Ахирәткә әҙерләнәбеҙме?

                                                               Ахирәткә әҙерләнәбеҙме?

     Аллаһ Раббыбыҙ был донъя тормошон – ошо йәшәүҙе яралтты, шулай уҡ Ул үлемде лә булдырҙы. Йәшәү һәм үлем ул — кешенең ике халәте. Йәшәүҙән ҡурҡмаған кеше үлемдән дә ҡурҡырға тейеш түгел. Йәшәү ҙә, үлем дә Аллаһтың икһеҙ-сикһеҙ ҡөҙрәтенә дәлил булып тора. Берәү ҙә үҙ теләге менән, үҙе теләгән ваҡытта йәки үҙе теләгән урында донъяға килә алмай, доньянан үтеү ҙә беҙҙән тормай. Ни тиклем генә донъяны яратһаҡ та, барыбер ҡалдырып китәсәкбеҙ. Байҙың да, ярлының да, көслөнөң дә, көсһөҙҙөң дә, хужаның да, хеҙмәтсенең дә үлемдән ҡотолоп ҡалыу сараһы юҡ. Тәрәнәнерәк уйлаһаң, ул үлем дә — Аллаһтың бәндәгә күп хәҡиҡәттәрҙе танып белеү һәм аңлау өсөн яҙылған мәрхәмәте. Үлемгә әҙерләнеү ул – хаҡ мосолман өсөн үлемдән һуңғы халәткә, йәғни Ахирәт тормошона әҙерләнеүе.

     Аллаһу Раббыбыҙ Ҡөръәни Кәримдә (67 се «Мөлөк» сүрәһе, 2 се аят):
     Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
                                                                                                              ۞ بِسْمِ اللهِ الرَّحْمنِ الرَّحِيمِ
                                                               الَّذِي خَلَقَ الْمَوْتَ وَالْحَيَاةَ لِيَبْلُوَكُمْ أَيُّكُمْ أَحْسَنُ عَمَلاً وَهُوَ الْعَزِيزُ الْغَفُورُ
     2. Әлләҙии халәҡаль-мәүтә үәл-хәйәәтә лийәблүүәкүм әййүкүм әхсәнү ғәмәләү-үә һүүәл-ғәзииз үл-ғафуур.
     2. Кемдең яҡшыраҡ (изге) эш эшләгәнен һынар өсөн Ул үлем менән тереклекте булдырҙы. Ул олуғ, ярлыҡаусан!
йәғни: «Ул (Аллаһ) үлемде һәм тереклекте халик ҡылды, йөкләмәләр йөкләп һеҙҙе һынар өсөн, ҡайһыларығыҙ яҡшыраҡ ғәмәлде икәнлеген белер өсөн», — тине. Әгәр иғтибар менән ҡараһаҡ, йәшәү үлемдән һуң килә. Тимәк, йәшәү үлем менән тамамланмай икән. Үлем артынан тағы икенсе төрлө йәшәйеш бар. Ул беҙ күргән-белгән үлсәмдәрҙә түгел, әммә ул бар. Әсә ҡарынында ла беҙ 4 ай ҙа 10 көн үле хәлдә инек, уның һуңынында Аллаһ әлмисаҡта яралтылған йәндәребеҙҙе беҙгә иңдерҙе. Шул тән тигән һауытта күпмелер йәшәгәс, йәнебеҙ үҙен донъя менән бергә яралтҡан Аллаһ хозурына күсәсәк. Әммә инде ергә килеп, тән менән бергә йәшәгәндән һуң йәндең халәте, мәңгелек рәхәттә йәки михнәттә булыуы ерҙә йәшәгән ҡыҫҡа ғына ғүмере менән бәйләнгән. Был донъяла нимә сәсһәң, теге донъяла шуны ураһың, шуның нәтижәләрен дә күрәсәкһең.
