Һин әҙерме?
     Хөрмәтле мөьмин-мосолмандар, Аллаһ Тәғәләнең һуңғы илсеһе, ахыр заман нәбийе, пәйғәмбәр әфәндебеҙ ﷺ, был донъя ғүмерен бер көнлөк тормошҡа оҡшатып, үҙенең дә донъяға ошо көндөң икенде ваҡытында килеп, пәйғәмбәрлек вазифаһын башлағанлығы тураһында хәбәр бирә. Был хисаптан шуны күрәбеҙ – әлеге ер тормошоның дүрттән өс өлөшө үтеп, бер өлөшө генә ҡалғанын.
     Тимәк ҡиәммәткә лә оҙаҡ ҡалманы. Ҡөръән-и Кәримдә әйтелгәнсә:
                                                                                    اقْتَرَبَتْ السَّاعَةُ وَانْشَقَّ الْقَمَرُ۞
     Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
     "Иҡтәрабәти-ссәәғәтү үәңшәҡҡаль- ҡамәр".
     "Сәғәт (Ҡиәммәт) яҡынайҙы һәм ай ярылды". («Ҡамәр». 54/1)

     Ҡояш тағы бер ҡалҡмаҫ өсөн батыуға табан бара. Ай саңға әйләнер өсөн, йондоҙҙар иретелгән тимер кеүек түгелер өсөн, тауҙар мамыҡҡа әйләнер өсөн, ағастар япраҡтарын ҡойолдорор өсөн, имтихан сәғәте килеп етер өсөн, Исрафил (г.с.) сурға өрөр өсөн, яңынан терелеү башланыр өсөн, мәхшәр тауыштары ҡолаҡтарыбыҙға ишетелер өсөн, иҫәп-хисап көнө, бөйөк яуап биреү көнө етеү өсөн оҙаҡ ваҡыт ҡалманы.
     Бының өсөндөр ни, Аллаһ рәсүле ﷺ, бер хәҙис шәрифендә шулай тип бойора:
     “Кеше нисек донъяға һөйөнә алыр ни! Исрафил (г.с.) сурын өрөү өсөн ауыҙына килтергәс, әмер бирелгәс, бер генә лә ваҡытҡа ла кисекмәйенсә уға өрәсәктер".
     Ғәзиз мөьмин-мосолмандар,
     Шулай булғас, һәр мосолман, киләсәк был бөйөк хисап көнөнә әҙер булырға тейеш. Хакимдәрҙең хакиме булған Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһына сығырға әҙер булып торорға тейешбеҙ.    Донъяла барлыҡ ҡылғандары өсөн хисап бирергә әҙер булып торорға тейеш.
     Хәҙер һеҙҙән һораймын:
     Һин мосолман ҡәрҙәшем! Хисап бирергә әҙерме? Аҡсаларҙың, таныш-белештәрҙең, донъяуи мәртәбәләрҙең бер ниндәй ҡиммәттәре булмаған һәм бер ниндәй эшкә ярамаған ул көндә бөйөк көндә, Ул бөйөк Аллаһ ҡаршыһында яуап бирергә һин әҙерме?
     Бөйөк һәм олоғ булған Аллаһ Тәғәлә, шәрәфле китабыбыҙ Ҡөръән-и Кәримдә беҙгә шулай бойора:
                                                                                  وَمَا خَلَقْتُ الْجِنَّ وَالْإِنسَ إِلَّا لِيَعْبُدُونِي
     "Үә мәә халәҡтүл-джиннә үәл-иңсә ил-ләл лийәғ-бүдүүн".
     "Беҙ кеше һәм ендәрҙе Беҙгә ғибәҙәт итһендәр өсөн генә яраттыҡ". («Әҙ-Ҙәриәт сүрәһе». 51/56)
     Шулай булғас, һин, мосолман ҡәрҙәшем, Аллаһҡа ҡоллоҡ өсөн яратылдың. Аллаһ алдында ҡоллоҡ вазифаны еренә еткерҙеңме?
