Диндә радикаль милләтселек
     Википедеяла милләтселек нигеҙен үҙ милләтеңә тоғролоҡ, сәйәси бойондороҡһоҙлоҡ, халҡың именлеге хаҡына хеҙмәт, мәҙәни һәм рухи үҫеш, милләтеңдең тормош шарттарын, уның йәшәү территорияһын, иҡтисади ресурстарын һәм рухи ҡиммәттәрен ғәмәлдә һаҡлау өсөн милли үҙаңды берләштереү тәшкил итә, тейелгән. Әммә ошо милләтселек сиктәрен үтеп китеүселәр бар. Әлбиттә беҙ башҡорт булып ҡалырға тейешбеҙ. Башҡорт икәнебеҙҙе онотмаҫҡа, тел-йолаларыбыҙҙы һаҡларға тейешбеҙ. Башҡорт, татар мосолман мәктәптәре, балалар баҡсалары була тороп үҙ балаңды башҡа «сит телдә» генә һөйләшергә өйрәтеү, шул халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрендә тәрбиәләү – был, һис шикһеҙ, монафиҡлыҡ билдәһе һәм ул шулай уҡ мосолман ҡәрҙәштәреңә, үҙ милләтеңә хыянат итеүҙер. Ҡөръән уҡыр өсөн, ғәрәп грамматикаһын өйрәнеү өсөн иң яҡын тел башҡорт теле. Әлбиттә икенсе милләт телдәрен өйрәнеүҙә тыйылмай. Ғүмәр раҙыйАллаһу ғәнһү әйткән: «Йондоҙҙар ғилемен өйрәнегеҙ – юлдарҙы белер өсөн. Нәҫел-нәсәбегеҙҙе, үҙегеҙҙең тамырҙарығыҙҙы, ниндәй халыҡтан булыуығыҙҙы, телдәрегеҙҙе өйрәнегеҙ — бер-берегеҙгә яҡынайта торған сәбәп булһын өсөн». Мосолман кеше һәр саҡ ғилемгә ынтылырға тейеш һәм ошо ғилемен тулыһынса башҡаларға еткерергә тейеш. Шул маҡсатта сит телдәрҙе өйрәнеү бик хуп эш.

     Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм әйтте: «Кем ниндәй ҡәүемгә, халыҡҡа оҡшарға тырышһа, ул шуларҙан булыр», – тип. Башҡа милләттәргә оҡшарға тырышҡандарҙың был ынтылышы һөйләшеүҙәрендә генә түгел, ә йөҙҙәрендә, кейенештәренә, үҙ-үҙҙәрен ҡыланыш-тотоуҙарында ла күренә. Кемдер үтә динлелеген ғәрәп кейемдәрендә табырға тырыша, йә иһә «Урал батыр» эпосын мәжүсиләрҙән ҡалған ҡалдыҡ ти әйтергә тырыша.
     Шулай уҡ хәҙерге ваҡытта ҡайһы берәүҙәр үҙҙәренең миллилеген дин аша күрһәтергә маташа. Тик был маташыуҙары дини радикаль (киҫкен) милләтселеккә алып килә. Ишетеп-күреп белеп торабыҙ: башҡа халыҡты кафырлыҡта ғәйепләп, халыҡ араһында ыҙғыш-фетнә сығарырға тороусылар бар. Эргә-тирә һәм сит региондарҙа ла үтә динлеләр һәм радикаль милләтселәрҙең әүҙемлеге арта бара. Шулай уҡ республикабыҙҙағы быуаттар буйы төрлө милләттәр менән татыу тормош традициялары кемгәлер ҡамаусалай. Бигерәк тә динебеҙ, моңдарыбыҙ, уй-фекерҙәребеҙ берҙәм булған татар халҡы менән дошманлаштырыға тырышыусылар үҙҙәрен «динле» тигән йәштәр араһынан күрәбеҙ. Улар республикабыҙҙың сәйәсәтенә ҡыҫылып йәштәр араһында киҫкен милләтселекте артырырға теләйҙәр. Өҫтә ултырғандарҙың да аңһыҙ үә белемһеҙ эш итеүҙәре халыҡ-ара ыҙғышҡа килтергән сәбәптер.
     Әлеге мәлдә ДУМ РБ – ның «яңы таҙа» Ислам идеологияһын ишетергә теләмәгән имамдарҙың ЦДУМ –ға сыға башлауҙары арҡаһында уларҙы «татарҙарға һатылағыҙ» тигән ғәйепләүҙәр башланды. Татарҙарҙы милләт булараҡ кәмһетергә теләп әйтелгән был һүҙҙәр, икенсе яҡтан ЦДУМ дың үҙәгендә эшләгән башҡорт имамдары күп. Был ғәйепләүҙәр асыҡтан-асыҡ фетнәгә – халыҡ ара ыҙғыш-талашҡа алып бара. Уларҙың әйтеүенсә беҙҙең башҡортта быға тиклем Ислам дине булмаған, әбей батша Екатерина II бүләк иткән диндә башҡорттар йәшәгән, был дөрөҫ түгел тип, беҙ йәштәр генә дөрөҫ диндә тип, имамдарҙы алыштырыу башланды. Ата –әсәһен мосолман тип танымаған йәштәргә нимә әйтергә? Әгәр ата-әсәһен «мосолман» тип танымай икән –улар зинанан тыуған булып сығалар. Ә зинанан тыуғандар имам була алмайҙар. Ана шуға диндә үтә радикализмдың, үтә милләтселектең дә самаһын белер кәрәк. Динебеҙҙә халыҡ ара мөнәсәбәттәр тураһында, милләтселек һәм үтә милләтселек тураһында Ҡөръән Кәрим аяттарында һәм хәҙистәрҙә был хаҡта нимә тип әйтелә?
     Аллаһ Тәғәлә Ҡөръәндә:
                          يَا أَيُّهَا النَّاسُ إِنَّا خَلَقْنَاكُم مِّن ذَكَرٍ وَأُنثَى وَجَعَلْنَاكُمْ شُعُوبًا وَقَبَائِلَ لِتَعَارَفُوا إِنَّ أَكْرَمَكُمْ عِندَ اللَّهِ أَتْقَاكُمْ إِنَّ اللَّهَ عَلِيمٌ خَبِيرٌ
     «Йәә әййүһә-ннәәсү иннәә халәҡнәәкүм миң ҙәкәриү-үә үңҫәә үә джәғәлнәәкүм шүғүүбәү-үә ҡабәә'илә литәғәәрафүү иннә әкрамәкүм ғиңдә-ллааһи әтҡаакүм иннә- ллааһа ғәлиимүн хабиир».
     «Эй һеҙ, кешеләр! Беҙ һеҙҙе бер ир менән ҡатындан яраттыҡ. Бер-береһе менән танышһын тип, һеҙҙе төрлө халыҡ, төрлө ҡәбилә иттек. Аллаһ ҡаршыһында иң хөрмәтле кеше тәҡүәле кеше була. Алла, ысынлап та, белә, Ул хәбәрҙар!», 49/13, Худжурат сүрәһе.
     Аллаһ Тәғәлә беҙҙе төрлө халыҡтарҙан, ҡәбиләләрҙән ҡылды, бер-беребеҙ менән аралашыу, бер-беребеҙгә ярҙамлашыу өсөн. Ә бер-беребеҙҙән көлөр йә иһә бер-беребеҙҙе кәмһетер, мыҫҡыл итер, береһен икенсеһенән өҫтөнөрәк ҡылып йәбер-золом килтерер өсөн түгел. Аллаһ Тәғәләгә яҡынлығыбыҙ ниндәй телдә һөйләшеүебеҙгә бәйләнмәгән, ә тәҡүәлеккә бәйләнгән. Тел ул фәҡәт халыҡтарҙы айырыусы билдә, һәм ул бер милләтте, ҡәүемде берләштереүсе булып тора. Шуға күрә лә кем ниндәй телдә һөйләшә, аңлаша – ул шул халыҡтан. Был ғибәрәне ҡайһы бер ғәрәп ғалимдәре хәҙис тип тә, риүәйәт тип тә әйттеләр. Йәғни кем ғәрәпсә аңлаша – ул ғәрәп тинеләр. Шуға нигеҙләнеп, кем урыҫ телендә генә аңлаша – ул урыҫ, татарса аңлаша – татар, башҡортса аңлаша – башҡорт тип әйтеү дөрөҫ була.
     Әлбиттә, үҙ милләтең теленә өҫтәп башҡа телдәрҙе белеү ул оло мәртәбә. Ҡөръән һәм пәйғәмбәребеҙҙең сөннәте ғәрәп телендә булғанға күрә, ахирәт бәхетенә өлгәшеү өсөн был телде белеү ҙә кәрәк. Башҡа милләттәр менән аралашыу, улар араһында динебеҙгә дәғүәт итеү өсөн уларҙың телдәрен белеү ҙә мотлаҡ. Әммә үҙ милләтең теленән ситләшеп, уны кәмһетеү иҫәбенә түгел. Киреһенсә, һәр кем үҙ милләте телендә асыҡ, матур итеп һөйләшә белергә тейеш.
                                                        وَمِنْ آيَاتِهِ خَلْقُ السَّمَاوَاتِ وَالْأَرْضِ وَاخْتِلَافُ أَلْسِنَتِكُمْ وَأَلْوَانِكُمْ إِنَّ فِي ذَلِكَ لَآيَاتٍ لِّلْعَالِمِينَ
     «Үә мин әәйәәтиһи хальҡу-ссәмәәүәәти үәл-ардыи уахтиләәфү әлсинәтикүм үә әлүәәникүм иннә фии ҙәәликә лә'әәйәәтил-лил-ғәәлимиин».
     «Уның аяттарынса, Ул Күктәр менән Ерҙе яратҡан, һеҙҙең телегеҙ менән төҫөгөҙҙө төрлө-төрлө иткән. Ысынлап та, белгән кешегә бында аяттар бар!», 30/22, Әр-Рум сүрәһе.
     Әҙәм балаларының төрлө төҫтә, төрлө телдә булыуы – ул Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте һәм бөйөклөгө билдәләре. Һис шикһеҙ, аңлаусылар өсөн. Һәм был телдәрҙең һәм төҫтәрҙең айырмалығы Әҙәм балалары бер-береһен айырһындар өсөн. Бер атанан һәм әсәнән булыуҙарына ҡарамаҫтан, Аллаһ Тәғәлә уларҙы һәр төрлө ите. Был әйберҙәр хикмәт өсөн. Йәғни Аллаһ Тәғәләнең һәр бер эше уйланыу-фекерләнеү өсөндөр, хикмәт ғәләмәте һәр нәмәлә. Ҡайһы берәүҙәр: Исламда тел юҡ, милләт юҡ, тип әйтә. Әммә Ҡөръәндә тел дә бар, милләт тә бар. Аллаһтың китабында халыҡтар, уларҙың телдәре һәм төҫтәре бер-берегеҙҙе танып белеү өсөн – Аллаһтың билдәләре, тип әйтелгән.
     Бына ошо аяттарға ҡаршы сығып, икенсе халыҡты мыҫҡыл итергә, уның милләтенән кәмселек табып, теленән көлөргә әҙер торған, үҙҙәрен Ислам динендә тип йөрөткән радикаль милләтселәр бар. Әгәр мосолман икәнһең, тый телеңде икенсе милләткә ғәйбәт-бысраҡ ташлауҙан. Был наҙанлыҡ арҡаһында Ҡөръән һәм сөннәткә ҡаршы сығып дини фанатизмдың сағылышылыр.
     Мөьминдәр әмире Ғәли хәҙрәт дини фанатизмға ҡаршы күп аңлатмалар биргән, бына шуларҙың берәүһе: «Алты төрлө кешегә Аллаһ алты төрлө гонаһ өсөн яза бирер, — ғәрәптәргә – фанатизм, байҙарға – тәкәбберлек, әмирҙәргә – ҡаты бәғерле булыуы, шәриғәт белгестәренә көнсөллөккә бирелгәндәре, сауҙагәрҙәргә мутлыҡтары, ауыл халҡына наҙанлыҡтары өсөн бирелер ул язалар».
     Борондан алып бөгөнгө көнгә тиклем барған һуғыш-сыуалыштар ғәрәп илдәренең ысын йөҙөн күрһәтә. Милләт араһында ғына түгел, хатта үҙ ҡәбилә-ырыу араһында ла бара был һуғыштар әле һаман. Ғәрәп илдәре тарихтарын ентекләп уҡығыҙ әле. Ана шул ғәрәптәрҙең дини фанатизмын беҙҙең йәш радикаль милләтселәр дауам итә. Үҙҙәрен өҫтөн тотоп, һауаланалар, икенсе милләт халҡын мыҫҡылларға маташалар.
     Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһи үәссәләм, уға Аллаһ Тәғәләнең сәләме һәм рәхмәте булһын, үҙенең һуңғы хушлашыу хажында әйткән: «Ғәрәптең ғәрәп булмағандан өҫтөнлөгө юҡ, бында тик Аллаһтан ҡурҡыу ғына өҫтөнлөк, һәм дә һеҙҙең иң күркәме — Аллаһҡа иң тәҡүә булғаны!».
     Шулай уҡ, әйткән: «Йәннәткә инә алмай (шул кеше), йөрәгендә әгәр туҙандай (ауырлығы булһа ла) һауалылыҡ булһа ла». (Мөслим)
     Йәнә бер хәҙисендә, Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм әйткән: «Һауалы (тәкәббер) булыусылар ҡиәмәт көнөндә саң бөртөгө кеүек кеше ҡиәфәтендә йыйылырҙар, һәм улар бөтә яҡтан кәмһетеү менән ҡапланған булыр». (Тирмизи).
     Бер мәл Билал ибн Рабах әл-Хәбәший менән һөйләшкәндә Мөхәммәд бәйғәмбәрҙең күренекле сәхәбәһе Әбү Зарр әл-Ғифәрий, үҙенең әңгәмәләшенә ҡарата һүҙ ысҡындырған: «Әй һин, ҡара тәнле ҡатындың улы».
     Был йәһәттән Билал был турала Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмгә еткергән, һәм ул Әбү Зарраға шулай тип әйткән: «Һин, баҡһаң, шундай кеше икәнһең, эсенде ҡараңғылыҡ солғаған (мракобесие)». Икенсе төрлө әйткәндә: «Баҡһаң, һин тулы булмаған, ысын мосолман түгел икәнһең».
     Шулай уҡ билдәле булыуынса, пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм быға бик асыуланған. Быны күреп Әбү ибн Зарр Билал алдына килеп ергә ҡолаған һәм уны аяғы менән үҙенең битенә баҫһын өсөн үтенгән, ошо ҡурҡыныс тәҡҡәберлектең гонаһтын йыуыр өсөн.
     Аллаһ илсеһе әйткән бит, уға Аллаһ Тәғәләнең сәләме һәм рәхмәте булһын: «Һеҙҙең милләт буйынса сығышығыҙ башҡа милләттәрҙе мыҫҡыл итергә сәбәп бирмәй. Һеҙ бөтәгеҙҙә Әҙәм балалары, һеҙҙең үҙ ара бер-берегеҙҙән өҫтөнлөгөгеҙ юҡ, тик бында динлелек буйынса һәм Аллаһҡа тәҡүәлектә генә». (имам Әхмәт тапшырҙы.)
