Гүр саҙаҡаһы
     Гүр саҙаҡаһына бәйле булған һорауға килгәндә, бында төрлө фекер йөрөй. Ҡайҙан килеп сыҡҡан ул саҙаҡа, хәҙистәр – дәлилдәр бармы? Нисек бирелә һәм гүр саҙаҡаһына ни тиклем аҡса бирелә? “Элек кеше үлгәс, гүр саҙаҡаһына һарыҡ бирәләр ине. Шуның тәртибе тураһында яҙһағыҙ ине" һәм башҡа ошоға бәйле күп һорауҙар барлыҡҡа килә.
     Берәүҙәр:
     — Шәриғәтебеҙҙә гүр саҙаҡаһы биреү тигән шарт (талап) юҡ. Гүр саҙаҡаһын алыу ҙа, шулай уҡ, биреү ҙә дөрөҫ түгел – тип әйтәләр.
     Икенселәре:
     — Гүр саҙаҡаһы ул нәфел саҙаҡаһына ҡарай тиҙәр. Ирекле саҙаҡа – теләһәң бирәң, теләмәһәң юҡ, бының өсөн гонаһ юҡ. Бирһәң әжере мәрхүмгәлә ирешә, һиңә лә сауап була тиҙәр.

     Элек мәйетте ерләү эшен үҙ өҫтөнә алған, уны оҙатҡанда булышҡан өсөн, хәҙрәткә биргән нәфел саҙаҡаны, тора бара икенсе төрлө исемләп, гүр саҙаҡаһы тип, тере һарыҡ менән биргәндәр. Шуның менән бергә һарыҡты тауыҡ менән дә, йә он-ризыҡ менән дә алыштырғандар. Был — халыҡтың хәҙрәткә ниндәйҙер бер төрлө ярҙам күрһәтеүе кеүек булған. Кемдәр белмәй, имамдарға ул ваҡытта ла, хәҙер көндәрҙә лә хөкүмәттән һәм йәки башҡа бер ерҙән эш хаҡы бирелмәй. Улар Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн бушлай эшләүселәр. Шулай уҡ мәсеттәрҙә ошо имамдар ҡарамағында, дәүләт тарафынан бер ярҙамһыҙ динебеҙҙе, иманыбыҙҙы ҡеүәтләүсе Аллаһ йорттары.
     Борон төрлө төбәктәрҙә йәшәгән халыҡтарҙың милли ғөрөф-ғәҙәттәре араһында гүр саҙаҡаһын биреү ғәҙәте бик таралған булған. Мәйетте зыяратҡа күтәреп алып килеүселәргә һәм ҡәбергә төшөрөп ҡуйыусыларға һөлгөләр (таҫтамал) бирелә. Мәйетте ҡәбергә ҡуйғансы, мәйет янында, уның гонаһтары кисерелһен өсөн гүр саҙаҡаһы бирелә ине (ғәҙәттә бер ҡуйҙы, йәки һарыҡ баһаһындағы аҡса, йәки бер тоҡ он, йә тауыҡ, йә ҡаҙ, йәки йомортҡа бирелә ине). Был ҡәбер саҙаҡаһы бирелеп, йәки бирелмәгән осраҡта мәйеттең туғаны: «Мәйеттең гонаһтары кисерелһен, тип шул тиклем гүр саҙаҡаһын биреп ҡуярмын», — тип һүҙ биреп, доға уҡыла һәм мәйет ләхеткә ҡуйылып күмелә ине. Ҡайһы бер ерҙә гүр саҙаҡаһы итеп бирелгән хайуанды мулла үҙенә ала ине, ҡайһы бер ерҙә ул хайуандың ите, вафат булған мәрхүмдең рухына бағышлап үткәрелә торған Ҡөръән ашында бешерелә ине. Был саҙаҡа ерләгән ваҡытта бирелмәгән булһа, үлгән кешенең"өсөһөн"дә бирелергә тейеш ине. Һәр ерҙә, һәр төбәктә үҙ тәртибендәге йолалары бар. Тик был хаҡта Ҡөръән Кәрим китабындала һәм хәҙистәрҙә лә яҙылмаған. Шуға был гүр саҙаҡаһына бәйле мәсьәләләрҙә ҡаңғырыш булмаһын.
