Зәки Вәлиди өндәмәһе

                                                            Даулы йылдар мираҫы
   Ҡан ҡәрҙәштәребеҙ халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, күренекле ғалимы Әхмәтзәки Вәлидиҙең эшмәкәрлеге, хеҙмәттәре менән йылдан-йыл күберәк һәм тәрәнерәк таныша. Башҡортостан «Китап» нәшриәте уның башҡорт һәм урыҫ телдәрендә «Хәтирәләр»ен, төрлө йылдарҙағы сығыштары, хаттары һәм мөрәжәғәттәре тупланған «Күрәҙәлек итә, тимәгеҙ...» исемле йыйынтығын, «Әҫәрҙәр»ен, Тунджер Байҡарының «Зәки Вәлиди Туған», Әмир Юлдашбаевтың «Билдәле һәм билдәһеҙ Зәки Вәлиди», Ғайса Хөсәйеновтың «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» тигән хеҙмәттәрен нәшер итте. Танылған ғалимдың тулы күләмдә йәнә «Башҡорттарҙың тарихы» китабы баҫырға әҙерләнде. Ул, һис шикһеҙ, халҡыбыҙҙың яҙмышын, донъяһын киңерәк күҙалларға, хәҙерге тормош — булмыш — йәшәйешен нығыраҡ төшөнөргә булышлыҡ итер.
Тарихи ваҡиғаларҙы төплө байҡаған, халыҡ, ил-йорт яҙмышын алдан күрә белгән киң ҡарашлы аҡыл эйәһенең әле беҙ таныш булмаған хеҙмәттәре, сығыштары, мөрәжәғәттәре табылып тора. Алла бирһә, улар ҙа баҫылыр һәм үткәндәребеҙҙе, тарихыбыҙҙы тағы ла баҙығыраҡ итер.
   Нуриман районының Байгилде мәктәбендә ғүмере буйы директор булып эшләгән, тарих фәнен уҡытҡан Ришат Сәлих улы Исмәғилев иҫке төркисә яҙылған өндәмә алып килде. Ул инәһенең ике туған ағаһы Зөфәр мулла Мостафиндан ҡалған. Ришат ағай Исмәғилевтың һөйләүенсә, репрессияға эләгеп, һәләк булған Зөфәр мулланың өйөндәге бик күп документтары янған. Даулы йылдар өнөләй был өндәмә — халыҡҡа яҙма рәүештә еткерелгән саҡырыу һүҙе — беҙҙең көндәргә саҡлы һаҡланған.

   Ул, күрәһең, Әхмәтзәки Вәлидиҙе большевиктар үҙҙәренән кире ҡаҡҡанға, бөтә башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтен хаҡһыҙ, ҡанунға ҡаршы тип иғлан иткәнгә һәм башҡорт хөкүмәтен ашығыс рәүештә ҡулға алғанға хәтлем яҙылғандыр. Сөнки өндәмәлә Рәсәй шурауи (совет) хөкүмәтенең башҡорттарға эске эштәрендә тамам мөстәҡил, йәғни үҙаллы, ирекле йәшәргә мөмкинселек биреүенә, Башҡортостан шурауи йөмһүриәтенең (республикаһының) хөрриәт яуларына ышаныс бар. Үҙаллы Башҡортостан шураһы 1-се һәм 2-се Бөтә башҡорт ҡоролтайҙарында раҫлана. Мәгәр 1918 йылдың февралендә Башҡортостандың Ваҡытлы инҡилап (революцион) шураһы ойошторолғас, ул бөтөрөлә. Һуңынан, 1923 йылдың февралендә башҡорт халҡына яҙған хушлашыу хатында Әхмәтзәки Вәлиди: «Советтар, милләттәрҙе һәм колонияларҙы азат итеүҙәре тураһында ялған һүҙ һөйләп, эшселәрҙең хаҡлығы һәм хоҡуҡтары мәсьәләһен күтәргән социализм тәғлимәтен бер эгоист милләттең империалистик идеяһына хеҙмәт иткән хәрәкәткә әүерелдерҙе», — ти һәм артабан иң әшәке йәберләүҙәр ике нигеҙҙә, йәғни дин һәм милли тел өҫтөндә эшләнәсәген, дин менән телебеҙҙе һаҡлауға ғәйрәт сарыф итеү зарурлығын иҫкәртә. Башҡортостан шурауи йөмһүриәтенең хәрби инҡилап комитеты рәйесе Әхмәтзәки Вәлидов, дәхлиә эштәре халыҡ комиссары Фәтих Төх- фәтуллин, Дәхлиә халыҡ комиссарлығы ағзаһы үә граждандарҙы теркәү идаралығы мөдире Әмирхан Вәлитов исеменән халыҡҡа еткерелгән был өндәмәлә Башҡортостан шурауи йөмһүриәтенең бөтә диндәргә һәм дини эштәргә мөнәсәбәте киң сағылған. Бәлки, ул Әхмәтзәки Вәлидовтың үҙ ҡулы менән яҙылмағандыр ҙа, мәгәр даулы йылдарҙың сағылышы, сәйәси мираҫы булыуы менән ҡиммәт. (Өндәмәнең яҙыу стиле үҙгәртелмәйенсә бирелә).
                                                               

                                                                     Өндәмә

   Рәсәйҙә хөрриәт иғлан ителгән көндән генә түгел, бәлки, башҡорт халҡы донъяға сыҡҡандан бирле башҡорттар үҙҙәренең көндәрен үҙҙәре күрергә теләй, үә һис бер ваҡыт ситтәр ҡулы аҫтында ҡалып, зәйүн булыуға разый булмай ине. Башҡорт тарихының теләһә генә ҡайһы сәхифәһен алып ҡараһаҡ та, уларҙың иркенлеккә, хөрриәткә ынтылғандарын күрәсәкһең. Башҡорттар ҡәҙәр хөрриәт юлында фиҙа булған, иркенлек өсөн самаһыҙ күп ҡорбан биргән милләт ер йөҙөндә бик аҙ табылыр.
Башҡорттар Рәсәй ҡулына күскәндән һуң да хөрриәт юлында булған һәр бер хәрәкәттә ҡатнаштылар, үә һәр береһендә ғәйәт әһәмиәтле бер урын тоттолар. Ләкин нәрҫәнәндер уларға тәҡдир йөҙ күрһәтмәне. Тәбиғәт һәр ваҡыт уларға үҙенең кире яғын, арҡаһын күрһәтте. Бына был һуңғы хөрриәттә лә башҡорттар айырым үә ирекле йәшәүҙе теләп майҙанға сыҡтылар. Үә шуралар йөмһүриәте менән бергә эш күреүҙе тейеш таптылар, сөнки Рәсәй шуралар хөкүмәте генә башҡорттарға эске эштәрендә тамам мөстәҡил айырым йәшәргә ирек бирә. Үә бөтә власты эшсе үә ауыл халҡы ҡулында ҡалдырыуҙы идеал итеп тота ине.
Башҡорт халҡы шул властың, йәғни бөтә хөкүмәт эштәренең халыҡ ҡулында ҡалыуҙы күптән теләй үә йөҙ йылдарҙан бирле шул маҡсат юлында миллион ҡорбандар биреп килә ине. Шул ҡорбандар бөгөн күк йөҙөндә мәҡбүлиәткә ашты. Үә башҡорт халҡы беренсе мәртәбә булараҡ кес кенә, ләкин шуның менән бергә ныҡ, төплө үә халыҡсанлыҡ нигеҙендә ҡоролған Башҡортостан шуралар йөмһүриәтен тыуҙырҙы. Нисә йөҙ йылдарҙан бирле ирек үә истиҡлал юлында һуғышта йонсоған был халыҡтың майҙанға... (артабан һүҙҙәр юйылған. — С.Б.).
   Ни ҡәҙәр ситен бер ни икәнде был урында һөйләп тораһы ла юҡ. Башҡорттарҙың был көн аҡтар тарафынан илдәре таланған, ауылдары яндырылған хәлдә тора. Иҫке хөкүмәт иһә уларҙы уҡытыу түгел, хатта уларҙың диндәрен бөтөрөргә, телдәрен юйырға, һандарын кәметергә, милләттәрен һүндерергә һәр төрлө мөмкин булған саралар күрә килде һәм ҡыҫма муфҡта булды.
   Әүәл шаулап торған башҡорт сәхрәләренең күбеһендә үә бөгөн башҡорт ауылдарында йәһаләт-на- ҙанлыҡ, аслыҡ үә аңһыҙлыҡ хөкөм һөрә. Улар — иҫке батша хөкүмәтенең беҙгә ҡалдырған мираҫтары. Бына беҙ бөгөн ошо хараба, ҡараңғылыҡ, аслыҡ, наҙанлыҡ эсендә Башҡортостан шуралар йөмһүриәтен нигеҙләйәсәкбеҙ.
