Аллаһ илсеһенең дауаһы

                                              وَنُنَزِّلُ مِنَ ‌الْ‍‍قُ‍‍رْ‌آنِ مَا‌ هُوَ‌ شِف‍‍َ‍ا‌ء‌ٌ‌ ‌وَ‌‍رَحْمَة ٌ‌ لِلْمُؤْمِن‍‍ِ‍ي‍‍نَ ۙ ‌وَلاَ‌ يَز‍ِ‍ي‍‍دُ‌ ‌ال‍‍‍ظَّ‍‍الِم‍‍ِ‍ي‍‍نَ ‌إِلاَّ‌ خَ‍‍سَا‌ر‌اً
     Үә нүнәззилү минәл-Ҡур'әәни мәә һүүә шифәә'үү-үә рахмәтүл-лил-мүьминиинә үә ләә йәзиидү-ҙҙаалимиинә илләә хасәәраа.
     Беҙ мөьминдәргә Ҡөрьәндән шифа һәм рәхмәт төшөрәбеҙ, ә залимдарға (Ҡөръән менән ғәмәл ҡылмағандарға) ул зыян ғына килтерә. Исра 17/82
     Хөрмәтле һәм ҡәҙерле дин ҡәрҙәштәрем, был дәресебеҙҙе Аллаһ Тәғәлә Илсеһе ﷺ дарыуханаһына бағышларға булдыҡ.
     Әй, бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең Пәйғәмбәре! Һин дин менән бәйле ауырыуҙарҙы күрә беләһең һәм дауаланыу өсөн иң файҙалы дарыуҙарҙы билдәләйһең. Беҙ һәм бөтә донъя һиңә бик рәхмәтле.

     Ҡәҙерле ҡәрҙәштәрем, ниндәй ауырыуҙарҙан ниндәй дарыуҙар билдәләнгәнен беләһегеҙме? Ауырыуҙарҙы һанап ҡарайыҡ: ҡурҡыу, проблемалар, стресстар һ.б. Тормошобоҙ ҡайғылар һәм баҫым менән , проблемалар һәм ҡыйынлыҡтар менән туп-тулы. Күрәһең, шуға күрә Аллаһы Тәғәлә былай тип ант итә: «Был ҡала, йәғни Мәккә менән ант итәмен. Үә һин, әй, Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм, ошо Мәккә шәһәренә кәферҙәрҙән һуғышып алырға хәләлһең. Үә Әҙәм ғәләйһиссәләм илә, үә уның балалары илә ант итәмен. Тәхҡиҡ, Беҙ кешене михнәттә, мәшәҡәттә халиҡ ҡылдыҡ (Беҙ кешене ауырлыҡтар аша үтһен тип яраттыҡ). Әллә ул михнәт менән иҙелгән зәғиф кеше уйламаймы уға һис бер заттың көсө етмәҫ тип? („Бәләд (Ҡала“ сүрәһе, 1-5 се аяттар).
     Мөхтәрәм мосолмандар, кеше был ҡыйынлыҡтар менән тулы донъяға уларҙы еңер өсөн килә. Тап ана шул сәбәпле был проблемалар һәм ҡыйынлыҡтар менән тулы донъя „һынауҙар доньяһы“ тип атала ла.
     Бер тәҡүә кешенең улы тыуа. Был кеше илай башлай. Эргәһендәге кешеләр унан илауының сәбәбен һорайҙар: „Шатланыр урынға ни өсөн илайһың? Ниндәй бәхет! Һинең улың тыуҙы...“ Ул был һүҙҙәргә былай тип яуап ҡайтара: „Ул бөгөн үлде!“ Дуҫтары аптырашып: „Был нисек була инде? Ул әле генә тыуҙы бит“, — тиҙәр. Тәҡүә кеше былай тип яуап ҡайтара: „Сөнки уның үлеме лә тыуыуы кеүек үк алдан уҡ билдәләнгән!“
     Аллаһ Тәғәлә тарафынан беҙгә билдәләнгән яҙмышта ике бит бар. Беренсеһендә беҙҙең тыуған көнөбөҙ яҙылған, икенсеһендә — үләсәк көнөбөҙ. Тимәк, төп шәжәрәлә ике һүҙ, ике бит бар: тыуыу һәм үлеү. Беҙҙән китеп, йыназа намаҙын уҡыу өсөн алдыбыҙға ҡуйылған кешенән һорағыҙ: үлгәс, ул нимә күргән?
