Дин тарихынан сәхифәләр.
     Исмәғил, ғәләйһис-сәләм, тормошонан бер нисә һабаҡ.
     Исмәғил, ғәләйһис-сәләм, ғәрәптәр араһында үҫә. Улар менән аралашып, ғәрәп телен өйрәнә, ғәрәп телендә матур итеп һөйләшә белеү ҙә Исмәғилдән башлана.
     Йәмәғәте менән улын күрер өсөн Ибраһим, ғәләйһис-сәләм, һәр айҙа, икенсе бер риүәйәттә йылына бер тапҡыр Мәккә яҡтарына килеп йөрөй, әммә оҙаҡ-оҙаҡ туҡталып та, атынан йәки дөйәһенән дә төшөп тормай Шамға ҡайтып китер була. Сөнки был яҡтарҙа туҡталып, атынан да төшөп тормаҫҡа Сара алдында ант иткән, уға вәғәҙә биргән була ул.

     Байтаҡ замандар үтеп, улы ун йәшкә еткәс кенә Сара рөхсәте менән ара-тирә генә ҡунып та ҡалғылай.
Шул ваҡыттарҙа Аллаһҡа биргән нәҙерен үтәп, Исмәғилде ҡорбанға салыу өсөн тауҙар төйәгенә алып китеүе, аҙаҡ икәү бергәләп Кәғбәтулланы күтәреүҙәре тураһында ҡабатлап тороуҙың кәрәге булмаҫтыр. Дин тарихында улар киң билдәле.
     Исмәғил, ғәләйһис-сәләм, үҫеп буй еткәс, бик тә ҡартайып, 99 йәшендә Һажәр гүр эйәһе була, Кәғбә эргәһенә ерләнә.
     Джүрһүм ҡаүеменән булған ғәрәптәр Исмәғилде, ғәләйһис-сәләм, үҙҙәренең ярҙамынан ташламай, күп итеп малын бирә, үҙ араларынан берәүҙең Ғөмәрә исемле ҡыҙына әйләнә пәйғәмбәр.
     Хәҙис шәриф.
     ”... Ниҡахлы тормошта байтаҡ замандар үткәс был яҡтарға Ибраһим, ғәләйһис-сәләм, тағы ла килеп сыға. Әммә Исмәғилде осрата алмай.
     Дин өйрәтә: ата-әсә ризалығын Аллаһ ризалығы менән тиңләп, көсө еткән тиклем уларға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә белгән баланың Хаҡ Тәғәлә рәхмәте менән донъя — Ахирәт бәхет-сәғәҙәттәреңә өлгәшерлек әжер- сауаптарға лайыҡ булыуыңа шик ҡалмаҫ, ти.
     - Эй, бала, — тип нәсихәт бирелә, ата-бабаларыбыҙҙың ғүмер-ғүмергә ҡулынан төшмәҫ Китабы булған ”Ҡиссас—эл — Әнбиә”лә, — Ибраһим үә Исмәғил, ғәләйһимүс-сәләмдәр, ҡиссаһында һиңә һәм миңә насип булыр нәмә шул: Хаҡ Тәғәлә әмеренә буйһонғаны өсөн Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә өлгәшеп һәм фәрештәләр доғаһы менән хөрмәт ителеп, Ибраһим — Хәлилуллаһ — Аллаһтың дуҫы тип исемләнде; Хаҡ Тәғәлә әмеренә һәм ата ризалығына лайыҡ булғаны өсөн Исмәғил, ғәләйһис-сәләм, Ер йөҙөнә рәхмәт итеп күндерелгән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләмгә баба булыу дәрәжәһенә өлгәште.
     Тағы ла өйрәтә дин: бөтә нәмәнән элек Аллаһ пәйғәмбәребеҙҙең нурын яралтып бар итте һәм ул нур халыҡтарға илсе итеп ебәрелгән пәйғәмбәрҙәрҙең береһенән икенсеһенә, быуындан-быуынға күсә барҙы.
     Исмәғил, ғәләйһис-сәләм, йөҙөндә лә ул ҡояш кеүек балҡып торор ине, ти.
     Уның хәләл-ефете Ғөмәрә генә был нурҙан мәхрүм ҡалды. Бының сәбәбе лә бар ине.
     ” ...Исмәғилдең, ғәләйһис-сәләм, өйө эргәһендә туҡталып, дөйәһенән дә төшмәй генә Ибраһим, ғәләйһис-сәләм, сәләм бирә.
     Өйөнән дә сығып тормай ғына Ғөмәрә: "Исмәғил пәйғәмбәр өйҙә юҡ, һунарға сығып китте”, — тип яуап ҡайтара.
      Хәл-әхүәлдәре хаҡында һораша Ибраһим, ғәләйһис- сәләм: "Донъя көтөүҙәрегеҙ, көн итеүҙәрегеҙ нисек?” — ти. «Насар, — ти ҡатын тормоштарынан һуҡранып, — Мохтажлыҡ кисереп, фәҡирлектә йәшәйбеҙ”.
     - Эй, ҡатын! Исмәғилгә — минән сәләм. Уға әйт: ишегенең тупһаһын алмаштырып ҡуйһын, — ти Ибраһим, ғәләйһис-сәләм, һәм килгән юлынан китеп бара.
     Һунарҙан ҡайтып төшөү менән Исмәғил кемдеңдер килеүен тойоп ҡала.
     - Берәр кеше килдеме? — ти ул.
     - Килде. Өлкән йәштәге берәү килеп китте, һиңә сәләм әйтте һәм ишектең тупһаһын алмаштырырға ҡушты, — ти ҡатын.
     - Ул минең атайым булған, һин уға хөрмәт күрһәтмәгәнһең. Ишек тупһаһын алмаштыр тигәне — ҡатыныңды айырып ебәр, тигән һүҙе, тип ҡатынын айырып ебәрә һәм шул уҡ ҡаүемдең ололарынан булған берәүҙең Һалә исемле ҡыҙына никахлана.
     Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, улын күрергә тип Ибраһим, ғәләйһис-сәләм, тағы ла килә. Был юлы ла Исмәғилдең һунарҙа йөрөгән сағы була.
     Ҡаршы сығып Һалә ҡарттың сәләмен ала. Тағы ла хәл-әхүәлдәрен һорай Ибраһим.
     - Әлхәмдү лил-лә! Яҡшы йәшәйбеҙ, — ти Һалә,
— бөтәһе лә бар.
     - Нәмә ашап тораһығыҙ?
     - Ит ашайбыҙ, — ти Һалә.
     - Нәмә эсәһегеҙ?
— һыу. Эй, ғәзизем! Өйөбөҙгә инеп, бер доға ҡылһағыҙ, әҙерләп ҡуйылған ризыҡтан ауыҙ итһәгеҙ ине? — тип үтенә.
     - Был мөмкин түгел, мин дөйәнән төшмәйем, — ти
Ибраһим.
     - Эй, Аллаһ! Уларҙың итенә һәм һыуына фатихаңды бир, — тип доға ҡыла пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
     - Сәстәрең саңланып бөткән. Рөхсәт булһа, йыуып хушбуй һөртөр инем, — ти Һалә.
     Ибраһим, ғәләйһис-сәләм, рөхсәт итә. Уның уң яғына бер таш килтереп ҡуя Һалә. Уң аяғы менән Ибраһим, ғәләйһис-сәләм, шул ташҡа баҫа, һул аяғы өҙәңгелә тороп ҡала. Уң яғынан сәсен йыуып бөтөргәс, Һалә ташты һул яғына күсереп ҡуя. Ибраһим, ғәләйһис- сәләм, һул аяғы менән ташҡа баҫа, уң аяғы өҙәнгелә тороп ҡала. Сәстәрен йыуып, хушбуй һөрткәс, Һалә бер табаҡ менән дөйә һөтөнән ойотҡан ҡатыҡ сығара.
     Ҡатыҡтан бер аҙ ауыҙ итеп, Ибраһим, ғәләйһис- сәләм:
     - Ирең ҡайтҡас, Ибраһим сәләм әйтте һәм ишек тупһаһыныҡ тоторға бойорҙо, — тиерһең тип ҡайтыр юлына китә.
     Һунарҙан ҡайтҡас, Исмәғил тағы ла атаһының килеүен һиҙеп ҡала.
     - Берәр кеше килдеме? — ти ул.
     - Килде. Уның кеүек тә мөһәбәт, нурлы йөҙлө бер кемде лә күргәнем юҡ ине. Ҡарашында ла ололоҡ, пәйғәмбәрлек әҫәре сағылып тора. Бына был ташта уның аяҡ эҙҙәре ҡалды, — тип ташты күрһәтте Һалә, — һиңә сәләм әйтте һәм ишектең тупһаһын һаҡлап ҡына тоторға ҡушты.
     - Ул минең атайым булған, һин уны хөрмәт менән ҡаршы алғанһың. Күңелең тыныс булһын. Был һүҙҙәре менән ул һиңә ҡарата ла яҡшы булырға бойорған, — ти Исмәғил.
     Был көндән башлап пәйғәмбәребеҙ йәки пәйғәмбәрлек нуры тәүҙә Һаләгә, унан Исәғилдең донъяға килгән тәүге улы Ҡидр йәки Ҡидарға күсә.
     Был хикәйәттәр беҙҙе Аллаһ биргәндәргә шөкөр итә белеүҙең Уның мәрхәмәт-шәфҡәте арта барыуына ла сәбәп булыуын аңлата. Шөкөр итә белмәү Аллаһ биреп кенә торған игелектәрҙе лә кәметә. Шул сәбәпле мохтажлыҡтар ҙа тыуып ҡына тора.
     »Кескәйҙәргә мәрхәмәт күрһәтмәгән, ололарҙың ҡәҙерен белмәгән кеше — беҙҙән түгел”, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.

                                                         "Дин ул — нәсихәт, Сәләх Суҡбаев, Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин