башҡорт тарихы кмтабы Башҡорт тарихы

     Башҡорт ҡәүеменең фәләкәте
     Рычков үә ғәйреләрҙең хәбәрҙәренә күрә, 1735—1740 йылдарҙа 700 миҡдарында башҡорт ҡәрйәһе ут менән яндырылмыш, 3300 ҡәҙәре башҡорт каторгаға ебәрелмеш. 8200 ҡәҙәре ҡатын-ҡыҙ, баласаға рус байҙарына бүленеп бирелеп, уларға ҡол һәм йәриә хөкөмөнә ҡылынмыш, 16893 ҡәҙәре башҡорттоң хөкөм менән баштары киҫелмеш. Һуғыш ваҡытында тәләф булған башҡорттар был иҫәпкә дахилдыр. Быларҙан бөтөнөһө йөҙ меңдән артыҡтыр. Халыҡтың үрсеү ҡағиҙәһенә бинаән ошо йөҙ мең башҡорттан бөгөн бер миллион башҡорт булыр ине, был иһә Ҡаратағ хөкүмәтенең бөтөн халҡының өс- дүрт миҫалына бәрәбәр киләлер.
     Шура. 1910. № 21. 666-сы бит. Ризаитдин Фәхретдинов

                                                                       Инеш
     Кешелек барлыҡҡа килеп, донъяла үҙенең барлығы хаҡында аң-ғоман сатҡылары уяна башлаған мәлдән алып, үҙенең ни рәүешле яралтылыуы, ни замандан бирле тереклек итеүе, ул замандарҙан һуң үткәне хаҡында уй йөрөткән. Тәүҙәрәк был үткәндәр хаҡындағы уй-фекерҙәр дөйөм характерҙағы абстракт, башлыса мифологик башланғысы хәл иткес әһәмиәткә эйә булған Тәүбаба, Тәүге Ата йәки Тәүге Әсә, тәүге кешеләр йәки игеҙ туғандар хаҡындағы мифтарға нигеҙләнгән, баштараҡ телдән сакраль мәғәнәле изге һүҙ булараҡ быуындан быуынға тапшырылып килгән, һуңғараҡ, яҙмаға теркәлә барған генеалогик әҫәрҙәр шә¬келен хасил итә. Артабан, кешелек фекере конкретлаша, реаллек арта барыу менән мифик-фантастик башланғыс кәмей бара, реаль ерлек һәм тарихилыҡтың артыуы күҙәтелә.
     Донъя тарихының беҙгә билдәле иң мәшһүр дини- мифологик концепцияларынан зәрдүшселек (зороастризм) һәм йәһүди — христиан — мосолман традициялары, тәүгеһе Авеста буйынса Гайомардтан («Шаһнамә»лә — Кеюмарс), һуңғыһы буйынса Әҙәмдән, ғәләйһис-сәләм, башланған генеалогия-шәжәрәләр тәҡдим итә. Төрки халыҡтарының үҙ милли мифопоэтик тарихи концепциялары «Уғыҙнамә», «Сыңғыҙнамә» кеүек әҫәрҙәр аша ниндәйҙер кимәлдә сағылыш таба. Ошо традиция Рәшитетдиндең «Жәмәиғ әт-тауарих» китабы, уның икенсе томы булған «Тарих-и уғыҙан үә төркән», уйғырса «Уғыҙнамә», Обулғазы Баһадирҙың «Шәжәрә-и тәрәҡимә», «Шәжәрә-и торк», Ғәли яҙыусы утлының «Сәлжүкнамә» («Тәуарих-и Ғәли Сәлжүк») әҫәрҙәре менән киңәйтелеп, тәрәнәйтелеп дауам ителә.
     Башҡорт халҡының тарихына ҡағылышлы әҫәрҙәргә килһәк, иң тәүгеләренең береһе итеп Шәрәфетдин бин Хисаметдин Мөслимиҙең «Тәуарих-и Болгариа» әҫәрен атарға тулы нигеҙ бар. Ошо традицияның дауамы булараҡ башҡорт авторҙарының әҫәрҙәрен атар булһаҡ, иң тәүҙә Тажетдин Ялсығолдоң «Тарихнамә-и болғар» ҡулъяҙма китабын хәтергә алырға тейешлебеҙ.
     XX быуат башында Рәсәй империяһынднғы төрки-мосолман халыҡтары араһында яңырыу, тәррәҡиәт, милли үҙаң үҫеүе кеүек хәрәкәттәр уяныуы һәм көсәйеүе күҙәтелә. Был бер яҡтан мәғариф һәм дин өлкәһендә йәҙитселек хәрәкәтенең көсәйеүе менән, икенсе яҡтан төрки- мосолман халыҡтарының империя эсендә ниндәй шәкелдә булһа ла үҙаллылыҡҡа өлгәшеү ынтылыштары барлыҡҡа килеү менән бәйле. Тәбиғи, был осорҙа тарихҡа ла ҡыҙыҡһыныу арта.
     Төрки халыҡтарының тарихына арналған мәҡәләләр, китаптар нәшер ителә башлай. Улар араһынан билдәле дин ғалимы, тарихсы һәм йәмәғәт эшмәкәре Хәсәнғата Ғәбәшиҙең Ҡазанда 1909 йылда нәшер ителгән «Мөфассал тарих-и ҡәүми төрк» китабын телгә алыу кәрәк. Автор төрки халыҡтары тарихын бик боронғо дәүерҙәрҙән башлап бер бөтөн, ҡатмарлы һәм күп ҡырлы күренеш булараҡ яҡтыр-тыуға ҙур өлөш индергән. Бында төрки халыҡтарының төрлө дәүерҙәрҙә, төрлө территорияларҙа тотҡан дәүләттәре, халыҡтарҙың күсенеү процестары һәм башҡа күренештәр ентекләп яҡтыртыла.
     Китаптың тәүге бүлегендә автор кешелек тарихының Әҙәмдән, ғәләйһис-сәләм, башланыуы хаҡындағы фекергә ҡаршы сыҡмайынса, Нух пәйғәмбәрҙең өс улының иң кесеһе Йәфәстең арий ырыуҙарының («ҡәүем аръяния») һәм төрки ҡәбиләләренең («ҡәүми тураниә») атаһы булыуын хәбәр итә. Тарихтың ул заман өсөн традицион булған дини- мифологик моделенә автор ярты биттән артығыраҡ урын бүлә. Авторҙың бер үк ваҡытта билдәле һәм танылыу тапҡан имам булыуын да иҫәпкә алғанда, был заманаһы өсөн ҡыйыу күренеш була.

     Төрки халыҡтарының тарихы «Төрк ырыуҙары» тигән бүлектән башлана һәм скиф, сармат, массагит ырыаҫма китап булып мулла Мөхәмәтмөнир Мөхәмәтһаҙыевтың (Мөнир Һаҙыев) 1912 йылда Ҡазанда «Өмөт» матбағаһында нәшер ителгән «Башҡорт тарихы» тигән хеҙмәте сығыш яһай. Китап шәкелендә донъя күрерҙән элек был хеҙмәт тәүҙә 1909—1910 йылдарҙа мәшһүр башҡорт мәғрифәтсеһе, яңы дәүер башҡорт милли прозаһына нигеҙ таштары һалыусы яҙыусы, энциклопедист ғалим Ризаитдин бин Фәхретдин мөхәррирлегендә 1908—1917 йылдарҙа Ырымбурҙа баҫылған «Шура» журналында донъя күрә.
     Шәхсиәтенә килһәк, Мөхәммәтмөнир Һаҙый улы Һаҙыев 1876 йылда донъяға килеп, 1913 йылда, ошо китап баҫылыуға бер йыл үтер үтмәҫтән фанилыҡтан үтә. Ул 1902— 1904 йылдарҙа «Мөхәммәдиә» мәҙрәсәһе мөғәллиме, 1904 йылдан Силәбелә имам-хатип һәм мәҙрәсәлә мөғәллим. 1911 йылдан Ырымбурҙа архив комиссияһы ағзаһы.
     Шуны ла әйтергә кәрәк: М. Һаҙый менән Р. Фәхретдинде оҙайлы хеҙмәттәшлек ептәре бәйләй. М. Һаҙыйҙың күп кенә мәғариф, милли мәҙәниәт, тарих, диндә йәҙит- селек мәсьәләләренә арналған мәҡәләләре «Шура» биттәрендә донъя күрә. «Башҡорт тарихы» китабының журнал варианты «Башҡорттар» тип аталған мәҡәләләр серияһы рәүешендә бирелә һәм уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуын уята. Империяла нәшер ителгән һәр баҫма, айырыуса айырым китаптар ҡаты цензура контролен үтә. Шуға ла, хөрмәтле уҡыусылар бында Рәсәйҙең рәсми ҡараштарын бер аҙ сағылдырылыуына ла, башҡорттарға ҡарата төрки-татар зыялылары тарафынан булған һауалыраҡ ҡараш тойолоуына ла артыҡ аптырамаҫтар. Ни тиһәң дә, йәмғиәттә йәшәп, унан азат булып булмай. Шуға ҡарамаҫтан китаптың башынан ахырынаса башҡорт халҡына ҡарата булған йылы мөнәсәбәт тойола. Йәнә лә, китаптың кем аҡсаһына һәм кемдәр тарафынан нәшер ителеүен дә хәтерҙән сығарырға ярамай.
     Мулла М. Һаҙыйҙың Р.Фәхретдинов менән яҡшы мөнәсәбәттә булыуына ла аптырайһы түгел. Икеһе лә йәҙитсе-реформатор. Мәктәп һәм мәғариф системаһын ғына түгел, ә Диниә назараты идараһын, ғөмүмән, Рәсәйҙә урыҫ булмаған халыҡтарға ҡарата булған мөнәсәбәтте үҙгәртеү яҡлы шәхестәр нисек хеҙмәттәшлек итмәһен дә нисек фекерҙәш булмаһын?
     М. Һаҙыйҙың шәхсиәтенә ҡағылышлы шул да мәғлүм булһын: алдынғы ҡарашлы йәҙитсе-реформаторға ҡаршы булған иҫке ҡарашлы муллалар, асыҡтан-асыҡ көрәшергә хәлдәренон килмәгәс, императорлыҡтнң Эске эштәр министры исеменә аноним ялыу яҙа. Милли яңырыш хәрәкәте менән таныш кешеләргә ул «12 мулла хаты» булараҡ билдәле. Шул хатта исемләп яманланған алдынғы ҡарашлы зыялылар араһында М. һаҙыйҙың исеме лә бар. «Вашей великой особе высокочтимому и высокостепенному Министру внутренних дел г. Столыпину...» тип башланған был хатта меҫкен муллалар имзаларын ҡуймауҙарын: «Вот о чем пишем мы, 12 указных имамов, скрывших свои имена, потому что боимся своих односельчан, как бы не пострадать нам из-за неустройств», — тип аңлата, йәғни халыҡ тукмап, ҡыуып ебәрмәһен тип ҡурҡа. «В эти последние годы, — тип дауам итә улар, — появились мугаллимы, особого рода общество революционеров /.../ Хотя они служат будто религии, но /.../ возмущают общество против правительства и вооружают его /.../ Вследствие того, что общество очень следует за этими мугаллимами, местные указные муллы сильно боятся этих мугаллимов, как бы эти взбунтовавшие общество не сместили их, а мулл эти мугаллимы не боятся», — тип зарлана.
     Йәнә лә, был 12 мулла алдынғы ҡарашлы зыялыларҙы ҡаты жандарм күҙәтеүе аҫтына ҡуйыуҙы, бер мәхәлләлә ике мәктәп асмауҙы, ә муллаларға «чтобы о таких дрянных революционерах муллы доносили Собранию (Диниә назараты. — Р. Р.) или безболезненно объявили полицийским властям», — тип теләнселәй. Был 12 милләтен һәм динен һатҡан бәдбәхет, үҙҙәре белгән һәм ҡурҡҡан кешеләрҙең исемлеген биреүҙән дә тартынмай. М. Һаҙыйҙы улар: «В городе Челябинске есть уҡазной мулла Мунир...» — тип атап үтә. Хат 1908 йылдың 15 авгусында яҙылған. Ошо хат менән бәйле Ырымбур губернаторы полиция департаментына яуап яҙырға мәжбүр була. Был хатта «...сведениям, описанного в заявлении мулл, /.../ не установлено и ранее не замечалось. Проживающий в городе Челябинске имам Мухамед-Мунир Мухамед-Гадеев /.../ имамом в г. Челябинске состоит с 18 декабря 1905 г., за все время проживания в г.Челябинске поведения был безукоризненого, под судом и следствием не состоял и не состоит, ни в чем предосудительном в политическом отношении не замечен; он, действительно, один из развитых и настойчивых сторонников разумных нововведений, благодаря чему более развитая часть мусульманского населения /.../ настояла на передаче в заведование его местной школы (мәктәп)», — тигән яуап яҙылған. Ысынлап та, ниндәй генә шымсылар ебәрмәһендәр, халыҡ үҙе яратҡан, ышанған уҡымышлы шәхестәрен һаҡлай ҙа, яҡлай ҙа белгән.
     Йыйынтыҡта урын алған икенсе китапҡа килһәк, ул билдәле энциклопедист-ғалим, Диниә назаратында ҡазый, һуңынан мөфтөй Ризаитдин бин Фәхретдиндең өлкән улы Абдрахман Фәхретдиновтың 1925 йылда нәшер ителгән әҫәре. Бында ҡәтғи фәнни стиль, ваҡиғаларҙы саф ғилми бәйән итеү күренеп тора. Шуныһына иғтибар итеү кәрәк: китап большевик түңкәрелешенең һигеҙенсе йылында донъя күреүгә ҡарамаҫтан, «Үктәбер Башҡортостаны» тигән бүлеккә ни бары бер биттән саҡ ҡына артыҡ урын бирелгән. Был авторҙың ижтимағи-сәйәси ҡараштарының сағыу күрһәткесе. Китапҡа анализ бирмәҫтән, авторҙың шәхсиәтенә килһәк, шул мәғлүм. Ул 1887 йылда Р. Фәхретдиндең ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә. Юғары ғилем ала. Ул атаһының бар эштәрендә лә төп ярҙамсыһы, кәңәшсеһе, уң ҡулы була. Бөйөк аталарҙың балаларының эшмәкәрлеге, ғәҙәттә, аталары башҡарған ғәмәлдәрҙең күләгәһендә ҡалыусан. Барлығы 240 һаны донъя күргән «Шура» журналын әҙерләп нәшер итеүҙә ул атаһының алмаштырғыһыҙ һәм иң ышаныслы ярҙамсыһы була.
     Абдрахман Фәхретдинов 1917 йылғы февраль инҡилабынан һуң көсәйгән башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенең етәкселәренең береһе. Йәш Башҡортостан хөкүмәте ағзаһы. Хөкүмәттең 4563-сө һанлы Фарманы менән Башҡортостандың Истихбарәт шөғбәһе (хәҙергесә мәғлүмәт министрлығы) булдырыла. Һәм мөдире итеп Абдрахман Фәхретдинов тәғәйенләнә. Йәғни, Башҡортостандың матбуғаты өсөн дә, ниндәйҙер кимәлдә разведкаһы өсөн дә яуаплылыҡ уға йокмәтелә. Был Фарман хөкүмәттең 54-се Әмере менән конкретлаштырыла, шәғбә атамаһына «махсус», йәғни, урыҫса әйтһәк «спецотдел» булыуы аңғартыла. Биләгән вазифалары оҫтөнә Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми нәшер әфкәре булған, һуңынан «Башҡортостан Хөкүмәтенең теле» гәзитенең баш мөхәррире вазифаһын да атҡара.
     Шуны ла әйтеү кәрәк: Башҡортостан Хөкүмәте 1918 йылдың сентябрендә һамарҙағы Учредительное Соб- рание Комитеты (Комуч), ғәмәлдәге аҡтар хөкүмәте менән башҡортостан мөхтәриәтен танытыу өсөн аңлашыу делегацияһында Абдрахман Фәхретдинов та була. Ә Һамар хөкүмәте делегацияһы составында унан ике йәшкә кесе бер туған ҡустыһы Ғәбделәхәт ҡатнаша.
     Шуныһы мөһим, 1918 йылдың сентябрендә һамар ҡалаһында ҡул ҡуйылған Башҡортостан автономияһын таныу хаҡындағы тәүге Килешеүҙе имзалатыуҙа Ризаитдин Фәхретдиндең ике улы ла ҡатнаша. Ғәбделәхәткә килһәк, ул да атаһы һәм ағаһы кеүек башҡорт милли-демократик хәрәкәте эшендә 1917 йылдан уҡ ҡатнаша, Рәсәй Учредительное Собраниеһына булған һайлауҙарҙа федералист- башҡорттар списогынан, йәғни Рәсәйҙең тәүге азат парламентына Шәриф Манатов менән бергә һайлана. Учредительное Собрание комитетында — Рәсәйҙәге, ғәмәлдә, берҙән-бер легитим, йәғни юридик яҡтан законлы берҙән-бер хөкүмәттә башҡорттарҙан Фәтих Төхвәтуллин менән бергә эшләй.
     Шуны ла онотмаҫҡа кәрәк: Ризаитдин Фәхретдин үҙе лә башҡорт милли-демократик хәрәкәте эшенән, хәрәкәт башланған мәлдән үк ситтә ҡалмай. Ул 1917 йылдың 8 — 20 декабрҙәрендә эшләгән төп Ғөмүми Башҡортостан Ҡоролтайы йәки икенсе төрлө әйткәндә Учредительный Ҡоролтайҙың депутаты, Абдрахман улы менән бергә Башҡортостан Хөкүмәте ағзаһы була. Йәш Башҡортостан иленең тәүге мөфтөйө булараҡ тейешле вазифаһын башҡара.
     Үкенескә ҡаршы, Ризаитдин Фәхретдиндең был ике улы үҙе 1936 йылда вафат булғас та нахаҡҡа хөкөм ителеп, үлем язаһына тарттырылалар.
     Йыйынтыҡҡа ингән китаптарҙың тел үҙенсәлектәре һаҡланды, тәүге китаптың етмәгән һуңғы бите журнал вариантынан алынды.
                                  Рөстәм Рәжәпов

     Мөнир ҺАҘЫЕВ
     Башҡорт тарихы
     Ҡазан — 1912
     Русиә дәүләтенә ҡушылыуҙан элек, киң Урал сәхрәләрендә башҡорттар үҙҙәре генә торорҙар ине. Ҡазан дәүләте мөнҡариз булып, башҡорттар Русиә тәбәғәлеген ҡабул иткәндән һуң ғына был сәхрәләргә һәр төрлө милләттән килә башланылар. Иң әүәл мишәр вә татарҙар, сирмеш вә сыуаштар килделәр. Бынан һуң урыҫ енестәре килә башланылар. Был ваҡиғаға ҡәҙәр халис башҡорт енесенең хисабы һис кем тарафынан асыҡ ителеп бәйән ителмәгән, араларында булған мишәр, типтәр, татар таифәләре барсаһы бәрәбәр хисап ителеп йөрөтөлгән, һәр хәлдә, халис башҡорт енесенең хисабы тәхминән ике миллион ярым ҡәҙәренән кәм булмаҫҡа тейештер. Быларҙың күберәк торҙоҡтары ерҙәр: Уфа, Ырымбур, Пермь губерналары булып, һамар вә хатта Тубыл губерналарында ла бер аҙҙары барҙыр.
