ һалһам, ҡом аҫтында бер мәйет ята. Был да минең кеүек бер мосафир булһа кәрәк. Эргәһендә яҙыуы ла бар: ”Был ынйылар һәм билбауыма тегеп ҡуйылған йөҙ динарым кәүҙәмде бынан мең аҙымда ғына ятҡан шишмә буйына илтеп ерләгән кешегә булһын.
Ас кешене асҡа үлеүҙән ат башы дәүмәл алтын түгел, бер һыныҡ икмәк кенә ҡотҡара ала”, — тип тә өҫтәгән ул был яҙыуына.
Каруанды табып, бер аҙ ял итеп алғас, юлдаштарымдың бер нисәһе менән мәйетте ерләп, шундағы бер ташҡа мәрхүмдең: ”Ас кешене асҡа үлеүҙән ат башы дәүмәл алтын түгел, бер һыныҡ икмәк ҡотҡара,”- тигән һүҙҙәрен уйып киттем”, — тигән мосафир.
Бәләнең, аслыҡтың нимә икәнен белмәгән кеше генә икмәктең дә, тынғылыҡтарҙың да ҡәҙерен белмәйҙер.
“Бәләләр, — тигән аҡыл һәм хикмәт эйәләре, — Ямғыр кеүек туҡтауһыҙ яуып ҡына тора, ә шатлыҡтар йәшен кеүек йәшнәп ала ла, юҡҡа ла сыға. Ни өсөн шулай- тиһегеҙме? Кешеләрҙең үҙҙәрендә насарлыҡҡа ҡарағанда игелек әҙерәк булған өсөн”.
Бәндәләргә етәкселек итеп тапшырылған һәр дин, дин хөкөмдәрен үҙендә туплаған һәр китап үҙенең пәйғәмбәрҙәре аша Аллаһ тарафынан индерелгән тип өйрәтә Ҡөрьән.
”Хисап көнөндә лә һәр халыҡ Аллаһ ҡаршыһына үҙҙәренең имамы, юлбашсыһы, әйҙәп йөрөүсеһе менән бергә саҡырылыр, ти.
”Әл-Исра”,”Төндәге күсереү” сүрәһе, 71 — нсе аят.
Донъя тормошонда күңел күҙе һуҡыр кеше Ҡиәмәт көнөндә лә бер нимә күрмәй аҙашып йөрөгән хәлдә ҡубарылыр.
Исламда остаздың урыны оло. Имандың төрлө терәктәрен һанап сыҡҡанда имам Бәкер Аллаһ менән бәндә араһында элемтә урынлаштырыусы намаҙ, төрлө аҙғынлыҡтарҙан тыйып тороусы ураҙа, кешеләр араһында үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу маҡсатында фәҡирҙәр файҙаһына йыйылған зәкәт һәм хаждан һуң етәкселекте бишенсе урынға ҡуйған.
Пәйғәмбәребеҙ өйрәткән: „Имамы, остаҙы булмаған хәлдә был фани донъянан үтеп киткән кешенең үлеме мәжүсиҙәр, бөтөнләй иманы булмағандар үлеменә тиңләшә,”- тигән.
Исламда имам, бер яҡлап, дини етәксе — үҙенең хикмәтле аҡылы, игелекле нәсихәте, ышаныслы дәлилдәре менән бәндәләрҙе Аллаһ юлына саҡыра. Аллаһ бойорғандарҙы бойомға ашыра, Аллаһ тыйғандарҙан тыя, диндең паҡ тәбиғәтен һаҡлап тота.
Икенсе яҡлап имам — донъяуи юлбашсы.
Ғибәҙәткә һәм йолаларға ғына бирелеп киткән күптәр бөгөн диндең хикмәтле хөкөмдәренә ҡолаҡ та һалып бармай, тормошта уларҙы етәксе итеп тә ала белмәй. Ә бит диндең оло бинаһы ҡоролған ике нигеҙҙең береһе — әҙәп менән күркәм холоҡ.
“Яҡшылыҡты үҙегеҙ эшләй алмаһағыҙ ҙа, яҡшылыҡҡа башҡаларҙы өйрәтеүҙән баш тартмағыҙ. Яманлыҡтан үҙегеҙ тыйыла белмәһәгеҙ, башҡаларҙы унан тыя белегеҙ”.
»Яҡшылыҡҡа өйрәтеүселәрҙе һәр кем, хатта диңгеҙҙәге балыҡтар ҙа гонаһтарынан ярлыҡаныуҙы һорар”.
"Мөьмин кеше — бер ҡатлы, изге була. Боҙоҡ кеше генә мәкерҙән һәм кешеләрҙе хурлап йөрөүҙән арына алмай”.
"Әҙәпкә мине Аллаһы Тәғәлә үҙе өйрәтте, күркәм холоҡло итеп Ул тәрбиәләне”, — тиелә хәҙистәрҙә.
«Минең өммәтем өсөн Йәннәткә инеүҙең иң яҡшы юлы — тәҡүәлек менән күркәм холоҡ”.
»Дин ул — нәсихәт”, Сәләх Суҡбаев, Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин