Донъяның асыл мәғәнәһе
Ғәрәп телендә беҙ йәшәй торған донъя ул «әлхәйәтүд — дүнья» тип атала. Был һүҙ башҡорт теленә «иң яҡын һәм иң түбән тормош» тигән мәғәнәлә тәржемә ителә. Ни өсөн ул «иң яҡын тормош». Сөнки ул ахирәткә ҡарағанда алдараҡ. Кеше уның үҙен дә йәшәй, ул уны күрә, ишетә һәм һиҙә. Шулай уҡ «әлхәйәтүд – дүнья» ул «иң түбән тормош» тигән мәғәнәне лә аңлата. Ахират доньяһы менән сағыштырғанда был донъя бик түбән дәрәжәлә. Шулай уҡ Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында уның дәрәжәһе бик түбән һәм бер ниндәй ҙә ҡиммәткә эйә түгел. Мөхәммәд ﷺ әйтә: «Әгәр ҙә был донъя Аллаһ ҡаршыһында серәкәй ҡанаты баһаһы торған булһа, Ул кафырға бер йотом һыуҙа эсермәҫ ине». (Тирмизи)
Әр – Рифәғәй исемле ғалим әйтә: «Донъя — ул хыянатсы, алдаҡсы. Ул үҙенә бирелгән кешеләрҙән көлә. Әгәр ҙә кемдер унан баш тартһа ул имен булды, әгәр ҙә кемдер уға бирелһә ул һәләк булды. Ул йылан кеүек һығылмалыҡҡа һәм үлтереүсе ағыуға эйә. Уның ләззәттәре бик тиҙ юҡҡа сыға, ә көндәре хыял кеүек үтеп китә. Унда йәшәгәндә үҙеңде Аллаһҡа бойһоноуҙа ҡуллан һәм үҙеңде хисап ҡылырға онотма».
Аллаһ Тәғәлә был донъяны уйын өсөн түгел, ә билдәле бер маҡсат менән яратты. Аллаһ Тәғәлә әйтә:
إِنَّا جَعَلْنَا مَا عَلَى الْأَرْضِ زِينَةً لَّهَا لِنَبْلُوَهُمْ أَيُّهُمْ أَحْسَنُ عَمَلً
7. Иннәә джәғәлнәә мәә ғәләл-ардыи зиинәтәл-ләһәә линәблүүәһүм әййүһүм әхсәнү ғәмәләә.
"Дөрөҫөн әйткәндә Беҙ ер өҫтөндә булған бөтә уларҙы һынар өсөн зиннәт (матурлыҡ) итеп ҡылдыҡ. Уларҙың ҡайһыһы ғәмәле буйынса иң яҡшы икәнлекте (күреү өсөн). (Кәһф – 7)
Был аяттан аңлашылғанса кеше был донъяға һынау өсөн тыуа. Кешенең һыналыуына Аллаһтың әмерҙәре һәм тыйыуҙары сәбәпсе булып тора, йәғни Ислам дине менән йәшәү. Кемдер был доньяны лайыҡлы рәүештә Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылып, ә кемдер үҙенең нәфес теләктәренә эйәреп, донъяға бирелеп Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылмайынса һәм йәннәткә алып барыусы ғәмәлдәрҙе эшләмәйенсә уҙҙыра. Ҡөрьәндең бер аятында Аллаһ Тәғәлә донъяның асыл мәғәнәһен шундай миҫал менән аңлата:
"Уларға иң түбән тормошҡа (был донъяға) оҡшаған нәмәне миҫал итеп килтер: был донъя Беҙ (Аллаһ) күктән иңдергән һыуға оҡшаған. Һыу менән ерҙең үҫемлектәре ҡушылды һәм ул үҫемлек елдәр тарата торған, кибеп бөткән нәмәгә әйләнде. Аллаһ бөтөн нәмәгә лә камил ҡөҙрәтле булды".
Имам әр – Рази әйтте: «Бел шуны, Аллаһ Тәғәлә был сағыштырыу менән донъяның бер нимәгә лә тормауын, түбәнге дәрәжәлә булғанлығын һәм мәңге булмағанлығын күрһәтә...».
Аллаһ ҡаршыһында был донъя бер ниндәй ҙә ҡиммәткә эйә түгел. Шуға күрә Ул үҙенә ғибәҙәт ҡылмаған һәм шөкөр итмәгән кешеләргә лә байлыҡ һәм ниғмәт бирә. Сөнки Аллаһ өсөн донъя бер нәмәлә түгел.
