Күршеләр

                                                                      Күршеләр

     
     Үҙ диненең ҡанундарын ҡәҙер-хөрмәт итеүсе мосолман үҙенең күршеләре менән яҡшы мөғәмәләлә була, уларға игелектәр ҡыла һәм ауыр ваҡыттарында ярҙам итә. Ул Ислам диненең өгөт-нәсихәттәрендә һәм күрһәтмәләрендә күршеләргә ҡарата булған мөнәсәбәттәрҙең иң юғары урында булыуын иҫтә тота.         Аллаһы Тәғәлә Үҙенең изге Китабында күршеләргә яҡшы булырға ҡушҡан:

وَاعْبُدُوا اللَّهَ وَلَا تُشْرِكُوا بِهِ شَيْئًا وَبِالْوَالِدَيْنِ إِحْسَانًا وَبِذِي الْقُرْبَى وَالْيَتَامَى وَالْمَسَاكِينِ وَالْجَارِ ذِي الْقُرْبَى وَالْجَارِ الْجُنُبِ وَالصَّاحِبِ بِالْجَنبِ وَابْنِ السَّبِيلِ وَمَا مَلَكَتْ أَيْمَانُكُمْ إِنَّ اللَّهَ لَا يُحِبُّ مَن كَانَ مُخْتَالًا فَخُورًا

     36. Үәғбүдү-ллааһа үә ләә түшрикүү биһи шәй'әү үә бил-үәәлидәйни ихсәәнәү-үә биҙил- ҡурбәә үәл-йәтәәмәә үәл-мәсәәкиини үәл- джәәри ҙил-ҡурбәә үәл-джәәрил-джүнүби үә-ссаахиби бил-джәмби үәбни-ссәбиили үә мәә мәләкәт әймәәнүкүм иннә-ллааһа ләә йү- хиббү мән кәәнә мухтәәлән фәхуураа.

     «36. Аллаға ғибәҙәт ҡылығыҙ, Уға бер затты ла тиңдәш итеп ҡуймағыҙ. Ә ата-әсәгеҙгә, яҡындарығыҙға, етемдәргә, фәҡирҙәргә, күрше торған яҡын туғаныңа, туғанлығы булмаған күршеңә, күршеләге дуҫыңа, юлсыға, уң ҡулығыҙ эйә булған кешегә (ҡолға) изгелек итегеҙ. Ысынлап та, Алла тәкәббер, маҡтансыҡ кешене, (яратмай)». Ниса (Ҡатындар) сүрәһе 36 аят.

     Пәйғәмбәр саләллаһү ғәләйһи үәссәләм: «Джәбраил фәрештә миңә «Күршең менән яҡшы мөнәсәбәттә бул!» – тигән өгөт-нәсихәттәрен биреүҙе туҡтатманы. Мин уны хәҙер күршене мираҫ алыусылар исемлегенә индерер, тип тә уйлай инем».

