Аллаһ Тәғәлә барыһында күреүсе
Ысын күңелдән Аллаһ Тәғәләгә иман килтереп, Уға тәүәккәл ҡылып эшләгән эштәребеҙҙә булған гонаһларыбыҙ һәм нәфселәребеҙ арҡаһында сыҡҡан яуызлыҡтан Аллаһ Тәғәләгә һыйынабыҙ һәм Унан ғәфү итеүен һорап истиғфәр ҡылабыҙ. Бөтөн маҡтауҙарға ла Аллаһ ғына лайыҡ, тип, Уға хәмед-ҫәнәләребеҙҙе бағышлайбыҙ. Аллаһ Раббым риза булып, ҡабул ҡыл инде.
Һәм дә Аллаһының мәхлүктәре араһынан һайлап, иң хәйерле бәндәһе ҡылған һәм уларға бөтөн рәхмәт үә сәләмдәрен биргән Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә бәғерҙәребеҙ түренән сыҡҡан сәләмдәребеҙҙе еткерәбеҙ, Аллаһ Рабым уның рухына ирештереп, рухын шат ҡыл, шәфәғәтен беҙгә насип ит.
Һәм ул Пәйғәмбәребеҙҙең әһел ғәиләләренә лә һәм сәхәбәләренә лә беҙҙән доға үә сәләмдәребеҙҙе ирештереп, рухтарын шатландырһаң ине. Шулай уҡ бар булған иман әһеленә, беҙҙең атай-әсәйҙәребеҙҙең һәм туғандарыбыҙҙың да рухына доғаларыбыҙҙың әжер-сауаптарын еткереп, шат ҡыл һәм уларҙы беҙҙән риза итһәң ине.
Йә, Аллаһ! Ошо мөбәрәк йома көнөн беҙгә хәйерле һәм бәрәкәтле ҡылғанһың һәм беҙгә был көндә бер сәғәтте айырым билдәләп, доғабыҙ ҡабул була торған иткәнһең. Беҙҙә был ниғмәттән дөрөҫ файҙалана алһаҡ ине. Аллаһ, шуға хәйерле ярҙамыңды биреп, ошо көндә был мәсеттә Һиңә Үҙең риза булырлыҡ итеп ғибәҙәттәр, тәүбә-истиғфәрҙәр ҡылып, бер-беребеҙ менән бәхилләшеп, ысын мөьминлек дәрәжәһе менән туғандар булып ҡайтырға насип итһәң ине.
Аллаһ Сүбхәәнә үә Тәғәлә Ҡөръән Кәримдең «Каф» сүрәһенең 16 аятында әйтә:
وَلَقَدْ خَلَقْنَا الْإِنسَانَ وَنَعْلَمُ مَا تُوَسْوِسُ بِهِ نَفْسُهُ وَنَحْنُ أَقْرَبُ إِلَيْهِ مِنْ حَبْلِ الْوَرِيدِ
«Үә ләҡад халәҡнәл-иңсәәнә үә нәғләмү мәә түүәсүисү биһи нәфсүһү үә нәхнү әҡрабү иләйһи мин хәблил-үәриид».
«Беҙ кешене донъяға яратҡас, күңеле уға ни ҡотортҡанын беләбеҙ, сөнки Беҙ уға муйынындағы ҡан тамырынан да яҡыныраҡ».
Мөхтәрәм мосолмандар ҡәрҙәштәр,
Ғәләмдәрҙең иң өҫтөн мәхлүге булараҡ яратылған әҙәм балаһы, был ваҡытлыса донъя тормошоның һынауына юланған юлсыһы икәнлеген барыбыҙ ла белеп торабыҙ. Ошо ғәләмәт донъялағы йәшәү рәүешебеҙҙән, иманыныбыҙ ныҡлығынан, ышаныуыбыҙҙан һәм ғәмәлдәребеҙгә күрә ожмах йәки тамуҡ менән тамамланасаҡ был беҙҙең юлыбыҙ. Нәфсе, шайтан, көфөрлөк һәм тағут был юлдың һәр ерендә беҙҙе тура юлдан сығарырға тырыша.