     Үлем ул — мәңгелек халәткә күсеү ҡапҡаһы ғына. Аллаһ ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылып, нәфсендән өҫтөн булып йәшәгәнһең икән, үлем ул — мәңгелек сәғәдәткә күсеү ҡапҡаһы һәм хаҡ мөьмин мосолман унан ҡурҡмаҫ, йәнен еңел бирер. Әгәр үҙеңде генә яратып, Аллаһты танымайынса, нәфсеңә бирелеп был донъя ҡоло булып йәшәһәң, үлем — мәңгелек ғазапҡа алып кереүсе ҡапҡа, ундай кеше үлемдән ҡурҡа һәм йәнендә ауыр бирә.
     Үлем нимә ул?
     Үлем — донъя тормошоның һүнеүелер. Үлем — йәшәү вазифаһынан, йәғни фани тормоштан баҡый (мәңгелек) тормошҡа күсеүҙер, мәңгелек хәйәткә саҡырыуҙыр һәм мәңгелектең дә башылыр. Донъяға килгәндә, инсандарға йәшәү биреү Аллаһы Тәғәләнең тәкдире сәбәпле, Аллаһы Тәғәлә ҡөҙрәте һәм хикмәте менән була. Шуның кеүек үлем дә Аллаһы Тәғәләнең теләге, Уның ҡөҙрәте, хикмәте менән була. Ғүмере буйы изгелек эшләгән кешенең үлеме лә яҡшылыҡтыр һәм бер ниғмәттер. Сөнки мәңгелек йәннәт тормошона бара торған ахирәт сәфәре үлем менән башлана. Ҡартайғас, йәшәүҙең ауырлаша барыуы һәм донъя тормошоның яуаплылығынан үлем менән азат ителә. Йәннәттә 99 баҡый дуҫтар менән ҡауышыуға сәбәп була торған үлем, әлбиттә, ниғмәттер. Үлем ул изге бәндәләр өсөн — тар, һыҙланыулы, дәғүәле һәм ҡурҡыныс донъя төрмәһенән сығарылып, киң, күңелле, шатлыҡлы, ғазапһыҙ үә мәңгелек Аллаһы Тәғәләнең рәхмәт даирәһенә ирешеүҙер.
     Миҫалға, инде ауырыу әбей-бабайҙар һыҙланып, Ғазраилды көтөп яталар. Улар был фани тормоштан туйғандар, тормош улар өсөн ғазап, ә үлем улар өсөн ниндәй ниғмәт икәнен әйтеп тораһы ла юҡ. Үлем Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте һәм ниғмәте булыу — тик хаҡ дин әһелдәре өсөндөр. Ә яуыз, кәфер бәндәләр өсөн үлем — ғазап эсендә ғазаптыр.
     Үлемгә әҙерләнеү ул — үлемдән һуң йәшәүгә әҙерләнеү. Гел һәм һәр ерҙә үҙендең фәҡәт Аллаһ ҡоло ғына икәнеңде һәм бер Аллаһҡа ғына ғибәҙәт итергә тейешлегенде аңлап, Уға, ғына ғибәҙәт ҡылып йәшәргә тейешһең. Хаҡиҡый мөьмин мосолман был донъя өсөн генә түгел, мәңгелек бәхете өсөн дә тырыша. Был осраҡта уға был донъяла ла, Ахирәттә лә ҡурҡыныс түгел.
     Һәр кем Аллаһ зиннәтләнгән аҡылын эшкә егеп, фекерләп ҡараһын, әҙерләнәме ул мәңгелектә йәшәргә һәм нисек әҙерләнә? Әле биреләсәк һорауҙарға һәр кем яуап әйтеп ҡараһын һәм үҙенең әҙерлегенә баһа бирер...
