Рамаҙан ғәйете (вәғәҙ)
     Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим. Эй мосолман ҡәрҙәштәрем! Белегеҙ һәм уяу булығыҙ! Ғалимдар һүҙҙәрен, китап һүҙҙәрең ихлас күңел менән тыңлап, ул вәғәз-нәсихәттәрҙе йөрәктәрегеҙгә һалығыҙ һәм көсөгөҙ еткәнсе ул һүҙҙәр менән эш итергә тырышығыҙ! Аллаһы Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә «Әй Минең берлегемә ышанған бәндәләр! Белегеҙ шуны, һеҙгә ураҙа тотоу фарызланды — һеҙҙән алда булып киткән ҡәүемдәргә фарыз ҡылынған кеүек...»
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтте: «Ураҙа тотоусының ике һөйөнөсө булыр: ауыҙ асҡан ваҡытында һөйөнөр һәм Раббыһы хозурына барып, Уның ниғмәт-рәхмәтен күргән ваҡытында ».— тине.
     Йәнә пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтте: «Рамаҙан-шәриф еткәс йәннәт ишектәре асылыр, тамуҡ ишектәре ябылыр: шайтан ҡәүеменең иң аҙғындары сылбырҙар менән бәйләнер — мөьминдәрҙең ураҙаларын боҙҙормаһындар өсөн». — тине.
     Эй мосолман ҡәрҙәштәрем! Белегеҙ шуны, Рамаҙан-шәриф ураҙаһын ихлас күңелдән тотҡан һәм әжер сауаптарына өмөт иткән кешеләргә ҡиәмәт көнөндә Рамаҙан айы шәфәғәтсе булып килер.
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ йәнә әйтте: «Ҡиәмәт көнөндә Аллаһы Тәғәлә Рамаҙан айына әйтер: «Әй Рамаҙан! Үҙен риза булған бәндәләрҙе хозурыма килтер. Уларға һин һораған нәмәләрҙе һәммәһен бирермен»,— тиер. Шулай мәле Рамаҙан айы Мәхшәр халҡы араһынан ихлас күңел менән ураҙа тотоусыларҙы Аллаһы Тәғәлә хозурына килтереп әйтер: «Йә Аллаһ! Был бәндәләрҙең баштарына таж кейҙерт һәм мең хур ҡыҙын никахла. Ул хур ҡыҙҙарының һәр береһенә меңәр хеҙмәтсеһе булһын. Тамуғ ғазабына лайыҡлы 70 кешене былар менән тамуҡтан азат ит. Үҙҙәрен бораҡ аттарына ултырт»,— тиер. Шул үк миҙгелдә Аллаһы Тәғәлә фарман бирер. Рамаҙан айы йәнә әйтер: «Әй Алла Тәғәлә! Бөтә хәжәттәребеҙҙе үтәнең. Хәҙер бер генә хәжәтем ҡалды»,— тиер. Аллаһы Тәғәлә һорар: «Ул хәжәтең ниҙер? » — тиер Рамаҙан айы әйтер: «Һуңғы хәжәтем шулдыр, йәннәткә инергә теләрмен».— тип әйтер. Шуны ишеткәс, Аллаһы Тәғәлә: «Мөьминдәрҙе лә эйәрт!* — тиер. Бынан һуң фәрештәләргә әйтер: «Ураҙа тотҡан мөьминдәрҙе йәннәткә оҙатығыҙ»,— тийәр һәм уларға: «Хуш киләһегеҙ. Хоҙай йәннәтенә рәхим итегеҙ!». Шул рәүешле Мөхәммәд ﷺ пәйғәмбәр өммәте Аллаһы Тәғәлә хөрмәтенә һәм рәхмәтенә һәм дусар булып Мәхшәр халҡынан айырылып сығар. Башҡа пәйғәмбәрҙәр ﷺ өммәттәре быға таң-хайран ҡалып: «Былар ниндәй ғәмәл ҡылып Аллаһы Тәғәлә хозурына был дәрәжәләргә ирештеләр икән? » — тиеп ғәжәпләнеп, һәм бер-береһенә һорау бирерҙәр. Фәрештәләр иһә әйтерҙәр: «Улар был дәрәжәгә Рамаҙан-шәриф айында фарыз ураҙа тотоп ирештеләр»,— тиеп әйтерҙәр.
     Мөьминдәр йәннәт ҡапҡаларына еткәс Ризван, ожмағ һаҡсыһы булған оло фәрештә әйтер: «Әссәләмү ғәләйкүм! Эш-ғәмәлдәрегеҙ күркәм булды, шуға күрә, мәңгелек тормошта йәшәр өсөн йәннәткә инегеҙ!»- тиер.