     »Кеше, күпме генә йәшәмәһен, барыбер үләсәк. Кешене ҡәбергә илткәндә беҙ үҙебеҙ лә Аллаһы Тәғәлә ҡаршына барасағыбыҙҙы уйларға тейешбеҙ. Унан ҡасыр урын юҡ".
     Хөрмәтле ҡәрҙәштәрем! Ҡиәмәт көнөндә «имтихан алыусы комиссия» буласаҡ. Беҙ һәр ваҡыт был донъяла булған имтихандарҙан ҡурҡабыҙ. Беҙгә алдағы бөйөк имтихан тураһында уйланырға кәрәк! Был имтиханда һорауҙарҙы уҡытыусы бирмәйәсәк. Был имтиханда һорауҙарҙы Аллаһы Тәғәлә бирәсәк: «Ҡиәмәт көнө өсөн Беҙ ғәҙел үлсәүҙе ҡуярбыҙ, сауабы кәметелеп йәки гонаһы арттырылып, һис кемгә золом итеү булмаҫ, булһа ла яхшылығы гәрсис орлоғо генә хәтле булһа ла, уны үлсәүгә ҡуярбыҙ. Хисап итеп яза бирмәк өсөн Мин етәрмен!» («Пәйгәмбәрҙәр» сүрәһе, 47 се аят).
     Алда телгә алынған комиссия тураһында бына был аятта ла әйтелә: «Ике яҙыусы фәрештәне хәтергә төшөр, береһе, уң тарафта ултырып, изге ғәмәлдәрҙе яҙыр, үә икенсеһе, һул тарафта ултырып, гонаһлы эштәрҙе яҙыр. Һүҙ һөйләнмәҫ, мәгәр һөйләнгән һәр бер һүҙҙе көтөп ултырыусы фәрештә яҙыр» («Ҡаф сүрәһе, 17 — 18-се аяттар).
     Ҡәҙерле мосолмандар! Ҡайһы ваҡыт беҙ ҡурҡыныс төштәр күрәбеҙ. Бигерәк тә имтихан көндәрендә. Ҡурҡыныс төштәр күргән осраҡта беҙгә нимәләр эшләргә кәрәк һуң? Был һорауға яуап табыр өсөн, Аллаһы Тәғәлә Илсеһе ﷺ дарыуханаһына мөрәжәғәт итәйек: „Әй, Пәйғәмбәр! Беҙ ҡурҡыныс төштәр күргәндә, Һин беҙгә нимә кәңәш итә алаһың?“ Теләһә ниндәй ауырыуҙан дауа табыуҙа булышыусы булған Аллаһы Тәғәлә Илсеһе ﷺ былай тип әйтә: „Матур һәм яҡшы төштәр Аллаһы Тәғәләнән, ә насарҙары — шайтандан. Кем дә булһа насар төш күрһә, шайтан золомынан Аллаһы Тәғәләгә һыйынһын һәм беркемгә лә төшөн һөйләмәһен. Шулай эшләгән осраҡта шайтан берегеҙгә лә зыян килтерә алмаҫ“.
     Фрейд алдында баш эйгән психологтар төштәрҙе Аллаһы Тәғәлә күрһәтмәләренән алыҫ торған мәғәнәләр биреп аңлаталар. Улар төштәрҙе күреүсе кешенең асыҡланып етмәгән уй-фекерҙәре нәтижәһе тиҙәр. Шул уҡ ваҡытта Аллаһы Тәғәлә Илсеһе ﷺ беҙгә һәйбәт төштәрҙең Аллаһы Тәғәләнән булыуы тураһында әйтте. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: „Минән һуң алдан күреүҙән бары тик шатлыҡ килтереүсе нәмә генә ҡаласаҡ“, — тигән. Сәхәбәләр: „Нимә ул, әй, Аллаһы Тәғәлә Илсеһе?“ — тип һорағандар. „Яҡшы төштәр“, — тип яуап биргән Пәйғәмбәр ﷺ.
     Бер ваҡыт Пәйғәмбәребеҙҙең ҡатыны Ғәйшә (радыаллаһу ғәнһә) төшөндә бүлмәһенә өс ай төшөүен күрә. Был төшөн атаһы Әбү Бәкергә (радыаллаһу ғәнһү) һөйләгәс, ул төштө былай аңлата: „Һинең бүлмәңдә өс бөйөк кеше ерләнәсәк“. Шулай итеп, билдәле булғанса, был төш ысынға аша. Ошо өс бөйөк кеше Аллаһы Тәғәлә Илсеһе ﷺ һәм хөрмәтле Әбү Бәкер һәм Ғүмәр (радыаллаһу ғәнһү) була. Сөнки улар өсөһө лә Ғәйшә (радыаллаһу ғәнһә) бүлмәһендә ерләнәләр.
     »Матур һәм яҡшы төштәр Аллаһы Тәғәләнән" булыуын онотмаҫҡа кәрәк".
     Бер ваҡыт билдәле бер төш юраусы Мөхәммәд Ибн Сирин янына ике кеше килә. Уларҙың береһе ошондай төш һөйләй: «Мин төшөмдә аҙан әйттем». Ибн Сирин был кешенең йөҙөнә иғтибар менән ҡарағас, уның гонаһҡа батҡанын күрә һәм төшөн былай юрай: «Һин — ҡараҡ!»
     Икенсе кеше лә үҙенең төшөндә аҙан әйткәнен күреүе тураһында һөйләй. Ибн Сирин уның йөҙөнә лә иғтибар менән ҡарай һәм былай тип юрай: «Аллаһы Тәғәлә теләһә, тиҙҙән һин хаж ҡылырһың!»
     Быны ишетеүселәр уның бер үк төрлө төштө төрлө юлдар менән юрауына ғәжәпләнәләр: «Әй, Ибн Сирин! Ғәжәп. Был ике кеше бер үк төрлө төш күрә. Ләкин һеҙ уларҙы төрлөсә юранығыҙ. Беренсеһенә уның ҡараҡ булыуын әйттегеҙ, ә икенсеһенә хажға китәсәген юранығыҙ. Был нисек була инде?» Ибн Сирин былай тип яуап бирә: "Уларҙың тәүгеләре — гонаһлы кеше. Мин уның йөҙөнә ҡарағас, бына был аятты иҫемә төшөрҙөм: «Ағаларының әйберҙәрен әҙерләгәс, йәғни ашлыҡтарын үлсәп дөйәләргә тейәгәс, Йософ Бинйәминдең йөгөнә бер алтын һауытты йәшереп ҡуйҙырҙы үә шул хәлдә юлға сығып киттеләр, һуңыраҡ Йософтың хеҙмәтселәренән береһе арттарынан барып: „Әй, каруан кешеләре! Һеҙ батшаның һауытын урлағанһығыҙ“, — тип ҡысҡырҙы» («Йософ» сүрәһе, 70-се аят).
     Ә икенсе кешенең йөҙөнә ҡарағас, мин уның ғәҙел булыуын күрҙем һәм Аллаһы Тәғәләнең һүҙҙәрен иҫкә төшөрҙөм: «Кешеләрҙе хажға саҡырып ҡысҡыр, йәйәү йөрөп һиңә килерҙәр, үә арыҡ дөйәләргә атланып килерҙәр, ул дөйәләр алыҫ юлдарҙың һәр береһенән килерҙәр» (Хаж" сүрәһе, 27-се аят).
     Бер ваҡыт Ғүмәр Ибн әл-Хаттаб (радыаллаһу ғәнһү) янына бер кеше килеп төшөн һөйләй: «Бөгөн мин төшөмдә ай менән ҡояштың көрәшеүен күрҙем». Хөрмәтле Ғүмәр (радыаллаһу ғәнһү): «Һин кем яҡлы инең?» тип һорай. «Әй, Ғүмәр! Мин ай яғында, ҡояшҡа ҡаршы инем», — тип яуап бирә. Ғүмәр (радыаллаһу ғәнһү) уға былай тип әйтә: «Һин Аллаһы Тәғәләне асыуландырған нәмә эшләйәсәкһең». «Ни сәбәпле?» — тип ғәжәпләнә кеше. Ғүмәр хәҙрәт (радыаллаһу ғәнһү) түбәндәгесә яуап ҡайтара: «Сөнки Аллаһы Тәғәлә былай тип әйтә: „Төндө үә көндөҙҙө ике ғәләмәт ҡылдыҡ. Ай, йондоҙҙар — төн ғәләмәте, ҡояш — көн ғәләмәтелер, йәки ҡараңғылыҡ — төн ғәләмәте, ҡояш — көн ғәләмәтелер, төн ғәләмәте булған ҡараңғылыҡты ебәрәбеҙ ҙә, көн ғәләмәте булған яҡтылыҡты килтерәбеҙ, Раббығыҙҙың юмартлығынан донъя кәрәктәрен кәсеп-алыу итмәксегеҙ өсөн, дәхи ай, йылдар-хисабын белмәгәнегеҙ өсөндөр, үә һәр нәмәне асыҡ аңлатып бирҙек, фекерләнегеҙ!“ („Исра“ сүрәһе, 12 се аят).