     Беренсе һорау:
     Кем һинең яралтыусың һәм хужаң, йәғни Раббың кем? Һәр ҡайһыбыҙ: «Раббым – бөтә ғаләмдәрҙең хужаһы Аллаһ», — тип әйтә. Әлхәмдүлилләәһ, Аллаһты танымаусылар күп түгел. Ҡаршы һорау: «Һәр саҡ Раббыбыҙ Аллаһ икәне иҫеңдәме, Уның ҡанундары буйынса йәшәйһеңме? Йәғни ышаныуың-таныуың телең менән генәме, әллә ғәмәлең менән дәме?» Йәшәүеңдең һәр миҙгелендә Аллаһ иҫеңдән сыҡмаһа, һәр эшеңде Ул ҡушҡанса һәм Ул риза булырлыҡ итеп йәшәһәң — борсолма. Ҡайһы ваҡытта иҫеңдән сығып китә икән, тыныслана алмайһың. Ауырлыҡ килгәндә генә иҫеңә алаһың икән, башҡа ваҡытта нәфсең артынан, мал-байлыҡ артынан сабаһың, башҡаларға оҡшар өсөн, үҙ рәхәтлегең өсөн йәшәйһең икән, бел, ул ваҡыттарҙа һинең Раббың — йә нәфсең, йә байлыҡ, йә кешеләр, йә шайтан. Аллаһ мул уңыш бирә, Уның беҙгә ҡушҡан хөкөмө лә бар: ундан бере һинеке түгел, йәтимдәр, меҫкендәр, мохтаждар өлөшө. Әле һин ул өлөште тейешле урынға тапшырҙыңмы? Юҡ икән, тимәк, Раббыбыҙҙы иҫтә тотмайһың, байлыҡҡа өҫтөнлөк бирәһең. Намаҙ ваҡыты инеп, намаҙ уҡымаһаң, ураҙа етеп, ураҙа тотмаһаң, ул ваҡытта кемгә буйһонаһың? Кем һине ышандыра ала шул ваҡыт әжәл килмәҫ, тип. Әгәр шул килеш үлеп китһәң, тимәк, Раббым, тип йә нәфсеңде, йә байлыҡты, йә шайтанды, йә кешеләрҙе һанап, донъянан көфөрлөк менән үтеп киттең, тигән һүҙ, Аллаһ һаҡлаһын. Кешеләр, бәлки, һине ышаныусы тип һанарҙар, әммә был осраҡта һин Аллаһҡа ышанып үлмәнең. «Раббым — Аллаһ», — тиһең икән, һәр саҡ Уның менән генә һәм Ул был ҡушҡанса ғына йәшә, шулай булһа, Ул да һинең менән булыр һәм ышаныусы булып, иман менән доньянан үтәрһең.
     Икенсе һорау:
     Ҡайһы китап һинең китабың? «Китабым Ҡөръән», — тиһеңме? Бик яҡшы. Нимә һуң ул Ҡөръән? Ҡөръән ул — Аллаһтың кешелек дөньяһында биргән иләһи программаһы һәм инструкцияһы. Ер йөҙөндә кеше ҡулы менән эшләнгән һәр механизмдың да инструкцияһы бар. Әгәр инструкцияһын үтәмәһәң, ул сафтан сыға. Аллаһ та бөтә ғаләмдәрҙе яралтты һәм кешелек һәләк булмаһын өсөн йәшәү рәүеше нисек булырға тейешлекте Ҡөръәндә асыҡ аңлата. «Китабым Ҡөръән», — тиһең икән, ул һинең тышҡы һәм эске донъяны дөрөҫ итеп тәртипкә һалыуҙа һәм һиңә