     Йәннәткә инеүселәрҙең һис кемдә һәм һис бер нәмәләрҙә лә хәжәттәре булмаҫ. Унда ингәс Аллаһы Тәғәләгә шөкөрҙәр әйтерҙәр һәм мәңгелек рәхәт тормошта булырҙар: хур ҡыҙҙары уларға иптәш булырҙар, улар унда саф шарабтар эсәрҙәр; баштарына таждар кейеп, бораҡ аттарына атланып, Аллаһының Сөбхәнәһү мин күлли ноксан дидарын ҡарарға хозурына барырҙар. Бөтә ҡайғы-борсолоуҙарҙан азат булып, күҙ алдына килтерергә мөмкин булған һәм мөмкин булмаған ниғмәттәр менән хөрмәтләнерҙәр. Һәм ни үкенестер шул мөьмин-мосолмандарға, улар шайтан вәсвәсәһенә бирелеп, нәфестәренең теләктәренә эйәреп, донъя артынан сабып, Рамаҙан айы ураҙаһын үтәмәҫтәр! Уларға ул ҡиәммәт көнөндә үтә эҫе һәм ғәйәт һыуыҡ булыр; улар Аллаһы Тәғәләнең бөйөк ниғмәтәрен күреүҙән һәм юғарыла зекер ителгән барлыҡ ниғмәт әжерҙәрҙән мәхрүм булырҙар. Шулай булғас, мосолман ҡәрҙәштәр, Ҡөръән хөкөмдәрен һәм шулай уҡ Рамаҙан-шәриф ураҙаһын йән-тән менән үтәйек – ул беҙгә ҡиәммәт көндө шәфәғәтсе булып килер!
     Рамаҙан айы килгәс, күктәге һәм ерҙәге фәрештәләр Рамаҙан айының мөьминдәрҙең Аллаһы Тәғәләгә ялбарып, тамуҡ утынан ҡотолоуҙы һәм йәннәткә керетеүҙе үтенеп доға ҡылыуҙарын көтәрҙәр, һәм әгәр мөьминдәрҙең был доғаларҙы ҡылғандарын ишеткәс, уларҙың доғаларын ҡеүәтләп, «Әмин»! — тиеп әйтерҙәр.
     Шулай булғас, мөьмин ҡәрҙәштәр, был ғәйет көндәрендә Хоҙай Тәғәләгә ялбарып, Унан үҙәрегеҙҙе тура юлдан тайпылмауығыҙҙы, бәлә һәм фетнәләрҙән имен булыуҙы, балаларығыҙҙы тура юлдан барыуҙарын, ғилемле һәм тәрбиәле булыуҙарын, ахирәттә Уның бөйөклөгөн күрергә насип итеүен үтенеп, доға ҡылығыҙ! Бәлки, фәрештәләрҙең «Әмин!» — тигән миҙгеленә тура килеп, Аллаһы Тәғәлә һеҙҙең үтенестәрегеҙҙе үтәр
     Әй мөьминдәр! Был Рамаҙан айы — бик мөбәрәк, хикмәтле һәм хәйерле айҙыр. Пәйғәмбәр ﷺ әйтте: «Әгәр өммәтем белһә ине был Рамаҙан айында ниндәй хикмәт-кәрәмәттәрҙең булғанын! Әгәр быны белһәләр ине. Хаҡ сүбханәһү үә тәғәләнән Рамаҙан айының һәр ай булыуын үтенерҙәр ине.
     Сәхәбәләр (р.) пәйғәмбәребеҙҙән һоранылар: «Әй Аллаһ илсеһе! Рамаҙан айында ниндәй хикмәт-кәрәмәттәр бар?» — тинеләр. Пәйғәмбәребеҙ әйтте: «Рамаҙан айынын 1-се көнө еткәс, ғәреш тарафынан оло ел сығып, ожмахтағы бөтә ағастарҙы тибрәтер, хур ҡыҙҙары Аллаһ Тәғәләгә әйтерҙәр: «Эй Раббыбыҙ! Беҙҙе ошо Рамаҙанда ураҙа тотоусыларға йәмәғәт ҡылһаң ине!» — тинеләр».
     Һәр кем Рамаҙан айында 5 ваҡыт намаҙҙарын уҡып, телен ғәйбәттән һәм ялғандан һаҡлап ураҙа тотһа, Аллаһы Тәғәлә уға ожмағтағы хур ҡыҙҙарын ефет ҡылыр. Ул хур ҡыҙҙарының хөлләләре сәғәт һайын 70 мәртәбә төҫтәрен үҙгәртерҙәр. Һәр бер хурҙың «ҡыҙыл яҡуттан эшләнгән нурлы 70 тәхете булыр».
     Әй йәмәғәт! Аллаһы Тәғәлә бойорҙы шуны, Фитыр саҙаҡаһын биреү важиб ғәмәлдер, сөнки ул — һеҙҙең тамуҡ утынан ҡотолоуығыҙҙың сәбәбе булыр.
     Хәҙистә шулай әйтелә, әгәр берәр кеше Рамаҙан айында ураҙа тотоп, Фитыр саҙаҡаһын бирмәһә, уның ураҙаһы күк менән ер араһында эленгән хәлдә ҡалыр, тиелә. Йәнә пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтте: Бер кеше Фитыр саҙаҡаһын бирһә, уға 10 төрлө файҙа булыр : беренсенән, тамуҡтан азат булыр, икенсенән, бөтә гонаһтарынан азат булыр; өсөнсөнән, Аллаһ Тәғәлә хозурында ураҙаһы ҡабул булыр; дүртенсенән, уға ожмах важиб булыр; бишенсенән, Аллаһы Тәғәлә ул кешегә был йыл дәүерендә ҡылынған изге ғәмәлдәрен ҡабул ҡылыр; алтынсынан, Пәйғәмбәр ﷺ уға Ҡиәммәт көнөндә шәфәғәт ҡылыр; етенсенән, Ҡиәммәт көндө ул кеше Сират күперенән йәшен тиҙлеге менән үтәр; һигеҙенсенән, тотҡан ураҙаһы Аллаһ Тәғәлә тарафынан кире ҡағылмаҫ: туғыҙынсынан, ҡиәммәт көнөндә Мизанда (үлсәүҙә) изге ғәмәлдәре ауыр булыр; унынсынан, Аллаһы Тәғәлә ул кешенең исемен яуыздар исемлегенән алып, изгеләр исемлегенә ҡуйыр. Һәм дә, Фитыр саҙаҡаһын һаранланып, камил күләмдә бирмәү йә иһә бөтөнләй бирмәй ҡалыу — Аллаһы Тәғәләнең юғарыла зекер ителгән әжер-сауаптарынан мәхрум ҡалыуҙыр. Ниндәй үкенестәр шул кешеләргә! Был фани донъяның малын ҡыҙғанып, һаранлыҡ күрһәтеп, был бурысты үтәмәйенсә, үҙҙәренең аҙ нәмәләрҙе зыянға һанап, наҙанлыҡ менән үҙҙәренә зыян ҡылғандарын белмәҫтәр! Зәкәт, ғөшөр, нәҙер һәм фитыр саҙаҡаларын үтәмәүҙәре арҡаһында донъя файҙаларынан һәм ахирәт сауаптарынан мәхрүм ҡалырҙар.
    Хаҡ Тәғәлә Үҙенең фазылы һәм ғинәйәте менән (бәндәләре өсөн ҡайғырыу менән) Үҙ хозурынан Ҡөръән иңдерҙе. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙенән һуң хәҙис ҡалдырҙы. Ғалимдар һәм мөжтәһиттәр, Ҡөръән менән хәҙискә аңлатмалар яҙҙылар. Быларҙың һәммәһе бергә шәриғәт тиеп аталды. Шәриғәтте күңеле менән таныған кеше мөьмин-мосолман тиеп аталды, шәриғәтте инҡар итеүсе, шәриғәт әһлен дошман тотоусы кәфер тиеп аталды. Шулай булғас, шәриғәттән сығыуҙан, унан баш тартыуҙан, шәриғәткә итәғәт итмәүҙән һаҡланығыҙ! Юғиһә — ҡиәмәт көнөндә йөҙөгөҙ ҡара булған хәлегеҙҙә ҡубарылып, ахирәттәге мәңгелек урынығыҙ — йәһәннәм булыр. Аллаһы һаҡлаһын!
