Иман иле – Мәккә
Иман иле – Мәккә бишегенә асып индем донъя ишеген...
Бисмилләһир-рәхмәниир-рәхиим! Рәсәйҙең хажға барыуҙы үҫтереүгә ярҙам күрһәтеүсе хәйриә фонды аша беҙҙең төркөм, 2011 йылда тур операторҙарҙан алданып, хаж сәфәренә бара алмаған мосолмандар, 2012 йылдың 19 октябрендә Ислам диненең бишенсе әрҡанын үтәү өсөн сәфәргә юлландыҡ. Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә шулай тигән: “…Кешеләрҙең Аллаһ алдында булған бурыстарына хаж ҡылыу керә, әгәр улар быны үтәй алырлыҡ булһалар” (“Ғимран”сүрәһе, 97).
Хаж мөмкинлеге булған, бәлиғ һәм һау,сәләмәт кешеләргә фарыз. Ибраһим һәм Исмәғил пәйғәмбәрҙәр тарафынан тергеҙелеп, улар, башҡа пәйғәмбәрҙәр һәм сәхәбәләр ғибәҙәт ҡылған урын булғанға күрә, Ҡәғбәтулла мөбәрәк бер ғибәҙәтхана иҫәпләнә. Шуның өсөн дә Аллаһы Тәғәлә беҙгә шул ғибәҙәтхананы зыярат ҡылырға ҡушҡан. Быны атҡара алған кешеләргә ҙур әжер һәм сауаптар вәғәҙә иткән. Ғалимдарҙың һүҙҙәренә нигеҙләнеп, хаж Һижриҙең алтынсы йылын да фарыз булған, шул нигеҙҙән Аллаһы Тәғәлә аят иңдергән: “Аллаһ ризалығы на өмөт менән хаж һәм үмрәне иң камил рәүештә үтәгеҙ” (Баҡара сүрәһе,196-cы аят).
Билдәле бер ғибәҙәттәрҙе ҡылыу ниәте менән Сауд Ғәрәбстанындағы Мәккә ҡалаһына сәфәр, “Тауаф” (Ҡәғбә тирәләй әйләнеү), “Сәғи” (Әс-Сафа һәм Әл-Мәрүә тауҙары араһында йүгереү), Арафат майҙанында булыу хажға барыу иҫәпләнә. Пәйғәмбәребеҙ, Аллаһының сәләме һәм салауаты булһын Уға, хаждың Ислам диненең бишенсе әрҡаны икәнен аңлатып, ошоларҙы әйткән: “Ислам дине биш әрҡанға нигеҙләнгән: Аллаһтан башҡа ғибәҙәт ҡылырлыҡ бер ниндәй илаһи зат юҡлығына, Мөхәммәт Уның илсеһе икәненә шәһәҙәт ҡылыу, намаҙ уҡыу, зәҡәт биреү, хаж ҡылыу һәм Рамаҙан айында ураҙа тотоу”.
Беҙ – Рәсәйҙә динһеҙлек хөкөм һөргән осорҙа донъяға килеп, ғүмеребеҙҙең ярай һы өлөшөн Советтар дәүерендә үткәргән быуын. Бигерәк тә “бәләкәй халыҡтар”ҙың зыялылары күпләп юҡ ителгән 1937 йылда ауылдарҙа мәсеттәр емертелеп, муллалар атылып, динде тар-мар итергә тырышыуҙарына ҡарамаҫтан, беҙҙең бәләкәй генә боронғо Усман (Ҡаҙморон) ауылында уҙған быуаттың 70-се йылдары урталарына тиклем, мәсет булмаһа ла, уҡымышлы мулла – Аҫылгәрәй бабай Әхмәтов иҫән ине. Уның Ураҙа, Ҡорбан байрамдары алдынан ауылдағы һәр йортҡа инеп, Ҡөрьән аяттарын уҡып йөрөүен ауылдаштар әле булһа хөрмәт менән иҫкә ала. Иҫемдә, 60-сы йылдарҙың ҡояшлы иртәһендә, ниндәйҙер дини байрам алдынан, Аҫылгәрәй олатай беҙгә килеп инде. Өлкәндәр өйҙә юҡ, иҙәндәр тап-таҙа итеп ҡырып йыуылған, урындыҡта йыуып киптерелгән, әле таҫлап төрөлмәгән кер өйөмө ята. Бабай уларҙы ипләп кенә этәреп, ҡиблаға ҡарай йәтешләп ултырҙы ла: “Балалар, һеҙ тик кенә ултырып тороғоҙ, мин Ҡөрьән уҡып алам”, – тип бәләкәй генә дүрт баланы йөҙҙәребеҙҙе ҡиблаға ҡаратып теҙеп ултыртып ҡуйҙы. Ул доғаларын тамамлап, бергәләп “әппәр” итеп ҡуйғас, мин, балаларҙың иң ҙурыһы булараҡ, бабайға өсмө-бишме тин тимер аҡса бирәм хәйергә. Тағы ла бергәләп “әппәр” итәбеҙ. Шулай бәләкәй саҡтан күңелдә уйылып ҡалған изге Ҡөрьән доғалары, матур дини йолалар ғүмеребеҙ буйына күңел түрендә һаҡланып, изге аманат булып беҙҙе оҙата килә. Заманында сәйәси золомға дусар ителеп, Аҡ диңгеҙ каналын төҙөгән Аҫылгәрәй мулла бабайыбыҙҙың йәне йәннәтте биҙәйҙер, тип уйлайым.
Һәр кешенең тормош нигеҙендә ғаиләһенән, үҙен уратып алған мөхитенән алынған тәрбиә ята. Биш бала тәрбиәләп үҫтергән, һуғыш ветераны атайым Исламғәли һәм әсәйем Миңнисаның: “Балаҡайым, кейемең урыҫ булһа ла, күңелең дөрөҫ булһын,” – тигән һүҙҙәре ҡолағыбыҙҙа бөгөн дә яңғырап тора. Беҙ был һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә йәшәй-йәшәй төшөнәбеҙ. Әйткәндәй, атайым берәй нәмә тураһында аңлатһа: “Төшөндөңмө?”– тип һорай торғайны. Ә үҙебеҙҙең нәҫелдә 1937 йылда атылған мулла бабайыбыҙ тураһында беҙ бәләкәй саҡта бик һөйләп барманылар. Ләкин уның тураһында миңә урта мәктәпте тамамлап, юғары уҡыу йортона ингән саҡта, Совет власы һағында “уяу” торған ҡайһы бер ауылдаштар тиҙ белгертте. Улар КПСС Өлкә комитетына: «...мулла нәҫеленән булған Рәмзиә Бикәнәсованы ни эшләп юғары уҡыу йортона алдығыҙ?” – тип ялыу яҙып ебәрҙеләр. Ул бабайҙарҙың йәндәре йәннәттә булһын, балаларының балаларына ла юғары белемдәр алып, мул, матур тормошта үҙ урындарын табып, әйләнә-тирәһендәгеләргә игелекле кешеләр булып ғүмер итеүҙәрен теләйем. Ошо ялыуҙан һуң мин мулла бабайым Муллағәли Ғәйнулла (1864 – 1937) улы Бикәнәсовтың яҙмышы менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына башланым. Төрлө архивтарҙа ҡаҙыныуҙар, бабайыбыҙ яҙмышы тураһында ғына түгел, шул осорҙа Ауырғазы районынан ҡулға алып юҡ ителгән башҡа дин әһелдәре, муллалар яҙмышы тураһында ла ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе асыҡларға насип булды. Бына уларҙың исемдәре: Фәхретдин Миңлеғәзетдин улы Нәжметдинов, 1874 йылғы, Солтанморат ауылы муллаһы; Бәхтиәр Ғәбделнасир улы Әбдрәшитов, 1866 йылғы, Түбәнге Ҡарамалы ауылы муллаһы; Мөхәмәтғариф Мөхәмәтсафа улы Уразбахтин, 1863 йылғы, Батыр ауылы муллаһы; Ҡорбанғәли Сафа улы Насиров, 1884 йылғы, Мораҙым ауылынан; Исхаҡ Хафиз улы Шафиҡов, 1900 йылғы, Сәлих ауылынан; Хөсәйен Мөфтәхетдин улы Кәримов, 1870 йылғы, Талбазы ауылынан; Муллағәли Ғәйнулла улы Бикәнәсов, 1864 йылғы, Ҡаҙморон ауылынан. Мулла бабайыбыҙ 1937 йылдың 23 ноябрендә ҡулға алынып, 1937 йылдың 14 декабрендә Өфө төрмәһендә атыла. Уның менән бергә булған Исхаҡ Шафиҡов та атып үлтерелә. Әйткәндәй, ул күренекле яҙыусы Ғәзим Шафиҡовтың нәҫеленән. Палачтар үҙ эшенең оҫталары булған, ҡорбандарын ҡасан юҡ ителеүен сәғәт,минутына тиклем күрһәтеп яҙып барған. Был ҡот осҡос язаны атҡарыусының фамилияһы ла теркәп ҡуйылған.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында, ниһайәт, Рәсәйҙә дин рөхсәт ителгәс, шәриғәт ҡанундарын төшөндөрөп, намаҙ уҡырға, тәжүид ҡағиҙәләрен аңлатып, Ҡөрьән уҡырға өйрәткән беренсе мөғәллимдәрем Рәҡип, Ҡасим, Тулҡын, Ғәббәс хәҙрәттәргә, уҡытыусыларым Флүрә, Наилә абыстайҙарға сикһеҙ рәхмәтлемен. Бәхеткә күрә, Башҡорт дәүләт университетында беҙгә дүрт йыл, ғәрәп графикаһына нигеҙләнгән иҫке төрки теленән башҡа, ғәрәп телен дә уҡытҡайнылар, Аллаһының рәхмәте менән, миңә Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү еңел булды.
Шулай итеп, 2012 йылдың 19 октябрендә көндөҙгө сәғәт 1-гә беҙҙе Өфө аэропортына йыйҙылар. Документтарҙы барлап, төрлө инструктаждар үтеп, төнгө сәғәт ун икеләр тулғас ҡына, “Төрөк һауа юлдары” самолетына ултыртыу башланды. Иорданияның Акаба ҡалаһына илтәсәк самолет хеҙмәткәрҙәре баштарына яулыҡ ябынған мөләйем, тыйнаҡ стюардессалар булыуы хажға барыусыларҙы таң ҡалдырҙы. Биш сәғәттән һуң Акабаға килеп төшкәс, бөтә уңайлыҡтары булған “Мерседес-бенц” автобустарында, күп таможнялар үтеп, Мәккәгә йүнәлдек. Һәр туҡталышта йыуынып, тәһәрәт алырға, намаҙ уҡырға бөтөн уңай лыҡтар бар. “Юл ғазабы – гүр ғазабы” тигән әйтемдең дөрөҫлөгөн үҙ елкәбеҙҙә татып ҡарарға мәжбүр ителгән мәлдәр ҙә булғыланы. Ләкин беҙ уларҙы Аллаһының бөйөк һынауы икәнен һис кенә лә иҫебеҙҙән сығарманыҡ. Өфөнөң «Ғуфран» мәсетендә, әле 2011 йылда уҡ, беҙҙең төркөмдө уҡытып, хажға барырға әҙерләгән Тулҡын хәҙрәттең төплө белем биргәненә мең-мең рәхмәттәр уҡыным. Уға Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте яуһын. Хәҙрәтебеҙ иҫкәрткәйне: “Мәккәгә барыу еңел түгел. Аллаһының рәхмәтенә ирешеү ҡыйынлыҡтар аша килә. Ниәттәрегеҙҙе дөрөҫләгеҙ. Саф ниәттәр менән генә йөрөргә кәрәк. Ибн Мәсғүд әйткән: “Мәккәнән башҡа ҡалаларҙа Аллаһы Тәғәлә яман ниәт өсөн кешене тиҙ язаламай. Ул ниәтен ғәмәлгә ашырмайынса. Ләкин Мәккәлә кеше яман уйҙар өсөн дә яза ала, ниәтен ғәмәлгә ашырмаһа ла.” Быға дәлил – Ҡөрь әндең “Хаж” сүрәһендәге 25,се аяты: “Ысынлап та, иман килтермәй, Алла юлынан тайпылған, Беҙҙе унда йәшәүселәргә лә һәм күсеп йөрөүселәргә лә халыҡтар өсөн уртаҡ итеп һалынған “Харам мәсет”тән ситләшкән, золом менән мөртәтлек ҡылырға уйлаған кешеләргә ғазаплы язаны Беҙ күрһәтербеҙ” (22:25).
“Түҙемле булырға тырышығыҙ. Сәфәр – ул һынау. Сәфәр сыҡмай тороп, кешене белеп булмай,” – тип өйрәтте хәҙрәт һәм һүҙҙәрен һәр саҡ хәҙистәр менән дәлилләй торғайны. “Бер ваҡыт Үмәр Ибн Әл,Хаттаб, Аллаһ унан разый булһын, хәҙрәт янына бер мосолман килеп, икенсе берәүҙе маҡтай башлағас: “Һин уның менән сәфәрҙә булдыңмы?” – тип һорай. “Юҡ”, – тип яуаплай теге мосолман. “Кеше менән сәфәрҙә булмайынса, һин уны маҡтама,”– тигән уға хәҙрәти Үмәр.
Изге сәфәргә юлланғанда үҙеңә юлдаштар һайлау ҙа сөннәт ғәмәлдәргә инә. Беҙ бүлмәлә, бер ғаилә кеүек, алты кеше йәшәнек. Икенсе тапҡыр хаж ҡылыусы Әминә һәм Флүрә абыстайҙарҙың тәжрибәләре беҙгә генә түгел, күрше,тирәләге хажиәләр өсөн дә файҙалы булды. Һөнәре буйынса табибә Флүсә хажиәнең дә ярҙам,шәфҡәте бөтәбеҙгә лә етте. Нәсимә һәм Рәзидә абыстайҙарҙың тормош тәжрибәләре лә минең өсөн бик фәһемле ине. Уларҙың барыһына ла Аллаһының рәхмәте яуһын! Алға китеп шуны әйтәйем: беҙ, алты хажиә, хаждан һуң да туғандарса аралашып, дини байрамдарҙы Ҡөрьән табындарында бергәләшеп билдәләп йәшәйбеҙ.
Хаж ҡылыусы ниәтен һәр ваҡыт дөрөҫләй, ул уны ниндәйҙер донъя мәнфәғәте өсөн йәки маҡтау йәки хажи исемен йөрөтөү өсөн түгел, бәлки, Раббыһына яҡынайыр, Уның ризалығы өсөн генә ҡыла. Юлға сығыр алдынан васыятыңды, бурыстарыңды яҙып ҡалдырыу ҙа бик яҡшы эш һанала, ваҡытлыса алған кеше әйберҙәрен кире ҡайтарыу йәки ҡалдырып тороуға рөхсәт алыу, сөнки йәшәү һәм үлем Бөйөк Раббыбыҙ ҡулында бит. Шулай уҡ үткән гонаһтарыңа үкенеп тәүбә итеү һәм уларҙы бүтән ҡабатламауҙа ныҡлы ниәтләү, берәйһенең хаҡһыҙға мал-мөлкәтен үҙләштергән булһаң, уны хужаһына ҡайтарыу. Ғөмүмән, кешеләрҙе бәхилләтеп, үҙеңде шулай киләсәк ҙур әжер,сауаплы юлға әҙерләйһең.
Хаж йәки үмрә ҡылғанда иң беренсе мөһим эш ихрамдан башлана. Ихрам –ул хаж ғәмәлдәренә кергәндәге ниәт, үмрә ҡылырға теләгән кеше йылдың теләһә ниндәй айында ниәтләй ала, әммә хаж ҡылыусы фәҡәт ҡайһы бер көн дәрҙә генә ниәтләй ала. Ул көндәр: Шәүәл айы, Зөлҡәғиҙә айы һәм Зөлхизә айының беренсе ун көнө. Хажға йәки үмрәгә ниәтләнеп кереү өсөн махсус урындары бар. Ул миҡат тип атала. Пәйғәмбәребеҙ, салаллаһу ғәләйһи үәс сәлләм, ихрам хәленә керә торған биш урынды билдәләп ҡуйҙы, хажи шул “миҡат” урындарынан ғына ихрам хәленә керә ала. Бына ул биш “миҡат”: Зөлхүләйфә, Әл-джүхфә, Карн Әл-мәнәзил, Йәләмләм, Зәтү ғирҡ. Пәйғәмбәребеҙ, салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм, әйткән: “Был миҡаттар ошо ерҙәрҙә йәшәгән кешеләр һәм шулай уҡ миҡат тирәһенән хаж йәки үмрә үтәйем тип үтеп барыусылар өсөн урын” (Бохари һәм Мөслим хәҙис йыйынтыҡтарында). Хажиҙарға миҡатты ихрам хәленә кермәйенсә үтеп китеү тыйыла. Белә тороп үтеп китә икән, уға кире барып ихрамға керергә кәрәк буласаҡ. Шулай эшләмәһә, Мәккәлә булған ваҡытта бер һарыҡ салып, уны фәҡирҙәргә таратыу мәжбүри буласаҡ.
Беҙ Мәккәнән 410 саҡрымда, Мәҙинә ҡалаһынан йыраҡ түгел, Зөлхүләйфә тигән ерҙә туҡтап, йыуынып, ихрам кейемдәрен кейгәс, ошо минуттарҙа ҙур ихласлыҡ менән үлемде лә иҫкә алып, ике рәҡәғәт нәфел намаҙҙарын уҡығас: “Аллаһүммә инни үридүл-хәжжә фәйәссирһү ли үә тәҡаббәлһү минни”,– тип Хажға ниәт ҡылдыҡ. Мәғәнәһе: Йә Рабби, мин хаж ҡылырға ниәт иттем; инде Һин уны миңә еңел ҡыл һәм уны минән ҡабул ит”. Ниәт ҡылғандан һуң ошо тәлбиәне уҡыныҡ: “Ләббәйкәл-лааһүммә ләббәйк, ләббәйкә ләә шәриикә ләкә ләббәйк, иннәл-хәмдә үән-ниғмәтә ләкә үәл-мүлкә, ләә шәриикә ләк!” Мәғәнәһе: ”Бына мин Һинең ҡаршыңда, Йә Аллаһ! Бына мин Һинең ҡаршыңда! Бына мин Һинең ҡаршыңда, юҡ Һиңә тиңдәшлек, бына мин Һинең ҡаршыңда! Бөтөн маҡтау Һиңә бөтөн ниғмәт һәм хужалыҡ Һиндә, юҡ Һиңә бер ниндәй тиңдәшлек!” Был тәлбиәне артабан ысын күңелдән, йөрәгең, йәнең,тәнең менән йыш ҡына, һәр саҡ өсәр тапҡыр әйтергә кәрәк. Ирҙәр ҡысҡырып, ә ҡатын,ҡыҙҙар тауышын күтәрмәй генә әйтә.
Ниәт ҡылып, ошо тәлбиәне уҡығандан һуң, беҙ, хажиҙар, “ихрам”лы тип атала башланыҡ. Ихрам хәлендәге хажиға ҡайһы бер ярамаған ғәмәлдәр бар: сәс, тырнаҡ киҫеү. Әгәр хажи, ихрам хәлендә була тороп, онотоп, белмәйенсә киҫһә йәки яңылыш тырнағы һынып төшһә, уға гонаһ юҡ. Хажиға барлыҡ хушбуй,еҫле майҙарҙы кейемендә, тәнендә ҡулланыуҙан тыйылырға кәрәк. Һәр бер мосолманға – ирме, ҡатынмы, ихрам хәлендәме, юҡмы – берәүгә лә Мәккәлә һунар менән шөғөлләнергә һәм был эштә ярҙамлашырға ярамай. Шулай уҡ һәр бер мосолманға – ирме, ҡатынмы, ихрам хәлендәме, юҡмы – берәүгә лә Мәккәлә ағас йәки йәшеллекте өҙөргә, һындырырға ярамай, әммә кешеләрҙең үҙҙәре ултыртҡандары был хөкөмгә инмәй. Шулай уҡ, һәр бер мосолманға – ирме, ҡатынмы, ихрам хәлендәме – юҡмы, берәүгә лә Мәккәлә берәйһенең юғалтҡан йәки төшөрөп ҡалдырған байлығын алырға ярамай, ләкин юғалған әйберҙе хужаһына ҡайтарыр өсөн алыу зыян итмәҫ. Ихрам хәлендә булған хажиға өйләнеү, танышыу, өйләндереү, таныштырыу, бигерәк тә ир менән ҡатын араһындағы яҡынлыҡ мөнәсәбәттәре тыйыла. Ихрам хәлендә булған ир кешегә башына кейеү тыйыла, әммә онотолоп йәки белмәйенсә кейеп ҡуйһа, иҫкә төшөрөү менән һалһа, уға гонаһ булмаҫ. Ихрам хәлендә булған ир кешегә кеше ҡиәфәтендә тегелгән кейемдәр (күлдәк, салбар һ.б.) һәм ябыҡ, арты ябыҡ аяҡ кейемдәрен кейеү тыйыла. Ҡатын,ҡыҙҙар өсөн махсус ихрам кейеме юҡ.
Ә ихрам хәлендә хажиға ниҙәр рөхсәт ителә? Сәғәт, наушник кейеү, сандали кейеү, күҙлек кейеү, ҡайыш быуыу, зонтик ҡулланыу, ҡояштан ҡасып машина йәки башҡа берәй әйбер аҫтына инеү, яра өҫтөндәге бинтты һүтеү, яңынан урау рөхсәт ителә. Ихрам кейемен һалып йыуыу, башты, тәнде йыуыу һәм ошо ваҡытта сәс ҡойолһа, уға гонаһ булмаҫ.
Беҙҙең төркөм автобустарға ултырырға сыҡҡанда, Зөлхүләйфәлә ҡойоп ямғыр яуып үткәйне. Был ямғыр беҙҙең Мәккәгә килеү менән һис кенә лә бәй ләнмәгән. Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте менән, беҙҙә ҡышын ҡар яуған кеүек, йылдың ошо миҙгелендә бында ямғырҙар яуа икән. Артабан төндә, ихрам хәлендә, юлыбыҙҙы Мәккәгә ҡарай дауам иттек. Юлдарҙа беҙҙәге кеүек тығындар юҡ, асфальт көҙгө һымыҡ ялтырап ята, хатта стаканға һалынған һыу ҙа сайпылмай. Туҡталыштарҙа хажиҙар автобустары янында бушлай күстәнәстәр, һуттар, зәм-зәм һыуҙары тарата. Улар бөтөн кешегә лә етә, хатта артып ҡала, ләкин тәүҙә ошо минуттарҙа беҙҙең ҡайһы берәүҙәребеҙҙә элекке Совет заманында сираттар ҙа этешеп-төртөшөп әйбер өсөн тартҡылашҡандан ҡалған яман ғәҙәттәр уянған саҡтар ҙа була. Ояла белгәндәргә ғәрәптәр алдында уңайһыҙ, әлбиттә, ләкин әлеге теге “ҡара һаҡал”, ҡайҙа ғына барһаҡ та, һаман үҙебеҙ менән бергә…
Ниһайәт, алдыбыҙҙа – донъяның иң гүзәл ҡалаһы Мәккә! Ул тауҙар,таштар араһында урынлашҡан, шуға күрә ҡалаға килеп ингәнсе күренмәй. Мәккәгә барып инеүҙең дә әҙәбе һәм доғаһы бар. Бына ул: “Эй Раббым! Был Һинең изге һәм бәрәкәтле ҡалаң! Минең итемде, ҡанымды, тәнемде тамуҡ утына харам ҡыл һәм дә Ҡыямәт көнөндә үҙеңдең әүлиәләрең сафтарында ҡыл.” Тағы ла күп мәртәбә “ләббәйкә” уҡыла. Мәккәлә һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт, салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм, тыуған (571 йәки 570 йылдың 30 авгусы), йәшәгән. Бында уға вәхи килгән һәм Ҡөрьән инә башлаған. Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә был ҡаланы ахрызаманға тиклем имен,аман һаҡлаясағын хәбәр итә.
