Йәшерен ғилем

                                                          Йәшерен ғилем
     Бар ғәләмде (бөтә донъяны) юҡтан бар ҡылыусы, тәрбиә ҡылыусы Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәләгә хәмде-ҫәнәләребеҙ (маҡтауҙарыбыҙ) булһа ине. Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә ил-көндәребеҙгә хәйерле именлектәр, тыныслыҡтар, ауырыуҙарға хәйерле шифалар, тәүфиҡһыҙлыҡта, намаҙһыҙлыҡта, динһеҙлектә йөрөүселәргә тәүфиҡ-һиҙиәт (тура юлға кереүселәргә хас сифаттар: күркәм әҙәп-тәрбиә, яҡшы әхләҡ), истиҡамәттәрен (ғәҙеллек, тоғролоҡ, дөрөҫ йүнәлеш) насип ҡылһа ине. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһу ғәләйһи үәссәләмгә күңелдәребеҙҙең түрҙәренән сыҡҡан салауаттарыбыҙ, доғаларыбыҙ ирешһә ине.
     Мөхтәрәм ғәзиз ҡәрҙәштәрем, йома көндәребеҙ мөбәрәк булһын! Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә ике йома араһында вафат булған мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙең рухтарына доғаларыбыҙҙы ирештерһә ине. Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә ике йома араһында никахлашҡан йәштәребеҙҙең күңелдәренә өлфәт — мөхәббәт һалып, мөхәббәттәрен дауамлы ҡылып, уларҙан тыуған балаларҙы ла Ватаныбыҙға, динебеҙгә, милләтебеҙгә игелекле, файҙалы балаларҙан насип ҡылһа ине.

     Көндәрҙән бер көндө Малик ибн Әнәс тигән ҙур бер ғалим, төшөндә Ғазраил ғәләйһиссәләмде күрә. Ул унан һораған: «Йә Ғазраил ғәләйһисәләм, миңә йәшәргә нисә йыл ҡалды?». Ғазраил ғәләйһиссәләм биш бармағын күрһәткән дә, шуның менән юҡҡа сыҡҡан. Шунан һуң был кеше Ғазраил ғәләйһиссәләмдең ошо биш бармағы нимә аңлатҡанлыҡты белергә теләп, баш ватып ултырған. 5 йылмы, 5 көнме, 5 аймы. Ҙур ғалим булһа ла, бының серенә барыбер төшөнә алмаған. Төш юраусы кешегә мөрәжәғәт иткән. «Бына ошондай төш күрҙем, нимә аңлата ул?»- тип әйтә икән. Төш юраусы: «Минең белеүемсә, Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәләнең Ғилмүл ғаиб тип атала торған ғилеме бар. Уны Аллаһтан башҡа бер кем дә белмәй. Ә биш бармаҡ биш төрлө йәшерен ғилемде аңлата. Уны, Аллаһтан ҡала, сихырсы ла, күрәҙәсе лә, ен дә, әҙәм дә, береһе лә белә алмай», — тип яуап ҡайтарған. Шуға күрә Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә «Әл-Әнғәм» сүрәһенең 59-сы аятында беҙгә бының тураһында хикәйәт итә:

وَعِندَهُ مَفَاتِحُ الْغَيْبِ لَا يَعْلَمُهَا إِلَّا هُوَ وَيَعْلَمُ مَا فِي الْبَرِّ وَالْبَحْرِ وَمَا تَسْقُطُ مِن وَرَقَةٍ إِلَّا يَعْلَمُهَا وَلَا حَبَّةٍ فِي ظُلُمَاتِ الْأَرْضِ وَلَا رَطْبٍ وَلَا يَابِسٍ إِلَّا فِي كِتَابٍ مُّبِينٍ

     Үә ғиндәһү мәфәәтихүл-ғайби ләә йәғләмүһәә илләә һүүә үә йәғләмү мәә фил-барри үәл-бәхри үә мәә тәсҡуту миү-үәраҡатин иллә йәғләмүһәә үә ләә хәббәтиң фии ҙулүмәә-тил-ардыи үә ләә ратбиү-үә ләә йәәбисин илләә фии китәәбим-мүбиин.

