Яуыз батша Николай II
Был мәҡәләне яҙыуҙың сәбәбе шул — ҡайһы бер наҙан мосолмандарҙың урыҫ поптары ыңғайына урыҫ батшаһы Николай II-сене, Рәсәйҙең һуңғы императоры һәм үҙең Бөйөк Финляндия кенәзе һәм Польша батшаһы тип йөрөткән әҙәм аҡтығын изгеләштерергә маташыуҙарынан сығып аңлатам. 20 миллиондан ашыу халыҡты һәләк итергә сәбәпсе булған Николай батша гонаһ ҡылмаған фәрештәләрҙәй «изге» булып китте бөгөнгө көндәрҙә һәм шуға наҙан мосолмандарҙа «ҡыуана». Рәсәй империяһы батшаһы Николай II 1894 — 1917 йылдарға тиклем тәхеттә ултыра.
Үлем түшәгендә ятҡан атаһы император Александр III Николайға биш йылдан һуң тәхетте ағаһы Михаилға тапшырырға васыят итә, әммә Николай васыятты үтәмәй һәм Рәсәй менән оҙаҡ, 20 йылдан ашыу идара итә, һәм йыл һайын был йылы үткән йылдарға ҡарағанда хурлыҡлыраҡ була, һәм йәмғиәт был хәлде бик ауыр кисерә. Уның намыҫында ике еңелеүле һуғыш, ике революция һәм бер-нисә тиҫтә миллион Рәсәй һәм башҡа илдәрҙең, халҡының һәләк булған ғүмерҙәре.
Уны бөйөк кенәздәр күрә алмай, ә һуңынан хыянат итә, бөтә Романов ғаиләһе, интеллигенция, Дума, әсәһе уға император булараҡ ант итмәй, халыҡ уны «ҡанлы» тип атай һәм шуға ул лайыҡ була ла инде.
Уның изгелегенә ышанған наҙандар, бөгөн Украина ерҙәрен баҫып алғас, ҡабаттан Польша, Балтика буйҙарын, Кавказ республикаларын һәм Ҡаҙаҡстан ерҙәрен окуппациялау хыялында.
Әлбиттә ҡырҡа «баҫып алыу» түгел, ә матур итеп, һарыҡбаштарҙың күңелеңә үтеп, «урыҫ ерҙәре»н кире ҡайтарып, бөйөк «СССР 2» төҙөү тигән кәмит ул. Кисәге «члены» политбюро КПСС, ә бөгөн Рәсәйҙең бар байлығын урлап, алдап, тартып алып, капиталист-буржуаз-феодализм бурҙарына әйләнгән, самаһыҙ үтә байыҡҡан байҙар, урыҫәй халҡының ярлығына «сәбәпсе» булған илдәрҙән үс алып, «собиратель русских земель» тигән маҡтаулы титулға эйә булған «батша» өсөн ҡәрҙәш халыҡты ҡырыу, уларҙы ҡабаттан ҡоллоҡа батырыу маҡсаты икәнен аңларға теләмәй.
Манҡортҡа, ҡолға әйләнгән болвандарҙың (бер синонимы — аҡылһыҙҙар), үткән тарихтарҙы, Ислам диненең таралыуына ниндәй илдәр, ниндәй хәлифәттәр ҙур йоғонто яһауын белмәй һәм уларҙы хәҙерге мәлдә илдең ҡан дошманы, Рәсәйҙең именлегенә, еренә ҡул уҙған дошман итеп күрә. Быға әлбиттә өҫтө ултырғандарҙың тарафынан беҙҙең уҡытыу системаһы ярҙамында һарыҡ аҡыллы, тоғро ҡолдар булған быуындар тәрбиәләү маҡсатынандыр.
Әммә шуныһы иҫ киткес — ҡәһәр совет осоронда әҙерәк тоғро тиерлек тарихы мәғлүмәттәр алған өлкән быуындың – бөгөнгө көндәге мосолмандарҙың, ҡайһы бер халыҡ муллаларының, үҙҙәрен иманлы тигәндәрҙең еңел ҡулынан был ҡанлы Николай II (Кровавый Николай) бер гонаһ ҡылмаған кеше икән!
