Бәхеткә илтеүсе бер юл
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ бер хәҙисендә күңел тыныслығы, донъя бәхете һорап килгән, хәсрәттәрҙән ҡотолоу өсөн юл эҙләгән бер сәхәбәһенә: “Донъянан булған әйберҙәрҙән ваз кис. Донъянан ваз кис, Аллаһ Тәғәлә һине һөйөр. Кешеләр ирешкән байлыҡ, дәрәжәләрҙән ваз кис. Күңелеңдән сығар уларҙы, кешеләр һине һөйәр", — тине.
     Әлеге хәҙистең мәғәнәһе бик тәрән. Әгәр кеше донъянан ваз кисә икән, уның күңеле лә, тышҡы донъяһы ла бер төрлө тыныслыҡҡа эйә буласаҡ. Донъя мәшәҡәттәре ни өсөн килеп сыға? Беҙ Аллаһ Тәғәләне бөтә нәмәнән дә юғары ҡуя белмәгәнгә күрә. Донъяла бик күп беҙҙең хәсрәттәребеҙ, ауыртыуҙарыбыҙ, бәләләребеҙ — Аллаһты бөтә нәмәләрҙән өҫтөн ҡуя белмәгәнгә күрә. Аллаһ Тәғәлә беҙгә ике нәмә биргән: аҡыл һәм нәфсе.

     Әгәр ҙә беҙ нәфсебеҙҙе күрә алһаҡ, аҡыл менән шул нәфсегә ҡаршы көрәшә алһаҡ, донъяла күп нәмәгә һәм шулай уҡ Аллаһ Тәғәләнең мөхәббәтенә өлгәшә аласаҡбыҙ. Туймаҫ нәфсебеҙ беҙҙе бик күп хәсрәттәргә алып килә.
     Ғалимдарҙың береһе: “Нәфсе шундай нәмә ул—донъяла ялтыр-йолтор килгән бөтөн әйбергә бәйләнә. Бер ниәт, бер теләк, бер маҡсатты үтәй, уныһын булдырғас, күңелендә икенсеһе барлыҡҡа килә", — ти. Ябай ғына әйткәндә, ун һум аҡсаһы булған кеше: «Ул ун һумдан 100 һум эшләйһе ине», —ти. Йөҙ һумы булғанға — мең һум, миллионы булғанға — 5 миллион кәрәк, Һәм аҡсаны тағы ла арттыраһы килә. Был тормоштағы бөтә нәмәгә ҡарата ла шулай.
     Нәфсе теләгәненә ирешкәс, икенсеһен теләй башлай. Кәрәкме, кәрәк түгелме, һайыҫҡан кеүек һәр ялтырағанға ҡыҙығабыҙ, йыйырға тырышабыҙ. Ләкин нәфсе артынан йөрөгән кеше иң һуңынан, кәм тигәндә, кеше көлкөһөнә ҡала. Риүәйәт һөйләп китәһем килә. Бер дәрүиш юлда ябылған һауыт таба. Ҡапҡасын асҡас, унан ен сыға һәм: «Һин мине ҡотҡарҙың, мин һинең ҡолоң, ни теләйһең, шуны һора, барыһын да эшләйем. Мин эшһеҙ тора алмайым, эш ҡушмаһаң, мин һине үлтерәм», — тип әйтә икән. Дәрүиш енгә башта үҙенә йорт һалырға ҡуша. Бер аҙнанан йорт әҙер була. Унан һуң ул уға 100 гектар ерҙе эшкәртергә ҡуша. Бер аҙнанан быныһы ла әҙер була. Шулай итеп, дәрүиш көн һайын әллә ниндәйҙер теләк уйлап сығара. Ахыры теләктәре тамам була. Ен: “Тағы нимә теләйһең? Йәки мин һине үлтерәм", —ти. Бына был риүәйәттәге ен-шайтан эсебеҙҙәге нәфсебеҙ инде.
     Әгәр ҙә уның теләктәрен үтәй башлаһаң, ул һинең башыңа етәсәк. Ә нәфсенән беҙ нисек ҡотола алабыҙ? Аллаһ Тәғәләне бөтә әйберҙән өҫтөн ҡуйыу менән. Мосолмандарҙын иң күп әйтә торған зекере: “Аллаһ Әкбәр". Был — Аллаһ Тәғәлә бөтә нәмәнән: байлыҡтан, нәфсенән дә өҫтөн тигән һүҙ.
     Аллаһ Тәғәләне бөтә нәмәнән өҫтөн ҡуйғанда, беҙ уның рәхмәтенә ирешәбеҙ. Шуның менән беҙҙең күңел дә тыныслана, кешелә донъя менән ҡәнәғәтлек тә барлыҡҡа килә. «Нәфсенең бөтә теләктәрен ҡәнәғәтләндерергә тырышҡан кеше, шул нәфсе теләктәре аҫтында иҙеләсәк», —тип әйтә ғалимдар.