Башҡорт Ҡыҙыл ғәскәрҙәре фронттарҙа донъяла миҫалы күрелмәгән тиәрлек ҡаһарманлыҡтар күрһәтә. Беҙ, ҡалғандарыбыҙ иһә, ғасырҙарҙан бирле башҡорт йөрәгендә һаҡланған халыҡ хөкүмәтен нигеҙләй, бынан һуң мәңгегә емерелмәҫлек итеп Башҡортостан хөкүмәтенең нигеҙ таштарын һала. Шул саҡта халыҡсанлыҡ нигеҙендә ҡоролған был ҡеүәтле, төплө хөкүмәттең дошмандары уның тәгәрмәсенә күҫәк тығып, уны эштән туҡтатмаҡсы була. Үә шул юлда һәр төрлө төшкә лә кермәгән ифтира (яла) үә быһтандар ҙа була. Был сәйәси монафиҡтар бер ҡатлы халҡыбыҙҙың саф күңеленә зәһәр үә ағыуҙарын һалып маташа. Шуралар йөмһүриәте, имеш, бөтә диндәрҙе бөтөрмәксе була. Имеш, ул ауыл балаларын дини уҡыуҙан тыя. Имеш, ауыл мәҙрәсәләрен асырға ирек бирмәй. Дин ғилемен ауыл, ер йөҙөнән һыпырып түгергә теләй. Ул ғына ла аҙ әле, хатта ауыл бөтә мәсеттәрҙе ябып, дини никах үә талаҡтарҙы бөтөрөп, йорт тормошон емермәксе була. Шуның өсөн дә әүәл башлап метрикаларҙы йыйып ала, имеш. Ошо имештәрҙе сисеп китер өсөн Николай дәүеренә күҙ һалайыҡ та һуңғы шуралар йөмһүриәтенең был хаҡтағы тәҫбирҙәрен һөйләп үтәйек.
Николай заманында беҙҙең дини эштәребеҙ нисек идара ителә ине? Николай хөкүмәте дин менән һатыу итә. Динде үҙенең хөкүмәте өсөн ҡорал итә — бер дин халҡын икенсе диндә булған халыҡҡа дошманлаштыра, талаштыра. Бигерәк тә христиан диненә әһәмиәт биреп, христианлыҡты алға һөрә. Христианлыҡтың барса диндәргә ғаләп (баш) булыуын теләй, был хаҡта хисапһыҙ күп суммалар тотоп, миссионерҙар аҫырай. Башҡорт балаларын суҡындырыу өсөн меңдәрсә һум аҡса сарыф итә ине. Ҡара халыҡ дин өсөн тип, үҙ-ара низағлаша, ике милләттең ике ярлыһы дин өсөн көрәшә, тартыша. Шул арҡала алпауыттар яҡлы булған Николай хөкүмәте тыныс ҡына йәшәй ине.
    Николай хөкүмәте башҡа диндәр өсөн бер ни сарыф итмәне, ҡайһы башҡорт муллаһына, ҡайһы йәһүд руханийына вазифа бирҙе? Ҡайһы башҡорт ауылына мәсет йәки ҡайһы башҡорт ауылына мәҙрәсә һалып аҡса менән ярҙам итте, йәки ҡайһы башҡорт ауылында әсә телендә мәктәп асып, сығымына аҡса бирҙе. Юҡ, батша хөкүмәте быларҙың береһен дә эшләмәне. Ул ғына ла түгел, үҙ көсөбөҙ, үҙ иҫәбебеҙгә һалған яҡшыраҡ мәктәп үә мәҙрәсәләребеҙҙе ябырға тырыша ине. Николай хөкүмәте түрәләребеҙҙе бик ныҡ иҙеп, ҡыҫып торҙо.
   Борондан беҙҙең дин эштәребеҙ хөкүмәттән айырым ине. Ләкин уның золомо, контроле аҫтында ине. Беҙ Башҡортостан шуралар хөкүмәтенең дингә ҡарашын белдереп китәбеҙ. Башҡортостан шуралар хөкүмәте Башҡортостан йөмһүриәтендә булған бар халыҡҡа милләт үә дин айырымлыҡтарына ҡарамаҫтан, дин хаҡында түбәндә күрһәтелгән матдәләрҙе был көндән иғтибарға иғлан итә. Үә бынан һуң һис бер кемдең дин исемен шуралар йөмһүриәтенә ҡаршы яғылған ҡотортоуҙарға, халыҡтың алданмауына ышана, дин исеменән шуралар йөмһүриәтенә ҡаршы хәрәкәттәге кешеләргә ҡаты яза буласағын белгертә.
   1. Донъяуи эш мәктәптәре бөтә милләттәрҙең уртаҡ милке булғанлыҡтан, уларҙа хөкүмәт иҫәбенән дин дәрестәре уҡытылмай. Шуның илә бәрәбәр халыҡтар үҙҙәре кәрәкһенеп, шул уҡ мәктәптәрҙә өйләнән һуң үҙ иҫәптәренә дин дәрестәре уҡытырға теләһәләр, хөкүмәт тарафынан һис кемдең тыйырға хаҡы юҡ.