Уларҙың фекеренсә Рәсәй батшаһы Николай II Төркиә иленә, бигерәктә Ислам дине үҙәге булған Истанбул ҡалаһына ҡарата насар уйҙа булмаған килеп сыға! Бына был самодержавец батшаны бөйөкләп, урыҫ руханиеләре ыңғайына уны аҡлап – паклап, маҡтап, мәҫәлән ВК социал селтәрҙәрендә постарын бүлешәләр. Күрше илдәрҙең еренә ҡыҙыҡҡан, бигерәктә мосолман илдәрен туҙырырға тырышҡан кафыр батшаларҙы яҡлау – был шайтан ҡотортоуы ғәләмәтенәндер һәм кемдәрҙер шуға эйәрә, шуларҙан була!
571 йыл дауамында Истанбул (Стамбул, Константинополь, Царьград) Ислам флагы аҫтында бөтә мосолмандарҙың мөбәрәк баш ҡалаһы, изге урыны булып һаналды һәм киләсәктә лә шулай булып ҡаласаҡ!
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм, үҙенең һөйөнөслө хәбәрендә: «Был урын яулап алынасаҡ һәм Ислам донъяһының изге үҙәге буласаҡ тигән». Мөхәммәд ғәләйһиссәләм тере сағында һәм үҙенең динен яҡлау өсөн көслө Ислам армияһын етәкләгән ваҡытында, ул түбәндәге һүҙҙәрҙе: «Истанбул мотлаҡ яулап алынасаҡ. Уны яулап алған полководец ниндәй мөһәбәтле, ниндәй маҡтаулы ғәскәр», — әйтә.
1000 йыл буйы Византия империяһының (Көнсығыш Рим империяһы) төп цивилизация үҙәге һәм баш ҡалаһы булған Константинополде ғосман солтаны Мәхмәт II армияһы ҡамап ала. Был һөжүм 1453 йылдың 6 апрелендә башлана һәм 29 майында ғосман армияһы ҡаланы баҫып ала.
Әүлиәбеҙ: «Ислам динен бөтөрөү һәм юҡ итеү, уны оноттороу маҡсатынан шайтан һәм уның эйәрсендәре һәр төрлө һөжүмдәр һәм ысулдар менән уны баҫып алырға тырышырҙар тигән. Әммә Аллаһ рөхсәте менән бында изге урындар, Ислам дине өсөн изге яуға сығып, шунда мосолмандар динебеҙ хаҡына ҡан түгеп, шаһидтарҙан булғандар. Иблис аҡтыҡтары күпме генә яуызлыҡ ҡылһа ла, был Истанбул ҡалаһы бына-бына килер Имам Мәһди заманында баш ҡала булып ҡаласаҡ».
Николай батша һәм унан алдағы батшалар тарихына килһәк, Ғосман империяһына ҡаршы сығып Персия ерҙәрендә төрөктәргә ҡаршы һуғышып, уларҙы Иран иленән ҡыҫырыҡлап сығара. Болгария, Греция, Сербия и Черногория илдәрендә Госман ғәскәрҙәренә һөжүм итәләр һәм был урында мосолман динен ҡабул иткән халыҡты ҡыралар.
1815 йылдың 14/26 сентябрендә Парижда Рәсәй, Австрия һәм Пруссия араһында төҙөлгән «Трактат братского христианского союза» ның 1-се статьяһына ярашлы, өс монарх, « һәр хәлдә һәм һәр урында бер-береһенә төрлө саралар менән ярҙам итергә килешеп һәм ярҙамдарын күрһәтә башлай». Былар «Жандарм Европы» булып китәләр. Төрлө ерҙәрҙә булған революцион сығыштарҙы, восстания-болаларҙы бергәләп баҫалар. Мәҫәлән: Испания, Венгрияла, Польша һәм башҡа илдәрҙә үҙәренә кәрәк сәйәсәт алып баралар.
Рәсәй империяһында ошондай булған хәл күптәргә тарихтан таныштыр, тик хәҙер аңра ҡолдар тәрбиәләү маҡсатынан бындай тарихтар яңы быуынға еткерелмәй. Мәҫәлән:
Үткән быуаттың Рус православие сиркәүенең руханийы, сәйәси эшмәкәр Георгий Гапон: „Халыҡҡа чиновниктар ҡамасаулай“, — ти Гапон, — „Ә батша менән халыҡ килешәсәк“. Тик көс ҡулланыу менән түгел, ә боронғоса үтенес менән өлгәшергә кәрәк (баш эйеп)». Шул уҡ ваҡытта ул батшаға коллектив рәүештә, «бөтә халыҡ исеменән» мөрәжәғәт итеү тураһында фекер әйтә. „Барыбыҙға ла һорарға кәрәк“, — ти ул эшселәрҙең бер йыйылышында. Беҙ тыныс ҡына барасаҡбыҙ, һәм беҙҙе ишетәсәктәр.
Бик таныш сценарий бит әле, бөгөндә: «Путэн памаги!» – тип тубыҡланыусыларҙың үтенесе үтәләме? Һәм:«Царь хороший, бояры плохие» – тиеп кенә тирандарын күккә сөйә.
(22) ғинуар 1905 йыл дин әһеле Гапон инициативаһы буйынса йыйылып, иҫәбе 140 меңгә еткән тыныс эшселәр батшаға мөрәжәғәт итергә бара һәм хәрбиҙәр тарафынан атылалар. Совет тарихсылары иҫәпләүҙәре буйынса, ғәскәрҙәр ике йөҙгә яҡын кешене үлтерә, ә һигеҙ йөҙгә яҡын кеше яралана.
Гапон бынан һуң: «Батша-йыртҡыс, уның ҡаҙна урлаусы чиновниктары һәм урыҫ халҡының талаусылары аңлы рәүештә ҡоралһыҙ ҡәрҙәштәребеҙҙе, ҡатындарыбыҙҙы һәм балаларыбыҙҙы үлтереүсе булырға теләй һәм булып китте. Нарва заставаһы артында батша портреттарын күтәргән эшселәрҙе үлтергән батша һалдаттарының пулялары был портреттарҙы ла үтә тиште һәм батшаға ышанысыбыҙҙы юҡҡа сығарҙы. Шулай итеп, ҡәрҙәштәр, халыҡ тарафынан ҡарғалған батшанан, уның йылан батша тоҡомонан, уның министрҙарынан һәм бәхетһеҙ урыҫ ерен талаусыларҙан үс алайыҡ! Уларҙың барыһына ла үлем!».
Бына шулай, был ваҡиғаларҙан һуң Николай батша асыҡтан асыҡ халыҡтың дошманы һәм палачы була китә һәм Рәсәйҙә тәүге 1905—1907 йылдағы революцияға сәбәбе була.
Ғөмүмән бөйөк урыҫ иленең батшалары ни заттан һәм өс йөҙ йыл Урыҫия менән идара иткән маҡтаулы бөйөк батша Романовтар династияһы кемдәр ул?
Үҙ тарихтары менән ғорурланған урыҫтар, шул иҫәптән маңҡорттарҙың яратҡан Рәсәй императорҙары һәм императрицалары немец милләтте сығышынан була. Уларҙа урыҫ ҡаны «вообще» юҡ!
Гольштейн-Готторп Романовтар Ольденбург династияһының бер тармағы. Уның нәҫел башлығы герцог Карл Петер Ульрих Гольштейн Готторпский (Петр III суҡындырылған) була.
Уның ҡатыны София Августа Фредерика Ангальт-Цербстская (Екатерина II) шулай уҡ әсәһе яғынан Гольштейн-Готторптар нәҫеленән була.
Петербургтың юғары аристократияһы үҙен Рюриковичтар, ә император ғаиләһен немец голштинсылар тип иҫәпләй. Ә ябай кешеләр, ҡоллоҡтағылар һәм хоҡуҡһыҙҙар, уларҙы батюшкабыҙ һм матушкабыҙ тип атайҙар. Улар бит (немецтәр) урыҫ исемдәрен йөрөткән: Павел, Александр, Мария Федоровна, Александра Федоровна…
Был әкәмәт хәл тарихтар борондан килгән.
