Ислам һәм кризис
     Жәлил хәҙрәт Фазлыевтың 2011 йылдағы кризис ваҡытында һөйләгән вәғәҙе. Әлеге көндәрҙә яңы кризистың башы ғына. Был кризис халыҡтың кеҫәһенә генә түгел, илдәрҙең, хөкүмәттең политик сәйәсәтенә ныҡ тәъҫир итәсәк. Халҡыбыҙға, донъяла иң бай ил булып, элеккесә бөлгөнлөктә йәшәргәме, әллә ил сәйәсәтең алмаштырып яңы тормош башларғамы тигән һайлау барлыҡҡа килде...
     Вәғәҙ.
     Аллаһ Раббыбыҙ – Тәрбиәсе һәм уҡытыусы. Беҙ барыбыҙ ҙа Унан дәрес алыусылар. Аллаһ Раббыбыҙ хикмәт менән һәр көн үҙенең ҡолдарына дәрес бирә, был болғансыҡ донъяла тура юлды табырға ярҙам итә. Беҙ — донъя яратылғанда йән булараҡ яратылып, аҡыл ниғмәте менән ниғмәтләнеп, Ер йөҙөнә хәлифә булып килгән бәндәләр, тормош һабаҡтарына фәһем алып, үҙебеҙҙең хаталарыбыҙҙы төҙәтеп пак-саф хәлдә ҡабат Аллаһ хозурына ҡайтырға тейешбеҙ. Бер кем дә — баймы ул, ярлымы, ҙур дәрәжәле, түгелме — йәнен үҙе теләгән ҡәҙәр үҙендә тота алмай, Аллаһҡа ҡайтарырға тейеш. Йәндәребеҙҙе, ҡәлебтәребеҙҙе паклар өсөн беҙгә Ислам дине бирелде. Бөгөн дин тоторға, дини белем алырға мөмкинлектәр күп. Әммә, беҙ, ни ҡыҙғаныс, ғафиллектән сығырға ашыҡмайбыҙ, гонаһ ҡылыуҙан сирҡанмайбыҙ.

     Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: «Харам юл менән кергән бер һум аҡсанан баш тартыу мең һум хәйер биреүҙән хәйерлерәк», — тигән ине. Бөгөн күбебеҙ, ниндәй юл менән килеүен уйлап-нитеп тормайынса, мал-мөлкәт йыйыу менән мәшғүл. Барыбыҙ ҙа байлыҡ туплау марафонына сыҡҡан ярышыусылар тиерһең. Сабып барғанда һулыш ҡыҫылған кеүек, ҡайһы ваҡыт Аллаһтың ниғмәттәре лә ҡыҫылып ҡуя.
     Аллаһ Раббыбыҙ Ҡөрьән Кәримдә («Шура» сүрәһе, 27-се аят): «Әгәр Аллаһ һәр кешегә ризыҡты киң ҡылып, һәр береһен бай итһә, ул ваҡытта, һис шикһеҙ боҙоҡлоҡ, үә фәсәд ҡылыр ине, шуның өсөн кешеләргә малды Үҙе теләгәнсә генә бирәлер, Аллаһ, һис шикһеҙ, бәндәләрҙең хәлдәренән хәбәрҙарҙыр, кемгә күп ризыҡ тейешле, кемгә әҙ тейешле икәнлекте лә белеүселер».
     Күп ваҡыт байлыҡ һәм дәрәжә кешеләрҙең аҙыуына сәбәп була. Хәҙрәте Ғосман р.г. һәм Ғабдрахман инб Ғәүф р.г. сәхәбәләр араһында иң бай кеше булғандар, ләкин улар ҙа сиктән ашыу булмаған. Әммә ундайҙар, йәғни нәфестәрен контрольдә тотоусылар бик аҙ.
     Ислам ғалимдары әйткәндәр: «Берәүҙең ышаныуы байлыҡ менән камиллыҡҡа ирешә, юҡлыҡ уны харап итәр ине; берәүҙеке – юҡлыҡ менән, байлыҡ уны харап итәр ине. Берәүҙең ышаныуы сәләмәтлек менән камиллыҡҡа килә, ауырыу уны харап итәр ине, берәүҙеке — ауырыу менән, сәләмәтлек уны харап итәр ине. Иман менән уҙыу өсөн кемгә нимә кәрәген тик Аллаһ ҡына белеүсе. Ҡайһы ваҡыт борсолоп беҙ ҡайғырған әйбер беҙҙең өсөн ниғмәт була, ә беҙ ҡайһы ваҡыт шатланған, беҙҙе һөйөндөргән әйбер беҙҙе харап итә.
     Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйтте: „Йәннәткә иң һуңынан байҙар инерҙәр“, — тип. Икенсе бер хәҙисендә: „Бер сәғәт ауыру-сырхауға, бер аҙ мәшәҡәткә сабыр итеү — бер йыл нәфел ғибәҙәттән артыҡ“, — тине.
