Имам Әғзәм Әбү Хәнифә

                                                         Имам Әғзәм Әбү Хәнифә

                                                               Инеш һүҙ

   Бөтә ғәләмдәрҙе юҡтан бар итеүсе, уларҙы ризыҡландырыусы һәм улар менән идара итеүсе Раббыбыҙ Аллаһ Тәғәләгә беҙҙең күңелебеҙҙән ысын хәмед һәм маҡтауҙарыбыҙ булһа ине.
Был донъяға рәхмәт итеп ебәрелгән пәйғәмбәрҙәрҙең иң дәрәжәлеһе беҙҙең пәйғәмбәребеҙ һәм илсебеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмгә Аллаһтың сауаптары һәм сәләмдәре булһа ине.
   Бөгөнгө көндәрҙә беҙҙең халҡыбыҙ әкренләп үҙенең асылдарына ҡайтып бара. Ул асылдарының иң мөһим булғаны Ислам дине. Аллаһҡа шөкөр, мосолмандар һаны көндән-көн арта.
   Билдәле булыуынса беҙҙең ата-бабаларыбыҙ Ислам динен ҡабул итеп, унда булған дүрт мәҙһәбтең береһен һайлап алдылар. Ул да булһа Имам Әғзәм Әбү Хәнифә мәҙһәбе. Ләкин мәҙһәбтең үҙен өйрәнеү етмәй, Имамыбыҙҙың тормош юлы менән дә таныш булыу бик мөһим. Әбү Хәнифә тураһында төрлө дини матбуғатта мәғлүмәт әҙ булыу сәбәпле был китап әҙерләнде.


   Бында Имамыбыҙ менән бәйле булған киләһе мәсьәләләр асыҡлана. Исеме менән нәҫеле, бала сағы һәм йәшлеге, ғилем ала башлауы, уҡытыусылары, ғилем биреүе, Әбү Хәнифәнең ғилем нигеҙҙәре, уҡыусылары, сифаттары (әхләге, кейеме һ.б.), ғазапланыуы менән вафаты, башҡа мәҙһәб имамдарынан айыра торған сифаттары, ғалимдарҙың уның тураһында әйткән һүҙҙәре, үҙенең хикмәтле һүҙҙәре, уҡытыусылар һәм дәғүәтсегә нәсихәт һ.б. Имамыбыҙ һәм мәҙһәбебеҙ менән бәйле мәсьәләләр килтерелә.
   Аллаһ Тәғәлә был китапты беҙҙең бөтәбеҙ өсөн дә файҙалы итеп, Имамыбыҙҙан үрнәк алып Ислам динен үҫтереүсе-ҡеүәтләүселәрҙән булырға насип итһә ине.

                                           Ғалимдарға ҡарата тейешле мөнәсәбәте

   Әбү Хәнифәнең тормош юлын өйрәнә башлар алдынан, беҙгә ғөмүмән ғалимдарға ҡарата тейешле булған мөнәсәбәт менән танышып китергә кәрәк.
   Тарихта сәхәбәләрҙән һуң бик күп ғалимдар барлыҡҡа килеп, уларға эйәреүселәр һаны ла шаҡтай булған, ләкин Аллаһ Тәғәләнең үҙе генә белгән хикмәте сәбәпле фәҡәт дүрт ғалимдың мәҙһәбе «Әһле сөннәт үәл-джәмәғәт» мәҙһәбе булып һаҡланып ҡалған. Әлеге мәҙһәбтәрҙә нигеҙ һалыусы ғалимдарҙың исемдәрен беҙҙең күбебеҙ беләләр.
   1-Имам Әбү Хәнифә;
   2-Имам Мәлик ибн Әнәс;
   3-Имам Мөхәммәд ибн Идрис Әш-Шәфиғи;
   4-Имам Әхмәд ибн Хәнбәл.
   Уларҙың арыһынан да эйәреүселәр күп булып, был дүрт мәҙһәб мосолмандар араһында таралған.
Был ғалимдар барыһы ла Ҡөрьәнде һәм Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдең сөннәтен, сәхәбәләрҙең һүҙҙәрен өйрәнеп, уларҙан төрлө хөкөмдәр сығарғандар. Ҡайһы ваҡыт ул хөкөмдәр бер төрлө булған, ә ҡайһы ваҡыт айырылып торған. Шуны ла тағын әйтергә кәрәк имамдар барыһы ҙур, мөһим, ғәҡидә менән бәйле мәсьәләләр буйынса бер һүҙ ҙә, фәҡәт ваҡ нәмәләр менән бәйле булған ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса төрлө фекерҙә. Нисек булһа ла улар барыһы ла әжерле, сөнки Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм үҙенең хәҙисендә әйтә : «Әгәр берәй ғалим ижтиһад (ғилми өйрәнеүҙәр) ҡылып дөрөҫ һығымта сығара икән — ике әжерле була, әгәр хаталанһа, бер әжерле була».
   Шуның сәбәпле бөтә ғалимдарға һәм уларҙың эйәреүселәренә ихтирам күрһәтеп, уларға ҡарата бик яҡшы мөнәсәбәттә булыу тейешле, сөнки улар беҙҙең ҡәрҙәштәребеҙ. Бигерәк тә уларға ғәйбәт һөйләүҙән тыйылырға тейешле.
   Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә ғәйбәт һөйләүҙе үле ҡәрҙәшеңдең итен ашау менән сағыштыра, быға өҫтәп, шуны ла әйтеп китергә кәрәк; Әбүл-Хәсән Әл-Әшғәри әйтте:"Ғалимдарҙың иттәре ағыу, уларҙы еҫкәһә ауырыр, ә кем ашап ҡараһа үлер". Был һүҙҙәрҙә ул ғәйбәт тураһында әйтте, аятта килгән буйынса ғәйбәт – ҡәрҙәшеңдең итен ашаған кеүек, ә инде ул ит инде быға өҫтәп тағын ағыулы ла булһа, уны ашаусы вафат булыр, йәғни ғалимдар тураһында ғәйбәт һөйләүсене Аллаһ Тәғәлә тамуҡ утында ғазаплар. «Һәр бер мосолмандың малы, ҡаны, намыҫы башҡа мосолман өсөн харам», — тип әйтте Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм үҙенең хәҙисендә. Йәғни ғәйбәт һөйләү ғөмүмән харам ғәмәл һәм оло гонаһ булып һанала. Ә ғалимдарҙың береһе тураһанда булһа, гонаһы тағын да арта.
   Шуның өсөн беҙгә бер мосолман ҡәрҙәшебеҙ тураһында фәҡәт яҡшыны ғына һөйләп, уға изге теләктәр генә теләп йәшәү тейешле була.Сөнки Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм үҙенең бер хәҙисендә әйтте: «Бер мосолман икенсе мосолмандың ҡәрҙәше»...

                                          Әбү Хәнифәнең исеме менән нәҫеле

   Уның тулы исеме Ән-Нуғмән ибн Ҫәбит ибн Зута.
Әбү Хәнифәнең олатаһы Зута исемле була, Кәбил ауылында йәшәй. Мосолман ғәскәре был ерҙәрҙе яулап алғас, Зута “Бәнү Тәййим” исемле ғәрәп ҡәбиләһенә әсирлеккә төшөп, ҡолдары булып китә. Шунда Ислам динен ҡабул иткәс, уны азат итәләр. Шулай итеп Имамыбыҙҙың атаһы Ҫәбит мосолман ғаиләһендә тыуып үҫә.
   Ҫәбит бәләкәй булған сағында атаһы Зута уны үҙе менән бергә Нәүруз байрамында Ғәли ибн Әбү Талиб янына алып бара. Үҙҙәре менән күстәнәс итеп бер татлы, баллы ризыҡ алып баралар. Ғәли ул ризыҡты татып бик оҡшата, ҡалғанын фәҡирҙәргә таратырға ҡуша. Унан һуң Ғәли доға ҡыла, ул доғала Ҫәбибтең үҙе һәм нәҫеле өсөн бәрәкәт һорай. Ул ҡылған доғаның ҡабул булыуын беҙ бөтәбеҙ ҙә яҡшы күреп торабыҙ.
                                         Әбү Хәнифәнең бала сағы һәм йәшлеге

   Әбү Хәнифә һижри буйынса һикһәненсе йылда Куфа ҡалаһында (Ғираҡта) донъяға килә, милләте буйынса фарсы була.
   Бала сағында Әбү Хәнифә Ҡөрьәнде Имам Ғәсым риүәйәтендә тулыһынса ятлай, һәм уны бик күп уҡый.
   Сауҙагәр ғаиләһендә тыуып үҫеүе сәбәпле Имамыбыҙ йәшлегендә атаһының эшен дауам итеп алыҫ һатыу менән шөғөлләнә, бай кеше була.
   Сауҙа эшенән тыш Әбү Хәнифә Ираҡтағы төрлө фекер, фәлсәфәүи ағымдар менән танышып, улар менән ғилми бәхәстәр алыр бара.