Кешеләр донъяның асыл мәғәнәһен аңламағанға күрә бөтөнләйе менән уға биреләләр һәм бөтә өмөттәрен, маҡсаттарын уға бәйләйҙәр. Шуның арҡаһында улар был донъяла теләһә ниндәй юл аша: гонаһлымы ул, гонаһһыҙмы гел рәхәт һәм ләззәт эсендә йәшәргә теләйҙәр. Әгәр ҙә уларға ҡайғы килһә улар бик ныҡ ҡайғыралар, әгәр ҙә ҡыуаныс килһә Аллаһты оноталар һәм Уға ғибәҙәт ҡылмайҙар.
Кешеләр был доньяны ахирәттән өҫтөн күрмәһендәр өсөн Аллаһ Тәғәлә уны үҫемлектәр менән сағыштыра. Үҫемлектәр күктән ямғыр яуғас үҫеп сығалар, сәскә аталар емеш бирә. Ләкин ахыр сиктә барыбер һарғайып кибеп бөтәләр. Һуңынан ел уларҙы төрлө яҡҡа осортоп юҡҡа сығара. Шулай уҡ был донъя ла һәм кеше тормошо ла тап шулай уҡ. Башта кеше тыуа шунан һуң яйлап – әкренләп үҫә, көслө кешегә әйләнә, һуңынан әкренләп – әкренләп ҡартая башлай һәм ахыр сиктә бөтөн байлығын, балаларын ҡалдырып үлеп китә. Аллаһ Тәғәлә башҡа аятта ла донъяның ысын мәғәнәһен аңлатып шулай тип әйтә:
اعْلَمُوا أَنَّمَا الْحَيَاةُ الدُّنْيَا لَعِبٌ وَلَهْوٌ وَزِينَةٌ وَتَفَاخُرٌ بَيْنَكُمْ وَتَكَاثُرٌ فِي الْأَمْوَالِ وَالْأَوْلَادِ كَمَثَلِ غَيْثٍ أَعْجَبَ الْكُفَّارَ نَبَاتُهُ ثُمَّ يَهِيجُ فَتَرَاهُ مُصْفَرًّا ثُمَّ يَكُونُ حُطَامًا وَفِي الْآخِرَةِ عَذَابٌ شَدِيدٌ وَمَغْفِرَةٌ مِّنَ اللَّهِ وَرِضْوَانٌ وَمَا الْحَيَاةُ الدُّنْيَا إِلَّا مَتَاعُ الْغُرُورِ
20. Иғләмүүәннәмәл-хәйәәтү-ддүнйәәләғи- бүү-үә ләһүүү-үә зиинәтүү-үә тәфәәхурум-бәйнәкүм үә тәкәәҫүрун фил-әмүәәли үәл-әүләәди кәмәҫәли ғайҫин әғджәбәл-күффәәра нәбәәтүһү ҫүммәә йәһииджү фәтәрааһү мусфарраң ҫүммә йәкүүнү хүтаамәү-үә фил-әәхыирати ғәҙәәбүн шәдиидүү-үә мағфиратүм-минә-ллааһи үә рыидүәәнүү-үә мәлхәйәәтү-ддүнйәә илләә мәтәәғүл-ғуруур.
20. Белегеҙ: донъялыҡтағы тормош — уйын да көлкө, биҙәнешеү ҙә, маҡтанышыу, мал да бала менән ярышыу. Ул ямғырҙан һуң ҡалҡып, игенселәрҙе һоҡландырған үлән кеүек. Аҙаҡтан уның шиңеп, һарғайғанын, сүпкә әйләнгәнен күрәһең. Ә әхирәттә — ҡаты яза ла Алланың ярлыҡауы менән ризалығы. Донъялыҡтағы тормош алданып файҙаланыр өсөн генә. (Хәдид – 20)
Донъя ваҡытлы булғанға күрә Аллаһ Тәғәлә уға алданып ахирәтте онотоп йәшәмәҫкә ҡуша. Аллаһ Тәғәлә әйтә:
يَا أَيُّهَا النَّاسُ اتَّقُوا رَبَّكُمْ وَاخْشَوْا يَوْمًا لَّا يَجْزِي وَالِدٌ عَن وَلَدِهِ وَلَا مَوْلُودٌ هُوَ جَازٍ عَن وَالِدِهِ شَيْئًا إِنَّ وَعْدَ اللَّهِ حَقٌّ فَلَا تَغُرَّنَّكُمُ الْحَيَاةُ الدُّنْيَا وَلَا يَغُرَّنَّكُم بِاللَّهِ الْغَرُورُ
33. Йәә әййүһә-ннәәсү-ттәҡуу раббәкүм уахшәү йәүмәл-ләә йәджзии үәә-лидүн ғәүүәләдиһи үә ләә мәүлүүдүн һүүә джәәзин ғәүүәәлидиһи шәй'ән иннә үәғдә-ллааһи хәҡҡуң фәләә тәғурран-нәкүмүл-хәйәәтү-ддүнйәә үә ләә йәғурраннәкүм билләәһил-ғаруур.
