Намаҙҙы түбәнселек менән уҡыу
Аллаһы Тәғәлә әйтә: "Бисмил-ләһир-рахмәнир-рахим.
1. قَدْ أَفْلَحَ الْمُؤْمِنُونَ
2. الَّذِينَ هُمْ فِي صَلَاتِهِمْ خَاشِعُونَ
1. Ҡад әфләхәл-мүьминүүн.
2. Әлләҙиинә һүм фии саләәтиһим хаашиғүүн.
1. Мөьминдәр бәхетле
2. намаҙында түбәнселекле булһа,
(1. Һис шикһеҙ, мөьминдәр Сәғәдәткә ирешәсәк. 2. Улар намаҙ-ғибәҙәттәрендә итәғәт менән сәждә итә.(Сүүратүл Мүьминүүн, Әл Мөьмин сүрәһе, 23:1-2)).
Хашиғүнде (түбәнселек, кеселеклелек ) ике төрлө аңлап була: беренсеһе — йөрәк менән ҡурҡыу, икенсеһе — тәндең бер ҙә хәрәкәтләнмәүе, тик тороу хәләте. Ҡайһы бер ғалимдар Аллаһы Тәғәләнең аяттарына нигеҙләнеп, намаҙҙы түбәнселек менән уҡыу фарыз тигәндәр.
Аллаһы Тәғәлә әйтә:
14. إِنَّنِي أَنَا اللَّهُ لَا إِلَهَ إِلَّا أَنَا فَاعْبُدْنِي وَأَقِمِ الصَّلَاةَ لِذِكْرِي
14. Иннәнии әнә-ллааһу ләә иләәһә илләә әнә фәғбүднии үә әҡими-ссаләәтә лиҙикрии.
14. Ысынлап та, Мин — Аллаһ! Минән башҡа илаһ юҡ! Миңә ғибәҙәт ҡыл, Мине иҫләп, намаҙ уҡы! (Сүүратү Таа һәә, Та һа сүрәһе, 20:14).
205. وَاذْكُر رَّبَّكَ فِي نَفْسِكَ تَضَرُّعًا وَخِيفَةً وَدُونَ الْجَهْرِ مِنَ الْقَوْلِ بِالْغُدُوِّ وَالْآصَالِ وَلَا تَكُن مِّنَ الْغَافِلِينَ
205. Үәҙкур-раббәкә фии нәфсикә тәдарруғәү-үә хыиифәтәү-үә дүүнәл-джәһри минәлҡаули бил-ғудүүүи үәл-әәсаали үә ләә тәкүм-минәл-ғаафилиин.
205. Иртәнсәк тә, кис тә түбәнселек менән, хәүеф менән күңелеңдән әкрен генә һүҙҙәр әйтеп, Раббыңды иҫкә ал. Ғафил булма! (Сүүратүл –Әғрааф, Кәртәләр сүрәһе, 7:205).
Мөхәммәд ибн Сирин әйткән: «Элек намаҙ уҡығанда Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм күҙҙәрен күккә йүнәлтә ине, һуңынан был аят инде». Ғабдразаҡ хәҙрәт әйткән: «Был аятта түбәнселек менән намаҙ уҡырға бойоролғас, Мөхәммәд ғәләйһиссәләм күҙҙәрен сәждә урынына юнәлтеп намаҙ уҡый башланы».
Был хәҙистәр шулай уҡ, Әбү Һөрәйрәнән, әл-Хәкимдән, һәм әл-Байхаҡыйҙан да риүәйәт ителә.
Хаашиғүүн — түбәнселек менән уҡылған намаҙ кешене гонаһтарҙан сафлай.
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм әйткәненән: «Биш ваҡыт намаҙ ишек алдында аҡҡан тулы һыулы йылға кеүек. Әгәр кеше көн һайын биш тапҡыр шул йылғала ҡойонһа уның тәнендә кере ҡалырмы?»
Мөхәммәд ғәләйһиссәләм әйткән: «Кем дә булһа ике рәкәғәт намаҙ уҡығанда донъя эштәре тураһында уйламаһа, Аллаһы Тәғәлә бөтә ҡылған гонаһтарын ярлыҡай». Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдең тағы бер әйткәненән: «Әгәр ҙә намаҙ уҡыусы кеше фасих һәм мәкруһ эштәрҙән ситләшмәһә, Аллаһы Тәғәлә уны Үҙенән ситләштерер».
Намаҙ уҡыу башлауҙың беренсе айҙарында ғәрәптәр намаҙға иғтибарһыҙ булғандар, һәр саҡ һелкенеп торғандар, бер-береһенә сәләм бирешкәндәр. Әммә Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм һәм уның яҡындары намаҙҙы хашиғ менән уҡығандар, донъянан һәм тирә-юндәге кешеләрҙән бөтөнләй ваз кискәндәр, тип әйтә Ғәйшә әсәбеҙ.