     Күп ваҡыт уҙа. Язид һәм Хөсәйен хәҙрәт (радыаллаһу ғәнһү) араһында һуғыш ҡуба. Был кеше Язид менән бергә Хөсәйен хәҙрәткә (радиаллаһу ғәнһү) ҡаршы була. Шулай итеп, хөрмәтле Ғүмәр (радыаллаһу ғәнһү) юрауы дөрөҫ булып сыға.
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ сәхәбәләре Аллаһы Тәғәлә Илсеһенән һорайҙар:
     »Әй, Пәйғәмбәр! Насар төш күргән осраҡтарҙа беҙгә ни эшләргә?" Ул былай тип яуап ҡайтара: «Енси яҡынлыҡ булған төш — шайтандан». Ҡайһы бер мәле кеше енси яҡынлыҡ булған төштәр күрә. Ҡайһы бер мәле насар төштәр күрә. Был төштәр шайтандан. Кеше ҡурҡыныс йәки насар төш күрһә, ҡурҡмаһын һәм ҡайғырмаһын. Был осраҡта бер яҡтан икенсе яҡҡа әйләнеп ятырға йәки аяҡҡа баҫып былай тип әйтергә кәрәк: «Мин ҡарғалған шайтандан Аллаһы Тәғәләгә һыйынам». Был төш тураһында бер кемгә лә һөйләмәгеҙ. Был осраҡта шайтан бер ниндәй зыян килтерә алмаясаҡ".
     Ҡәҙерле һәм хөрмәтле ҡәрҙәштәр! Йоҡоһоҙлоҡтан булған дарыу тураһында бер нисә һүҙ әйтәһем килә. Күп осраҡта уҡыусыларҙы имтихан алдынан йоҡоһоҙлоҡ борсой башлай. Уларға йоҡоһоҙлоҡтан нисек ҡотолорға? Аллаһы Тәғәлә Илсеһенең ﷺ тормош юлдашы мөхтәрәм Ғәйшә (радыаллаһу ғәнһә) былай тип әйтә: "Йоҡоһоҙлоҡтан интеккән бер кеше, Аллаһы Тәғәлә Илсеһе ﷺ эргәһенә килеп, ауырыуынан зарлана. Пәйғәмбәр ﷺ уға шундай кәңәш бирә: «Йоҡларға ятыр алдынан түбәндәге һүҙҙәрҙе әйт: „Мин Аллаһы Тәғәләгә Уның асыуынан һәм шелтәһенән, ҡолдарының золомынан, шайтан ҡотҡоһонан һәм уларҙың миңә борсоу килтереүҙәренән һыйынам“. Был дарыу — Аллаһы Тәғәлә Илсеһе ﷺ дауаханаһынан. Йоҡоһоҙлоҡтан интеккән кеше был дарыуҙы даими ҡуллана башлай. Өс көндән был кеше Пәйғәмбәр ﷺ янына килә лә: „Әй, Аллаһы Тәғәлә Илсеһе! Аллаһы Тәғәлә минең борсоуҙарымды юҡ итте. Йөрәгемдән ҡурҡыу китте, хәҙер мин тыныс йоҡлайым. Һине хаҡиҡәт менән Ебәреүсе менән ант итәм, мин арыҫлан ояһына керһәм дә ҡурҡмаясаҡмын“, — тип әйтә икән». Тимәк, был доға ярҙамында был кешенең йөрәгенә көс инә, теле нығый һәм Аллаһы Тәғәлә уның ҡурҡыу һәм ҡайғыларын юҡ итә...
     Ҡәҙерле дин ҡәрҙәштәрем! Шайтан ҡотҡоларын һәм уларҙан һаҡлаусы дарыуҙар тураһында ла һөйләйһем килә. Беҙ Аллаһы Тәғәлә Илсеһе ﷺ биргән дарыуҙарға бик мохтаж. Сөнки улар беҙгә иманыбыҙҙы нығытыу, йәнебеҙҙе һәм тәнебеҙҙе тынысландырыу өсөн кәрәк.
     Имам Мәлик (радыаллаһу ғәнһү) үҙенең «әл-Муватта» китабында тапшыра: "Аллаһы Тәғәлә Илсеһенә ﷺ намаҙ ҡылғанда ҡамаусалар өсөн уның тарафына тауҙарҙан һәм далаларҙан шайтандар юнәлә. Аллаһы Тәғәлә Илсеһенә ﷺ ниндәй булһа ла зыян килтерер өсөн барыһын да эшләгәс, Джәбраил (ғәләйһи үәс-сәләм) килеп, былай тип әйтә: "Әй, Аллаһы Тәғәлә Илсеһе! Бына был доғаны уҡы: «Әй, Шәфҡәтле һәм Мәрхәмәтле Аллаһ! Тәнемә зыян килтереүселәрҙән, күктән төшөүсе һәм күктәргә күтәрелеүсенең золомынан, көн һәм төн ҡотҡоһынан, төндә яманлыҡ ҡылыу өсөн килеүселәрҙең яуызлығынан яҡлауҙы үтенәм!» Бына был доғаны шайтан хәйләләренә ҡаршы уҡырға кәрәк. Сихырсыларға һәм күрәҙәселәргә барырға кәрәкмәй. Сөнки уларға барған һәм уларҙың һүҙҙәренә ышанған кеше, үҙенең Аллаһы Тәғәлә Илсеһе ﷺ аша иңдерелгән Ҡөръән — Кәримгә ҡаршы барыуын белһен. Күрәҙәселәр һүҙҙәренә ышанмаһа ла, барыбер уларға барған кешенең намаҙын Аллаһы Тәғәлә 40 көн буйына ҡабул итмәҫ.
     Ҡәҙерле дин ҡәрҙәштәрем! Беҙ был хәҡиҡәттәрҙе һәм ислам дарыуҙарын һеҙгә, уларҙы ҡулланып, рухи яҡтан дауаланығыҙ өсөн тәҡдим иттек.
     Боҙоҡ йәмғиәттә йәшәүебеҙҙе онотмаҫҡа кәрәк. Бөтә яҡшы һәм матур төшөнсәләр алмашынды. Яхшылар насар, ә насарҙары яҡшы итеп күрһәтелә башланы. Ҡайһы бер масса-күләм мәғлүмәт саралары үҙ эшсәнлектәрен дин һәм әхлаҡты боҙоуға бағышлай. Фән исеменән булған баҫмалар динде юҡ итергә тырыша. Күпселек фильмдар, телевидение тапшырыуҙары, спектаклдәр һәм көндәлек газеталар көн һайын исламға һөжүм яһайҙар, мосолмандарҙы тәнҡитләйҙәр һәм мыҫҡыл итәләр. Исламға ҡаршы көрәш башлаған был сараларҙа һәм баҫмаларҙа Аллаһы Тәғәлә исемен кемдең дә булһа үлеүе һәм үлтерелеүе сәбәпле генә иҫкә алалар. Шуға күрә беҙ Аллаһы Тәғәлә Илсеһе ﷺ тәҡдим иткән дарыуҙарға бик мохтаж. Насар төштәрҙән һәм дингә ҡаршы, динде емереүгә юнәлтелгән күренештәрҙән беҙ Аллаһы Тәғәләлә ярҙам эҙләргә тейеш. Күңел төшөнкөлөгө, тынғыһыҙ тормош кисергәндә беҙгә Аллаһы Тәғәлә Илсеһе ﷺ тәҡдим иткән рухи дарыуҙарҙы ҡулланырға кәрәк: «Әй, Рәхимле һәм Шәфҡәтле Аллаһ! Тәнемә зыян килтереүсенән, күктән төшөүсе һәм күктәргә күтәрелеүсенең золомынан, көн һәм төн ҡотҡоһынан, төндә яманлыҡ ҡылыу өсөн килеүселәрҙең яуызлығынан яҡлауынды үтенәм!»
     Әй, йәндәр дауалаусы! Был яҡшы дарыуҙарҙы тәҡдим итеүеңә беҙ сикһеҙ рәхмәтле. Аллаһы Тәғәләнең сәләме рәхмәте һәм һиңә, ғаиләңә, сәхәбәләренә һәм һинең юлыңдан барыусыларға ирешһен ине.
     Әссәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәракәтүһ!
                            Дин вә Мәгыйшәт № 10. 2014. Татарстан мөфтийе Камил хәҙрәт Сәмиғуллин