     Бөгөн Аллаһ Раббыбыҙ беҙгә „кризис“ тигән дәресен бирә. Газета-журналдарҙа ла, радио-телевидениелә лә, урамда ла телдән „кризис“ тигән һүҙ төшмәй. Бер ауыл мәсетенә өйлә намаҙына барған инем. Намаҙ тамам булғас, бер ҡарт: „Жәлил хәҙрәт, һин элек экономист булып эшләгән кеше, беҙгә кризис тураһында аңлат әле“, — тип мөрәжәғәт итте.
     Нимә һуң ул кризис? Грексанан „Аллаһтың хөкөм итеүе“ тигән мәғәнәне аңлата икән. Беҙҙеңсә әйтһәк — Аллаһ Үҙенең ниғмәттәрен ҡыҫып ҡуйып, беҙҙе уйланырға этәрә, беҙгә дәрес бирә.
     Аллаһ ерҙе, күктәрҙе һәм улар араһында булған бар нәмәне беҙҙең өсөн әҙәм балаһы өсөн яралтты, аҡыл ниғмәте менән ниғмәтләп, беҙҙе шул байлыҡтарға хәлифә итеп ҡуйҙы:
     »Әләм тәрау әннәллааһү сәххара ләкүм мәә фиссәмәәүәәти үә мәә фил ардый үә әсбәғә ғәләйкүм ниғмәһүү зааһиратәү үә бәәтыйнәһ" («Лоҡман» сүрәһе, 20 се аят).
     Ә беҙҙе Үҙенә генә ғибәҙәт ҡылыр өсөн, йәғни Ер йөҙөндә Ул ҡушҡандарҙы үтәп, тыйғандарынан тыйылып йәшәр өсөн яралтты. Аллаһ Раббыбыҙ Үҙенең ниғмәттәрен ҡыҫып ҡуйып, ризыҡты кәметеп, беҙҙең дөрөҫ йәшәмәүебеҙҙе иҫебеҙгә төшөрә. Ниғмәттәре бик күп төрлө: ашарға, эсергә һыу бирҙе, һаулыҡ, тәүфиҡ, һиҙайәт бирҙе, иман бирҙе, Ҡөръән иңдерҙе, пәйғәмбәрҙәр ебәрҙе. Аллаһтың ниғмәттәрен һанап сығыу мөмкин булмаған кеүек, шөкөр ҡылып бөтөрөү ҙә мөмкин түгел, сөнки шөкөр итеү — үҙе лә Аллаһтың ниғмәте.
     Бөгөн ҡайһы берәүҙәр «Ислам — ауыр дин, тыйыуҙар күп», — тип әйтергә яраталар. Ә нимә тыйылған һуң, һанап ҡарайыҡ: хәмер, үләкһә, боғаҙ ҡаны, сусҡа ите, «бисмилла» әйтмәй һуйылған мал ите, урлау, уйнаш, отош уйындары, риба (процент алыу), ялған, ғәйбәт һ.б. Ә нимә рөхсәт ителгән — көндәр буйы һанаһаң да иҫәп-хисабының осо-ҡырыйына сығырлыҡ түгел.
     Бер табында ултырғанда шундағы ризыҡ төрҙәрен һанарға ҡушҡан инем — ҡырҡҡа яҡын ризыҡ булып сыҡты. Ә был донъя тигән табында, унда ризыҡ һанын һанап сығырға мөмкин түгел.
     Ниндәй сәбәп менәндер ризыҡ кәмегән икән, әйҙә уйланыҡ, фекерләйек — хатабыҙ ниҙә? Бөгөн донъяла кризис тип күптәрҙең йоҡоһо ҡасты, тыныслығы китте, бигерәк тә юғалтыр әйберҙәре булғандарҙыҡы. «Стресс кисергән, больницаға ятҡан» тигән һүҙҙәр йөрөй. Йәшәүеңдең бөтә маҡсаты булған хәл икән, байлыҡ кәмеүҙе, әлбиттә, кеше насар кисерә. Маҡсат Аллаһ һәм Уның ризалығы булырға тейеш.
     Бары Ул ғына мәңгелек һәм Уның мөлкәте бер ҡасан да кәмемәй. "Аллаһ ризыҡты киңәйтер, арттырыр, — тигән һүҙ бар. " Донъя кризисы « тип артыҡ ҡайғырырға ярамай, шәхси кризис яманыраҡ. Бер ерең ауыртып, ятһаң, йәки тешең генә һыҙлай, йә тырнаҡ аҫтына шырау керҙе, ти — берәр нәмә күҙеңә күренәме һуң? Өйөңдә тәүфиҡһыҙ, юлдан яҙған балаң бар, бөтә донъя гөрләп сәскә атһа ла, күҙгә күренмәй бит.
     Шуның өсөн, ниндәй генә борсоу-мәшәҡәт, зыян, ауырыу килһә лә хаталарыбыҙҙы эҙләргә һәм тәүбә ҡылырға кәрәк. Тәүбә ҡылыу ул хатаңды таныу, хатаң өсөн үкенеү һәм ҡабатламау, кеше хаҡы ҡатнашҡан икән — ул кешенең бәхиллеген алыу.
     Аллаһтың рәхмәте шул тиклем киң — ул бер ҡасанда тәүбә ишеген япмай. Үлгәс, үлемдең билдәләре беленә башлағас, ҡиәмәт билдәләре күренә башлағас тәүбә ҡапҡаһы ябыла.
