Яуыз батша Николай II
Был мәҡәләне яҙыуҙың сәбәбе шул — ҡайһы бер наҙан мосолмандарҙың урыҫ поптары ыңғайына урыҫ батшаһы Николай II-сене, Рәсәйҙең һуңғы императоры һәм үҙең Бөйөк Финляндия кенәзе һәм Польша батшаһы тип йөрөткән әҙәм аҡтығын изгеләштерергә маташыуҙарынан сығып аңлатам. 20 миллиондан ашыу халыҡты һәләк итергә сәбәпсе булған Николай батша гонаһ ҡылмаған фәрештәләрҙәй «изге» булып китте бөгөнгө көндәрҙә һәм шуға наҙан мосолмандарҙа «ҡыуана». Рәсәй империяһы батшаһы Николай II 1894 — 1917 йылдарға тиклем тәхеттә ултыра. Читать далее