Рәғәиб кисәһе
     Аллаһ Тәғәлә иманлы ҡолдарына мәрхәмәтле һәм шәфҡәтле булғаны өсөн, ҡайһы бер айҙарға, көндәргә һәм кисәләргә өҫтөнлөк бирҙе. Мөхәммәд (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) өммәтенә бик мөбәрәк һәм бик фазыйләтле көн һәм кисәләр бүләк итә. Был замандарҙа (ваҡыттарҙа) ҡылына торған доғаларҙың, тәүбәләрҙе ҡабул ителәсәген белдертте. Ҡолдарының күп ғибәҙәт ҡылыуҙары, доға һәм тәүбә итеүҙәре өсөн шундай замандарҙы (ваҡыттарҙы) сәбәп итә. Был мөбәрәк һәм фазыйләтле көн һәм кисәләренең бер өлөшө өс айҙар исемен йөрөткән Рәжәб, Шәғбан һәм Рамаҙан айҙары эсендәлер, Рағаиб, Миғраж, Бәраәт һәм Ҡәҙер кисәләре был айҙар эсендә ҡәҙерле һәм тиңһеҙ кисәләрҙер.

     Өс ай дауамы булараҡ билдәле булған мөбәрәк айҙарҙың тәүгеһе булған Рәжәб айы ла, был ҡиммәтле осор (ваҡыт) өлөшөнән береһелер.
     Рәжәб айы Әҙәм (ғәләйһиссәләм) дән алып ҡәҙерле ине. Һәр өммәт был айға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә ине. Был айҙа һуғышыу гонаһ ине.
     Рәжәб — мүрәжжәб, муазалам, мөхтәрәм, ҡәҙерле тимәктер.
     Рәжәб айының сифаты — «шәһруллаһ» — «Аллаһтың айы» тимәктер.
     Рәжәб айы башланғас һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) доға ҡыла ине:
     «Аллаһүммә бәрик ләнә фи рәжәбә үә шәбән үә бәллиғнә рамаҙан». «Эй Аллаһ! Рәжәб һәм Шағбан айҙарын беҙҙең өсөн мөбәрәк ҡыл һәм беҙҙе Рамаҙан айына ирештер».
     Рәжәб айының беренсе йомаһына ҡаршы кис — Рәғәиб кисәһе тип атала.
     Рәғәиб ғәрәпсә бер һүҙ. Рә-ғә-бә (бер нәмәне теләү, нимәлер булдырыу, уға ыңғайлау, уны ҡулда булдырыр өсөн тырышыу). Рәғәиб иһә һоралған, теләгән, иҫтәгән, талап ителгән нәмә тимәк. Мөәннәс енесендә булған рә-ғы-бәтеннән рә-ғә-иб барлыҡҡа килә. Һүҙ булараҡ рәғәибтең асылы шул.
     Рәсүлебеҙҙең атаһы Абдуллаһ менән әсәһе Әминәнең никахлашҡан кисәләре тип тә тарих китаптары күрһәтә. Шул кисәнең фазиләләре был мөбәрәк хәдисәләргә (ваҡиғаларға) таяныр.
                                             Рәғәиб кисәһендә уҡыла торған намаҙҙар
     Аллаһ Тәғәләнең бөйөк мөғжизәләрен күргән һөйөклө пәйғәмбәр әфәндебеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Раббыһына шөкөр йөҙөнән 12 рәкәғәт намаҙ ҡылғанлығы билдәле. Намаҙ икешәр рәҡәғәттән алты мәртәбә уҡылыр.
     Ахшам һәм йәстү намаҙы араһында 12 рәҡәғәт Хәжәт намаҙы ҡылыныр, икешәр рәҡәғәттән һуң сәләм бирелер һәм һәр рәҡәғәтендә 1 «Фәтиха» сүрәһе 5 «Ихлас» сүрәһе күңелдән уҡылыр.
     Намаҙҙан һуң 101 мәртәбә «Әстәғфируллаһ»: 101 «Салават-шәриф» һәм 101 «ләә иләәһә илләллааһ үәхдәһү лә шәрикә ләһ... »
     Рәғәиб көнөндә йома менән икенде араһында 4 рәкәғәт тәшәккүр намаҙы уҡылыр ике рәкәғәт һайын сәләм бирелер, һәр рәкәтенә 1 «Фатиха» шәриф; 7 «Аятүл-Көрси»; 5 «Ихлас; 5. «Фәләҡ»; 5 «Нәс» сүрәләрен уҡылыр. Намаҙҙан һуң 25 мәртәбә «Лә хәүлә үә лә ҡуүүәтә иллә билләһил ғәлиййүл-ғәҙыим-әл-ҡәбирил муттәәл». 25 «Әстәғфируллааһәл-ғәҙыим үә әтүбү иләйк».
                                         Рәғәиб кисәһендә уҡыла торған зекерҙәр
     70 мәртәбә «Салауати-уммийә Аллаһуммә сали сәййидинә Мүхәммәдин Нәбийил-Уммийи үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи үә сәллим салауати» шәрифте бөтөргәндән һуң сәждәгә китәр һәм шул хәлдә 70 мәртәбә «Суббухун, Ҡуддусун, Раббүнә үә Раббул мәләикәти үәр-Рух» уҡыр.
     Үә сәждәнән Аллаһу әкбәр тиеп күтәрелеп ултырыр, ике сәждә араһында «Раббиғфир үәрхәм үә тәджәүәз әммә ғәләмү иннәкә әнтәл-әәҙул-әкрам» тигән истфарҙы 70 ҡат уҡыр. Шунан һуң икенсе сәждәгә китә. Сәждәлә күптән яңынан 70 ҡат «Суббухун, Ҡуддусун, Раббүл үә Раббүл мәләикәти үәр-Рух» уҡыр.
     Бынан һуң ҡулдарын күтәреп Хоҙай Тәғәләнән һорар, ни тиклем теләктәре барҙыр, уларҙың ҡабул булыуҙары тураһында ялбарыр.

                                                                                                                                                                 Әҙерләүсе Рашид ЯКУБОВ