Аллаһ Раббыбыҙ Ҡөръән Кәримдә („Фурҡан* сүрәһе, 70-се аят):
     “Берәү гонаһтарынан тәүбә ҡылып, Аллаһ ризалығы өсөн ғәмәлдәр ҡылһа, Аллаһ уның элекке гонаһтарын изгелеккә алыштырыр», — тине. Уйлап ҡына ҡарайыҡ, фекерләй белгән кеше был аятты иламайынса уҡый ҙа алмай. Аллаһтың ниғмәте был донъя менән генә бөтмәй бит, йәннәт ниғмәттәре лә бар. Дөрөҫ, был донъяла Аллаһ ниғмәтенең йөҙҙән бере генә күренә, ҡалғаны йәннәттә. Тәүбә беҙгә йәннәткә юл аса, был донъяла ла ризығыбыҙҙы киңәйтә, тәүфиҡ, һиҙиәтебеҙ ҙә арта.
     Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: «Кемдер тәүбә ҡылһа, Аллаһ ризығын киң ҡылыр», — тине. Ҙур гонаһтарҙан да яманыраҡ гонаһ — тәүбәне кисектереү. Иртәгә, иртәнән һуңға, киләһе йылға, пенсияға сыҡҡас... Ә ул ваҡытҡа тиклем йәшәүеңә гарантияң бармы? Юҡ икән, тиҙерәк тәүбәгә кил, иман менән донъянан үтеүҙе кәсеп итә башла, һуңға ҡалыуың бар.
     Бөгөнгө кризистың төп сәбәбе — донъя экономикаһының рибаға (банк проценттарын) ҡоролоуы. Аллаһ Раббыбыҙ Ҡөръәни Кәримдә: «Әй, иман килтергән кешеләр, риба ашамағыҙ», — тип беҙҙе киҫәтте.
     Аҡса, етештереү тармаҡтары аша үтеп продукцияға һәм ҡабат аҡсаға әйләнергә тейеш. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм дә аҡсаны хәрәкәттә тоторға ҡуша. Әммә бөгөн күп кешеләр, шул иҫәптән илебеҙ ҙә аҡсаны аҡсаға алыштырып, аҡса эшләү юлына кереп киттеләр, етештереү тармаҡтары ситтә ҡалды. Ауыл хужалығы һәм сәнәғәт тармағы үҙ эшсәнлектәрен нормаль алып барырға, эшселәргә лайыҡлы эш хаҡы түләргә тиндәр таба алмағанда, "Бөткәнде бөтөрөүҙә мең сауап, тигән кеүек, уларға кредит тәҡдим иттеләр. Шул уҡ ваҡытта миллиард һумдар банктан банкка күсеп, бер тин тормаған ҡағыҙ булып ятты. Бөгөн банктарҙа аҡса бөткән, «кризис», — тинеләр. Элек ер шарында күп аҡсаһы булған — шул аҡса ҡалды, берәүҙә юғалған икән, тимәк, икенсе берәүҙең кеҫәһенә күскән. Әгәр етештереү тармаҡтарына һалынған булһа, яҡшы техника, станоктарға әйләнеп, бөгөн халыҡҡа хеҙмәт итер ине. Нефть баһаһы 150 долларға еткәндә урындағы үҙ идараларға, муниципаль берәмектәргә тейешле аҡсаны бирмәйенсә, «Үҙ көнөгеҙҙе үҙегеҙ күрегеҙ», — тип, мәктәптәрҙе, участок шифаханаларын ябыу, ауыл хужалығы продукцияһының хаҡын төшөрөү, шул уҡ ваҡытта ҡуллана торған продукция хаҡын күтәреү – бөтөн иҡтисадтың кеше өсөн түгел, банктар өсөн эшләүен күрһәтә. Банктарҙың төп функцияһы – етештереү тармағының нормаль эшсәнлеген тәьмин итергә һәм етештереү тармағы килтергән файҙанан табыш алырға тейеш. Товар менән тәьмин ителмәгән аҡсаһы — аҡса түгел, буш ҡағыҙ ғына.
     Мәктәптәрҙе оптималләштереүҙе балалар һаны кәмеү менән аңлатһалар, участок больницаларын ябыу, район больницаларында ҡайһы бер бүлектәрҙе бөтөрөү өсөн ниндәй сәбәп бар, ауырыусылар һаны кәмегәне юҡ бит, Аллаһ Раббыбыҙ Ҡөръәндә: «Ер һәм унан табылған байлыҡ бөтә халыҡтыҡы», — тигән икән — табылған байлыҡ халыҡҡа хеҙмәт итергә тейеш. Шул байлыҡтың риба юлы менән банктан банкка күсеп йөрөүе кризисты килтереп сығарҙы ла инде.
     Әлбиттә, кеше тәүбә итә. Эскән кеше эскәненә, отош уйыны уйнап аҡсаһын отторған кеше уйнағанына үкенә, тәүбә лә итә. Халыҡта: «Тумыртҡа тәүбәһе», тигән һүҙ бар, шуның шикелле үк күпмелер ваҡыт үткәс, хатаһын тағы ҡабатлай.
