Шөкөр итә беләйек

     Беренсе хөтбә
     Хөрмәтле йәмәғәт! Бәндәнең ғүмере – Аллаһ Тәғәләнең ихтыярында. Ул әҙәм балаһын һынау өсөн һәр төрлө ниғмәттәрен һәм ауырлыҡтарын ебәреп тора. Ҡыйынлыҡтарҙы кемделер юҡҡа сығарыу, түбәнһетеү түгел, ә уның сабырлығын, камиллығын тикшереү һәм яҡшылыҡҡа күндереү өсөн бирә.
                                                                         وَبَلَوْنَاهُم بِالْحَسَنَاتِ وَالسَّيِّئَاتِ لَعَلَّهُمْ يَرْجِعُونَ
     ...үә бәләү-нәәһүм бил-хәсәнәәти үә-ссәй- йи’әәти ләғәлләһүм йарджиғүүн.
     “Бәлки, тура юлға ҡайтырҙар, тип, Беҙ уларҙы яҡшылыҡтар һәм яуызлыҡтар менән һынаныҡ”, – тиелгән Ҡөрьәндә (“Әл-Әғраф” сүрәһе (7), 168-се аяттан).

     Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең иман килтергән замандаштары, йәғни сәхәбәләр, әгәр ауырлыҡтар оҙаҡ ҡына килмәй торһа, Аллаһ ниңә беҙгә һынауҙар бирмәй икән, тип борсола башлар булған. Бәләләр бит бәндәгә Уттан һаҡлаусы ҡалҡан кеүек кәрәк: улар гонаһтарҙың кәмеүенә булышлыҡ итә. Ауыр ваҡытта шөкөр итеп, таҙарына белгәндәр алтынға әйләнә, ә булдыра алмағандар йыш ҡына вәхшигә әүерелә. “Был донъялағы һынауҙар, бәндәгә файҙа бирә алмаһа, улар Ахирәткә ҡала”, – тип өйрәтә дин. Тимәк, тормоштоң төрлө имтихандарын лайыҡлы үтеп, артабан иман менән йәшәһәк, Ҡиәмәт көнөндә язаларҙан ҡотҡарылыуға өмөт итә алабыҙ.
     Шөкөр итә белмәү – бик йәмһеҙ, хатта ғибрәтле күренештәрҙең береһе. Күренекле сәсән Мифтахетдин      Аҡмулла үҙенең “Нәсихәттәр” тигән әҫәрендә әҙәм балаһының тормошондағы иң ҡиммәтле ете төшөнсәне билдәләгән һәм шөкөр итә белмәүҙе көфөрлөккә тиңләгән:
     “Дүртенсе ҡиммәт нәмә – шөкөр, тигән,
     Ниғмәткә шөкөрһөҙлөк – көфөр, тигән...”
     Мосолман кешегә һынауҙарға түҙә белеү, үҙ-үҙеңә хужа булыу һәм йәмһеҙ, яҙыҡ, ашығыс ғәмәлдәрҙән тыйылыу зарур.
                                                                             إِنَّمَا يُوَفَّى الصَّابِرُونَ أَجْرَهُم بِغَيْرِ حِسَابٍ
     ... иннәмәә йүүәффә-ссаабируунә әджраһүм биғайри хисәәб.
     “...хәҡиҡәттә, сабырҙар үҙ әжерен тулыһынса хисапһыҙ алырҙар”, – тиелгән изге Ҡөрьәндә (“Әз-зүмәр” сүрәһе (39), 10-сы аяттан). Аллаһ Тәғәлә түҙемлеләрҙе хатта шулай тип һөйөнсөләгән:

                      وَلَنَبْلُوَنَّكُم بِشَيْءٍ مِّنَ الْخَوْفِ وَالْجُوعِ وَنَقْصٍ مِّنَ الْأَمْوَالِ وَالْأَنفُسِ وَالثَّمَرَاتِ وَبَشِّرِ الصَّابِرِينَ
     [үәләнәблүүәннәкүм бишәй’имминәлхауфи үәлджүүғи үә нәҡсимминәльәмүәәли үәл’әнфүси үәҫҫәмәраати үә бәшшириссаабириин]
     “Беҙ һеҙҙе берәй нәмә менән – ҡурҡыныс, аслыҡ йәки малдарҙың, йәндәрҙең һәм емештәрҙең кәмеүе менән – мотлаҡ һынаясаҡбыҙ, шуға сабыр иткән кешеләрҙе һөйөнсөлә...” (“Әл-Бәҡара” сүрәһе, 155-се аят).
     Ошо урында бәләкәй генә бер хикмәтте иҫкә төшөрөп үтәйек. Бик үк еңел булмаған шарттарҙа йәшәгән ҡатын һәр таңды шөкөр итеүҙән башлай, ти: “Бәхетлемен, Аллаһ Тәғәләм! Аҡсаны ул тиклем таба алмаһа ла, ирем бар, бәләкәй, әммә уңайлы өйҙә йәшәйбеҙ. Эш булмаһа ла, үҙ кәсебемдән аҡса килеп тора. Балаларым һау-сәләмәт: йүгерә лә һикерә...” Аллаһ Тәғәлә бер саҡ: “Бәхеттең нимә икәнен белмәйһең. Мә, уны ысынлап той!” – тигән дә был ҡатынға хыялында ла булмаған ниғмәттәрҙе биргән, ти.
     “Сабырлыҡтың төбө – һары алтын”, тигәндәй, шөкөр итә белеүҙең әжере икһеҙ-сикһеҙ. Ә инде тормош шарттарын яҡшыртыу маҡсатына килгәндә, әлбиттә, әҙәм балалары, бигерәк тә ирҙәр, барына риза булып, ғаиләһен мохтажлыҡта йәшәтергә тейеш түгел. Алда әйтелгәнсә, ҡыйынлыҡтар кешегә һынау өсөн бирелә. Әгәр ғаилә башлығы ауырлыҡҡа һылтанып, зарланып, көсө еткән хәлдә лә барыһына ҡул һелтәп, “булғанына шөкөр итәйек” тиһә, уның тормошонан бәрәкәт китәсәк. Шөкөр итә белеү менән бергә туҡтауһыҙ хеҙмәт итеү ҙә кәрәк.
     Ошоға бәйле тағы бер хикмәтте иҫкә алып үтәйек. Аллаһ Тәғәләнең һәр бәндәгә ризыҡ биреүе тураһындағы аятты уҡыған егет: “Ниңә шул ҡәҙәр тир түгеп, көндө төнгә ялғап эшләп йөрөйөм әле? Булғанына шөкөр итеп, барыһын да Аллаһтан көтөп кенә ултырырға мөмкин бит”, – ти ҙә, ҡаланан ситкә сығып, ағас башына менеп ултыра. Бер аҙҙан шул ергә ауырыу төлкө килә лә, ағастың төбөндә өң ҡаҙып, инеп ята. Күп тә тормай, шул уҡ урынға арыҫлан килеп, аулаған кейеген ашай ҙа, туйғас, ситкә китә. Төлкө иһә, өңөнән сығып, ҡалған ит менән туҡлана. Башҡа йәнлектәр ҙә өлөшһөҙ ҡалмай. Ағас башында ултыра торғас, егет йоҡлап киткән була, шунда аҡ һаҡаллы бабай төшөнә инә. “Һин бит һау-сәләмәт. Арыҫлан шикелле йылғыр, тырыш булырға тейешһең, – ти ул. – Күрҙеңме, ул үҙенең табышын яңғыҙы ғына ашаманы, башҡаларға ла өлөш сығарҙы. Ә һин әлеге ауырыу төлкө һымаҡ юғарынан ризыҡ көтөп ултыраһың. Төш, эшлә!”
     “Мәңге йәшәрмен, тип донъя тупла, иртән үләрмен, тип, доға ҡыл”, – тигән бик матур фекер бар. Унан аңлашылыуынса, тормошто көндәлек ғибәҙәттәрҙән айырырға ярамай. Был донъя эштәрен дә яҡшы итеп алып барған, Ахирәтте лә онотмаған кеше уңышҡа өлгәшәсәк.

     Икенсе хөтбә
     Шөкөр итә белмәйенсә, зарланып, төшөнкөлөккә бирелеп йөрөгәндәр үҙенә генә түгел, башҡаларға ла ауырлыҡ тыуҙыра. Шуның менән эргә-тирәһендәгеләрҙе өмөтһөҙлөккә дусар итеүе лә бар. Бындай һыҙат динебеҙгә бөтөнләй ят. Пәйғәмбәребеҙҙең бер хәҙисендә шулай тиелгән:

 Ғәджәбән лиәмрилмүмини иннә әмраһү күлләһү ләһү хайр, үә ләйсә ҙәликә лиәхәдин иллә лилмүмин: ин әсаабәтһү сәррааү шәкәра фәкәәнә хайран ләһү үә ин әсаабәтһү даррааү сабәра фәкәәнә хайран ләһ
     “Ни хәтлем ҡыҙыҡ мөьминдең эше! Уның хәле һәр ваҡыт хәйерле, һәм был мөьмингә генә хас. Әгәр ҡыуаныслы нәмә килһә, ул шөкөр итә һәм был уға яҡшы. Әгәр ҡыйынлыҡ килһә, сабыр итә һәм был да уға яҡшы” (Мүслим риүәйәтенән).
     Мәҫәлән, кеше ауырып китте, ти. Был, бер яҡтан, ҡыйынлыҡ булһа, икенсе яҡтан – Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте. Сирләү сәбәпле кешенең гонаһтары юйыла бит. Өҫтәүенә, ул Раббыһына йышыраҡ ялбара башлай һәм үҙенең хәлен яҡшыраҡ аңлай. Бығаса иман килтермәгән булһа, бәлки, хаҡ дингә ҡайтыр, ә инде мосолман булһа, күберәк ғибәҙәттәр ҡыла башлар... Бәлки, әлеге сир – Ожмахҡа ишектер?
     Тормош шул тиклем матур ул. Аллаһ Тәғәлә әҙәм балалары өсөн барлыҡ йәшәү шарттарын булдырған, ниғмәтте мул өләшкән. Әгәр ҙә ошо муллыҡҡа шөкөр итмәйбеҙ икән, тимәк, Раббыбыҙға ризаһыҙлыҡ белдерәбеҙ, тигән һүҙ. Ә Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә Үҙенә рәхмәтле булыуҙы бойорған:
                                                                                   اشْكُرْ لِي وَلِوَالِدَيْكَ إِلَيَّ الْمَصِيرُ
     ...әнишкур лии үә лиүәәлидәйкә иләййәл-мәсыиир.
     “...миңә һәм ата-әсәңә шөкөр ит, сөнки миңә ҡайтасаҡһың” (“Лоҡман” сүрәһе (31), 14-се аяттан).
     Төптән уйлап ҡараһаң, Аллаһ беҙҙең шөкөр итеүҙәргә мохтаж да түгел. Рәхмәтле булыуыбыҙ тәү сиратта үҙебеҙгә кәрәк. Шул уҡ сүрәлә:
                  وَلَقَدْ آتَيْنَا لُقْمَانَ الْحِكْمَةَ أَنِ اشْكُرْ لِلَّهِ وَمَن يَشْكُرْ فَإِنَّمَا يَشْكُرُ لِنَفْسِهِ وَمَن كَفَرَ فَإِنَّ اللَّهَ غَنِيٌّ حَمِيدٌ
     Үә ләҡад әәтәйнәә Лүҡмәәнәл-хикмәтә әниш-күр лилләәһи үә мәййәш-күр фә’ин- нәмәә йәшкүру линәфсиһи үә мәң кәфәра фә'иннә-ллааһа ғаниййүн хәмиид.
     “Беҙ элек үк Лоҡманға аҡыл биргәйнек: “Аллаһҡа шөкөр ит! кемдер шөкөр итә икән, ул үҙе өсөн файҙаға ғына, ә кем яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәй... ысынлап та, Аллаһ бай, данға лайыҡ!” – тигән Аллаһ Тәғәлә (“Лоҡман” сүрәһе, 12-се аят).
     Һүҙебеҙҙе олуғ ғалимыбыҙ Ризаитдин Фәхретдиндең нәсихәте менән тамамлайыҡ: “Әҙәм балаһы тормошта үҙенән юғарыларға ҡарарға ғәҙәтләнһә, үҙен бәхетһеҙ һанай башлай, өмөтһөҙләнә. Ә үҙенән түбәндәргә ҡараһа, үҙен бәхетле әҙәмдәрҙең һәм Аллаһ Тәғәләнең ниғмәттәрен алыусы бәндәләрҙең береһе икәнлеген белә, шөкөр итә, ғаиләһенә мәрхәмәтле, күңеле тыныс була. Бында һуңғыһының яҡшы эш икәнлегендә бәхәс юҡ. Әммә Ахирәт эштәрендә, ғәмәл һәм ғибәҙәт, яҡшылыҡ һәм изгелек мәсьәләләрендә, киреһенсә, үҙеңдән түбәндәргә түгел, ә юғарыларға ҡарау, уларҙан үрнәк алыу тейешле. Бабаларыбыҙҙан ҡалған “Юғарыға ҡарап фекер ит, түбәнгә ҡарап шөкөр ит” тигән һүҙ – бик мәғәнәле нәсихәттер”.
     Аллаһ Тәғәлә беҙгә иман ныҡлығы, ихтыяр көсө, дөрөҫ йүнәлеш, асыҡ зиһен биреп, Исламды яҡшыраҡ аңларға ярҙам итһен. Әмин.

                                                                                         “Диәнәт” дини журналы №1

     Шөкөр итеү: https://nazir1965.com/din/sh%D3%A9k%D3%A9r-ite%D2%AF.html

     Шөкөр итә белһәң: https://nazir1965.com/din/sh%D3%A9k%D3%A9r-ite%D2%AF.html