Эт көтөп ләғнәт алма!
Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-раджиим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахииим. Әлхәмдүлилләһи раббил ғәләмин үәссаләәтү үәссәләәмү ғәләә рәсүлинә Мүхәммәдин афзәлил әнбиәи үә хаатәмил мүрсәлииин үә ғәләә әәлиһи үә әсхәәбиһи әждмәғиин.
Бөтә йәнле һәм йәнһеҙ барлыҡтарҙы яратҡан, ғәләмдәрҙең Раббыһы булған Аллаһы Сөбхәнә үә Тәғәләгә бик күп рәхмәттәребеҙ, маҡтауҙарыбыҙ, шөкөрҙәребеҙ булһа ине. Бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең өҫтөнө һәм бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең һуңғыһы булған, беҙгә бәхет-сәғәҙәткә илтә торған юлды күрһәтеп ҡалдырған һөйөклө, нурлы Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм хәҙрәттәренә, уның хөрмәтле ғәиләһенә, сәхәбәләренә, барыбыҙҙың сәләмдәре, салауаттары һәм һәр төрлө изге доғалары булһа ине.
Мөхтәрәм дин ҡәрҙәштәрем, әссәләәмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәракәәтүһү.
Ерҙә йәшәгән йөҙҙөрсә мең йыл дәүерендә кеше бик күп ҡырағай хайуандарҙы һәм ҡоштарҙы ҡулға эйәләштерә. Ҡырағай, йыртҡыс хайуандарҙан үҙ хужаһы өсөн үлергә лә әҙер булған ышаныслы һәм тоғро дуҫҡа әйләнгән эт кешенең дүрт аяҡлы һәм ҡанатлы дуҫтары араһында айырым урын биләй. Кеше һәм эттең дуҫлығы быуаттар төпкөлөнән килгән тоғролоҡ менән көслө. Эттәр хужаһын һүҙһеҙ ҙә аңлап тора, хужаһын аңлау өсөн, уға белер-беленмәҫ ым йәки ҡараш та етә. Ерҙә кешене хәлифә итеп яралтҡан Хаҡ Тәғәләбеҙ был тоғролоҡто һәм фиҙаҡәрлекте беҙҙең асылыбыҙға һалған. Раббыбыҙ кешеләрҙе барлыҡҡа килтермәһә, ерҙә бер хайуан да булмаҫ ине.
إِنِّي جَاعِلٌ فِي الْأَرْضِ خَلِيفَةً
«...иннии джәәғилүн фил-ардыи халиифәтәң...».
«...Раббың фәрештәләргә әйтте: «Мин ер йөҙөнә (Әҙәмде хәлифә ( башлыҡ, хужа) итеп яралтасаҡмын... ». Баҡара сүрәһе, 30 аят.
Ите-һөтө менән туҡланһын өсөн, иң яҡшы ижад емешенә Ул һыйыр, кәзә, һарыҡтарҙы, егеп йөрөр һәм ауыр йөктө ташыр өсөн аттарҙы, дөйәләрҙе бар ҡылған. Йәннәт баҡсаларын хәтергә төшөрһөн өсөн, Ул һыуҙарҙа йөҙгән ғәжәйеп балыҡтарҙы, күктә гүзәл ҡауырһынлы, тауышы менән әсир итеүсе ҡоштарҙы бар ҡылған... («Тыңла әле, улар беҙҙең менән һөйләшә» китабынан. Фарук Кангер).
Вәғәҙебеҙ кешенең тоғро юлдашы булған эт тураһында. Мосолман динебеҙҙә эт тотоу һәм уға ниндәй ҡараш һуң? Ошо хаҡта һөйләшеп үтәйек.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд гәләйһис-сәләм бер хәҙисендә шулай тип әйткән:
«Эттәрҙе өс маҡсат өсөн тоторға мөмкин: һунар өсөн, малды ҡарап йөрөтөү һәм сәсеүлектәрҙе һаҡлау өсөн». (Мохтасар, Мөслим, 121).