     Көндә биш ваҡыт намаҙыңды үтәйһеңме? Әллә йоманан йомаға, байрамдан байрамға ғынамы намаҙ ҡылаһың?
     Ураҙаны тотаһың мы? Әллә Рамаҙан айы еткәс, ашҡаҙаның ауырта башлаймы?
     Зәкәтенде түләйһеңме? Әллә фәҡирҙәр хаҡын урлап, йәһәннәмдә үҙеңә утын әҙерләйһеңме?
     Хаж вазифаны үтәйһеңме? Үтәмәгән хәлдә, үтәүселәргә «Ғәрәптәрҙе генә һимертергә баралар» кеүек, мосолмандар һөйләмәгән һүҙҙәр һөйләйһеңме?
Әйе, бөтөн был һорауҙарҙың яуабын һәм хисабын бирергә һин әҙерме, ҡәрҙәшем!
     Ғәзиз мөьмин-мосолмандар,
     Бөйөк Раббыбыҙ, Ҡөръән-и Кәримдең биш йөҙгә яҡын урынында кешеләрҙе уйланырға саҡыра. Бер аяты кәримәһендә иһә Ул шулай бойора:
                                                            أَوَلَمْ نُعَمِّرْكُم مَّا يَتَذَكَّرُ فِيهِ مَن تَذَكَّرَ وَجَاءكُمُ النَّذِيرُ۞
     “ә үә ләм нүғәммиркүм мәә йәтәҙәккәру фииһи мәң тәҙәккәра үә джәә’әкүмү- ннәҙииру"
     “Уйлаған кеше аҡылға килһен өсөн Беҙ һеҙгә ғүмер бирмәгәнме ни? Һеҙгә пәйғәмбәрҙәр ебәрмәнек ме..." («Фатир»35/37)
     Шулай булғас, һин, мосолман ҡәрҙәшем, башыңды ике ҡулың араһына ҡуйып, был хаҡта уйланғаның бармы? Ғүмереңде нимәгә әрәм иткәнең тураһында бер уйланғаның бармы? Иртәгә һиңә «ғүмереңде нимәгә әрәм иттең» – тип һораһалар, нимә тип яуап бирерһең?
     -"Әй, Раббым, бер аҙ эшләнем, бер аҙ йоҡланым, бер аҙ уйнаным, бер аҙ фильм ҡараным, һуңынан ашаным, эстем, йөрөнөм, йома көндәрендә лә мәсеттә һәр ваҡыт намаҙ уҡыманым" – тиепме яуап бирәсәкһең? Был яуап иң элек үҙеңә оҡшаймы һуң?
     Шулай булғас, ғүмерендең хисабын бирергә һин әҙерме?
     Шәрәфле мөьмин-мосолмандар, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, бер хәҙис шәрифендә шулай тип әйтә:
    “Аҡыллы кеше, үҙен хисапҡа тартып, үлемдән һуң буласаҡтар өсөн тырышҡан кеше. Ахмаҡ иһә нәфсе һәм теләктәренә эйәргән кешелер".
     Был үлсәүгә күрә һин аҡыллымы, әллә ахмаҡмы? Нәфсең теләк һәм күңел әүрәткес (аҙҙырғыс) нәмәләргә баш эйеп, Ҡөръән Кәримдә
     "Шайтан ғәмәленән бер нәжестер" – тип аталған алкоголь эсеп, отошло уйындар уйнайһың мы?
    Шулай уҡ Аллаһ Тәғәлә мөҡәддәс китабыбыҙ Ҡөръән-и Кәримдә
     "Аллаһ һәм Уның рәсүле дошманлығына лайыҡ булған «рибасыларҙың (бурыс өсөн артым, процент алғандарҙың), ҡиәмәт көнөндә „шайтан ҡағылған тиле хәлдә“ („Баҡара“:279, 275) ҡубарыласаҡтары тураһында әйтелә.