1614 йылдың 16 декабрендә ныҡ һыуыҡ була, Серпухов ҡапҡаһы янында аҫыу өсөн бәләкәй генә дар ҡуйыла, һыуыҡтан ҡалтыраған һәм илаған өс йәшлек малайҙы килтерәләр. Муйынына ҡалын бау һалырға маташҡанда, ул илай һәм әсәһен саҡыра. Уны инде дар ағасына аҫҡас, еңеллеге арҡаһында, кәүҙә ауырлығы менән муйынындағы йыуан арҡанға һығыла алмай һәм ярым тере килеш бер нисә сәғәт ғазапланып үлә. Шулай итеп дәүләт енәйәтсеһе Иван Дмитриевич язалана. Ошо сабый баланы язалап, үлтереү һуңынан, яңы Романовтар династияһы хакимлеккә килә.
Был ваҡиғаны голланд сәйәхәтсеһе Элиас Геркман шулай һүрәтләй: Һуңынан Димитриевтың улын күрәләтә аҫып үлтерәләр... Күптәр, ышаныслы кешеләр, был баланы башы ябылмаған килеш [үлем урынына] алып килгәндәрен күрә. Был ваҡытта буран һәм ҡар малайҙың йөҙөнә һуҡҡанлыҡтан, ул бер нисә тапҡыр илап һорай: „Һеҙ мине ҡайҙа алып бараһығыҙ?“...
Әммә бер кемгә лә зыян килтермәгән баланы алып килгән кешеләр, уны аҫа торған урынға алып барып, бәхетһеҙ малайҙы, ҡараҡ кеүек, мочалдан үрелгән ҡалын арҡанға аҫып ҡуйғансы, тынысландырҙылар. Бала бәләкәй һәм еңел булғанлыҡтан, был бауҙың ҡалынлығы арҡаһында төйөндө яҡшы итеп һыҡтыра алманылар, һәм ярым тере баланы шул көйө аҫылынған хәлдә үлергә ҡалдырҙылар.
Коломнала тотҡонлоҡта булған Марина Мнишекҡа (поляк затынан) улының язаланыуы тураһында хәбәр иткәс, ул ҡайғынан аҡылдан яҙа һәм Романовтар нәҫелен ҡарғаған, уларҙың баштарына бөтә династияны тулыһынса юҡ иткәнгә тиклем ауырыуҙар, язалауҙар, үлтереүҙәр саҡырған. Бигерәк тә бала үлтереүҙән башланған идара итеү бала үлтереү менән тамамланасаҡ тигән ҡарғыш ҡурҡыныс яңғырай.
Ә барыһы ла Бөйөк Петр I менән башлана, ул Көнбайышҡа баш эйә һәм асыҡтан-асыҡ бөтә урыҫ донъяһын һанға һуҡмай һәм протестант Германияһынан алынған бөтә көнбайыш культураһын көсләп урынлаштыра. (Әллә шуға Европаға асҡан Петр I тәҙрәһен бөгөн йәһүд затынан булған Путин яптымы?) Тап ошонан немец никахтары башлана.