     Башҡорттарҙы Урал әтрафының төп кешеләре тип хисап итәләр. Ләкин хәҡиҡәт хәл улай булмайса, быларҙан мөҡаддәм был ерҙәрҙә «чудь» исемендә бер ҡәүемдең торғанлығы табылдыҡ әҫәрҙәренән мәғлүмдер. Был ҡәүемдең Урал тауҙарында булған тимергә, башҡа һәр төрлө мәғдән менән файҙалана белеүҙәре һәм был мәғдәндән сәнғәт йәһәтенсә яҡшы уҡ нескә нәмәләр ҙә яһай алыуҙары аңлашылалыр. Быларҙан ҡалған ҡәберлектәрҙән һәм соҡорҙарҙан табылдыҡ нәмәләр: уҡ, пот һәм өй эсендә истиғмал ителә торған ҡоралдар вә биҙәктәрҙән ғибәрәт булып, күберәге баҡырҙан, еҙҙән вә бәғзеләре алтындан яһалғандар.
     Был нәмәләрҙең һис ҡайһыһы тимерҙән булмайса, башҡа мәғдәндән яһалған булыуы, был ҡәүемдең тимер истиғмалы мәғлүм булмаған иҫке ваҡыттарҙа торғанлыҡтарын аңлата. Ләкин, һәр хәлдә шул ҡәҙәр иҫке ғасырҙарҙа булып кискән «чудь» ҡәүеменең ғилем, мәғрифәт, һәнәр йәһәттәренсә был замандағы башҡорттарҙан нисә мәртәбәләр артыҡ булғанлыҡтарын белдерә. Был ҡәүемдең мөҡәбәрәләре күберәк Сибирияла вә хосусан Миәс, Исәт, Тубыл йылғаларының тирәләрендә табылып гәһан һамар, Ырымбур губерналарындағы Быҙаулыҡ, Троицк шәһәрҙәре тирәләрендә лә табылғылай. Хәҙерге хәлдә «чудь» исемендәге ҡәүемдең юҡлығы мәғлүм. Был ҡәүем башҡорттар Азия вустанан был ерҙәргә килгәндән һуң икенсе бер ергә күсеп киткәндәрме йәки башҡорттар араһында ҡалып, юҡҡа сығып бөткәндәрме* — уныһы асыҡ мәғлүм түгел. Йәнә был әҫәрҙәрҙән оашҡа Урал тауҙарынан бик иҫке замандарҙа ҡаҙылған шахталар вә был шахталарҙа эшләү өсөн баҡырҙан, таштан эшләнгән ҡоралдар ҙа табылған. Был шахталар тар вә оҙон бер коридор рәүешендә булып, был замандың шахталары шикелле стеналары таҡталар вә бүрәнәләр менән беркетелгән. Был шахталарҙың эҫтәрендә бик күп әҙәм һөйәктәре табыла. Шуның өсөн эшләгән ваҡытта был шахталар емерелеп, бик күп әҙәмдәр үлгәнлеге ғоман ителә. Был шахталарҙа эшкә кергән һис бер тимер заты табылмай. Бында эшләү өсөн яһалған ҡоралдарҙың бәғзеһе баҡырҙан вә бәғзеһе таштан яһалғанлығы күрелә. Шуның өсөн был шахталарҙың да тимер истиғмалы моглүм булмаған иҫке замандарҙағы кешеләр тарафынан эшләнгәнлеге аңлашыла вә был ҡәүемдәрҙең «чудь» ҡәүеме булғанлығы ихтимал тотола.
     Был ерҙәрҙә башҡорттарҙан элек икенсе ҡәүемдарҙең тороуына әйтелгән нәмәләргә дәлил булған шикелле күл, йылға вә тау исемдәре лә дәлил булырҙар, сөнки кәрәк ни ерҙә генә булһа ла булһын, йылға үә тау кеүек һәр заманда була торған нәмәләрҙең исемдәре шул тарафтарҙа ултырған иң иҫке ҡәүемдар тарафынан бирелгән исемдәр булыуында шөбһә юҡ. Инде Башҡортостанда булған күл, йылға, тау исемдәренә ҡаралһа, быларҙың һис ҡайһыһы ни ҙә башҡортса, вә ни ҙә ҡырғыҙса түгел. Барсаһы беҙҙәргә мәғлүм булмаған икенсе бер лөғәттән исемдәр. Мәҫәлән: һаҡмар, Уфа, Ыҡ, Суҡ, Уй, Ирәмәл, Миәс, Әй, Ур кеүек исемдәр барсаһы башҡа лөғәттән алынған исемдәр. Был нәмәләрҙең барсаһы башҡорттарҙан элек был ерҙәрҙә икенсе бер ҡәүемдәрҙең тороуына, башҡорттарҙың һуңдан ғына килеп ерләшеүҙәренә дәлаләт итерҙәр.
     Гәрсә башҡорттар был ерҙәрҙең төп кешеләре булмаһалар ҙа шаҡтай иҫке ваҡыттарҙан бирле шул ерҙәрҙә торғанлыҡтары тарих яҙыусылар тарафынан бәйән ителәлер. Башҡорттарҙы туғыҙынсы ғасырҙан башлап ғәрәп мөәррихтәре ҙекер итә башлайҙар һәм быларҙың Волга, Ҡама, Тубыл йылғалары араһында йәшәгәнлектәрен ҙекер ҡылалар. Мәҫәлән: туғыҙынсы ғасырҙағы ибн Дастә, унынсы ғасырҙағы ибн Фаҙлан, ун икенсе ғасырҙағы Идриси, ун өсөнсө ғасырҙағы Дәмәшҡи былар тураһында бик мөһим нәмәләр яҙғандар һәм урыҫ вә ифрәнж мөхәррирҙәре был әҫәрҙәрҙән бик күп файҙаланып, был әҫәрҙәргә төрлөсә шәрехтәр бәйләгәндәр.
     Иҫке замандарҙа Шәрҡи Азия вә Урта Азия сәхрәләрендә күсәбә хәлдә йәшәп, һуңынан араларынан Аттила, Сыңғыҙ, Аҡһаҡ Тимер кеүек олуғ әҙәмдәр зоһур итеп, бөтөн донъяны дәһшәткә һалған олуғ татар йәмәғәттәренең булғанлығы мәғлүмдер. Башҡорттарҙың да шул татар йәмәғәттәренән булған бер фирҡә булғанлыҡтары күп тарих ғалимдары тарафынан бәйән булыналыр. Флоренский әйтер: «Төрки ҡәбиләләре араһында өҫтән генә ҡарағанда айырма бик күптер, ләкин төрки ҡәбиләләре йөмләһенән булған татар вә башҡорт ҡәбиләләре араһында был ҡәҙәр ҙә ихтилаф юҡтыр. Затән был ике ҡәбиләнең һәр икеһе бер нәҫел вә бер енес була тороп, береһе татар вә береһе башҡорт тип исем алыуҙары үәзендәренең башҡалығынан вә йәхүд тарз мәғишәттәренең ихтилафынан ғына хасил булмыштыр». Витевский быға өҫтәп әйтер: «Флоренскийҙың әйткәндәре дөрөҫ булһа кәрәк, сөнки Ҡазан татарҙары менән Урал башҡорттары араһында ихтилаф бик аҙҙыр һәм ғилем тәшрих буйынса ҡаралғанда ла ағзалары бер-береһенә монасип күрелмештер. Нәсәп ғөләмәһе ҡаршыһында иң бөйөк дәлил ителгән тел берлеге быларҙа мөкәммәлдер. Зирә башҡорт теле менән Ҡазан татарының теле араһында башҡалыҡ юҡ тиерлек дәрәжәлә аҙҙыр. Былар араһындағы башҡалыҡ фәҡәт тарз мәғишәттә һәм бер аҙ ғилем, мәғрифәт вә һәнәр йәһәттәренәндер. Башҡорттарҙың тереклектәре бәдәүиәткә яҡын бер хәлдә булып, Ҡазан татарҙарының тереклектәре егерменсе ғасыр мәҙәниәтенә яҡын бер хәлдәлер. Башҡорттар ғилем вә һәнәр йәһәттәренсә бик кирелә булып, Ҡазан татарҙары быларға ҡарағанда яҡшы уҡ алға китмештәрҙер. Бер төптән вә бер нәҫелдән булған был ике таифә араһындағы ихтилафтар фәҡәт мәүҡиғтарының ихтилафынан ғына тыумыштыр, сөнки Ҡазан татарҙары күп ваҡыттарҙан бирле мәҙәниәт ғаләменә яҡын торғанлыҡтарынан, аҙ-аҙ ғына булһа ла ғилем вә һәнәр йәһәттәренсә алға китмештәрҙер һәм Ҡазан дәүләте урыҫтар тарафынан алынғандан һуң, татарҙар урыҫ мәҙәниәтенең тәхете тәьҫирендә ҡалмыштарҙыр, ләкин шул хәлдә башҡорттар ғаләм мәҙәниәткә йыраҡ булып, күршеләрендә ҡаҙаҡ вә ҡалмаҡ кеүек бәдәүи таифәләр булғанлыҡтан был ваҡытҡа ҡәҙәре бәдәүиәт ғаләменең тәхете тәьҫирендә ҡалмыштарҙыр. Аралашыуҙары һәм алыш-бирештәре һаман шулар менән булғанға ғилем вә һәнәр йәһәттәренсә алға китә алмағандарҙыр. Бына, бер атаның балаларынан булған татар вә башҡорттар араһындағы аҙ-маҙ башҡалыҡ фәҡәт шул йәһәттән генә хасил булмыштыр. Юғиһә, былар араһында башҡа йәһәттән төплө ихтилаф юҡтыр.
     Әбүл-Фида «Тәҡүим үл-бүлдән» нам әҫәрендә, Ҡәзүини «Ғәжәиб үл-мәхлүҡәт» нам әҫәрендә башҡорттарҙың төрки енесенән икәнлектәрен ҙекер итәләр һәм быларҙы башҡа башҡорттарҙың хәлдәренә мөтталиғ ғәрәп вә фарсы мөхәррирҙәре быларҙың төрк енесенән икәнлектәренә мөттафиҡ тиерҙәр.
     Болғар падишаһы Алмас үҙенең ойо йәмәғәттәре һәм әһле мәмләкәте менән бәрәһәр дин Исламды ҡабул иткәс, Хәлифә-и Ғәббәсиәнән Моҡтәдир Биллаһ быларға шәриғәт хөкөмдәрен өйрәтмәк өсөн 922 сәнәлә бер илсе һәйәте күндерҙе. Был илсе һәйәтенең сәркәтибе Әхмәт бин Фаҙлан ине. Әхмәт бин Фаҙлан әйләнеп ҡайтҡансы ниҙәр күргән булһа, барсаһын да яҙа барҙы. Әхмәт бин Фаҙлан юлда күргәндәре араһында башҡорттарҙы ҙекер итә һәм быларҙың төрки енесенән икәнлектәрен асыҡ итеп әйтә: «Сәфәребеҙҙә башҡорт исемле төрки ҡәбиләләренән береһенә осраныҡ. Быларҙан бик һаҡландыҡ вә ҡурҡтыҡ, сөнки былар төрки ҡәбиләләренең иң яуыздары вә ҡәбәхәттәрелер. Кеше үлтермәк былар ҡаршыһында һис нәмә түгелдер. Ҡаршыһына килгән бер әҙәмдең баш ҡапҡасын ҡуптара ла алып китә. Ул кеше шунда һәләк булып ҡала. Үҙҙәре һаҡалдарын китәрәләр, күлдәк-ыштандарындағы йөй араларынан беттәрен тештәре менән сүпләп ашайҙар. Беҙгә хеҙмәт итеүсе былар йөмләһенән бер исламға килгән кеше бар ине. Бер көндө ҡарап торам: был әҙәм күлдәгенән бетте алды ла тырнағына ҡыҫып үлтереп, һуңра теле менән ялап алды. Минең ҡарап торғанымды күргәс: «Аһ, яҡшы ла баһа», — тиеп ҡуйҙы. Быларҙың һәр бере ҙекер ҡәҙәрле бер ағас яһап янына таға. Сәфәргә йәхүд бер дошман ҡаршыһына китһә, шуға сәждә ҡылып: «Я-рабби, маҡсатымды бир!» — тиеп доға ҡыла. Был хәлде күргәс, тәржемәиемә: «Ник былай ҙекергә ғибәҙәт ҡылалар икән, быға дәлилдәре бармы икән?» — тип һорарға ҡуштым. Тәржемәием һорағас: «Был мине яратыусылыр, бынан башҡа яратыусыны мин белмәйем», — тип яуап ҡайтарҙы. Быларҙың бәғзеләре ҡыш өсөн бер илаһ, йәй өсөн бер илаһ, ямғыр өсөн бер илаһ, ел өсөн бер илаһ, ағасҡа бер илаһ, әҙәмгә бер илаһ, хайуандарға бер илаһ, һыуға бер илаһ, кискә бер илаһ, көндөҙгә бер илаһ, күккә бер илаһ, ергә бер илаһ, хайәткә бер илаһ иғтиҡад итәләр һәм быларҙың ғоманынса, күктәге илаһ барсаһынан олуғыраҡ булып, һәр эштә быларға кәңәш итәлер. Һуңра был ни эшләһә, башҡалары шуға разый булалыр. Башҡорттарҙың бәғзеләре йыланға, бәғзеләре балыҡҡа, бәғзеләре торнаға ғибәҙәт ҡылалар. Торнаға ғибәҙәт ҡылыуҙарының сәбәбен һорағас: «Бер ваҡыт дошмандарыбыҙ менән һуғышҡанда, дошмандарыбыҙ беҙҙе еңә башланылар, шул ваҡыт арттарынан торналар сығып ҡысҡырҙылар, һуңра улар еңелделәр. Дошмандарыбыҙҙың еңелеүҙәренә сәбәп булған өсөн, беҙ уны илаһ тип таныйбыҙ. Шул сәбәпле уға ғибәҙәт ҡылабыҙ, — тип яуап бирәләр».
     Башҡорттар шәрҡи вә ғәрби исемдәре менән икегә бүленәләр. Шәрҡи тип Урал әтрафындағы башҡорттар тәсмиә ителеп, ғәрби тип Австрияның бөйөк бер жөзөн тәшкил иткән ғилем, һәнәр вә сауҙа йәһәттәренсә бик тәррәҡи иткән венгр ҡәүеме тәсмиә ителә. Был хәлдә венгрҙар үҙҙәрен мадьяр, төркиҙәр мажар тип тәсмиә итәләр. Иҫке ислам мөәррихтәренең бәғзеләре һүнкәр, бәғзеләре мажғар, бәғзеләре мажғард, бәғзеләре башҡорт тип атап йөрөтәләр. Мажарҙар әүәлдәрҙә Урал тарафында булынып, бәшәнәктәр тарафынан тарлыҡ күреүҙәре сәбәпле 884 йылдарҙа Урал тарафынан Алмус исемле әҙәмдең ҡулы аҫтында күсеп киттеләр. Бик күп ваҡыттар йөрөгәндән һуң, Хәзәрстан менән сиктәш бер ергә урынлашып, Хәзәрҙәргә табиғ булып тереклек иттеләр. Бер нисә ваҡыттарҙан һуң был ерҙе Алмустың урынына ҡалған Либидияс исемендәге башлыҡтарына нәсәбәт менән Либидия тип атап йөрөттөләр. Бер нисә ваҡыттарҙан һуң бәшәнәктәр шәреҡтән ғәрпкә күсеп килеп, мажарҙарҙы йәнә ҡыҫа башла-нылар. Мажарҙар йәнә был ҡыҫыуға сыҙаша алмай, Либидиястың ҡулы аҫтында Атилкус исемле ергә күсеп киттеләр. Бәшәнәктәр һәр ваҡыт хәзәрҙәр менән һуғышып торорҙар ине. Шул сәбәпле хәзәрҙәр бәшәнәктәргә ҡаршы мажарҙар менән иттифаҡ яһанылар. . Был ваҡытҡа ҡәҙәре мажарҙарҙың даими хакимдары юҡ ине. Алмус менән Либидияс ваҡытлы ғына хакимдар ине. Хәзәр падишаһы дошманға ҡаршы тороуҙа йәплерәк булһын өсөн мажарҙарға даими бер хаким билгеләүгә тәклиф итте. 
хазар падишаһының күрһәтеүе менән Либидиясты хаким — падишаһ итмәк булдылар. Ләкин Либидияс, һис балаһы булмағанлыҡтан быны ҡабул итмәне. Үҙе урынына Алмустың улы Арпадты күрһәтте.         Мажарҙар бер ауыҙҙан Арпадты үҙҙәренә падишаһ ҡылып тәғәйен иттеләр. Ләкин ни сәбәп менәндер Атилкуста ла күп тормайса, унан һуң хәҙерге урындары Венгрияға барып ирештеләр. Мажарҙар тураһында бик асыҡ итеп бәйән иткән иҫке ислам мөәррихтәренең бере ибн Даста булып, ул әйтер: «Мажар ерҙәре бәшәнәк ерҙәре менән һәм Эсегел болғарҙарының ерҙәре бер яҡтан сиктәштәр. Мажарҙар төрки енесенән булып, башлыҡтарының исеме Жилә вә ләҡәбе «ҡушаматы» Кәндәлер. Һуғыш ваҡыттарында егерме мең атлы ғәскәр йыйырға хәленән киләлер. Кәрәк һуғыш ваҡыттарында вә кәрәк башҡа ваҡыттарҙа булһын, мажарҙар башлыҡтарына бик итәғәтлеләрҙер. Үҙҙәре сатырҙарҙа тереклек итеп, хайуандары өсөн яҡшы үләнле ерҙәрҙе эҙләп бер ерҙән икенсе ергә күсеп йөрөрҙәр. Ерҙәре бик киң булып, бер сиге Рум диңгеҙенә (Ҡара диңгеҙ) ҡәҙәр барып етәр. Был диңгеҙгә ике йылға ағып, бының береһе Жәйхун йылғаһынан да олуғыраҡтыр. Мажарҙар шул ике йылғаның аралығында тереклек итерҙәр. Ҡыш яҡын-лашты иһә, һәр береһе үҙенең торған еренә яҡыныраҡ, шул ике йылғаның береһе янына күсеп китерҙәр һәм шул йылғанан балыҡ аулап, яҙға ҡәҙәр ғүмер кисерерҙәр һәм башҡа ергә ҡарағанда мажарҙар өсөн бында ҡыш үткәрмәк муафиҡлылыр. Мажар ерҙәре бик ағаслы вә һыулы булғанлыҡтан, ратубәтлелер. Иген икмәктәре бик күптер. Мажарҙар күршеләрендә булған славян таифәләренә хужалыҡ ҡылырҙар, быларға бик ауыр налогтар һалып, тотҡондарға ҡылған мөғәмәлә менән мөғәмәлә ҡылырҙар. Мажарҙар уттарға ғибәҙәт ҡылырҙар һәм даимән славяндар менән һуғыш ҡылып, быларҙан күп тотҡондар алырҙар. Был тотҡондарҙы диңгеҙ буйы менән Рум еренә барып, Кәрх исемендәге пристангә илтеп һатырҙар. Риүәйәт ителгәненә күрә, элекке ваҡыттарҙа хәзәрҙәр мажарҙарҙан вә быларға башҡа күрше таифәләрҙән һаҡланыу өсөн әтрафтарына хәндәҡтәр каҙмыштарҙыр. Мажарҙар тотҡондар менән Кәрх пристаненә ирешкәс, румдар (гректар) ҡаршы сығарҙар һәм шунда баҙар яһап, тотҡондарҙы румдарға биреп, алмашына ҡәтифәләр, йөндән яһалған сыбар балаҫтар вә башҡа тауарҙар алып китерҙәр». Ибн Дастаның был һүҙҙәре мажарҙар Атилкустан хәҙерге урындарына күсмәҫ борон яҙылмыштыр. Сөнки ибн Дастаның «Ҡара диңгеҙгә ҡоя торған ике йылға араһында торалар» тигән һүҙҙәрендәге йылғаларҙан мурады Дунай вә Днестр йылғалары булып, Атилкустан мурады хәҙерге Бессарабия мәмләкәтелер. Мажарҙар хәҙерге башҡорттар менән бер нәҫел булыу ғына түгел, хатта Урал тирәләренән китмәҫ борон шул башҡорттарҙың бер жөзөн тәшкил итмештәрҙер. Ун икенсе ғасыр сәййәхтәре башҡорт теле менән мажар теле араһында һис бер йәһәттән айырма тапмамыштарҙыр, шуның өсөн Башҡортостанды «Олуғ Венгрия» тип атап йөрөтмөштәрҙер. 1849 йылда венгрҙарҙың Австрияға ҡаршы баш күтәргән ваҡыттарында, Австрияға ярҙам өсөн Русиә дәүләте ғәскәр күндергән ине. Был ғәскәрҙәр араһында башҡорттарҙың ватандаштары булған Урал казактары ла бар ине. Был казактар венгрҙарҙы күреү менән бик оҡшағандары өсөн быларҙы башҡорттар тип атамыштар һәм һуғыштар баҫылып ватандарына ҡайтып киткәнсе быларҙы башҡорттар тип атап йөрөтмөштәрҙер.
     Урал башҡорттары мосолман булған кеүек мажарҙар араһында ла үткән заманда әһле ислам булыуынан хәбәр бирәләр. Был турала Яҡут Хәмәүи үҙ тарафынан шуны яҙа: «Хәлеб шәһәрендә башҡорт исемендә бер таифә күрҙем. Тәндәре вә сәстәре ҡыҙғылт булып, имам Әбү Хәнәфиә мәҙһәбе үзрә булған ғилем фиҡһыны тәхсил итәләр. Быларҙың береһенән үҙҙәренең вә шәһәрҙәренең хәлдәренән һораштым. Миңә әйтте: «Шәһәрҙәребеҙ Ҡанстантинияның (Истанбул) артында һүнкәр тигән ифрәнж мәмләкәтендәлер, һүнкәр тигәне венгрҙыр. Беҙҙәр утыҙ ҡәрйә ҡәҙәре әһле ислам булып, барсабыҙ шул Һүнкәриә тигән ифрәнж падишаһына табиғтарбыҙ. Ҡәрйәләребеҙҙең һор береһен бер кескенә шәһәр тимәк мөмкиндер.
     Падишаһыбыҙ беҙҙең баш тартыуыбыҙҙан ҡурҡып, шәһәрҙәребеҙҙең әйләнәләренә крепостар яһарға ихтыяр бирмәйҙер. Беҙҙәр христиан шәһәрҙәренең урталығындабыҙ. Төньяғыбыҙҙа тоташ ыслав шәһәрҙәре булып, жәнүб тарафыбыҙҙа Папа (хәҙерге Италия) шәһәрҙәрелер, ҡояш батышы яғыбыҙҙа Әндәлес шәһәрҙәре булып, ҡояш сығышы тарафыбыҙҙа Ҡанстантиния мәмләкәтелер. Беҙҙең телебеҙ һәм ҡиәфәтебеҙ ифрәнжсәлер. Былар менән берлектә ғәскәрлек хеҙмәте итәбеҙ һәм былар менән берлектә дошманға ҡаршы тороп, һуғыш ҡылабыҙ, сөнки былар һәр ваҡыт исламға дошман ҡәүем менән генә һуғыш ҡылалар», Һуңра мин ғәжәпһенеп был ҡәҙәре ҡафыр араһында нисек былар ғына мосолман булып ҡалыуҙың сәбәбен һораным. Ул миңә әйтте: «Ҡарттарыбыҙҙан ишетеүебеҙгә күрә, элекке замандарҙа беҙҙең еребеҙгә Болғар еренән ете мосолман килеп, беҙҙең еребеҙҙә торғандар һәм әкренлек менән беҙҙең заләләттә икәнебеҙҙе төшөндөрөп, беҙҙе дин исламға кереткәндәр. Бына шул ваҡыттан беҙ мосолман булып ҡалғанбыҙ. Беҙ был шәһәрҙәргә килеп, ғилем фиҡһыны тәхсил итәбеҙ. Ҡасан тәхсил итеп шәһәрҙәребеҙгә ҡайтһаҡ, халҡыбыҙ беҙҙе хөрмәт итәләр һәм беҙҙәрҙе дин башлыҡтары ҡылалар», һуңра мин: «Ни өсөн һаҡалдарығыҙҙы китәрәһеҙ?» — тип һораным. Миңә: «Беҙ ғәскәрибеҙ, беҙҙең ғәскәриҙәребеҙ һаҡалдарын китәрәләр һәм ифрәнж кейемдәрен кейәләр. Әммә ғәскәр хеҙмәтендә булмағандарыбыҙ улай итмәйҙәр», — тине. һуңра: «һеҙҙең шәһәрҙәрегеҙ бынан йыраҡмы?» — тинем. Ул әйтте: «Истанбулға ике ай ярымлыҡ юлдыр. Истанбулдан һуң йәнә шул ҡәҙәре барҙыр». Хәмәүи һүҙе тамам.
     Был заттың әйтеүенә күрә, был мосолмандар мажарҙар менән бер енестәндер, ләкин хәҡиҡәт хәл улай булмайса, ни ҙә булһа бер сәбәп менән был мосолмандарҙың ситтән килеп ерләшкән әҙәмдәр булыуы Аурупа ғөләмәһе тарафынан бәйән ителәлер. Яҡут Хәмәүи менән һөйләшкән шәкерттәрҙең үҙҙәрен башҡорттар тип тәсмиә ҡылыуҙары фәҡәт ғәрәптәр ҡаршыһында башҡорттар тип танылған ҡәүемдәр араһында тороуҙары йәһәтенән генә булыуы ғоман ҡылыналыр. Бәғзе Аурупа мөәррихтәре тарафынан был мосолмандар хаҡында ошондай хәбәр биреләлер: мажар ханы Таҡсун ваҡытында Венгрияға Билла, Баксу исемле ике туғандың ҡул аҫтарында бер фирҡә болғар мосолмандары килделәр. Бынан һуң күп тә үтмәне, Хөсәйен исемендәге йәнә бер өйҙөң ҡулы аҫтында икенсе бер фирҡәһе килде. Мажарҙар быларҙы яҡты йөҙ менән ҡабул итеп, Дунай йылғаһы буйында ер бирҙеләр. Болғар мосолмандары шунда ерләшеп, Пешт исемендә бер шәһәр ҡорҙолар вә быларҙы гәһан болғарҙар тиеп, вә гәһан мосолмандар тип атап йөрөттөләр. Был мосолмандарҙың үҙ ерҙәрен ташлап, был ергә килеүҙәренә сәбәп Святослав ваҡытында, 968 сәнәлә урыҫтарҙың Болғарға барып үлтереп вә талап йөрөүҙәре булмыштыр. Һуңға табан был мосолмандар Венгрияла мал вә дәүләт йәһәттәренсә бик ҙур урындар тотмоштарҙыр. Был мосолмандарҙы ун дүртенсе ғасыр урталарына ҡәҙәр Венгрияла булғанлыҡтары мәғлүм иһә лә һуңғы хәлдәре мәғлүм түгелдер.
     Бына Яҡут Хәмәүи вә башҡаларҙың башҡорттар тип атап йөрөткәндәре мосолмандар шуларҙыр. Күп ғәрәп мөәррихтәре Азияла ҡалған башҡорттар менән Аурупаға киткән башҡорттар араһын айырмай, икеһен бер хисап итеп йөрөтәләр. Мәҫәлән, ибн Сәид: «Башҡорт ере етенсе әҡлимдә ваҡаиғ», — тиер. Бынан маҡсат, әлбиттә, Урал тирәләрелер. Йәнә шуның артынан уҡ: «Башҡорттар төрки енесенән булып, немецтар менән күрше торалар вә күршелек тәьҫире менән немецтарҙан христианлыҡты ҡабул иткәндәр», — тиҙер. Бынан маҡсат шөбһәһеҙ мажарҙарҙыр. Хәлбуки, ибн Сәид быларҙың араһын айырмай, һәр икәүһен бер хисап итеп йөрөтмештер. Яҡут Хәмәүи «Мүғжәм үл-бүлдәндән»: «Башҡорт ерҙәре Истанбул менән Болғарстан араһында ваҡаиғ», — тиер. Бынан маҡсат шөбһәһеҙ Аурупалағы башҡорттарҙыр. Хәмәүи йәнә шул уҡ башҡорттар тип ғоман итеп ибн Фаҙлан рисәләһенең башҡорттарға ғаид ҡыҫымын күсерәлер. Хәлбуки, ибн Фаҙлан ҙекер иткән башҡорттар үҙҙәренең Урал тауҙарын үтеп, шәһри Болғарға барған ваҡытта күргән башҡорттар ине.
     Рума папаһы тарафынан Бату ханға христиан динен тәҡдим өсөн барған миссионер Карпини сәфәрендә башҡорттарҙы күргән һәм быларҙың мажарҙар менән бер енестән икәнлектәрен бәйән итеп, башҡорт вә мажар телдәре араһында һис айырма юҡлығын бәйән иткән. Шуға күрә Карамзин иҫке башҡорт теле менән хәҙерге мажар теле араһында айырма юҡлығын, башҡорттар татарҙар ҡулы аҫтына кергәс кенә үҙ телдәрен ҡуйып, татар телен ҡабул иткәнлектәрен ҙекер итә. Ләкин, хәҡиҡәт хәл бының киреһенсәлер, сөнки мөҡәдимдәге мажар теле хәҙерге башҡорт теле кеүек төркисә булмыштыр. Һуңға табан ғына был телдәрен юйып, хәҙерге телдәрен ҡабул итмештәрҙер. Быға иң ҡеүәтле дәлил ун дүртенсе ғасырға ҡәҙәр мажарҙарҙың уҡыла торған доғаларының төркисә булыуылыр.
     Инде киләйек башҡорт вә мажар исемдәренә. Был ике исем араһында һәр ни тыштан ғына ҡарағанда бер ҙә мөнәсәбәт юҡ кеүек күренһә лә, әммә хәҡиҡәт хәлдә был ике ләфз һәр икеһе бер төптән тыумыштарҙыр. Сөнки, унынсы ғасырҙағы Мәсғүди быларҙы бажғард тип атайҙыр. Тимәк, быларҙың иң иҫке исемдәре бажғардтыр. Һуңға табан был исем икегә үҙгәреп, шәреҡтә был исемдән бажғард, башҡард, башҡарт, башҡорт ләфздәре хасил булмыштыр. Ғәребтә иһә «б» хәрефе еренә «м» хәрефе ҡуйылып вә «д» хәрефе бөтөнләй ҡалдырылып, мажғар булып ҡалмыштыр. Йәнә һуңыраҡ мажғар ләфзе мажарға үҙгәртелеп, мажарҙан мадьяр ләфзе хасил булмыштыр. Урыҫ мөәррихтәре был ҡәүемде башҡорт тип атауға төрлөсә үәжеһтәр бәйән итәләр. Бәғзеләре элек тә: «Былар бал ҡорто аҫрап тереклек иттеләр, шул мөнәсәбәт менән башҡорт тип тәсмиә ителделәр», — тиерҙәр вә бәғзеләре: «Башҡорттар Алтын Урҙа хөкүмәтенә табиғ ваҡыттарында Алтын Урҙа хөкүмәте үҙенең ғәҙәтенсә башҡорттарға бүре башы ғәләмәте бирҙе. Башҡорттар быны әләмдәренә флаг ҡуйып һәм башҡа нәмәләрҙә милли ғәләмәт ҡылып йөрөттөләр. Шул мөнәсәбәт менән «баш бүре» йәхүд «бүре баш» мәғәнәһендә булған башҡорт исеме менән аталып киттеләр», — тиерҙәр. Ләкин башҡорт вә мажар ләфздәренең ҡайҙан алынғанлыҡтарын вә быларҙың төбө нисек булғанын яҡшылап белгәс, тәүжиһтәргә шаид зиһен китмәһә кәрәк.
     Унынсы ғасыр ибтидаларына ҡәҙәр башҡорттар, ғөмүмән, тиерлек мәжүсиәттә булып, фәҡәт аҙ-маҙ ғына дин ислам араларына таралмаға башламыштыр. Бәғзеһе хайуандарға ғибәҙәт итеп, бәғзеһе ун ике илаһҡа иман килтермештәрҙер. Мәҫәлән: ҡыш, йәй, ямғыр, ел, нәбатат, һыу, хайуан, көн, төн, ер, тереклек, үлем. Быларҙың һәр бере өсөн бер илаһ иғтиҡад итмештәрҙер. Хатта бик аҙ ғына мөҡәддәм башҡорттарҙа мәжүсиәт ваҡытынан ҡалған әҫәрҙәрҙе күрмәк мөмкин булған. Мәҫәлән, йәш килен кейәү йортона килеп төшкәс тә шул ерҙәге тауҙарға, йылғаларға, мәшһүрерәк ерҙәргә, ҡайнатаға, ағастарға, үлгән ҡарттарға, башҡа шул ерҙең иғтибарлы кешеләренә теҙ сүкмәк вә сәждә ҡылмаҡ тейешле булған һәм бәғзеләренең әйтеүенә күрә, башҡорттарҙың яҙ көндәрен артыҡ тәғзимләүҙәре лә шул мәжүсиәттән ҡалған. Волга болғарҙары унынсы ғасырҙа үҙҙәре исламиәтте ҡабул иткәс, үҙҙәренә табиғ башҡорттарға ла был мөбәрәк динде ҡабул иттереүгә ижтиһад иткәндәр һәм бөтөнләй үк булмаһа ла бер аҙ исламиәт орлоғон сәсеүгә муафиҡ булғандар. Һуңра Алтын Урҙа хөкөмдарҙарынан Бәркә хан 1266, Үзбәк хандар 1341 башҡорттар араһына исламиәтте нәшер итеүгә тырышҡандар һәм былар тамамы менән муафиҡ булып, бөтөн Башҡортостанға исламиәтте ерләштергәндәр. Волга болғарҙары исламиәтте ҡабул иткәс, әхкәм исламиәне яҡшылап өйрәтеү өсөн хәлифә Мөҡтәдир Биллаһ тарафынан Болғарға бер илсе Һәйәте күндерелгәне мәғлүмдер. Шуның кеүек башҡорттарға ла дин исламды өйрәтеү өсөн ислам мәмләкәттәренән ғөләмә килгәнлеге ҙан ҡылыналыр. Был йөмләнән береһе Уфанан илле саҡрым мосафәдә Шишмә ҡәрйәһенең яҡынында мәдфүн Хөсәйенбәктер. Был әҙәмдең Төркөстандан бында килеп, 76 йәшендә 444 йылда донъя ҡуйғанлығы ҡәбер ташында яҙылмыштыр. Риүәйәттәргә күрә, был әҙәм Урта Азия хандары тарафынан исламиәттәре зәғиф булған нуғайҙарға динде яҡшылап өйрәтеү өсөн вә башҡорттарҙы мәжүсиәттән исламиәткә керетеү өсөн был ергә күндерелмештер. Шул сәбәпле, урыҫ мөәррихтәре был әҙәмде мосолман миссионеры тип тәсмиә итмештәрҙер. Златоуст әйәҙендә Кошелевка йылғаһының яҡынында Соҡор исемле тауҙың башында тупраҡтан өйөп яһалған бер вал булған. 1868 йылда был вал — стена емерелеп аҫтынан бер нисә баҡыр аҡса табылған. Был аҡсаларға мосолманса «Бүләнд Хәүҡәнд» тип яҙылған. Шул сәбәпле бәғзеләр башҡорттарҙы исламиәткә керетеү өсөн Хәүҡәнд еренән дә мосолман миссионерҙары килгәнлеген ғоман итәләр. Башҡорттар фекер йәһәтенсә бик сикле булып, һис ваҡытта бер кем тарафынан да быларҙың аҡыл вә фекер тәрбиәһенә әһәмиәт биргәндәре юҡтыр. Башҡорттарҙың иҫке ғәҙәттәрендә фәҡәт өс төрлө нәмәне өйрәнмәк лазым булып, ғилем даирә¬ләре шуға сикләнеп ҡалмыштыр: бәғзе йондоҙҙарҙың исемдәрен белмәк вә файҙаларын өйрәнмәк, иҫке хандар хаҡында булған риүәйәттәрҙе белмәк һәм батырҙар хаҡында һөйләнгән бәғзе бер тарихи шиғырҙарҙы хифзы итмәк. һәр бер башҡорт үҙенең ырыуын вә ҡайһы ханға мәнсуб икәнен белмәк. Башҡорттар араһында бәғзе шиғырҙар барҙыр ки, көйөнөң матурлығы йәки бик нескә хиссиәткә малик булыуы йәһәтенсә бөтөн башҡорт араһында мәҡбул булмыштыр. Был йөмләнән береһе «Ашҡаҙар» көйөлөр ки. Был көй бер башҡорт ҡыҙы тарафынан Ашҡаҙар йылғаһына батып үлгән үҙенең һөйөклө егетенең ядына сығарылмыштыр. Башҡорт араһында батырҙарҙың ғәҙәттән тыш батырлыҡтарын әйтеп һөйләгән шиғырҙар, көй менән хан улдарына ҡылынған нәсихәттәр бик күптер. Бының менән батырҙарҙың мәшһүрҙәре «Сура батыр», «һары Мәркәс улы» вә ғәйреләрҙер хаҡында бик күп шиғырҙар һөйләнгән әҙәмдәрҙең береһе — Салауат Юлаевтыр. Был шиғырҙарҙа Салауатты егерме йәшендә үк бик ҙур дәрәжәгә менеүе, Пугачевтың бригадиры булып, башына ҡамсат бүрек кейеүе, үткер ҡылыс тотоп меңдәрсә кешеләрҙең баштарын өҙөүе ҙекер ителмештер. Хатта бәғзе шиғырҙарҙа Салауатты пәйғәмбәрлек дәрәжәһенә еткереп мәдех ҡылынмыштыр. Был шиғырҙар урыны менән яҙғы йыйындарҙа оло вә кесе тарафынан уҡылырҙар һәм барса башҡорттар быны ишетеп, ғәҙәттән тыш ләззәт алырҙар, һуңғы ваҡытта башҡорттарҙан етешкән шағирҙарҙың береһе Әбелмәних бин Әбелфәиздер. Ҡарғалы ҡасабаһында донъяға килеп, Мөхәммәтйософ исемендәге Бохара ханының илсеһе менән Истанбулға солтан хозурына бармыштыр. Унда эштәре тамам булғандан һуң Мәккәгә барып 1231 йылда хәж ҡылмыштыр. Был сәфәренән ҡайтып, 1240 йылда йәнә хәж ниәте менән сәфәр итеп, ҡырҡ йәшендә юлда донъянан үтмештер. Баҫылған бер төрки диуаны булып шиғырҙары фасих вә ләзиздер. Был шиғырҙарында Бәйтуллаға хаж ҡылғанлығын, пәйғәмбәребеҙҙең мөҡәбәрәһен зыярат иткәнлеген ҙекер итмештер. Йәнә мәғруф шағирҙарҙан береһе һибәтулла бин Сәидбаттал хәҙрәттәрелер. Мәржәни хәҙрәттәре бының тураһында: «Был әҙәм Һибәтулла ишан Ҡарғалы тип мәғруфтыр. «Мәжмүғ әл ләтаиф вә әл әҙәб» нам мәуағиз вә нәсаихкә мөш- тәмәл яҡшы би мәғәнә вә сахих әл мәзамин төрки лисанында мәнзумалары барҙыр», — тиер.
