Иҫтә ҡалғандар

                                              Ғүмерҙең бер аҙ иҫтә ҡалғандары
                                             (Мәрйәм ҡыҙымдың һорауы буйынса)
   Минең бала саҡ бик ауыр тормошта үтте. Иҫ белгән саҡта 5×5м яңғыҙ өй ине, ғаилә арыуыҡ ишле. Атайым-әсәйем, өләсәйем, өлкән апайыбыҙ бар ине. Әммә уны бик хәтерләмәйем. Әсғәт ағайым (1923 йылғы), Әхмәт ағайым (1927 йылғы), өсөнсө малай — мин (1929 йылғы), Йәсәр ҡустым (32 йылғы). Шул өйгә тар ғына итеп гәрбилдән солан эшләнгән. Был өйҙөң ҡаршыһында бер өй булған, уны тартып алып киткәндәр. Элекке кешеләрҙең өйҙәре шулай ҡара-ҡаршы булған, уртала — солан, келәт булған, шулай йәшәгәндәр. Беҙҙең ғаилә күп булыу сәбәпле, өйҙөң береһен ҡалдырғандар...

                                                                    * * *
   ...41-се йыл. Май байрамына ялға ҡайттым. Ул осорҙа атайым “Йәнгел” совхозында эшләй ине, ул да байрамға бер-ике көнгә ҡайтҡан. Өйҙә ашарға икмәк юҡ. Атайым менән әсәйсм кәңәш иткәндәр: Әхмәт ағайым менән мине, бәләкәй арба һөйрәп, Магниттан он һатып алып биреп ҡайтарырға, үҙе Йәнгелгә эшкә китергә тейеш. Шулай 1-се Май көнө өсәүләп, бәләкәй арба һөрәп, Магнитҡа ҡарай юл тоттоҡ. Беҙ сығып китеү менән көн боларырға торған һымаҡ ине. Күп тә тормай ҡар яуа ла башланы. Ҡырҡтыға етеүгә ер өҫтө ап-аҡ ҡар менән ҡапланды. Ҡырҡты тауы буранлап үкереп тора. Беҙҙең бәләкәй арбаның тәгәрмәстәре машина тәгәрмәсе һымаҡ булып китә, юлдағы ҡарҙы йәбештереп. Мин әлдән-әле, тәгәрмәсте һуҡҡылап, ҡарын ырғытам. Күп тә бармай, ҡар тағын уҡмашып йәбешә, арба шул тиклем ауырая.
   Ҡырҡты аръяғы буран, епшек ҡар, тәҡәт юҡ. Ыҙалай торгас, Асҡарға барып еттек. Атайым беҙҙе ыңғай столовыйға алып барҙы. Унда яҡшы итеп тамаҡ туйҙырып, тағын юлды дауам итәбеҙ, шулай этләнә-этләнә, Дәүләткә барып еттек. Атайым унда, берәүгә индереп, сәй эсереп алды ла — тағы алға.
   Дәүләтте сығыу менән ҡараңғы төшә башланы. Үсеккән нәмәләй, ҡар ҙа, буран да туҡтамай. Тәгәрмәсте ҡағып өлгөрөп тә булмай, ҡараңғы. Баҡсалыҡ тирәһенә еткәнбеҙҙер — мин арыным, мине мисәүҙән ысҡындырҙылар. Хәҙер арба артынан атларға ла хәл ҡалмай башланы. Мин атайыма, ошонда ятайыҡ, тим дә ҡуям. “Ошо тирәлә бер вагон ултыра торғайны, ул да юҡ, алып киткәндәр”, — ти. Атайым, нисек булһа ла, совхозға етергә тырышайыҡ, бында ятһаҡ, таң атҡансы туңабыҙ, тип арбаны аҙ булһа ла алға тарталар, бара бирә лә туҡрайҙар. Мин арттарынан нәслә киләм, туҡыраған арба өҫтөнә ауам, улар аҙ гына ял иткән арала арба өҫтөндә йоҡлап китәм. Мине торғоҙоп, тағын алға шыуышалар. Улар туҡраған һайын лып итеп барып ятам. Әхмәт ағай ҙа арыны — мисәү бауы тартылмай. Атайҙың бер үҙенә ҡалды арба. Шулай итеп, мең бәлә менән Красная Башкирияға барып еттек, Шоғайып апаларға. Төн уртаһылыр инде, атайым астыра алмай яфалана. Шулай ныҡыша торғас, астылар, свет янды. Аллаға шөкөр, йылы өйгә килеп етеп, иҙәндә тәгәрәп йоҡлап киттек.