33. Эй, кешеләр! Раббығыҙҙан ҡурҡығыҙ, атаһы балаһы өсөн, балаһы атаһы өсөн яуап бирмәҫ көндән ҡурҡығыҙ. Ысынлап та, Алланың вәғәҙәһе хаҡ, донъялыҡтағы тормош һеҙҙе ҡыҙыҡтырып әүрәтмәһен, Алла хаҡында һеҙҙе алдаҡсы (шайтан) алдай күрмәһен (Лоҡман – 33)
Кешенең донъяға алданып йәшәүе – ул Аллаһ Тәғәләгә биш ваҡыт намаҙ уҡып ғибәҙәт ҡылмау, нәфсе теләген ҡәнәғәтләндереү өсөн гонаһтарҙан тыйылмау, килеп торған байлыҡтың хәләллегенә һәм хәрәмлегенә иғтибар итмәү. Шулай уҡ донъяға алданып йәшәүсе кеше ул байлығын, балаларын, ҡатынын Аллаһ ризалығынан өҫтөн күреүсе кеше.
Әгәр ҙә кеше биш ваҡыт намаҙын уҡып, ураҙаһын тотып, зәкәтен түләп хәләл юл менән аҡса таба, ҡыйбатлы машиналарҙа һәм матур йорттарҙа йәшәй икән, ул был доньяны ахирәттән өҫтөн күреүсе кеше булып һаналмай.
Доньяның ысын мәғәнәһен дөрөҫ аңлаған кеше ул ҡулында булған бөтә нәмәне: байлығын, дәрәжәһен, эшен, ваҡытын, балаларын йәннәткә инергә ярҙам итеүсе юлдарҙа ҡуллана. Бындай кеше өсөн ысын тормош – ул ахирәттәге йәннәт. Аллаһ Тәғәлә әйтә:
وَمَا هَذِهِ الْحَيَاةُ الدُّنْيَا إِلَّا لَهْوٌ وَلَعِبٌ وَإِنَّ الدَّارَ الْآخِرَةَ لَهِيَ الْحَيَوَانُ لَوْ كَانُوا يَعْلَمُونَ
64. Үә мәә һәәҙиһил-хәйәәтү-ддүнйәә илләә ләһүү-үә ләғибүү-үә иннә-ддәәраль-әәхыиратәләһийәл-хәйәүәәнү ләү кәәнүү йәғләмүүн.
"Был донъя ул бары тик уйын һәм күңел асыу ғына, ә ысынында һуңғы барасаҡ мәңгелек донъя ул ысын тормош, әгәр ҙә улар быны белһәләр". (Ғәнкәбут – 64)
Бер ваҡыт Мөхәммәд ﷺ бер кешегә донъяға алданып йәшәмәһен өсөн шундай кәңәш бирә: «Биш нәмәне биш нәмә килгәнсегә ҡулланып ҡал: йәшлегеңде ҡартлыҡҡа хәтле, сәләмәтлегеңде ауырыуға хәтле, байлығыңды фәҡирлеккә хәтле, буш ваҡытыңды бер эш менән шөғөлләнеүгә хәтле һәм тормошоңды үлем килгәнсегә хәтле». (Хәким)
Ахирәт өсөн генә йәшәү ул был донъяла ваз кисеп, ярлы хәлдә, эшләмәйенсә, күңел асмайынса һәм ғаилә ҡормайынса йәшәүҙе аңлатмай. Ул бары тик был донъяны ахирәт өсөн ҡулланыуҙы ғына белдерә. Аллаһ Тәғәлә әйтә:
وَابْتَغِ فِيمَا آتَاكَ اللَّهُ الدَّارَ الْآخِرَةَ وَلَا تَنسَ نَصِيبَكَ مِنَ الدُّنْيَا وَأَحْسِن كَمَا أَحْسَنَ اللَّهُ إِلَيْكَ وَلَا تَبْغِ الْفَسَادَ فِي الْأَرْضِ إِنَّ اللَّهَ لَا يُحِبُّ الْمُفْسِدِينَ
77. Үәбтәғыи фиимәә әәтәәкә-ллааһуддәәраль-әәхыиратә үә ләә тәнсә нәсыиибәкә минә-ддүнйәә үә әхсиң кәмәә әхсәнә-ллааһу иләйкә үә ләә тәбғыил-фәсәәдә фил-ардыи иннәллааһа ләә йүхиббүл-мүфсидиин.