     Урыҫса әҫәрҙәрҙә: «Бының шиғырҙары үҙ ғасырындағы башҡорт ғәскәренең рәистәрен мәдех вә ҫәна ҡылыуҙан ғибарәт ине гәһан урыҫ түрәләренә лә мәдех ҡылып шиғырҙар һөйләмеш ине», — тип ҙекер ителмештер. Урыҫ мөәррихтәре быны башҡорттан хисап итмештәр иһә лә Мәржәни хәҙрәттәре ни сәбәпкә мәбәниҙер, быны болғар төркиҙәренә нәсәбәт бирмештер. Йәнә башҡорттарҙың мәғруф әҙәмдәренән береһе Тажетдин Ялсығоловтыр. Был әҙәм суфый Аллаһияр хәҙрәттәренең — «Ҫөбат әл-ғажизин» исемле әҫәренә бер шәрех яҙып, был шәрехте үҙенең Ғәзизә исемендәге һөйөклө ҡыҙына мөнәсәбәтле «Рисәлә-и Ғәзизә» тип исем ҡуймыштыр.
     Иҫкелә башҡорттарҙың өй эсендәге тереклектәре бик тәклифһеҙ ине. Урман эсендәге башҡорттар бал ҡорто аҫрау менән, ҡырҙағы башҡорттар мал-тыуар аҫрау менән тереклек итәләр ине. Тижарәт вә сәнәғәттең ни икәнен дә төптән хәбәрҙәре юҡ ине. Буш ваҡыттарында ҡырғыҙ вә ҡалмаҡ таифәләренә барып-барып талайҙар ине. Бынан һуң ҡырғыҙ вә ҡалмаҡтар ҙа башҡорттарҙы таларға керешкәндәр ине. Шул сәбәпле бөрйән башҡорттары үҙҙәренең төп ерҙәрен ташлап Өршәк, Көгәнәк йылғаларының тирәләренә килеп ерләшергә ихтыярһыҙ булғандар ине. Ҡалмыҡ вә ҡырғыҙ таифәләренең талауҙары тураһында башҡорттар араһында шундай хикәйәләр ҡалған: «Гүйә, бер ваҡыт мең ҡәҙәре ҡалмыҡ талау ниәте менән башҡорттарға һөжүм иткәндәр, ләкин ни хәтле тырышып ҡараһалар ҙа булдыра алмағандар, һуңра төн үткәрмәк ниәте менән ҡалмыҡтар Торатау исемендәге бер тауҙың тирәһендә оло бер күлдең әйләнәһенә килеп ерләшкәндәр. Башҡорттар аңһыҙҙан быларға һөжүм итеп, бер данаһын ҡалдырмай үлтереп бөтөрөп, барсаһын күлгә ырғытҡандар. Шул сәбәпле был күл Меңҡалмыҡ күле тип аталып ҡалған».
     Ҡатын-ҡыҙҙарҙың йорт эшенән бушағас, иң һөйөп эшләгән эштәре сигеү, туҡыу кеүек ҡул эштәре бул-мыштыр. Ҡул эштәренән иң маҡтаулы эштәре ебәк йәки йөн менән сиккән үҙҙәренең буяҡ исемендәге милли буяуҙары менән буяған киндер сәкмәндәре булмыштыр. Был буяҡ исемендәге буяуҙары, фабрика буяуҙары бик таралыу сәбәбенән, һуңғы ваҡыттарҙа юҡҡа сыҡмыштыр. Фәҡәт ҡатай башҡорттарында ғына аҙ-маҙ ҡалдығы ишетелмәктәлер. Бынан һуң иғтибарлы ҡул эштәренән ҡашмау менән мәрйен теҙеп эшләгән түбә исемендәге баш кейемдәрелер һәм ҡашмауҙың түбәнге яғынан бәйләү өсөн һараус исемендәге ебәк менән сиккән бер таҫмалары ла барҙыр.
     Башҡорт ҡыҙҙарының һәр төрлө сигеү эштәренә хас исемдәр барҙыр. Мәҫәлән, сигеү эшенең бер төрлөһөн манара, бер төрлөһөн тәкә мөгөҙө тип атап йөрөтәләр. Иҫке ваҡыттарҙа үҙ ҡәбиләһенән, ырыуынан ҡыҙ алмаҡ башҡорттар ғәҙәтенсә бик ҙур ғәйеп һаналмыштыр. Был эшкә батырсылыҡ ҡылған әҙәмде йә үлтергәндәр вә йәки ҡатынын ҡулынан алғандар. Килмәт исемендәге бер хан үҙ ҡәбиләһенән ҡыҙ алған ине, шул сәбәпле башҡорт араһында ҙур һуғыштар сыҡты вә күп халыҡтар үлтерелде. Фәҡәт бер нисә ваҡыттарҙан һуң аҡыллы башҡорттарҙың ҡатнашыуы менән генә баҫылып ҡалды. Башҡорттарҙың иң ҡыҙыҡ ғәҙәттәренең береһе, әгәр ҙә бер әҙәмдең балаһы тормай торған булһа, һуңғы балаһын аттан имеҙҙерә ине, сөнки үҙҙәренең ғоманынса, ат имгән бала, гүйә, оҙаҡ йәшәй, имеш. Башҡорт хандарынан береһе шулай ат имсәге имеп тәрбиәләнгәнлегенән Бурнаҡ тип аталмыш ине. Бурнаҡ — ат улы тимәктер.
     Аңлашылғанына күрә, Русиәгә табиғ булыуҙан элек башҡорттар барсаһы олуғ ханға табиғ булған ваҡ-ваҡ бейҙәр вә хандар тарафынан идара булынмыштарҙыр. Был хандар урынына ҡарап аҙ ҙа һәм күп тә булмыштарҙыр. Элекке хандың ир балаһы кәрәк ни ҡәҙәре генә булһа ла булһын, үҙенән һуң барсаһы хан булғанлыҡтарынан, хан балаһы күп ҡалһа — хандар күп булмыштыр. Әгәр элекке хандың балаһы аҙ булһа — хандар аҙ булмыштыр. Мәҫәлән, Табындағы хандар бер ваҡыт ун етегә ирешмештер. Шуның өсөн дә «ун ете ҡәрендәш табын» тигән исем бирелмештер. Был ваҡыт хандарҙың үҙҙәренә махсус ерҙәре һәм риғәйәләре булған. Был ханлыҡты икенсе ханлыҡтан айырып йөрөтөүгә уңай булһын өсөн, һәр береһенә олуғ хан тарафынан бер ҡош, ағас, тамға, бер ләҡәп бирелгән. Мәҫәлән, Ағиҙел тирәһендә күсеп йөрөүсе Йомран-Табын ырыуының ханына ғәләмәт өсөн ҡоштарҙан — ҡарағош, ағастан — артыш, тамғанан — ҡабырға тамға, ләҡәптән — салауат ләҡәбе бирелгән ине һәм Сыңғыҙ хан олуғ нуғай ханы Ураҙбайға ҡоштарҙан — һөдһөд (урыҫса — удод) ҡошон, ләҡәптән — Шәйхғәли бей ләҡәбен биргән ине. Башҡорт ханлыҡтарынан береһе Уфа ханлығы ине. Хәҙерге Уфа шәһәренең яҡынында заманаһына күрә олуғ маҡтаулы Уфа исемендә бер шәһәр булып, хандар шунда торорҙар ине. Уфа хандарының иң һуңғыһы Түрә баба Таукәлүс (Түкләс) исемендә булып, Уфа Иҙеленең Ағиҙелгә ҡойған ерендәге бер морононда бина ҡылынмыш крепость та торор ине. Хәҙерге хәлдә был ер Уфа шәһәре яҡынында «Чертово городище» тип йөрөтөлмәктәлер. Дошман килеп баҫҡан ваҡытта әҙер булып торһон өсөн хандың был крепостан Уфа Иҙеленә сыға торған йәшерен юлы ла булмыштыр.
     Башҡорттарҙың һис бер ваҡыт мөстәҡил дәүләт тәшкил итә алғандары тарих буйынса мәғлүм түгелдер. Һәр ни эске идаралары үҙ ҡулдарында булмыш иһә лә Алтын Урҙа хөкүмәте бар ваҡытта Алтын Урҙа хөкүмәтенә, был мөнҡариз булып Казан дәүләте майҙанға килгәс, Ҡазан дәүләтенә табиғ булмыштаҙыр. Ҡазан дәүләте мөнҡариз булғас, йорт башынан аҙ ғына миҡдарҙа бирге (налог) бирмәк шарты үзрә үҙ ихтыярҙары менән Русиә тәбәғәлеген ҡабул итмештәрҙер. Ғариз итәғәт өсөн һәр ырыуҙан Иван Грозныйға кешеләр һайлап күндермештәрҙер. Иван Грозный ҙа быға мөҡәфәт булараҡ «дошмандарынан һаҡлау, ерҙәренә теймәү» менән вәғәҙә ҡылып, үҙ ҡулынан инабат ҡағыҙы бирмештер.
     Сибириә хандары бер тарафтан, ҡаҙаҡтар икенсе тарафтан башҡорттарҙы һәмишә рәхәтһеҙ итеп торорҙар ине. Мәркәздән бик йыраҡ булыуҙары сәбәпле, хөкүмәт эсендә быларҙы һаҡламаҡ уңайлы түгел ине. Һәр ни, башҡорттар хәсән ихтыярҙары менән Русиә тәбәғәлеген ҡабул иткәндәр иһә лә, хөкүмәт быларҙың үҙ тарафтарынан да бер аҙ шөбһәлә ине. Башҡорттар башта ҡабул ителгән яһаҡты, йыраҡлыҡ сәбәпле, Ҡазан шәһәренә алып барып түләргә ауырһыналар ине. Бына шул, юғарыла әйтелгән сәбәптәр өсөн хөкүмәт башҡорт ерҙәренә шәһәрҙәр вә крепостар бина итеүгә вә бында даими һаҡсы ғәскәрҙәр тотоуға ҡарар биргән ине. Ләкин яңы ғына тәбәғәлек ҡабул иткән вә тейешенсә һаналып етмәгән бәдәүи ҡәүемдәрҙең кәйефһеҙләнеп китеүҙәрен уйлайҙар ине. Шул сәбәпле был ҡарарҙы бер аҙ кисектерергә тейеш күрелгән ине. Бер аҙ ваҡыттан һуң, ерҙәренә шәһәрҙәр бина итеүҙе башҡорттарҙың үҙҙәре истәгәнлек аңлашылды һәм хөкүмәттең дә истәгәне күптән шулай булғандан, шул хәлдә үк эшкә керешелеп, 1552 йылда Бөрө (Бирек) шәһәре, 1557 йылда Уса шәһәре, 1584 йылда Минзәлә шәһәре, 1586 йылда Уфа шәһәре бина булынды. Уфа шәһәренең бина булыныуына эҫтәре бошоп, Аблай менән Тәүкил ғәскәр менән килеп, бының бинаһына ҡаршы тороуҙы истәгәндәр. Ләкин маҡсаттарына ирешә алмай, Уфанан ун биш саҡрым ерҙә ғәскәрҙәре еңелеп, үҙҙәре әсир төшөп, Мәскәүгә күндерелгәндәр.
     Был шәһәрҙәр бина булынып бөткәс, ун алтынсы ғасыр һуңдарына табан ғәскәрлек сифаты менән шәһәрҙәргә вә әйләнәләренә урыҫтар һижрәт итергә башлағандар һәм ун етенсе ғасыр эсендә Занецск, Новошишинск һәм Билярск ҡасабалары ла бина бу-лынып был тарафтарға урыҫтар һижрәт иткәндәр. Русиә эҫтәренән һижрәт ни ҡәҙәре күп булып торһа ла башҡорт сәхрәләре бик киң булғанлыҡтан, ҡыҫынҡылыҡ ул ҡәҙәр тиҙ һиҙелмәне. Фәҡәт ун һигеҙенсе ғасыр баштарында ғына тарайыуҙар беленә башланы. Бының менән бәрәбәр башҡорттарҙа ла тынысһыҙлыҡ ғәләмәттәре аңлана башланы. Шул сәбәпле хөкүмәт халыҡты башҡорт ерҙәренә һижрәттән рәсми сүрәттә маниғ ҡылып, фармандар таратты, һәр ни, хөкүмәт тарафынан рәсми сүрәттә маниғ булды иһә лә Русиә эҫтәренән һижрәт бөтөнләй үк туҡталмайса, һәмишә аҙ-аҙ ғына була торҙо. 1719 сәнәлә Минзәлә, Силәбе, Заинск өйәҙҙәренә башҡа ерҙәге мөһәжир урыҫтарҙың хисаптары алынды. Барыһының хисабы 1198 өйҙән ғибарәт икәне мәғлүм булды.
     Ихтыярлы әҙәмдәр башҡорт ерҙәренә күскән кеүек, ни ҙә булһа бер ғәйебе сәбәпле, Русиәлә тороуы мөмкин булмаған һәр әҙәм Башҡортостанға ҡаса торған булды. Шулай итеп, башҡорттарҙың киң сәхрә, урмандары бер ҡасаҡлыҡ ер булып ҡалды. Хосусан, был ерҙәргә ҡасып килгән кешеләрҙең күберәге һалдаттан ҡасҡан кешеләр, алпауыттарҙың золомдарына сыҙай алмаған крәҫтиәндәр, православный сиркәүҙән айырылған әҙәмдәрҙән ғибарәт ине. Ҡазан дәүләте мөнҡариз булғандан һуң Башҡортостанға урыҫтарҙан башҡа татар, сирмеш, сыуаш кеүек таифәләр ҙә күп килделәр. Бик күп ваҡыттарға ҡәҙәр мөһәжирҙәр менән башҡорттар тыныс тора алманылар. Араларында һуғыш-ҡысҡырыш һәмишә булып торҙо. Бының башлыса сәбәбе башҡорттарҙың мөһәжирҙәргә килмешәк ҡарауы менән ҡарауҙары ине. Шул арала хөкүмәт әүәлге налогтар өҫтөнә төтөн башынан йәнә бер ҡәҙәр налог алырға, туйҙарынан пошлина алырға низам сығарҙы. Был низам башҡорттарға бик ят тойолоп, күп һүҙҙәргә вә күп ғомандарға сәбәп булды. Бер-береһен налог вә пошлиналарҙы түләмәҫкә димләнеләр вә араларынан бик яуыздары заһир булып хөкүмәткә ҡаршы баш күтәрергә йөрөнөләр. Ҡырғыҙ вә ҡалмаҡ таифәләрен дә ҡотортоп үҙ-үҙҙәренә баҫтырҙылар. Шулай итеп, ун алтынсы ғасырҙың ахырҙарында ҡурҡыныслы башҡорт фетнәләре башланды вә бер тоташтан тиерлек ике йөҙ йылдар ҡәҙәре дауам итте. Был фетнәләрҙә ни ҡәҙәре малдар әрәм булды вә ни ҡәҙәре гонаһһыҙ ҡандар һәҙер булды. Башҡорттарҙың беренсе мәртәбә баш күтәреүҙәре 1584 йылда ваҡаиғ булды. Йәнә Уфа губернаһында мөһажир урыҫтар менән башҡорттар араһында ер тураһында низағ сыҡты. Шуның сәбәпле башҡорттар баш күтәреп, Минзәлә шәһәренә һөжүм иттеләр, ләкин, бик тиҙлек менән еңелеп, күбеһе тотҡонға төшөп, үлем язаһына хөкөм ителделәр.