   Иртән торғанда, тағы буранлап ҡар яуа ине. Бер нәмәгә ҡарамай, арбабыҙҙы һөйрәп, Магниткә ҡарай киттек. Шундай көн насар, буран, бик ыҙа сигеп барабыҙ. Китеп барғанда, атайым ниндәйҙер бер өйгә туҡтап, беҙгә сәй эсереп алды. Ул өйҙә бер ауырыу ҡатын ине, ыңғырашып йөрөй. Тамаҡ ашап алғас, йәһәтләп алға атланыҡ.
   Кис булып барғанда буран баҫылды. Старый Магнитҡа ҡараңғы төшөр саҡта ғына барҙыҡ. Бер урыҫҡа фатирға төштөк. Барыу менән атайым, магазин ябылмаҫ элек икмәк һатып алып киләйем, тип сығып китте. Икмәк магазинда бөткән икән, он да һорашып йөрөй икән. Бер магазин эсендә торғанда бер урыҫ егете, мин он алып бирә алам тип, ҡана, аҡсаң ды бир, тип аҡсаһын һорап ала атайҙан. Теге урыҫ аҡсаны алғас та, ул яҡ — был яғына ҡарана, сығып ҡасырға самалай. Ай әттә, был йүнһеҙгә ниңә аҡсамды бирә һалдым икән, тип үкенә башланым, ти атайым. Аҙаҡ, ҡуй, аҡсаны кире бир, тием. Тегенең аҡсаны биргеһе килмәй. Урыҫты тотон алғанмын да ысҡындырмайым тегене. Милиция, милиция, тип һөрәндәйем. Ысҡынһа, ҡасырға уйлай, мин ныҡ тотам. Туалетҡа инеп сығам, шунан бирәм, тине. Туалетҡа теге менән бергә индем, аҡсаны төшөрөп ебәрмәһен тип. Шулай ҙа булдырып булмаҫ, тип аҡсаны бирҙе, тип, ғауғаланып, ҡыуанып килде. Магазиндә икмәк булмағас, хәлүә алып килде. Ул заманда хәлүә лә күргән юҡ инде. Беҙ ят ризыҡ менән сәй эсеп ятып киттек. Ағай менән беҙ мейес башында урынлаштыҡ. Унда урыҫтың кипкән сухари икмәге тултырған тоҡ. Ағайым менән тегене шытырҙатабыҙ, беҙгә ярап һалды.
   Иртәгәһе көн иртә менән аръяҡҡа баҙарға сығабыҙ. Йәйелеп ятҡан ҡара-күк һыу. Мин ундай һыуҙы күргәнем юҡ, ҡурҡыныс булып ята. Аҙ ғына елгә лә тулҡынлана. Катер менән аръяҡҡа сығырға тейешбеҙ. Катер килде, инеп ултырып алдыҡ. Бына күрмәгәнде күреп, аръяҡҡа барып сыҡтыҡ. Баҙарға тип киттек. Аръяҡҡа сыҡҡас та, атайым беҙгә берәр елле булка һатып алып бирҙе. Бына ошо инде нужа ҡалас ашата, тигән мәҡәле халыҡтың. Трамвайға ла ултырып йөрөнөк, төрлө магазиндарға ингеләнек. Атайым нимә эҙләгәндер, ондо ла ҡайҙан алғанбыҙҙыр, уныһын бер ҙә хәтерләмәйем. Көндө городта йөрөп үткәрҙек. Фатирыбыҙҙан ҡайтырға сыҡҡанда, кис ине. Көндөҙ иретеп, туңдыра башланы. Атайым, ҡайтайыҡ, тип, туңғаҡта ҡайтырға юлға сыҡтыҡ. Онобоҙ күпме булғандыр, 20-ме, 30-мы кг, иҫләмәйем. Туңғаҡ ҡарлы юлдан арбаны һөйрәп, шағыр-шоғор киләбеҙ. Башкирияны үткәс, атайым Первый яғына китергә тейеш ине, китмәне. “Төн ҡараңғы, туҡта, баҡсалыҡҡа тиклем барһаҡ, аръяғы һеҙгә еңел булыр”, тип баҡсалыҡтың был яҡ башына тиклем килеп, “Әйҙә инде, балаларым, һеҙгә хәйерле юл теләйем. Ҡоръятмаҫты иремәҫ элек сығырға тырышығыҙ”, тине.
