Муса Мортазин Әбйәлилдә
Йырлап килә Мортазиндың эскадрондары
Мөғәлләм Мирхәйҙәров хәтирәләре
Әбйәлил районы Асҡар ауылында йәшәүсе табип Марсель Мирхәйҙәровта атаһы — фольклорсы, сәсән Мөғәлләм Шәйхәттәр улы Мирхәйҙәровтың (1900—1974) хәтирәләре һаҡлана. Был хәтирәләр Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте, башҡорт ғәскәрҙәре тарихын өйрәнеүҙә ҡиммәтле сығанаҡ булып тора. Унда бигерәк тә легендар комбриг Муса Мортазиндың сардарлыҡ сифаттары асыҡ һүрәтләнгән. Асҡар ауылының 19 йәшлек егете Мөғәлләм Мирхәйҙәров Мортазиндың полкында ылаусы булып йөрөй. Шунда ул 1919 йылдың февраль аҙағы һәм март башындағы Асҡарҙа булып үткән ҡанлы бәрелештәрҙең шаһиты була. Әйткәндәй, был ваҡиғалар легендар комбригтың “Башҡортостан һәм башҡорт ғәскәрҙәре Граждандар һуғышында” исемле китабында ла бәйән ителә.
“Атайым был хәтирәләрҙе 1965 йылда яҙып ҡалдырған. Совет йылдарында райондың “Осҡон” гәзитендә гел генә Смоленск полкын маҡтап яҙҙылар. Ә бына Муса Мортазин тураһында бер һүҙҙә яҙмай торғайнылар. Был хәтирәләр үҙенең дөрөҫлөгө менән ҡиммәтле”, — тигән үҙенең хатында Марсель Мирхәйҙәров. Эйе, совет заманында маҡталып, ә ысынында ябай халыҡты талауҙан башҡа бер нәмәне белмәгән, аҡтар килһә, ҡурҡып ҡасып йөрөгән Смоленск полкы хаҡында хәҙер беҙ яҡшы беләбеҙ. Мөғәлләм Мирхәйҙәровтың иҫтәлектәре лә тап шул тарихи фактты тағы бер тапҡыр раҫлай. Икенсе яҡтан ул Муса Мортазиндың ҡурҡыу белмәҫ сардар ғына түгел, ә бик оҫта артиллерист булыуын да асыҡ һүрәтләгән. Китап уҡыусыларға ошо хәтирәләрҙең ҡыҫҡартылған вариантын тәҡдим итмәксемен:
“1919 йылдың 28 февраль көнө. «Ҡар күптән яумағанлыҡтан, иртәле-кисле әсе, сасҡау һыуыҡ тора. Көн урталарында ғына әҙ-мәҙ генә йылыраҡ ине. „Ҡайһы бер төндәрҙә көнбайыштан көслө ел иҫеп торғас, йөрөш юлдар таҡырланған. Бараһы ерҙәргә бер ҡыйынлыҡһыҙ йөрөп ҡайтырға була ине. Яуған ҡарҙы ел тау итәктәренә, ҡыраҙ аҫтарына, һаҙлыҡтарға, ағаслы соҡорҙарға көрт итеп, ҡайһы бер урындарға ҡатырып та, йә өҫтән генә генә ҡатыра биреп, аҫтын ярмаландырып өйгән ине.
Яйыҡ йылғаһы буйында урынлашҡан казак ауылдары Николай батша яҡлы булып, артабан да илдә монархияның хөкөм һөрөүен теләйҙәр ине. Шуның өсөн дә ундағы казактар атаман Дутов, Беловтарҙы яҡлап, уларҙың отрядына ҡушылды. Ошо ауылдарҙың ир-егеттәре бөтәһе тиерлек адмирал Колчактың армияһында булды. Казактар Уралдың көнсығышында йәшәгән башҡорт ауылдарын баҫып торҙо.
1918 йылдың июнь айында атаман Анненков (аҡ генерал) отряды менән Асҡарға килеп, һуғышҡа кешеләр биреүҙе талап итеп, улыс старшинаһы алдында ультиматум ҡуйҙы. Йәштәрҙән 700-800 кешене туплап, Курган, Кустанай яҡтарындағы ҡыҙыл партизандарға ҡаршы һуғышҡа алып китте. 1898, 1899, 1900 йылдарҙа тыуған күп кенә башҡорт йәштәре һуғышта ятып ҡалды. Бик һирәктәре генә тыуған ауылдарына имен-һау әйләнеп ҡайта алды. (был ваҡиғаларҙы Муса Мортазин үҙенең китабында былай тип бәйән итә: “1-се башҡорт кавалерия полкы 1918 йылдың июнендә ойошторола башланы. Кавалерия полкын комплектлау өсөн Тамъян-Катай кантонының Кубәләк- Тиләү, Тамъян-Түнгәүер, Ҡатай һәм Туңғатар улыстары бүленде. Әммә Вәлидовтың 1-се Башҡорт кавалерия полкын төҙөү тураһында фарманы сыҡҡан көндәрҙә аҡ гвардеец Анненков беҙҙең полк кешеләр һәм аттар аласаҡ кантонға һөжүм итте. Кантонды баҫып алған Анненков Башҡорт кавалерия полкының команда составына тик рус казак офицерҙарының ғына ҡуйылыуын талап итте һәм теләгенә иреште. Тәүге һуғышта ук казак офицерҙары (эскадрон командирҙары) сафтан сыҡҡас, полктың иҫән ҡалған өлөшө 1-се эскадронға (полктың казактарға буйһонмаған өлөшө) ҡушылды.“ — А. Я.).
Асҡар ауылы улыс үҙәге булғас, бында ҡыҙылдар ҙа, аҡтар ҙа килеп китеп торҙолар. Тәү мәлдәрҙә һирәк-һаяҡ ҡына бәрелештәр булып торҙо. Ҡанлы һуғыштар булманы.
1919 йылдың 19 февралендә башҡорт халҡы ысынлап, үҙе теләп ҡыҙылдарға ҡушылды. Көнсығыштан һөжүм иткән, Уралға баҫып инеп килгән Колчак ғәскәрҙәрен туҡтатыу өсөн Асҡарға, Тамъян-Түңгәүер улысына, Башҡорт армияһы тарафынан Муса Мортазиндың кавалерия полкы һәм, уға ҡушып Смоленск йәйәүле полкы ебәрелә. 28 февралдә Асҡарға Муса Мортазин полкы килә, тип хәбәр таралды, төштән һуңыраҡ үрге ауыл осонан, Темәс яғы юлынан килгәндәре күренде. Муса Мортазиндың атлылары, «Эскадрон», «Күгәрсен», «Марш» көйҙәренә һалынған йырҙарҙы йырлап шаулатып, тын ғына ултырған Асҡарҙы яңғыратып килеп инде.
Айырым-айырым булып дүрт эскадрон, улар артынса йөк тейәлгән аттар, ҡайһылары саналарға ултырған байтаҡ ҡына йәйәүле һалдаттарҙың килеүе күренде. Ауыл халҡы, бигерәк тә йәштәр, үҫмерҙәр уларҙың йырлашып килгән тауыштарына елкенеп, дәррәү ҡаршы алырға сыҡты. Барыһы ла бергәләп ул саҡтағы баҙар урынына, хәҙерге «Дежурка” һәм “Культ һәм йыһаз” магазиндары эргәһендә туҡталдылар. Муса Мортазин һәм Смоленск полкы штабы менән Асҡарҙа ҡалды, ә атлылар Дауыт ауылында урынлашты. Ауыл старостаһы уларҙы һәр йортҡа бүлеп бирҙе. Ул саҡта Яйыҡ буйындағы казак ауылдары Колчак армияһы частары ҡулында ине. Аҡтар Урал эсенә һөжүм итергә әҙерлек алып барҙы. Шулай уҡ Белорет ҡалаһы улар ҡулында ине. Әүжән, Үҙән, Егәҙе, Стәрле ҡалаһы яғына һөжүм итәләр ине. Колчак ғәскәре Баймаҡ, Темәскә ҡарап та баралар ине. Беҙҙең Асҡар ауылы ла фронт һыҙығында булды. Аҡтарҙың күҙәтеү (разведка) төркөмдәре Ҡоръятмаҫ тауы итәгендә йыш күренәләр ине. Яйыҡ буйындағы ауылдар казак отрядтары менән тулы. Улар, көр аттарында бараһы урындарға тиҙ генә елеп барып, ҡайһы берҙә һөжүм дә яһайҙар ине. Көндәр йылыныу менән казактарҙың һөжүме лә йышайҙы. Уларҙың Ташбулат, Таштимер, тауҙағы Мөхәмәт, Исхаҡ, Буранғол ауылдарына һөжүм итеүе күренә башланды.
Муса Мортазин һәм Смоленск полктарының ҡоралдары ошонан ғибәрәт ине: биш пулемет, ике өс дюймлы туп, дүрт эскадрон атлылар, винтовка менән ҡоралланған йәйәүле һалдаттар һәм хужалыҡ взводы. Снаряд һәм патрондар самалы ғына. Икенсе төндә үк, ятыр алдынан ҡупҡан ғауғаға күтәрелеп Мортазиндың бер эскадроны менән беҙҙә яткан пулеметсылар (Смоленск полкы) Салауат яғынан баҫып килгән казактарға ҡаршы китте. Улар иртәнсәк, таң атыуға, М. Мортазиндың полкынан берәүҙе юғалтып, береһе ярыланып ҡайттылар. Беҙҙә ятҡан пулеметсылар: “Ой, казактар күп һәм көслө киләләр, белмәйем ни булыр, имен-һау ғына үҙ яғыбыҙға әйләнеп ҡайтҡанда бәхетле булыр инек, әлдә беҙ имен әйләнеп ҡайттыҡ”, -тип, үҙ-ара һөйләшәләр ине. Муса Мортазин полкының ике эскадроны Салауат ауылынан аҡтарҙы ҡыуып сығарғас та, ике взвод йәйәүле һалдаттарҙы оборона тоторға ҡалдыра.
Икенсе көн иртә менән туптар ултырған урында туп тауышы һәм ауылдың Магнитҡа ҡараған яғынан осонан, Иҙәш йылғаһы яҡлап, пулемет тауышы ишетелде. Ауыл халҡы, йәштәр, үҫмерҙәр туп шаулап, дөрһөлдәп атҡан урынға йыйылды. Ҡоръятмаҫ тауы битендә улай ҙа, былай ҙа үткән кешеләр күренә. Күп тә үтмәй юл буйлап 12 һыбайлы күренде. Улар Иҙәш күперенә килеп етер-етмәҫтән ауыл осонда ултырған пулеметтан ут асылды. Улар пулемет уты аҫтында кирегә әйләнеп ҡастылар. Смоленск полкының артиллерия орудиеһы башлығы юл буйлап ҡасҡан әлеге атлыларға бер туптан ата башланы. Снарядтар казактарҙың тирә-яғына төшкөләп ярыла, улар ҡурҡа төшөп, аттарын йән-фарман ҡыуып тирә-яҡҡа таралышып, Ҡоръятмаҫ тауына сабалар, ҡасалар. Ҡыуыуға ҡарамаҫтан, ауыл йәштәре орудие янынан йыйылышҡан. Мин дә унда бар инем. Муса Мортазин орудие эргәһенә килеп, теге командирҙан: “ҡана, бир әле миңә биноклеңде тип, һорап алды ла, ноль — ноль 92”, — тип орудиеға наводка биреүе булды, атып ебәргән снаряд юлдан ҡасып барған 5-6 казактың бер яғына төшөп шартлап, бер казак шунда ҡолап ятып ҡалды. Юлдан юл ситләп ҡасҡандарҙың артынса бер-бер артлы снарядтар төшөп, казактарҙы ҡуян һымаҡ ҡасырға мәжбүр итте. Бар көскә аттарын ҡыуалап, Ҡоръятмаҫ тауына үрмәләй башланылар. Үренә мендем тигәндә генә снаряд тағы бер һыбайлыны атынан йыға һуҡты. Аты үлде, үҙе эләгә-йығыла мылтығын ҡулына тотоп, тау башына көскә күтәрелеп, ашаһына төшөп үлемдән ҡотолоп ҡалды. Муса Мортазиндың снарядтарҙы туп-тура аҡтарҙың өҫтөнә яуҙырыуын күреп, ауыл халҡы уны оҫта тупсы ла (артиллерист) икән, тип хайран ҡалып, үҙ-ара һөйләште (Был ғәжәп түгел сөнки