Йәмғиәт

                                                                  Йәмғиәт

   “Исламда рухбанлыҡ (монашество) юҡ”, — тигән пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм. Мосолмандар халыҡ менән бергә булырға бурыслы. Күршеләр, эштәге ҡәрҙәштәр, ауылдаштар – барыһын да ситкә ҡуйып, үҙең тураһында ғына ҡайғыртып йөрөү пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдең сөннәтенән түгел.

   Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән:

                                                          الخلق كلهم عيال الله وأحب خلقه إليه أنفعهم لعياله رواه البزار والطبراني

   “Аллаһтың һәр мәхлүге (Аллаһтың яралтҡан нәмәләре: кешелек донъяһы, хайуандар, үҫемлектәр, ендәр донъяһы, микробтар, тере һәм тере булмаған барлыҡ) – бер ғаиләлер. Шулар араһында Аллаһтың иң һөйгәне – шул ғаиләгә файҙалыһы.” Бөтөн халыҡҡа, Ер шарына файҙалы булған кеше – Аллаһтың һөйгән бәндәһе. Мосолман һәр урында файҙалы булырға тырышырға тейеш. Урманда эшләйме, идара итеүҙәме – ҡайҙа булыуына ҡарамаҫтан, эшендә файҙалыраҡ, яҡшыраҡ, күберәк эшләргә бурыслы. Йәмғиәт тураһында ҡайғыртырға ҡушҡан пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм. Әгәр йәмғиәт боҙолһа, барыһына ла ҡағыласаҡ, үҙ балаларын да кеше һаҡлап ҡала алмаясаҡ. Тәбиғәт боҙолһа, барыһына ла ҡағыласаҡ. Кеше бөтөн Ер шары мәхлүҡәттәре өсөн яуаплы. Һәр ҡайһыһын ҡайғыртырға, ипле ҡулланырға тейеш, был — Исламдан. Кешеләрҙе яҡшылыҡҡа өндәү, яманлыҡтан тыйыу – фарыз.

                                                                          خير الناس أنفعهم للناس مسند الشهاب عن عبد الله بن عباس

   Пәйғәмбәребеҙ, с.ғ.с., әйткән: “Иң хәйерлеһе – кешеләргә файҙалы булғаны.” Мосолман файҙалы булырға тейеш. Оҫталығы, ғилеме камил булһын өсөн, ғүмере буйы көс һалырға, ғилем алырға бурыслы. Ниндәй урында эшләмәһен, оҫтараҡ, яҡшыраҡ булырға тырышырға тигән пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.)

إن وعذبهم عذابا نكرالله فرض للفقراء في أموال الأغنياء قدر ما يسعهم، فإن منعوهم حتى يجوعوا أو يعروا أو يجهدوا، حاسبهم الله حسابا شديدا 

   Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, әйткән: “Аллаһ Тәғәлә фәҡирҙәргә байҙар малынан (зәкәт малын) алыуҙы фарыз ҡылды. Әгәр байҙар зәкәт-саҙаҡаларын бирмәһәләр үә фәҡирҙәр аслыҡ кисерһәләр, йәки кәмһетелһәләр, йәки хәлдән тайғансы эшләһәләр, ҡиәмәттә Аллаһ байҙарҙы ҡаты хисап менән хисап тотор, насар ғазап менән ғазаплар.” Үҙең байының ғына түгел, үҙ төбәгеңдәге фәҡирҙәр, меҫкендәр тураһында ла ҡайғыртырға ҡушҡан пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм.

   Әгәр был әмер үтәлмәһә, фәҡирҙәр менән байҙар араһында күрә алмаусанлыҡ тыуа. Тап шул арҡала 1917 йылғы инҡилап башланып китте, миллиондарса кеше һәләк булды; тап шул арҡала берәҙәктәр төркөмө барлыҡҡа килә, урлашыуҙар, кеше талауҙар, үлтереүҙәр тарала.

قال رسول الله صلى الله عليه وسلم:"ألا أُخبِرُكم بأفضلَ من الصَّلاة والصِّيام والصَّدَقة ؟ قُلنا: بَلَى يا رسول الله، قال إِصلاحُ ذاتِ البَيْن (العَداوةِ والبَغضاءِ)، وإفسادُ ذات البَيْن هي الحَالقةُ".

   Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, әйткән: “Намаҙҙан да, ураҙанан да, саҙаҡанан да яҡшыраҡ ғәмәл тураһында хәбәр бирәйемме?” Сәхәбәләр: “Эйе, бир, йә расүлуллаһ”, — тигәндәр. “Дошманлашҡандарҙы үә бер-береһен күрә алмағандарҙы дуҫлаштырығыҙ. Динде ҡырып, юҡҡа сығарып йөрөгәндәрҙе юҡ итегеҙ, (уларҙың фетнәһен бөтөрөгөҙ)”. Кешеләр араһын төҙәтеү исламдан. Хикмәт ҡулланып, быны эшләргә кәрәк. Күпме кешеләр юҡҡа ғына ғүмере буйы бер-береһен күрә алмай йәшәй. Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, шулай уҡ динебеҙҙе һаҡлау тураһында ҡайғыртҡан. Дин булмаһа, халыҡ та боҙола, фәҡирҙәрен, йәтимдәрен онота, тимәк динебеҙҙе күтәрергә, ғилем алырға кәрәк.

                                                                     Проповеди на башкирском языке, ВК төркөм, Ильшат Хафизов