Аллаһҡа яҡын булыуға һәрсаҡ ярҙамсы булырға тейеш. Һәр ғәмәлеңде үҙеңде белә башлағандан алып һуңғы һулышыңа тиклем Ҡөръән буйынса алып бараһың икән, үлемдән ҡурҡма! Ә һин Ҡөръәнде ҡасан ҡулыңа алаһың? Әллә бер ҙә алмайһыңмы? Әллә мәйеттәр янында, байрамдарҙа, аш-һыу мәжлестәрендә генә уҡыр өсөн ҡулланаһыңмы? Тормошоңды башҡа ҡанундарға таянып, башҡа программалар буйынса төҙөгән булһаң, тынысланма, һин Ҡөръән юлында түгел, һин нәфсе юлында. Һин үлгәс, бәлки, һине Ҡөръән уҡыусы, Китап әһеле тип һанарҙар, әммә һиндә Ҡөръәндән бер ни ҙә юғын белмәҫтәр. Ҡайһы китап буйынса йәшәһәң, шул китап әһеле булып Аллаһ алдында иҫәп-хисап ҡылынырһың. Бөгөн кешелек донъяһы дөрөҫ юлдан тайпылды. Кешеләр бар нәмәне юҡтан бар итеүсе һәм уның Хужаһы булыусыға һәм Уның Китабына етерлек иғтибар һәм ихтирам менән ҡарамай. Хатта Аллаһ ҡушҡандарын үтәүҙе, тыйғандарынан тыйылырға тейешлекте шик аҫтына ала, яралтыусының бер ҡоло ғына, мәхлүге генә булған кешеләрҙең фекеренә өҫтөнлөк бирә. Әгәр гел шулай дауам итһә, кешелектең киләсәге бик күңелһеҙ бөтөр.
     Өсөнсө һорау:
     Пәйғәмбәрең кем? Әгәр: «Пәйғәмбәрем Мөхәммәд Мостафа салалааһу ғәләйһис үәс-сәләм», — тип һанайһың икән, уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һал, ул өйрәткәнсә йәшә. Әгәр уның һүҙҙәре һинең йөрәгеңдә икән, тимәк, һин уның өммәте. Пәйғәмбәребеҙ өммәтенә мөрәжәғәт итеп: «Мин һеҙгә ике нәмә ҡалдырам. Әгәр һеҙ шуға ябышһағыҙ ысынлап та, бер ҡасан да дөрөҫ юлдан тайпылмаҫһығыҙ. Уның береһе -Аллаһтың китабы Ҡөръән һәм минең Сөннәтем», — тигән ине. Әле үҙеңә һорау бир: Пәйғәмбәребеҙҙең Сөннәтенә һиндә нимә бар? Иртән торғас беренсе аҙымыңдан башлап, ашаған ризығындың һәр киҫәге, йоҡларға ятыуың, балалар тәрбиәләүең Пәйғәмбәребеҙ өйрәткәнсә булһа, тимәк, һин уның өммәте. Борсолма! Киреһенсә икән, тынысланырға иртәрәк. Кемдәр өйрәтеүе буйынса, кемдәрҙән өлгө алып йәшәйһең, һин шулар өммәте. Пәйғәмбәребеҙ: «Минең Сөннәтемде ташлағандар минең өммәтем түгел», — тине. Икенсе йәшәйеште таныйһың икән, Әхирәт көнөнә ышанам, тиһең икән, Пәйғәмбәребеҙҙең Шәфәғәтенә ирешә алырлыҡ итеп был донъяла йәшәүеңде тәртипкә һал.
     Дүртенсе һорау:
     Ниндәй дин — һинең динең? Әйе «дин» тигәндә Ислам дине күҙ алдына килә. Сөнки бөтә пәйғәмбәрҙәргә килгән дин – ул Ислам дине. Ислам — кешеләрҙе Аллаһҡа яҡынайта торған берҙән-бер юл. Аллаһҡа яҡын булаһың килә икән, Ислам ҡанундары буйынса йәшә. Был дин — Ҡөръәндә яҙылған дин, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа (с.г.в.) дине, Аллаһ дине. Ә хәҙер инде үҙеңә һорау бир? Йәшәү рәүешеңдә, ғаиләңдә Ислам диненән нимә бар, ҡайһы ҡанундарын үтәйһең? Юҡ икән, тимәк, динең Ислам түгел, урының Йәннәттә түгел. Хатта намаҙ уҡығанда ла Аллаһыны иҫкә алмайһың икән, тимәк, һин был юлда сит кеше, йәки ике йөҙлө, ялғансы. Ахирәт ғазаптарынан ҡотолайым, тиһәң, динең йөрәгең аша үтһен. Әлеге һорауҙар бик әһәмиәтле. Кеше тормошта әллә ниҙәр эҙләй, әллә ҡайҙарға ынтыла, әммә Аллаһынан йырағайып, ысын хаҡиҡый бәхетте юғалтыуын күп ваҡыт үлем килеүҙән элек аңлай алмай. Шуның өсөн Пәйғәмбәребеҙ: «Үлем — иң ҙур ғибрәт (һабаҡ) һәм иң ҙур ғибәҙәт», — тине. Үлем беҙгә ни өсөн йәшәүебеҙҙе аңларға, ғәмәлдәребеҙҙе төҙәтергә, күңелдәребеҙҙе нескәртә ярҙам итә. Аллаһу Тәғәлә бөтә тереклекте, ер-күктәрҙе яралтты. Шуларға хәлифә итеп аҡыл менән зиннәтләп кешене яралтты һәм әйтте:
                                                                                                          لَقَدْ خَلَقْنَا الْإِنسَانَ فِي أَحْسَنِ تَقْوِيمٍ
      4. Ләҡад халәҡнәл-иңсәәнә фии әхсәни тәҡүиим.

     4. Беҙ кешене иң яҡшы сүрәткә килтереп яраттыҡ.    

     – йәғни: «Беҙ Әҙәм балаһын бар нәмәнән күркәмерәк итеп халиҡ ҡылдыҡ» («Тин» сүрәһе, 4 се аят).
Аллаһ биргән аҡылдарыбыҙ менән фекерләп был донъяла дөрөҫ юл — дин юлынан тайпылмайынса, фәҡәт Аллаһ ҡолдары ғына булып, нәфсе ҡоло булмайынса йәшәргә һәм донъянан иман менән үтеп, мәңгелек сәғәҙәткә күсенергә Аллаһ һәр ҡайһыбыҙға насип әйләһен.
     Аллаһ Раббыбыҙ атабыҙ Әҙәм ғәләйһис сәләмгә аманат итеп биргән Ислам дине менән күңелдәребеҙҙе дауалап, таҙарынып, ҡальбе сәлим (йөрәк күңеле) менән: «Ләәә иләәһә илләллаааһ мүхәммәдүр-расүүлүллааһ», — тип донъянан үтергә, Аллаһтың вәғәҙә ҡылған йәннәттәренә инеп, уның рәхмәтен үә ниғмәтен күрергә насип булһа ине.
     Йә Раббым араларыбыҙҙа ысын мөьмин мосолмандарыбыҙҙы арттырһаң ине. Балаларыбыҙҙы, яҡындарыбыҙҙы, туғандарыбыҙҙы ла ошо юлға баҫтырһаң ине. Улар менән бергә намаҙҙар уҡырға, ураҙалар тоторға һәм башҡа изге эштәр ҡылырға насип итһәң ине. Шуларҙың сауаптарын алырға насип итһәң ине. Ҡиәммәт көндәрендә еңеллек менән һорауҙарға яуап бирергә насип итһәң ине, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салаллааһу ғәләйһис үәс-сәләмде беҙгә шәфәғәт ҡылыусыларҙан ҡылһаң ине, уның өммәтенән булырға насип итһәң ине. Барыбыҙҙы ла тамуҡ уттарынан һаҡлаһаң ине. Йәннәт баҡсаларына индереп ҡыуандырһаң ине!
     Амин! Йә Раббил Ғаләмин! Доға...
     Интернет киңлектәренән алып, өҫтәлмәләр ҡушып, татарсанан тәржемә итем.