     1663 йылда Уфа башҡорттары яңынан баш күтәрҙеләр, ләкин Мәскәүҙән ғәскәр килтертеп, бер нисә ваҡыттан һуң баҫтырылдылар. Был фетнәнең ҡыҙыуы бөтөр-бөтмәҫ үк 1664 йылда Сәит исемле бер баш-ҡорттоң ҡулы аҫтында йәнә бик ҡеүәт менән баш күтәрҙеләр. Был фетнәлә Уфа вә Казан әтрафында булған күп урыҫ ауылдарын яндырып, күп урыҫтарҙы үлтерҙеләр. Был фетнә биш йылдар ҡәҙәре дауам итте. Башҡорттарҙы тынысландырыу өсөн түрәләр тарафынан күп ихсандар вә яҡшылыҡтар вәғәҙә ҡылынды. Ләкин һис ҡайһыһы файҙа бирмәне. Башҡорттар үҙҙәренең талау вә үлтереүҙәрен дауам иттеләр. Башта былар менән бер булып эшкә керешкән ҡалмыҡ хандарынан Аюк быларҙан айырылып, хөкүмәт яғына сыҡты. Шул сәбәпле ҡеүәттәре аҙайып, туҡтамаҡтарына сәбәп булды. Был фетнә урыҫ тарихтарында башлыҡтарының исеменә нисбәт менән Сәит фетнәһе тип мәшһүрҙер. Ләкин, был баҫылыуҙары ла бик оҙаҡҡа барманы. 1677 йылда башҡорттар йәнәнән баш күтәрҙеләр вә талау ниәте менән Уфа тарафына киттеләр. Ләкин, Уфаға ун саҡрым ҡалғас, боролоп кире ҡайттылар. Шулай ҙа, был фетнә баҫылмайса аҙ-аҙ ғына булһа ла, 1680 йылдарға ҡәҙәр булып торҙо, һуңра Мәскәүҙән Зелин исемендәге бер полковник ғәскәр менән килеп фетнәне баҫтырҙы. 1683 йылда Минзәлә тирәһендә йәнәнән башҡорт фетнәләре заһир булды, ләкин биш йөҙ ҡәҙәр Яйыҡ казактары килтерелеп, был фетнәләрҙе лә баҫтырҙылар.
     1707 йылда Сергеев фамилияһындағы комиссар менән араларында низағ сығыу сәбәпле башҡорттар араһында йәнә фетнә ҡуҙғалды. Был фетнә биш йылдар ҡәҙәрле дауам иткән Сәит фетнәһенән нисә өлөш артып китте. Был фетнәнең башлап йөрөүсеһе Күсем исемендәге бер башҡорт булғанлыҡтан, был фетнә уға мөнәсәбәтле Күсем фетнәһе тип исем алды. Был фетнәлә бөтөн Уфа әтрафындағы башҡорттар баш күтәрҙеләр һәм ҡоторта торғас, ҡырғыҙ вә ҡалмыҡтарҙы, мишәр вә бер ҡәҙәр татарҙарҙы һәм сыуаш вә сирмеш кеүек Волга буйындағы мәжүси таифәләрен үҙ тарафтарына ҡуштылар. Фетнәне баҫтырып, башлыҡтары Күсемде ҡулға алыу өсөн туғыҙ йөҙ йәйәүле ғәскәр менән Хохловты Уфала, ете йөҙ атлы ғәскәр менән Аристовты Ҡаҙандан фетнә урынына күндерҙеләр. Хохловтың ғәскәрҙәре араһында бер аҙ башҡорттар ҙа бар ине. Хохлов Уфанан йөҙ егерме саҡрым самаһында Йөрәктау исемле урында башҡорттар менән осрашып, һуғышҡа кереште. Ләкин Хохловтың ғәскәрҙәре араһында булған башҡорттар хыянат иттеләр. Бынан һуң фетнәселәр Хохловты бар ғәскәре менән солғап алдылар. Шулай итеп, һалдаттарҙы ун көн ҡәҙәр мохасарала тотоп, ашарға ла, эсергә лә, йоҡларға ла ирек бирмәнеләр, һуңра дүрт йөҙ ҡәҙәреһен тотҡон итеп, ҡорал вә аҙыҡтарын алғандан һуң, барсаһын ҡылыстан кисерҙеләр. Бүтәнсә сара ҡалмағас, Хохлов ҡалған ғәскәре менән башҡорттарҙың мохасара хаттарына һөжүм итте һәм ҡаты һуғыш һуңында киҫеп сыҡмаға муафиҡ булды. Бынан ҡотолғандан һуң Хохлов тура Табын тарафына китте. Шул арала Ҡазан тарафынан килмәктә булған Аристов Хохловтың ярҙамына килеп иреште. Ләкин фетнә бының менән генә бер юлы баҫылып китмәй, аҙ-аҙ ғына булһа ла булып торҙо.
     1717 йылда ҡырғыҙ вә башҡорттар берләшеп ун мең кеше миҡдарында йыйылышып Новошишинск ҡасабаһын алдылар, ләкин Суяз исемендәге бер полковниктың тәдбире вә шәжәғәте арҡаһында шәһәрҙе ташлап ҡасырға мәжбүр булдылар. Ләкин фетнә бының менән генә баҫылып китмәне. Фетнә яңынан бөтә Башҡортостанды солғап алды, хатта һуңға табан башҡорттар вә ҡаҙаҡтар Ҡазан шәһәрен алмаҡ булып, шул тарафҡа киттеләр. Ләкин маҡсаттарына ирешә алмай, Ҡаҙанға утыҙ саҡрым етмәҫ, туҡталып ҡалдылар. Ҡама, Волга, һамар йылғаларының тирәләрендә булған барса ауылдарҙы таланылар, сиркәүҙәрен вә алпауыт йорттарын барсаһын яндырҙылар. Крәҫтиән урыҫтарын ҡайһыларын үлтерҙеләр, ҡай- һыларын бала-сағалары менән бәрәбәр тотҡон итеп Ҡырымға, Бохараға, Хиуаға илтеп ҡоллоҡҡа һаттылар. Был фетнәләр татарҙарға ла сәраит итеп, шул ваҡыттағы Ҡазан губернаторы Кудрявцев падишаһҡа шундай хәбәр күндерҙе: «Башҡорт фетнәләре хатта татарҙарға ла сәраит ҡылды. Ҡазан тирәһендәге күп татарҙар фетнәсе башҡорттарға ҡушылдылар, башҡорттар һәм сыуаштарҙы ла ҡоторталар. Быларҙың да башҡорттарға ҡушылыу ихтималы бар». Был ваҡыт Петр Великий Швеция короле Карл менән һуғыша ине. Был хәбәр уға күңелһеҙлек бирҙе. Петр Великий Ховановский фамилиялы олуғ бер әҙәмде нисек булһа ла был фетнәне солох тариҡы менән баҫырға ҡушып Ҡаҙанға күндерҙе. Ховановский башҡорттарҙы итәғәткә өндәү өсөн Ҡаҙандан бер нисә иғтибарлы мосолманды күндерҙе, ләкин башҡорттар итәғәткә килмәнеләр. Волга вә Ҡама йылғалары тирәһендә булған барса ар вә урыҫ ауылдарын яндырып вә талап һәләк ҡылдылар. Кешеләрен йә үлтерҙеләр вә йәки йыраҡ ерҙәргә алып барып ҡоллоҡҡа һаттылар. Башҡорттарҙың яҡшылыҡ менән итәғәткә килеү ихтималдары булмағас, Ховановский Бартенев тигән бер полковникты күндерҙе. Бартенев башҡорттарҙы Уфа тирәһенә ҡәҙәр ҡыуып илтте һәм Ховановский ҙа ғәскәр менән бының артынан килеп етеп, башҡорттарҙы тамам итәғәткә килтерҙе. Башлыҡтарын үлем язаһына хөкөм иткәндән һуң, башҡаларын ғәфү итте. Был фетнәгә сәбәп булған комиссар Сергеевты Ҡазан шәһәренә килтереп аҫырға хөкөм итте. Бынан һуң дүрт йыл ҡәҙәре башҡорттар бик тыныс торҙолар, бер ҙә ризаһыҙлыҡ ғәләмәттәре вә фетнә әҫәрҙәре һиҙелмәне, ләкин дүрт йылдан һуң кәйеф¬һеҙлек ғәләмәттәре һиҙелә башланы. Үҙҙәре менән бәрәбәр баш күтәрергә өндәү өсөн Ҡырымға вә ҡалмыҡтарға илселәр күндерҙеләр, ләкин был илселәр маҡсаттарына ирешмәҫтән элек, ҡулға төшөп, язала-рын күрҙеләр.
     Түрәләр киләсәк ваҡыттарҙа ла тынысһыҙлыҡтар буласағын аңлап, Башҡортостанға бик ысын күҙ менән ҡарай башланылар. Шуның өсөн, Башҡортостандың мөһим ерҙәренә крепостар бина итеп, шунда даими ғәскәр аҫрауға ҡарар бирҙеләр. Тәбиғи, был ҡарарҙың башында Петр Великий ине, ләкин ваҡытһыҙ үлеп китеү сәбәпле, был пландарын май-ҙанға килтереүгә муафиҡ була алманы. Фәҡәт бының фекерҙәренә әшнә булған Кириллов вә Татищев кеүек ғәйрәтле хакимдар Петр Великийҙың бәғзе пландарын үҙенән һуң майҙанға ҡуйҙылар.
     Петр Великийҙың беренсе планы Ур йылғаһы тирәһенә бер шәһәр бина итеп, шул васита менән бөтөн Башҡортостанды Русиәгә бәйләмәк һәм Бохара, Хиуа, һиндостан тарафтарына юлды асмаҡ ине. Бына, Петр Великийҙың был хакимәнә планын Кириллов майҙанға ҡуйҙы. Императрица Анна тәхеткә ултырғас, бер проект тәҡдим итеп, был проектта Ур йылғаһы үҙәненә бер шәһәр бина итеүҙең тейешлеген һәм был шәһәр бина булғас, Башҡортостандың Русиәгә тамам берегәсәген, Бохара, Хиуа, Бәдәхшан кеүек бай ерҙәрҙе лә ҡулға керетеү мөмкин буласағын аңлатты.
     Императрица Анна Кирилловтың был планын бик муафиҡ тапты, ләкин башҡорттар күп ваҡыттарҙан бирле тынысһыҙланып торғанлыҡтан, был шәһәрҙе бина ҡылыу ваҡытында ла фетнә сығарасаҡтары мәғлүм ине. Шуның өсөн был эштәрҙе майҙанға сығарыу ваҡытында хөкүмәткә садиҡ башҡорттарҙың булыуы бик кәрәк ине. Кирилловтың бәхетенә ҡаршы, бындай кешеләр башҡорт араһында ла табылды. Был әҙәмдәрҙең береһе һәм хөкүмәткә бөйөк сәдаҡәт менән хеҙмәт иткәне Таймаҫ Шаимов тигән әҙәм ине. Был әҙәм башҡа башҡорт старшиналары кеүек үҙенең ҡуйы араһында һүҙе йөрөүсе старшина ине. Таймаҫ Шаимов 1720 йылда бер төлкө менән бер һыуһарҙы тереләтә Петербургка алып барып императрица Аннаға һәдиә ҡылды. Императрица аҡыллы бер ҡатын булғандан, Таймаҫ Шаимовтың ихласына ҡаршы бөйөк илтифаттар күрһәтте. Силәбе тирәһенән үҙенә олуғ бер ер һәдиә ҡылып, еренә ҡайтҡас, башҡорттарҙы вәғәз вә нәсихәт ҡылыуға, хөкүмәткә тоғролоҡ менән хеҙмәт итеүгә, һалынған налогтарҙы тейешенсә ада ҡылыуға өндәүгә ҡушты. Таймаҫ Шаимов императрица хәҙрәттәренең илтифаттарын бушҡа ҡуймайса бик тырышып хеҙмәт итте һәм был хеҙмәттәре күҙгә күренеп, бик тиҙлек менән тархан дәрәжәһе алды. Кирилловтың планы үзрә Ырымбур шәһәре бина булғанында фетнә сығармаҫҡа башҡорттарҙы өгөт вә нәсихәт ҡылып йөрөнө вә бының өсөн падишаһ хәҙрәттәре тарафынан үҙенә бер ҡылыс ихсан булынды. Бынан һуң Шаимовтың бөйөк хеҙмәттәре күренде.
     Петр Великийҙың беренсе планы Урта Азия тарафтарына юлды асыу вә әкренлек менән был ерҙәрҙе лә Русиә мәмләкәтенә ҡушыу ине. Ки юғарыла ҙекер булынған ине, ләкин был планды тамам еренә килтермәк өсөн фәҡәт Башҡортостанды ғына Русиәгә бәйләү кифая итмәйсә, Башҡортостандың күршеһендә булған ҡаҙаҡ-ҡырғыҙ таифәләрен дә ҡулға керетмәк лазым ине. Дәүләтебеҙҙең бәхетенә ҡаршы ун һигеҙенсе ғасырҙың баштарында ҡаҙаҡтарҙың үҙ араларында фетнәләр башланды. Быны ғәнимәт белеп, күршеләрендә булған таифәләр ҡаҙаҡтарҙы йәберләй башланылар. Жәнүб-ғәрби тарафынан ҡалмыҡтар, шимал тарафынан башҡорттар һәм себер казактары, шәреҡ тарафынан жунгар хандары һәр гөрлө зарарҙар килтерҙеләр. Эстән дә, тыштан да фетнәләр булғанға күрә, 1710 йылда Русиә дәүләтенең химаяһына кереү фекеренә төштөләр, ләкин үҙҙәренең истиҡлалдарын юйыуға намыҫланып, Бүкәй хан тигән бер ҡаҙаҡ олоһо үҙе дошмандарын зәғифләтеп, ҡаҙаҡтарҙы тынысландырмаҡ уйына төштө. Шул маҡсат менән ҡаҙаҡтарҙан оло ғәскәр йыйып, дош¬мандары булған ҡалмыҡтарға һөжүм итеп уларҙы еңде, ләкин төньяғынан башҡорттар һәмишә һөжүм итеп торғанлыҡтарынан ахырында үҙҙәрен үҙҙәре һаҡлай алмаясаҡтарын белеп, Кесе Йөҙ ҡаҙаҡ хандарынан Әбелхәйер хан Петр Великийға мөрәжәғәт итеп, үҙенең һағына ҡабул итеүен үтенде. Ләкин, Петр Великий бер йәһәттән Швеция менән һуғышта булғанлыҡтан, икенсе йәһәттән ҡаҙаҡтарҙың үҙ араларында низағ бик ҡеүәтле булғанлыҡтан, быларҙың тәбәғәлеген ҡабул итмәне. Ҡаҙаҡтарҙың иң оло дошмандары булған жунгар ханы Русиә дәүләтенең ҡаҙаҡтарҙы үҙ химаяһына ҡабул итмәгәнен белгәс, яңынан ҡаҙаҡтар өҫтөнә һөжүм итергә башланы. Шул сәбәпле, ҡаҙаҡтар үҙ ерҙәрен ташлап, Русиә сигенә табан күсеп китергә мәжбүр булдылар.
     Ҡаҙаҡ халҡы үлтереү, талау кеүек ярамаҫ эшкә өйрәнгәнлектән, Русиә сигенә килгәс тә тик кенә тора алманы.
     Бер тарафтан быларҙың зарарҙары һәмишә тейеп торғанлыҡтан вә икенсе тарафтан Урта Азияға сығыу өсөн быларҙың ерҙәренән үтеү мотлаҡан лазым булғанлыҡтан, Русиә дәүләте нисек тә булһа быларҙы үҙенә ҡушыуға ҡарар бирҙе. Петр Великий Швеция менән һуғышты тамам иткәс һәм Төркиә менән солох ҡылғас, ҡаҙаҡтарҙы тыныслыҡ менән генә ҡулға керетеү һәүәҫенә төшөп, үҙенең баш тәржемәндәренән Ҡотломөхәммәт Тәфкилевте Кесе Йөҙ ҡаҙаҡ хандарынан Әбелхәйер ханға илсе итеп күндереүгә ниәт ҡуйған ине. Шул арала яңынан Әбелхәйер хан тарафынан Петр Великийға «ҡаҙаҡтарҙы үҙ химаяһына ҡабул итеүен эстәп» ике илсе килде. Петр Великий был илселәрҙе бик ҙурлап ҡабул итте һәм үҙ химаяһына ҡабул итеүҙең шарттарын һөйләшеп ҡайтыу өсөн шул ике илсе менән бергә Ҡотломөхәммәт Тәфкилевте бик ҙур һәдиәләр менән Әбелхәйер ханға күндерҙе. Ләкин Тәфкилев барып еткәс эштең башҡа төҫлө булғанын күрҙе. Әбелхәйер хан менән яҡындары быға риза булһалар ҙа, ғөмүмән, ҡаҙаҡтар быға риза түгел-дәр ине, хатта Тәфкилевтең ниндәй уй менән килгә-нен белгәс, ҡаҙаҡтар аҙ ғына үлтермәйсә ҡалдылар. Шул барыуында Тәфкилев Әбелхәйер хан янында ике йыл ҡалды вә бик күп мәшәҡәттәр сикте, вә ҡаҙаҡтар ҡулында тотҡон хөкөмөндә булып торҙо. Шулай ҙа Тәфкилевтең был тороуы файҙаһыҙ булманы. Тәфкилев телгә бик оҫта булғанға, шул ике йыл эсендә һөйләй торғас, ҡаҙаҡтарҙың олуғтарын Русиә тәбәғәлеген ҡабул итеүгә күндереп бөтөрә яҙҙы. Уларға һәр төрлө файҙалы эштәр менән вәғәҙәләр ҡылды һәм Ур йылғаһы тирәһенә бер шәһәр бина буласағын һөйләп, уларға бик ҙур өмөттәр бирҙе. Әммә, хәҡиҡәт хәлдә был шәһәрҙе бина ҡылыуҙан бер маҡсат — ҡаҙаҡтарҙың баштарына йүгән кейҙермәк ине.
     Шул арала ҡарағалпаҡ хандарына юлығып, Русиә тәбәғәлеген ҡабул итеүгә уларҙы ла димләп күндерҙе.
     Ҡаҙаҡ халҡы, ҡарағалпаҡ таифәһе Русиә тәбәғә-леген ҡабул итеүҙең шарттарын һөйләшеп ҡайтыу өсөн Петербургка һәр ырыуҙан илселәр һайлап күн-дерҙеләр. Әбелхәйер хан үҙенең тоғролоғона дәлил булһын өсөн Солтан исемендәге улын Русиә дәүлә-тенә аманат итеп күндерҙе. Уны үҙе менән бәрәбәр Тәфкилев алып ҡайтты. Тәфкилев йәнәптәренең был ҡәҙәр садаҡәт менән хеҙмәттәре буш ҡалманы. Был хеҙмәттәре ҡаршыһына полковниклыҡ дәрәжәһе ихсан булынды. Үҙ ихтыяры менән Русиә тәбәғәлеген ҡабул иткән өсөн Әбелхәйер ханға падишаһ хәҙрәттәре тарафынан тәшәккер яҙыуҙары күндерелде.
     Юғарыла Кирилловтың Ур йылғаһы буйына бер шәһәр бина итеү хосусында императрица хәҙрәттә¬ренә бер проект тәҡдим иткәне вә был проекттың императрица тарафынан бик муафиҡ күрелгәне ҙекер ителгән ине. һуңра был проект буйынса шәһәр бина итеү Кирилловтың үҙенә тапшырылды һәм бының ярҙамсылығына Ҡотломөхәммәт Тәфкилев тәғәйен ителде.
     Ырымбур шәһәренең бинаһы үҙенә тапшырылғас, Кириллов үҙенең юлдаштары менән Петербургтан шул урынға турылап сығып китте. Китешендә Уфаға туҡтап бер аҙ ваҡыттар ҡалды. Шул ваҡытта, ғөмүмән, башҡорттар тарафынан һайланып, Кирилловҡа ике илсе килеп, был шәһәрҙе бина итеүгә риза түгел икәнлектәрен бәйән иттеләр. Тәбиғи, Кириллов быларҙың һүҙҙәрен ҡолаҡҡа алманы вә үҙҙәрен тотоп бәйләтте, бынан һуң Уфанан сығып китте. Кирилловтың янында ун биш рота ғәскәр менән егерме биш ғадәд губы ла бар ине, йәнә бер полк һалдат Кирилловҡа ҡушылмаҡ өсөн бер аҙҙан һуң Уфанан сығып китте. Ләкин Уфанан йөҙ алтмыш саҡрым киткәндән һуң башҡорттар тарафынан был полкка һөжүм ителде. Был һөжүмдә полкта махсус поп менән ун һигеҙ атлы һалдат, утыҙ ике йәйәүле һалдат донъянан үтте. Кириллов ваҡиғанан хәбәр алып, был полкка ярҙам өсөн бер аҙ ғәскәр күндерҙе. Ләкин, башҡорттар бик күп булып, былар аҙ булғанлыҡтан барып ҡушыла алманылар. Кириллов йәнә икенсе мәртәбә күндерҙе. Был мәртәбәһендә күп мәшәҡәт менән генә барып ҡушылдылар. Кириллов та Ур йылғаһының Яйыҡ йылғаһына ҡушылған еренә бик оло мәшәҡәт менән генә барып етте. 1735 йылдың 6 авгусында Ырымбур (хәҙерге Орск) шәһәренең нигеҙен ҡорҙо һәм шул уҡ йылдың 7 сентябрендә кире Уфа тарафына китте. Нәҡ шул ваҡыттарҙа Себер юлы Силәбе, Шадрин, Златоуст тарафтары башҡорттары барсаһы баш күтәргәндәр ине. Ҡотломөхәммәт Тәфкилев Кирилловтан айырылып бер аҙ ғәскәр менән шуларҙы баҫырға китте, ләкин Тәфкилев килеп еткәнсе башҡорттар хөкүмәткә бик күп зарарҙар ирештергәндәр ине. Хатта Верхнеурал крепосындағы барса һаҡсы һалдаттарын боғаҙлап, бар нәмәләрен талап алғандар ине. Тәфкилев Әй йылғаһы буйына еткәндә башҡорттар аңһыҙҙан үҙҙәре Тәфкилевкә һөжүм иттеләр. Ләкин, Тәфкилев башҡорттарҙы еңде һәм илле ҡәҙәре фетнәгә ҡатнашҡан башҡорт ҡәрйәләрен ут менән яндырҙы вә тотҡонға төшкән башҡорттарҙың бик уҫалдарынан бер нисә йөҙләбен буш амбарҙарға бикләп ут менән яндырҙы, вә башҡорттарға үлем язаһы менән хөкөм итеп, шул хәлдә үк язаларын йөрөттө. Башҡорттар шул дәрәжәлә уҫалланмыштар ине ки, Тәфкилевтең был язалары ла тәьҫир итмәне. Яуызлыҡтары һәмишә арта ғына барҙы, өгөт вә нәсихәт тә ҡолаҡтарына кермәне.
     Шәһәр нигеҙен ҡорғас, Кирилловтың кире Уфаға киткәне ҙекер булған ине. Был да һәм тыныс ҡайта алманы. Уфаға йөҙ утыҙ саҡрым ҡалғас, алты мең башҡорт берҙәм быға һөжүм иттеләр, ләкин бик ҡаты һуғыш һуңында еңелделәр. Кириллов фетнәгә ҡатнашҡан бик күп башҡорт ҡәрйәләрен яндырып, ер менән тигеҙ итте. Шул тариҡса бик күп мәшәҡәт һуңында Уфаға ҡайтып етте.
     Башҡорттар барсаһы атлы булып, йәйәүле ғәскәр өсөн былар менән һуғышыу ситен булғанлыҡтан, башҡорттарҙы баҫтырыу өсөн түрәләр Волга буйындағы ҡалмыҡтарҙан өс мең, Дон казактарынан бер мең, Яйыҡ казактарынан ике мең атлы ғәскәр йыйып, Башҡортостанға килтерҙеләр.
     Нәҡ шул ваҡыттарҙа Кириллов менән Румянцев бер лаихә төҙөп императрица Аннаға тәҡдим иттеләр. Был лаихәнең, бәғзе маддәләре шуларҙыр: Башҡортостанда тарханлыҡ исеме бөтөрөлөп, барсаһын яһаҡлы итеп ҡалдырыу, ә араларында тороусы типтәр вә мишәр таифәләренең хөкүмәткә тоғролоҡта булғанлыҡтары өсөн башҡорттарҙан арендаға алған (әжергә) ерҙәрен бөтөнләй милек итеп үҙҙәренә биреү. Өйҙәрендә ҡорал аҫрауҙан тыйыу. Өйәҙҙәрҙә тимерселек тотоуҙы бөтөрөү. Шәһәрҙәрҙән ауылдарға тимерселәр, көмөшселәр сығып йөрөүҙе лә тыйыу. Башҡорт сәхрәләренә крепостар, ҡәлғәләр бина итеү. һәр волостан ике старшина һайлап, уларҙы һәр эштә мөсәүил итеү. Һәр юлда берәр генә ахун ҡалдырып, рөхсәтһеҙ яңы мәсет вә мәҙрәсәләр һалмаҫҡа, хөкүмәткә хилаф өгөт вә нәсихәттәрҙә булмаҫҡа ант иттереү. Ҡазан губернаторының рөхсәтенән башҡа Ҡазан татарҙары менән ҡыҙ алып ҡыҙ бирешмәҫкә, әгәр Ҡазан губернаторы рөхсәт итһә, был туйҙарынан налог итеп бер йә ике ат алырға. Башҡорт ерҙәрен теләгән кешегә һатып бирергә.
     Был лаихәне тәсдиҡ ҡылдырыу өсөн Кириллов 1745 йылда Петербургка китте. Нәҡ шул ваҡытта Нуғай юлы, Ҡазан юлы башҡорттарының, ғөмүмән, баш күтәреү хәбәрҙәре ишетелде. Императрица Анна был хосуста Кириллов менән кәңәш итеште. Кириллов башҡорттарҙың хәлдәрен бик яҡшы белгәнгә күрә, императрицаға «башҡорттарға бик ҡаты яза бирелмәгәндә фетнәләренән тыныслап булмаҫ» тип кәңәш бирҙе. Бынан һуң императрица Румянцевҡа «иң элек башҡорттарҙы өгөт вә нәсихәт менән итәғәткә килтерергә тырыш, әгәр ҙә улай тыңламаһалар бик ҡаты язалар менән баҫ» — тип фарман күндерҙе. Был фарманды алыу менән Румянцев башҡорт сәхрәләренә сығып китте вә фетнә урынына барып етеп, иң элек яҡшылыҡ менән әйтеп ҡараны. Яҡшылыҡ менән һүҙ тыңларлыҡ булмағас, яза менән тыңлатырға кереште. Ике мең ҡәҙәреһен ҡылыстан кисерҙе, бик күп фетнәгә ҡатышҡан ауылдарҙы ут менән көйҙөрҙө, ләкин фетнә бының менән генә баҫылманы. Шул арала Кириллов та Петербургтан Уфаға ҡайтып етеп, бик тиҙлек менән ғәскәр алып Нуғай юлына сығып китте. Был юлда фетнә усағы тамам ҡыҙып еткән ине. 26 мартта барып етеп ете йөҙ ҡәҙәре фетнәсе башҡортто ҡылыстан кисерҙе. Йөҙ илле һигеҙ ҡәҙәреһен тотҡонға алып быларға ла үлем язаһы бирҙе. Йөҙ алтмыш ҡәҙәре тотҡондоң туҡһан һигеҙе һалдат хеҙмәтенә алынды, алтмыш ике ҡәҙәреһе мөһәжирҙәргә өләшенеп бирелде, ике йөҙ ҡәҙәр ауылдарын яндырҙы. Шул арала Кириллов ауырый башлап Уфаға ҡайтып китте. Бының еренә Румянцев килде. Башҡорттарҙы еңә башланылар, шуның өсөн башлыҡтарынан йөҙ ун туғыҙ әҙәм йәмәғәттәрен Дим һыуының юғары тарафына күндереп, үҙҙәре Румянцевтан ғәфү үтенделәр, ләкин уҫаллыҡтары бик үтә киткәнлектән, Румянцев ғәфү итмәне. Барсаһын ҡулға алып, Дим һыуының юғары тарафына китте. Бер ни ҡәҙәр барғас, йәнә мең ҡәҙәре фетнәсе башҡортто ҡылыстан кисерҙе, алты мең ҡәҙәреһен тотҡон итте, йөҙгә яҡын ауылдарын ут менән көйҙөрҙө һәм Аҡай Күсем, Солтанморат исемле башлыҡтарын йөҙ егерме иптәштәре менән ҡулға алды. Бынан һуң Румянцев Минзәлә тарафындағы фетнә урынына барҙы. Бында ла биш йөҙ ҡәҙәре фетнәсе башҡортто ҡылыстан кисерҙе.
     Бәғзе әҙәмдәрҙең кәңәштәре менән Румянцев, ҡу-лында тотҡонда Солтанморат исемле башлыҡтарын Нуғай юлындағы фетнәсе башҡорттарҙың башлыҡтары Килмәк абыҙға өгөт вә нәсихәт ҡылыу өсөн күндерҙе, ләкин Солтанморат хыянат итте вә кире ҡайтманы, Килмәк абыҙ янында ҡалды һәм Килмәк абыҙҙы Румянцев менән һуғышырға ҡотортто. Бының ҡотортоуы менән Килмәк абыҙ Нуғай вә Ҡазан юлдарынан ете мең ҡәҙәре ғәскәр йыйып, Ағиҙелде арҡылы кисеп, Уфанан йөҙ егерме саҡрым ҡәҙәр ерҙә Румянцев ғәскәренә һөжүм итте. Һалдаттарҙан йөҙ һикһән ҡәҙәреһе донъянан үтеп, алтмыш ҡәҙәреһе мәжрүх булды. Мәжрүхтәр эсендә Усов исемендә бер полковник та бар ине. Башҡорттарҙың ниәттәре Румянцевтың үҙен үлтермәк йәки тереләтә ҡулға алып, һуңра үҙ тотҡондары менән алмаштырмаҡ ине. Ләкин, был маҡсаттары булманы, ике йөҙ ҡәҙәреһе үлтерелеп ҡасып китергә ихтыярһыҙ булдылар.
     Шулай ҙа Килмәк абыҙ менән иптәштәренең дәрт-тәре һүнмәне, һәмишә һуғышты дауам итергә ниәт итеп ғәскәр йыя башланылар. Нәҡ шул ваҡыттарҙа Румянцевҡа ярҙам өсөн алты мең Яйыҡ казагы күндерелгән ине. Юлда барған ваҡытта башҡорттар быларға ла һөжүм иттеләр. Араларында оло һуғыш булды, ләкин башҡорттар бында ла еңелделәр, алты йөҙ ҡәҙәреһе донъянан үтте, өс йөҙ ҡәҙәреһе тотҡонға төштө, Ыҡ йылғаһы тирәһендәге ике йөҙләп ауылдары ут менән яндырылды. Был ваҡиғанан күп үтмәне, башҡорттар яңынан Эйек йылғаһы тирәһендә был казактарға һөжүм иттеләр, һуғыш шул ҡәҙәре ҡеүәтле булды, хатта һуғыш иртәнән кискә ҡәҙәр дауам итте. Еңеү вә еңелеү ҡайһы тарафта икәнлеге мәғлүм булманы, һуңға табан йәнә казактар еңә башланылар, башҡорттар Утик тарафына табан ҡасып киттеләр. Казактар арттарынан ун саҡрымлап ҡыуғас, арттарынан етеп, күбеһен ҡылыстан кисерҙеләр, ҡалғандары тау араларына кереп кенә ҡотолоп ҡалдылар. Юғарыла Килмәк абыҙ эйәрсендәренең Румянцев тарафынан еңелеп, ике йөҙ ҡәҙәреһе үлгәндән һуң ҡасып киткәндәре ҙекер булынған ине. Бәхетһеҙлектәренә ҡаршы былар ҙа юлда Яйыҡ казактарына юлыҡтылар. Араларында һуғыш булып, быларҙың да күбеһе казактарҙың ҡылыстарынан кистеләр. Яйыҡ казактарынан биш йөҙ ҡәҙәрлеһе Табын тарафына китмеш ине һәм былар менән башҡорттар араһында һуғыш булды. Башҡорттар бында ла еңелеп, барсаһы тиерлек һәләк булдылар.
     Кирилловтың ауырып Уфаға ҡайтҡанлығы ҙекер булынған ине. Кириллов сәләмәтләнеп, шул йылдың июлендә ғәскәр менән Ырымбур (хәҙерге Орск) шәһәренә китте. Юлда киткән ваҡытында төньяҡ вә көнсығыш яғындағы башҡорттар менән ҙур ваҡиғалар булды вә башҡорттарға тейешле язаларын бирҙе. Шулай итеп, Ырымбурға етте. Башҡорттар ҙа тамам арып ҡуҙғалырлыҡ хәлдәре ҡалманы. Ике йыл дауам иткән башҡорт фетнәһенә шуның менән ниһайәт һуң бирелде. Был фетнәләрҙә башлап йөрөгән Килмәк абыҙ, Аҡай Күсем, Ғүмәр Тархан, Һабан вә Йосоп исемендәгеләре ҡулға алынып, барсаһы Минзәлә шәһәрендә үлем язаһына хөкөм ителделәр. Башҡалары ла төркөм-төркөм килеп, ғәфү үтенделәр вә бынан һуң бик итәғәттә булырға ант иттеләр, ләкин түрәләр уҫаллыҡтары бик үтә киткәнлектәренән ғәфү итмәне-ләр, гонаһтарына күрә тейешле язаларын бирҙеләр.
     Махсус, фетнәсе башҡорттарҙың эштәрен ҡарау өсөн, Минзәлә шәһәрендә бер хөкөм комиссияһы асылды. Был хөкөм комиссияһының ҡарары менән фетнәсе күп башҡорт ҡәрйәләре ут менән яндырылды йәки туҙҙырылып юҡ ителде. Биш мең ҡәҙәр башҡорт йыраҡ ерҙәргә ебәрелеп, ярарлыҡтары һалдат хеҙмәтенә алынды, ярамаҫлыҡтары ҡара хеҙмәткә ҡушылды. Быларҙан ҡалған бала-саға, ҡатын-ҡыҙ тәрбиәселәре булмағанлыҡтан теләгән кешеләргә өләшеп бирелде. Киләсәк ваҡыттарҙа башҡорттарҙың фетнәләренән тыныслыҡ табыу өсөн Кирилловтың тәдбирҙәре менән шул крепостар бина булынды: Среднебердинск, Кириллов, Караульный, Быҙаулыҡ, бурск, Красносамарск, Табын, Красноуфимск, Миәс, Ҡыҙылташ, Сыбаркүл һәм быларҙан башҡалар. Шул тариҡса 1734 йылдарҙа башланған башҡорт фетнәләре ике йыл ҡәҙәре дауам итеп, Кирилловтың тәдбире, Татищев вә Тәфкилевтәрҙең ярҙамдары менән баҫтырылды. Ләкин был фетнәләрҙә ғазапланып йөрөй торғас, Кирилловҡа чахотка ауырыуы эләгеп, 1737 йылдың 14 апрелендә донъянан үтеп, кәүҙәһе һамарҙа иҫке собор янында дәфен булынды.
     Кирилловтың үлеүе менән 1737 йылдың 1 майында уның еренә Татищев тәғәйен булынды. Бының ваҡытында башҡорттар араһында һәр ни ваҡ-төйәк тынысһыҙлыҡтар булып торһа ла телгә алырлыҡ ҙур эштәр булманы. Бына пгулай башҡорттар тынысһыҙланып ҡына торғанда бер мәртәбә Русиә тәбәғәлеген ҡабул иткән Кесе Йөҙ ҡаҙаҡ хандарынан Әбелхәйер хан үҙгәреп китте. Башҡорттарҙың хөкүмәткә дошманлыҡтарынан файҙаланмаҡ булып, уларға бер улын хан ҡылыу өмөтөнә төштө һәм шул маҡсат менән 1737 йылдың яҙында Башҡортостанға килде. Әбелхәйер хан бик хәйләле бер кеше булғанлыҡтан, үҙенең ниңә килеүен йәшереү өсөн түрәләргә: «Мин башҡорттарҙы Русиәгә итәғәткә өндәргә килдем», — тине. Ләкин Татищев бының ни уй менән килгәнен белде. Шулай ҙа һис дошманлыҡ иҙһар ҡылманы, бәлки, бының был эше өсөн рәхмәттәр әйткән булып, бер аҙ бүләктәр ҙә биргән булды.
     Әбелхәйер хан башҡорттарға артығыраҡ мөнәсәбәт хасил итеү өсөн бер башҡорт ҡыҙын ҡатынлыҡҡа алды. Әбелхәйер хандың был сәйәсәттәре бушҡа китмәне, шул килеүендә үк башҡорттар үҙҙәренә Әбелхәйер ханды хан итеп танынылар һәм Әбелхәйер хан да асыҡтан-асыҡ дошманлыҡ иҙһар итә башланы, башҡорттарҙа ла йәнә асыҡтан-асыҡ дошманлыҡ ғәләмәттәре беленә башланы. 1738 йылдың апрелендә Әбелхәйер хан бер ҡәҙәр башҡорттарҙы эйәртеп Ырымбур (хәҙерге Орск) шәһәренә барып, үҙенә эйәрмәгән башҡорттарҙың хайуандарын талап алып, бер ҡәҙәр штраф түләткәндән һуң ғына ҡайтарып бирҙе. Майор Останков Әбелхәйер ханға кеше ебәреп, үҙенең был эшкә риза түгел икәнен аңлатһа ла һис файҙа сыҡманы. Әбелхәйер хан барған кешегә ҡылысын сығарып: «Ырымбур шәһәре минең өсөн бина ҡылынған шәһәрҙер, бында минең камил ихтыярымдыр, кем дә кем быға ҡаршы килһә, ошо ҡылыс менән башын сабып өҙәсәкмен», — тине. бына, эштәр шулай ҙурайып китеп, йәнә оло фетнә ишектәре асылмаҫ элек, Татищевтың хәйлә вә тәдбирҙәре менән барсаһы яйланып, һис ҡан түгелмәйенсә Әбелхәйер хан был уйынан ҡайтып, яңынан Русиә тәбәғәлеген рәсми ҡабул итте.
     Башҡорт фетнәләре бер аҙ баҫылғас, 1738 йылда Татищев рөхсәт алып Петербургка китте һәм императ-рицаға доклад яһап, Ырымбур шәһәрен икенсе урынға күсереү тейеш икәнен аңлатты. Был доклад буйынса министрҙар мәжлесендә кәңәш булып вә был кәңәштә Татищев үҙе лә булып, Ырымбур шәһәрен Ҡыҙылтау тигән урынға күсерергә ҡарар бирелде. Һуңра Татищев был сәфәренән ҡайтып, оҙаҡ та тормай, өҫтөнән күп доностар булыу сәбәпле, урынынан төшөрөлдө.
     1739 йылда Татищев урынынан төшкәс, бының урынына Ырымбур тарафының баш хакимы булараҡ Урусов тәғәйен булынды. Был тәғәйен булыныу менән хөкүмәт тарафынан шул фармандар садр булынды: Ырымбур шәһәрен Ҡыҙылтау тигән ергә бина итеп, иҫке Ырымбур шәһәрен Орск крепосы исемендә ҡалдырыу, ә Яйыҡ йылғаһы буйынса Верхнеуральскиға ҡәҙәр крепостар бина итеү. Ҡазан әйәҙен Башҡортостандан айыра торған сиктәрҙә тора торған ғәскәрҙәрҙе һамар вә Ырымбур әтрафына күсереү. Крепостарға великорустарҙы һәм крәҫтиәндәрҙе ҡабул итмәү, әүәлдән барып урынлашҡандарын ситкә күсереү. Татищев ваҡытында ук Русиә тәбәғәлеген ҡабул итеүгә теләгән Урта Йөҙ ҡаҙаҡтарын Русиә гәбәғәлегенә ҡабул итеү.
     Был урынға тәғәйен итеү менән Урусов Ырымбур тарафына сәфәр итте. Шул ваҡыт янында низамлы вә низамһыҙ барыһы 5877 ғәскәре бар ине. Нәҡ шул ваҡыттарҙа Алландиязғол исемендәге бер әҙәмдең ҡул аҫтында башҡорттарҙа яңынан сыуалыу ғәләмәттәре һиҙелә башланы һәм Ырымбур тарафының башҡорттарынан Миңлеғол исемле вә һаҡалы ҡара булған өсөн Ҡараһаҡал ләҡәпле бер ишан ҡаҙаҡ эсендә зоһур итеп хөкүмәтте ҙур борсоуға төшөрҙө.
     Был ишан әүәл зоһури ваҡыттарында утыҙ ике йә-шендә булып, бик таҙа бәдәнле, ҡорал тоторға вә ат өҫтөндә йөрөргә бик оҫта булып, хатта был оҫталығы менән бөтөн башҡорттарҙы ғәжәпкә ҡалдырыр ине. Был ишан үҙенең баҙарын күтәрер өсөн: «Мәккә вә Мәҙинәлә булдым, Ҡәғбәтулланы тәуаф иттем, Рау- за-и мотаһарәне зыярат ҡылдым, пәйғәмбәребеҙҙең зыяратына ла йөҙөмдө һөрҙөм, Зәм-зәм шәрифиәлә эстем, унда булған барса ишандарҙы ла күреп хәйер-фатихаларын алдым», — тип һөйләп үҙен хажи тип танытмаға муафиҡ булды. Бының ишанлығына вә хажилығына ышанмаҫҡа мөмкин дә түгел ине, сөнки һәр ваҡыт салманан йөрөй, үҙенән төрлө кирәмәттәр садр булғаны ла һөйләй. Тауышы шәп булғанлыҡтан Ҡөрьәнде дә бик матур уҡый, төнгө намаҙҙарҙы ла бер ҙә ҡуймай, тәсбихте лә бер ҙә ҡулынан төшөрмәй ине. Күп йөрөгәнлектән Урта Азияла булған телдәрҙән дә хәбәрҙар ине һәм ғәрәпсәне лә белгеләй ине. Бының фиғелдәре вә һөйләгән һүҙҙәре наҙанлыҡ мәзажына бик муафиҡ булғанлыҡтан, ҡаҙаҡтарҙың барсаһы мөкиббән китте. Ишан хәҙрәт эштең алға киткәнен күргәс, ишанлыҡ менән генә кәйефләнмәйсә, ҡайҙа булһа ла бер ергә хан булмаҡ һәүәҫенә төштө. Шулай был ишан күп ерҙәрҙә йөрөй торғас, Ҡубан тирәһенә барып жунгар ханының уғлы Солтангәрәйҙең хәленән хәбәр алды. Солтангәрәй атаһынан ҡасып Волга буйындағы ҡалмаҡ араһына китеп, унда донъянан үткән ине. һуңра Ҡараһаҡал ҡаҙаҡ араһына килеп, үҙ-үҙен атаһынан ҡасҡан жунгар ханының улы Солтангәрәй тип иғлан итте вә ялған шәһаҙәтнамәләр күрһәтеп бер ҡатлы ҡаҙаҡ халҡын ышандырҙы. Жунгар халҡы мәжүси булғанлыҡтан Ҡараһаҡал: «Мин әүәл мәжүси инем, хаҡлыҡты табып, ислам диненә килдем, Аллаһының вә пәйғәмбәребеҙҙең ярҙамы менән жунгар ерендә ханлыҡты уҫал ҡәрендәшем ҡулынан алып, улар араһына дин исламды нәшер итәсәкмен», — тип һөйләп йөрөнө. Урта Йөҙ, Кесе Йөҙ ҡаҙаҡ хандарына барып, барса ялған шәһаҙәтнамәләрен күрһәтеп, уларҙы ла үҙенең хан балаһы икәнлегенә тамам ышандырҙы. Хөләсә: ҡаҙаҡ ерендә бының һүҙенә ышанмаған кеше ҡалманы, барса ҡаҙаҡ халҡы вә хосусан йәштәре бының бойороҡтарына итәғәт итергә әҙерҙәр ине.
     Шул арала Ҡараһаҡал ишандың хәбәре Башҡортостанға ла килеп етте. Башҡорттарҙың һис ҡайһыһы бының хажилығын да, ишанлығын да, ханзада икәнен дә шөбһә итмәне. Бының һәр төрлө кирәмәттәре ауыҙҙан ауыҙға күсте. Башҡорттар араһында күп һүҙҙәр вә күп кәңәштәр булды, ахырында наҙанлыҡтарының саиҡәһе менән быны үҙҙәренә хан ҡылыу өсөн саҡырыуға илселәр күндереүгә ҡарар бирелде, ләкин илселәр барып еткәнсе Ҡараһаҡал үҙе Башҡортостанға килеп етте вә күрешеү менән меҫкен наҙанлыҡҡа иҫергән башҡорттар тарафынан был ялғансыға ханлыҡ ғарыз ителде. Ләкин Ҡараһаҡал бик хәйләле кеше булғанға, был һүҙҙе ишеткәс тә шашып китмәне, үҙ-үҙен тота белде һәм быларға: «Мин жунгар ханының улымын вә жунгар еренең шәрғи ханымын, ҡәрендәшем тарафынан золом менән алынған хаҡымды ҡайтарырға йөрөйөм, ләкин шулай ҙа һеҙ мосолмандарға хеҙмәт итергә әҙермен. Хәҙер үк ханлыҡты ҡабул итмәйәсәкмен. Ҡасан ҡафыр менән һуғышып хеҙмәт күрһәтһәм, шул ваҡытта ғына ҡабул итһәм итермен», — тип быларға бик бәләндлек күрһәтте. Ләкин үҙенең маҡсаты шул хәлдә үк хан булмаҡ ине. Шуның өсөн төрлө хәйләләр төҙөп итәк аҫтынан шул хәбәрҙе таратты: «Әгәр ҙә хәҙер үк хан итһәләр, һуғыш өсөн әҙерләп ҡуйған ғәскәрем бар. Улар ҙа хәҙер үк килеп етәсәктәр һәм төрөк солтаны менән дә дуҫлығым бар, хәбәр күндерһәм, төрөк ғәскәре лә Әстерханға киләсәк. Хижазда булған ваҡытымда барса ишандар пәйғәмбәрҙең ҡәбере янында ҡафыр менән һуғыш ҡылыу менән миңә әмер иттеләр вә ҡафырҙы үлтермәк өсөн ҡулыма доғалы ҡорал бирҙеләр». Бисара бер ҡатлы башҡорт халҡы бының барса яҙғандарына ышандылар вә Русиә кеүек оло бер дәүләт менән ҡаршы тороп һуғыш ҡылырға башҡорттар бының тирәһенә йыйылмаға башланылар, сәғәт — бисәғәт иштәре күбәйә барҙы. Башҡорттар мөнтазам урыҫ ғәскәренә вә туптарына ҡаршы барасаҡтарын бер ҙә хәтерҙәренә килтермәйҙәр ине. Ялғансы Ҡараһаҡал ишанда булған ҡеүәт мәғәнәүиә арҡаһында урыҫтарға бик тиҙ генә ғәләбә табыуҙарына ышаналар ине. Ҡараһаҡалдың мәдехе былар араһында көн-бәкөн арта барҙы. Һәр көн быңарҙан икһеҙ вә сикһеҙ кирәмәттәр күсерелде, уны маҡтап шиғырҙар тәртип булынды, был шиғырҙарҙы оло вә кесеһе көйләп-көйләп уҡымаҡталар ине, хатта бының хаҡында шундай ялғандар таралды, гүйә: «Ҡараһаҡал ишан шундайын доға Исме Әғзәм булырға кәрәк белә икән, шул доғаны уҡыһа утта янмай, һыуға батмай, ҡафырҙың һис бер төрлө ҡоралы уға зарар тейҙерә алмай икән. Бер ваҡыт ҡафыр менән һуғышҡа барғанында быға зарар килтермәк маҡсаты менән шайтан өс башлы йылан сүрәтендә булып юлына ҡаршы төшкән. Ҡараһаҡал ишан шул доғаһын уҡыған да йыланға һуҡҡан. Йылан шул хәлдә үк төтөнгә әйләнеп юҡҡа сыҡҡан. Икенсе бер ваҡыт ҡафыр менән һуғышҡа барғанда бер баһадир ҡиәфәтендә булып, уттан булған айғырға атланып ҡаршы сыҡҡан. Быныһында ла ишан доғаһын уҡыған да шайтан юҡ булған».
     Ишан хәҙрәт аҫтыртын ғына ни ҡәҙәр тырышһа ла башҡорттар быны хан итмәнеләр, фәҡәт үҙҙәренә башлыҡ итеп һуғышҡа керештеләр. Ләкин Ҡараһаҡал ишан еңелеү тәҡдирендә ҡасып ҡотолоу еңел булһын өсөн ҡаҙаҡ сигенән күп эскә кермәне, һәр ваҡыт шул сик тирәһендә генә урыҫтар менән һуғыш ҡылды. Шул арала Силәбе комендантына «Фетнәсе башҡорттарға тейешле язаларын бирмәк, Ҡараһаҡалдың үҙен нисек булһа ла тотоп алмаҡ» тигән фарман күндерелде. Был хәбәрҙе ишетеү менән башҡорттар барсаһы иттифаҡ менән ялғансы Ҡараһаҡалды үҙҙәренә хан тип иғлан иттеләр һәм Ҡараһаҡалдан Уфа шәһәрен барып алыуын үтенделәр. Ләкин Ҡараһаҡал Уфаға ҡәҙәр барырға ҡурҡты вә ҡаҙаҡ сиктәренән күп эскә китмәне. Хөкүмәт ғәскәрҙәре менән фәҡәт шул тирәлә һуғыш ҡылды.
     Башҡорттарҙың уҫаллыҡтары шул дәрәжәгә иреште ки, ҡулдарына бер урыҫ енесе төшһә, уны төрлөсә яза ҡылып үлтерҙеләр, үлгәндән һуң өҫтөндә төрлөсә вәхшәттәр ҡылдылар, хосусан урыҫтарҙың изге иғтиҡад ителгән кешеләре өҫтөндә бындай ҡәбәхәтлектәрҙе күберәк ижра ҡылдылар. Мәҫәлән, Табын тигән ҡасабаны һәм шунан йыраҡ та түгел заводты алған ваҡытта бындай вәхшәттәрҙең һис ҡайһыһын ҡалдырманылар, ҡулдарынан килгән һәр төрлө уҫаллыҡтарын ҡыла бирҙеләр. Шул ваҡыт Урусов Минзәлә шәһәренә китеп бер хөкөм комиссияһы асты. Был хөкөм комиссияһы ҡарары менән ҡулға төшкән фетнәсе башҡорттарҙан һис береһен язаһыҙ ҡалдырмай гонаһына күрә, төрлөһөнә төрлөсә язалар бирелде. Урусовтың әмере менән Ырымбур шәһәрендә һәм шул рухтағы бер хөкөм комиссияһы асылып, шуның кеүек язалар бирелде. Быны күреү менән бик күп башҡорттар ғәфү истәп, түрәләр ҡаршыһына килделәр. Ләкин, гонаһтары бик көслө булғанға һәм ҡалғандарына ғибрәт күрһәтеү маҡсаты булғанға, һис ҡайһыһы ғәфү ителмәне, бәлки күрелгән береһенә гонаһына күрә язалар бирелә барҙы. Бәғзе бер бик яуыздары ҡоралдарын ташламай, һуғышып үлергә ҡарар бирҙеләр вә бәғзеләре төрмәләрҙә ашамай-эсмәй үҙ-үҙҙәрен һәләк ҡылдылар. Урусов Ҡараһаҡалдың ялғансы икәнен аңлатмаҡ өсөн башҡорт араһына махсус кешеләр сығарҙы. Ҡараһаҡалды тотоп биргән кешенең ғәфү ителәсәге, йәшереп аҫраған кешенең үҙе вә йәмәғәттәре үлтереләсәге менән иғландар таратылды, ләкин башҡорттарҙың һис ҡайһыһы Ҡараһаҡалды тотоп бирергә риза булманы. Фетнә көн-вә-көн ҙурая барҙы, Урал тауының көн тыуыш вә кояш батыш тарафтары барсаһы баш күтәрҙе. Урусов фетнәне баҫтырмаҡ өсөн һәр төрлө сәбәптәргә кереште. Силәбе әтрафындағы ҡеүәттәргә генә таянмай, Бутагин, Языков тигән әҙәмдәрҙең ҡул аҫтында атлы вә йәйәүле ғәскәрҙәрҙән ғибарәт йәнә оло бер ҡеүәт күндерҙе. Был ҡеүәт барып етеү менән нисә мең фетнәсе башҡорттарҙы ҡылыстан кисерҙе вә күп ауылдарҙы яндырып, фетнәсе башҡорттарҙың мал-тыуарҙарын ғәнимәткә алды. Ҡараһаҡал мөнтазам хөкүмәт ғәскәренә ҡаршы тора алмаясағын аңланы, ниһайәт әкрен-әкрен сигенеп ҡаҙаҡ сигенә барып етте, янында булған кешеләре ҡырылып бөтә яҙҙы, ғаҡәбәт Ҡараһаҡал үҙе лә яраланып илле ҡәҙәре юлдашы менән ҡаҙаҡ эсенә кереп ҡасты. Павлодский нам генерал бының артынан ҡыуып, ҡаҙаҡ еренә кереүгә батырсылыҡ ҡыла алманы. Шулай ҙа, бер нисә кеше ебәреп правительство исеменән Ҡараһаҡал менән юлдаштарын тотоп биреүҙе ҡаҙаҡтарҙан һораны. Ҡаҙаҡтар күптән түгел генә Русиә тәбәғәлеген ҡабул итеп, Ҡаҙағстанда булған һәр бер ғәйепле кешене бирергә ғәһед биргән булһалар ҙа был ғәһедтәрендә торманылар һәм: «Ҡараһаҡалдың иптәштәрен аҙ-маҙ тотоп алдыҡ, малдарын талап, үҙ-ҙәрен үлтерҙек, Ҡараһаҡалдың үҙенә килһәк, ул үҙе жунгар ханының улы Солтангәрәйҙер, һәм был хәлдә ул беҙҙең ҡунағыбыҙҙыр. Бер йәһәттән хан улы, икенсе йәһәттән ҡунаҡ булыуы сәбәпле, хәҙергә беҙ уны тотоп бирә алмайбыҙ», — тип яуап ҡайтарҙылар. Павлодский бынан һуң да ҡаҙаҡ сигендә оҙаҡ ваҡыт-тар тороп, ике-өс мәртәбә илсе күндереп ҡаҙаҡтарҙан биреүҙе һораны иһә лә һәмишә шул яуапты алды, һуңра ваҡиғаны бәйән итеп, Урусовҡа мәктүп күндерҙе.