     Ул ғәләйһиссәләм, шулай уҡ әйткән: «Минең өмәтемдең ике ағзаһы көфөрлөктә: икенсе берәүҙе сығышы буйынса (милләте) яманлаусы һәм мәйеттең өҫтөндә ҡысҡырып һамаҡлап илаусы». (Мөслим)
     Шулай уҡ Аллаһ рәсүле ғәләйһиссәләм әйткән: «Беҙҙең кеше түгел шул, кем саҡыра асабийгә (радикаль милләтселеккә), беҙҙең кеше түгел шул, кем һуғыша асабийә өсөн (радикаль милләтселек) һәм ул беҙҙең кешенән түгел, кем асабий (радикаль милләтселек) арҡаһында башҡаларға асыулы». (Мөслим)
     Шулай уҡ: «Кем ҡәбиләһе өсөн һуҡыр тоғролоҡ күрһәтә, — ул беҙҙең аранан түгел; һәм шул, кем һуҡыр тоғролоҡ хаҡына ҡәбиләһе өсөн көрәшә, — беҙҙән түгел; һәм шул, кем һуҡыр тоғролоҡ хаҡына ҡәбиләһе өсөн вафат булһа, — ул беҙҙән түгел». (Әбү Дауд)
     Дини радикаль милләтселеккә саҡырыу бик ҡурҡыныс күренеш, ваҡиғалар һөҙөмтәләре кәрәгенән артыҡ булыуы ихтимал. Һәм ул кешене Исламдан сығарырға мөмкин, хатта ул ғибәҙәт ҡылыусы булһала. Был турала Аллаһ рәсүле, ғәләйһиссәләм әйткән: «Яһилиәткә саҡырыусы (радикаль милләтселектә быға инә) тамуҡ уты әһелдәре төркөмөнә ҡушылды».
     Сәхәбәләр һораны: «Әгәр ул ураҙа тотһа һәм намаҙ уҡыһа?» Мөхәммәд, ғәләйһиссәләм, яуап бирә: «Хатта ул әгәр намаҙ уҡыһа ла һәм ураҙа тотһа ла. Бер-берегеҙгә шулай тип әйтегеҙ, һеҙҙе Аллаһ нисек атаны: мөслим, мосолман, Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылыусы». (әт-Тирмизи)
     Шулай уҡ дини радикаль милләтселектең динебеҙҙә ниндәй урын биләүен күрһәткән бер ҡаты хәҙис: «Кем ырыуы менән ғорурлана, шул атаһының енес ағзаһын тотһон!». Был хәбәрҙе Әбү ибн Шәйбә килтерелә. «аль-Джами’ ас-сагъир» 3/235”.
     Ошо хәҙискә таянған, уны шулай быуындан-быуынға тапшырған сәхәбә Үбәй ибн Ҡәғб: бер мәле бер кеше үҙенең сығышы менән ғорурлана башлағас, Үбәй уға шулай тине: «Атаңдың енес ағзаһына йәбеш!» Шул саҡта кешеләр Үбәйгә, (уның һүҙенә асыуланып): “Һин бит һүгенмәй торғайның?! «Шуға ул яуап бирҙе: „Беҙгә шулай итеп әйтергә ҡушылды!» Әхмәт 21256.
     «Әгәр һеҙ ишетәгеҙ икән, кемдеңдер үҙенең сығышы менән ғорурланыуын, яһиләт ваҡытында кеүек», шуға ошо хәҙисте еткерегеҙ! Һүҙ шул хаҡта бара, кем ғорурлыҡ күрһәтеп һәм мөһабәтләнә үҙ ҡәүеме (милләт) менән, ырыу, атаһы һәм ата-бабаһы менән, яһилиәт заманындағы кеүек.