     Күргәнебеҙсә, был төр саҙаҡа халыҡ ғөрөф-ғәҙәте булып тора, ләкин кеше үҙенең вафат булған туғаны йә танышы өсөн уның исеменән саҙаҡа биреп ҡуйһа, бының өсөн биреләсәк сауаб мәрхүмдең ғәмәл дәфтәренә яҙылыр. Шуға күрә ошондай маҡсат менән саҙаҡа бирергә уйлаһа, бер ниндәй зыян булмай. Саҙаҡаның аҙы, күбе юҡ, иң мөһиме ихлас күңелдән, Аллаһ ризалығы өсөн, тип биреп ҡуйыу. Бар эш ниәткә ҡарап баһалана тип әйтелә бит. Бик ҙур итеп, һарыҡ һәм башҡа мал-тыуар биргәнсе, ихлас күңел менән, мохтаж кешеләргә кейем-һалым, ризыҡ, аҡса бирһәң, йәки мәсет файҙаһына саҙаҡа биреп ҡуйһаң бик хәйерле була. Уны мәйетте күмгәнсе, йәки уның өсөһө, етеһе йә иһә ҡырҡы еткәнсе биреп ҡуйыу тейешле тигән һүҙҙәр юҡ.
     Мәйет өсөн гүр саҙаҡаһы биреү мәжбүриме тигән һорауға яуап биргәндә, иң алда шуға иғтибар биреп китәһе килә, ислам диненең шәриғәтендә саҙаҡаларҙың күп төрлө булыуын беләбеҙ, әммә «гүр саҙаҡаһы» тип аталған айырым саҙаҡа юҡ. Ислам дине бер генә ғалим фекерендә ҡоролмаған, ныҡлап тикшелелеп Ҡөръән Кәримгә таянып, сөннәт-хәҙистәрҙән алынып, пәйғәмбәребеҙҙең йәшәү рәүешенән алып, төрлө аңлатмалар менән тулыландырылған. Әммә бөтәһе бер уртаҡ фекергә килеп, шулай булырға тейеш тигәндәр. Гүр саҙаҡы буйынса ул беҙҙең яҡтарҙа: Башҡортостанда, Татарстанда һәм Ҡаҙаҡстанда таралған урындағы йола ғына. Кемдәрҙер был гүр саҙаҡаһын хуплай, ә билдәле элекке дин ғалимы Шиһабетдин Мәржәни «Әл-барк әл-вәмид» китабында уны бидғәттәр (дингә индерелгән яңылыҡтар) төркөмөнә индерә. Бынан аңлашылғанса, бындай саҙаҡаны биреү дин яғынан талап ителмәй, бер ерҙә ғәмәл ғәҙәт-йола булып үтәлә икән, уны шул ерҙә йәшәгән халыҡтың ғөрөф-ғәҙәте итеп кенә ҡабул итергә, диндең бер өлөшө тип танымаҫҡа кәрәк тиҙәр.
     Гүр саҙаҡаһын биреү ислам динендә мәжбүри ғәмәл түгел. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләһиссәләмдең дә ул турала тура хәҙистәре юҡ тиҙәр. Быны халыҡ үҙе уйлап сығарған йолалыр тиҙәр. Гүр саҙаҡаһын бирәһең килһә — бирәһең, бирергә теләмәһәң — юҡ. Уны бирмәү гонаһ түгел. Имамға хәйер бирмәйҙәр икән, ул уға үпкәләргә тейеш түгел. Ул был ғәмәлдәрҙе яҡынын юғалтҡан кешегә ярҙам итеү йөҙөнән, Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн, унан әжер-сауап өмөт итеп эшләй. Әгәр ҙә саҙаҡа алыу өсөн генә башҡара икән, уның ниәте донъяуи байлыҡҡа ирешеү өсөн генә була. Хәлеңдән килә икән самаһына ҡарап, нәфел саҙаҡаһы итеп бир, әммә мулла уны һорап алырға тейеш түгел.
     Әммә, әгәр был мулла мәсеттә имам булып йөрөй икән, уға мәсетте тоторға ярҙам кәрәк. Күп муллалар хатта үҙ аҡсаларын шул мәсет файҙаһына тотона, һеҙҙә бит өйөгөҙҙә йәшәп, шуның хаҡын түләп, ҡарап тораһығыҙ, мәсеттәргә лә шулай сығымдар талап ителә. Мәсет өсөн, дин юлына биргән саҙаҡаның әжере бик ҙур. Унда уҡылған намаҙҙар һайын, ҡысҡырылған аҙан һайын мәрхүмдәргә лә һәм үҙегеҙгә лә сауап бара.
     Һәр хәлдә мәрхүмдәребеҙгә доғалар кәрәк, шуға ла беҙ уларға, көнөнә биш мәртәбә, намаҙ һайын доға ҡылабыҙ. Шунан, улар исеменән бик күп төрлө әжерле ғәмәлдәр бар. Мәҫәлән, улар исеменән ҡорбан салыу, хажға барыу, саҙаҡа биреүҙәр һәм башҡалар. Ни өсөн һуң быларҙы үтәргә береһе лә ашҡынып тормай?