Мортазин 1912—1914 йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта артиллерия бригадаһында хеҙмәт итә. 1913 йылда өйрәнсектәр командаһында укып, бомбардир (наводчик) исемен ала. Беренсе донъя һуғышында, 1914 йылдың сентябренән 1917 йылдың майына тиклем 9-сы Себер уксылар артиллерия бригадаһында кесе фейерверкер (артиллериялағы кесе унтер-офицер чины) булып Көнбайыш һәм Румыния фронтарында утты-һыуҙы кисеп кайта — А.Я.).
1-се Башҡорт полкының да, Смоленск полкының да көстәре тирәләге ауылдарға ебәрелмәне, һаҡлыҡта тотолдо. 4 март көнө иртә таң алдынан атыш башланды. Смоленск полкы һәм ауылдағы 60-лаған боевой дружина отрядтарына шул яҡ ауыл ситенән уларға ҡаршы мылтыҡтан, пулеметтан ата-ата, ауылға яҡын һаҙлыҡтан килгән казактар күренә. Бер 3 дюймлы тупты Көләшә битләүенә ултыртып, ауылға ҡарап аталар. Асҡарҙа хәл ҡырҡыулаша башланы. Бер снаряд беҙҙең кәртәгә, икенсеһе мейес торбаһына килеп тейҙе. Мортазин Дауытҡа сапҡынсы ебәреп, ундағы 3-сө эскадронға казактарҙың артына сығып, һыртан һаҙы, Йомаҡа яғынан һөжүм итергә бойороҡ бирә. Был һөжүмгә казактар ҡаршы тора алмай Иҙәш ҡусҡары яғына сигенеп, ҡасып ҡотолғандар.
Казактарҙың Белорет ҡалаһы яғынан килеп, Исхаҡ һәм Буранғол ауылдарын баҫып алғандары ишетелде. Муса Мортазин бер эскадрон менән Смоленск полкын Асҡарҙа ҡалдырып, өс эскадроны менән Буранғол, Исхаҡҡа китте. Ундағы казактарҙы ҡыуып сығарған арала, иртә менән, сәғәт 10-дарҙа аҡтарҙың 1200 кешелек ғәскәре тағы ла Асҡарҙы килеп баҫты. Мылтыҡ, пулемет тауыштары ишетелә, тағы ла, Көләшә битенә ултыртып, туптан ауылға ҡарай ата башланылар. Асҡарҙа ғауға күтәрелде, урамда ыҙғыш. Ауыл ситендә атыш бара, Ҡырҡтытау битендә мылтыҡ тотоп, атыша барған һалдаттар күренә.
Ауыл халҡы күберәген Алмас, Фәйез тауҙарының битендә, Таңатар йылғаһы менән быуа араһында йыйылған. Беҙ ике ылауҙа икешәр йәшник снаряд тейәп, Темәс юлына ҡарап барабыҙ. Подводчик һәм йәйәүле һалдаттар быуа тирәһенә тығылышҡан. Снарядтар беҙҙең ян-яҡҡа яуҙарыла. Мортазиндың атлылары ылауҙағы һәм йәйәүле һалдаттарҙы, сигенгәндәрҙе: “Давайте, не отступать! На рассыпную!”, — тип бер урындан икенсе урынға баралар. Взвод командиры Ғәббәс Рыҫҡолов ҡамсыһын болғап: “Ҡурҡмағыҙ! Кире боролоғоҙ!”, — тип һөрән һала. Ләкин бер паникаға бирелгән һалдаттар, сигенеүен, ҡасыуын дауам итә. Казактар ҡыҫа. Тегенән дә, бынан да аталар. Ҡайһы берәүҙәре өҫкә үк менеп килә. Шулай атыша-атыша барып сигенеп, һигеҙ сакырымда ятҡан Ҡолҡас ауылына барып еттек.