     "Ғаиб нәмәләрҙең асҡыстары – Аңдарҙа (разум, сознание), уларҙы фәҡәт Ул ғына белә. Һәм Ул ҡорола (ерҙә) һәм диңгеҙҙә булған нәмәләрҙе лә белә. Япраҡ тик Уның белеүе менән генә барып төшә һәм асыҡ аңлайышлы китапта булмаған ер ҡараңғылығындағы орлоҡ та, еүеш нәмә лә, ҡоро нәмә лә юҡ". (6/59).

     Күрәҙәселәргә, йондоҙҙарға, сихырсыларға ышанмағыҙ. Улар үҙҙәренә ҡағылмаған ғилемгә тығылалар (тейешле-тейешһеҙгә ҡатнашалар). Иң тәүҙә аяттарға иғтибар итәйек. Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә «Лоҡман» сүрәһенең 34-се аятында биш төрлө ғилемде үҙе генә тыуҙырыуын, белеүен әйтә:

 
إِنَّ اللَّهَ عِندَهُ عِلْمُ السَّاعَةِ وَيُنَزِّلُ الْغَيْثَ وَيَعْلَمُ مَا فِي الْأَرْحَامِ وَمَا تَدْرِي نَفْسٌ مَّاذَا تَكْسِبُ غَدًا وَمَا تَدْرِي نَفْسٌ بِأَيِّ أَرْضٍ تَمُوتُ إِنَّ اللَّهَ عَلِيمٌ خَبِيرٌ
     Иннә-ллааһа ғиндәһү ғилмү-ссәәғәти үә йүнәззи-лүл-ғайҫә үә йәғләмү мәә фил-архәәми үә мә тәдрии нәфсүм-мәәҙәә тәксибү ғадәү-үә мә тәдрии нәфсүм-биәййи ардыиң тәмүүтү иннә-ллааһа ғәлиимүн хабиир".
     "Хаҡиҡәттә, (һуңғы) сәғәт тураһында ғилем — Аллаһта. Ул ямғыр яуҙыра һәм ҡарындарҙа булғандарҙы белә, һис бер йән эйәһе иртәгә ни кәсеп ҡыласағын белмәҫ, һәм һис бер йән дә ниндәй ерҙә үләсәген белмәй. Хаҡикәттә, Аллаһ — белеүсе, хәбәрҙар!". (Ҡөръән, 31/34).
     Ә бөгөнгө көндә йыш ҡына Ҡиәмәт ҡасан етер тип, баш ватып ултыралар. Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә был турала бик күп аяттарҙа иҫкәртә. Элек тә Рәсүлебеҙ ﷺ янына барып, Хисап көнө тураһында һорай торған булғандар. Ниңә быны һорап торорға һуң? Һәр кешенең үлеме етеү менән, уның Ҡиәмәте лә етә бит инде. (Баш ватырлыҡ һис бер нәмә лә юҡ бында!) Пәйғәмбәребеҙҙән (уға Аллаһтың рәхмәте һәм сәләме булһа ине!) дә был турала һорағас, ул: «Хаҡлыҡта, быны белеүсе — Аллаһ, ә мин иһә ап-асыҡ аңлатып биреүсе өгөтләүселер» («Әл-Мүлк» («Тәбәрәк») сүрәһенең 26-сы аят), — тип әйтә торған булған. Икенсе бер риүәйәттә әйтелгәнсә, Рәсүлебеҙ ﷺ янына килеп, Ҡиәмәт көнө тураһында һорағас, ул ике бармағын күрһәткән. Шул рәүешле, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтә: «Ҡиәмәт сәғәте ике бармаҡ кеүек яҡындыр. Ике бармаҡ араһында ниндәй ҙур айырма бар? Йыраҡмы? Йыраҡ түгел». «Улар уны йыраҡ итеп күрәләр. Беҙ иһә уны яҡын күрәбеҙ», — тип әйтә Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә « Әл-Мәғәриж (Баҫҡыстар)» сүрәһенең 6-7-се аяттарында. Быны быуаттар буйы һөйләп йөрөнөләр инде. Ҡайһы берәүҙәр, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ике бармағын күрһәткәс, Ҡиәмәт 2000 йылда килә тип, кешелекте ҡурҡыу халәтенә килтергәндәр. Хәтерләйем әле, «2000 йылда Ҡиәмәт етә» тип, үткән быуаттың 90-сы йылдарында фильмдар төшөргәндәр ине. Режиссерҙарға аҡса кәрәк булды, шуға төшөрҙөләр. Унан һуң «Ахырзаман 2012 йылда була» тип, башты ҡатырҙылар. Ҡиәмәт етә тип, бөтә кешене өркөтөп, ҡурҡытып торҙолар. Шул иҫәптән бөтә йәштәрҙе лә. Мәсеткә килеп: «Ахыр заман етәме, беҙгә шуға тиклем генә йәшәйһе ҡалдымы?»