Барлыҡ уңайлыҡтары булған ҡунаҡханаға урынлашҡас, йыуынып, тәһәрәтләнеп, ике рәҡәғәт нәфел намаҙы уҡып, Ҡәғбәтуллаға, Әль-Харам Мәсетенә юлландыҡ. Меңәрләгән халыҡ диңгеҙе шул тарафҡа ағыла. Хәҙрәттәребеҙ беҙҙең төркөмдө сафтарға теҙеп, миллионлаған халыҡ араһында юғалып,нитеп ҡалһаң ни эшләргә икәнен тағы ла бер тапҡыр аңлатҡас, доғалар уҡый,уҡый, йәйәүләп беҙ ҙә ҡуҙғалабыҙ. Хаж көндәрендә Мәккәлә йәйәү йөрөйҙәр, сөнки халыҡ бик күп, юҡҡа ғына, буласаҡ мәхшәр көнөн күрһәтә бында Аллаһы Тәғәлә, тимәйҙәрҙер.
“Әйҙә, үтегеҙ, Рәсәйҙән килгәндәр”, – тип бер кем дә һиңә юл күрһәтеп, юл биреп тормай унда. Аллаһы Тәғәлә ярҙамы менән, таҫыллығыңды ла ҡушып, әйләнә-тирәләге күршеләреңдең йөҙ,ҡиәфәтен, килеш-килбәтен иҫеңдә ҡал дырырға тырышып, ҡулыңдан килһә, өлкәнерәктәргә ярҙам ҡулы ла һуҙып, алға юрғалайһың. Етәксе хәҙрәттәрҙең кәңәш-күрһәтмәләренә үтә лә иғтибарлы булырға һәм мотлаҡ ҡолаҡ һалырға кәрәк, сөнки улар хажда тәү тапҡыр түгел, уларҙың күбеһе ғәрәп телен яҡшы белә һәм ғәрәптәр менән иркен аралаша. Арафатта йәки Мөздәлифәлә аҙашып ҡалып, хәҙрәттәр көс-хәл менән эҙләп алып ҡайтҡан кешеләр ҙә осрай, сөнки һәр кемдең үҙ холҡо, үҙ топографик хәтере.
Уң аяҡ менән, доғалар уҡый,уҡый, донъялағы иң ҙур мәсет – Әл-Харамға инәбеҙ… Нурға күмелеп ултырған Ҡәғбәтулланы тәүге күреү менән, уға күҙең төшкәс тә, доға уҡыйһың. Был мәсеттең гүзәллеген тасуирларға, Аллаһының бөйөк ниғмәтен үҙ күҙҙәрең менән күреүҙән йөрәктәрҙәге кисерештәрҙе уҡыусыға еткерергә һүҙҙәр етмәй, бәлки, Аллаһы Тәғәлә һәм уның ҡоло араһында ошо минуттарҙа тыуған нескә бәйләнештәрҙе матур һүҙҙәргә төрөп, ҡағыҙға төшөрөүҙең кәрәге лә юҡтыр, был юлдарҙы уҡырға насип булғандарға: Аллаһы Тәғәлә Һеҙҙәргә лә Мәккәгә барып, хаж ҡылырға юлдар асһын, тип теләктәр теләйһем генә килә.
Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә 15 урында Мәккәнең был Мәсетен Изге Мәсет тип иҫкә ала. Иннә әүүәлә бәйтиү-уудыиғә линнәәси ләлләҙии бибәккәтә мүбәәрәкәү-үә һүдәл-лилғәәләмиин”. Мәғәнәһе: “Ысынлап та, кеше өсөн Мәккәлә һалынған беренсе йорт –мөбәрәк, ул ғаләмгә юл күрһәтә” (Баҡара сүрәһе, 96,сы аят).
“Әйт: “Миңә Ул изге иткән ошо ҡаланың (Мәккәнең) Раббыһына ғибәҙәт ҡылырға ҡушылды. Бөтә нәмә – Уның ҡулында. Миңә мосолман булып, Ҡөрьән уҡырға ҡушылды,”– тиең. Хаҡ юлдан барған кеше үҙе өсөн бара, ә аҙашҡан кешегә әйт: ”Мин өгөтләүсе-киҫәтеүсе генә бит,”– тиең. ”(Ән,Нәмл сүрәһе, 91, 92,се аяттар). Ошо факттар – мосолмандарға Аллаһының был изге йортон хөрмәтләргә тейешлеген иҫбатлаусы дәлил. Ибраһим пәйғәмбәргә һәм уның улы Исмәғилгә Аллаһы Тәғәлә Әҙәм ғәләйһиссәләм төҙөгән был йортто тергеҙергә бойора. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм) һәм беренсе хәлиф Әбү Бәкер Әс,Сиддиҡ, Аллаһ унан разый булһын, заманында был йорт үҙгәреш кисермәгән. Бары тик икенсе хәлиф Үмәр Ибн Әл,Хаттаб, Аллаһ унан разый булһын, ваҡытында, башҡа халыҡтар ҙа Ислам юлына баҫа башлағас, изге Мәсетте киңәйтеү талап ителә. Хәлиф мәсет тирәһендәге йорттарҙы һатып алып емертә лә, мәсет алдындағы майҙанды киңәйтеп, яңы стеналар төҙөтөп, унда шәмдәр ҡуйырға бойора, ҡапҡалар эшләтә. Унан һуң килгән хәлифтәр, батшалар һәм әмирҙәр ҙә Аллаһ Йортона ҙур иғтибар бирә.
Әл-Харам мәсетен быуаттар дауамында үҙгәртеп ҡороуҙар ошо тәртиптә атҡарыла:
1. Үмәр Ибн Әл,Хаттаб, Аллаһ унан разый булһын, ваҡытында киңәйтеү (17 Һижри), (639 й.).
2. Усман Ибн Аффан, Аллаһ унан разый булһын, ваҡытында беренсе тапҡыр Мәсеттең түбәһен ябалар (26 Һижри), (648 й.).
3. 66 Һижриҙә Абдаллаһ Бин Әл-Зөбәйер тарафынан үҙгәрештәр индерелә. Ул 65 Һижриҙа Ҡәғбәтулланың конструкцияһын яңырта (685 й.).
4. 91 Һижриҙә (709 й.), Әл-Вәлид Бин Әбдел Малик хакимлыҡ иткән осорҙа, Изге Мәсет бинаһын киңәйтеп, яңынан төҙөйҙәр. Мысырҙан һәм Сириянан мәрмәр колонналар килтерелә. Әл,Вәлид Мәсеттә колонналар ҡуйыусы беренсе хәлиф була.
5. 139 Һижриҙә (755 й.), Әбү Йәғәфәр Әл,Мансур тарафынан Мәсет тағы ла ҙурайтыла, яңы ябыҡ галереялар төҙөлә, Мәсеттең стеналары орнаменттар менән биҙәлә.
6. 160 Һижриҙә (777 й.) хаж ҡылғанда Хәлиф Әл-Мәһди ғибәҙәт ҡылыусылар өсөн Мәсеттең бәләкәй икәненә иғтибар итә һәм уны төньяҡ һәм көньяҡ тарафтарынан киңәйтергә фарман бирә. Төҙөлөш эштәре тамамланғас, Ҡәғбәтулла Мәсеттең көньяғына күскәнлеге беленә. 164 Һижриҙә хаж ҡылған ваҡытта Әл-Мәһди быға иғтибар итеп, Ҡәғбәтулла уртала булһын өсөн Мәсеттең майҙанын көньяҡтан да киңәйтергә бойора. Атаһы башлаған эште улы Муса Әл,Һаҙый 167 Һижриҙә тамамлап ҡуя.
7. 284 Һижриҙә (797 й.), Аббасидтар хәлифе Әл-Мөтадид Изге Мәсеттә тулыһынса реставрация яһата. Мәсеткә инеү өсөн яңы “Ҡунаҡ ҡапҡалары” эшләнә.
8. 306 Һижриҙә (918 й.) Аббасидтар хәлифе Әл-Мөҡтәдир Мәсетте ҙурайтыу эштәрен яңынан башлай. Инеү өсөн тағы ла бер ҡапҡа – “Ибраһим ҡапҡаһы”н төҙөтә. Ошонан һуң Мәсеттең дөйөм планы оҙаҡ йылдар үҙгәрешһеҙ һаҡлана. Хәлифтар һәм Солтандар уны биҙәү һәм реставрациялау менән генә шөғөлләнә. Ләкин 604 Һижри йылында Мәсеттең бер өлөшө янғындан зыян күрә. Уттың таралыуына сил ташҡыны ҡамасаулау ғына тулыһынса юҡ ителеүҙән ҡотҡара. Мысыр Башлығы Ибн Барғуҡ Солтан янғындан зыян күргән Мәсетте тергеҙергә бойора, һәм ул тиҙ тормошҡа ашырыла.