     «Һәм быны күсмә мәғәнәлә әйтмәгеҙ!». Был шуны аңлата: был осраҡта оялмай ошо һүҙҙе ҡуланырға кәрәк «енес ағзаһына (член)», уны икенсе төрлөгә алмаштырмай! Киҫкен ҡаты рәүештә, икенсе милләтте, ырыуҙы мыҫҡылларға тырышҡан һәм үҙенең милләтен өҫтөн итеп күрһәтергә тырышҡан кешегә ауыҙын асмаҫлыҡ итеп ошо хәҙисте әйтергә ҡушыла.
      Был хәҙистә Пәйғәмбәр (Уға Аллаһтың маҡтауы һәм сәләме булһын) әйткән башҡа һүҙҙәр кеүек, бөйөк мәғәнә. Был ҡаты һүҙҙәр, радикаль милләтсенең әшәке сифатына яуап булыр. Аллаһ рәсүленең васыятына эйәреп, дини радикаль милләтсе булғандарға әйтергә кәрәк: атайыңдын енес ағзаһына йәбеш, ул һине нәҫел дауамы иткәне һәм тәҡәбберлек сәбәбенең сәбәбе булдырғаны өсөн! Был радикаль дини милләтселекә батып, ҙур гонаһҡа төшөүен күрһәтә! Радикаль милләтселек Ислам динендә иң насар урындарҙың береһен биләй.
     Һәр мосолман белергә тейеш, ниндәй ҙә булһа ырыуҙың йәки башҡа милләттең башҡалар алдында бер ниндәй ҙә өҫтөнлөгө юҡ, һәм бында тик иман һәм Аллаһтан ҡурҡыу, тәҡүәле булыу!
     Хәбәр ителеүенсә, үҙ ваҡытында Ғүмәр ибн әл-Хаттаб үҙенең ғәскәр әмирҙәренә яҙған: «Әгәр кешеләр бер-береһен үҙ ҡәбиләләре исемдәре менән саҡыра башлаһа, уларҙы ҡылыс менән туҡмағыҙ шул мәлгә тиклем: Ислам дине менән бер-береһен саҡыра башлағанға тиклем!» 15/33 Әбү ибн Шәйбә.
     Башҡа мәғлүмәттә әйтелә: “шуға тиклем, улар ошолай әйтә башлағансы: «Әй мосолмандар, әй мосолмандар!“» Әбү ибн Шәйбә 15/32.
     Шулай уҡ хәбәрҙән, Басра ҡалаһында бер кеше милләтселекә өндәп: «Әй Әмир ҡәбиләһе!» тип саҡыра башлаған, ти: был саҡырыу Әбү Мусаға еткән, һәм ул уның өсөн 50 ҡамсы һуғыу менән язаға тартырған яһиләткә саҡырыуы өсөн! Әбү ибн Үбәйд «Ғәрибүл-хәҙис» 1/301.
     Был хәҙистәрҙән шуныһы аңлашыла: күкрәк киреп, мин «башҡорт» ә һин «татар» тип тәҡәбберләнеп, үҙенде икенсе милләттән өҫтөн ҡуйыу тыйыла. Динебеҙ бит һәр кешене, милләтенә, диненә ҡарамай ихтирам итергә ҡуша. Һәр кемде әүлиә итеп күр. Милләтенә ҡарап кешеләрҙе мыҫҡыллауҙарҙан, көлөүҙәрҙән, ғәйепләүҙәрҙән тыйылығыҙ, дошманлыҡҡа бармағыҙ. Үҙ милләтегеҙҙе һәм телегеҙҙе һаҡлағыҙ — был Аллаһтың бер бүләге.