     Шулай булғас, һеҙ һаман да риба һәм кредиттар менән эш итергә дауам итәһегеҙме? Бының хисабын бирергә һин әҙерме?
     Ғәзиз мөьмин-мосолмандар,
     Рахман һәм Рәхим булған Аллаһ Тәғәлә, Ҡөръәни Кәримдә беҙгә шулай бойоралыр:
     »Әй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Үҙегеҙҙе лә, ғаиләгеҙҙе лә утын урынына кеше менән таш яға торған (йәһәннәм) утынан һаҡлағыҙ". («Әт-Тәхрим». 66/6)
Һөйөклө пәйғәмбәребеҙ иһә, бер хәҙис шәрифендә шулай тип әйтә:
     "Барығыҙ ҙа көтөүсеһегеҙ, һәм барығыҙ ҙа көтөүҙәрегеҙ өсөн яуап тотасаҡһығыҙ".
     Хәҙер инде әйтеп ҡара, әй, мосолман ҡәрҙәшем. Үҙеңде һәм ғаиләңде утындары кеше һәм таштар буласаҡ йәһәннәм утынан ҡотҡара алдыңмы? Әле урамдарҙа йөрөгән ошо йәштәр һинең балаларың түгелме? Улың ни өсөн һәр нәмәне белә лә, динен белмәй? Аллаһ Раббыбыҙҙың ҡәтғи әмере булыуына ҡарамаҫтан, ҡатының һәм бәлиғ йәшкә еткән ҡыҙындың башында ни өсөн яулыҡ юҡ? Бөтә ошолар өсөн яуап бирәсәк һин түгелме һуң?
     Шулай булғас, әй, мөьмин-мосолмандар,
     Әйтелгән бөтә был һорауҙарҙың яуабын һәм хисабын бирергә әҙер булып тор. Ғазраил (г.с.) бына-бына килә, уны ҡаршы алырға әҙер булып тор. Ҡәберең ауыҙын асып, һине көтөп тора, уға инеп ятырға әҙер булып тор. Күктәр ярылырға, ерҙәр тетрәргә, тауҙар ҡуҙғалырға, диңгеҙҙәр ҡайнарға әҙер булған хәлдә, һин дә хисап бирергә әҙер булып тор.
     Ул бөйөк ҡиәмәт көнөндә, ул бөйөк хисап көнөндә, Ҡөръән-и Кәримдә әйтелгәнсә:
     "Йәүмә тәшһәдү ғәләйһим әлсинәтүһүм үә әйдииһим үә ар-джүлүһүм бимәә кәәнүү йәғмәлүүн".
      «Телдәрегеҙ, ҡулдарығыҙ һәм аяҡтарығыҙ ҡылғандарығыҙға шаһит булып торор». («Ән-Нур». 24/24)
     Был шаһитлыҡты кире ҡағырға бер кемдең көсө етмәйәсәген белергә лә әҙер булып тор.
     Йәһәннәм ҡыҙғас, унан йырағайырға, йәннәт мөьминдәренә яҡынлаштырылғас, уға инергә әҙер булып тор.
     Аллаһ Тәғәлә, Ҡөръән-и Кәримдең күп кенә аяттарында:
     "Һаман аҡылланмаҫтармы?" («Әл-Әнбиә»:10)
     "Һаман ҡолаҡ һалмаҫтармы?" («Әл-Ҡасас»:61)
     "Һаман уйлап, төшөнмәҫтәрме?" («Ән-Нәхл»:17) – тип бойора.
     Шуға күрә аҡылланырға, уйлап, төшөнөргә һәм «ғәмәл дәфтәрҙәре асылғанда» хисап бирергә әҙер булып тор!
                                     Интернет киңлегенән башҡортсаға тәржемә.