                    Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдең Имамыбыҙ тураһында хәбәр итеүе

   Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм беҙгә үҙенең хәҙистәрендә киләсәктә буласаҡ төрлө нәмәләрҙе хәбәр итте. Шулар араһында оло ғалим булыусы дүрт мәҙһәб имамдары тураһында ла һөйләй торған хәҙистәр бар.
Әбү Хәнифә тураһында хәбәр итеп Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйтте:" Әгәр Иман (башҡа хәҙистә «Ғилем») йондоҙҙары булһа, уны фарсы балаларынан ирҙәр (башҡа хәҙистә «ир») һис шикһеҙ ирешер ине. (« Ғуҡудүл-Джүмән» 44б.) (Фарсылар араһынан Әбү Хәнифә дәрәжәһенә ирешкән ғалимдар булманы). Был хәҙисте Имам Әл-Бохари, Мөслим, Әт-Табарани һәм Әбү Бәкер Әш-Ширази риүәйәт итеп килтерәләр.
                                                                 Ғилем алыуы

   Әбү Хәнифә заманында Ираҡта бик күп төрлө аҙашҡан ағымдар, секталар бар ине. Шуның сәбәпле башта Әбү Хәнифә бәхәс ғилеменә бик ҙур әһәмиәт бирҙе. Төрлө ағымдар менән уларҙың аҙашыуҙарын уларға аңлатыр өсөн бәхәсләшеп йөрөнө. Имамыбыҙҙың тормошондағы бына шул осоро тураһында төрлө риүәйәттәр ишетеп була. Бик мәшһүр риүәйәттәренең береһе Имамыбыҙҙың бала сағында бәхәстә халыҡ алдында бер атеисты еңеүе тураһында һөйләй.
   Был ғилем (бәхәс) ҡыҙыҡлы һәм мөһим булһа ла, бик күп осраҡтарҙа бәхәстә еңелгән кеше үҙ фекерендә ҡала. Шуның өсөн был ғилемдең башҡаларға ҡарағанда файҙаһы әҙерәк. Шуның сәбәпле бәхәс ғилемендә оло дәрәжәгә ирешкәндән һуң бөйөк ғалимыбыҙ файҙалыраҡ ғилемде ала башлай. Башҡа ғилемгә күсеүҙе уға Имам Әш-Шәғби кәңәш итә.
   Әбү Хәнифә үҙе тураһында һөйләй:" Бер көндө мин Имам Әш-Шәғби янынан үтеп барғанда ул мине үҙе янына саҡырып:" Һин ҡайһы ерҙә күберәк булғылайһың?", -тип һораны. Мин әйттем:" Мин күберәк ваҡытымды баҙарҙа үткәрәм". Әш-Шәғби әйтте: «Мин һинән баҙар тураһында һорамайым, ғалимдарҙың ҡайһыһы янына күберәк йөрөйһөң тип һорайым». Мин әйттем: «Мин ғалимдар янына һирәк йөрөйөм». Әш-Шәғби әйтте: «Һин ғилемдән ғафил булып йөрөмә, ғалимдар янына йышыраҡ йөрөргә тырыш, мин һинең зирәк булыуыңды күреп торам». Был һүҙҙәр Имамыбыҙҙың күңеленә үтеп инә, ул баҙарға йөрөүҙе ҡалдырып, ғалимдар янына йөрөй башлай.
   Бының тураһында тағы өс риүәйәт бар.
   Береһе: Әбү Хәнифә бәхәс ғилеме менән шөғөлләнеп йөрөгән ваҡытында сәхәбәләрҙе, уларҙың ғилем өйрәнеү һәм өйрәтеүҙәрен, кешеләрҙе Ислам диненә өндәүҙәрен иҫенә төшөрә. Үҙен улар менән сағыштырып ҡарай. Шунан һуң бәхәс ғилемен ҡалдырып, фиҡыһ ғилеменә күсә.
   Икенсе риүәйәт буйынса: Әбү Хәнифә бөтөн ғилемдәрҙе сағыштырып ҡарай ҙа, фиҡыһ ғилеме иң файҙалы икәнлеген аңлап, уны өйрәнә башлай.
   Өсөнсөһө буйынса: Имамыбыҙ, Хәммәд ибн Әбү Сөләймәндең дәрес бирә торған урыны янында ултыра ине. Уның янына бер ҡатын килеп шәриғәт ҡанундары менән бәйле булған һорау бирә. Әбү Хәнифә уны Хәммәдтән барып һорарға ҡуша. Ул ҡатын Хәммәдтән һорашҡандан һуң яуабын Имамыбыҙға ла әйтеп китә. (Әбү Хәнифә унан яуапты әйтеп китергә һораған була). Шунан һуң Әбү Хәнифә Хәммәдтең дәрестәренә йөрөй башлай.
   Был өс риүәйәт бер-береһен тулыландыра ғына, сөнки Әҙәм балаһы ҡарарҙы бер миҙгелдә сығармай, уға (ул ҡарарға) әкренләп, төрлө ваҡиғалар тәьҫирендә килә.
   Бында беҙ Имамыбыҙҙың уйлап, бөтә яҡтарҙан үлсәп, тикшереп эшләй торған кеше булараҡ күрә алабыҙ. Шулай уҡ уның төрлө ғилем, фәндәр менән таныш, эрудициялы ( киң белемле) кеше булғанын аңлай алабыҙ.
Шулай итеп, Әбү Хәнифә ғилем ала башлай, был юлында ул бик ҙур тырышлыҡтар күрһәтә. Хәммәд дәрестәрен тыңлап, шул уҡ саҡта ятлай, иртәгәһе көндө ҡабатлағанда Имамыбыҙ дөрөҫ әйтер булҡан, һабаҡташтары хаталана ине. Шул сәбәпле Хәммәд әйтте: «Минең ҡаршымда мәжлес уртаһында Әбү Хәнифәнән башҡа бер кем дә ултырмаһын». (Ғуҡудүл-Джүмән" 163 б.)
Шулай итеп, бөйөк ғалимыбыҙ егерме ике йәштән башлап ун йыл буйы Хәммәдтә уҡый. Шунан һуң нәфесенә бирелеп үҙенә уҡыусылар мәжлесен йыйырға теләй башлай. Ләкин Хәммәдтең мәжлесенә килгәс, уҡытыусынан айырыла алмауын аңлай.
   Шул уҡ төндө Хәммәд, үлгән туғанын ҡалған мираҫты алыу өсөн Басра ҡалаһына китергә мәжбүр була. Үҙе урынына Әбү Хәнифәне ҡалдырып китә. Хәммәд ике ай Басранан ҡайтмай тора, шул ваҡытты Имамыбыҙға алтмыш һорау бирелә, һорауҙарҙың ҡайһы берҙәре уның өсөн яңы була. Хәммәд әйләнеп ҡайтҡас Әбү Хәнифәнең яуаптарын тикшереп ҡараһалар, ҡырыҡ яуап бер-береһенә тура килә, ә егермеһенә Хәммәд башҡа төрлө яуап бирә. Шуның сәбәпле Имамыбыҙ тағын һигеҙ йыл Хәммәдтә уҡый. Әбү Хәнифә ҡырыҡ йәшендә булғанда остазы вафат була.
   Ләкин бөйөк ғалимыбыҙ Хәммәдтән ғилем алыу менән генә сикләнмәне, бәлки башҡа ғалимдар менән дә осрашты. Шуның өсөн ул үҙе тураһында әйтте:" Мин Ғүмәр, Ғәли, Ғабдуллаһ ибн Мәсғүд һәм Ғабдуллаһ ибн Ғаббас ғилемдәрен уларҙың уҡыусыларынан өйрәндем".
Шулай итеп, бынан күрә алабыҙ:
   1-Әбү Хәнифә иң тырыш уҡыусы ине.
   2-Дини һорауҙарға яуап биреү бик ҙур яуаплылыҡ.
   3-Кеше ниндәй ғилми дәрәжәгә етһә лә туҡтарға тейеш түгел, бәлки, ләхедкә ҡәҙәр ғилем алырға бурыслы.
   4-Әбү Хәнифә бик ҙур ғилемдәргә ирешеүсе ғалим ине.

   Уҡытыусылары

   Имамыбыҙҙың уҡытыусыларын ике төркөмгә бүлеп була.
   Беренсе сәхәбәләр, икенсе тәбиғиҙәр.
      Сәхәбәләр:
Билгеле булғанса үҙенең йәш сағында Әбү Хәнифә ҡайһы бер оҙаҡ йәшәгән сәхәбәләр менән осраша, улар араһынан:
   1-Әнәс ибн Мәлик радыяллаһү ғәнһә Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдең хеҙмәтсеһе һижри буйынса 93 йылда вафат булды.
   2-Ғабдуллаһ ибн Әбү Ғәүф һижри буйынса 87 йылда вафат булды.
   3-Үәсиләтә ибнүл-Әскәл һижри буйынса 86 йылда вафат булды.
   4-Сәһл ибн Сәғид һижри буйынса 88 йылда вафат булды.
   5-Әбүт-Түфәйл Ғәмир ибн Әбү Үәьилә һижри буйынса 102 йылда вафат булды, сәхәбәләрҙән иң һуңғы вафат булыусы.
   Ҡайһы бер ғалимдар был исемлеккә башҡа сәхәбәләрҙе лә ҡушалар, улар араһынан Ғабдуллаһ ибн Әнис, Ғабдуллаһ ибнүл-Хәрис, Жәбир ибн Ғабдуллаһ Әл-Ансари, Ғәйшә бинтү Ғажрад һ.б. Сәхәбәләр менән осрашыуы сәбәпле Имамыбыҙ тәбиғи дәрәжәһенә иреште.
Ғалимдарҙың бер төркөмө: «Әбү Хәнифә сәхәбәләр менән осрашҡанда, уларҙан хәҙистәр ишетмәгән», -тип әйтәләр һәм был һүҙҙәрен Имамыбыҙҙың ул саҡта йәш булыуы менән дәлилләйҙәр.
Ләкин икенсе яҡтан ҡараһаҡ уның кесе генә булыуы быға кәртә булып тора алмай. Киреһенсә, Имамыбыҙ йәш булыуы сәбәпле зиһене яҡшы булған, әйтелгән һүҙҙәрҙе ул ишетеп һеңдергән булырға мөмкин, хатта зикер ителгән ғалимдарҙың һүҙҙәре буйынса уның хәҙис йыйыу маҡсаты булмаһа ла.
      Тәбиғиҙәр:
   Тәбиғиҙәр араһында ҡайһы бер ғалимдар әйтеүе буйынса Әбү Хәнифәнең дүрт мең уҡытыусыһы булған («Ғуҡудүл-Джүмән» 63 б.), башҡа ғалимдар әйтеүе буйынса уларҙың һандары иллегә яҡын («Усулүд-дин ғиндәл-Имам Әбү Хәнифә» 77 б.)
Уларҙың иң атаҡлылары:
   Хәммәд ибн Әбү Сөләймән ( был уҡытыусыла Имамыбыҙ иң оҙаҡ уҡыны һәм иң күп ғилем алды), имам Әш-Шәғби, Ғата ибн Әбү Рабах, Зәйд ибн Ғәли ибнүл-Хөсәйн(Ғәли ейәндәренең береһе), Мөхәммәд ибн Ғәли ибнүл-Хөсәйн (шулай уҡ Ғәлиҙең ейәне) һ.б.

                                              Әбү Хәнифәнең ғилем биреүе

   Хәммәд ибн Әбү Сөләймән вафат булғандан һуң кешеләр яңы уҡытыусыға мохтаж булдылар. Төрлө кешеләр Хәммәд урынында уҡытып ҡаранылар, ҡайһы берҙәренең ғилем дәрәжәһе етерлек түгел ине, ҡайһы берҙәре башҡа ғилемдәрҙә ғалим булып фиҡыһ ғилемен белмәй инеләр. Башҡалары ғилемдәре булһа ла яуаплылыҡ ҙур булыуы сәбәпле Хәммәд урынында уҡытыуҙан баш тарттылар. Шунан һуң Хәммәдтең уҡытыусылары Әбү Хәнифә янына килеп уны уҡытырға өгөтләй башланылар. Имамыбыҙ уҡытыусыһының ғилеме юҡҡа сығыуын теләмәйенсә Хәммәд уҡыусыларын уҡыта башланы. Шулай итеп, Хәммәд уҡыусылары ғилем алыуҙарын дауам итеп ҙур ғилемдәргә һәм уңыштарға ирештеләр, мәшһүр ғалимдар булып киттеләр. Бөйөк ғалимыбыҙҙың уҡыусылар һаны артып торҙо, хатта, мәсеттәге иң ҙур уҡыусылар төркөмө булып китте.
Күпмелер ваҡыт дәрес биргәндән һуң Имамыбыҙ бер төндө төш күрә; төшөндә Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдең ҡәберен ҡаҙып уның һөйәктәрен бер-береһе янына йыя. Әбү Хәнифә был төштән ҡурҡып, илап уяна. Был төштө күргәндән һуң уҡытыуынан туҡтай. Һәм был төштөң серен белергә теләй, шуның өсөн үҙенең бер ышаныслы кешеһен Ибн Сирин исемле ғалим янына ебәрә. Ибн Сирин әйтә: «Был төштө күреүсе юҡҡа сыҡҡан ғилемде терелтер». Быны белгәс Имамыбыҙ үҙенең уҡытыуын дауам итә. («Ғуҡудүл-Джүмән» 168б.)
   Әгәр Әбү Хәнифә уҡытыу юлын ҡараһаҡ, ул юлдың бик үҙенсәлекле һәм йәлеп итеүсән булыуын күрә алабыҙ. Бөйөк ғалимыбыҙ үҙенең уҡыусыларына берәй мәсьәлә биргәс, улар бер-береһе менән шул мәсьәлә буйынса бәхәсләшә башлайҙар, хатта, ҡайһы ваҡыт тауыштары бик ҡаты булып китә. Унан һуң ғалимыбыҙ уларға яҡын ғына булған дөрөҫ яуапты әйтә. Өс көн үткәндән һуң улар ул мәсьәләнең яуабын яҙып ҡуялар. Әгәр мәсьәлә сетерекле булһа, уның яуабын бер, ике йәки күберәк ай үткәндән һуң ғына яҙалар ине. («Тәсхилүд-дәрури» 185 б.)
      Нәтижә:
   1)Әбү Хәнифә Хәммәдтән һуң кешеләрҙе уҡыта башлай, бында беҙ уның мосолмандарҙың хәлдәрен ҡайғыртыуын күрә алабыҙ. Шулай уҡ башҡа мосолмандар ҙа берәй яуаплы эште тәҡдим итеп улар уны эшләй алырлыҡ булһалар ҡабул итергә тейешлеләр. Әгәр ҡабул итмәһәләр ул эш берәй залим йәки наҙан кеше ҡулына эләгеүе мөмкин.
   2)Имамыбыҙ төш күргәс, уҡытыуҙан туҡтай бынан беҙ уның тәҡүә кеше булыуын күрәбеҙ, был эш уның өсөн тейешле ғәмәл ине. Ул үҙенең юлы дөрөҫ булыуын тикшерҙе.
   3)Шулай итеп, бында беҙ дини һорауға яуап биреү бик яуаплы эш булыуын күрәбеҙ. Шуның сәбәпле бөйөк ғалимыбыҙ шәкерттәре менән яуапты ҡат-ҡат тикшергәндән һуң ғына, күпмелер ваҡыт үткәс кенә яҙалар ине.

                                        Әбү Хәнифәнең фиҡыһ нигеҙҙәре

   Ҡайһы берәүҙәр әйтәләр: «Әбү Хәнифә хөкөмдәрҙе сығарғанда зәғиф хәҙис ҡулланған, ҡайһы бер хөкөмдәрҙе үҙе фекерләп сығарған».
   Тикшереп ҡарайыҡ әле был һүҙҙе, ысынлапта шулаймы икән? Шуның өсөн Әбү Хәнифәнең үҙ һүҙҙәрен тыңлап ҡарайыҡ, ул әйтте: «Мин (хөкөмдәрҙе) Аллаһтың китабынан (Ҡөрьәндән) алам, әгәр унда тапмаһам Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдең сөннәтенән (ул хөкөмдәрҙе) эҙләйем, әгәр унда тапмаһам сәхәбәләрҙең һүҙҙәрен ҡарайым, ҡайһыһын оҡшатһам (дөрөҫөрәк тип һанаһам) шуныһын ҡулланам, әгәр эҙләп Шәғбегә, Хәсән әл-Басриғә, Сәғид ибн Мусаййибкә етһәм, (уларҙың һүҙҙәрендә туҡталмайым) улар ғалимдар булып хөкөм сығарырға тырышалар, мин дә уларҙың дәрәжәләрендә шуның өсөн улар кеүек хөкөм сығарырға тырышам».(«Ғуҡудүл-Джүмән» 172 б.)
   Был һүҙҙән беҙ һеҙҙең менән киләһе һығымта яһай алабыҙ: Әбү Хәнифә хөкөмдәре өс нигеҙҙән сыға:
   1- Ҡөрьән – Аллаһтың һүҙе, ул һүҙҙә бер ниндәй шик булыуы мөмкин түгел, шуның өсөн уны беренсе итеп ҡулланырға тейешле.
   2- Сөннәт – быныһында Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмгә Аллаһ Тәғәләнән Ҡөрьән хөкөмдәрен асыҡлап тулыландырыу өсөн килгән үәхи, Ҡөрьәндә берәй хөкөм килтерелмәгән булһа уны сөннәттән эҙләргә тейешле.
   3- Сәхәбәләр һүҙе – сәхәбәләр Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдең һүҙҙәрен төрлөһө, төрлө ваҡытта, төрлө шарттарҙа ишеткәндәр һәм төрлөсә аңлағандар ҙа шуның өсөн Имамыбыҙ уларҙың һүҙҙәренән дөрөҫөрәген һайлап алырға тырышҡан.
  Әгәр инде сәхәбәләр һүҙҙәрендә хөкөм табылмаһа, бөйөк ғалимыбыҙ үҙенең менән бер үк заманда йәшәгән, үҙе менән бер дәрәжәлә булған ғалимдар, хөкөм сығарған шикелле ул да тырышып, эҙләп, фекерләп хөкөмдәр сығара ине. Ләкин, әлбиттә, хөкөмдәрҙе аяттар менән хәҙистәргә таянып сығарған.
Хәҙистәргә килгәндә Имамыбыҙ зәғиф хәҙистәрҙе бер нисек тә һайлап ала алмаған, сөнки уның хәҙистәрҙе ҡабул итеүҙә бик ауыр бер шарт бар ине ул да булһа: хәҙисте һөйләүсе, уны яттан белергә тейеш ине. («Усулүд-дин ғиндәл-имам Әбү Хәнифә» 100 б.)
   Улай булһа Әбү Хәнифә көслө хәҙисте таба алмаһа, зәғиф хәҙистәрҙе тикшергән, һәм зәғиф хәҙисте ҡыясҡа (Ҡыяс – Ҡөрьән менән хәҙискә таянып, башҡа хөкөмдәр менән сағыштырып, оҡшатып, хөкөм сығарыу юлы) ҡарағанда өҫтөнөрәк тип һанаған.(«Ғуҡудүл-Джүмән» 177б.)
   Әбү Хәнифәнең тағын өҫтәмә ғилем нигеҙҙәре бар. Ул да булһа:" Иджмәғ, Ҡыяс, Истихсән, Ғөрөф". (Улар тураһында мәғлүмәтте Усулүл-фикһ китаптарында табып була).

                                                      Имам Әғҙамдең уҡыусылары

   Бөйөк ғалимыбыҙ уҡыусыларының һаны бик ҙур булған.
Ҡайһы бер китаптарҙа уларҙың һаны һигеҙ йөҙ («Ғуҡудүл-Джүмән» 91 б.), башҡа китаптарҙа етмеш (« Усулүд-дин ғиндәл-имам Әбү Хәнифә» 85 б.) тип әйтелә.
Уларҙың иң атаҡлылары (« Усулүд-дин ғиндәл-имам Әбү Хәнифә» 93 б.)
   1- Әбү Йософ ( Яҡуб ибн Ибраһим) – ҙур ғалим, ҡаҙый.
Уға Исламдағы ҡаҙыйҙарҙың ҡаҙыйы тигән ҡушамат бирелә, Бағдад ҡалаһында йәшәп 183 (һижри) йылда вафат була.
   2-Мөхәммәд ибнүл-Хәсән әш-Шәйбәни Ғираҡ ғалимдарының береһе, Әбү Хәнифәлә уҡығандан һуң Әбү Йософта уҡый, унан һуң ҡазый булып эшләй, бик зирәк ғалимдарҙың береһе. Хижри буйынса 189-сы йылда вафат була.
   3-Зөфәр ибнүл-Һүзәйл – Фиҡыһ ғалимдарының береһе. Ғилеме буйынса иң күп ғәмәл ҡылыусы кеше, хәҙистәрҙе риүәйәт иткән, 158 йылда вафат була.
   4-Ғабдуллаһ ибнүл-Мөбәрәк – Ҙур ғалим, тәҡүә кешеләрҙең әмире, 181 йылда вафат була.

                                                                 Сифаттары

   Ғалим кешегә ғилемле булыу ғына етмәй, ул ғилем буйынса ғәмәл ҡылыу ҙа тейешле. Башҡа кешеләр һиңә эйәреп изгелеккә ынтылһындар өсөн, иң башта үҙең үрнәк булырға тейешһең. Бөйөк ғалимыбыҙ Әбү Хәнифә үҙенең уҡыусылары өсөн бына шундай үрнәк булып торған. Шулай уҡ ул беҙҙең өсөн дә үрнәк булып тора. Имамыбыҙ төрлө маҡтаулы сифаттар менән сифатланған, улар араһынан: Аллаһтан ҡурҡыу, телде һаҡлау, шикле нәмәләрҙе ҡалдырыу, донъяға ҡыҙыҡмау, аманатлылыҡ, зирәклек, йомартлыҡ һ.б.
Китаптың был өлөшөндә беҙ ул сифаттарҙың миҫалдары менән танышып китербеҙ.

                                                          Аллаһтан ҡурҡыуы

   Әсәд ибн Ғәмер әйтте: "Әбү Хәнифә үҙенең төндәрен (Аллаһтың асыуынан ҡурҡып) илап үткәргәс, хатта уны күршеләре(илауын ишетеп) ҡыҙғанғандар.
   Мусҡир һөйләй: «Беҙ Әбү Хәнифә менән бергә( урам буйлап) бара инек, ул күрмәйенсә (яңылыш) бер баланың аяғына баҫты. Шул ваҡытта сабый әйтте: „Эй, шәйех, Ҡиәмәт көнөнөң язаһынан ҡурҡмайһыңмы?“ Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Әбү Хәнифә аңын юғалтып күпмелер ваҡыт аңһыҙ ятты, аңына килгәс, мин унан һораным:» Был сабыйҙың һүҙҙәре һинең күңелеңә шул тиклем үттеме?" Ул әйтте:" Был бала әйткән һүҙҙәрен үҙе белеп әйтмәгәндер тип ҡурҡам". («Ғуҡудүл-Джүмән» 299 б.)
   Имамыбыҙ был һүҙҙәрҙе балаға Аллаһ Тәғәлә әйттерҙе тип ҡурҡҡан.
                                                            Телен һаҡлауы

   Ғабдуллаһ ибнүл-Мөбәрәк әйтте: «Әбү Хәнифә ғәйбәттән бик тыйыла, хатта үҙенең дошмандары тураһында ғәйбәт һөйләмәй». Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Суфиян әс-Ҫәури әйтте:" Әбү Хәнифә аҡыллы кеше, ул үҙенең изгелектәрен бөтөрөүсе сифаттан алыҫ булырға тырыша".( Ғәйбәт һөйләүсенең изге ғәмәлдәре, ғәйбәт һөйләнелгән кешегә күсә).
   Дамра ибн Рабиға әйтте: «Кешеләр бөтәһе лә Әбү Хәнифәнең тоғро телле булыуына килешәләр, ул бер кем тураһында яман һүҙ һөйләмәгән».
   Бәкир ибн Мәғруф әйтте:" Мин Әбү Хәнифәгә әйттем: «Кешеләр һинең тураһында һөйләйҙәр, ә һин бер кем тураһында һөйләмәйһең». Ул әйтте: «Был (сифат) Аллаһ Тәғәләнең миңә бер бүләге, Ул уны Үҙе теләгән кешеһенә бирә».
                                             Шикле нәмәләрҙән тыйылыуы

   Имамыбыҙҙың Хафс ибн Ғабдур-Рахман исемле хеҙмәттәше булған. Бер тапҡыр Әбү Хәнифә уға тауар ебәреп әйтә: «Был кейемдәрҙә шундай-шундай етешһеҙлек бар, һатҡанда уны кешеләргә асыҡлап һат». Хафс кейемдәрҙе һата, ләкин етешһеҙлеге тураһында әйтергә онота, кемгә һатҡанын да хәтерләмәй. Быны белгәс Имамыбыҙ бөтөн һатылған тауарҙың аҡсаһын (утыҙ мең дирһәмде) саҙаҡа итә, ә хеҙмәттәшен эштән сығара.
Бер ваҡытты Куфа ҡалаһында жиһаттан табыш һарыҡтарын алып килгәс, ул һарыҡтар Куфа әһелдәренең һарыҡтары менән буталып бөттөләр. Быны белгәс, Имамыбыҙ һарыҡтың нисә йыл йәшәүе тураһында һорашып, ете йыл йәшәүен белде лә, ете йыл буйы һарыҡ итен ашауҙан тыйылып торҙо.

                                                           Йомартлығы

   Әбү Хәнифә йомарт кеше булараҡ, үҙенең ғаиләһенә берәй нәмә һатып алһа, шул тиклем үк аҡсаны ғалимдарға таратҡан, әгәр үҙенә берәй кейем һатып алһа, ғалимдарға шундай уҡ кейем алып биргән. Емештәр алыуы ваҡыты етеп үҙенең ғаиләһенә берәй нәмә һатып алырға теләһә, башта ул емештәрҙе ғалимдарға һатып алып тарата унан һуң ғына үҙенең ғаиләһенә емештәр ала торған була. Әгәр Имамыбыҙҙың берәй уҡыусыһы өйләнергә теләһә, ул уға аҡса биреп уны өйләндерер ине.
Ҡайһы бер мохтаж булған уҡыусыларына ай һайын (стипендия формаһында) аҡса биреп ғаиләләрен тәьмин итергә ярҙам итә ине.

                                                   Донъяға ҡыҙыҡмауы

   Бөйөк ғалимыбыҙ, Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм һәм сәхәбәләр кеүек донъяға ҡыҙыҡмаусы кеше ине. Уның таныштарының береһе әйтте: « Беҙ Әбү Хәнифә янына ҡунаҡҡа килгәс, уның йортонда септәнән башҡа бер нәмә лә күрмәнек».
   Ризығы тураһында беләһебеҙ килһә, Имамыбыҙҙың үҙ һүҙен тыңлайыҡ: « Миңә айына ике дирһам етә, мин ҡайһы ваҡыт арпа ботҡаһын, ә ҡайһы ваҡыт икмәк ашайым».
   Уның донъяға ҡыҙыҡмауы иң ҙур һәм иң асыҡ миҫал шул: Әмәүи һәм Ғәббәси дәүләттәре осоронда Әбү Хәнифәгә бик бөйөк һәм абруйлы урындарҙы тәҡдим итәләр, ләкин ул баш тарта, шуның сәбәпле уны әмирҙәр бойороғо менән туҡмайҙар, ләкин ул барыбер был тәҡдимдәрҙе ҡабул итмәй.

                                                   Ғибәҙәт ҡылыуы

   Имамыбыҙ тотош утыҙ йыл буйы төнгө намаҙҙың бер рәкәғәтендә Ҡөрьәнде тулыһынса уҡыған.
Рамаҙан айында Ҡөрьәнде 60 тапҡыр тулыһынса уҡып сыға торған булған.
   Әбү Мүтығ әйтте: «Мин Мәккәлә төндә тауаф ҡылған һайын Әбү Хәнифә менән Суфиян әс-Ҫәүриҙең тауаф ҡылыуҙарын күрә инем».
   Бөйөк ғалимыбыҙ ҡырҡ йыл буйы йәстү менән иртәнге намаҙҙарҙы бер тәһәрәт менән уҡыған.

                                             Ата-әсәһенә хөрмәт күрһәтеүе

   Бер көндө Имамыбыҙҙың әсәһендә шәриғәт хөкөмдәренең береһе менән бәйле булған һорау тыуа, Әбү Хәнифә ул һорауға яуап биргәс, әсәһе Ғүмәр ибн Ҙәрр исемле ғалимдың яуабын ишетергә теләй. Шуның сәбәпле Имамыбыҙ әсәһен ул ғалим янына алып бара.
   Шулай уҡ һәр бер намаҙҙан һуң Әбү Хәнифә ата-әсәһенә доға ҡыла ине.

                                           Ғилем эйәләренә хөрмәт күрһәтеү

   Бөйөк ғалимыбыҙ һәр бер ғилем алыусы һәм биреүсегә хөрмәт күрһәтә ине.
Үҙе әйткән һүҙ: «Хәммәд вафат булғас, мин һәр намаҙҙан һуң ата-әсәйем, уҡытыусыларым, уҡыусыларым өсөн Аллаһ Тәғәләнең ғәфү итеүен һорап доға ҡылам».
   Үҙенең шәкерттәрен дә Әбү Хәнифә бик ҡарай ине; йәшерен генә хәлдәрен һорашып, мохтаждарына ярҙам күрһәтә, ауырыһалар хәлдәрен белешә, вафат булһалар йыназаларында ҡатнаша, байрамдарҙа һәр береһендә дәрәжәһе буйынса бүләктәр алып бирә. (« Сууари мин хаятис-саалихиин» 22 б.)

