— Казактар араһында был көндәрҙә бик ҙур эш сығып тора ,— ти Салауат үҙенең телмәрендә. — Дон яғынан бер Бүгәс тигән батыр килеп сығып, батша түрәләренә ҡаршы һуғыш башланы. Ул батыр хаҡында халыҡ араһында: «Ул Әбей батшаның ире Петр икән», — тигән хәбәрҙәр ҙә йөрөй. Ул батырҙан мин хәбәр алдым. Ул: «Башҡорттарға мин ирек бирәм, — ти. Үҙ илдәренә үҙҙәре баш булһындар, башҡорттар үҙ илдәрендә теләһә ҡош булын осһондар, теләһә балыҡ булып йөҙһөндәр», — ти. Батша түрәләренә, баярҙарға, һанаттарға бик ямап күҙ менән ҡарай.
Мин бөтә илдәрҙән хәбәр алдым. Ошо форсаттан файҙаланып, Бөрйән, Тамъян, Түңгәүер, Үҫәргән, Табып, Ҡатай, Юрматы, Ҡыпсаҡ илдәре бере лә ҡалмай, күтәрелергә тора.
Бүгәс— батшамы, түгелме, уныһында беҙҙең эшебеҙ юҡ. Бүгәс— түрәләргә, баярҙарға ҡаршы. Беҙгә шул етә.
Беҙ утыҙ Һигеҙ йыл буйына тыныс тороп, батша түрәләренә хеҙмәт итеп, ни ҡушһалар, шуны эшләп, ни һораһалар, шуны биреп ҡараныҡ. Бының менән түрәләрҙең йәбер-золомо туҡталманы. Беҙҙең был тыныслығыбыҙҙан файҙаланын, илгә баярҙар тула. Йөҙәр, меңәр башлап малдарыбыҙ талана. Фискалдар йөрөп, көн һайын йөҙәрләп ил ағаларыбыҙҙы һуғалар, үлтерәләр, тотоп ситкә ебәрәләр.
Башҡорт болалары баҫтырылып, башлыҡтары һәммәһе ҡулға алынғас, Бахметов тигән бер майор өс йөҙ һалдат менән яңынан килеп сығып, башҡорт ауылдарын яндырып, ҡатын-ҡыҙҙарын йыйып, барыһын да әсир алып китте, — тп. Шунан Салауат ғәскәренә ҡарап:
— Беҙ «Башҡорт илен, башҡорт иркен һаҡлаймын», — тигәндәре өсөн Ур тамағында үлтерелгән биш мен ҡоралһыҙ башҡорттоң, Яйыҡҡа батырылған өс мең башҡорттоң, Минзәләлә үлтерелгән Аңғар, Килмәт, Әлшәй, Юлдаш, Әмин, Батыршаның, бынан ун ете йыл борон яндырылған башҡорт ауылдарының ҡонон Бүгәскә ҡушылыу менән алырға тейешбеҙ, — ти ҙә, шунда йыйылған халыҡҡа төбәп, түбәндәге һүҙҙәрен әйтә:
— Туйҙа, майҙанда көрәшеп кеше йығыу менән генә кеше балуан булмай, илен эйәртеп, ил ирке өсөн дошманын еңеп, ил күрке булыу, бына шул була балуанлыҡ.
Батырмын, тип кем әйтмәй,
Яу килгәндә йәне юҡ.
Сәсәнмен, тип кем әйтмәй,
Дау килгәндә өнө юҡ.
Танауынан һайлап алған һылыуыңдан ҡанлы йәш түктермәй, ата-инәңдең ҡайғы менән билен бөктөрмәй, башҡорт иленә һайлап ҡуйған ирек бармы?
Ялп-йолп иткән ябалаҡ
Яҙмышта кемгә юлдаш булмаған,
Бүтәгәләй үлән, буҙ ялан,
Кемгә генә түшәк булмаған?
Яғаһына ҡош оялап,
Ир башҡорттоң башы ҡайҙа ятып ҡалмаған?
Хахылдап, ҡан төкөрмәй,
Үлән түшәп, ит еймәй,
Ҡап күпертеп, һурпа эсмәй,
Хәләл ҡаныңды түкмәй,
Башҡортҡа тиң ирек буламы? —
ти.
Был һүҙҙәрҙән һуң Салауат батыр, халыҡҡа ҡулы менән бер күмер күрһәтеп:
— Бына был яндырылған башҡорт ауылдарының күмере. Бына ошо күмер геуаһ булһын, — башҡорт егеттәренең ҡаны, ҡол итеп һатылған, мәсхәрә ителгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының намыҫы өсөн ошо ерҙә беҙ дошмандан үс алырға ант итәйек, — ти.
Бөтә башҡорт ғәскәре, шул күмерҙе үбеп ант итеп, Бүгәскә ҡушылырға китә.
Башҡорт халыҡ ижады. Икенсе том.pdf ссылка //kitaptar.bashkort.org/files/%D0%91%D0%B0%D1%88%D2%A1%D0%BE%D1%80%D1%82%20%D1%85%D0%B0%D0%BB%D1%8B%D2%A1%20%D0%B8%D0%B6%D0%B0%D0%B4%D1%8B.%20%D0%98%D0%BA%D0%B5%D0%BD%D1%81%D0%B5%20%D1%82%D0%BE%D0%BC.pdf