Яҙыусы Лев Николаевич Толстой уның тураһында бик ғәҙел фекер йөрөтә: «Петр I менән рус тарихының айырыуса иҫ киткес һәм айырыуса яҡын һәм аңлайышлы ҡот осҡос ваҡиғалары башлана... Еңләнгән, иҫерек, сифилистан сереп бөткән был хайуан сирек быуат буйына кешеләрҙе юҡ итә, язалай, яндыра, тереләй ергә күмеп ҡуя, ҡатынын төрмәгә яба, аҙғынлыҡ ҡыла, ирҙәр менән енси теләген ҡәнәғәтләндерә... Үҙе ҡыҙыҡ күреп, кеше баштарын ҡырҡа, көфөр һөйләй, енес ағзалары рәүешендәге тәре һымаҡ тәмәке көйрәткестәре менән йөрөй — Евангелие китабына оҡшаған араҡы һалынған йәшник менән... Үҙенең башына һәм ир һөйәркәһенә таждар кейгеҙә, Рәсәйҙе бөлдөрә һәм улын язалай... Һәм уның яуызлыҡтарын аңлап, төшөнәһе урынға, был йыртҡыстың батырлыҡтарын маҡтауҙан туҡтамайҙар, уға һәйкәлдәрҙең һәр төрөнөң аҙағы юҡ. Һәм бөтә ҡот осҡос ваҡиғалар — язалау, ирен үлтереү, ғазаплау һәм законлы вариҫты үлтереү, Рәсәйҙең яртыһын ҡоллоҡта булдырыу, һуғыш, халыҡты аҙғынлыҡта һәм бөлгөнлөккә төшөрөү, барыһы ла онотола һәм әле лә ниндәйҙер бөйөклөк, аҡыл, был насар кешенең әхлаҡи бейеклеге маҡтала. Уны маҡтау ғына түгел, уның хайуани теләктәрен ҡәнәғәтләндереүсе ирҙәрҙе маҡтау ҙа. «Николай Палкин» хикәйәһе.
Петр рус мәҙәниәтен дә, урыҫ халҡын да күрә алмай. «Мин кешеләр менән түгел, ә кешеләргә әйләндерергә теләгән хайуандар менән эш итәм» (Н.И. Костомаров, Рәсәй тарихнамәһе) тип, ул урыҫ халҡы тураһында һөйләй.
»...Дәүләт төҙөүгә йүнәлтелгән идеяһы менән мауығып, халыҡтың юҡ-бар именлеген ҡорбан итеп, Петр был халыҡҡа ихлас булмай. Уның өсөн халыҡ һандар суммаһы, дәүләт төҙөү өсөн яраҡлы материал булараҡ ҡына йәшәй. Ул урыҫ халҡын һалдаттар, ташсылар, ер ҡаҙыусылар, матростар йәки үҙенең хеҙмәт тинлеге менән батшаға дәүләт механизмын тотоуға аҡса килтереү өсөн кәрәкле тиклем ҡәҙерләй. Костомаров Н. И. «Бөйөк Петр реформалары йомғаҡтары һәм тарихи әһәмиәте».
Ошондай билдәле билдәле тарихи анекдот: "Мәскәүҙең либераль салондарының береһендә 1870-се йылдарҙа тәхеттең ул саҡтағы вариҫы Александр Александровичта рус ҡаны күпме икән? — тигән бәхәс тыуа. Бәхәсте хәл итеү өсөн ҡунаҡтар араһында булған билдәле тарихсы Сергей Михайлович Соловьевҡа мөрәжәғәт итәләр. Соловьев ярты стакан ҡыҙыл шарап һәм эсәр һыу һалынған көршәк килтереүҙәрен һорай.
Романовтарҙың һуңғы өс быуыны араһындағы ҡан ҡатышлығы хаҡында Соловьев үҙенең аңлатмаһын былай тип башлай: «Ҡыҙыл шарап урыҫ ҡаны, ә һыу немец ҡаны булһын. Петр I немка Екатерина I – гә өйләнә. Һәм тарихсы ҡыҙыл шараплы стаканға ярты стакан таҙа һыу ҡоя. Һуңынан ул дауам итә: «Уларҙың ҡыҙы Анна немецҡа, Голштин герцогына кейәүгә сыға». Соловьев ярты стакан шыйыҡландырылған шарапты эсә һәм уны һыу менән тултыра. Ул был операцияны ҡабатлап, артабан Петр III-нең немка Екатерина II, Павел I-нең немка Мария Федоровна, Николай I-нең немка Александра Федоровна, Александр II-нең немка Мария Александровна менән никахтарын телгә ала... һөҙөмтәлә стаканда таҙа һыу тиерлек ҡала. Тарихсы был стаканды күтәреп: "Рәсәй тәхетенең вариҫында бына ошондай ғына урыҫ ҡаны бар!» — әйтә...