                                             Башҡа маҡталған сифаттары

   Имамыбыҙ кешеләргә бигерәк тә күршеләргә бик ярҙам күрһәтеүсән кеше ине.
Һәр төндө өйөндә намаҙ уҡыған сағында Әбү Хәнифә үҙенең иҫереп ҡайтҡан күршеһенең тауышын ишетеп торған. Төндәрҙең береһендә уның тауышын ишетмәгән, күршеһе өсөн ҡайғырған ҡайҙа икәнлеге тураһында һораған. Уға күршеһен полиция хеҙмәттәре алып киткәндәре тураһында әйттеләр. Иртәнге намаҙҙы уҡығандан һуң Имамыбыҙ ҡала әмире янына бара. Әмир уны ҙур ихтирам менән ҡабул итеп әйтә: «Мин һинең яныңа килгән булһам дөрөҫ булыр ине, ни өсөн мине саҡырманың?» Әбү Хәнифә әйтә: «Полиция хеҙмәткәрҙәре минең бер күршемде алып киткәндәр, һин уны азат итергә әмер бир». Әмирҙең бойороғо менән ул төндө тотолған һәр бер кешене ебәрәләр, Имамыбыҙ күршеһе менән өйөнә ҡайтҡанда уға әйтте: «Эй, балам, беҙ һине әрәм иттек , күҙәтмәнек». Күршеһе әйтте: « Юҡ, киреһенсә, һеҙ мине һаҡланығыҙ, күрше хаҡын бик яҡшы үтәнегеҙ, һеҙгә Аллаһтың рәхмәте булһын». Шунан һуң был егет иҫерткес эсеүҙе ташлап Әбү Хәнифәнең дәрестәренә йөрөй башлай ҙа, ғалимдар дәрәжәһенә ирешә.
   Имамыбыҙ бик сабыр һәм үҙен тотоусан кеше була.
   Бер көндө мәсеттә бер кеше тороп баҫты ла Әбү Хәнифәне төрлө һүҙҙәр менән әрләй, һүгә башланы. Имамыбыҙ ул кешегә әйләнеп тә ҡараманы, бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Уҡыусыларын да һүҙ әйтеүҙән тыйҙы. Дәрестән һуң Әбү Хәнифә өйөнә китте, әрләүсе уның артынан барып һүҙҙәрен юл буйы дауам итте. Өйөнөң ишегенә килеп еткәс, Имамыбыҙ уға әйтте: «Был минең өйөм, әгәр һин һүҙеңде дауам итеп, эсеңдәгене (ағыуҙы) бушатаһың килһә, әйҙә дауам ит». Быны ишеткәс был кеше оялды ла китте.

                                                    Үҙе эшләп тапҡанды ғына ашауы

   Белеүебеҙсә, Имамыбыҙ ефәк менән сауҙа иткән, шуның өсөн ул мохтаж кешеләрҙән булмаған, үҙе эшләп тапҡанды ғына ашаған.
Шулай уҡ бер кемдән дә, бигерәк тә, әмирҙәрҙән дә бүләк ҡабул итмәгән

                                                         Уртасыл ҡарашлы булыуы

   Әбү Хәнифә тормоштоң һәр бер яғының хаҡын үтәргә тырышҡан; шәмбе көндө үҙенең хәжәттәрен генә ҡараған, баҙарға, дәрестәргә сыҡмайынса өй эштәрен гәнә эшләгән, башҡа көндәрҙә духа ваҡытынан алып өйләгә ҡәҙәр баҙарҙа булған, йома көндө уҡыусыларын йыйып улар өсөн төрлө ризыҡтар әҙерләп, төрлө емештәр менән һыйлаған, ай һайын бер көн баҡсаға сығып ял иткән.

                                                                Үтә күреүсәнлеге

   Бер көндө Әбү Хәнифә мәсеттә ултырған сағында, уның янынан бер ир үтеп китте, Имамыбыҙ әйтте: Мин был кешене сит кеше( башҡа ҡаланан) тип уйлайым", бер аҙҙан һуң әйтте: «Минең уйымса, был кеше балалар уҡытыусыһы», бер аҙҙан һуң тағын әйтте: «Минеңсә, был кешенең еңе эсендә татлы ризыҡ бар». Имамыбыҙҙың ҡайһы бер уҡыусылары ул кеше артынан барып уҡытыусылары әйткәнде тикшерҙеләр. Ысынлап та, ул сит кеше балалар уҡытыусыһы булып сыҡты һәм еңе эсендә емеш бар ине. Шул саҡта уҡыусылары Әбү Хәнифәнән һоранылар: «Һин быларҙы барыһын да нисек белдең?» Ул әйтте: «Был кеше төрлө яҡтарына ҡаранып барҙы, былай сит кешеләр генә йөрөй. Уның еңенә емеш ябышҡан ине.( Элекке заманда кейемдәрҙең еңдәре бик ҙур булып уларҙы кеҫә йәки сумка рәүешендә ҡулланғандар). Шунан унда баллы ризыҡ бар икәнен белдем. Быға өҫтәп ул балаларға оҙаҡ ҡарап торҙо, шуның өсөн уның уҡытыусы икәнлеген белдем».
                                                                Зирәклеге

   Бер кеше үҙенең малын күмеп, күмгән урынын онотоп Әбү Хәнифә янынан килә. Имамыбыҙ әйтә: «Был фиҡыһ ғилеме сисә торған мәсьәлә булмаһа ла мин һинең өсөн берәй нәмә уйлап табырға тырышырмын. Һин хәҙер өйөңә ҡайтып төнө буйы намаҙ уҡы, бәлки, малыңды күмгән ерҙе иҫеңә төшөрөрһөң». Был кеше өйөнә ҡайтып төнгө намаҙын уҡый башлай, төндөң беренсе сиреге үтмәҫтән элек малын күмгән ерҙе иҫенә төшөрөп, Имамыбыҙ янына шатланып килә лә һорай: «Һин быны нисек белдең?» Имамыбыҙ әйтте: «Шайтан һиңә рәхәтләнеп төнгө намаҙ уҡырға ирек бирмәйәсәген (малыңды күмгән ерҙе иҫеңә төшөрәсәген), мин белеп торҙом. Ә хәҙер инде Аллаһҡа шөкөр итеп, төндөң ҡалған өлөшөн намаҙ уҡып үткәр».
   Бер мосолмандың өйөнә ҡараҡтар инеп әйберҙәрен урлап сығып китәләр. Хужа ҡараҡтарҙың береһен танып алған, былар уға көс менән ант әйттерәләр: уларҙың исемдәрен бер кемгә әйтмәҫкә, уларға бер нисек тә ишара итмәҫкә. Әгәр ул быларҙың береһен дә булһа эшләһә уның бөтөн малы саҙаҡа булып ҡатыны талаҡ була. Шулай итеп был кеше, ҡараҡтар уның әйберҙәрен һатып йөрөүҙәрен күреп, бер кемгә лә бының тураһында әйтә алмаҫ булды. Һәм был мәсьәләне сисер өсөн Әбү Хәнифә янына килде. Имамыбыҙ үҙе янына был кеше йөрөй торған мәсеттең имамы менән мәҙҙинен саҡырып уларға әйтә: «Аллаһ Тәғәлә был кешегә малын ҡайтарыуын һеҙ теләр инегеҙме?» Улар: «Эйе, теләр инек», — тип яуап бирәләр. Әбү Хәнифә уларға әйтте: «Һеҙ мәхәлләгеҙҙә йәшәгән бөтөн енәйәтсе, насар әхләкле кешеләрҙе йыйып берәр-берәр был кеше янына килтереп, малығыҙҙы был кеше урланымы?»- тип һорағыҙ, — Әгәр килтерелгән кеше малын урламаған булһа был кеше: «Ул түгел», — тип яуап бирер. Ә ҡараҡты килтереп: «Был кешеме?»- тип һорағас, ул бер нәмә лә өндәшмәһен, шулай итеп һеҙ ҡараҡты табырһығыҙ". Бына шундай юл менән Аллаһ Тәғәлә был кешегә малын ҡайтарҙы.
   Әбү Хәнифә заманында Куфа ҡалаһында Ғосман ибн Ғәффәнде, йәһүд булған, тип һанаған кеше йәшәгән. Ғалимдар уға был фекерҙең хаталы булыуын аңлатып ҡараһалар ҙа ул бер нисек үҙенең фекерен үҙгәртмәгән. Бер көндө уның янына Имамыбыҙ килеп әйткән: «Мин һинең ҡыҙыңды һорарға килдем». Ул һораны: «Кемгә?» Имамыбыҙ әйтте: «Бик дәрәжәле, атаҡлы, бай, Ҡөрьәнде яттан белеүсе, төндәре буйы намаҙ уҡыусы, Аллаһтан ҡурҡып күп илаусы, бик йомарт кешегә». Был кеше әйтте: «Бындай кеше менән ҡәнәғәтләнмәйенсә булмаҫ». Имамыбыҙ әйтте: «Ләкин уның бер сифаты бар».
   – Ниндәй сифат ул?
   – Ул йәһүд.
   – Эй, Әбү Хәнифә, һин миңә ҡыҙымды йәһүдкә бирергә ҡушаһыңмы?
   – Ә һин бирмәҫ инеңме?
   – Юҡ.
   – Улай булһа нисек һинеңсә Аллаһтың илсеһе үҙенең ҡыҙын йәһүдкә бирһен?
   – Әстәғәфируллаһ. Мин элек әйткән һүҙҙәрем өсөн Аллаһ Тәғәләгә тәүбә ҡылдым.
  Имамыбыҙҙың күршеһенән берәү тәүис ( павлин) ҡошон урлаған. Күршеһе быны Әбү Хәнифәгә килеп һөйләгән. Әбү Хәнифә әйткән: «Бер кемгә лә бының тураһында һөйләмә». Һуңынан мәсеттә (намаҙға) килгәс, Әбү Хәнифә әйтте: «Нисек ҡайһы берҙәрегеҙҙең ояты етә күршеһенең тәүис ҡошон урлап мәсеткә килергә, башынан ул ҡоштоң ҡанатын һыпырмайынса». Шул ваҡытта ҡараҡ ҡулы менән башын һыйпап ала. Әбү Хәнифә быны күреп: «Эй, һин был кешегә уның ҡошон ҡайтарып бир».