     Тәүбәләребеҙҙә ныҡ тороу, хаталарҙы ҡабатламау, гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡар өсөн Аллаһ Раббыбыҙ беҙгә биш ваҡыт намаҙҙы фарыз ҡылды. Ҡөръәндә: «Намаҙ кешене боҙоҡ, фәхеш инҡар ителгән эштәрҙән һаҡлай», — тип әйтелә. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: «Намаҙ ул — Аллаһ Тәғәләне риза итеү, фәрештәләрҙең һөйөү, пәйғәмбәрҙең сөннәте, мәғрифәт нуры, иман тамыры, доғаның ҡабул ителеүе, ғәмәлдәренең ҡабул ителеүе, ризыҡта бәрәҡәт, бәндәләргә рәхәтлек, дошмандарға, шайтанға ҡаршы ҡорал, эйәһе менән үлем фәрештәһе араһында шәфәғәтсе, ҡәберендә нур һәм ҡабырға аҫтында түшәк, Мөнкир менән Нәкирә яуап, ҡәберендә Ҡиәмәт көнөнә тиклем өлфәтелер. Мәхшәр майҙанында намаҙ өҫтөнә күләгә булып әүерелер, йәнә уның башы хозурында таж булып әүерелер, тәне хозурында кейеме булып, алдында йөрөй торған нур булып, ул кеше менән тамуҡ араһында пәрҙә булып, йәнә Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында мөьминдәр файҙаһына дәлил булып, йәнә үлсәүҙәрҙә ауыр йөк булып, сират аша үтеү булып, йәннәткә асҡыс булып әүерелер. Сөнки намаҙ, ул — тәсбих, хәмед итеү, Аллаһты ололау, йәнә Ҡөръән уҡыу, йәнә доғалыр. Ысынында, ғәмәлдәрҙең изгерәге — ваҡытында үтәлгән намаҙҙыр», тине.
     Ҡайһыбыҙ 50 йыл, ҡайһыбыҙ 60, 70, 80 йыл был донъяла йәшәгән. Һәр кемдең хаталары, эшләгән гонаһтары бар. Берәү ҙә хатанан азат түгел. Имам Ғазали хәҙрәттәре: «Һәр кем үҙен тикшерһә, башҡаларҙы тикшерергә теләге һәм ваҡыты ҡалмаҫ ине», — тигән. Һәр кемдең күңел түрендә йөрөгән, үҙәгенә үтеп тора торған хатаһы бар, үкенесе бар.
     Бер кеше гел күңелһеҙ генә йөрөгәс, «Берәр борсоуың бар әллә?»— тип һораным. «Әй, хәҙрәт, әсәйем оҙаҡ түрҙә ятты, ҡатын эштә булғас, күп ваҡыт үҙемә ҡарарға тура килде. Бер көндө: „Исмаһам үлмәйһең дә бит“, — тинем. Ул беҙҙе, ирһеҙ ҡалып һуғыш йылдарында һәм һуғыштан һуңғы ауыр ваҡыттарҙа күп ауырлыҡтар менән үҫтерҙе. Ул вафат булғандан бирле йәнемде ҡайҙа ҡуйырға белмәйем», — тине.
     Ер йөҙөндә йәшәп, Аллаһтың дәрестәре менән һабаҡланып, тәжрибә туплағанбыҙ икән, ни өсөн әле беҙҙең ғәзи балаларыбыҙ беҙ эшләгән хаталарҙы ҡабатларға тейеш. Шулай булмаһын өсөн хаталарыбыҙҙы танып, күҙ йәштәребеҙ менән: «Раббым, балаларым мин эшләгән гонаһтарҙы ҡабатламаһын ине», — тип намаҙҙарҙан һуң ни эшләп доға ҡылмайбыҙ һәм балаларыбыҙҙы намаҙ эйәһе итеп тәрбиәләмәйбеҙ. Улар тура юлдан тайпылһа, ҡартлығыбыҙҙа бер тыныс көнөбөҙ ҙә булмаясаҡ бит.
     Боҙоҡ эштәрҙән һаҡлаусы ҡалҡан итеп Аллаһ беҙгә намаҙ ниғмәтен бирҙе. Бөгөн намаҙ уҡырға, балаларҙы намаҙға өйрәтергә бөтә мөмкинлектәр бар. Балаларыбыҙҙы үҙебеҙ эшләгән хаталарҙы ҡабатлауҙан һаҡлайыҡ, шуны ла эшләй алмаһаҡ, был донъяла йәшәүҙән ни файҙа?!