77. Алла биргән байлыҡта әхирәт йортон эҙлә. Донъялыҡтағы өлөшөңдө онотмай, Алла яҡшылыҡ иткән кеүек яҡшылыҡ эшлә, боҙоҡлоҡ таратма. Ысынлап та, боҙоҡлоҡ таратҡан кешеләрҙе Алла яратмай!» (Ҡасас – 77)
Әгәр ҙә кеше донъяла йәшәүҙең ысын мәғәнәһен дөрөҫ аңлаһа, ул йәне – тәне менән уға бирелмәйәсәк һәм килгән ауырлыҡтарҙы ла үҙ – үҙен бөтөрөп ҡабул итмәйәсәк. Сөнки ул белә, ул донъя ваҡытлыса йәшәү урыны. Шулай уҡ ул һәр ваҡытта ла ахирәткә бәйле булған нәмәләрҙе өҫтөн күрә. Аллаһ Тәғәлә әйтә:
وَمَا الْحَيَاةُ الدُّنْيَا إِلَّا لَعِبٌ وَلَهْوٌ وَلَلدَّارُ الْآخِرَةُ خَيْرٌ لِّلَّذِينَ يَتَّقُونَ أَفَلَا تَعْقِلُونَ
32. Үә мәл-хәйәәтү-ддүнйәә илләә ләғибүү- үә ләһүү-үә ләддәәруль-әәхыиратү хайруль- лилләҙиинә йәттәҡуунә ә фәләә тәғҡилүүн.
32. Донъялыҡтағы тормош — уйын ғына. Тәҡүәлеләр өсөн әхирәт йорто хәйерлерәк. Шуны төшөнмәйһегеҙме ни? (Әнғәм, Мал-тыуар -32)
Ғәли хәҙрәт:"Алты сифатҡа эйә булған кеше йәннәткә ынтылыусы, ә йәһәннәмдән ҡасыусы кеше була: Аллаһты белеп, Уға буйһонған, шайтанды белеп, уны дошман күргән, хаҡлыҡты белеп, уға эйәргән, доньяны танып, унан баш тартҡан һәм ахирәтте танып, уға ынтылған кеше", — тип әйтте.
Лоҡман Хаким үҙенең улына шулай тип әйтте: «Әй улым! Ысынында был донъя ул бик тәрән диңгеҙ. Күп кешеләр унда баттылар. Унда йәшәгән ваҡытта һинең көймәң Аллаһтан ҡурҡыу – дин тәҡүәлек булһын. „
Вәғәздең аҙағында кешеләрҙе бәхетле итә торған ғәмәлдәр тураһында иҫкә төшөрәһе килә. Аллаһ Тәғәлә әйтә:
قَدْ أَفْلَحَ مَن تَزَكَّى
وَذَكَرَ اسْمَ رَبِّهِ فَصَلَّ
بَلْ تُؤْثِرُونَ الْحَيَاةَ الدُّنْيَا
وَالْآخِرَةُ خَيْرٌ وَأَبْقَى
14. Ҡад әфләхә мән тәзәккәә.
15. Үә ҙәкәра-смә раббиһи фәсалләә.
16. Бәл түьҫируунәл-хәйәәтә-ддүнйәә.
17. Үәл-әәхыиратү хайруу-үә әбҡаа.
“Аллаһҡа тиңдәш ҡылыуҙан, гонаһтарҙан туҡтап сафланған, Раббыһының исемен иҫкә төшөрөп намаҙ уҡый башлаған кеше. Дөрөҫөн әйткәндә уңышҡа иреште. Ләкин һеҙ шулай эшләмәйһегеҙ, киреһенсә ахират күпкә хәйерлерәк һәм мәңге була тороп, һеҙ иң түбән донъяны өҫтөнөрәк күрәһегеҙ» (Әғлә, 14 -17)
«Ометлеләр» («Өмөтлөләр» сайты): http://islamsemya.ru/publ/prpoved_imama/na_tatarskom_jazyke/gafl_t_chire/31-1-0-574