     Хәҙистә «Донъянан ваз кис», — тип әйтелә. Тик был ҡатыныңды, баланды ҡалдырып кит, үҙең генә берәр алыҫ ерҙә йәшә тигән һүҙ түгел. Был донъя ҡулыңда булһын, йөрәгеңдә булмаһын тигәнде аңлата. Йәғни, Аллаһты өҫтөн ҡуйып, нәфсеңде тыйып йәшәргә кәрәк тигән һүҙ. Донъяны Аллаһ Тәғәләнән өҫтөн күрмә, ә шул ваҡытта Аллаһ Тәғәлә һине һөйөр.
     Бер ханым Мәрйәм әсәбеҙҙең тормошо тураһында уҡып, бик тәьҫирләнә. Бер ғалим янына килеп: “Минең Мәрйәм әсәбеҙ кеүек булаһым килә. Берәр ергә бикләнеп, ғибәҙәт ҡылырға, ураҙа тоторға теләйем", — тигәс, уға был ғалим: «Һин уны күтәрә алмайһың. Һин донъяла йәшә, Аллаһты һөй, кешеләрҙе. Кешеләрҙең һиңә әйткән ауыр һүҙҙәрен күтәрергә, ғәфү итергә тырыш.
     Был һинең өсөн иң ҙур ғибәҙәт булыр», — тигән. Кешеләр менән бергә йәшәргә, шуның менән бергә күңелдән Аллаһ Тәғәләгә булған мөхәббәте югалтмаҫҡа, Раббыбыҙҙы бөтә әйберҙән өҫтөн күрергә кәрәк. «Аллаһты иң әҙ генә хәтеренә алған кеше лә мәңге хәсрәттә ҡалмаҫ», —тип әйткән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ.
     Шулай уҡ Рәсүлебеҙ: «Ҡиәмәт көнөндә, бер төркөм йәннәткә, бер төркөм йәһәннәмгә ингәс, Аллаһ Тәғәлә: „Йәһәннәм утынан донъяла бер генә тапҡыр булһа ла мине зекер иткән, мине доньянан артығыраҡ күргән кешене сығарығыҙ“, — тип әйтәсәк», — ти.
     Әгәр ҙә беҙ көн һайын Аллаһыны иҫкә алһаҡ, Уны күңелебеҙҙә йөрөтһәк, иншәАллаһ, Раббыбыҙҙың ризалығына ирешербеҙ.
     40 йыллап элек булған хәлде һөйләп үтәһем килә. Асия исемле бер ханым шундай хат яҙа: “Мин тәрбиәсе булып эшләнем. Йәй көнө, автобусҡа 50-60 бала ултыртып, бер ҡалаға экскурсияға киттек. Юлда машина ватылып, кискә ҡәҙәр шоферыбыҙ уны төҙәтте. Бараһы еребеҙгә һуңға ҡалдыҡ. Урман аша сыҡҡанда аҙаштыҡ. Машина менән бер ерҙән инәбеҙ, икенсе ерҙән сығабыҙ. Шул ваҡыт юлыбыҙға аҡ күлмәк кейгән бер ҡатын сыҡты, туҡтарға ишаралап, ҡулын һуҙҙы.
     "Күҙебеҙгә күренәме әллә?", — тип туҡтап, машинанан сыҡтыҡ. Был ҡатын юҡҡа сыҡҡан ине инде. Яңынан ултырып киттек. Аҙыраҡ барғас, тағы шул ҡатын беҙҙе туҡтата. Был юлы беҙ машинанан сығып, уны ҡыуып тоторға булдыҡ. 10 метрлап ара үткәнбеҙҙер, ҡаршыла тәрән соҡор күрҙек. Әгәр ҙә был ҡатын беҙҙе туҡтатмаған булһа, машинабыҙ ошо соҡорға төшөп, беҙ барыбыҙ ҙа үлгән булыр инек. Әлеге урмандан көс-хәл менән кире сыҡҡас, иҫкә төштө. Мин бер доға ла белмәйем, өләсәй өйрәткәндәрҙе генә әйттем: «Әй, Аллаһым, үҙеңә тапшырҙыҡ, беҙҙе һаҡла, иҫән-һау йөрөргә насип ит». Ошо кескенә генә доғаның нәтижәһе булды тип, мин Аллаһыға рәхмәт әйттем".
     Шуны әйтәһем килә, әҙ генә, үҙ эсеңдән булһа ла, Аллаһты иҫкә алыу, Аллаһыға тапшырыу — кешегә был донъяла бик күп бәрәкәт бирә.
                              Мәхмүт хәҙрәт Шәрәфетдин. «Рамаҙан», Мосолман календары. 2018 йыл. Татарсанан тәржемә.