     Ризыҡты арттыра торған тағы бер ғәмәл — Аллаһҡа тәүәккәл ҡылыу. Барлыҡ ниғмәттәрҙең хужаһы бары Ул ғына икәнен танып, фәҡәт Унан ғына барлыҡ кәрәктәрҙе һорау. Әлбиттә, Аллаһ дәүләте сикһеҙ, Ул Үҙенең һөйөклө ҡолдарына ниҙер биргәндән уның мөлкәте кәмемәй. Ул — беҙҙең доғаларыбыҙҙы ишетеүсе һәм яуап биреүсе. Әммә беҙ доға ҡылып һорағанда Уның биреүенә һис тә кенә лә шикләнмәйенсә, ышанып, ихлас һәм саф күңелдән доға ҡылыу кәрәк. Фарфор быяла һауыт-һаба алғанда сиртеп ҡарайҙар. Шәп булһа, сыңлап тора. Күҙгә күренер-күренмәҫ кенә сатнаған булһа, сыңламай. Шуның кеүек, «ә бәлки, бирмәҫ, ә бәлки, ишетмәҫ», тигән шик һис кенә лә булмаҫҡа тейеш.
     Ибраһим ғәләйһис-сәләм Аллаһтың рәхмәтенән бер ҙә шикләнмәне һәм шуның өсөн ут та уны яндырманы. Сөнки ут ул — Аллаһтың мәхлүге. Аллаһ теләмәһә, мәхлуҡ мәхлүккә зыян һала алмай. Ә бына: «Ә бәлки, һалыр», тигән шик-шөбһә беҙҙе харап итә. Төшөнкөлөккә бирелеүҙәр, сараһыҙ ҡалыуҙар, эскелеккә бирелеүҙәре Аллаһты танып, Уға тәүәккәл ҡылмауҙан килә. Ниндәй генә бәлә-ҡаза килһә лә, Аллаһҡа тәүәккәл ҡылырға һәм Унан ғына ярҙам һорарға кәрәк. Әйүп ғәләйһис-сәләмдең 14 балаһы һәләк булғандан һуң Аллаһ уға яңынан 26 бала бүләк итә. Дүртенсе юл — кәсеп итергә кәрәк. Әҙәм ғәләйһис-сәләм йәннәттән сығып, ергә ҡуйылғас, ризыҡты эшләп табыу беҙгә фарыз була. Аллаһ Раббыбыҙ уға игенселек серҙәрен өйрәтә. Яҙ етә, ерҙе эшкәртергә, орлоҡ сәсергә кәрәк, сәбәбен еренә еткергәс, Аллаһҡа тәүәккәл ҡылып нәтижәне һорарға кәрәк. Нәтижә — Аллаһтан, Унан ғына һорарға, Уға ғына тәүәккәллек ҡылырға, нәтижә сыҡһа, Уға ғына шөкөр ҡылырға кәрәк. Әлбиттә сәбәп итмәһәң, бер нәмә лә булмай, Аллаһ теләмәһә сәбәп итһәң дә булмай. Бер яҙҙа байтаҡ ваҡыт ямғыр яумай торҙо. «Беҙҙең ҡулдан барыһы ла килә», тигән кешеләр ҙә мәсеттәргә килеп, ямғыр һорап истискә намаҙы уҡыуҙы һоранылар. Күп ерҙәрҙә уҡылды, Аллаһ теләмәһә, яҙ көнө ҡуйған бөтә хеҙмәт юҡҡа сығасағына бөтә кеше ихластан ышанды, шуның өсөн дә Раббыбыҙ ямғыр бирҙе һәм күҙ күрмәгән уңыш алдыҡ. Ямғырҙар декабрь уртаһына тиклем дауам итте, бер кеше лә туҡтата ла, ямғыр урынына ҡар ҙа яуҙыра алманы.
     "Аллаһ бирер әле", тип хәрәкәт итмәй ятыу ҙа дөрөҫ түгел. Бер хәҙрәт һөйләгән мәҙәк иҫкә төшә. Уның янына бер студент имтихан биргәндә ярҙам итә торған доға һорап килә. Хәҙрәт: «Рабби зидни ғилмә», — тип уҡырға кәңәш итә. Өс көндән теге йәш кеше үпкәләп хәҙрәткә килә һәм әйтә: «Файҙаһы теймәне, имтиханды биреп булманы», — тигән. «Ә һин имтиханға әҙерләндеңме һуң, тейешле китаптарҙы уҡыныңмы?»— тигәс, «Юҡ, мин өс көн буйына шул доғаны ғына уҡыным», тип яуап бирә студент. «Ә һин өс көн имтиханға әҙерләнеп, бирергә ингәндә ул доғаны ҡылып инергә ине. Аллаһ уң килтермәһә, әҙерләнһәң дә уңышлы бирә алмайһың", — тип аңлатырға тура килә хәҙрәткә.
     Әлбиттә, беҙ сәбәп итеүселәр генә, нәтижә, әйткәнемсә, Аллаһтан, шуға күрә биргәненә шөкөр итеү кәрәк.
     Аллаһ Раббыбыҙ Ҡөръән Кәримдә («Ибраһим» сүрәһе, 7 се аят) «Әгәр ниғмәттәремә шөкөр итһәгеҙ, ниғмәттәремде арттырырмын», — тине. Әллә ниндәй һөҙөмтә булған икән, ғорурланыу, маҡтаныу һис кенә лә ярамай. «Шөкөр ҡыл, зәкәт бир», — тиһәң, ҡайһы берәүҙәр: «Мин уны үҙем, үҙ көсөм менән булдырҙым», — тип ҡуя. «Мин», тигәнсе, «үҙем», тигәнсе уйлап ҡара: ниндәй ерең үҙеңдеке һуң? Ҡайҙа инең һин, нисек бар булдың? Аллаһ теләмәһә, бер генә атай-әсәй ҙә баланы донъяға килтерә лә, һау-сәләмәт итеп үҫтерә лә алмай. Ни тиклем байлыҡтары булып, ҡалдырырға вариҫтары булмаған ғаиләләр аҙмы ни?! Нисек оялмайынса: «Мин быны үҙем генә эшләнем», — тип әйтәң. Аллаһ теләмәһә, алдыңа килтергән ризыҡты үрелеп ала алмайһың, ашағаныңды тышҡа сығара ла алмайһың. Ҡайһы ваҡыт: «Мөғжизә ҡотҡарһа ғына инде», — тибеҙ. Мөғжизә түгел, Аллаһы Тәғәлә генә ҡотҡарырға мөмкин беҙҙе.
     Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ бөгөн бик әҙ шөкөр ҡылабыҙ. Юғиһә, тормош элекке менән үткән сағыштырғанда насар түгел. 5, 10, 20 йыл элек нисек ине лә, бөгөн нисек? Ашаған ризыҡ, кейгән кейем, йорт-ер, машина? Бәлки 30, 40 йыл элек һәйбәт булғандыр?..
     Ҡазан урамында берәү зарлана икән: «Фәҡирлек сиктән ашты, машина ҡуйырға ла урын юҡ», — тип. Шуның кеүек беҙ ҙә гел зарланыуҙа, кемде генә һүкмәйбеҙ, ғәйепләмәйбеҙ. Беҙҙең дә бит Аллаһ ҡаршыһында вазифаларыбыҙ бар. Аллаһты танып, иман килтереү, биш ваҡыт намаҙ, ураҙа тотоу, зәҡәт биреү, хажға барыуҙы күпмебеҙ үтәй, ҡайһыларын үтәй? Ана шул вазифаларыбыҙҙы үтәмәгәнгә күрә Аллаһ беҙгә вазифаларын үтәмәй торған түрәләрҙе бирә инде. Фарыздарҙы үтәп, Аллаһ тыйғандарҙан тыйылып, тормошобоҙҙы алып барһаҡ, хәлебеҙ үҙгәрер ине. Беҙ бит бәхетте лә: «Ни теләһәң, шуны эшлә, ни теләһәң шуны ашай алыу», — тип һанайбыҙ. Шуға ирешә алмаһаҡ — зарланабыҙ. Элек ни бар — шуны ашаныҡ, сәләмәт булдыҡ. Әле балалар нимә теләй — шуны ашай, шуға күрә барыһы ла ауырыу. Сир әйткән бит: «Мин һеҙгә яратҡан әйберҙәрегеҙ, ғәҙәттәрегеҙ аша керермен», — тип. Нәфсе артынан ҡыуыу — сәләмәтлекте ҡаҡшата, ғүмерҙе ҡыҫҡарта. Шуға күрә байҙар, етәксе урындарҙа эшләүселәр, нигеҙҙә, ҡыҫҡа ғүмерле, үлә алмаһалар, булышырға атлығып тороусылар ҙа етерлек. Барына шөкөр итеп, Аллаһ ҡушҡанса нәфсеңде йүгәнләһәң — бына был сәләмәт йәшәү рәуеше була. Дин ул — нәфсене йүгәндә тоторға өйрәтә торған фән.
     Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: «Ҡәнәғәт булығыҙ — бай булырһыҙ», — тине.
     Ризыҡты күбәйтә торған тағы бер ғәмәл – туғандар, дин ҡәрҙәштәр менән аралашыу. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: «Туғандары менән аралашып күркәм мөғәмәлә итеү кешенең йөҙөн нурлы, ҡальбен саф итәр, ризығын киңәйтер, кешеләрҙә уға ҡарата һөйөү уятыр. Туғандар менән, дин ҡәрҙәштәр менән араны өҙөү йөҙҙө ҡарайтыр, йөрәкте бысратыр, ризыҡты тарайтыр, кешеләрҙә нәфрәт уятыр», — тине.
     Мин бәләкәй сағымды иҫкә төшөрәм: 25 метрлы өй, өйҙә 7 кеше, быҙау, 4 һарыҡ бәрәсе, карауат аҫтында 2 ҡаҙ ояһы. Шунда ат егеп күрше ауылдан апайҙар, еҙнәйҙәр, ҡоҙалар килә. Күршенән һауыт — һаба, юрған, таба алып сығаһың, ҡунаҡ итәһең. Бөгөн күп кешенең өйө 100 квадрат метр ғына түгел, һәр кемдә тиерлек машина бар. Мәжлес уҙғарғанда ла һауыт-һаба һорап кешегә керәһе түгел. Әммә туғандарға йөрөргә, күршенең хәлен белеп сығырға ваҡыт юҡ. Сериалдарҙағы Мариналарҙың ҡайғыһын уртаҡлашып, шулар өсөн борсолоп ғүмер кисерәбеҙ, ауылдаштарҙың үлемен дә белмәй ҡалабыҙ.