Николай II-сенең хакимлегенең бөтөү сәбәпсеһе булып Сербия яғында Беренсе донъя һуғышына инеүе менән башлана. Серб миллләтле ярым аҡылһыҙ террорист Гаврила Принцип Сараевола тәхет вариҫы Франц-Фердинандты үлтерә, шул арҡала Австро-Венгрия Сербияға һуғыш иғлан итә, бөтә Европа державалары быны нигеҙле тип иҫәпләй.
Ә Николай II Петербургтағы серб илсеһенә Рәсәй Сербияны бәләгә ҡалдырмаясағына һәм «һуғышҡа әҙерлек хәлен» индереүенә ышандыра, йәғни терроризмды ғәмәлдә хуплап, мобилизация иғлан итә.
Немец кайзеры Вильгельм II 18 (31) июлдә «кузен Ники» нән (Николай II) Рәсәйҙә дөйөм мобилизацияны туҡтатыуҙы талап итә, уға Николай II был мөмкин түгел тип яуап бирә. 1914 йылдың 19 июлендә (1 авгусында) кисен Германия Рәсәйгә һуғыш иғлан итә.
Шулай итеп өс ағалы-ҡустылы Николай II (Ники), Вильгельм II (Вилли) һәм Георг V (Джорджи) үҙ ара һуғышы башлана, Вильгельм Георгтың ике туған ағаһы, Александра Федоровнаның ике туған ағаһы, ә Николай менән өс туған ағаһы һәм бер туғандың улы була.
Батшаның кәүҙәһе бәләкәй буйлы булыуы арҡаһында батша ҡиәфәте менән маҡтана алмай, шуға күрә ул аҡыл яғынан һәм унан бейегерәк булған һәм үҙ фекерҙәрендә, һүҙҙәрендә һәм ғәмәлдәрендә ныҡлы шәхестәр булған кешеләрҙе түҙеп тормай. Ул хатта һөйләшә лә белмәй, үҙенең тәүге телмәрен ул үҙ алдында тотҡан эшләпә эсенә һалыған шпаргалка буйынса уҡый.
(Ошо көндәребеҙгә тиклем илебеҙ менән хакимлек ҡылған, быға оҡшаған әҙәмдең кәүҙәһе 154 сантиметр тиҙәр, «тәмәке төпсөгө» тигән ҡушамат йөрөтә, 20 сантиметрҙыҡ каблук кейә. Шуға ла видеоларҙа аяғы шайтан ашығы тирәһендә килбәтбеҙ итеп кире яҡҡа бөгөлә...)
Ул Рәсәйгә тоғро дәүләт эшмәкәрҙәрен, хатта күренеклеләрен дә баһаламай, үҙ-үҙен яратыуы арҡаһында бәхәсләшергә яратмай. Бер ваҡыт ул үҙе: «Мин һәр ваҡыт бөтәһе менән дә ризалашам, ә һуңынан үҙемсә эшләйем» тип таный.
Император һарайы һәм дворяндар үҙ халҡына, уның мәҙәниәтенә шул тиклем хөрмәтһеҙ булалар, хатта халыҡ телен белмәйҙәр, үҙ-ара тик француз йәки немец телдәрендә генә аралашалар, ябай халыҡты кешеләр тип иҫәпләмәйҙәр. Әгәр күп һанлы алпауыт ерҙәренең сит ил кешеләренә ҡарауын иҫәпкә алһаҡ, ни өсөн урыҫ ир-егеттәренең 1917 йылда помещик усадьбаларын яндырыуы аңлашыла. Илдә социаль шартлау өлгөрә.
Революцион ҡыҙыулыҡты төшөрөү өсөн император Николай II-се Япония иленә ҡаршы бәләкәй генә еңеүле һуғыш (маленькая победоносная война) башларға ҡарар итә, унда еңеү яулап, халыҡта ялған патриотизм тойғоһон күтәреп, үҙеңә ҡарата маҡтау көтә.
