Хәҙистәр, хәҙистәргә шәрехтәр

                                                                      Хәҙистәр

                                                  Хәҙистәр, хәҙистәргә шәрехтәр
   «Иманлы кешенең хәленә иҫең-аҡылың китер! — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, — Уның хәл-әхүәлендәге бөтә нәмә — игелек. Нимә булһа ла бер нәмә уны һөйөндөрһә, Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итә, рәхмәт әйтә белә. Әйтә белгәндәре уның өсөн — игелек; ҡайғы-хәсрәт килһә, сабыр итә. Сабыр итеүҙәре лә уның өсөн — игелек. Бындай тормош иманлы бәндәнән башҡа бер кемгә лә бирелмәй», ти.
   Пәйғәмбәребеҙ тағы ла әйткән: «Көслө тетрәнеүҙәр булған ваҡытта сабырлыҡтан да кәрәклерәк нәмә юҡ», тигән.
   Беҙҙең заманда кешеләр мохтажлыҡ кисергән иң ҙур нәмә — сабырлыҡ. Донъя көткәндә самалыһы — сабырлыҡ, бәлә килгән ваҡыттарҙа бәндәне иң беренсе булып ташлап киткәне — сабырлыҡ, дуҫ-дошман араһындағы мөнәсәбәттәрҙә ҡытлыҡҡа эйләнгәне лә — сабырлыҡ.