     Элек һыйыр мартта быҙаулай ине. Декабрьҙә бөтә туған-тыумаса йыйылып, мал һуялар, кис «ит ашарға» тип йыйылалар ине. Хәҙер 5 центнерлыҡ үгеҙ һуйып та, туғандарҙы йыйып ҡунаҡ итергә яйлы осраҡ табып булмай.
     Был йәһәттән, Аллаһ беҙгә вәжиб иткән ҡорбан салыу — ниндәй күркәм эш. Беренсенән, үҙен ҡорбан итеү салып Аллаһҡа яҡынаябыҙ, ҡушҡандарын үтәйбеҙ. Икенсенән, сауаплы ит ашап, ауырыуҙарыбыҙға шифа табабыҙ, йөрәктәребеҙҙе таҙартабыҙ. Өстән бер өлөшөн туғандар өлөшөн — йыйылып бергә ултырып ашайбыҙ, туғандарға илтеп бирәбеҙ, бер-беребеҙгә ҡорбан аштарына йөрөшәбеҙ.
     Өстән бере — йәтимдәр, фәҡирҙәр; мохтаждар өлөшө. Уларҙы һөйөндөрөп, Аллаһҡа яҡынаябыҙ.
     Ризыҡты киңәйтә торған тағы бер юл — изге ғәмәлдәр ҡылыу. Нимә һуң ул изге ғәмәлдәр? Намаҙ, ураҙа тотоу, мәсеткә йөрөү, хаж ҡылыу — былар әле үҙең өсөн тырышыу. Аллаһтың ғазабынан ҡотолоу һәм йәннәт менән өлөшләнеү өсөн. Улар изге ғәмәл булһа ла, үҙең өсөн эшләгән изге эш. Аллаһ һиңә ниғмәттәрҙе биргән икән — шөкөр итеү кәрәк, улар менән ғорурланып йәһәннәмгә эләгеүең бар.    Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: «Күңелендә тары бөртөгө ҡәҙәр генә тәкәбберлек булған кеше йәннәттең иҫен дә һиҙмәҫ», — тине.
     Атай-әсәйеңде тәрбиә ҡылыу, туғандарыңа, күршеләреңә ярҙам итеү, ауырыу-сырхауҙарҙың хәлен белеү, йәтимдәргә ярҙам итеү, үҙеңдең остаздарыңдың хәлен белеү, уларға ярҙам итеү — бына иң ҡәҙерле ғәмәлдәр. Атай-әсә хаҡы тураһында кешеләрҙе илатырлыҡ итеп вәғәз һөйләү ул бер нәмә, улар менән ыҙғыш сығармай, уларҙы тәрбиәләп бер түбә аҫтында йәшәү — икенсе нәмә. Беренсеһен бик күптәр булдырһа ла, икенсеһенә күптәрҙең ихтияр көсө, сабырлығы етмәй. Ә атай-әсәй доғаһынан да ҡәҙерлерәк нимә бар?..
     Әлхәмдүлилләһ, хәҙер күбебеҙҙең тормоштар һәйбәт, хөкүмәт пенсия лә биреп тора. Әле беҙ бәләкәй саҡта әбей-бабайҙар пенсия алмай ине. «Пенсия», тип 60-сы йылдар башында әбейгә 1 тоҡ, бабайға 1 тоҡ арыш бирҙеләр, уларҙыңул саҡтағы һөйөнөүҙәре!.. Бөгөн бер йыллыҡ пенсияға 1 тоҡ арыш ҡына килмәй бит. Ололарҙың күбеһендә ашау-эсеү, кейем тигән мохтажлыҡ юҡ. Әммә барлыҡ атай-әсәй ҙә балалары тарафынан бер-ике йылы һүҙ, әҙ генә иғтибар, йылы ҡарашҡа мохтаж. Атай — әсәйҙәребеҙ иҫән икән, ул да Аллаһтың ниғмәте, беҙҙең өсөн йәннәткә юл. Аҙнаға бер шалтыратып булһа ла хәлдәрен беләйек, иғтибарыбыҙҙы, матур һүҙебеҙҙе йәлләмәйек. Өйҙәребеҙ иркен, ләкин иман нуры зәғифләнеп, күңелдәр тарайҙы, һыуынды. Бер-беребеҙгә йылы һүҙ әйтә алмайбыҙ. Аралар өҙөк, мөнәсәбәттәр һалҡын. Атай-әсәй хәлен белеү — балалар өсөн вәжиб.
     Аллаһ Раббыбыҙ: «Мин ауырыу-сырхауҙар, мохтаждар, йәтимдәр янында булам, миңә яҡын булаһығыҙ килһә, уларға яҡын барығыҙ», — ти.
     Күренекле остазыбыҙ Ғәбделхаҡ хәҙрәт Саматов ауырып киткәс, хәл белергә барҙым.