Ләкин был еңел булмаған һынау юлында әҙәм балаһы үҙе бер ҡалдырылмаған. Ул һулаған һәр һулышын, атлаған һәр аҙымын, һөйләгән һәр һүҙен, эшләгән һәр эшен, уйлаған һәр уйын, йәшәгән һәр көн һәм кисен, үҙенең муйындағы ҡан тамырынан да яҡыныраҡ булған Аллаһ Сөбхәнәһү үә Тәғәләнең күҙәтеүе аҫтында. Аллаһтың күҙәтеүе иһә үткер һәм һәр даими. Уның күҙәтеүе һәм контроленән ҡасып та, йәшеренеп тә, ҡотолоп та булмай.
Аллаһ Тәғәлә Күреп тороусы, ҡараңғы йәки яҡтыға ҡарамаҫтан, Уның ҡарашынан һис бер кем ҡотолоп ҡала ала алмай, әммә был күреү, беҙҙең кеүек күҙ менән күреү түгел, бәлки, Затына мөнасип сифатта хикмәт менән булыр. Аллаһтың күҙе бар мәхлүктәрҙең ябай күҙе һымаҡ тип, көфөрлөккә төшмәгеҙ. Аллаһтың күҙе Үҙенә хас булған хикмәтле бер һиҙемдер, әгәр ҙә беҙҙән күҙҙәрен һәм ишетер ҡолаҡтарын ситкә алһа, барыбыҙҙы ла һәләкәт көтә. Уның ҡөҙрәте һәр нәмәне эшләр өсөн етә.
Шуға күрә иман ләззәтен татыған бер мөьмин бөтә йәшәйешендә: ятҡанда йәки уянғанда, йөрөгәндә йәки ултырғанда, ашағанда йәки эскәндә, һөйләшкәндә, эшләгәндә йәки ғибәҙәт ҡылғанда, өйөндә, эш урынында йәки урамда булһын, һәр ваҡыт һәм бар ерҙә Аллаһтың үҙен күҙәтеп торғанлығын һәм ҡылған һәр эшен теркәп барғанлығын белеп тороп торорға тейеш. Был хаҡиҡәтте аңламайынса донъя һәм әхирәт бәхетенә өлгәшеү мөмкин түгел.
Ғилеме һәм ҡөҙрәте менән һәр нәмәне солғап алыусы Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә изге китабыбыҙ Ҡөръән Кәримдә «Ҡиәмәт» сүрәһенең 36 аятында, шулай тип бойора:
أَيَحْسَبُ الْإِنسَانُ أَن يُتْرَكَ سُدًى
«Ә йәхсәбүл-иңсәәнү әй-йүтракә сүдәә».
«Әллә кеше. Ҡарауһыҙ ҡалғанмын, тип уйлаймы? »
"Ал-Хәдид" сүрәһенең 4-се аятында итеп дауам:
وَهُوَ مَعَكُمْ أَيْنَ مَا كُنتُمْ وَاللَّهُ بِمَا تَعْمَلُونَ بَصِيرٌ
«...үә һүүә мәғәкүм әйнә мәә күңтүм үә-ллааһу бимәә тәғмәлүүнә басыиир».
«Ҡайҙа йөрөһәгеҙ ҙә, Ул – һеҙҙең янда. Аллаһ һеҙҙең ни ҡылғандарығыҙҙы күреп тора».
Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә «Каф» сүрәһенең 16-18 аяттарында әйтә:
وَلَقَدْ خَلَقْنَا الْإِنسَانَ وَنَعْلَمُ مَا تُوَسْوِسُ بِهِ نَفْسُهُ وَنَحْنُ أَقْرَبُ إِلَيْهِ مِنْ حَبْلِ الْوَرِيدِ
إِذْ يَتَلَقَّى الْمُتَلَقِّيَانِ عَنِ الْيَمِينِ وَعَنِ الشِّمَالِ قَعِيدٌ
مَّا يَلْفِظُ مِن قَوْلٍ إِلَّا لَدَيْهِ رَقِيبٌ عَتِيدٌ
16. «Үә ләҡад халәҡнәл-инсәәнә үә нәғләмү мәә түүәсүисү биһи нәфсүһү үә нәхнү әҡрабү иләйһи мин хәблил-үәриид».