- тип һорай инеләр. «Ҡайҙан белдең?»- тигәс: «Телевизорҙан әйттеләр», — тигән яуап ишеттек. Имеш, бөтә планеталар бер ергә теҙеләсәктәр икән. Имеш, Майя ҡәбиләһенең календары бөтә икән. Шуға бәйләп, тәбиғәт аномалияһы буласаҡ тип әйтәләр. Әле үткән йылдың декабрь айында Майя календары буйынса «миләди иҫәп менән 21 декабрь» көндө ахырзаман (заман аҙағы) етә тип, бөтә кешене ҡурҡыттылар, әле иң ғәжәбе шул: мәсет янында ике абыстайҙың был турала һөйләшеп торғанына тап булдым: «21 декабрь донъя бөтәһен ишеттеңме? Әстәғфирулла, шулаймы? Ҡиәмәт етәме?!»- тип, икенсе абыстай ҙа мине ғәжәпләндереп, һорап ҡуйҙы. Хәҙер был көфөр һүҙҙәр мосолмандар араһында шулай таралғас, ябай халыҡтан нәмә көтөргә?! Уларҙы тынысландырыу урынына беҙ уларға тағы ла ҡурҡыуҙы артырып, өҫтәүенә хәҙер Аллаһның Ҡөръәнен ситкә ҡуйыуыбыҙ иманһыҙлыҡҡа илтеүен онотоуыбыҙ һәм оло, ауыр гонаһҡа төшөүебеҙ ҡурҡытмай ҙа хәҙер!
     Тәбиғәттең дөйөм ҡағиҙәнән, законсалыҡтан тайпылыштары... Беҙҙең көндәрҙә Антарктидала (аҡ ҡитғала) боҙ ирей башланы, тиҙәр. Ә Африкала (ҡара ҡитғала) ҡар яуа. Быларҙы Ҡиәмәттең ғәләмәттәре тип күрһәтәләр. 2010 йылда уҡ Антарктида боҙо иреп бөтөргә тейеш булған, имеш. Бөтөнөбеҙ ҙә һыу аҫтында ҡалып, үләргә тейеш булғанбыҙ. Телевизорҙан ҡайһы ваҡыт күрәһең: ҡайһы бер кешеләр үҙҙәренә тау ҡыуышы яһай. Ҡиәмәттең ҡот осҡос ғәләмәттәренән шунда ҡасмаксы булалар. Аллаһы Тәғәлә әйтә: «Һәм улар: „Әгәр һеҙ дөрөҫ һөйләй торған булһағыҙ, был вәғәҙә ҡасан була һуң?“- тиҙәр. Улар талашып торған саҡта үҙҙәренә тейәсәк ҡаты гөрһөлдәү тауышынан башҡа бер нәмә лә һиҙмәҫтәр. Улар васыяттарын да әйтә алмаҫ һәм әһелдәре янына кире ҡайта ла алмаҫтар» («Йәсин» сүрәсенең 48-50-се аяттар). Бындай ҡот осҡос көн килгәнсе, уның ғәләмәттәре (билдәләре) буласаҡ. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Ғәләмәттәре килмәйенсә Ҡиәмәт етмәҫ», — тигән. Уртансы ғәләмәттәр, йәғни «Зина таралыр һәм уны туҡтатыусы булмаҫ» тигәне килеп етте инде. Бөгөн зина бара. Шуға ҡарайбыҙ. Тел менән һүҙ әйтә алмайбыҙ. «Ваҡыт тиҙләнер» тигәне лә етте. Ваҡыттың бәрәкәтен юғалтыҡ. Әйтәйек, бөгөн йома, икенсе йоманың еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ бит. Бер миҙгел генә кеүек. «Ҡиәмәт алдында бер йылығыҙ — бер ай, бер айығыҙ — бер аҙна, бер аҙнағыҙ — бер көн, бер көнөбөҙ — бер сәғәт, бер сәғәтегеҙ бер миҙгел кеүек уҙар», — тигән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ. Тағы бер ғәләмәт: «Ҡол әсә, ҡол ҡатын үҙенә хужа тыуҙырыр». Бөгөнгө көндә балалар әсәләрен, аталарын тыңламайҙар. Элегерәк Рәшиҙә абыстай Исхаҡи миңә бер китап бүләк иткән ине. Шул китаптан уҡып белдем: уларҙың заманында берәрһе ҡаршы һүҙ әйтә торған булһа, быларға атай-әсәйҙәре, яза итеп, йоҡларға бирмәйҙәр икән. Шуға күрә улар ата — әсәгә ҡаршы һүҙ әйтә алмағандар. Хәҙер бөтә әйберҙе малай хәл итә.