   «Сабырлыҡ — һары алтын», — тигән боронғолар. Сабырлыҡтың булмауы күп ваҡыт донъя тыныслығынан да, бәхет-шатлыҡтарҙан да мәхрүм итә.
   Сәхәбәләрҙән Сөләймән бин Сурад тигән берәү пәйғәмбәр хозурында ултырған ике кешенең ыҙғыш-талаш ҡуптарыуы тураһында һөйләп ҡалдырған. Ғауға ҡуптарғандарҙан берәүһенең асыуҙан бите ҡыҙара, елкә тамырҙары ҡабара. Быларҙы күреп пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, әйтә: «Мин, — ти, — ыҙғышҡан кешеләрҙе тынысландыра торған һүҙҙәр беләм. Әгәр ҙә улар: «Әғүҙү билләһи минәш-шәйтанир-ражим! — Шайтан ләғин ҡотҡоһонан Аллаһы Тәғәләгә һыйынам!» — тип әйтһәләр, асыуҙан да тыйылып ҡалырҙар ине», ти.
   «Шайтан ҡотҡоһонан Аллаһтың ярҙамын һорағыҙ», — ти.
                                                                        ***
   Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Пакланыу — имандың яртыһы, тигән, «Сөбханаллаһи үәл-хәмдүлилләһи» — Аллаһҡа дан, Аллаһҡа маҡтау-ололауҙар булһын, тигән һүҙҙәр Ер менән күктәр араһында булған бөтә майҙандарҙы тултыра: доға — нур, хәйер-саҙаҡа — иманға бер дәлил, сабыр була белеү — яҡтылыҡ. Ҡөрьән йә һинең файҙаңа, йә һиңә ҡаршы бер терәк. Һәр көн иртән кешеләр үҙ эштәре, үҙ йомоштары менән сығып китә: йәнен ниндәй ниәт менән ниндәй хаҡҡа һатыуына ҡарап, ул уны йә ҡотҡарып ҡала, йә һәләк итә», тигән.
   Йәнен игелекле эштәр менән биҙәһә — Йәннәт, яманлыҡтар менән күмеп ташлаһа — Йәһәннәм.
   Йәһәннәм ғәләмәттәре бөгөнгө көндән күренеп тора: үлем-китемдәр күп, тыуыуҙар әҙ. Киткәндәрҙең күптәре — ваҡытын көтөп тормай киткәндәр. Сөнки сауҙа итеүҙәре файҙаға түгел. Табынында ризыҡтары һығылып торғанда ла һоранып йөрөргә күнеккәндәр артҡандан-арта бара. Магазин ишеге төбөндә ҡул һуҙып торған егет-елән дә әҙ түгел. Былары — эсер өсөн тора, араҡы арҡаһында бәҫе юғалған егеттәр.
   «Бер ваҡыт ансарҙарҙан бер төркөм Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, эргәһенә килеп, нимәлер һоранып, йөрөнөләр, — тип хәтерләр булған сәхәбәләрҙән Әл-Худри. — Пәйғәмбәр уларға һорағандарын биреп ебәрә. Тағы ла киләләр, тағы ла биреп ебәрә, тағы ла киләләр: инде бирәһен биреп, таратаһын таратып бөтөргәндән һуң тағы ла килгәндәргә ул: «Мин үҙ өлөшөмә тейгән мал-мөлкәттең бөртөгөн дә һеҙҙән йәшереп ҡалмам. Әммә хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: тыйнаҡ булырға теләгәндәргә Аллаһ тыйнаҡлыҡ бирер, бары менән байҙарса йәшәргә теләгәндәрҙе башҡаларҙан һоранып йөрөүҙән ҡотҡарыр, сабырлыҡ күрһәткәндәргә сабырлыҡҡа юл күрһәтер. Әлегә тиклем бер кем дә сабырлыҡтан да яҡшыраҡ, сабырлыҡтан да йомартыраҡ бүләк ала алғаны юҡ», — тигән.
                                                                             ***
   Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Алты шартымды үтәргә вәғәҙә бирегеҙ, мин һеҙгә йәннәт вәғәҙә итермен, — тигән.
   Ул шарттар бына бындай:
   — Һүҙҙәрҙең хаҡ булғандарын ғына һөйләгеҙ. Ғәмәлдәрегеҙ ҙә, һүҙләрегеҙ ҙә тоғролоҡтан айырылмаһын.
   — Биргән вәғәҙәләрегеҙҙе үтәп кенә тороғоҙ. Аманатҡа хыянат — Ике йөҙлөлөк билдәһе.
   — Бәндәләрҙең һинең туралағы фекере үҙгәреүҙән һаҡланығыҙ. Донъяла ла, әхирәттә лә уларҙың өмөттәре аҡланырлыҡ булһын.
   — Әхлаҡи яҡтан пак булығыҙ. Үҙегеҙҙең намыҫығыҙ менән дәрәжәгеҙҙе генә түгел, кешеләрҙең дә намыҫы менән дәрәжәһен юғалтмағыҙ.
   — Хәрәм нәмәләр алдында күҙ йомоғоҙ. Үҙегеҙҙеке булмаған, һеҙгә тәғәйенләнмәгән нәмәләргә ҡыҙыҡмағыҙ. Хәрәмгә ҡарап ҡына тороу — Күңелде ағыулау була. Хәрәм — шайтандың ағыулы уғы. Һеҙҙең теләк менән иҫәпләшеп тормай йәйәһенән ысҡынып китә лә йөрәгегеҙгә барып ҡаҙала.
   «Мине (йәки Аллаһы Тәғәләне) хөрмәт иткән кеше хәрәмгә күҙ һалмаҫ. Хәрәмгә күҙ һалмаған кеше күңеленә мин үҙем дә шундай иман һалырмын, уның тәмен, уның хуш еҫен ул бөтә йөрәге менән татып ҡына торор».
   — Ҡулығыҙҙың башҡаларға зыян килтереүенән һаҡланығыҙ.
   Был шарттарҙы үтәп торған кеше тормошонда тынғылыҡ табыр, хәүеф-хәтәрҙәргә юлыҡмаҫ».
                                                                          ***
   — Килер бер көн, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм. — Игелекле кешеләр, ғәҙел була белгәндәр бер-бер артлы китеп торор. Улар урынына Ер йөҙөндә арпа кәбәгенә йәки инжир ҡабығына оҡшап бөтөнләй файҙаһы булмаған, Аллаһ тарафынан бөтөнләй иғтибарға алынмаҫлыҡ кешеләр тороп ҡалыр. Әҙәм балаһы мал менән тулы ике тарлауыҡҡа эйә булып алһа, өсөнсөһө булыуын да теләр. Сөнки бәндә ҡарынын тултыра алһа, тупраҡ ҡына тултыра алыр. Тәүбә итегеҙ!
   Хәҙисе-ҡотдусиҙа, йәғни Аллаһ һүҙҙәрен килтереп, пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Үҙенең фәрештәләреңә Аллаһ яҡшы эштәрҙе лә, насарҙарында яҙып ҡына торорға бойора. Нисек итеп яҙып барырға ла өйрәтә: әгәр ҙә, ти, кеше яҡшы эш эшләргә ниәтләп тә уны эшләп өлгөрә алмай ҡалһа, был ниәте Аллаһ хозурында яҡшы итеп яҙыла. Әгәр инде кеше игелеккә бер эште эшләргә ниәт итеп, уны эшләп тә ҡуйһа, Аллаһ уны ундан алып ете йөҙгә тиклем һәм унан да артығыраҡ эшләнгән игелек итеп яҙҙырыр; яман эш эшләргә теләп тә теләген бойомға ашырып өлгөрмәһә, Аллаһ уны, бер яҡшы эш, итеп яҙҙырыр, ә инде насар эш эшләргә теләп, уны эшләп тә ҡуйһа, ул бер насарлыҡ итеп кенә яҙылыр, арттырып яҙылмаҫ», — тигән.