17. «Иҙ йәтәләҡҡаль-мүтәләҡҡийәәни ғәнил-йәмиини үә ғәниш-шимәәли ҡағиид».
18. «Мәә йәлфиҙу миң ҡаулин илләә ләдәйһи раҡиибүн ғәтиид».
16. «Беҙ кешене донъяға яратҡас, күңеле уға ни ҡотортҡанын беләбеҙ. Беҙ уға муйынындағы ҡан тамырынан да яҡыныраҡ».
17. «Бына, уң яҡта, һул яҡта ултырған ике күҙәтеүсе (фәрештә) ҡабул итә».
18. «Ул бер генә һүҙ әйтһә, эргәһендәге күҙәтеүсе (яҙырға) әҙер тора».
Ғәзиз мөьмин мосолмандар,
Күреүебеҙсә Аллаһ Тәғәләнең ҡолдарын күҙәтеүе теүәл һәм үткер. Быны, донъяға һынау өсөн килгәнлеген һәм ҡылғандары өсөн һис шикһеҙ хисабы бирәсәген белеп торған кеше яҡшы төшөнөргә тейеш.
Маңлайҙарында сәждә (табыныу) эҙҙәре йөрөтмәүселәр, күңелдәре Ислам мөһөрө менән мөһөрләнгән әҙәмдәрҙә, үҙҙәре ғибәҙәтханаларға ашығып та, балалары ҡушҡандарҙы үтәмәүселәр һәм хәрәм юлына төшкәнен белмәүсе кешеләр Аллаһтың дамими күҙәтеүен яҡшы төшөнөргә тейеш.
Кешеләрҙең хаҡ һәм хоҡуҡтарына иғтибар итмәүселәр, харам аҡсаға ҡаҙанып, шуларға балаларын ашатып үҫтерергә выждандары һыҙламаған кешеләр яҡшы төшөнөргә тейеш.
Мосолмандар араһында булырға тейешле һөйөү, дуҫлыҡ, ҡәрҙәшлек һәм берҙәмлек хистәрен юҡ итергә тырышыусылар, һәр хаҡлыҡҡа ҡаршы сығыусыларҙы ла ялған, ғәйбәт, дошманлыҡ һәм нәфрәт менән бысратырға тырышыусылар яҡшы төшөнөргә тейеш.
Бөйөк Ислам диненең иман, ғибәҙәт һәм әхләген ҡабул итеп, уның идара итеү, иҡтисад, хоҡуҡ һәм мөғәмәләгә ҡағышлы хөкөмдәренә күҙ сите (ҡырын) менән ҡараусылар яҡшы төшөнөргә тейеш.
Әлбиттә, иманы, выжданы һәм аҡылы урынында булған кеше, беҙгә муйындағы ҡан тамырҙарыбыҙҙан да яҡын һәм һәр ваҡыт беҙҙең менән булған, пәйгәмбәрҙәр һәм китаптар ебәреп тура юлды – хаҡты күрһәтеүсе, эшләгән һәр эшебеҙҙе белеп, беҙҙе күҙәтеп һәм теркәп барыусы Аллаһ тарафынан хисапҡа саҡырыласағын яҡшы уйларға тейеш. Уның хисабынан ҡасып китеү мөмкинме? Дуҫ-туғандарыбыҙ, аҡса — дәрәжәләрегеҙ беҙҙе хисаб биреүҙән ҡотҡара аласаҡмы? Юғиһә ҡылған гонаһ һәм яманлыҡтарыбыҙ беҙгә ҡаҙаныш булып ҡаласаҡмы? Ғәҙеллек көнө килмәйәсәкме?
Аллаһ Раббыбыҙ «Әт-тин» сүрәһенең 8-се аятында беҙгә әйтә:
أَلَيْسَ اللَّهُ بِأَحْكَمِ الْحَاكِمِينَ
«Ә ләйсә-ллааһу би'әхкәмил-хәәкимиин».
«Хөкөмсөләрҙең иң яҡшыһы Аллаһ түгелме ни?»
Шулай булғас, эй мөьминдәр,
Мәңгелеккә табан юл тотҡан булһаҡ, был һорауҙарға яуапты теүәл белегеҙ. Аллаһтың ҡоло икәнлегебеҙҙе һәм һис шикһеҙ Уның алдында яуап бирәсәгебеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөп, тағы бер ҡат иман килтерегеҙ. Тормоштарыбыҙҙы күркәм ғәмәлдәр менән биҙәгеҙ. Аллаһ хаҡын да, ҡолдар хаҡтарын да дөрөҫ күҙәтегеҙ. Ҡул һәм күңелдәрегеҙҙе яуызлыҡ һәм харамдарҙан тыйығыҙ. Балаларыбыҙға Исламдың әҙәб һәм әхләген өйрәтегеҙ. Йәшәйешегеҙ менән уларға матур өлгө булығыҙ. Яҡшы мосолман булыуҙан өҫтөнөрәк шәрәф һәм дәрәжә эҙләмәгеҙ. Нәфсе һәм шайтандың уйынсыҡтары булмағыҙ. Белегеҙ һәм хәтерләп тороғоҙ, Аллаһу Тәғәлә барыбыҙҙы ла күреп һәм күҙәтеп тора, һәм барлыҡ ҡылғаныбыҙ өсөн хисабын да һораясаҡ, сөнки ҡайтыу ҙа ғәләмдәрҙең Раббыһы, бөйөк Аллаһ ҡаршыһыналыр.
Хөтбәне һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдең бер Хәҙис Шәрифе менән тамамлайым:
“Аллаһтың бойороҡ һәм сикләүҙәрен хөрмәтләһәң, Аллаһта һине хөрмәтләр. Аллаһты хәтерлә, Уны алдында урын табарһың. Теләгәнең бар икән, Аллаһтан һора. Ярҙам кәрәк булһа, Аллаһтан һора".
Ҡәҙерле дин ҡәрҙәштәрем, һәр беребеҙ үҙебеҙ һайлаған юлыбыҙ өсөн , Раббыбыҙ алдында яуап бирәсәкбеҙ. Тура, Пәйғәмбәреҙ ғәләйһиссәләм күрһәткән юлды, ике донъяның да бәхетен ала торған юлға баҫайыҡ, аҙашыу юлынан, тамуҡ утына бара торған, ике донъяла ла бәхетһеҙлеккә алып бара торған юлдан һаҡланыҡ.
Йә Раббым беҙҙең имандарыбыҙҙы камил ҡылһаң ине. Иманһыҙлыҡтан, аҙашып йөрөү юлдарынан, көфөрлөктән беҙҙе һаҡлаһаң ине. Мөьмин мосолман булып ҡына, изге эштәр ҡылып ҡына йәшәргә насип итһәң ине. Гонаһтарҙан, харамдарҙан беҙҙе һаҡлаһаң ине. Ҡылған ғәмәл ғибәҙәттәребеҙҙе риза булып ҡабул итһәң ине. Хәлдәребеҙҙе ауырайтмаһаң ине, ауыр һынауҙар менән беҙҙе һынамаһаң ине.
Йә Раббым араларыбыҙҙа ысын мөьмин мосолмандарыбыҙҙы арттырһаң ине. Балаларыбыҙҙы, яҡындарыбыҙҙы, туғандарыбыҙҙы ла ошо юлға баҫтырһаң ине. Бөтөнөбеҙҙе лә тамук уттарынан һаҡлаһаң ине. Йәннәт баҡсаларына индереп ҡыуандырһаң ине!
Әмин!
Вәғәз интернет киңлектәренән алынып, тәржемә ҡылынып, тупланып яҙылды.
Аллаһ беҙҙе күрә: https://nazir1965.com/bez-rubriki/alla%D2%BB-be%D2%99%D2%99e-k%D2%AFr%D3%99.html