     Пәйғәмбәр ﷺ әйтте: «Ғәйет байрам көнөнә барһағыҙ — Ҡиәмәт көнөн иҫегеҙгә төшөрөгөҙ», — тине. Ғәйет намаҙына йыйынған ураҙа тороусылар ҡиәмәт көнөндә ҡәберҙәренән ҡупҡан халыҡты хәтерләтер. Мәсеттә йыйылыу иһә — Мәхшәрҙә Ғәрәсәт майҙанына тупланыуға оҡшар. Арағыҙҙа ҡайһы берәүҙәребеҙ яңы кейемдәр кейеп, ә бәлки берәүҙәр иҫке кейемдәрен кейеп килгән кеүек, ҡиәмәт көнөндә изге ғәмәл эйәләре йәннәттә хөлләләр һәм яҡут таждар кейеп, борак аттарына атланып Мәхшәр еренә китәрҙәр; ә яуыз ғәмәлдәр ҡылыусылар, Аллаһ Тәғәлә фарманын үтәмәүселәр — яланғас, ялан аяҡ, яланбаш, ҡайһы берҙәре теҙләнеп, ҡайһы берәүҙәрҙәре — йөҙҙәре менән барып, йөҙҙәре туҙан-тупраҡ булып, аһ ҡысҡырып барырҙар, һәм, ҡиәммәт эҫелегенән баш мейеләре ҡайнар. Мәхшәр халҡы — үҙҙәре ҡарашында хур-рисауай булырҙар. Хәҙер ғәйет намаҙына йыйылып, арағыҙҙа динле булғандар һәм дингә бирелмәгәндәр саф-саф булып баҫып торғанығыҙ кеүек, ҡиәмәт көнөндә лә Яратыусы, яза Биреүсе, Ярлыҡаусы алдында саф-саф, сыбар төркөм булып торорһығыҙ. Изге ғәмәлдәр ҡылғандарығыҙ Ҡиәмәт көнөндә байҙар кеүек хөлләләр кейгән хәлдә торор. Ғәйет намаҙы тамам булғандан һуң арағыҙҙа бай булғандар айырым төркөм булып, шат күңел менән саҙаҡа өләшеп, яҡшы йорттарға ҡайтырҙар; ә фәҡирҙәр иһә күңелдәре булмаған хәлдә, «Кемдән булһа ла берәр хәйер булмаҫмы?» — тиеп тилмереп иҫке, алама йорттарына ҡайтырҙар. Шуның кеүек, Ҡиәмәт көнөндә Хисап тамам булғандан һуң изге ғәмәл ҡылған бәндәләргә Хаҡ тәғәләнән мәңгелек бәхет ирешеп, улар, шат күңел менән, халыҡҡа шәфәғәт ҡылып, йәғни, яҡын ҡәрҙәштәре, дуҫ-иштәре өсөн Аллаһы Тәғәләнән ярлыҡау үтенеп, шат хәлдәрендә Мәхшәр еренән мәңгелек йәннәткә китәрҙәр. Яуыз эштәр, гонаһтар ҡылған бәндәләр ҡиәмәт көнөнең фәҡирҙәре булып, ҡайғы-хәсрәттән күҙҙәренән йәш аҡҡан хәлдәрендә, тилмереп, Мәхшәр халҡы алдында: «Мин гонаһлыға, мин фәҡиргә кем шәфәғәт ҡылыр икән?» — тиеп зарланырҙар һәм, хур булып, оло ҡайғыға, оло хәсрәткә батырҙар. Һәм, әгәр уларҙы Аллаһы Тәғәлә Үҙенең киң рәхмәте һәм фазылы менән ярлыҡамаһа, ни аяныстыр уларҙын хәлдәре! — тамуҡҡа табан юл тотарҙар.
     Шулай булғас, әй мөьминдәр! Ғафиллектә ташлап, яза Биреүсе, Ҡәһәрләүсе беҙҙе юҡтан бар иткән, йән, тән, ризыҡ һәм йәшәүҙе биргән, һәр теләк — маҡсаттарыбыҙҙы ла тормошҡа ашыра алыусы Аллаһ Тәғәләнән ҡурҡып, Уның фарманын камил рәүештә үтәү тураһында ҡайғырайыҡ, гонаһ эштәрҙән тыйылайыҡ, 5 ваҡыт намаҙҙы үтәйек, бөтә фарыз ғибәҙәттәрҙе, бигерәк тә ураҙаны үтәйек һәм был эштәребеҙҙә ихлас күңеле булайыҡ! Зәкәт-ғөшөрҙәрҙе фәҡирҙәргә бирәйек, тол ҡатындарға һәм йәтимдәргә рәхимле булайыҡ! Ғалимдәр һүҙҙәрен тотайыҡ, ата-әсәне хөрмәт итәйек һәм уларҙың ризалыҡтарын алайыҡ! Балаларыбыҙға яҡшы тәрбиә бирәйек: Ҡөръәнде, дин ғилемен, хәрәм-хәләлде, шайтан һәм нәфсе бойороҡтарына буйһонмаҫҡа, хәмерҙән, зинанан йыраҡ булырға, яман кешеләрҙе иптәш итмәҫкә, хәмер мәжлестәренән йыраҡ булырға, ғалимдар мәжлестәренән айырылмаҫҡа, хөсөтселектән һәм ғәйбәттән, ялғандан азат булырға, сабыр, тыйнаҡ, мәрхәмәтле булырға өйрәтәйек!!! Үҙебеҙ ҙә был эштәргә ғәҙәтләнәйек, Аллаһы Тәғәләнең ризалығын ҡаҙанайыҡ.
     Аллаһы Тәғәлә тотҡан ураҙаларыбыҙҙы, ҡылған изге ғәмәлдәребеҙҙе ҡабул ҡылһа ине һәм дә барыбыҙға донъя-әхирәт хәйерлектәренең һәммәһен дә насип әйҙәһә ине!

     Рамаҙан байрамы хөтбәһе: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/rama%D2%99an-bajramy-x%D3%A9tb%D3%99%D2%BBe.html#more-7965