Аллах Велик!Вәғәҙ һөйләү тәртибе

   Йома көн, ғәрәпсә хөтбә уҡығас вәғәҙебеҙҙе (йә берәй изге байрамда) ошо һүҙҙәр менән башлайбыҙ:
   "Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтанир-раджиим. Бисмилләәһир рахмәәнир-рахииим. Әлхәмдулилләһи раббил ғәәләмиин үәссаләәтү үәссәләәмү ғәләә рәсүүлинәә Мүхәммәдиү үә ғәләә әәлиһи үә сәхбиһи әджмәғииин".

   Шунан: Ҡәҙерле мосолман ҡәрҙәштәр бөгөн Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте менән ошо 1438 һижри йылдың (...) йомаһы, йәки (...) байрамы, йәки берәй сараһы, йә мәжлесе... Һөйләйәсәк вәғәзебеҙ хаҡында ҡыҫҡа ғына аңлатмаһы (тема).

   Нимә тураһында һөйләйәсәкте ҡыҫҡа ғына аңлатҡас;

   "Аллаһ Тәғәлә тел асҡыстары биреп, хәйерле вәғәҙҙәр һөйләргә насип итһен, тыңлаған кешеләргә лә, һөйләгән кешеләргә лә ошо вәғәҙҙәр менән вәғәҙләнеп, изге ғәмәлдәрҙе күберәк ҡылып, Хаҡ Тәғәлә ҡушҡандарын үтәп, тыйылғандарынан тыйылып йәшәүҙәребеҙҙе Аллаһ Раббыбыҙ барыбыҙға ла насип итһен", — тип әйтәбеҙ, шунан ары дауам итәбеҙ:

   “...айҙың... йомаһы барыбыҙ өсөн дә мөбәрәк булһын. Киләһе йомаларҙы ла бергә Аллаһ Тәғәлә ҡушҡанса һау-сәләмәт килеш үткәрергә барыбыҙға ла насип итһен. Ике ғәйеттән оло булған, сәидил әййәм булған ошо йома көндәрен ҙурлап ошо мәсеткә йыйылыуыбыҙға Аллаһ Раббыбыҙ үҙенең вәғәҙә ҡылған әжер-сауаптарын барыбыҙға ла насип ҡылһын. Аллаһ йорто булған мәсеттәребеҙҙә бер Аллаһ Тәғәләне ғына ҙурлап сәждәгә баш эйеүҙәребеҙ донъяла бәндәселек менән ҡылған гонаһларыбыҙҙың ярлыҡауына сәбәпсе булһа ине. Ике йома араһында донъянан үткән мосолман ҡәрҙәштәребеҙгә Аллаһ Раббыбыҙ иман байлығы биреп, бөгөн уҡыған Ҡөръән аяттарыбыҙ, биргән саҙаҡаларыбыҙ уларҙың рухтарына доға булып ирешеп, рухтарын шат ҡылһын. Һаташып, тура юлды таба алмайынса Аллаһ Тәғәләнән тура юлды һорап йөрөгән кешеләрҙең дә күңелдәренә тәүфик-һидәйәт биреп, Аллаһ Раббыбыҙ уларға тура юлды табырға ярҙам итһен. Ауырып Аллаһтан шифа һораған кешеләрҙең дә доғалары ҡабул булып, Хаҡ Тәғәләнең хәйерле шифалары насип булһын.
«Әссәләәмүғәләйкүм үә рахмәтуллааһи үә бәрәкәтүһ!»

   Шунан йома вәғәҙен башлайбыҙ. Вәғәҙҙә ул йәки был фекерҙе раҫлау-дәлиләү өсөн Ҡөръән Кәримдән сүрәләр, аяттар, хәҙистәр килтерәбеҙ. «Тәүбә» сүрәһенән ҡала барлыҡ сүрәләрҙе: «Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим», тип, ә инде аятты, йәки аяттан өҙөкте: «Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-ражиим», — тип башлайбыҙ. Шунан вәғәҙ һөйләй башлайбыҙ...