   Алға ынтылабыҙ, юл артыҡ ырамай, ҡояш үргә күтәрелә бара. Ҡоръятмаҫты килеп үрелеүгә, туңғаҡ иреп, юл ҡойоға әйләнде, эй ыҙалайбыҙ, аяҡҡа ла йәбешә, тәгәрмәскә лә йәбешә, йәйәү йөкләнгән кешеләр беҙҙе үтә лә китә. Беҙ бысранып бөттөк, көс-хәл менән башҡа килеп сыҡтыҡ. Асҡарға Хөмәйрә апайҙарға килеп, арбаны ла, ондо ла шунда ҡалдырып, үҙебеҙ ҡайтып киттек...
                                                                           * * *
   ...Ағайым менән енгәм Амангилдегә загсҡа барғанда Хәлил алаһы тигән ала ат егеп барғандар. Колхоздың ышаныслы кешеһе булып, бригадир булып эшләп йөрөй. Халыҡҡа бәлә итеп, бер ауыр эш уйлап тапҡандар. Бомбоубежище тип ауыл һайын ҙур соҡор ҡаҙҙыралар, уны хөкүмәт ҡуша. Шул соҡорҙо ҡаҙып, башын көпләп, йәнәһе, һауанан бомбаға тотһалар, халыҡ шунын эсенә инеп ҡотолоп ҡала
   Ауылда ике урында ҡаҙҙырҙылар. Был эште райондан ҡушалар, тикшереп торалар, халыҡты йыйып сығарыу бригадир өҫтөнә төшә. Эшкә яраҡлы ҡатын-ҡыҙҙар шул соҡор менән булалар, эшкә сыҡмағанына бәйләнәләр, ҡапаҡлайҙар, хәҙер һуғыш ваҡытында һин эштән отказать итергә хаҡың юҡ, тиҙәр. Ҡыҫҡаһы, вредительство, бер нәмәгә кәрәкмәгән эш менән халыҡты ыҙалаталар. Атайым әсәйемә, һин урамға сығып күренеп йөрөмә, тип сығып китә торғайны. Ул соҡорҙоң береһе Ниязбай кәртәһе артында, ул соҡорға күп йылдар ҡый түгәләр-түгәләр, тулыу юҡ. Икенсе соҡор Сафиндың кәртәһе артында тиҙәклектә ине, уның тиҙәген ер өҫтөнә ташып соҡоро бөттө.
   Хәҙер айыҡ баш менән уйлап ҡараһаң, ғәжәп хәл бит, шундай соҡор ҡаҙҙырып, аслы-туҡлы халыҡты ыҙалатыу. Ул соҡорҙо көпләп башын ябырға колхоздың хәленән дә килмәй, ҡайһындай ағас кәрәк уға. Ярай, башын да япты, ти, бөтә ауыл халҡы уның эсенә инде, ти, үрҙән осоп килгән самолетҡа ҡырып китергә әҙер йыйылған халыҡ. Вәт, нисек уйланылған.
   Һуғыш бара. Ауылда йыш-йыш ҡына митинг үткәреп, һуғыш хәлдәрен һөйләп торалар. Военкомат үҙенә яраҡлы егеттәрҙе йыйып, оҙатып тора. Йәш егеттәргә нәүбәт етеп килә. Уларҙы ла йыш ҡына Асҡарға саҡыртып торалар. Ағайым да, ана китәм, бына китәм, тип йөрөй. Бригадир эшен дә алып бара, еңгәбеҙ ҙә беҙҙә йөрөй, урамға сыҡһа, теге пальтоны кейеп сыға. Матур кейем күрк өҫтәп ебәрә. Иптәштәре, тиңдәштәре араһында ҡунаҡҡа йөрөштөрәләр. Ағайым да үҙ өҫтөн бөтәйтте, ҡара көҙгө пальто, яңы костюм-салбар, башҡа ла яңы кәпәс кейеп, урамдан еңгәй менән парлашып атлап китеү, йәшлек дәүеренең шунан да артыҡ ниндәй йәме булыуы мөмкин. Атайым еңгәйгә эш тә йүнләп бирҙе: Ҡаҙмашҡа һөт ташыуға беркетеп, ат- сбруйҙарын йүнләп, һөт ташый башланы. Февраль бөтөп, март айы ла етте, 7-се мартҡа повестка килде, отправка. Асҡарға еңгәй ҙә барҙы оҙатырға. Ауылдан дүрт кеше киттеләр: атайым, Хәбрахман, Акрам, Фәтих ағайҙар. Асҡарҙан ары Магнитҡа Салах ана (Акрам ағайҙын атаһы) алып барҙы. Көрәктән (буласаҡ ред.) ҡайным ла шул малайҙар менән бергә китә.