Бер аҙ хәл алдыҡ. Хәҙер Ҡолҡасты үтеп, Ҡыҙыл аша сығып, юл буйлап Ҡыһыҡ тирмәненә ҡарап барабыҙ. Бер соҡор урында снарядтар тейәлгән йәшнигем төшөп китте лә, уны бер үҙем күтәрә алмайым, һалдаттарҙың (Смоленск полкыныкылар-А.Я.) береһе лә ярҙамлашмай. Инәләм, ә улар миңә иғтибар ҙа итмәй, Ҡырҙас ауылы яғына барыуҙарын беләләр. Бер таныш атлы һалдат ҡына (Мортазин полкынан — А.Я.) снарядттарымды йәшнигемә һалышты. Бер аҙ барғас, алдағы йәйәүле һалдаттар, аҡтар беҙҙе алдан килеп сығып ҡаманылар, тип, сананан төшөп, Ирәндек битенә үрелә башланы. Бер аҙҙан һуң: «Эй, не бойтесь, свои, Муртазинцы нас остановили», — тип беҙгә тауыш бирәләр, һалдаттар алға ҡарай китә башлағайнылар, Мортазин атлылары: «Куда! Вернитесь обратно, в Аскарово, без всяких гвоздей!», — тип беҙҙе — ылауҙарҙы һәм һалдаттарҙы ла кире борҙолар. Күп тә тормай, юл ситләп Мортазиндың атлылары үтә башланы. Хәҙер, беҙ казактарҙы Асҡарҙан бәреп сығарабыҙ, тиҙәр. Ул арала эйәрсән офицерҙары менән Мортазин үҙе үтеп китте һәм уларҙың артынан Смоленск полк командирҙары штабы менән эйәрҙе. Мортазин: «Мы вот покажем как воюют, они еще не видали огненного боя», — ти. Хәҙер, беҙ күрмәгәндәрен, күрһәтәбеҙ, тип, барыбыҙ ҙа улар артынан ҡалмай сабабыҙ.
Асҡарға бер ниҙә булмаған кеүек килеп индек. Ауылда ла, юлда ла бер казак күренмәй. Уларҙан елдәр иҫкән. Мортазин килгәнен белеп ҡалып, улар уттан ҡурҡандай, тиҙерәк һыпыртыу яғын ҡарагандар. Беҙҙәге пулеметсылар тағы ла беҙгә килде. Мин дә атымды снарядтар тейәгән көйө әйләндем. Пулеметсылар: «Ой-ой, злой, твердый, настоятельный командир. Страха и смерти не знает. На наших командиров как он нажал, плетка над ними так играет. Два-три раза ударил нашего командира, говорит: «Так, разве воюют, разве так отстаивают власть рабочих и крестьян», — тип һөйләшәләр. Атайым ҡарт, күтәрелеп, ҡупырайып китте: «Да мы его ни первый раз знаем. Он такой вояка. От него казаки как от бури боятся. Не раз он с ними воевал. Прошлым летом одного белого генерала чуть не поймал. Да его бы он убил бы, ладно, не попал», — тине. Белов генералды саҡ-саҡ тотмай ғына ҡалғанын үҙем дә белә инем. Ул һары ҡом төҫөндәге еңел машинала Ишҡол яғына ҡарап ҡасҡанын үҙем күрҙем (был һуғыш тураһында Мортазин үҙе бына нимә тип яҙа; “дошман, Магнит тирәһенә ике кавалерия һәм бер пехота полкын туплап, 18 мартта көтмәгәндә 1-се Смоленск полкының Әбйәлил (Аскар) ауылында торған ике батальонына һөжүм иткән. Ҙур юғалтыуҙарға тарыған батальондар, туптарын һәм һуғыш кәрәк-яраҡтары тейәлгән ылауын ҡалдырып, дошмандың көслө ҡыҫымы аҫтында Әбйәлилдән (Аскарҙан) Ҡырҙас ауылына сигенгән.