   2. Руханиҙар әҙерләү өсөн дини мәҙрәсәләр асыу халыҡтың үҙ ихтыярына тапшырыла. Үҙ иҫәбенә уҡытыу-тәрбиәләү шарты илә дини мәҙрәсә асыу өсөн һис бер ерҙән рөхсәт алыу лазым түгел, 2-се баҫҡыс 1 -се дәрәжә мағариф мәктәбе бөтөргән шәкерттәр үҙ ихтыярҙары менән теләһә, дини мәҙрәсәгә керә алыр. Асылған мәҙрәсәләрҙә шуралар хөкүмәтенең Конституцияһы дәрес булараҡ уҡытылыр һәм мәғариф комиссары сәйәси яҡтан дәрестәрҙең барышын тәфтиш ҡылыр. ...Донъялар тынысланыу идә был контроль дә бөтөр.
   3. Дини вәғәз үә нәсихәттәрҙе һәр кем теләгән ерҙә әйтергә хаҡлылыр.
   4. Халыҡтар үҙҙәре теләгән ҡәҙәр ғибәҙәтханалар асырға хөкүмәттән мөниғ (ҡаршылыҡ. — С.Б.) юҡ.
   5. Ғибәҙәтханаларҙа концерт, донъяуи лекция, спектакль кеүек эштәр шул мәхәлдәрҙәге халыҡтарҙың дини хисенә..., ғибәҙәтханаларҙа бындай эштәр ҡәтғи мәминуғәлер.
   6. Ғибәҙәтханаларҙа руханиҙарҙың ғибәҙәт ҡылыуына ҡаршылыҡ юҡ. Шулай уҡ ғәйет, йома уҡыуҙарға, ашҡа йөрөүҙәргә рөхсәт алыуға хәжәт юҡ.
   7. Метрика дәфтәрҙәре бер хосуси эш булыу нөктәһенән руханиҙар ҡулында ҡалыу мөмкин. Никах, талаҡ, тыуыу үә үлеү эштәрен башҡарыу ирекле. Фәҡәт хөкүмәт тарафынан күргәҙелгән махсус урындарға ваҡытында хәбәр итергә руханиҙар мәжбүрҙәр. Һәр бер дин әһеле үлеү, тыуыу, никах, талаҡ... руханиҙар хозурында барып үҙҙәренең иғти- ҡаттарына муафик рәүештә ижрә итеүҙән мөниә юҡ.
   8. Руханиҙар үҙҙәренең рухани әсизәттәрҙе дини рухта яһарға теләһәләр хөкүмәт мәктәптәренең рөхсәте менән шуралар хөкүмәтенә ҡаршы эшләмәү шарты менән булғанда мөниғ булмаясаҡтыр.
   9. Халыҡтың дини китаптары һис бер ваҡытта... ҡыйланмаясаҡтыр.
      Иптәштәр!
   Бына Башҡортостан шуралар йөмһүриәтенең бөтә диндәргә үә дини эштәргә ҡарашы. Был ваҡытҡа ҡәҙәр ниндәй хөкүмәт диндәргә был хәтле хөрриәт үә ирек биргәне бар? Быны, әлбиттә, үлсәп ҡарарһығыҙ ҙа контрреволюционерҙарҙың үҙ файҙаларын күҙәтеп һөйләгән бысраҡтарын үҙҙәренең йөҙҙәренә кире ырғытырһығыҙ.
   Йәшәһен бөтә Башҡортостан пролетариатының... хәйәтенә ирек биргән Русиә шуралар йөмһүриәте! Йәшәһен быуаттарҙан бирле башҡорттарҙың күңелендә генә һаҡланып, был көндә барлыҡҡа сыҡҡан Башҡортостан шуралар йөмһүриәте! Йәшәһен бөтә Шәреҡ иленең майҙанға киләсәк Бөйөк шуралар йөмһүриәте! Ҡәһәр төшһөн бөтә донъя халҡының выжданы менән уйнаған капиталистар донъяһына!
   Башкортостан шуралар йөмһүриәтенең хәрби инкилап комитеты (ревкомы) рәйесе: Әхмәтзәки Вәлидов.
   Башкортостан шуралар йөмһүриәтенең дәхлиә эштәре халык комиссары: Фәтих Төхфәтуллин.
   Башкортостан шуралар йөмһүриәтенең дәхлиә халык комиссарлығы ағзаһы цә граждандарҙы теркәү идаралығы мөдире: Әмирхан Вәлитов.

                     Сәлимйән Бәҙретдинов ”Ватандаш” журналы, 2002 йыл, июнь, ссылка //vatandash.ru/pics/pdf/1109.pdf