Әммә динебеҙҙең талабынан тайпылып бөгөнгө көндә халыҡтың эт тотоуға ҡарашы нисек? Күрәбеҙ – урам тулы көтөүе менән йөрөгән берәҙәк эттәр, хужалары булып та бәйһеҙ юлда бала-сағаға һәм ҡатын-ҡыҙҙарға ташланған агрессив эттәр. Бер-нисә йәшлек балаларҙан алып, өлкәндәрҙе лә тешләп, талап, хатта үлтергән осраҡтарҙы ла күреп-ишетеп торабыҙ.
Динебеҙҙә маҡсатһыҙ эт тоторға ярамай тейелә. Эт тотаһың икән, Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында шуның өсөн яуаплылыҡ алаһың. Уны тотҡас, тәрбиә ҡылыр кәрәк, үҙең көнөнә өс тапҡыр ашайһың икән, этеңде лә өс тапҡыр ашат. Эттән кешеләргә, күрше тирәгә лә зыян һәм зарар булырға тейеш түгел. Урамда кешегә ташланһа, хужаһына Аллаһ ләғнәт ҡыла. Күршеләрҙең тыныслығын боҙоп олой, йә өрә икән йәнә хужаһына гонаһ яҙыла, урам-юлды бысратып нәжесләй икән, тағы ла гонаһ. Башҡаларҙың мал-тыуарын һәм ҡош-ҡортоң зәғифләй һәм үлтерә икән – йәнә ләғнәт һәм ҡарғыш Аллаһ Тәғәләнән дә һәм ошо хайуандан ҡурҡып күңеле рәнйегән кешенән дә. Ә балалар ни кисерә һуң ошо быҙауҙай эттәр абалап килеп тешләһә?
Ана шуға ла хужалыҡта уйын йәки матурлыҡ өсөн эт тотоу ярамай. Этте фәҡәт һунар өсөн, һаҡлау, һуҡыр кешене оҙатып йөрөү кеүек хәжәт төшкән осраҡта ғына аҫрау рөхсәт ителә.
Яҡшы эт эйәһенә хеҙмәт итә. Уны һаҡлай, оҙата, көтөүен көтә, йәнлек аулай һәм һәр ваҡыт тоғро күҙҙәре менән хужаһы өҫтәленән өлөш сығарыр, тигән өмөттә ҡарай. Аллаһ биргән байлыҡ менән туйынаһығыҙ һәм бөтөн теләгәнегеҙҙе ҡәнәғәтләндерәһегеҙ икән, этегеҙгә лә шундай ҡараш булырға тейеш. Бушҡа эт һуғарып йөрөп, донъя көтөр урынына мәғәнәһеҙлеккә, ялҡаулыҡҡа бирелгән кеше бер ваҡытта ла көн күрмәҫ. Хужалыҡта әллә ниндәйҙер мал-тыуар тотоу өсөн финанс сығымдар ҙа талап ителә. Эт тотоу өсөндә сығымдар кәрәк. Кеше шул аҡсаһын хәйриә эшенә тотһа, сауаплыраҡ булмаҫ инеме икән? Мәҫәлән, етем бала үҫтерһә йәки мохтаждарға булышһа?
Мосолман кешеһенә ихтыяжһыҙ, хәжәтһеҙ эт тоторға ярамай. «Кемгәлер хужалығын һаҡларға кәрәк булһа, йә иһә ризыҡ табыусы һунар эттәр,файҙаһы булғанда, эт тоторға була. Ихтыяжһыҙ эт тотоу ғаиләнең бәрәкәтен ашай, тип һанала. Дин әһелдәре һәм табибтар аңлатыуынса, эт ауыҙында төрлө микробтар, йоғошло ауырыу таратырға һәләтле вирустар күп. Эттән лишай эләгергә, аллергия килтереп сығарырға мөмкин. Эттең һеләгәйе диндә нәжес (бысраҡ) булып һанала. Ул кейемгә тейһә, тәһәрәт боҙола. Шуға ла ислам паклыҡ -таҙалыҡ дине булғанға, этте өй эсендә тоторға рөхсәт ителмәй. Әгәр эт кейемде ялаһа, ул кейемде йыуыр кәрәк.