     "Иртәгә берәр ҡайҙа барабыҙмы, иртәгә эшләйбеҙме, туҡта әле, малай ҡайтһын, малай нимә тип әйтер", — тиҙәр йыш ҡына.
     Бөгөн иртән торғас, яңылыҡтарҙы ҡабыҙҙым. Яңылыҡтарҙан һуң теге «Суд идет» тигән тапшырыу башлана икән. Шунда бер егетте хөкөм итәләр. Беләһегеҙме ни өсөн? Атаһын үлтергән өсөн. Малай көнө-төнө компьютерҙа ултырып, шул тиклем уйынға кереп киткән, виртуаль донъяла йәшәй башлаған. «Ни өсөн үлтерҙең?»- тип һорайҙар бынан. «Шунда уйнап ултыра инем, ҡырҡ кешене үлтерергә тигән яҙыу сыҡты. Шуларҙы атай үлтерергә бирмәне», — тип әйт. Был йәш кеше өсөн компьютер үҙенә күрә бер илаһҡа (унан башҡа йәшәй алмаҫлыҡ нәмәгә) әйләнгән түгелме? Атаһы: «Иртәгә уҡырға бараһың бар, ваҡытында йоҡла», — тип, 14 йәшлек баланың клавиатураһын алып ҡуйған. Балаһы шунда уҡ, түҙмәйсә, барып атаһын үлтергән. Күрҙегеҙме, атай-әсәгә хәҙер һүҙ әйтергә ярамай.
     Әле Ҡиәмәттең оло ғәләмәттәре лә бар. Ни өсөн ахырзаман 2012 йылда булманы? Сөнки ҙур ғәләмәттәре юҡ ине. Ҡиәмәт алдынан башта Мәһди килергә һәм беҙҙең арабыҙҙа 7 йыл булырға тейеш. Унан һуң Ғайса килер. Ул ҡырҡ йыл арабыҙҙа булыр. Унан һуң донъя бөтәр алдынан оҙон һәм ҡыҫҡа буйлы ике төрлө халыҡ сығып, донъяның аҫтын өҫкә килтереп, төрлө әшәкелектәр эшләйәсәк. Уларҙың оҙаҡ буйлыһы – Йәэжүд, ҡыҫҡа буйлыһы Мәэжүж исемле буласаҡ. Ышанығыҙ, әле бик күп ғәләмәттәр уҙмаған. Шуға күрә, Ҡиәмәт етә тип яңылышмайыҡ.