9. 979 Һижри йылында (1571 й.) Осман солтаны Сәлим Мәсеттең стеналарында ярыҡтар барлыҡҡа килеүен ишетеп, уларҙы яңынан һалырға бойороҡ бирә. Был эште бик сифатлы итеп башҡарып сығалар. Осман архитектураһы стиленә яраҡлаштырап, көмбәҙ формаһында яңы түшәмдәр эшләнә.
Солтан Сәлим вафат булғандан һуң, уның улы Солтан Морат етәкселегендә 984 Һижри йылында эш тамамлана. Аббасидтар Хәлифе Әл-Мөтадид Мәсетте киңәйткәндән һуң, 1069 йыл буйына уның майҙаны үҙгәрешһеҙ ҡала.
1368 Һижри йылында Сауд Ғәрәбстаны Батшаһы Әбдел Азиз Ибн Абдрахман Ас-Сауд Ике Изге Мәсетте киңәйтеү, яңыртыу тураһында мосолмандарға хәбәр итә. Беренсе сиратта Мәҙинәләге Пәйғәмбәребеҙ Мәсетен яңыртыу тамамланғас, 1375 Һижри йылының Рабиғел,әүәл айының 4-се көнөндә (1955) Мәккәләге Изге Мәсеттә эштәр башлана. Ваҡытты һаҡлау маҡсатынан, проектты эшләү һәм төҙөлөш бер ҡатарҙан алып барыла. Төҙөүселәр яңы галереяны хаж башланғансы төҙөп тапшырырға тырыша. Шул маҡсаттан сығып, төҙөлөштө ике яҡтан – көнсығыш һәм көньяҡтан алып барыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. 1375 Һижриҙың 23 шәғбанында әҙерлек эштәре тамамланғас, яңы проекттың ташы һалына. Йыл аҙағына юл хәрәкәте төҙөлөш майҙанынан ситкә алынғас, яңы галереяны төҙөү башлана. Ниһайәт, хаж ҡылыусылар, мең йыл эсендә беренсе тапҡыр, Сафа һәм Мәрүә тауҙары араһында йәйәү йөрөүселәр һәм сауҙагәрҙәр менән бәрелешмәйенсә, ғибәҙәттәрен үтәргә мөмкинлек ала.
Йылдан-йыл хаж ҡылыусыларҙың артыуын иҫәпкә алып, беренсе Сауд проектына ярашлы, галерея ике ҡатлы итеп төҙөлә. Уның оҙонлоғо – 394,5 метр, киңлеге – 20 метр. Беренсе ҡаттың бейеклеге – 12 метр икенсеһенеке 9 метр. Ул махсус барьер менән ике йәнәш коридорға бүленгән. Береһе – Сафа тауы яғына, икенсеһе – Мәрүәгә. Уртала ауырыуҙар һәм өлкән йәштәгеләр өсөн махсус үтеү юлы ла бар.
Хаҡ Тәғәләбеҙгә сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе – шөкрәнәләребеҙҙе белдереп, Ҡәғбәтулланың Хажар-әл-асуад (ҡара таш) мөйөшөнән тауаф ҡыла башланыҡ. Ирҙәр тәүге өс әйләнеште еңелсә йүгереп, ҡатын,ҡыҙҙар атлап үтә. Ҡәғбә тирәләй тауаф ҡылыу намаҙ ҡылыу кеүек, ләкин тауаф ҡылғанда һөйләшергә рөхсәт ителә. Әммә әйтелгән һүҙҙәрҙең яҡшылыҡ, изгелек хаҡында ғына булыуы шарт. Йәмән мөйөшөнә еткәс, ошо доғаны уҡыйбыҙ: “Раббәнә ‘әәтинә фиддүнйәә хәсәнәтәү-үә фил-әәхыирати хәсәнәтәү-үәҡинәә ғәҙәәбәннаар”. Мәғәнәһе: “Йә Раббыбыҙ! Был донъя тормошонда һәм әхирәт тормошонда беҙгә изгелек (рәхәтлек) бир һәм беҙҙе ут ғазабынан һаҡла” (Баҡара сүрәһе, 201-се аят).
Ҡәғбәтулланы ете мәртәбә әйләнгәс, Ибраһим маҡамы (урыны) аръяғында ике рәҡәғәт намаҙ уҡыла. Беренсе рәҡәғәттә Фатиха сүрәһенән һуң Ихласты, икенсе рәҡәғәттә Фатиханан һуң Кәәфируун сүрәһен уҡыйҙар. Шунан һуң бәрәкәтле зәм-зәм һыуҙары эселә. Уны Ҡәғбәтуллаға ҡарап, баҫҡан килеш, өс йотом итеп эсеү тейеш. Һыу тултырылған мискәләр эргәлә генә. Һыуыҡ тейҙереүҙән ҡурҡһаң, йәшел тамғалар ҡуйылған мискәләрҙән эсәһең, сөнки уларға йылы һыу һалынған. Зәм-зәм һыуын эскәндә, ошо доғаны уҡыйһың: “Аллаһүммә инни әс-әлүкә ризҡан үәсиған үә ғильмән нәфиғән үә шифа’ән мин күлли да’ин”. Мәғәнәһе: “Йә Рабби, мин Һинән киң ризыҡты һәм файҙалы ғилемлелекте һәм һәр бер ауырыуҙан шифаны һорайым”.
Аллаһы Тәғәлә был ерҙә Исмәғилгә Зәм-зәмде асҡанға тиклем бында һыу ҙа, бер ниндәй торлаҡ,фәлән дә булмаған. Исмәғил әсәһе Хәжәр менән һыуһыҙ интеккән саҡта, Ябраил фәрештә ҡанаттары менән ерҙе соҡоп (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа үксәһе менән тибеп), һыу табып, Аллаһының хозуры менән, уларҙы сарсауҙан ҡотҡара. Хәжәр шатланып, ҡуш услап һыу ала башлай (ғәрәпсә “тазамма” –“ ҡуш услап”). Һуңғараҡ Джаргам дәүерендә был ҡойо юҡҡа сыға һәм буласаҡ Пәйғәмбәр, салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм, донъяға килгәнсе, уның олатаһы Әбдел Моталлиб Зәм-зәм ҡойоһоноң урыны ҡайҙа икәнлеген төшөндә күрә. Ул ҡойоно яңынан ҡаҙып сығара. Изге зәм-зәм фонтаны ахрызаманға тиклем мосолмандарҙы үҙенең шифаһы менән һуғарасаҡ. “Ер йөҙөндәге иң шифалы һыу – ул зәм-зәм һыуы,”– тигән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт, салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм (Ибн Маджа). Сауд Ғәрәбстаны Батшалығы 1399 Һижри йылында (1979) Зәм-зәм һыу сығанағының теүәл урынын асыҡлап, шишмәләренең картаһын төҙөй. Хаж ҡылыусыларҙы таҙа эсәр һыу менән тәьмин итеүсе завод 1404 һижри йылдың Рамаҙан айында (1984) сафҡа инә, һәм уның эш мәкәрлеген Һыу ресурстары министрлығы күҙәтә. Һәр хажиға тыуған иленә ҡайтыр алдынан унар литр зәм-зәм һыуы ил батшаһы исеменән бүләк итеп бирелә.
“Ислам донъяһына сәйәхәт” китабының авторы, билдәле дин ғалимы Шәйех Ғәбдрәшит Ибраһим (1850 – 1944): “Зәм-зәм һыуын 12 йыл шешәлә үҙем менән йөрөттөм, унын төҫө лә, сифаты ла үҙгәрмәне”, – тип яҙып ҡалдырған. Ул уны, Аллаһы Тәғәләнең ризалығы менән, бәүел ҡыуығын һәм күҙҙәрен дауалау өсөн ҡулланған һәм дауаһын тапҡан. Шунан һуң Сафа һәм Мәрүә тауҙары араһында 7 тапҡыр сәғи ҡылаһың. Был йола, нигеҙҙә, Исмәғилдең әсәһе Хәжәрҙең Сафа һәм Мәрүә тауҙары араһын һыу эҙләп ете тапҡыр урап сығыуы менән бәйле. Сафа тауына яҡынайғанда ошо доғаларҙы уҡыйбыҙ: “Иннә-ссафәә үәл-марүәтә миң шәғәә’ири-лләәһи” (Баҡара сүрәһе, 158,се аят). “Сафа һәм Мәрүә – Аллаһының Шәриғәтенән” “әбдәьү бимә бәдәьәЛ-лааһу биһи” “Аллаһ башлаған урындан, мин дә шунан башлайым.”