   Вәғәҙҙе һөйләп бөткәс: «Аллаһ Тәғәлә барыбыҙғала камил аҡылдар биреп, имандарыбыҙҙы нығытһын, хәйерле һаулыҡ бирһен. Хәйерле бәлә-ҡазаһыҙ йәшәргә насип итһен. Аллаһ Тәғәлә беҙгә бүләк итеп биргән ғүмеребеҙҙең ҡалған өлөшөн тура юлды табыусыларҙан булып үткәрәйек. Сөнки тура юлдың аҙағы шатлыҡ, йәннәт менән бөтә. Бына ошолай йәшәүҙәребеҙҙе Аллаһ Раббыбыҙ барыбыҙға ла насип итһен. Һуңғы һулыштарыбыҙҙа: „Ләәә иләәһә илләллаааһу Мүхәммәдүр Расүүлүллаааһ“, тип тулы иман менән Аллаһының хозурына күсһәк ине. Был донъяла тырышып уҡытҡан Ҡөръән, ҡылған доғалар, биргән саҙаҡалар ҙа беҙгә ирешһәләр ине. Йәннәттәге дәрәжәләребеҙҙә артыҡ булыр ине. Ошондай ғүмерҙәрҙе, тулы иманлы үлемдәрҙе Аллаһ Тәғәлә барыбыҙға ла насип итһен. Ошонда матур иттереп һөйләшеп ултырған кеүек, йәннәттә лә осрашыуҙарыбыҙҙы Аллаһ Раббыбыҙ насип ҡылһын.
“Әссәләәмүғәләйкүм үә рахмәтуллааһи бәрәкәтүһ!»

   Ҡибла яғына боролоп ултырабыҙҙа берәй доға ҡылабыҙ: мәҫәлән “Раббәнә”. Ары ғәрәпсә хөтбәнең икенсе яртыһын уҡыйбыҙҙа, шунаң һуң ҡәммәт әйтелгәс фарыз (йома, йә өйлә) намаҙға күсәбеҙ.

   Хөтбә уҡыр алдынан ниәт әйтелә. Хөтбә ғәрәпсәнән вәғәҙ тигәнде аңлата. Беҙҙең телдә айырма булһын өсөн ғәрәпсә уҡыуҙы хөтбә тип әйтәбеҙ. Вәғәҙҙе үҙ телдә һөйләйбеҙ. Хөтбәлә Аллаһ Тәғәләгә маҡтау һүҙҙәре, Пәйғәмбәребеҙгә салауат әйтелә, Ҡөръәндән берәй аят уҡыла. Хөтбә ике өлөштән тора. Ике хөтбә араһында баҫып тороусы имам бер аҙ ултырып тороп доға ҡыла.

   Хөтбә араһында үҙ телдә вәғәҙ һөйләү бик күркәм эш, сөнки халыҡ шуны тыңлап фәһем (дәрес) ала. Йома намаҙы уҡырға халыҡ тулмаһа ла (имам һәм өс бәлиғ ир) хөтбәне уҡыр кәрәк. Йома көн бит. Һеҙҙән башҡа унда әреуахтар һәм фәрештәләр ҡатнаша. Бик булмаһа “Әлхәмдүлилләһи” әйтер кәрәк. Донъя һүҙҙәрен хөтбәлә әйтеү мәкрүһ. Беренсе хөтбә фарыз, икенсеһе сөннәт.

   Хөтбәлә 11 сөннәт бар: 1. Хөтбә алдынан “Әғүҙү” не әйтеү. 2. Хөтбәне хәмед менән, йәғни Аллаһ Тәғәләгә маҡтау менән башлау. 3. Аллаһыға ололау һүҙҙәре әйтеү. 4. Шәһәдәт, йәғни “Ләә иләәһә илләллааһу Мүхәммәдүр Расүүлүллааһ” тип әйтеү. 5. Салауат әйтеүҙе. 6. Хөтбәлә вәғәҙ йә тәзкир, йәғни Аллаһ Тәғәләнең һүҙҙәрен иҫкә төшөрөү булырға тейеш. 7. Ҡөръән уҡыу. 8. Ике хөтбә араһында аҙ ғына ултырып тороу. 9. Икенсе хөтбәлә хәмед-ҫәнәне, йәғни Аллаһ Тәғәләне маҡтау һүҙҙәрен һәм салауатты күп ҡабатлау булырға тейеш. 10. Доға уҡыу булырға тейеш. 11. Хөтбәләр ҡыҫҡа булмаҫҡа һәм тиҙ уҡылмаҫҡа тейеш.

   саидил әййәм – көндәрҙең олоһо, батшаһы. Йома көн байрам көндәрҙән дә өҫтөн.

өлөшләтә Жәлил хәзрәт Фазлиевтың «Йөз дә бер вәгәзь» китабынан алынды һәм «Хөтбәләр» китабынан