     Борисовтан Роберт исемле дин ҡәрҙәшебеҙ аҙна һайын аҙна һайын килеп, хәҙрәтте йыуындырып, сәс-һаҡалдарын төҙәтеп китә икән. Ул уның туғаны ла, шәкерте лә түгел. Бына хаҡиҡый изгелек ниндәй була! Ул ҡәрҙәшебеҙгә Аллаһтың рәхмәте булһын, бөгөнгө көндә бындай дин ҡәрҙәштәребеҙ булыу — оло һөйөнөс.
     Хаҡиҡәттә, мохтажлыҡҡа төшөп, һиңә ярҙам һорап килеүселәр — Аллаһтың рәхмәтен килтереүселәр. Яуап бирмәүсе — Аллаһтың рәхмәтенән ваз кисеүсе. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: «Бирер әйберегеҙ булмаһа, йомшаҡ һүҙ менән йыуатығыҙ», — тине.
     Бөгөн кешеләр эштәрен юғалтып, ауыр хәлдә ҡалғанда, төрлө бәлә-ҡазалар килгәндә ярҙам бигерәк тә мөһим. Зәкәт, ғөшөрҙәребеҙ ҙә ауырыу-сырхауҙар, мохтажлыҡта булыусылар, толдар, йәтимдәр, дин юлында тырышып хеҙмәт итеүселәр өсөн. Уларғә ярҙам итеү үҙең өсөн генә тырышыу түгел, үҙеңдең нәфсеңдән арттырып, кешеләргә ярҙам итеү була. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: «Күршең ас булһа, мул табын артында ултырыуың дөрөҫ түгел», — тине.
     Аллаһ Раббыбыҙ Ҡөръән Кәримдә («Инширах сүрәһе, 5, 6-сы аяттар). „Ысынында, файҙалы булған ауырлыҡтан һуң ғына файҙалы еңелек табыла“, — тине.
     Аллаһтың хәйерһеҙ эше юҡ, фекерләй белгән кешегә һәр нәмә артында хәйер бар, шуға күрә лә кризис тип төшөнкөлөккә бирелергә ярамай. Үҙебеҙ зарланғанса, ярлы икәнбеҙ, беҙгә кризис бөтөнләй янамай, юҡ байлыҡты юғалтып булмай, борсолабыҙ икән тимәк, нимәбеҙҙер бар.
     Бер дуҫым: „Бик борсолам, проблемалар күп, стрестан интегәм, компаньоным больницаға ла ятты, бер йыуата торған һүҙ әйт“, — тигәс.
     »Иң ҙур проблемалар ҙа маҡтаулы некрологтан яҡшыраҡ", тигән инем.
     Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: «Тәбиғәт — Аллаһтың ғаиләһе, уға файҙа килтереүсе — Аллаһтың рәхмәтен алыусы», — тине. Изге ғәмәлдәр ул әле кешеләргә эшләгән изгелек кенә түгел, ә һәр йән эйәһенә, һәр мәхлүкәткә, һәр үҫемлеккә һаҡсыл ҡараш. Бөгөн «экология» тип күп һөйләшәләр. Беҙгә экологик контроль түгел, иман етешә алмай, бөтә экология ошо хәҙискә һыйып бөткән. Урынһызға бер генә йән эйәһен үлтерергә, бер генә үҫемлекте өҙөргә, ағас ботағы һындырырға ярамай. Бигерәк тә һыу ятҡылығына иғтибар кәрәк. Диңгеҙ ҡырында тәһәрәт алһаң да, ауыҙ сайҡаған һыуҙы ла диңгеҙгә төкөрәһе түгел. Аллаһ тәбиғәтте беҙҙең өсөн яралтты, тәбиғәтте һаҡлау — шулай уҡ изге ғәмәл.
     Иҫән-һау икәнбеҙ, һаулыҡ бар икән — тағы ни кәрәк?! Ризыҡты Аллаһ биреүсе, Уға ғына тәүәккәл ҡылып, Ул ҡушҡанса йәшәргә тырышайыҡ. Гонаһтарға тәүбә ҡылһаҡ, намаҙҙы торғоҙһаҡ (бигерәк тә йәмәғәт намаҙын), Аллаһҡа тәүәккәл ҡылһаҡ, тырышып хеҙмәт итһәк, булғанына шөкөр итһәк, дин ҡәрҙәштәребеҙ, туғандарыбыҙ менән аралашып, күркәм мөғәмәлә ҡылһаҡ, йәтимдәрҙе, меҫкендәрҙе, фәҡирҙәрҙе, ауырыуҙарҙы зыярат ҡылһаҡ, уларға ярҙам итһәк, инша Аллаһ, Раббыбыҙ ризығыбыҙҙы киңәйтер, кризистан ҡотолоу юлдарын насип итәр. Изге эштәребеҙҙә бер-беребеҙгә ярҙамсы булып Ислам динендә йәшәргә, донъянан үткәндә: «Ләәә иләәһә илләллааһү мөхәммәдәр — рәсүлуллаааһ», — тип иман менән үтергә һәм Аллаһтың йәннәттәрендә осрашырға насип булһын. Әмин.
     Хажи Жәлил хәҙрәт Фазлыев, Татарстан Республикаһы мосолмандарының баш мөхтәсибе һәм баш ҡазыйы, Борбаш ауылы мәсете имам-хатибы