                                                               Тәүәккәллеге

   Имамыбыҙ бер көндө кейеменә төрөнөп мәсеттә ултырған сағында, мәсет түбәһенән уның итәгенә ҙур йылан килеп төштө, шул саҡта Әбү Хәнифә урынынан ҡуҙғалманы ла, һелкенмәне лә, хатта бите лә үҙгәрмәне, ул: «Әйт Беҙгә Аллаһ биргән нәмәнән башҡа бер нәмә лә ирешмәҫ», — тигән аятты (9:51) уҡыны ла һул ҡулы менән йыланды алып ташланы.

                                                    Тән һәм кейем сифаттары

   "Ғуҡудүл-Джүмән" китабында әйтелгәнсә, Имамыбыҙ урта буйҙан бер аҙ бейегерәк, матур телле һәм матур тауышлы, бер аҙ ҡарараҡ, матур йөҙлө, күркәм һаҡаллы кеше.
Кейеме менән аяҡ кейеме бик күркәм сифатлы ине.
Быға өҫтәп Имамыбыҙ күп еҫле май ҡуллана ине.

                                                  Ғазапланыуы менән вафаты

   Бөйөк ғалимыбыҙ тормошонда бер нисә тапҡыр язаға дусар булды. Бының сәбәбе – Имамыбыҙ дәүләт урындарын ҡабул итмәүе.
   Беренсе тапҡыр Әбү Хәнифә Әммәүиләр осоронда язаланды. Ул заманда Ибн Һүбәйра исемле кеше Ғираҡтың башлығы ине. Ғираҡта төрлө сыуалыш-фетнәләр башланғас, Ибн Һүбәйра үҙе янына ғалимдарҙы йыйып уларға төрлө дәүләт урындарын бүлеп бирҙе. Имамыбыҙҙың үҙенең мөһөрө өсөн яуаплы итергә теләне. Әбү Хәнифә һәр бер дәүләт ҡағыҙына ул мөһөрҙө (ҡултамғаны) һуғырға тейеш ине. Ләкин Имамыбыҙ был бөйөк дәрәжәне кире ҡаға. Шул ваҡытта Ғираҡ башлығы уға ҡамсы һуҡтырырға ант итә. Әбү Хәнифә әйтә: «Әгәр ул минән мәсет ишектәрен һанарға һораһа, һанамаҫ инем, ә минән ҙурыраҡ эш эшләүемде һорай, әгәр ул берәй мосолмандың башын сабырға ҡушһа, мин ул ҡағыҙға мөһөр һуғырға бурыслы буласаҡмын, шуның өсөн был урынды бер ҡасан да ҡабул итмәйем». Шунан һуң уны төрмәгә ултырталар, ҡаты тороуын күрәгәс, ҡамсы менән һуғалар. Ләкин Аллаһ Тәғәлә уға төрмәнән ҡотолоп Мәккәгә китергә насип итә. Ул унда Ғаббәсиҙәр осорона тиклем ғилем алып, биреп йәшәй.
   Ғаббасиҙар осоронда ла Имамыбыҙ шулай уҡ язаға дусар була.
   Әбү Жәғфәр Әл-Мәнсур исемле Ғәббәсиҙәрҙең хәлифәһе Әбү Хәнифәгә ҡазый булырға тәҡдим итә, ләкин Имамыбыҙ быны кире ҡаға. Әбү Жәғфәр быны ишеткәс, Әбү Хәнифә ҡазыйлыҡты ҡабул итәсәк тип ант итә. Бынан һуң төрмәгә ябып ун көн буйы унышар ҡамсы һуғалар. Унан һуң Имамыбыҙ тағын биш көн йәшәй ҙә вафат була.
   Ҡайһы берәүҙәр әйтеүе буйынса, Имамыбыҙға көсләп ағыу эсерҙеләр һәм шуның сәбәпле ул үлде.
Был ике риүәйәт бер-береһенә ҡаршы килмәй. Әбү Хәнифә ҡамсы менән язаланғандан һуң әле биш көн йәшәй, шул биш көндөң береһендә уға ағыу эсереүҙәре ихтимал.
   Бөйөк ғалимыбыҙ үлеме яҡынайғанын һиҙгәс, сәждә ҡыла. Шул ваҡытта уның йәне сығып ул сәждәлә ваҡытында шаһит хәлендә вафат була.

                                Башҡа мәҙһәб имамдырынан айыра торған сифаттары
   Имамыбыҙ башҡа мәҙһәб имамдарынан айыра торған сифаттары бар:
   Беренсе: Имамыбыҙ сәхәбәләр заманында тыуып тәбиғи дәрәжәһенә ирешә. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм маҡтаған быуын әһелдәренән була.
   Икенсе: Ҡайһы бер сәхәбәләрҙе күреп, уларҙан хәҙистәр ишетә һәм риүәйәт ишетеүе һәм риүәйәт итеүе лә бик ихтимал.
   Өсөнсө: уның мәҙһәбе, башҡа мәҙһәбтәр таралмаған ерҙәргә иреште, ул да булһа: Һиндостан, Пакистан, Урта Азия, Башҡортостан, Татарстан һ.б.
   Дүртенсе: Фиҡыһ тәҡдире буйынса беренсе булып фәтүәләр биреүсе. (Фиҡыһ тәҡдире – әле булып үтмәгән, ләкин булыуы ихтимал булған ваҡиғалар буйынса фәтүә биреү). Имамыбыҙ был мәсьәләне сисеп алырға, уларға яуаптар бирергә тырышҡан. Һәм ҡайһы бер мосолмандар беҙҙең быуатта ул яуаптар менән ҡулланғандар.
   Бишенсеһе: Беренсе булып фиҡыһ ғилемен бүлектәргә бүлеүсе кеше (мәҫәлән, тәһәрәт бүлеге, намаҙ бүлеге, ураҙа бүлеге һ.б.)
   Алтынсыһы: Төрмәлә, мәҙлүм (хаҡһыҙ рәнйетелгән) сәждәлә ваҡытында вафат булыусы кеше.

                               Ғалимдарҙың Әбү Хәнифә тураһында әйткән һүҙҙәре

   #Имам Мәлик ибн Әнәстән һоранылар: «Һин Әбү Хәнифәне күрҙеңме?» Ул әйтте: «Эйе, мин күрҙем шундай кешене, әгәр ул бына был бағана алтындан тиһә, шуға үҙенең дәлилен килтергән булыр ине».
   #Имам Әш-Шәфиғи әйтте: «Фиҡыһ буйынса башҡа кешеләрҙе Әбү Хәнифә менән сағыштырһаҡ, улар балалар кеүек була».
   #Шулай уҡ имам Әш-Шәфиғи әйтте: «Әбү Хәнифәнең китаптарын уҡымаған кеше ғилемде тәрән итеп өйрәнмәгән һәм яҡшы итеп аңламаған».
   #Ғабдуллаһ ибн Мөбәрәк әйтте: «Әбү Хәнифә кешеләр араһында иң ғилемле һәм иң яҡшы аңлаусан ине, мин унан ғилемлерәк кешене күргәнем юҡ».
   #Әл-Хәфиз Әбү Нәғим әл-Фадыл әйтте: «Әбү Хәнифә мәсьәләләргә сума ине».( уларҙы яҡшылап тикшереп, бөтөн яҡтарҙан ҡарап, ентекләп-ентекләп һүтә ине).
   #Әл-Хәфиз Әбү Хәмзә әйтте: «Әбү Хәнифә заманында унан ғилемлерәк, донъянан һәм шикле нәмәләрҙән тыйылыусыраҡ, төшөнөүсерәк кеше юҡ ине, уны тыңлар урынына миңә йөҙ мең динар аҡса тәҡдим итһәләр мин уны тыңлауҙы һайлар инем».
   Әбү Хәнифә Куфа ҡалаһының мәҙрәсәһендә уҡып сыҡҡан кеше. Ул мәҙрәсәгә Ғабдуллаһ ибн Мәсғүд исемле бөйөк сәхәбә нигеҙ һалған. Шуның сәбәпле был мәҙрәсәнең башҡаларҙан айырмаһы бар ине, унда фиҡыһ менән хәҙис ғилемдәрен бергә өйрәнәләр ине. Ғәли ибн Әбү Талиб исемле мөьминдәрҙең әмире Куфа ҡалаһына күсеп килгәс, был мәҙрәсәнең ғилеме һәм дәрәжәһе тағын да артты. Ғәли радыяллаһү ғәнһү әйтте:    «Аллаһ Тәғәлә ибнү Мәсғүдте рәхмәтләһен, сөнки ул был ҡаланы (Куфаны) ғилем менән тултырҙы».

                                           Әбү Хәнифәнең ҡайһы бер хикмәтле һүҙҙәре

   #"Кем ваҡыты еткәнсе башлыҡ булыуҙы теләһә, хурлыҡта йәшәр".
   #"Кемде ғилеме Аллаһ Тәғәлә тыйған нәмәләрҙән тотмаһа һәм гонаһтарҙан һаҡламаһа, ул кеше хәсрәтләнеүсе булыр".
   #"Хәҙистәрҙе йыйып уларҙы аңламаусы кеше, аптекаһы кеүек, дарыуҙарҙы йыйһа ла табиб килгәнсе уларҙың ниндәй ауырыуҙан икәнлеген белмәй, шулай уҡ хәҙис йыйыусы ла йыйған хәҙистәрен фиҡыһ ғалимы килгәнсе уларҙы нисек ҡулланырға белмәй".
   #"Яратҡаның өсөн гонаһ йыйма, күрә алмағаның өсөн малды йыйма, яратҡаның йәнең була, күрә алмағаның варисың була".
   #"Кем ғилемде донъя өсөн алһа, уның бәрәкәтенән мәхрүм булыр һәм йөрәгендә бик урынлашмаҫ, ул ғилем менән бер кем дә файҙалана алмаҫ, кем уны дин өсөн өйрәнһә, ул ғилемендә бәрәкәт булып, ҡәлебендә ныҡ урынлашыр һәм уның уҡыусылары ул ғилем менән файҙаланырҙар".

                                                Дәғүәтсегә йәки шәкерткә нәсихәте

   Әбү Хәнифә үҙенең Хәмид улы Йософ исемле уҡыусыһын оҙатҡанда уға шундай нәсихәт әйткән: "Белеп тор, әгәр һин кешеләргә ҡарата насар мөнәсәбәттә булһаң, улар һинең дошмандарың булып китерҙәр, хатта ата-әсәләрең булһалар ҙа. Әгәр һин кешеләргә ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә булһаң, улар һинең өсөн сит кешеләр булһалар ҙа, ата-әсәләре шикелле булып китерҙәр.
   Мин һинең Басраға килеүеңде күреп торған кеүек. Һин уларға ҡаршылыҡ күрһәтерһең, үҙеңде ғилемең сәбәпле, башҡаларҙан өҫтөнөрәк итеп күрерһең, улар менән әҙ аралаша башларһың, уларҙы ҡалдырырһың. Улар ҙа һине ҡалдырырҙар, һин уларҙы әрләрһең, улар ҙа һине әрләрҙәр, уларҙы аҙашыуҙа ғәйепләрһең, улар ҙа һинең турала аҙашыусы, бидғәтсе тип әйтерҙәр. Шулай итеп, үҙеңде лә, беҙҙе лә хур итеп насарға сығарырһың. Ләкин улай эшләүең дөрөҫ булмаҫ, килешеүе булған кешеләр менән килешмәү аҡыллы кешенең эше түгел, сабыр итһәк Аллаһ Тәғәлә һинең өсөн сығыу юлын яһар.
   Әгәр Басра ҡалаһына килеп инһәң, кешеләр һине ҡаршы алып яныңа килерҙәр үҙеңә иҫбат та бирерҙәр. Һәр бер кешегә ҡарата тейешле мөнәсәбәттә бул. Дәрәжәле кешеләргә ихтирам күрһәт, ғалимдарҙы бөйөклә, ололарҙы ҙурла, йәштәргә ҡарата йомшаҡ бул. Ябай һәм гонаһлы кешеләрҙең өйҙәренә яҡын бул (уларҙы төҙәтер өсөн). Яҡшылар (изгеләр) менән булырға тырыш, башлыҡтарҙы һанға һуҡмайынса ҡалдырма, бер кемгә лә нәфрәт менән ҡарама, намыҫыңда кәмселектәр булмаһын. Сереңде бер кемгә лә һөйләмә. Тикшергәнсе бер кемгә лә тулыһынса ышанма. Түбәнселекле кешеләр менән дуҫ булма. Асыҡ шелтәләнә торған эштәргә ғәҙәтләнмә, аҡылһыҙҙар менән бик дуҫлашма (дәрәжәң төшөр). Кешеләр менән килеш, сабыр, түҙемле, яҡшы әхләҡле, киң күңелле бул. Кейемеңде яңыртып тор, атыңды яҡшы ҡара, еҫле майҙарҙы күп итеп ҡуллан. Ризығыңды саҙаҡа ит, сөнки һаран кеше бер ҡасан да өҫтөнлөк итмәй. Яныңда яҡшылыҡты кәңәш итеүсе кешеләр булһын, шулай эшләһәң белеп уны арттырырға тырышырһың. Һинең хәлеңде белешеп йөрөүсе, һәм йөрөмәүсе кешеләрҙең хәлдәрен белергә тырыш. Һиңә ҡарата яҡшы һәм насар мөнәсәбәттә булыусыларға барыһына ла ҡарата яҡшы мөнәсәбәтле бул. Ғәфү итергә тырыш, яҡшылыҡтарҙы эшләргә әмер ит. Һиңә ҡағылмаған эштәргә ҡыҫылма, зыян килтереүсе нәмәләрҙән алыҫ бул, кешеләрҙең хаҡтарын үтәргә ашыҡ. Ҡәрҙәштәрең араһынан береһе ауырыһа барып хәлен бел йәки хәлен белер өсөн илсеңде ебәр. Береһе дәресеңә килмәй ҡалһа, хәлен белеш, әгәр ул һинең менән бөтөнләй элемтәне өҙгән булһа, һин уның менән элемтәне өҙмә. Кешелергә мөмкин булған ҡәҙәр яратыуыңды күрһәт, хатта улар хурлаусылар булһалар ҙа, улар араһында сәләмәтте (төҙөклөктө) тарат ( сәләм бир). Әгәр һин берәй мәжлестә йәки дәрестә булған сағыңда, кешеләр төрлө шәриғәт менән бәйле мәсьәләләр тураһында һөйләшеп, һинең белгәнеңә ҡаршы булған фекерҙәрҙе әйтә башлаһалар, һин ул ҡаршылыҡты уларға асыҡ итеп күрһәтмә. Әгәр һинән ул мәсьәлә тураһында һораһалар, һин уларға улар белгән фекерҙе әйтеп, был мәсьәлә буйынса башҡа бына шундай фекер ҙә бар тип әйт, дәлилен хәбәр ит.
   Әгәр улар быны тыңламаһалар, ул фекерҙе һәм һинең дәрәжәңде белерҙәр. «Был фекер кемдеке?»- тип һораһалар, «Ҡайһы бер фиҡыһ ғалимдарының», — тип яуап бир. Ана шулай дауам ителһә улар был фекергә ғәҙәтләнерҙәр һәм һинең дәрәжәңде белеп һине ҙурларҙар. Һәр бер уҡыусыңа ул анализ ҡылырлыҡ ғилем бир. Уҡыусыларың өсөн дә дуҫ бул, улар менән һөйләш, ҡайһы ваҡыт уйын һүҙ һөйлә. Сөнки яратыу, йомшаҡлыҡ ғилемде дауам итергә ярҙам итә. Ҡайһы ваҡыт уҡыусыларыңды ашат, хәжәттәрен үтә, дәрәжәләрен бел, хаталарына иғтибар итмә. Йомшаҡ бул, уларҙы ғәфү ит. Күңелһеҙ булһаң, йәки эсең бошһа, уларға быны күрһәтмә, уларҙың береһе кеүек бул. Нәфесең менән көрәшер өсөн һәр ваҡыт уны күҙеңдә тот, гонаһтарҙан һаҡлан. Кешеләр үтәй алмағанды өҫтәренә йөкләмә. Улар үҙҙәре өсөн риза булғанды һин дә улар өсөн риза бул. Уларға яҡшы ниәтте тәҡдим ит, тоғролоҡто һәр ваҡыт ҡуллан, тәкәбберлекте ҡалдыр. Әгәр һиңә хыянат итһәләр ҙә һин хыянат итмә. Һинең аманатыңды үтәмәһәләр ҙә, һин үтә, килешеүҙәрҙе боҙма. Тәҡүә бул, башҡа дин әһелдәренә ҡарата яҡшы мөғәлләмәлә бул. («Ғуҡудүл-Джүмән» 163-164 б.б)
                                               Шиктәрҙе юҡҡа сығарыу