     Алға табан дауам итеп, Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә беҙгә нимә тип әйтә: «Үә йүнәззилүл-ғайс». — «Аллаһ ғына ҡасан ямғыр йә ҡар, йә ниндәй һауа торошо буласағын беләлер». Йыш ҡына килеп һорайҙар: «Хәҙрәт, „Һауа торошо“нан иртәгә 5 градус йылы була тип күрһәтһәләр, +5 ла була. Ҡар тиһәләр, ҡар яуа. Ямғыр икән — ямғыр. Һеҙ был турала нимә әйтерһегеҙ?». Алданырға кәрәкмәй, улар уны алдан белмәйҙәр бит. Һауа торошон әйтер өсөн, циклон (атмосфераның өйөрмә һымаҡ хәрәкәте) ҡайһы яҡта күҙәтелә (ул ғәҙәттә түбән баҫым һәм көслө ел менән характерлана), шуға иғтибар итергә кәрәк. Улар иң тәүҙә шуны ҡарайҙар ҙа. Шул сәбәпле, һауа торошон 3 көн алда фаразлай алалар. Йыш ҡына үҙемдең дә һиҙгәнем бар. Улар әйткән тура килеп бөтмәҫкә лә мөмкин. Плюс 3 була тиһәләр, ул йә минус 3 була, йә бөтөнләй плюс 5. Ҡар көнө буйына яуа, тиһәләр, ҡар бер аҙ ғына яуып китә. Ләкин ҡайһы саҡта тура килә, сөнки асыҡтан-асыҡ ғәләмәттәре бар. Шуға ул прогноз (алдан хәбәр итеү) тип атала ла. Ысынында, иртәгә ни буласағын Аллаһы Тәғәлә генә белә. Мәҫәлән, эҫе ваҡытта — июль айында бер ауылда ямғыр ҡойоп яуҙы. Бер километр ситкәрәк китһәк, унда ҡоп-ҡоро, ямғыр юҡ. Аллаһтың әмере буйынса яуа ул. Ямғырҙың ҡасан, ҡайҙа, ниндәй сифатта яуаһын Аллаһы Тәғәлә генә белә, бәрәкәтле буламы ул, бәрәкәтһеҙ буламы...
     Ямғыр килгән саҡта шатланырға кәрәк түгел. Хәйерле яуым — төшөм һорарға кәрәк, сөнки бик көслө ҡоролоҡ ваҡытында ямғыр килгәнгә Ғат ҡәүеме бик тә шатланған булған. Ә яуған ямғырҙары улар өсөн ғазапҡа әйләнә. Шуға күрә үҙебеҙҙең эстәге халәтебеҙҙе үҙгәртмәһәк, мосолман ҡәрҙәштәр араһында булған мөнәсәбәттәрҙе төҙәтмәһәк, яратыу тигән хисе булдырмаһаҡ, гонаһтарҙы туҡтатыу өҫтөндә эшләмәһәк, дәғүәт ҡылмаһаҡ, беҙгә лә ғазап килергә мөмкин.
     Бер ауылда булған хәлде лә әйтеп үтәм инде. Барып инһәк, бында беҙ килмәҫ борон көслө дауыл булған. Ә былар бары тик ямғыр ғына булыр тип көткәндәр. Бик көслө ел күп нәмәләрҙе ҡаҡшатып, емереп бөтөргән, ауылда ни бары бер генә йорт тороп ҡалған. Был өйҙә йәшәүсе бер аҡһаҡ ҡарт намаҙҙарын ҡалдырмай икән. Шуның өсөн был йорт имен ҡалған. Бына ниндәй хәүефле күренештәр ҙә күҙәтелә хәҙерге ваҡытта.
    Тағы бер йәшерен ғилем бар. Аллаһы Тәғәлә әйтә: «Үә йәғләмү мә фил-әрхәм». — «Ул ғына инә ҡарынындағы баланың нихәлдә ятыуын белә». Ҡатын-ҡыҙҙың ниндәй бала көтөүе Уға ғына билдәле. Бөгөнгө көндә тыуасаҡ баланың енесен УЗИ аша белә алабыҙ, тип әйтәсәкһегеҙ. Ләкин иң тәүге хәлдә, йәғни яралғы ваҡытында әҙәм балаһы белә ала инеме һуң быны? Юҡ! Бала тыуасаҡмы-юҡмы, ниндәй бала буласаҡ — береһен дә белә алмайбыҙ. Изге буламы, хәйерһеҙме — уныһын да самалайбыҙ. Шуға күрә был йәшерен ғилем, быны Аллаһ ҡына белә.
