Шәғбан айының күркәмлеге
Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтанир-раджииим. Бисмилләәһир-рахмәәнир — рахииим. Әлхәмдүлилләһи раббил ғәләмин. Үәссаләәтү үәссәләәмү ғәләә рәсүүлинә Мүхәммәдиү үә ғәләә әәлииһи үә әсхәәбиһи әджмәғииин.
Ҡәҙерле дин ҡәрҙәштәрем, әссәләмүғәләйкүм үә рахмәтүллааһи үә бәракәәтүһ.
Әлхәмдүлилләәһи, шөкөр, Аллаһы насип иткәс һәм Уның рәхмәте менән шәғбан айына аяҡ баҫтыҡ. Ислам тарихында иң мөһим ваҡиға булып ошо шәғбан айында Рәсүлебеҙгә вәхи төшөп ҡиблабыҙ үҙгәрә. Был ваҡиға шәғбән айының 15 –се көнөндә Мәҙинә ҡалаһының «Бәни Сәләмә» мәсетендә була. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһи үәс-сәләм өйлә намаҙы фарызының беренсе ике рәҡәғәтен уҡыған ваҡытта вәхи ингән. Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте менән яңы Ҡөръән аяттары төшә, белеүебеҙсә Ҡөръән Кәрим сүрәләре һәм аяттары өҡ йыл дауамында пәйғәмбәребеҙгә вәхи була.
Ошо мәлдә Рәсүлебеҙгә ғәләйһис-сәләмгә аяттар төшкәс, ул шул намаҙ ваҡытында Ҡәғбәтулла тарафына боролған һәм быны күргән сәхәбәләр ҙә уға эйәреп намаҙҙы дауам иткәндәр. Быға ҡәҙәр улар намаҙҙы Ҡуддус (Иерусалим) ҡалаһындағы «Әҡса» мәсетенә ҡарап уҡығандар.
Ҡөръәни Кәримдә Аллаһы Тәғәлә әйтә:
قَدْ نَرَى تَقَلُّبَ وَجْهِكَ فِي السَّمَاءِ فَلَنُوَلِّيَنَّكَ قِبْلَةً تَرْضَاهَا فَوَلِّ وَجْهَكَ شَطْرَ الْمَسْجِدِ الْحَرَامِ وَحَيْثُ مَا كُنتُمْ فَوَلُّوا وُجُوهَكُمْ شَطْرَهُ وَإِنَّ الَّذِينَ أُوتُوا الْكِتَابَ لَيَعْلَمُونَ أَنَّهُ الْحَقُّ مِن رَّبِّهِمْ وَمَا اللَّهُ بِغَافِلٍ عَمَّا يَعْمَلُونَ
«Ҡад нәраа тәҡаллүбә үәджһикә фиссәмәә'и фәләнүүәллийәннәкә ҡибләтәң тәрдааһәә фә-үәлли үәджһәкә шатраль-мәсджидил-хәраами үә хәйҫу мәә күңтүм фәүәл-лүү үджүүһәкүм шатраһү үә иннәл-ләҙиинә үүтүлү-китәәбә ләйәғләмүүнә әннәһүл-хәҡҡу мираб-биһим үә мә-ллааһу биғаафилин ғәммәә йәғмәлүүн».
«Беҙ һинең Күккә йөҙ йүнәлдергәнеңде күрәбеҙ һәм һине шундай ҡиблаға борорбоҙ – үҙең риза булырһың. Йөҙөңдө Хәрәм мәсет (Мәккәләге Ҡәғбәтулла мәсете) тарафына бор. Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, йөҙөгөҙҙө шул яҡҡа ҡаратығыҙ. Китап күндерелгән кешеләр, әлбиттә, бының Раббынан бирелгән хәҡиҡәт икәнен белә. Ысынлап та Аллаһ уларҙың эшенә ғафил түгел! ». 2/144
Әгәр кем дә хаж һәм ғөмрә ҡылырға барһалар, улар ул мәсеттә намаҙ уҡырға тырышалар. Был «Әҡса» мәсете пәйғәмбәребеҙ мәсетенән 5 саҡрым йыраҡлыҡта урынлашҡан.
Пәйғәмбәребеҙ хәҙисендә: «Аллаһ Тәғәлә Шәғбән айының уртаһында үҙ халҡына ҡарай ҙа, мөшрик һәм йөрәгендә нәфрәт ташыусы кешенән башҡаларҙы ғәфү итә», — тигән. Ибн Мәджә.
Ошо шәғбан айының 15-сө көнө кисәһе йылдың иң күркәм көндәренән һанала. Шул көндө Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте һәм мәғфирәте менән ер йөҙөнә нур таралып торор. Әл-Бәйһәҡи хәҙрәттең хәҙисендә: «Шәғбән айы уртаһының төнө башланһа, Аллаһ Тәғәлә үҙ ҡолдарына ҡарап, мөьминдәрҙе ғәфү итә, динһеҙҙәргә тағы ла ваҡыт бирә, йөрәктәрендә асыу үә талаш тотҡандарҙы ғәфү итмәҫ». Шуға ла был айҙың урталарында ураҙа тотайыҡ, тағын бер хәҙистә: Шәғбан айының ун бишенсе кисәһе килеп етһә, уны ғибәҙәт менән үткәрегеҙ, көндөҙ ураҙа тотоғоҙ, сөнки ул кистә Аллаһ Тәғәлә ҡояш сыҡҡансыға ҡәҙәр донъя ғәләменә рәхмәте менән ҡарар һәм әйтер:
«Тәүбә һәм истиғфар итеүселәр бармы, гонаһтарын кисерәм, бәләгә һәм ауырлыҡҡа тарыусылар бармы, ҡотолоу һораһалар, уны бирәм, ризыҡ һораусылар бармы, ризыҡтарын күбәйтәм, ауырыуға дусар булһа, уға һаулыҡ-сәләмәтлек бирәм» .
Был кисәне «Бәраәт кисәһе» тип атайҙар. Уның әһәмиәте тураһында мәғлүмәт-риүәйәттәр күп. Бәраәт кисәһендә бер йыл эсендә буласаҡ эштәр тураһында хөкөм ҡылына, әжәл үә ғүмерҙәр билгеләнә һәм ҡылынған ғәмәлдәрҙең сәхифәләре Аллаһ Тәғәләнең хозурына күтәрелеп күрһәтелеп үтеүҙәре китаптарҙа яҙылғандыр, бына шундай оло айҙа торабыҙ икән, Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн мөмкин тиклем изге ғәмәлдәр ҡылып, гонаһ эштәрҙән тыйылыуыбыҙ тейешле була.
Аллаһы Тәғәләнең бөтә әмерҙәренә бойһоноу, кешеләр менән булған мөғәмәләләрҙә даими күркәм мөнәсәбәт тотоуыбыҙ мосолманлыҡтың мөһим сифаттары булып тора.
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: «Аллаһ Тәғәлә өс нәмәне өс нәмә эсенә йәшергән: үҙ ризалығын яҡшы ғәмәлдәрҙең береһенә йәшергән». Тимәк, яҡшы даими ғәмәлдәр ҡылыусы кеше, әлбиттә, Аллаһының ризалығын таба. Изге ғәмәлдәр иһә күп төрлө. Һәр төрлө яҡшы, файҙалы ғәмәлде «Был кескенә ғәмәл» тимәйенсә ҡылырға кәрәк була. Был турала Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләмдең «Сауаплы эштәрҙең һис берен кесе (уаҡ) тип һанамағыҙ, ҡылып тороғоҙ! Хатта ағым һыуҙан алып башҡа бер кешенең ҡомғанына һыу һалып биреү кеүек ҙур булмаған бер ғәмәлде лә, ҙур эш кеүек хөрмәт менән ҡылығыҙ», тигән һүҙҙәр ҙә бар.
Йәшергән нәмәләрҙең икенсеһе — Үҙенең ғазабын гонаһ, насар эштәрҙең береһенә йәшергән. Тимәк, гонаһ ғәмәлдәрҙән һаҡланып йөрөгән кеше Аллаһының ғазабынан, һис шикһеҙ, имен булыр. Ләкин «Бының гонаһы ҙур түгел», тип, ҙур булмаған гонаһтарҙан һаҡланмаған кеше, әлбиттә, бер Аллаһының ғазабына осрап ҡалыуы тәбиғиҙер.