   Әхмәт ағайым менән мин колхоз һыйырҙарын ҡарайбыҙ, һыйырҙар ҙа күп булмаған инде. Ике генә һауынсы ине ҡышҡыһын. Йәмилә инәй менән Кәримова Шәмсинур апай. Ағайым һуғышҡа киткәс, беҙгә лә хат килгеләй, иғтибарҙы әсәйгә арнабыраҡ яҙа. Тәүге бер хатында: әсей, тупһанан сығып ҡарап торһан, беҙ ҡырҡа көнбайыш яғына китеп барабыҙ, тип яҙҙы. Икенсе бер хатында таҡмаҡ әйтеме менән яҙҙы.
              Машинаға ултырмағыҙ, машина алып китә ул,
              Сит илдәргә алып барып, башты һәләк итә ул.
   Уларҙы Уфа эргәһендә Шишмә районы бер ауылда һуғышҡа әҙерлек уйынын уйнатҡандар. Шунда уйнап ятҡанда еңгәйгә бер хат яҙған, шул хаттан бер өҙөк яҙам. “Беҙ иҫән йөрөйбөҙ, ауыл яғынан бер ҙә хат килмәй. Кис сәғәт 11 -ҙә йоҡларға ятабыҙ, арып килеп, иртән 6-ла сығып китәбеҙ. Уйын бик ҡыйын. Беҙ был ауылда 4 йән йөрөйбөҙ: Фәтих, Хәбрахман, мин һәм бер ат йөрөй. Ул ат — беҙ загсҡа егеп барған Хәлил алаһы. РККА алып киткән ат бында йөрөй.”
   Еңгәйгә яҙған һуңғы хаты.
   Хат башы.
   “Һөйөклө күргән бәғерем, мин һиңә үҙемдең йәш комсомол күкрәгемдән һарғайып сыҡҡан ут ялҡынлы ҡайнар сәләмдәремде, һин һөйөклө яныйым Бибинурға ошо хат аша яҙып ҡалам. Шулай уҡ ҡәйнә-ҡайынеңгәләргә бик күп сәләмдәр ебәреп, һеҙҙән өҙөлөп хат көтөп ҡалам. Әнисәгә сәләм. Эх, һөйөклө туғандарым, тыуып үҫкән ерем; ата-әсәйем, ҡустыларым, иптәштәрем һәм һөйөклө бәғерем Бибинур. Миңә һеҙҙең нурлы яҡты йөҙөгөҙҙө бер ҡайтып күрер көн булырмы, һис юғы һеҙҙең ҡағыҙ битенә яҙған сәләмләрегеҙҙе уҡып, хәлегеҙҙе белһәм, тигән көнгә ҡалғанмын. Хәҙер беҙҙең ротага 15 команда килде. (Ошо урында ике юл юйылған, уҡып булмай). Иҫән ҡалыуыма ла ышанып булмай. Хәҙер ай ярым ваҡыт етеп килә, ә хат юҡ. Хәҙер миңә сиктән тыш ҡыйын, бик уйлана башланым. Әгәр кеше уйланыуға боҙола торған булһа, мин дә шул хәлгә ҡалырмын.
   Һинең менән йөрөгән көндәр төш кеүек кенә булып ҡалды. Белмәйем, Бибинур, һеҙҙе, бергә йөрөгән ерҙәрҙе, ҡайтып күреп булмаҫ инде. Әгәр ҙә һеҙҙе ҡайтып күрер көп тыуһа, Нурикамал апайға бер күлдәк һәм башҡа етемдәрҙе лә саҡырып, ризалыҡҡа ҡалдырыр инем. Хәҙерге көндөң тыныслығы юғын беләһең, фронт ҡаты, шулай булғас, үҙеңдә белерһең. Бәғерем, үҙ һөйгәне менән кеше тора алмай, ти, торһа ла бик һирәк, ти, шул дөрөҫмө икән?
   Мин үҙ тырышлығым менән бергә булғайныҡ, ләкин бергә тора алманыҡ. Әле белеп булмай алдағын. Әллә киләсәктә бергә булырбыҙ, һин төңөлөп ҡуйма.
   Ярай, иптәшем, ни күрһәк тә, киләсәктә күрербеҙ инде. Хәҙергә хуш, һөйөклөм, бәғерем. Әсғәтең.”
Ағайым һуғышҡа киткәс, өй эсендә бер нәмә лә юҡ һымаҡ, күңелһеҙ. Ағай менән еңгәнең ҡапҡа эҫтәрендә шаярып, көлөшөп йөрөүҙәре үҙе бер йәм булған икән...
                                                                                                     Ҡасим Йәһүҙин. «Йондоҙ» гәзите