     Беҙҙең ҡартайған атай-әсәйҙәребеҙ, йә иһә олатай-өләсәйҙәребеҙ ахираткә ҡайтыр юлдарын хәстәрләп, алдан уҡ кәфенлек әҙерләп, хатта гүр саҙаҡаларын йыйып ҡуйып, балаларына үлгәндәренән һуң шуны Ҡөръән уҡыусыға бирергә тип васыят итеп ҡуялар. Был аманатты үтәр кәрәк әлбиттә. Мәйеттең бурысы булыуы мөмкин, шуға йыназа намаҙы уҡылғансы бурыстар тураһында һоралырға тейеш һәм ул бурыс кемгәлер ҡайтарылырға тейеш. Мәйеттең бурысы түләнмәһә, ул ваҡытта ни була тиһәһегеҙ — уның бурысы түләнгәнгә тиклем мәйеттең рухы күк менән ер араһында эленеп тора.
     Ә инде Аллаһ Тәғәлә алдында ниндәй бурысы булыуы мөмкин тигәндә, ошо Татарстандың элекке мөфтийе Илдус хәҙрәт Фәиз һөйләгән вәғәзенән бер өлөшөн тәҡдим итәм:
     «Берәй кеше вафат булып ҡалһа иһә, ҡалған намаҙҙары, ҡалған ураҙалары өсөн, уның ҡалған малынан фидия тигән саҙаҡа бирелә. Әгәр ҙә уның туғандары мәрхүмдәре ҡәберҙә ғазапһыҙ ятһын тип теләһәләр. Был мәсьәләне беҙ аңлатабыҙҙа ул, әммә бары тик саҙаҡа мәсьәләһенә килгәндә диндән йыраҡ булған кешеләр муллалар матди яҡтан үҙенә был хаҡты алыр өсөн һөйләйҙәр тип, ялған тараталар. Фидия саҙаҡаһына килгәндә беҙ донъянан китәбеҙҙә, әммә беҙҙең күпме тотмаған ураҙаларыбыҙ бар, тотолған булһала яңылышлығы йә кәмселеге булған ураҙаларыбыҙ бар. Уҡылмай ҡалған намаҙҙарыбыҙ бар. Шуға күрә беҙ үҙебеҙҙең ҡалған малдың бер ҡәҙәр өлөшөн, бәлки балаларыбыҙға әйтеп тә ҡалдырырға ла тейешлебеҙҙер, минән һуң бер аҙ саҙаҡа итеп тарат тип. Бына шуға ҡәбергә күмгәндән һуң уларҙан ҡалған саҙаҡаларҙы таратабыҙ. Ни эшләп уны ҡәбергә күмгәндән һуң саҙаҡаларыбыҙҙы таратабыҙ тиһәк. Ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң мәйеткә бәйле саҙаҡа өләшеү? Быға Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдең һүҙҙе бар: «Өс нәмә һине ҡәберстанға оҙата бара: береһе туғандарың, икенсеһе малың, йәғни туғандарың һинең ҡалған малыңды саҙаҡа итеп таратыр өсөн кеҫәләренә тығып баралар, өсөнсөһө ғәмәлең. Икеһе ҡайтып китә, береһе ҡала һинең менән, йәғни туғандарын һинән ҡалған малды саҙаҡа – фидия итеп тарталар ҙа шунан һуң улар ҡайтып китәләр. Һинең менән ғәмәлең генә ҡала. Ҡалған ғәмәлең генә ҡала. Йәғни зыяратта саҙаҡа таратыу тигән нәмә юҡ, тегеләй-былай тигән кешеләргә, Пәйғәмбәр таратмаған тигәндәргә, Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм әйтеп ҡалдырған. Әгәр ул хәҙисте күрергә теләмәй икәнһегеҙ, һеҙҙең проблема. Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында һиң яуап бирәһең. Беҙ Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдең һүҙҙең ҡабул итәбеҙ, таратығыҙ, бирегеҙ тигән, бындай нәфел саҙаҡалары ла бар. Нәфел саҙаҡаларында Пәйғәмбәребеҙ бер-берегеҙгә саҙаҡалар бирешегеҙ тигән.
     Мәсеткә саҙаҡа бирмәһәң мәсетте нисек тотаһың? Дәүләт мәсеткә ярҙам итмәй, шул ары бире төшкән саҙаҡаларҙан мәсет тотола. Шуға күрә төрлө-төрлө саҙаҡалар бар, фарызы, зәкәт, ваджибы бар, фитр кеүек, гөшөр , нәфел саҙаҡалары ла бар – үҙенә, ғәиләңә, мохтаждарға, осраған кешегә бирәһең, берәй кешенең күңелең йомшартыр өсөн бирәһең. Шулай уҡ фидияларыбыҙ бар – уҡылмай ҡалған намаҙҙарыбыҙ өсөн, тотмай ҡалған ураҙаларыбыҙ өсөн, бәлки намаҙҙарыбыҙҙа кәмселек булғандыр, бәлки ураҙалырыбыҙҙа кәмселек булғандыр. Фидия бар, гүр саҙаҡаһы тип бирәләр уны. Гүрҙә, гүр тигән һүҙ ләхет тигән һүҙ. Шуны аңларға кәрәк, гүрҙең, ана гүр саҙаҡаһы һоранылар, юҡ нәмә бит ул, Исламда юҡ бит ул, тип әйтәләр. Әммә Исламда ләхет тигән төшөнсә бар, беҙҙең телдә гүр тип атала. Ләхеткә төшөп яттың, гүргә керҙең, ерҙең ҡуйынына керҙең тигән һүҙ. Әгәр телде белмәгән кеше, ниндәйҙер белгән кеүек һөйләһә иһә, был наҙанлыҡ, бик күп һаташыуға килеп килтерерҙә, фетнәгә килеп еткерерҙә диндән йыраҡлаштырыр был кешене. Был кешене генә түгел, ә уның һүҙенә ҡолаҡ һалған кешеләрҙе. Гүр саҙаҡаһы тигән һүҙ шул фидия инде ул, шул фидия саҙаҡаһы. Хәҙер ул ләхеттә Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында, битте ҡыҙармайынса, фәрештәләрҙе хәйерле ғәмәл менән ҡаршы алырлыҡ дәрәжәлә ятырға тейеш. Шуның өсөн бирәбеҙ, шуның өсөн беҙ ул киткәндәр өсөн ҡайҙалыр барып саҙаҡа биреп, доға ҡылдыртабыҙ. Ни эшләп саҙаҡа бирәлә, саҙаҡаға доға ҡыла ла шуның менән эш бөттө, муллаға түләнемдә бурыстан ҡотолдом тип уйламаһын. Аллаһ Тәғәлә алдында изге ниәтеңдән, ысын күңелеңдәң саҙаҡа бирергә тейешһең, ә кемгәлер түләү рәүешендә түгел.
     Үҙеңдең хәйерле тормошоң өсөн кемгәлер саҙаҡа биреп өҫтөңдән ошо һаранлығынды төшөрҙөң иһә, һинең күңелең йомартланһа иһә, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең: «Һарандар йәннәткә инмәҫ, ожмағҡа кереүселәр йомарттар», — тигән хәҙисенә тап килер. Ни өсөн саҙаҡаны бирәбеҙ? – күңелебеҙ йомарт булһын өсөн, Аллаһ Тәғәлә йомарт кешеләрҙе ярата. Ул һинең ризығын түгел ул, Аллаһ Тәғәлә биргән ризыҡ. Аллаһ Тәғәләнән ризыҡ килде, Аллаһ юлына бир. Күңелең йомартланғас, күңелең йомшарғас , йөрәгеңә Аллаһ Тәғәләнең нуры үтеп инә. Ә белмәгән килеш, бындай хәҙис күрмәнем, бындай һүҙ ишетмәнем, диндә ундай нәмә юҡ тип һөйләү, булған нәмәне юҡ тип әйтеү нимәгә килтерә – «Урындарын йәһәннәмдә әҙерләһендәр». — тигән пәйғәмбәребеҙ. «Мин һөйләгәнде һөйләмәне тип әйтһә, йәки мин һөйләмәгәнде һөйләне тип әйтһә, урындарын йәһәнәм утынан әҙерләһендәр», — тигән хәҙиселә бар».
     Ошо күркәм вәғәздән һығымта яһап, белмәгән ғилемебеҙ, булмаған аҡылыбыҙ менән изге әжерле йолаға әйләнгән гүр саҙаҡаһы менән бәйле теманы тамамлайыҡ.
     Әнәс раҙыяллаһу ғәнһә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үәссәлләмдән: «Йә, Расүлуллаһ беҙ мәрхүмдәребеҙ исеменән саҙаҡа бирәбеҙ, хаж ҡылабыҙ, улар өсөн доға ҡылабыҙ. Был ғәмәлдәребеҙ уларға барып ирешәсәкме?» – тип һораған.
     Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үәс-сәлләм: «Әйе, былар барыһы ла уларға барып ирешә һәм һеҙ үҙегеҙгә бирелгән бер һауыт күстәнәскә ҡыуанған кеүек, улар өсөн ҡылған был ғәмәлдәрегеҙ өсөн мәрхүмдәр ҙә бик шатланасаҡ», – тип яуап биргән.
     Аллаһ Тәғәлә һәр беребеҙгә йомарт булып, һәр беребеҙгә лә Аллаһ Тәғәләнең йәннәте менән хозурланып, уның йөҙөнә ҡарау менән хозурланыу насип итһен. Әмин.