     Ә инде кем дөрөҫ хәҙистәрҙе инҡар итә, үҙенең аҡыл-фекер ҡарашы менән, улар менән ҡот осҡос хәл булалыр, әгәр тәүбәгә килмәһәләр, Аллаһ Тәғәлә:
                           وَمَن يُشَاقِقِ الرَّسُولَ مِن بَعْدِ مَا تَبَيَّنَ لَهُ الْهُدَى وَيَتَّبِعْ غَيْرَ سَبِيلِ الْمُؤْمِنِينَ نُوَلِّهِ مَا تَوَلَّى وَنُصْلِهِ جَهَنَّمَ وَسَاءَتْ مَصِيرًا
     «Үә мәй-йүшәәҡиҡи-ррасүүлә мим-бәғди мәә тәбәййәнә ләһүл-һүдәә үә йәттәбиғ ғайра сәбиилил-мүьминиинә нүүәллиһи мәә тәүәлләә үә нуслиһи джәһән-нәмә үә сәә'әт мәсыиираа».
     «Кемдер хаҡ юлды асыҡ күргәндән һуң, рәсүлдән баш тартып, мөьминдәр юлынан тайһа, Беҙ уны үҙе баҡҡан нәмәгә йүнәлдерербеҙ ҙә йәһәннәмдә яндырырбыҙ. Бик яман ер ул!» 4/115. Ән-Нисә сүрәһе.
     Һәм икенсе бер аятта:
                                                                                                          وَإِنَّ هَذِهِ أُمَّتُكُمْ أُمَّةً وَاحِدَةً وَأَنَا رَبُّكُمْ فَاتَّقُونِ
     «Үә иннә һәәҙиһии үммәтүкүм үммәтәү- үәәхидәтәү-үә әнаа раббүкүм фәттәҡуун».
     «Ысынлап та, һеҙҙең был өммәтегеҙ — бер өммәт, ә Мин һеҙҙең Раббығыҙ. Минән ҡурҡығыҙ». 23/52, Мөьмин сүрәһе.
     Аллаһ Тәғәлә беҙгә һәр халыҡ менән дуҫлыҡта, татыулыҡта, үҙ-ара аралашыуҙа һәм берҙәм булыуға саҡыра. Һәр милләткә хөрмәт һәм иғтирамлы булыуҙы талап итә.
     Йә Раббым! Беҙҙе бөтәбеҙҙе лә мөьмин мосолмандарҙан ҡылһаң ине. Балаларыбыҙға, ейәндәребеҙгә бәхет — тәуфиҡ бирһәң ине. Уларҙы Иман нуры менән нурландырып, Ислам динендә тәрбиәләһәң ине. Уларҙың изгелектәрен, игелектәрен күрергә насип итһәң ине, рәхмәттәрен, йылы һүҙҙәрен ишетергә насип итһәң ине. Уларға ҡыуанып ҡына йәшәргә насип итһәң ине. Ҡартлыҡ көндәребеҙҙә уларҙың тәрбиәләрен алырға насип итһәң ине. Беребеҙҙе лә ошо тура юлыңдан алмаштырмаһаң ине. Балаларыбыҙ, атай – әсәйҙәребеҙ, бөтә яҡындарыбыҙ, туғандарыбыҙ менән бер өммәттән булып, йәннәт баҡсаларында осрашырға насип итһәң ине. Пәйғәмбәребеҙ өммәтенән ҡылып «Кәүҫәр» йылғаларынан эсергә насип итһәң ине.
     Илдәребеҙҙә, ерҙәребеҙҙә, ғаиләләребеҙҙә именлек, тыныслыҡ менән йәшәргә насип итһәң ине. Ауыр һынауҙар менән беҙҙе һынамаһаң ине. Мәсеттәребеҙҙә ысын мөьмин мосолмандар менән генә тултырһаң ине, боҙоҡ юлдан, аҙған кешеләрҙе беҙҙән йыраҡ ҡылһаң ине, уларҙы ла тура юлға баҫтырһа ине. Ике доньяның да бәхетен бирһәң ине, тамуҡ уттарынан һаҡлаһаң ине. Әмин!