   Китаптың был өлөшөндә ин шәә Аллаһ Әбү Хәнифә тураһында әйтелгән ҡайһы бер һүҙҙәргә яуап бирелер.
Әбү Хәнифә тураһында ҡайһы бер кешеләр: «Ул хөкөмдәрҙе ҡыяс (сағыштырыу) ҡулланып үҙе сығарған», — тип әйтәләр. Бындай һүҙ Әбү Хәнифә үҙе иҫән булған сағында сыҡҡан ине. Был мәсьәләгә яуап табыр өсөн киләһе ҡиссаны ҡарайыҡ.
   Имамыбыҙ бер тапҡыр Мөхәммәд әл-Бәҡир исемле Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдең ейәне менән осрашҡас, улар араһында түбәндәге һүҙ була.
   Мөхәммәд: «Һинме минең олатайымдың динен ҡыяс менән алыштырып үҙгәртеүсе?»
   Имамыбыҙ: «Мин Аллаһҡа бындай эштән һыйынам».
   Мөхәммәд: «Юҡ, бәлки, һин быны эшләүсе».
   Имамыбыҙ: «Ултыр унан һуң мин дә ултырырмын (икеһе лә ултырғас). Мин һинән өс нәмәне һорамаҡсы булам, һин миңә яуап бир. Ир кеше көслөрәкме йәки ҡатын-ҡыҙмы?»
   Мөхәммәд: «Ир көслөрәк».
   Имамыбыҙ: «Ҡатын-ҡыҙға һәм иргә мираҫтан күпме өлөш бирелә?»
   Мөхәммәд: «Ир кешегә ике өлөш, ә ҡатын-ҡыҙға бер өлөш».
   Имамыбыҙ: «Әгәр Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм килтергәнде үҙгәрткән булһам, ҡатын-ҡыҙға мираҫтан ике өлөш биреп иргә берҙе генә бирергә ҡушыр инем, сөнки ҡатын-ҡыҙ зәғиферәк. Икенсе һорауым: Намаҙ хәйерлерәкме йәки ураҙамы?»
   Мөхәммәд: «Намаҙ».
   Имамыбыҙ: «Быны Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйтте. Әгәр динде үҙгәртеүсе булһам, ҡатын-ҡыҙға күремдән һуң намаҙҙы ҡаза ҡылып, ураҙаны ҡаза ҡылмаҫҡа ҡушар инем, сөнки намаҙ хәйерлерәк. Өсөнсө һорауым: Мәни нәжеслерәкме йәки бәүелме?»
   Мөхәммәд: «Бәүел нәжеслерәк».
   Имамыбыҙ: «Әгәр динде үҙгәртеүселәрҙән булһам, бәүел сыҡҡас, ғөсөл алып, мәни сыҡҡас, ғөсөл алмаҫҡа ҡушыр инем. Бына шуның өсөн мин динде үҙгәртеүҙән Аллаһҡа һыйынам».
   Имам Мөхәммәд был яуап менән ҡәнәғәт булып, Әбү Хәнифәне ҡосаҡлап алды.
   Был һүҙҙәрҙән Әбү Хәнифәнең шәриғәт хөкөмдәрен үҙе уйлап сығармауын, бәлки, Ҡөрьән һәм хәҙис менән ғәмәл ҡылыуын күрә алабыҙ.
   Ҡайһы берәүҙәр: «Әбү Хәнифә әҙ сәфәр ҡылыу сәбәпле әҙ хәҙис йыйған һәм шуның сәбәпле хөкөмдәрҙе ҡыяс ҡулланып сығарырға мәжбүр булған», — тип әйтәләр.
   Тикшереп ҡарайыҡ әле был һүҙ дөрөҫмө икән? Билгеле булыуынса, Имамыбыҙ бай кеше булараҡ бик йыш хаж ҡылған. Унда төрлө ғалимдар менән осрашып дини бәхәстәр алып барған. Шулай уҡ Әмәүиләр төрмәһенән ҡасҡас, Имамыбыҙ биш йылға яҡын Мәккәлә йәшәй, унда ваҡытын бушҡа уҙғармай, ғилем алып, ғилем бирә. Быға өҫтәп тағын шуны ла әйтергә кәрәк, Әбү Хәнифә үҙ тормошонда төрлө ғалимдар менән осрашып һөйләшкән һәм бәхәсләшкән. Улар араһынан: Ғата ибн Әбү Рабах, Мөхәммәд әл-Бәҡир, Имам Мәлик һ.б. Шуның өсөн Әбү Хәнифә әҙ сәфәр ҡылыу сәбәпле әҙ хәҙис йыйған тигән һүҙ нигеҙһеҙ тип әйтергә була.
   Тағын бер Имамыбыҙ тураһында әйтелгән нигеҙһеҙ һүҙ: «Зәғиф хәҙистәрҙе ҡулланған», — тип әйтеү. Быныһы ла бик таралған.
   Әбү Хәнифә бик ауыр һәм бик фетнәле осорҙа йәшәгән. Шуның сәбәпле – үҙенең осорон яҡшы белеп ул хәҙистәрен ҡабул итеүҙә ятлау шартын ҡуйған. Йәғни хәҙис яттан һүҙмә-һүҙ, хәрәкәгә-хәрәкә һөйләнгән булһа ҡабул иткән, әгәр инде хәҙис ятланмайынса мәғәнәһе генә һөйләнһә ҡабул итмәгән. Шуның өсөн Әбү Хәнифә йыйған хәҙистәр уның өсөн Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдән ишеткән кеүек булғандар.
   Шулай уҡ: «Әбү Хәнифә ҡайһы бер сахих хәҙистәрҙе инҡар иткән», -тигән һүҙҙәрҙе ишетеп тә була.
Әйтелгән буйынса, Имамыбыҙ бик фетнәле осорҙа йәшәгән, шуның сәбәпле хәҙистәргә ҡарата бик һаҡ булырға тейеш ине. Заманында сәхәбәләр ҙә Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдең хәҙистәрен бер-береһенән шикләнмәйенсә ҡабул иткәндәр, һәм һөйләүсеһе тураһында һорап та тормағандар. Ләкин Ғосман менән Ғәли осорҙарында фетнәләр булып үкәндән һуң сәхәбәләр менән тәбиғиҙәр хәҙисте ишеткән һайын: «Быны кемдән ишеттең?»- тип һорай башланылар. Шулай уҡ Әбү Хәнифә лә үҙенең осорон бик яҡшы белеп хәҙистәрҙе бик ентекле рәүештә тикшергәндән һуң ғына ҡабул иткән, шикле тип һанаған хәҙистәрҙе ҡабул итмәйенсә ҡалдырған.

                                                 Хәнәфи мәҙһәбенең таралыуы

   Иң башта Хәнәфи мәҙһәбе Куфа ҡалаһында таралып Бағдад ҡалаһында уҡытыла башлай. Унан – ул Мысыр, Шам , Урта Азия, Һиндостан, Ҡытай ерҙәрендә Хәнәфи мәҙһәбенә тиң мәҙһәбтәр булманы, был илдәр әһелдәре башҡа мәҙһәбтәргә эйәрмәнеләр.
   Әбү Хәнифәнең вафатынан һуң уның уҡыусыһы Әбү Йософ ҡазый итеп билгеләнә, ә һуңынан тағын да бөйөгөрәк булған ҡазыйҙарһың-ҡазыйы тигән урынға билгеләнә. Бөтөн ҡазыйҙар Әбү Йософ тарафынан билгеләнәләр. Шулай итеп, Хәнәфи мәҙһәбе Ғәббәси дәүләтендә төп мәҙһәб булып китә. Ғәббәсиҙар һәр ваҡыт уға ярҙам күрһәтәләр. Уларҙан һуң килгән башлыҡтар Хәнәфи мәҙһәбен бик хупламайҙар, сөнки үҙҙәре башҡа мәҙһәбтә булалар. Үҙҙәренең мәҙһәбтәрен үҫтереү менән шөғөлләнәләр. Унан һуң Сәлжүк һәм Ғосманлы төркиҙәр заманында Хәнәфи мәҙһәбе яңынан дәүләттең төп мәҙһәбе булараҡ ҡабул ителә. Шулай итеп, беҙҙең көндәргә тиклем Хәнәфи мәҙһәбе һаҡланып үҫеүен дауам итә. Һәм беҙҙең бөгөнгө көндәребеҙҙә лә иң ҙур мәҙһәб булып тора.
                                                                      Һуңғы һүҙ

   Ҡәҙерле уҡыусы бына инде һин был китапты уҡып, Әбү Хәнифәнең тормош юлы менән таныштың. Үҙең өсөн күп файҙалы мәғлүмәттәр алып, Әбү Хәнифәне үҙең өсөн үрнәк итерһең һәм уға оҡшарға тырышырһың тип өмөтләнәм.
   Үрнәк тигән һүҙҙе ике яҡтан аңлап була, беренсеһе әхләҡ яғынан, икенсеһе ғилем яғынан. Һис шикһеҙ әхләҡ бик мөһим нәмә, бөтөн ғалимдар ғилемде өйрәнер алдынан башта әхләҡте өйрәнәләр. Шуның өсөн ғилемде ала башлар алдынан Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдең, сәхәбәләрҙең, ғалимдарҙың әхләҡтәрен өйрәнеү тейешле.
   Әммә инде ғилем яғынан килһәк, беҙ, әлбиттә, Әбү Хәнифә кеүек булып китә алмайбыҙ. Хәҙерге ваҡытта Әбү Хәнифә шәриғәт мәсьәләләре буйынса ижтиһад ҡылған кеүек ижтиһад ҡылып булмай һәм уның файҙаһы ла юҡ. Сөнки намаҙ, зәкәт, ураҙа, никах, талаҡ һ.б. мәсьәләләр хәл ителгән, шәриғәт тулыһынса төҙөлгән. Йәнә шәриғәт төҙөү өсөн ижтиһад ҡылыу, камил динебеҙгә бидғәт индерегә тырышыу ғына була.

                                              Бисмилләһир-рахмәнир- рахим.
   Мөхтәрәм дин ҡәрҙәштәребеҙ! “Дәғүәт” нәшриәте һеҙгә сығарған китаптарыбыҙҙы тәҡдим итә. Әгәр хаталар китһә Аллаһтан ғәфү үтенәбеҙ һәм һеҙҙең аңлауығыҙҙы өмөт итәбеҙ. Кемдәр халҡыбыҙ өсөн китаптар тәржемә итеп динебеҙҙе таратырға теләһә беҙҙең менән бәйләнешкә керһен. Китаптар нәшер итеү ниәте булған тәржемәсе-мосолмандарға үҙебеҙҙең ярҙамыбыҙ булыр. Телефондарыбыҙ: 8-903-311-80-53, Ишембайҙа (34794) 7-42-23 Ильшат хәҙрәт Хафизи
Һеҙгә китаптарыбыҙ тәҡдим итәбеҙ.
башҡорт телендә:
1. Ҡөрьән кәрим тәфсире
2. Тәһәрәт һәм намаҙ
3. Йыназа тәртибе
4. Һәфтиәктәге сүрәләр үә аяттар
5. Һәфтиәк шәриф
6. Мөнәжәттәр
7. Мәңгелек йортҡа таба
8. Ислам дине
9. Иман шарты
10. Тәүбә шарттары