Әммә 1904—1905 йылдарҙағы Рус-япон һуғышында еңелә. 1-се Макаров эскадраһы флоты командир Макаров менән һәләк була. Порт –Артур нығытмаһы япондар тарафынан баҫып алына. Енәйәтсе батша тарафынан ярҙамға ебәрелгән флотта үлемгә эләгә, 5045 мең кеше һәләк була, 800-гә яҡын кеше яралана, 7282 әсирлеккә эләгә, шул иҫәптән Рәсәй флотының ике адмиралы контр-адмирал Небогатов һәм үҙе вице-адмирал Зиновий Рожественский. Был ваҡиғалар Цусима алыштары тип, тарихҡа инә. Урыҫ еңелеүең «еңеү» тип тарихтар яҙыла, кинолар төшөрөлә. Халыҡта әле лә ул урыҫ моряктарының бөйөк патриотизмы тигән ялған мәғлүмәт күп. Әйе, сит ерҙәрҙә ниндәй патриотизм эҙләгәндәр икән? Урыҫ халҡына бит һәр саҡ кемдер һөжүм итергә әҙер, ерҙәрен һәм төштәрен лә кермәгән байлыҡтарын тартып алырға торған төрөктәр, йә иһә американдар, хәҙер инде урыҫ сусҡаһына талашҡан хохолдар бар.
Рәсәйҙең Беренсе донъя һуғышына инеүенең төп сәбәптәренең береһе сербтарҙы австриялыларҙан яҡлау теләге түгел (был да, әлбиттә), ә Ҡара диңгеҙ боғаҙҙарын, Босфорҙы һәм Дарданеллдарҙы һәм, әлбиттә, Константинополде яулап алыу теләге булыуы сер түгел. Изге ҡаланың төрөктәр ҡулында булыуы быуаттар буйына рәсәй самодержавиеларына тынғы бирмәй һәм уны яулап алған кеше Рәсәй тарихында ысын мәғәнәһендә изге шәхес (сакральной фигурой) булып китә.
Босфорҙы баҫып алыу планына рәсәй командованиеһы 1915 йылда, Беренсе донъя һуғышы ваҡытында ҡайта. Шул ваҡытҡа Константинополь һәм боғаҙҙар тураһында йәшерен инглиз-франко-рус килешеүе төҙөлә — был килешеүгә ярашлы Константинополь Һәм Ҡара Диңгеҙ боғаҙҙары Рәсәй империяһы составына инергә тейеш була. 1916 йылдың 16 (29) майында, оҙайлы дипломатик хат алышыуҙарҙан һәм Һөйләшеүҙәрҙән һуң, Бөйөк Британия, Франция һәм, бер аҙ һуңыраҡ, Рәсәй империяһы һәм Италия араһында йәшерен «Азия Төркиәһен бүлеү тураһында килешеү» төҙөлә.
Операцияға йәлеп ителгән ғәскәрҙәр менән Дөйөм командование Ҡара Диңгеҙ флоты командующийы Вице-адмирал А.в. Колчакҡа йөкмәтелә. Хәл иткес һөжүм 1917 йылдың апреленә планлаштырыла, әммә Февраль революцияһы арҡаһында операция үткәрелмәй.
Бөгөндә был Төркиә илен Рәсәй баҫып алыр ине, тик был илдең НАТО ҡарамағында булыуы, был планды үтәргә бик ҡамаусалай. Һин, мосолман ҡәрҙәш, урыҫ кафырҙарының ошо мосолман илен баҫып алыуға шат булыр инеңме?
Рәсәйҙең үҙе һәм Антанта союздаштары өсөн Төркиәне еңеү ысынында үҙҙәренең колониаль империяларын һаҡлап ҡалыу өсөн алыш булды, ундағы ресурстарын үҙҙәренә тартып алырға һәм киләсәктә тағы ла күберәк Африка һәм Азия илдәренә һөжүм итеп, баҫып алырға хәрби платформа булыр ине. Әлхәмдүлилләһи, кафырҙарҙың йоғонтоһоң киңәйтергә Аллаһ насип итмәне.