Ибраһим Халилуллаһ намаҙға баҫҡанда, уның йөрәк тибеше өс километрға тиклем ишетелә торған булған.
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм намаҙ уҡыусы берәүҙең һаҡалын ҡулы менән һыйпауын күргәс, әйткән: «Әгәр уның ҡәлбендә хашиғ булһа, ағзаларында ла тыныслыҡ булыр ине».
Шуға күрә хәнәфи мәҙһәбендә намаҙҙа тыныс тороуға ҙур иғтибар бирелә, өстән артыҡ хәрәкәт яһалһа, намаҙ боҙола, тиелә. Әммә башҡа мәҙһәбтәрҙә бындай киҫәтеүҙәр юҡ, шуға күрә улар намаҙҙа ҡулдарын гел болғап тора.
Намаҙ беҙҙең өсөн бик ҙур аманат. Намаҙ ваҡыты еткән һайын дүртенсе хәлифә Ғәли хәҙрәт ҡаушай башлаған, уның быуындары дерелдәй торған була. Яҡындары нимә булды һинең менән, тип һорағанда, ул: «Аманатты ҡайтарыу ваҡыты етте, унан ер һәм тауҙар баш тартты, уны ҡабул итергә ҡурҡтылар, ә мин уны ҡабул иттем, шуны нисек үтәрмен икән тип, ҡурҡам», — тип яуап биргән.
Ибн Ғаббас раҙыяаллаһу: «Төнө буйы вайымһыҙ намаҙ уҡығанға ҡарағанда, түбәнселек менән ике рәкәғәт намаҙ өйрәнеү хәйерлерәк», — тигән.
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм әйткән: «Ахырзаманда минең өммәттә шундай кешеләр булыр, улар мәсеткә килеп, түгәрәкләшеп ултырырҙар һәм һәр саҡ донъя һүҙҙәрен һөйләшерҙәр, уларҙың зикерҙәр — донъяға һөйөү булыр. Улар менән ултырмағыҙ, ысынында Аллаһы Тәғәлә уларға мохтаж түгел».
Хәсән әл-Басри Пәйғәмбәребеҙҙән риүәйәт иткән: «Иң насар ҡараҡтың кем булыуын беләһегеҙме? Ул үҙенең намаҙынан урҙар». «Йә Рәсүлуллаһ! Нисек итеп намаҙҙан урҙар?» «Ул тейешенсә итеп намаҙ уҡымаҫ, рөкуғ, сәждәһен еренә еткереп үтәмәҫ».
Хатәмә әл-Әсаммә исемле ғалимдән намаҙҙы нисек уҡыйһың, тип һорағас, ул: « Тәһәрәт алып, намаҙ уҡыласаҡ урынға киләм, тынысланғансы ултырып торам. Намаҙға баҫҡас, ҡаршымда — Ҡәғбәтулла, аяҡ аҫтымда — Сират күпере, уң яғымда — йәннәт, һул яғымда — йәһәннәм, артымда үлем фәрештәһе, тип күҙ алдыма килтерәм, түбәнселек менән Ҡөръән уҡыйым, рөкуғ ҡылам, бойһоноп сәждә ҡылам, һул аяғыма ултырам, уң аяғымды баш бармағына терәйем, бөтөнөһөн дә ихластан башҡарам, ҡабул булырмы икән тип, ҡалтыранам», — тигән.
Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Бәндәгә был донъяла бирелгән иң яҡшы бүләк — ул ике рәкәғәт намаҙ». Әмер ибн Ҙарҙың яралы ҡулы гангрена менән ауырый башлағас, табиптар ҡулын ҡырҡырға кәрәк тиҙәр. Ул әйтә: «Киҫегеҙ». Табиптар: «Башта һине бәйләйек», тиҙәр. Ул әйтә: «Юҡ, быға ихтияж юҡ. Мин намаҙға керешкәс ҡырҡырһығыҙ». Ул намаҙ уҡый башлағас ҡулын ҡырҡалар, ул иһә быны һиҙмәй ҙә. Бына ниндәй дәрәжәлә бирелер хаҡиҡый мөьминдәр намаҙға.
Йә, Раббым, бары бер Һиңә генә доға ҡылабыҙ ялбарып, беҙгә лә шундай иман, тәҡүәлек һәм сабырлыҡ бир. Ҡәлбебеҙҙә донъяға юнәлтмә, Үҙеңә мөхәббәткә йүнәлт, һиҙийәтендән рәхмәтеңдән ташлама, аҙашып йөрөү — һаташыуҙарҙан, шайтан вәсүәсәләренән һәм ҡотортоуҙарынан һаҡта.
Раббәнә лә туҙиғ күлүбәнә бәғдә иҙ һәдәйтәнә үәһәбләнә милләдүнкә рахмәһ. Иннәкә әңтәл-вәһһәб.
Мосолман календары, 2011йыл, Имам Ғазали, (Өҫтәмәләр сайт авторынан).