Йәшергән нәмәләрҙең өсөнсөһө вәли (изге) кешеләрҙе халыҡ эсенә йәшергән. Бөтөнөһөн ҡәҙер-хөрмәт ҡылған кеше, әлбиттә, Аллаһының вәлийен дә ихтирам иткән буласаҡ. Әммә иғтибарһыҙлыҡҡа ғәҙәтләнгән кеше бер мәле Хоҙайҙың иң яратҡан бәндәһен дә рәнйетеп ҡуйыуы бик мөмкин.
Хаҡ Аллаһы Тәғәлә Нәхел (Бал ҡорто) сүрәһенең аяттарында әйтә:
وَقِيلَ لِلَّذِينَ اتَّقَوْا مَاذَا أَنزَلَ رَبُّكُمْ قَالُوا خَيْرًا لِّلَّذِينَ أَحْسَنُوا فِي هَذِهِ الدُّنْيَا حَسَنَةٌ وَلَدَارُ الْآخِرَةِ خَيْرٌ وَلَنِعْمَ دَارُ الْمُتَّقِينَ
جَنَّاتُ عَدْنٍ يَدْخُلُونَهَا تَجْرِي مِن تَحْتِهَا الْأَنْهَارُ لَهُمْ فِيهَا مَا يَشَاءُونَ كَذَلِكَ يَجْزِي اللَّهُ الْمُتَّقِينَ
الَّذِينَ تَتَوَفَّاهُمُ الْمَلَائِكَةُ طَيِّبِينَ يَقُولُونَ سَلَامٌ عَلَيْكُمُ ادْخُلُوا الْجَنَّةَ بِمَا كُنتُمْ تَعْمَلُونَ
«Үә ҡиилә лилләҙиинә-ттәҡау мәәҙәә әңзәлә раббүкүм ҡаалүү хайраль-лилләҙиинә әхсәнүү фии һәәҙиһид-дүнйәә хәсәнәтүү-үә ләдәәруль-әәхыирати хайруу-үә ләниғмә дәәруль-мүттәҡиин».
«Джәннәәтү ғәдний-йәдхулүүнәһәә тәджрии миң тәхтиһәл-әнһәәру ләһүм фииһәә мәә йәшәә'үүнә кәҙәәликә йәджзил-ләәһүл-мүттәҡиин».
«Әлләҙиинә тәтәүәффәәһүмүл-мәләә'икәтү таййибиинә йәҡуулүүнә сәләәмүн ғәләйкүмүд-хулүл-джәннәтә бимәә күңтүм тәғмәлүүн».
«Раббығыҙ һеҙгә нимә күндерҙе?» – тип тәҡүәлеләрҙән һорағас, улар әйтер: «Изгелек! – тиер. Донъялыҡта изгелек эшләгән кешеләргә – изгелек. Ә әхирәт йорто яҡшыраҡ. Тәҡүәлеләрҙең торор урыны гүзәл! »
«Улар инә торған ер – мәңгелек йәннәт баҡсаһы, аҫта йылғалары ағып тора. Уларға унда ни теләһә – шул бар. Шулай бүләкләй Аллаһ тәҡүәлеләрҙе,
фәрештәләрҙең бәхетле итеп вафат итә торған кешеләрен. Улар әйтә: «Сәләм һеҙгә! Эшләгән яҡшылыҡтарығыҙ өсөн ожмахҡа рәхим итегеҙ!» – ти.16/30-32.
Имам Шағби «Кифая» китабында яҙған: «Рәжәб айының беренсе өлөшө ( ун көнлөгө), шәғбан айының икенсе өлөшө, рамаҙан айының иһә, һуңғы өлөшө оло үә фазыйләтле көндәрҙер. Шәғбан айының «Бәраәт кисәһе»ндә бер йыл эсендә буласаҡ ваҡиғалар, ғүмер һәм ризыҡ үлсәүе ҡылыныуы сәбәпле, был кисәлә һәр бер мөьмин Аллаһ ТәғәләНән яҡшы теләктәрҙе һорап, доға тәкбирҙәрҙә мәшғүл булыуы тейешле».