     Һәм иң мөһим ғилем тураһында Аллаһы Тәғәлә әйтә: «Үә мә тәдри нәфсүм мәҙә тәксибү ғадә». — «Кеше бер ҡасан да иртәгә нимә буласағын белә алмай». Йыш ҡына, кеше әллә ниндәй пландар ҡора, быны эшләйем, тегене эшләйем, тип әйтә. Быныһына барам, тегендә булам, ти. ИншаАллаһ тигән һүҙҙе ҡайһы саҡ онотоп та ебәрә. Ысын барлыҡта иһә, күп нәмә булмаҫҡа ла мөмкин. Бер егет ҡарт әбейе янына хәлен белергә больницаға барған, бәлки башҡа күрә лә алмамдыр, тип уйлаған. Әбейе менән күрешеп, һәйбәт кенә һөйләшеп ултырғандар. Ә ҡайтҡан ваҡытта, аварияға эләгеп үҙе һәләк була. Әбейе уны күмергә ҡайта. Ҡартлыҡ ғәләмәте үлемгә тигән һүҙ түгел. Аллаһы Тәғәлә, аятты тамамлап: «Үә мә тәдри нәфсүм-би' әййи ардиң тәмәт иннәллаһә ғалимүн хабир». — «Иртәгә нимә буласағын Аллаһ ғына белә. Һәр кешенең ниндәй хәләттә, ҡайҙа үләсәге Уға ғына билдәлелер», — тип әйтә. Хаҡиҡәтте, Аллаһы Тағәлә Белеүселер (барыһынан да хәбәрҙарҙыр).
     Күрәҙәселәргә йөрөһәгеҙ, сихырсыларға барһағыҙ, улар матур итеп һөйләрҙәр, һеҙҙе ышандырырҙар. Быға бер ҙә ғәжәпләнергә кәрәк түгел. Сихырсыларҙың иң оҫталары кешене үлтерә, терелтә лә ала.
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺдә үҙенең бер хәҙисендә былай тигән: «Аллаһтан башҡа бер кем дә белмәгән биш йәшерен ғилем бар. Ҡиәмәттең ҡасан етәсәген бер генә кеше лә белә алмаҫ, әсәләренең ҡарындарында нимә барлығы бер генә йән эйәһенә лә билдәле түгел. Ҡасан ямғыр яуаһын, кемдәрҙең иртәгә ни эшләйәсәген бер кем дә белә алмаҫ. Нисек, ҡасан үләсәген һис кем белмәҫ». Күрәһеңме, барыһы ла Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ хәҙисе менән иҫбат ителгән. Шулай уҡ ҡоро ерҙә һәм диңгеҙҙәрҙә нимә бар икәнлеген Бер Аллаһы Тәғәлә генә белә. Бөгөнгө көндә донъяла бик күп төрлө хайуандар, ниндәй генә бөжәктәр, нәмәләр генә юҡ. Әҙәм балаһы әлегә тиклем уларҙың барыһын да белеп бөтөрә алмаған әле. Диңгеҙҙә лә шул уҡ хәл. Бөгөнгө көнгә тиклем күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән ниндәй генә балыҡтар, януарҙар (ҡырағай хайуандар, йәнлектәр) юҡ! Аллаһтың әмере булмаһа, ағаста бер генә япраҡ та һелкенмәй. Ҡап-ҡараңғы төндә ерҙә ятҡан орлоҡтоң торошон Аллаһы Тәғәлә генә белә. Беҙ беребеҙ ҙә белә алмайбыҙ. Ер йөҙөндәге барлыҡ әйберҙәрҙе — бөтөнөһөн Аллаһы Тәғәлә генә Белеүсе. Был турала «Ләүхелмәхфүз (Яҙмыш таҡтаһы)» китабында теркәлгән.
     Беҙгә ошо вәғәздән бик күп әйберҙәр аңлашыла. Беҙҙе өркетөп бөтөргәндәр инде хәҙер. Күңелдә өркөү (нимәнәндер ҡурҡыу) хисе бөтһөн өсөн, беҙгә иманлылыҡ кәрәк. Аллаһҡа ышанаһың икән, Ҡөръән һүҙҙәренә лә инаныу зарур. Ҡөръәндә Аллаһы Тәғәлә әйткән һүҙҙәр күңелдәребеҙҙе иркәләй-наҙлай. Икенсенән, Ҡиәмәт (ахирәт көнө) ҡасан буласаҡ, тип, дин әһелдәренең башын ҡатырыу ярай торған эштәрҙән түгел. Әйтеп киткәнемсә, һәр кешенең үлеме уның менән Ҡиәмәте яҡынлаша ла инде.
     Ошо һөйләгәндәребеҙ менән Аллаһ Раббыбыҙ ғәмәл ҡылыуҙарҙы насип итһә ине.
               Тимергали хәҙрәт ЮЛДАШЕВ, Татарстан мосолмандары Диниә назаратының дәғүәт бүлеге белгесе, «Дин вә мәгыйшәт» газетасы. № 22 (191) чыгарылыш.