Тау башына менеп еткәс, өс тапҡыр тәҡбир әйтелә. Сафа тауынан төшөп, Мәрүә тауына йүнәләбеҙ һәм унда ла шул уҡ доғаларҙы уҡыйбыҙ. Ике тау араһы 400 метр, улар күптән инде гранит, мәрмәр һарай эсендә ҡалған. Бер тауҙан икенсеһенә йүгергән хажиҙар, әйткәнемсә, бер-береһенә ҡамасауламай. Теләйһең икән, сәғиҙе баҫҡыстан аҫҡа төшөп, түбәнге баҫҡыстан үтһәң дә була. Унда быяла менән көпләнгән тауҙарҙың итәген күреү мөмкинлеге лә бар, бөтөн ерҙә кондиционерҙар эшләй. Хажиҙарға шундай уңайлыҡтар булдырғандарға Аллаһының рәхмәт-бәрәкәте яуһын!
Әгәр ҙә берәй хажи хәлһеҙләнһә йәки ауырып китһә, уға махсус коляскалар алып, сәғиҙе тамамлап ҡуйырға мөмкинлек бар. Сәғи барған ваҡытта ирҙәр ике йәшел бағананы йүгереп үтергә тейеш. “Ҡайһы бер ҡатын,ҡыҙҙар, хаталанып, ошо араны йүгереп үтә, был улар өсөн ярай торған эш түгел”, – тип иҫкәртә хәҙрәттәр.
Зөлхизә айының һигеҙенсе көнө иртә менән ҡунаҡханалар эргәһенә бер-бер артлы автобустар килә. Барлыҡ хажиҙар Изге Мәккә менән Мөздәлифә ара һында урынлашҡан Минаға күсә, унда бер-ике төн ҡунып сығыу өсөн өр-яңы түшәк (ҡаралты) кәрәк-яраҡтары менән йыһазландырылған, бөтөн уңайлыҡ тары булған палаткаларға урынлаштыралар. Эргәлә генә сәйҙәр ҡайнап ултыра, бер туҡ тауһыҙ аҙыҡ-түлек тараталар. Беҙ, Башҡортостандан килгән хажиҙар, Америка, Бөйөк Британиянан килгән хажиҙар менән күрше генә йәшәнек. Ошо урында бындай уңайлыҡтарҙы булдырған, беҙҙе шул ерҙәрҙә урынлаштырыуҙы хәстәрләп, ойоштороп йөрөгән үҙебеҙҙең етәксе, хәҙрәттәребеҙ Рәсәйҙең хажға барыуҙы үҫтереүгә ярҙам күрһәтеүсе хәйриә фондынан Илдар Нечаевҡа, Шамил хәҙрәткә (Якимчук Александр), Руслан Хәлиловҡа, Таһир Исмәғилевҡа, Илфат Сафинға, Рәфҡәт Вилдановҡа, Өфө хәҙрәттәре Рөстәм Ғатауллин, Илһам Шәрипов, Тулҡын Кәримбердиев, Вәсил Тимерғәлиев, Шәмсетдин Сиражевтарға һәм хаж ҡылырға рөхсәт биргән илебеҙ Рәсәй, Башҡортостан етәкселәренә рәхмәттәребеҙҙе еткерәһем килә. Уларҙың тырышлығы арҡаһында беҙ, Башҡортостан мосолмандары, 20653 Рәсәй мосолмандары составында, 2012 йылда хаж ҡылдыҡ.
Иртәнге намаҙҙан һуң автобустарҙа Изге Мәккә ҡалаһынан 25 саҡрымдағы Арафат тауына йүнәләбеҙ. Бында билдәле Әр-Рахма тауы һәм “Нимра” мәсете урынлашҡан. Хажиҙар өсөн Арафатта ла барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған: палаткалар янында сәй эсергә мөмкин, ҡояштан ышыҡланыу һәм климатты яҡшыртыу маҡсатында, Арафа үҙәнендә 100 мең төп ағас ултыртылған. Бында өйлә, икенде намаҙҙары уҡыла. Арафатта баҫып тороу хаждың бер рөкене булып тора. Унан башҡа хаж дөрөҫ булмай. Пәйғәмбәребеҙ, салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм, әйткән: “Хаж – ул Арафатта баҫып тороу” (Әбү Дауд, Тирмизи). Арафат тауында баҫып тороу – ҡояш сыҡҡан көндәрҙең иң хәйерле көнө. Зөлхизә айының 9-сы көнө ҡояш сыҡҡандан алып – ҡояш байығансы, хажиҙар бөтөнөһө лә Арафатта бер урында йыйылыша. Доғалар Ҡәғбәтулла яғына ҡарап ҡылына.
Ғәрәфә көндө күп тапҡыр ошо доғаны уҡыныҡ: “Ләә иләәһә илләл-лааһү үәһдәһү ләә шәриикә ләһ! Ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү, үә һүә ‘аләә күлли шәйьин ҡадиир!” Мәғәнәһе: “Аллаһтан башҡа ғибәҙәт ҡылырҙай лайыҡлы зат юҡ, Ул бер үҙе генә лайыҡлы, Уға бер ниндәй ҙә тиңдәштәр юҡ, бөтөн солтанлыҡ, бөтөн байлыҡ Уның ҡулында, һәм Ул һәр бер эшкә көсө етеүсе!”
Зөлхизә айының туғыҙынсы көнөндә, ҡояш байыу менән, хажиҙар тәлбиә әйтеп, Аллаһыны маҡтап, ошо көндө Арафат тауында баҫып тороға мөмкинлек биргән Раббыбыҙға шөкөр итә,итә, әкренләп автобустарға тейәлеп, Мөздәлифәгә юл тота. Мөздәлифәгә етеү менән ахшам менән йәстүҙе бергә ҡушып, йәстүҙе ике рәҡәғәткә ҡыҫҡартып уҡыйбыҙ. Сөннәт буйынса хажиҙар Мөздәлифәлә ҡунып, иртәнге намаҙҙы унда уҡып китә. Беҙ ҙә шулай эшләнек. Әммә ҡатын,ҡыҙҙарға, бала-сағаларға, өлкән йәштәгеләргә, шулай уҡ уларҙы оҙатып йөрөүселәргә Мөздәлифәнән ярты төндән һуң да китергә рөхсәт бар. Мөздәлифәнән яңынан Минаға ҡайтабыҙ. Шайтанға таш атыу йолаһын үтәү өсөн ҙур өс таш бағаналар төҙөлгән. Иң беренсе Ҙур джамаратҡа ырғытыу өсөн борсаҡтан саҡ ҡына ҙурыраҡ ете ваҡ ташты Мөздәлифәлә үк йыяһың. Киләһе көндәрҙә башҡа джамараттарға атыу өсөн таштарҙы Минаның үҙендә лә йыйырға була. Минаға барғанда ла Аллаһыны иҫкә төшөрөп тәлбиә әйтеп барыла. Минаға етеү менән, таш атыу өсөн, Мәккәгә яҡыныраҡ урынлашҡан Ҙур джамаратҡа табан йүнәләбеҙ. Ошо ғәмәлдәрҙе үтәгәс, ҡорбан салына. Сәс, тырнаҡтарҙы киҫеп, Мәккәгә ҡайтабыҙ. Унда Ҡәғбәтуллаға килеп тауаф ҡылыу башлана. Хаж шуның менән тамамлана.