Шәриғәт ҡанундарында ошолай тип әйтелә: әгәр кейемгә, тәнгә эт һеләгәйе йәки эт морононың килә торған еүешлек (лайла, маңҡа) тейһә һәм еүешләнгән ер бер дирһәм ҙурлығында булһа (яҡынса 2-5 тимер аҡса ҙурлығында), уны йыумайынса намаҙ уҡыу дөрөҫ булмаҫ. Еүешләнгән ер бер дирһәмдән бәләкәйерәк булһа, уны йыумайынса намаҙ уҡыу мәкрүһ (гонаһ) була. Эт кешегә һыпырынып та, ул эттең һеләгәйе йәки танау еүешлеге менән буялмаһа, шул килеш намаҙ уҡыу дөрөҫ була.
Тағы ла эт тотоу һаулыҡҡа зыян килтереүе мөмкин. Табибтар әйтеүенсә: «Йорт хайуандары кеше сәләмәтлегенә, бигерәк тә балаларҙың һаулығына ҡурҡыныс булырға мөмкин. Шуға күрә хужалыҡта аҫраған хайуандың сәләмәтлеге тураһында ла ҡайғыртырға кәрәк. Йәғни ул да ветеринар күҙәтеүе аҫтында булырға, уға ваҡытында прививкалар яһатырға тейеш. Иң ҡурҡынысы – ҡотороу сире. Ваҡытында вакцинация яһалмаһа, ауырыу эт йәки бесәй үлергә, ә балаға уның сире йоғорға мөмкин. Эттән балаға баш мейене һәм бауырҙы зарарлай торған ауырыу эләгергә мөмкин. Шулай уҡ эттең эсәклегендә тиҫтәләгән йоғошло паразит йәшәй.
Кемдер бер ни файҙаһыҙ һәм тәрбиәһеҙ эт тота икән – уға Аллаһының бәрәҡәте юҡ, тик үҙенә гонаһ йыйыусы ғына була. «Кем дә кем һунар этенән, мал-тыуар һаҡсыһынан һәм ер (хужалыҡ) һаҡлаусы эттән башҡаһын тотһа, белеп торһон, уның көн һайын ике карат ауырлығындағы әжере кәмеп барыр», – тип киҫәткән. Карат ул матур һәм ҡиммәт таштар үлсәү берәмеге. Ике каратты аҡсаға әйләндерһәк – миллион һум тирәһе. Йәки икенсе төрлө әйтһәк: хәҙистә килгәнсә, сәбәп булмай тороп, эт аҫрау хужаһының көн һайын ике карат, ике тау, (ике Өхөд тауы ҙурлығында) тиклем әжер-сауабын юҡҡа сығара, йорттан бәрәкәт китә.
Шуныһы мәғлүм, этле йортҡа әҙәм балаһын яҡлаусы фәрештәләр ҙә инә алмай. Бындай йортта намаҙҙы ла яҡшы итеп уҡып булмай, шайтандар эйәләшә, ғөмүмән, ул йорт бысраҡ булып һанала. Өй эсендә эт аҫрау өйҙөң таҙалығын бөтөрә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм әйткән: «Әгәр ҙә эт һауыт-һабаға ҡағылһа, уны ете ҡат йыуырға кәрәк, бер ҡат ҡомо менән ышҡып йыуыу мотлаҡ». Аңлашылғанса, эт өйҙөн таҙалығына ҙур зыян һала. Тимәк, намаҙ әһеле булған мосолман өйөндә эт йәшәй алмай. Тимәк, эт тотоу хужалыҡ, көтөүлек һаҡлау, һунарға сығыу менән генә бәйле була ала.
Һуҡыр кешегә ярҙам итеп, янында йөрөүсе этте, зарурият булыу сәбәпле, хужалыҡта тотоу рөхсәт ителгән. Ниндәйҙер сәбәп буйынса, Ислам дине канундарын белер-белмәҫ көйө эт алған был кеше яҙманы уҡығас, уны урамға ҡыуып сығарһа, гонаһлы булыр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешеләр, уйлап тормайынса, кесе дуҫтарын урамға сығарып ташлай. Бындай хайуандар ашарына ризыҡ эҙләп, берәҙәк эттәргә әйләнеп, көтөүе менән йөрөп тирә-йүндәгеләрҙең йәшәйешенә хәүеф тыуҙыра. Өйҙә үҫкән, тәрбиәләнгән этте урамға сығарып ебәреү, һис шикһеҙ, ярамаҫ. Бындай эт хужаһы тәрбиәһенә өйрәнгән, шуға күрә лә ул хайуанды әжәле еткәнсе тәрбиәләргә йәки тәрбиә ҡылыу шарттарын тыуҙырырға тейеш", – тиелә унда. Эттең урыны тышта булырға тейеш.
Ислам дине бөтөн йән эйәләренә мәрхәмәт-шәфҡәт күрһәтергә ҡуша. Хайуандарға ҡарата ҡаты (рәхимһеҙ) булған кеше — йәһәннәмле, уларға рәхим-мәрхәмәт күрһәткән кеше йәннәттәлер. Бөйөк шәхестәр быны яҡшы аңлаған. Мәҫәлән, «Рифаи» тариҡәтенең башлығы Сәййид Әхмәд әр-Рифан хәҙрәттәре дәрес алып барғанда, аҙан тауышы ишетелгән икән. Бөтә шәкерттәр, һикереп тороп, мәсеткә намаҙға йүгергән. Ләкин уҡытыусы урынынан ҡуҙғалмаған. Сөнки еләненең сабыуы сөҫтәндә серем итеп ятҡан бесәйҙең: «Йә Рәхим, йә Рахман», — тип зекер әйтеүен ишеткән. Ул уны уятырға баҙнат итмәгән. Елән сабыуының бесәй ятҡан өлөшөн киҫеп ҡалдырған. Бөйөк мосолман ғалимдары хайуандарға бына шулай мәрхәмәтле булған.
Әммә һәр нәмәнең дә самаһы була, әлбиттә. Сикһеҙ йәлләү хисе ҡайһы ваҡыт файҙанан үтә ныҡ зыян килтерергә мөмкин. Мәҫәлән, әгәр беҙ зарарлы бөжәкләрне ҡыҙғанып, уларҙы юҡ итмәһәк, кешеләргә зыян итәр инек. Шуның өсөн мәрхәмәт-шәфҡәт мәсьәләһендә бер ҙә ҡағиҙәне һаҡларға кәрәк. Ислам ғалимдары быны ошо һүҙҙәр менән әйтеп биргәндәр: «Күллү музурин йүкътәлү» ( зыян килтереүселәр үлтерелер). Шулай итеп, зарарлы бөжәктәр йәки хайуандарҙы юҡ итеү уларҙың зарарынан ҡотолоу тигән һүҙ. Бының һис тә бер гонаһаһы юҡ. Әгәр беҙ зарарлы йән эйәһенең зыянлы эшенә кәртә ҡуймаһаҡ, унан зарар күргән кешеләргә ҡаты бәғерлелек һәм рәхимһеҙлек күрһәткән булыр инек. Йәғни был инде шәфҡәт түгел, бары тик ваҡытлы хискә алданыу буласаҡ.
Эттәр мәсьәләһендә өҫтә лә әйтелгәндәрҙән сығып фекер йөрөтөргә кәрәк. Ислам дине буйынса өйҙә эт тоторға ярамай, сөнки был күп сығымдар талап итә. Эткә ҡулланылған аҡсаны фәҡир һәм мохтаж кешеләргә биреү күпкә мәслихәт һәм сауаплы булыр ине.
Ә инде йорт һәм башҡа урындарҙы һаҡлай торған эт тә зарар килтерә башлаһа, буштан-бушҡа кешеләргә ташланһа, тейешле сара күрелергә тейеш. Йәғни уның зарарын башҡа юл менән бөтөрөү мөмкин булмаһа, уны үлтерергә лә ярай. Бындай осраҡта этте үлтереү гонаһ түгел.
Бер һүҙ менән әйткәндә, кешенең мәрхәмәте Аллаһтың мәрхәмәте үә шәфҡәтенән артып китергә тейеш түгел. Йәғни артыҡ мәрхәмәтле булып әҙәм балаһын ҡыҙғаныу урынына йәнлекте йәки хайуанды ҡыҙғанырға, уларҙы кешенән өҫтөн күрергә ярамай. Был сик-саманы юғалтыу булыр ине.
Әммә бөгөнгө көндәрҙә хайуандарҙы яҡлаусылар кешеләрҙе үлтергәнсе талаған эттәрҙе аулауҙы вәхшилек тип һанай һәм уларҙы үлтереүгә ҡаршы булып һәм шуларҙы яҡлап, көндәрен нимә менән үткәрергә белмәгән өҫтә ултырған депутатар яңы закондар ҡабул итте. Эттәрҙе был законға ярашлы атырға йәки башҡа төрлө үлтерегә ярамай. Атһаң, енәйәт эше лә ҡуҙғатырға мөмкиндәр. 2020 -cе йылдың 1-нсе ғинуарынан хайуандарға ҡарата яуаплылыҡ тураһында яңы федераль закон үҙ көсөнә керҙе. Беҙҙә был закон 24 июндән ғәмәлгә инде. Хәҙер махсус хеҙмәттәр урам эттәрен һәм бесәйҙәрҙе урамдар, урман-яландар буйлап баҫтырып, тоторға тейештәр, стерилләштерергә, вакцина яһарға һәм ҡабаттан урамға сығарып ебәрергә тейеш булалар. Хайуандарҙы бары тик дауалап булмай торған ауырыуы булғанда йәки ғүмеренә ҡот осҡос янағанда ғына «йоҡлатырға» ярай. Был сараға беҙҙең Башҡортостанда 64 миллион һум аҡса бүленгән. Эттәрҙе аулаусылар хайуандарҙы балалар күрмәгәндә һәм видеокамера тотоп һәр бер этте нисек тотҡанын төшөрөргә һәм был эт тотҡан ваҡытта зыян күрмәне тип, отчет бирергә тейештәр. Күрәһегеҙме эттәргә ҡарата ниндәй мәрхәмәтлек ҡулланырға тейештәр. Ә илдә ас, яланғас, өйһөҙ балаларға һәм өлкәндәргә ярҙам юҡ.
Шул уҡ эттәрҙе ашатыбыҙ тип һөтөн-ҡаймағын биргән һыйырҙы иткә ебәрәләр һәм ни эшләптер был икенсе илдәрҙә изге булған малды бер кемдә ҡыҙғанмай. Эшкенмәгән хөкүмәт арҡаһында илдә больництар бөтөрөлөп, хәҙер бер ярҙамһыҙ һәм дауаһыҙ өйҙәрендә ятҡан, йөрәк һәм башҡа сир менән ауырыған кешеләр тураһында хәстәрлек юҡ, ә берәҙәк эттәрҙе яҡлау хөкүмәттең беренсе планында тора.
Эт-бесәйҙәргә приюттар төҙөгәнсе, шул аҡсаны ярлы, мохтаж кешеләргә тотһаҡ, хәйерлерәк булыр ине. Беҙ шул дәрәжәгә еттек, хайуандар өсөн йәнебеҙҙе фиҙа ҡылырға ла әҙербеҙ, ә кешеләрҙе ҡарамайбыҙ. Әҙәм балаһын түбәнселеккә төшөрөп, хайуанды күтәреү дөрөҫ түгел.
Эт-бесәйҙәрҙе кеше балаһынан да яҡын итеп, ҡәҙерләп тороусылар йәмғиәтебеҙҙең аҡыл дәрәжәһе түбән, рухи байлығыбыҙҙың һай булыуын, күңел тарлығы тураһында һөйләй. Беҙ кешегә түгел, хайуанға иғтибар бирәбеҙ. Сөнки бер-беребеҙ менән аралашмайбыҙ, туғанлыҡ ептәре өҙөлә, мәрхәмәтлек һәм шәфҡәтлелек, киң күңеллелек сифаттары юғалып бара. Шуға ла башҡаларҙан мәрхәмәтлелек, йылы һиҙмәгәс, әҙәм балаһы хайуандарҙы үҙ итә, уларҙы яҡыныраҡ күрә һәм үҙ доньяһында бикләнеп, эт-бесәйҙәре менән йәшәй башлай.
Йә Аллаһ халҡыбыҙҙы түбәнселеккә, тәҡәбберлеккә һәм вайымһыҙлыҡҡа төшөрмә. Бер-беребеҙ менән туғанлыҡта, рәхимлектә һәм шәфҡәтлелектә йәшәргә насип ит.