Батальондарҙың сигенеүе шул тиклем тиҙ булған, хатта ул турала 1-се Башҡорт кавалерия полкы командирына (Мортазинға — А.Я.) хәбәр ҙә ебәрелмәне. Полк командиры был ваҡытта бер эскадронды Таҡһыр-Дәүләтша, икенсеһен Ишкол- Тупак йүнәлешенә ебәреп, үҙенең төп көсө — бер туплы һәм 6 пулеметлы ике эскадроны менән Рауилда тора ине. Башҡорт кавалерия полкының Смоленск полкы батальондарындағы делегаты, ҡыйралыш ваҡытында шунда булып, саҡ-саҡ сығып ысҡына алған һәм, полк командирына килеп, хәлде һөйләп бирҙе Полк командиры, әлеге шарттарҙы баһалап ҡарағандан һуң, полкҡа сигенергә ярамай, тигән ҡарарға килде, сөнки сигенеү ҡыҙылдарҙың полкҡа булған шик-шөбһәһен арттырасаҡ ҡына ине. Шуға ла, ауыр юғалтыуҙар хаҡына булһа ла, уның аҡтарға һөжүм яһарға ҡыйыулығы етте һәм, бер эскадронды Таҡһыр-Дәүләтша һәм Ишкол яғынан һөжүм итеүсе полктың флангыһын һаҡлау өсөн ҡалдырып, бер туплы өс эскадрондың һәм ылаусыларҙан, пехотанан, пулеметсыларҙан торған взводтың һөжүмен ойошторҙо. Был һөжүмгә шундай бурыс ҡуйып эшләнелде... Һөжүм бөтә ерҙә лә бер ваҡытта башлана, һөжүмдең көтөлмәгәндә булыуы тетрәткес тәьҫир итәсәк ҡаушап төшкән казактар, ҡаршылыҡ күрһәтә алмайынса, йөҙәрләгән үлектәрен һәм әсирҙәрен ҡалдырып, шулай ук әле генә Смоленск полкынан баҫып алған ылау менән артиллерияны ташлап, тиҙ генә һыпыртасаҡ. Ғәмәлдә шулай булып сыҡты ла. Тик ауылдан һөрөп сығарылғанға тиклем казактар үҙҙәренең ҡара эштәрен башҡарып өлгөргән инде. Башҡорттарҙы талағандар, бер нисәһен сығарып атҡандар. Шуға ла алыу халҡы полкты шатланып ҡаршыланы.» — А.Я.)
Аскар ауылы 3-4 көнгә һаҡҡа алынды. Хәлил, Күсей, Ҡаҙмаш ауылдары алынды, тип хәбәр иттеләр. Ишколда аҡтар тора, тип сапҡын килеп әйтте. Иртәгеһен Мортазин полкы менән Гусевка, Ишкол ауылдарына йүнәлде. Смоленск полкы Асҡарҙа оборонала ҡалды. Гусевканан аҡтар ҡасты, Ишҡолға һуңға ҡалғас, боролоп Рауил ауылына туҡтап төн үткәрҙек. Таң атыуға Смоленск взводы килеп, Асҡарҙы тағы аҡтар алған, тип хәбәр итте. Мортазин Асҡарға ҡарай юл алды. Дошман снаряды етә алмаҫ, Асҡарҙан 2-2,5 саҡырым алыҫлыҡтағы Суҡ ерек (Ерек) йылғаһы эргәһендә туҡтап, ул Ғәббәс Рыҫҡоловҡа: “Һин эскадроның менән үҙ ауылыңа (Ярлыҡап ауылына) һөжүм ит. Ер һиңә таныш”, — тине. Ә Фәттәх Ибраһимовҡа: “Ылаусылар менән анау түбәгә мен дә төш, мен дә төш. Көс ағыла тип уйлаһындар”, — тине. Ә, Смоленск взводы командирына: “ты, иди своими бойцами вон, в сугроб и смотри. Махну плеткой вперед подымайся, махну назад ложись”, — тип бойороҡтар бирҙе. Үҙе орудиегә яҡынлап, биноклен алды һәм наводка бирә башланы. Беҙҙең туптың утынан казактар һөрлөгөшөп ҡаса башланы. Шул ваҡытта Асҡарға Ғәббәс Рыҫҡолов эскадроны килеп инде. Һуңынан, Асҡарҙың Дауыт ауылына киткән осонда аҡтарҙың 10-12-ләп аты, күп кенә офицер, һалдаттары юҡ ителеүе асыҡланды”.
1919 йылдың февраль—март айҙарында үҙе шаһит булған бына ошондай шанлы йылдар ваҡиғалары хаҡында хәтирәләрен яҙып ҡалдырған Мөғәлләм Мирхәйҙәров. Үрҙәге хәтирәләрҙең авторы — Мөғәлләм Шәйхәттәр улы Мирхәйҙәровтың үҙе тураһында бер нисә һүҙ әйтеп үткем килә. Башҡорт халҡына “яҡты” тормош алып килгән большевиктар ғына маҡталып, Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең исемен телгә алыу ҙа милләтселеккә һаналған осорҙа Муса Мортазин тураһында иҫтәлек яҙып ҡалдырыу ул ҙур батырлыҡ. Сөнки тап ошо осорҙа, 1963 йылда, тарихсы Билал Юлдашбаев Зәки Вәлиди етәкселегендәге Башҡорт милли-азатлык хәрәкәтен һәм БАССР-ҙың төҙөлөү тарихын объектив яҡтыртырға тырышҡаны өсөн КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында һәм КПСС Үҙәк Комитеты пленумында тәнҡитләнә, һуңынан эшенән бушатыла.
Ошондай хәтирәләр яҙып ҡалдырыусылар күп булһа, тари хыбыҙ ҙа тулыраҡ, байыраҡ булыр ине. Әммә бындай яҙмалар бик һирәк шул, үкенескә ҡаршы. Үҙенең осоро кеүек Мөғәлләм Мирхәйҙәровтың да тормошо һикәлтәле һәм ҡатмарлы була. Ул, Белорет педагогия техникумын тамамлап, 20-се йылдарҙа балалар уҡыта. Бынан тыш, ҡолас йәйеп, халыҡ ижадын йыя, тарихты өйрәнә. Әммә коллективизация башланып, нахаҡҡа кешеләрҙең малын тартып алып һөргөнгә ебәрелеүен күреп йәне әсей. Түҙмәй юғарыға, шулай уҡ гәзиттәргә хаттар яҙа. Оҙаҡламай үҙен дә төрмәгә ябып ҡуялар. Калининға яҙған хаты арҡаһында ғына ҡотола.
1932—1933 йылдарҙа “Башҡортостан” гәзите мөхәрририәтендә эшләп ала. 1937 йылдаң декабрендә Мөғәлләм Шәйхәттәр улы репрессияға эләгә. 10 йыл буйы Углич төрмәһендә ултырып сыға. 1947 йылда тыуған ауылына ҡайтып төшә. 1974 йылдың мартында донъя ҡуйғанға тиклем буш ваҡыттарын ижад, халыҡ ижады өлгөләрен йыйыуға, тарих буйынса мәҡәләләр, иҫтәлектәр яҙыуға бағышлай. Яҡташтары араһында сәсән булараҡ та танылыу тапҡан М. Мирхәйҙәров бәйет һәм шиғырҙар ҙа ижад иткән. Төрмәлә ултырған сағында ҡайһы бер шиғырҙарына үҙе үк йырҙар яҙған булған.
Азат Ярмуллин «Комбриг Мортазин һәм уның яуҙаштары” китабынан өҙөк