Беҙҙең төркөм хажда теүәл бер ай булды. Мәрхүм атай,әсәйҙәребеҙ, олатай-өләсәйҙәребеҙ, туғандарыбыҙ өсөн – үмрә хаждар үтәргә лә мөмкинлектәр биргән Аллаһы Тәғәләгә шөкрәнәләр ҡылдыҡ. Төнгө сәғәт өс тулғансы тороп, иртәнге намаҙға Әл-Харам мәсетенә йөрөнөк. Унда уҡыған бер намаҙ башҡа мәсеттәр ҙә уҡыған 100 мең намаҙға тиң, тиелә. Төнгө сәғәттәрҙә меңәрләгән халыҡтың Әл-Харам мәсетенә ағылыуынан, ҡала өҫтөндә яңғыраған аҙан та уыштарынан йөрәктәр елкенә, күҙҙәрҙән йәштәр аға… Шул минуттарҙа Аллаһы Тәғәләнең китабы Ҡөрьәндән тап ошо аяттар күңелгә килә: “Үә ләә тәмши фил-ардыи мәрахән иннәкә ләң тәхриҡаль-арда үә ләң тәблүғаль-джибәәлә тууләә.” Мәғәнәһе: “Әллә кем булып маһайып йөрөмә: барыбер Ерҙе үтә тишә алмаҫһың, тау бейеклек була алмаҫһың.” (“Әл-Исра” сүрәһе, 37). Уның артынса уҡ:“Әлхәмдүлилләһ”, “Лә Илаһу ил Аллаһ” доғаларын ҡабатлайһың.
Үҙеңде ожмахҡа килеп ингәндәй хис итәһең. Һиңә Аллаһы Тәғәлә ошо хозурлыҡты күрергә насип иткәненә, Уға булған һөйөү хистәренән, үҙеңдә сикһеҙ ҡанатланыу тойғолары кисерәһең. Эй Раббым, хаждарыбыҙҙы ҡабулдарҙан ҡыл. Аллаһының ҡоло, бәндә, хаж ҡылдым тип ғорурланып, маҡтанып (әстәғәфирулла тәүбә!) йөрөргә тейеш түгел, сөнки хаждың төп сауабы – әхирәт өсөн бит.
Етәксе-хәҙрәттәребеҙ беҙгә көндөҙҙәрен бер нисә тапҡыр гүзәл ҡала Мәккә менән танышыу экскурсияһы ойошторҙо. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт, салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм, тыуған Мәккә ҡалаһының иҫтәлекле урындарында булыуҙы, ул йәшәгән замандарҙан ҡалған мәсет менән танышыуҙан башланыҡ. Мәсет урынлашҡан районда ҙур төҙөлөш эштәре барыу сәбәпле, уның эсенә инеү тыйылғайны. Был ҡомартҡы хазинаны беҙ, күҙҙәребеҙ талғансы, тыштан ғына күҙәттек.
Мәккәлә яңы мәсеттәр 200,300 метр һайын күҙҙәрҙең яуын алып ултыра. Улар ҙың архитектураһы төрлөсә, бер мәсет тә икенсеһен ҡабатламай. Аҙан ваҡыт тарында яңғыраған аҙан тауыштары, Аллаһы Тәғәләнең бөйөк симфонияһы булып, һауала тирбәлә. Был ваҡыттарҙа ҡунаҡханала булһаҡ, йүгереп етенсе ҡатҡа – йорттоң түбәһенә ашыға торғайным. Ҡала өҫтөнә таралған изге аҙан моңо әле лә ҡолаҡтарҙа ғына түгел, йөрәктәрҙә яңғырап тора.
Хажға барыусыларға Мәҙинә-Мөнәүәрә ҡалаһында булыу сөннәт ғәмәлдәрҙән һанала. Уны хажға тиклем йәки унан һуң да үтәргә мөмкин. Беҙ Мәҙинә-Мөнәүәрә ҡалаһына хаждан һуң, илебеҙгә ҡайтып барғанда, туҡталдыҡ. Оҙаҡ булырға тура килмәһә лә, Пәйғәмбәребеҙ Мәсетендә мәсет намаҙын, иртәнге һәм өйлә намаҙҙарын уҡырға, “Ҡоба,” Ҡыблатайни” мәсеттәрендә лә намаҙҙар уҡырға, мосолмандар Мәккә мөшриктәре менән һуғышҡан Ухуд тауҙарын күрергә насип булды.
Пәйғәмбәребеҙ, салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм, әйткән: “Мосолмандар өс Мәсеткә: Мәккәләге Әл-Харамға, Минең Мәсетемә (Мәҙинәлә) һәм Әл-Аҡсаға (Иерусалимда) барырға ашҡынырға тейеш”. Мәҙинәгә беҙ төндә килеп, ҡунаҡханаға урынлашҡас та, ғөсөл ҡойоноп, Пәйғәмбәребеҙ Мәсетенә ашыҡтыҡ. “Бында уҡыған бер намаҙ башҡа урындарҙа уҡыған мең намаҙҙан артығыраҡ”, – тип әйтеп ҡалдырған Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм. Пәйғәмбәребеҙ Мәсете Ул Мәккәнән Мәҙинәгә күсеп килгәс тә төҙөлгән. Мәсетте төҙөүҙә Үҙе лә әүҙем ҡатнашҡан. Пәйғәмбәребеҙ, салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм, вафат булғандан һуң ошо мәсеттә, 632 йылдың 8 июнендә, ерләнгән (11 Һижриҙең рабиғәль-әүәл айының 12-һендә).
Ислам тарихында һалынған беренсе мәсет – Ҡоба мәсете – Мәҙинә ҡалаһының ошо уҡ исемдәге бик матур районында урынлашҡан. Бында һалҡын һыулы шишмәләр күп икән. Шуға күрә мәсеттең тирә-яғында хөрмә пальмалары, йәшелсә-емеш баҡсалары йәйрәп ята. Уҙған быуаттың 80-се йылдарында үткәрелгән иң ҙур реконструкциянан һуң Ҡоба мәсете өс тапҡырға ҙурайған. Хәҙер унда 12 – 15 мең кеше һыя. Пәйғәмбәребеҙ, салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм, әйткән: “Кем йортонда тәһәрәтләнеп, Ҡоба мәсетенә килеп, ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, уға әжере – үмрә ҡылғандағы кеүек сауап.” Аллаһы Тәғәлә Ҡоба мәсете тураһында Ҡөрьәндә былай тигән: “Ул (алдаҡсылар) мәсетендә бер ваҡытта ла торма, тәүге көндән үк тәҡүәлек менән һалынған мәсет (Ҡоба мәсете) һиңә торор өсөн яҡшыраҡ. Унда – сафланырға яратҡан кешеләр. Алла сафланғандарҙы ярата” (Тәүбә сүрәһе, 108-се аят). Ибн Үмәр, Аллаһ унан разый булһын, әйтеп ҡалдырған: “Пәйғәмбәребеҙ, салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм, был мәсеткә йыш килә торғайны һәм икешәр рәҡәғәт намаҙ уҡый ине”.
Мәҙинәнең төньяғында, Бани Сальма ҡалҡыулығында, әл-Аҡыҡ үҙәне янында урынлашҡан Әл-Ҡыблатайни мәсете лә Пәйғәмбәребеҙ, салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм, йәшәгән саҡта уҡ һалынған. Бер ваҡыт Пәйғәмбәребеҙгә, салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм, сәхәбәләре менән Ҡәғбәгә ҡарап намаҙ уҡыған ваҡытта, Иерусалимда урынлашҡан “Әл-Аҡса” мәсетенә боролоп намаҙ уҡырға вәхи килгән. Бөтәһе лә Уның артынан эйәргән. Тик 17 айҙан һуң ғына мосолмандар яңынан Ҡәғбә яғына ҡарап намаҙ уҡый башлағандар. Шуның өсөн был мәсет ике Ҡыблалы, “Ҡыблатайни” тип атала. Аллаһы Тәғәләнең рәхмәт-шөкрәнәләре менән беҙҙәргә лә был мәсеттә намаҙ уҡырға насип булды.
“Мосолмандар һәм Мәккә кафырҙары араһындағы Ухуд һуғышы Мәҙинәнең төньяғындағы шул исемдәге тау янында була. Был тауҙың оҙонлоғон ҡайһы бер ғалимдар ете, ҡайһылары ун ике километр тиҙәр, – тип һөйләне беҙгә Тулҡын хәҙрәт. – Заман ахыры еткәс, Аллаһы Тәғәлә был тауҙы ожмахҡа аласаҡ икән”. Һуғыш өсөнсө Һижри йылының шәүәл айында була (23 март, 625 йыл). Көрәйшиттәр Мәҙинәгә өс мең кеше, өс мең дөйә һәм ике йөҙ аттан торған ғәскәр менән килә. Мөхәммәт Пәйғәмбәр, салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм, уларҙың яҡынлашыуын бер аҙна элек белеп, көтмәгәндә һөжүм итеүҙәренән һаҡланып, ҡалаға яҡын ерҙәргә төнгө һаҡсылар ҡуйырға әмер бирә. Дошман ғәскәре Айнайн һәм Ухуд тауҙары эргәһенә килеп туҡтағас, Пәйғәмбәр, салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм, мосолмандарҙы Мәҙинәне обороналау тураһындағы кәңәшмәгә йыя. Ирҙәргә Ул ҡаланы ҡалдырып китмәҫкә, дошманды тар урамдарҙа ҡаршылап, һуғышырға бойора, ә ҡатын-ҡыҙҙарға өй баштарында урынлашырға ҡуша. Ләкин Уның менән башҡаларға ҡушылып һуғышҡа барырға бик теләмәгән, өйөндә ҡалыуҙы хуп күргән ике йөҙлө, эскерле Абдулла ибн Убайй ғына килешә. Йәш сәхәбәләр дошман менән асыҡ урында, киң майҙанда һуғышырға теләй, һәм ахыр сиктә уларҙың тәҡдиме ҡабул ителә. Ҡарт сәхәбәләр, йәштәрҙе шелтәләп, былай ти: “Һеҙ Пәйғәмбәрҙе, салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм, тыңларға тейешһегеҙ, сөнки Уға күрһәтмәләр Аллаһы Тәғәләнән килә бит”. Йәштәр шул минутта Пәйғәмбәр, салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм, янына йүгереп килеп: “О Аллаһының Пәйғәмбәре, беҙ хаталандыҡ. Нисек теләйһегеҙ, шулай хәл итегеҙ. Беҙ ҡаршылашмаясаҡбыҙ», – тиҙәр. Ләкин был ваҡытта Мөхәммәт, салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм, һуғыш кейемдәрен кейеп, сатырынан сыҡҡан була. Йәштәргә Уның яуабы ҡәтғи яңғырай: “Һуғыш кейеме кейгән пәйғәмбәр, һуғышмайынса, уны һала алмай! Һеҙ мин ҡушҡанды үтәгеҙ! Аллаһ исеме менән һуғышығыҙ! Әгәр ҙә Һеҙ ғәскәри бурысығыҙҙы үтәгәндә түҙемле булһағыҙ, Аллаһы Тәғәлә Һеҙгә үҙенең мәрхәмәтен күрһәтер.” Мосолмандарҙың отряды өс төркөмгә бүленә. Төшкө намаҙҙан һуң, Мөхәммәт Пәйғәмбәр, салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм, ғәскәр башында Ухуд тауына ҡарай ҡуҙғала. Шайхан тигән ергә еткәс, ғәскәрен ҡарап сыға, һәм иң йәш һуғышсыларға һуғыш яланынан китергә бойора. Шайхан һарайҙары янында Пәйғәмбәр, салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм, ахшам һәм киске намаҙҙарҙы уҡый һәм лагерҙы һаҡларға илле һуғышсыны тәғәйенләп, төндө шунда уҙғара. Таң алдынан бынан китеп, аш-Шаут тигән ерҙә иртәнге намаҙҙы уҡый. Бында үрҙә телгә алынған Абдулла ибн Убайй, Уға буйһонмайынса, үҙенең өс йөҙ кешеһен алып, Мәҙинәгә ҡайтып китә. Шулай итеп, бер меңлек мосолман ғәскәрендә барлығы ете йөҙ генә кеше тороп ҡала. Ошо ваҡиға айҡанлы Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьән аяттары ебәргән: “Үә мәә әсаабәкүм йәүмә-лтәҡаль-джәмғәәни фәби’иҙни-лләһи үә лийәғләмәл-мүьминиин. Үә лийәғләмә-лләҙиинә нәәфәҡуу үә ҡиилә ләһүм тәғәәләү ҡаатилүү фии сәбиили-лләәһи әүидфәғүү ҡаалүү ләү нәғләмү ҡитәәләл-ләттәбәғнәәкүм һүм лилкүфри йәүмә’иҙин әҡрабү минһүм лил’иимәәни йәҡуулүүнә би’әфүәәһиһим мәә ләйсә фии ҡулүүбиһим үә-ллааһу әғләмү бимәә йәктүмүүн.” Мәғәнәһе: “Ике төркөм осрашҡанда күргән бәләгеҙ Алла рөхсәте менән булды, мөьминдәрҙе Ул белһен өсөн, ике йөҙлөләрҙе белһен өсөн булды. Уларға әйтелде: “Килегеҙ, Алла юлында һуғышығыҙ йәки ҡыуып ебәрегеҙ! – тиелде. Улар: “Һуғышты белгән булһаҡ, Һеҙгә эйәргән булыр инек,”– тине. Улар ул көндө иманға ҡарағанда кафырлыҡҡа яҡыныраҡ булды. Улар күңелендә булмағанды теле менән әйтә. Ә Алла уларҙың нимә йәшергәнен яҡшыраҡ белә”. (Ғимран сүрәһе, 166,167,се аяттар).
“Бына һин иртәнсәк, ғаиләңде ҡалдырып, мөьминдәрҙе һуғыш сафына теҙер өсөн сыҡтың, ә Алла ишетеп, белеп тора! Бына һеҙҙең ике төркөмөгөҙ ҡаушап ҡалды, ә Алла уларға – ярҙамсы: мөьминдәр Аллаға таянһын!” (Ғимран сүрәһе, (121,122,се аяттар).
Монафиҡтарҙың мосолман ғәскәренән айырылыуы Аллаһының мәрхәмәте һөҙөмтәһендә була. Был ваҡиға мосолмандарҙың сафтарын хәлһеҙләндермәй, киреһенсә, ике йөҙлө, ҡурҡаҡ йәндәрҙән ҡотолғас, улар рухи яҡтан тағы ла көслөрәк һәм ғәйрәтлерәк һуғышсыларға әйләнә. Мәкерле һәм хыянатсылар менән һуғыш яланында бергә булыу хәүефлерәк, һәм ул мосолмандарҙың әхлаҡи көстәренә ҡурҡыныс янар ине. Ухуд һуғышы мосолмандарҙың еңелеүе менән тамамлана. Һуғышта Пәйғәмбәребеҙҙең, салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм, ағаһы Хәмзә ибн Әбд-әл-Моталлиб һәләк була. Яу яланында ятып ҡалған мосолмандарҙы шунда уҡ, һуғыш майҙанында, ерләгәндәр. Беҙгә уларҙың ҡәберлектәре урынын күрергә насип булды.
Ислам тарихында һәм бөтөн кешелек цивилизацияһында Изге Мәккә ҡалаһы айырыуса мөһим урын алып тора. Миллиардтан артыҡ мосолмандың ҡарашы көн һайын Мәккә тарафтарына төбәлгән. Йыл һайын миллионлаған мосолман һауа, диңгеҙ һәм ҡоро ерҙән үҙҙәренең Аллаһы ҡаршындағы бурыстарын үтәү өсөн Изге Мәккә ҡалаһына ашыға.
Сауд Ғәрәбстаны хөкүмәтенең статистика хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2012 йылда изге урындарға 3,5 миллион мосолман хаж ҡылған, был 2011 йыл менән сағыштырғанда 8 процентҡа күберәк һәм хаж, әлхәмдулилләһ, хәүеф,хәтәрһеҙ үткән. Мәккәлә хажиҙар Аллаһының ҡунаҡтары һанала, улар тураһында хәстәрлек күреү Сауд Ғәрәбстаны Батшалығының вазифаһы һәм изге бурысы булып иҫәпләнә. Улар уны ҙур яуаплылыҡ һәм намыҫ менән атҡарғанын үҙ күҙҙәре беҙ менән күрҙек. Уларға Аллаһының рәхмәте һәм бәрәкәте яуһын, тип изге теләктәр теләнек һәм имен-аман Башҡортостаныбыҙға әйләнеп ҡайттыҡ.
Рәмзиә БИКӘНӘСОВА. «Ағиҙел» журналы №9, 2013 йыл.
Йәннәт баҡсаһы; https://nazir1965.com/tarix/j%D3%99nn%D3%99t-ba%D2%A1salary.html