     Әгәр күршең туғаның да булһа һеҙҙе күршеләр булыу ғына түгел, ә туғанлыҡ бәйләнештәре һәм бер диндә булыу ҙа берләштерә. Пәйғәмбәребеҙ үҙенең күп кенә хәҙистәрендә күршеләргә мәрхәмәтле булырға ҡуша. Ул мосолман, түгелме, туғанмы, юҡмы, барыбер һинең уға ҡарата булған мөнәсәбәтең Ислам дине ҡушҡанса күркәм булырға тейеш.
     «Аллаһы Тәғәләгә һәм Әхирәт көнөнә ышанған кеше күршеһенә лә яхшылыҡ эшләһен».
     Йөрәге һәм аҡылы был дин менән яҡтыртылған хаҡ мосолман күршеһенә ҡарата киң күңелле, ихлас була, уның тураһында ҡайғырта һәм уның менән гел яҡшы мөнәсәбәттә була. Ул уға булдыра алған һәр нәмәһе менән ярҙам итә, шатлығына шатлана, ҡайғыһына ҡайғыра, теләктәрҙе уртаҡ теләй.
     Шулай уҡ, өйөндә берәр ризыҡ бешерелһә күршеләрен дә һыйламайынса ҡалмай. Сөнки ризыҡ бешергәндә сыҡҡан еҫтәрҙән күршеләренең дә ашайһы килеп, уларҙың иһә был ризыҡты бешерергә хәлдәре етмәҫкә мөмкин.
    «Әгәр һурпа бешерһән һыуын күберәк ҡой. Унан һуң күршеләреңә инеп, уларҙы ла тейешенсә һыйла».
     Мосолмандың һиҙгер табиғәте күршеһенең ауыр тормошона тыныс ҡына ҡарап тора алмай. Ислам дине буйынса йәшәүсе кеше үҙе рәхәт тормошта йәшәп, күршеһе ауырлыҡта йәшәү менән килешә алмай. Ул уға һәр ваҡыт ярҙам итеп йәшәй.
     «Күршеһендә ас кеше була тороп, үҙе туҡ хәлендә ятып йоҡлаған кеше миңә инанмаған булыр».
     «Күршеһе ас булып, ә үҙе туҡ булған кеше мөьмин түгел».
     «Әй, мосолман ҡатын-ҡыҙҙар, күршеләрегеҙгә һарыҡ тояғы ҡәҙәр кескенә генә булһа ла яхшылыҡ эшләүҙән кәмһенмәгеҙ».
     Ошо хәҙис икенсе яҡтан күршең биргән әйбергә кәмһетеп ҡарамаҫҡа, киреһенсә ҙур (оло) итеп алырға ҡуша: йәғни күршеһе биргән әйбер һарыҡ тояғы тиклем генә булһа ла, ул күршеһенә рәхмәт уҡырға тейеш. Яҡшылыҡ өсөн әйтелгән рәхмәт Ислам әхлағының айырылғыһыҙ бер сифаты булып тора.
     Хаҡ мосолман үҙенең туғандарына, йәиһә мосолман күршеһенә генә яҡшылыҡ эшләп ҡалмай, ә мосолман булмаған күршеһен дә кире ҡаҡмай. Был тәртип Ислам диненең шул ҡәҙәр киң күңелле булыуын һәм ул, дин айырмалығына ҡарамайынса, бөтә кешене үҙенә рухландырыуын аңлата. Бер ваҡыт Ғабдуллаһ бине Ғамир һарыҡ һуйғас үҙенең ялсыһынан һорай: «Һин беҙҙең йәһүд күршебеҙгә берәр нәмә бирҙеңме? Сөнки мин Аллаһ Илсеһенең: «Джәбраил ғәләйһиссәләм, миңә күршең менән яҡшы мөнәсәбәттә бул тигән өгөт-нәсихәттәрен биреүҙе туҡтатманы. Мин уны хәҙер күршене мираҫ алыусылар исемлегенә индерер, тип тә уйлай инем», – тип әйткәнен ишеттем».
     Бына шуға күрә йәһүд һәм нәсаралар мосолмандарҙан үҙҙәренең ғүмерҙәре, намыҫтары һәм малдары өсөн ҡурҡмайынса йәшәйҙәр. Ислам диненең тарала башлаған осорҙарында мосолман ауылдарының тау баштарына төҙөлгән сиркәүҙәре быға дәлил булып тора. Был ваҡытта улар араһында меңләгән мосолмандар йәшәгән.
     «Аллаһы Тәғәлә һеҙҙең менән дин өсөн һуғышмаған, һеҙҙе өйҙәрегеҙҙән ҡыуып сығармаған кешеләргә ҡарата яҡшылыҡтар ҡылыуҙан һәм ғәҙел мөнәсәбәттә булыуҙан тыймай.    Ысынлап та ла, Аллаһы Тәғәлә ғәҙел кешеләрен ярата!» Мүмтәхәнә: 8.
    «Бер ваҡыт мин (йәғни, Ғәйшә): «Әй, Аллаһының Илсеһе, минең ике күршем бар. Уларҙың ҡайһыһын бүләкләйем икән?» – тип һораным. Ул: «Ишеге һинең ишегеңә яҡынырағын», – тип яуап бирҙе».
     Тимәк, игелекте йәнәшәләге күршенән башла, унан һуң йырағыраҡ күршеләргә.
     «Был донъяла мосолманды ғәҙел күрше, иркен йорт һәм менәр ат (транспорт) бәхетле итә».
     Беҙҙең бабаларыбыҙ ғәҙел күршене шул тиклем юғары баһалағандар, ундай күрше менән күрше булып тороуҙы үҙҙәренә ҙур бәхет тип һанағандар. Был донъяла бындай бәхетте бер нәмә менән дә сағыштырып булмай. Был хаҡта бик күп хәбәрҙәр бар. Бер ваҡыт Сәғит бине әл-Ғастың күршеһе берәү менән йортон йөҙ мең дирһәмгә һатырға килешкән, ә унан һуң һатып алыусыһына әйтә икән: «Был – әле йорт хаҡы ғына, ә һин Сәғит менән күршелекте күпмегә һатып алаһың?» Был хаҡта Сәғит ишеткәс үҙе уға йөҙ мең дирһәм биреп унан ҡалырға үтенгән.
     Исламда ғәҙел мосолман күршенең урыны һәм дәрәжәһе тураһында бына ниндәй данлау һүҙҙәре әйтергә мөмкин. Ә насар күрше хаҡында нимәләр әйтергә мөмкин һуң? – Насар күрше ул Аллаһының рәхмәтенән мәхрүм кеше. Был тормошта Аллаһы Тәғәләнең мәрхәмәте һәр яҡшылыҡтың нигеҙе булып тора. Насар күрше ошо мәрхәмәттән мәхрүм ителгән.
    «Валлаһи тип әйтәм, инанмай, валлаһи тип әйтәм инанмай, билләһи тип әйтәм, инанмай!» Кешеләр: «Кем, әй, Аллаһының Илсеһе?» – тип һорайҙар. Ул: «Уның уҫаллығынан күршеһе имен булмаған кеше», – тип яуап бирә».
    «Күршеһенә ҡарата уҫал булған кеше йәннәткә инмәҫ».
     Күршеһенә уҫаллыҡ, яуызлыҡ килтереүсе насар күршенең енәйәте ниндәй ауыр, Аллаһы Тәғәлә уны хатта йәннәткә инеү мөмкинлегенән дә мәхрүм иткән.
    «Әй, Аллаһ Илсеһе, фәлән ҡатын төндәр буйы ғибәҙәт итә, көндөҙөн ураҙа тота, яҡшылыҡтар эшләй, саҙаҡалар бирә, ләкин үҙенең күршеләренең хәтерен ҡалдыра». Аллаһ Илсеһе әйтә: «Улай булғас изгелектең әҫәре лә юҡ, ул утта яныусыларҙың береһе булыр!» Кешеләр әйтә: «Фәлән ҡатын бары тик фарыз намаҙҙарын ғына уҡый һәм фәҡирҙәргә бары тик һөт кенә бирә, ә үҙе беркемде лә рәнйетмәй». Аллаһ Илсеһе әйтә: «Ул йәннәт эйәһе булыр!».
    Хаҡ мосолман күршеһе менән яҡшы мөнәсәбәттә булырға тырыша. Ул бигерәк тә күршеһенең хаҡ-хоҡуҡтарын боҙа торған гөнаһтарҙан ҡурҡа. Сөнки бындай гөнаһтар ҡурҡыныс нәтижәләргә килтерә һәм бик ауыр енәйәт булып тора. Көндәрҙән бер көн Аллаһ Илсеһе үҙенең сәхәбәләренә: «Уйнаш нимә ул?» – тип һорау бирә, улар: «Ул – Аллаһы Тәғәлә һәм Уның Илсеһенең рөхсәт итмәгән эше» – тип яуап бирә. Шунан һуң ул былай тип әйтә:
    «Ысынында, әгәр бер кеше сит ун ҡатын менән зина ҡылһа, был инде уның өсөн күршеһенең ҡатыны менән зина ҡылған һымаҡ ауыр енәйәт булып һаналмай». Шунан һуң ул уларға уғрылыҡ тураһында һорау бирә. Улар былай тип яуап бирәләр: « Ул нәмә – Аллаһы Тәғәлә һәм Уның Илсеһенең рөхсәт ителмәгәне». Шунан һуң ул былай тип әйтә: «Ысынында, әгәр бер кеше ун йортто талаһа ла, уның был эше күршеһен талап сығыу хәтле ауыр енәйәт булып һаналмай».
    «Ҡиәмәт көнөндә үҙ-ара талашыусылар араһынан иң беренсе булып күршеләрҙән һорау алына».
    Әҙәплелек ҡағиҙәләрен һәм үҙ диненең өгөт-нәсихәттәрен яҡшы белеүсе мосолман үҙенең күршеһе менән дошманлашҡансы, талашҡансы мең ҡат уйлай, сөнки ул әлеге һүҙҙәрҙе бер ҡасанда да иҫенән сығармай.
    «Ҡиәмәт көнөндә күршеһенә бәйле булған күпме күрше: «Ий, Раббым, был кеше миңә берәр нәмә кәрәк булғанда унан һорағас, ишеген яба ине һәм үтенесемде кире ҡаға ине», – тип әйтәсәк».
    Үҙ динен яҡшы итеп тотҡан мосолман күршеһенә яҡшылыҡ эшләүгә үҙенең көсөн ҡыҙғанмай. Һаранлығы арҡаһында күршеһенә яҡшылыҡ эшләмәгән кешегә Ҡиәмәт көнөндә ни тиклем оят һәм хәсрәт буласаҡ.
    «Мөъминдәр бер-береһен тотоп тороусы ныҡ ҡоролма кеүек».
    Ислам мөьминдәрҙе бер-береһенә тейеп торған бейек бинаға тиңләй. Был бинаның һәр кирбесе был йәмғиәттең бер ағзаһы булып тора һәм кирбестәрҙең һәр береһе башҡа кирбестәр менән ныҡ һәм тығыҙ бәйләнештә булып, бинаның ныҡлығын һәм сыҙамлығын тәьмин итеп торорға тейеш, юғиһә ул ишелеп төшөргә мөмкин. Ислам шуның һәр кирбесен рухи аҙыҡ менән туҡландырып, үҙ-ара ярҙамлыҡ һәм ойошҡанлыҡ тәьмин итә. Шуға күрә был бинаны бер ниндәй көтөлмәгән хәл дә, бер ниндәй ғәрәсәт ҡаҡшата алмай.
    Үрҙәге аңлатмаларҙан сығып, йөрәге дин менән һуғарылған мосолман үҙенең күршеһенә түҙемле һәм сабыр була. Әгәр уға күршеһе ниндәйҙер бәләкәй күңелһеҙлектәр килтерһә лә, ул асыуланмай, хәтер һаҡламай һәм ниндәй ҙә булһа хата, йә иһә кәмселек ебәрһә, уны ғәфү итә, унан һис бер нәмә лә талап итмәй. Сөнки ул шуның өсөн Аллаһы Тәғәлә уның үҙен бүләкләүенә һәм Уның мәрхәмәтенә юлығыуға ышана.
    Бер кем дә күршеһенең уҫаллығына яуызлыҡ менән яуап бирергә тейеш түгел. Был нәмә изге сифаттарҙы тәрбиәләүҙә ҡулланыла торған алымдарҙың иң яҡшыһы булып тора.
    «Әгәр күршеләреңдән һинең хаҡта, ул яҡшы кеше, тигәнде ишетергә тура килһә, тимәк, һин – һәйбәт кеше, әгәр яуыз тиһәләр, тимәк, һин уҫал кеше икәнһең».
    Кеше үҙе һәм ғаиләһе тураһында хаталанырға, күҙҙәре «һуҡыр» булырға мөмкин. Шуның өсөн үҙ хәлен белергә теләүселәр өсөн иң дөрөҫ юл башҡаларҙың үҙе тураһында фекерҙәрен ишетеү. Әгәр кешеләр яҡшы кеше тип шәһаҙәт бирһәләр, шатланырға һәм шул дәрәжәне юғалтмаҫ өсөн тырышырға кәрәк. Әгәр яман тиһәләр, үҙ хәлеңде төҙәтергә кәрәк. Кешене үҙенең күршеләре һәм уның менән бергә мөғәмәлә (хәл итеү) итеүселәр ҡәҙәр бер кем дә белмәҫ. Шуның өсөн был турала күршеләрҙең һүҙе иғтибарға алына. Шулай итеп, кеше үҙенең ниндәй әҙәм икәнлеген беләһе килһә, күршеләренең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалһын. Фәҡәт шәһаҙәт биреүсе күршеләренең яҡшы һәм намыҫлы әҙәмдәр булыуы шарт. Иғтибарһыҙ һәм выжданһыҙ әҙәмдәрҙең шәһаҙәт биреүҙәрендә ҙур хикмәт табылмаҫ, шулай булһа ла, күршеләргә күршелек хаҡында кәмселек итмәү мосолман кеше өҫтөнә йөкләнгән бер бурыс. Бер һүҙ менән әйткәндә, үҙеңдең кем икәнеңде беләһең килһә, үҙең менән бергә йәшәүселәрҙән, бергә эшләүселәрҙән белерһең.
    «Яуызлығынан күршеһе имен булмаған кеше мөьмин түгел».
    Күршелек иңгә-иң терәп тороуҙа ғына түгел, бәлки баҙарҙарҙа, сауҙа урындарында ла бер-береһенә йәнәшә булған кибетселәр лә күрше булалар. Шуға күрә күршеһенең алыусыһын нисек булһа ла үҙенә тартыу, йәки унан арзаныраҡ биргән булып, алыусыға тоҙаҡ ҡороу, былар бар булған күршеләрҙе рәнйетеү була.
    «Әгәр бер кеше Аллаһыға һәм Әхирәт көнөнә ышанһа, күршеһенә игелек ҡылһын, ҡунаҡты хөрмәтләһен һәм һөйләгәндә яҡшы һүҙҙәр генә һөйләһен, йәки тик торһон».

                                                                              Вәғәҙдең авторы билдәһеҙ, татарсанан тәржемә һәм өҫтәлмәләр ҡушылды