Шуның өсөн доғаға шик юҡ: «Доға менән хатта тәҡдирҙе үҙгәртеү ҙә мөмкин» тигәнгә, һәр саҡ доға-истиғфарҙа булыу, Аллаһ Тәғәләнән изге ниәттәрҙең тормошҡа ашырылыуын һорап, тырышлыҡ кәрәк, шуның менән «Бәраәт кисәһе» әһәмиәтлелер», — тине имам Шағби.
Имам Ғазали Мөҡәшәфәтүл ҡулуб тигән китабында яҙған: «Мосолмандар ер йөҙөндә ике көн ғәйет булғаны кеүек, фәрештәләрҙә күктә ике кисәне ғәйет ҡылып үткәрәләр икән. Улар иһә – Ҡәҙер һәм Бәраәт кисәләре».
Имам Сабуки үҙенең тәфсирендә әйткән: «Ләйләтүл бәраәт» ундағы сифаттарға ҡарап төрлөсә исемләнә. Мәҫәлән, был кисәне «ләйләтүл тәкфир», йәғни бәндәләрҙең гонаһтары кәффарат ҡылына тигән кисә тиелә. Әгәр Аллаһ Тәғәлә йома көнө бер аҙна эсендә ҡылынған гонаһтарҙы кисерһә, «Бәраәт кисә»һендә бер йыллыҡ гонаһтарҙы ғәфү итә. «Ләйләтүл ҡәҙер» кисәһендә иһә, Хаҡ Аллаһы Тәғәлә мөьмин бәндәләренең бөтә ғүмерҙәрендә ҡылған гонаһтарын кәффарат ҡылып ебәрә».
Тағы ла бер исеме «Ләйләтүл хәйәт», йәғни хәйәт кисәһе, сөнки хәҙис шәрифтә: «Һәр кем Бәраәт кисәһен торғоҙоп, уяуҙа үткәрһә, уның йөрәге һис шикһеҙ терелер». Тағы ла бер исеме «Ләйләтүл шәфәғәт», йәғни шәфәғәт кисәһе, сөнки Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм шәғбан айының 13, 14, 15 кисәләрендә Аллаһ Тәғәләнән өммәттәрен шәфәғәт ҡылыуын һораған һәм уның шәфәғәттәренә рөхсәт алынған. Тағы ла бер исеме «Мәғфирәт кисәһе», сөнки хәҙис шәрифтә әйтелгәнсә, шәғбандың 15-се кисәһендә ер йөҙөндәге бөтә бәндәләренә рәхмәт үә мәғфирәт ҡарашы менән ҡарар икән.
Тағы ла бер исеме «Ләйләтүл итк», йәғни ирек кисәһе, сөнки Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм Ғәйшәгә ҡарап бәраәт кисәһендә электән күп гонаһҡа батҡан бәндәләрен тамуҡ утынан азат итеүҙәре тураһында һөйөнөс биргән.
Тағы ла бер исем «Ҡисмәт кисәһе», йәғни фәрештәләр был шәғбан менән киләһе шәғбан айы эсендә бирелеүсе ғүмер ризыҡтарҙы билдәләп өлөшләп сығаралар тигән ҡараш бар.
Хаҡ Аллаһы Тәғәлә ошо мөбәрәк ай фәзиләттәрен бөтөнөбеҙҙе өлөшләгән хәлдә өммәтебеҙгә һөйөнөс менән бирелгән бөтә вәғәҙәләргә мөшәррәф булыуыбыҙҙы насип ҡылһын. Бәраәт кисәһенең ҡәҙерен беләйек. Шул кисәлә ихлас күңелдән доғалар ҡылайыҡ, Аллаһ Раббыбыҙға тәүбә менән мөрәжәғәт итәйек. Аллаһ Тәғәлә барыбыҙғала ошо мөбәрәк кисәлә ғәмәл-ғибәҙәттәр, тәбәләр ҡылып, күңелдәребеҙҙе сафларға, нурландырырға, изге маҡсаттарыбыҙға ирешергә насип итһен.
Өлөшләтә «Яҡты юл» сайтынан һәм «Шура» альманахынан алынып тәржемә ителде.
Шәғбан айы: https://nazir1965.com/din/sh%D3%99%D2%93ban-ajy.html