     Ҡараһаҡалдың еңелеп ҡаҙаҡ эсенә китеүе менән фетнә баҫылды вә ғәфү үтенеп, Ырымбурҙа Урусовҡа биш мең башҡорттар берҙән заһир булдылар. Быларҙы Ырымбурҙың (хәҙерге Орск) ун ике саҡрым ситтә бер ергә йыйылып, һаҡлау өсөн ҡеүәтле ғәскәр ҡуйылды һәм былар янына мишәр таифәләре менән фетнәгә ҡатнашмаған башҡорттарын да йыйып килтерелде. Кенәз Урусов ул ваҡытта үҙе Ырымбурҙа булмағанлыҡтан, үҙе ҡайтҡансы көтөп тороу менән әмер итте. Меңдәрсә кешеләр бер ергә уҡмашып, унынсы авгусҡа ҡәҙәр кенәз Урусовты көтөп торҙолар. Унынсы августа кенәз Урусов Ырымбурға ҡайтып, һуңра шул ергә барҙы. Урусовты күреү менән нисә мең кеше бының аяҡ аҫтына йығылдылар вә баштарын ерҙән күтәрмәй, ҡан йәштәрен ағыҙып ғәфү итеүен үтенделәр. Урусов барыһына сәждәнән ҡалҡып уҡыясаҡ нимәләрен ҡолаҡ һалып тороуҙарына әмер итте. Барыһы баштарын күтәрҙеләр. Урусов ҡаты тауыш менән уҡый башланы, башҡорттар тәбиғи, быны аңламанылар, шуның өсөн бер татар тәржемәне аҡрын-аҡрын ғына йөмлә-йөмлә ҡылып, башҡорттарға төшөндөрә барҙы. Был яҙыуҙа башҡорттарҙың яманлыҡтары ҙекер булынған ине. Урусов уҡып бөткәс, башҡорттар яңынан ғәфү эстәп ергә йығылдылар. Урусов, фарман садр булғанса, тауыш-ланмай тыңлап тороуҙары менән барһына әмер итте. һуңра Урусов шул ерҙә бер хөкөм комиссияһы асып, мишәрҙәрҙән һәм фетнәгә ҡатнашмаған башҡорттарҙан һорашып, шуларҙың шәһаҙәттәре менән хөкөм йөрөтөргә әмер итте. Иң элек мишәрҙәр, һуңра фетнәгә ҡатнашмаған башҡорттар үҙҙәренең күргән вә белгәндәрен һөйләп, ҡайһыһы ғәйепле вә ҡайһыһы ғәйепһеҙ икәнен асып бирҙеләр. Шул урыҫса шәһаҙәт алып бөтөргәндән һуң, Ырымбурҙан (хәҙерге Орскиҙан) алты саҡрым йыраҡлығында булған бер тауҙың башына шул диңгеҙгә оҡшаулы халыҡты йыйып алып барҙы. Шул урында элек батшаның указын уҡыны, һуңра егерме бишенсе августа шул уҡ урында фетнәселәргә язалар йөрөтөлә башланы. Ҡараһаҡалдың беренсе иптәштәренән Кантур Максимов сыуаштан мосолман булған кеше, Юныс Исмәғилов, Янғол, Ҡарабаш, Яҡуп Кәсишев — былар таш бағаналарға ултыртылған, тимер ҡаҙыҡтарға ултыртылып үлтерел-деләр, һикһән кеше епкә аҫылды, ун бер кеше (былар Ҡараһаҡалдың есаулдары) ҡабырғаларынан тимер ырғаҡтарға аҫылдылар, егерме бер кешенең баштары балта менән сабылып өҙөлдө. Башы өҙөлгәндәр йөм-ләһенән Ангулов фамилияһында бер үлгән кеше лә бар ине. Был әҙәм тотҡонға алынып, Ырымбурға килтерелгәс, тотоштан ун көн ашамай-эсмәй ҡасда үҙ-үҙен үлтергән ине, шулай ҙа ҡылынған хөкөм өжрә булһын өсөн башын сабып өҙөлдө. Урусов бында эшен бөтөргәс, етенсе ноябрҙә хәҙерге Ырымбурҙан утыҙ саҡрым йыраҡлыҡта Сакмарский городок тигән урынға барып, яңынан хөкөм комиссияһы асты, бында йөҙ егерме биш кешегә үлем язаһы йөрөтөлдө, өс йөҙ ҡәҙәр кешенең ҡолаҡтары вә морондары киҫелеп, ҡәрйәләренә күндерелде. Бынан мәҡсуд башҡаларына ғибрәт күрһәтмәк ине. Заманаһында мәшһүр Саймонов исемле генералдың риәсәте тәхетендә Минзәлә шәһәренә бер мәхкәмә асылып, шул юғарылағы рәүештә фетнәсе башҡорттарға язалар йөрөтөлдө. Бына Ҡараһаҡал ишандың ҡотортоу нәтижәһе шул булды. Был хаин меңдәрсә ислам ҡанының түгелеүенә вә меңдәрсә бала-саға, вә ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәтим ҡалып хур вә рисуа булыуҙарына сәбәп булды. Бының ялғанына ышанып, ни ҡәҙәр мосолмандар аяҡ аҫтарында иҙелгәндәр икән, был выжданһыҙ һәмишә үҙенә Солтангәрәй исемен биреп, һис ҡайғыһыҙ ҡаҙаҡ эсендә ҡунаҡтан ҡунаҡҡа йөрөмәктә ине һәм милләт исламиәгә был ҡәҙәр генә зарар килтереү менән кифаяланмай, икенсе тарафтан ҡаҙаҡ мосолмандарын харап итте. Шулай итеп, иң әүәл йөрөп-йөрөп ҡаҙаҡ мосолмандарын жунгар халыҡтары менән һуғышҡа ҡыҙҙырҙы. Быларҙы тамам ҡыҙҙырып еткергәс, ҡаҙаҡ хандарының рөхсәте менән ете мең ҡәҙәр ат һатып алды, һуңра ҡаҙаҡтарҙан ғәскәр йыя башланы. Бер йәһәттән ҡаҙаҡтар быны жунгар ханының уғлы тиеп белгәндәренән вә икенсе йәһәттән Ҡараһаҡал үҙе наҙан халыҡ алданырлыҡ суфый ҡиәфәтендә булғанлыҡтан, ғәҙәттән тыш тиҙлек менән ҡаҙаҡтар бының тирәһенә йыйыла башланылар. Ҡараһаҡал ишан йыйылған ғәскәр менән жунгар еренә һөжүм итте. Үлтереү, талау кеүек вәхшәттәрҙең, һис берен ҡалдырмай өжрә ҡылды, һуңра жунгар ханы Галадан аҙ ваҡыт эсендә егерме мең самаһында ғәскәр йыйып вә ни ҡәҙәр туптар әҙерләп, Ҡараһаҡал менән һуғышҡа кереште. Аҙ ваҡыттың эсендә ҡаҙаҡтарҙы еңеп, күбеһен тотҡон итеп, күп малдарын ғәнимәткә алды. Ҡараһаҡал үҙе Башҡортостанда булғаны кеүек, дошман ҡулына төшмәне. Меҫкен ҡаҙаҡ мосолмандарын ут аҫтына ташлап, атының йүгереклеге арҡаһында ҡасып ҡотолдо. Ҡаҙаҡтар ҙа эштең нисек икәнлеген һиҙгәс, үҙ ерҙәренә ҡаса башланылар. Жунгар халҡы арттарынан ҡалмай, ҡыуып Ҡаҙағстанға киттеләр, Ҡараһаҡал менән булған ҡаҙаҡтарҙың ҡайһыһы үлтерелеп вә ҡайһыһы тотҡон булып, барыһы тиерлек һәләк булып бөттөләр. Быларҙан да бигерәк эшкә ҡатнашмаған гонаһһыҙ ҡаҙаҡтар мөбтәлән булдылар, сөнки жунгар халҡы Ҡаҙағстанға кергәс, кәрәк ир вә кәрәк ҡатын булһын — күҙгә күренгән барыһын ҡылыстан кисерҙеләр, хатта ҡаҙаҡтарҙы үлтерә-үлтерә Яйыҡ йылғаһының уң яғына Ырымбур (хәҙерге Орск) шәһәренең ҡаршыһына килеп сыҡтылар. Түрәләр был хәлде аңһыҙҙан күреп хайранға ҡалдылар, жунгар ханына кеше ебәреп, Русиә тәбәғәлеген ҡабул иткән Ҡаҙағстанға кереп, бындай эштәрҙе эшләмәҫенә протест иттеләр, ләкин жунгар ханы Ҡараһаҡал менән иптәштәрен ҡыуа килеүенән, ҡаҙаҡтарҙың Русиә химаяһында икәнлеге хәбәре булмағанлығын бәйән итте. Талауға ҡатнашмаған ҡаҙаҡтарға ни өсөн бындай эштәр ҡылдығыҙ тигән һорауға хан: «Ҡаҙаҡтар беҙҙең иҫке дошмандарыбыҙҙыр, былай ҡылғаныбыҙ үҙҙәренең иҫке ҡылған уҫаллыҡтары бәрәбәренәлер, шулай булһа ла Русиә тәбәғәлектәрендә икәнлеген белгән булһаҡ былай ҡылмаған булыр инек», — тип яуап бирҙе һәм был ҡылған эштәр өсөн шәһәр комендантынан ғәфү үтенде. Комендант та ғәфү эстәүен ҡабул итеп: «Ҡаҙаҡтар Русиә тәбәғәлектәрен ҡабул иткәндәренән уларҙы химая итмәк беҙгә бурыстыр, бынан һуң бындай эштәре булһа, үҙегеҙ хөкөм итмәй беҙгә белдереүегеҙ тейештер. Русиә хөкүмәте тәфтиш итеп, тейешле язаларын үҙе бирәсәктер, бынан һуң бындай эштәрҙе ҡылһағыҙ, беҙҙең тарафтан ғәфү итмәйәсәктәр», — тине. Һуңра жунгар ханы ғәскәрен алып ҡайтып китте.
     Шулай итеп, башҡорт фетнәләре баҫылып бөткәс, 1740 йылда Урусов Орск крепосына сәфәр итеп, барышында бәғзе башҡорттарҙың күрһәтеүе менән, был крепосҡа тура юл бар икәнен белде. Был юл электән бирле башҡорттарға мәғлүм булһа ла башҡорттар үҙҙәре генә файҙаланыу өсөн йәшереп тоталар ине. Бынан һуң Урусов оҙаҡ тормай, 1741 йылда донъянан үтеп, кәүҙәһе Һамар шәһәрендә күмелде.
     Хөкүмәттең ярҙамы вә Кириллов, Татищев, Урусовтарҙың ижтиһадтары менән Ырымбур әтрафының бер ҡәҙәре тәртипкә ҡуйылыуы юғарыла ҙекер булынмыш ине. Бынан һуң етешмәгән ерҙәрен етештереү Петр Великийҙың иң яратҡан әҙәмдәренән Неплюевтың өлөшөнә төштө. Неплюев Русиәлә булып кискән олуғ әҙәмдәрҙең береһе булғанлыҡтан, урыҫса лисанда бының тәржемәи хәле бик тәфсил менән яҙылмыштыр. Был урында бер аҙ тәржемәһен яҙмаҡ беҙҙең өсөн дә файҙаһыҙ булмаҫ тип ғоман итәмен. Неплюев хәҙерге Ырымбур шәһәренең ҡороусыһы, Ырымбур губернаторҙарының беренсеһелер. Үҙе задакандәрҙән булып, 1693 йылда Новгород губернаһында атаһының милкендә (имениеһында) донъяға килмештер. Атаһы Иван Неплюев Нарва аҫтында Карл XII менән булған һуғышта йәрәхәтләнеп, шул йәрәхәтенән төҙәлә алмайса донъянан үтмеш һәм Неплюев та ун алты йәшлек хәлендә атаһыҙ ҡалмыштыр. Неплюев ун һигеҙ йәшкә етер-етмәҫ үк әйләнеп, бер балаһы булғандан һуң ҡатыны вә балаһын ҡалдырып, бер монастырҙың зыяратына китеп, бер йылдан артыҡ йөрөп ҡайтмыштыр. Неплюев уҡыу өсөн һис ҡайҙа бармаған вә һис мәктәп күрмәгән, фәҡәт инәһенән генә уҡыу-яҙыу өйрәнгән ине вә бынан һуң уҡыу һәүәҫенә кергәне юҡ ине. Шул арала Петр Великий тарафынан бер указ нәшер булынып, дворян балаларын хисаптан иғмал әрбаға менән мәбади һәндәсәне белеү мәжбүри ҡылынды. Хатта шул ваҡытҡа ҡәҙәр өйләнмәгән дворян балаларының ҡулдарында шул нәмәләрҙе белеүгә шәһаҙәтнамәләре булмаһа, әйләнеүҙән маниғ булынды. Шул сәбәпле Неплюев мәҙкүр фәндәрҙе өйрәнмәк өсөн инәһен, ҡатын вә балаларын ҡалдырып, Новгородта яңы асылған школаға китергә ирекһеҙ булды, ләкин инәһе бындай һөйөклө улының ирекһеҙ рәүештә уҡырға китеүенән ҙур ҡайғыға төшөп, оҙаҡ та тормай ҡайғыһынан үлеп китте. Неплюев тиҙлек менән Новгородтан Нарва шәһәрендәге школаға күсерелде. Нарвала өс айҙан артыҡ торорға тура килмәне, сөнки 1715 йылда Петербургта Морская Академия асылып, өс йөҙ ҡәҙәре дворян балаларын шунда алырға падишаһ тарафынан фарман сыҡмыш ине. һайланмыш дворян балалары араһында Неплюев та булып, шул мөнәсәбәт менән 1715 йылда Петербургка килеп ирешелде.
     Петр Великийҙың уйында төньяҡ тарафынан Балтик диңгеҙенә, төшлөк яғында Ҡара диңгеҙгә сығыу рәғәбәте бик оло ине. Тәбиғи, был эш өсөн элек кешеләр әҙерләмәк кәрәк ине. Шул сәбәпле Петр Великий диңгеҙ ғилемдәрендә етешкән егеттәр әҙерләмәк өсөн үҙе тарафынан майҙанға килтергән академия менән генә кифаяланмай, Ғәрби Аурупа мәктәптәренә ҡәбилиәтле егеттәрҙе күндермәгә ҡарар бирҙе: ҡайһыһын Англияға, ҡайһыһын Голландияға, ҡайһыһын Италия ярымутрауындағы Венеция йөмһүриәтенә күндерҙе. Был, һуңғыһына күндерелгәндәрҙең һаны утыҙ ҡәҙәре булып, Неплюев та шул йөмләнән ине. Ул ваҡыт Төркиә дәүләтенең иң бөйөк дошмандарынан береһе Венеция булып, диңгеҙ тарафынан Төркиәне рәхәтһеҙ итә ине. Беҙҙең Русиә моряктары (бәхериәләре) барғас, Төркиә менән араларында яңынан һуғыш башланды. Был һуғышҡа ла Неплюев үҙенең иптәштәре менән иштирак итте вә иптәштәре араһында артыҡ баһадирлыҡ күрһәтеп, адмирал тарафынан маҡтау ҡағыҙы алды. Бында ике йыл торғандан һуң, 1719 йылда Петр Великий Неплюев менән иптәштәренә уҡыу өсөн Испанияға барыу менән әмер күндерҙе. Был әмерҙе алыу менән Испанияға китеп Кадикс шәһәрендәге диңгеҙ ғилемдәре өйрәтелә торған академияға керҙеләр, ләкин Испания теленән хәбәрҙәре булмау сәбәпле файҙа итә алманылар. Испанияла торған ваҡыттарында аслыҡ, яланғаслыҡ кеүек һәр төрлө ҡатылыҡтарҙы күрҙеләр. Шул сәбәпле тиҙерәк ҡайтарыуын үтенеп Петр Великийға мәктүп күндерҙеләр. Петр Великий ҡайтыуҙарына рөхсәт итте. Һуңра Неплюев та биш йылдар ҡәҙәре сит мәмләкәттәрҙә сәйәхәт иткәндән һуң юлдаштары менән Петербургка ҡайтып килде. Ҡайтҡандың дүртенсе көнөндә бар юлдаштары менән Петр Великийға тәҡдим булынып, шул күрешеүҙә үк Петр Великийҙың Неплюевҡа күҙе төштө. Бер айҙан һуң күп кешеләрҙең хозурында Петр Великий быларҙы имтихан ҡылды. Был имтиханда Неплюев Петр Великийҙың һәм башҡаса әҙер булған әҙәмдәрҙең диҡҡәттәрен йәлеп ҡылды. Шунан һуң, Петр Великий Неплюевты ҙур бер дәрәжәгә тәғәйен ҡылып, үҙенең хауаһы йөмләһенә алды.
     Шул рәүешсә Неплюев Петербургка ерләшкәс, алты-ете йылдарҙан бирле күрмәй торған ҡатыны вә балаларын бергә тороу ниәте менән Петербургка алдырҙы. Ләкин бында ла оҙаҡ торорға тура килмәне, сөнки бер йыл булыр-булмаҫтан уҡ консуллыҡҡа тәғәйен булынып, Истанбулға китте. Консул булып торған ваҡыттарында Неплюев Русиә дәүләте өсөн бик файҙалы эштәр ҡылырға муафиҡ булды. Нисә мәртәбәләр Кавказ тарафтарында Төркиә менән Русиә араһында һуғыштар сыға башлап, Неплюевтың тәдбире менән сыҡмай ҡалды. Ул ваҡыт Төркиә дәүләте бик ҡеүәтле булып, Русиә дәүләте зәғиф булғанлыҡтан, Төркиә менән һуғышмаҡ Русиә өсөн мотлаҡан ҡурҡыныслы ине. Петр Великий Неплюевтың был хеҙмәттәрен тәҡдир итеп, ҡаршыһына дүрт йөҙ крәҫтиән менән оло бер ер һәдиә ҡылды. Неплюев Истан-булда шулай* бер оҫталыҡ менән торҙо, министрҙар мәжлесендә ниндәй бер йәшерен эш эшләнһә, үҙенең ясустары арҡылы барсаһынан хәбәр алып тора ине. Хатта тәрктәрҙең бәғзеләре Неплюевтың Төркиә өсөн зарарлы икәнен белеп, ағыулап үлтерергә лә ниәт ҡылмыштар ине, ләкин ясустары арҡылы был үлемдән дә ҡотолоп ҡалды.
Шул хеҙмәт менән Истанбулда бер ҙә ҡайтмаҫтан ун дүрт йыл торҙо. Ахырында бик ныҡ бер ауырыуға мөбтәлә булып тереклеге икеле булғас, Петербургка ҡайтып килде. Ҡайтҡандан һуң сәләмәтләнеп, оҙаҡ та тормай 1740 йылда Киев шәһәренең губернаторлығына тәғәйен булынды, ләкин шул ваҡыттарҙа Астерман нам министр яңы тәхеткә ултырған Елизавета Петровнаны тәхеттән төшөрөү ҡасдында булыу менән ғәйепләнеп үлем язаһына хөкөм булынды. Неплюев иҫкенән бирле Астерман менән мөнәсәбәттә булғанлыҡтан, Неплюевты ла «был эштә мөдәхәләһе бар» тип шөбһәләнеп, урынынан төшөрҙөләр һәм барса миҙалдарын вә һәдиә ителмеш ер вә һыуҙарын хазинаға алып, үҙен хибескә яптылар. Ләкин, һуңынан юнаһы юҡлығы беленеп, хибестән сығарылды вә кире, (1лынмыш барса нәмәләре үҙенә ҡайтарылды вә императрицаның фарманы буйынса 1742 йылда Ырымбур тарафына губернатор булараҡ тәғәйен булынды.
     Ырымбур әтрафының идараһы төрлө ваҡытта төрлөсә аталды иһә лә Неплюев үтенеүе буйынса 1744 йылда Сенат тарафынан Ырымбур губернаһы исеме бирелеп, вәлиһен губернатор тип тәсмиә иттеләр. Шуның өсөн Неплюев урыҫса әҫәрҙәрҙә Ырымбур губернаторҙарының беренсеһе тип ҙекер булыналыр.
     Ул ваҡыт Ырымбур губернаторлығына хәҙерге Ырымбур губернаһы камилән дәхил булған кеүек, хәҙерге Уфа губернаһы камилән, Һамар вә Пермь губерналарының күп ерҙәре дәхил ине һәм яңы ғына Русиә тәбәғәлеген ҡабул иткән ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ таифәләренә, һәмишә фетнә сығарып торған Яйыҡ казактарына, Ставрополь ҡалмыҡтарына наҙарат итмәк тә Ырымбур губернаторына тапшырылмыш ине. Был ҡәҙәре ергә наҙарат итмәк яңғыҙ бер кешегә ауыр булғанлыҡтан, Уфа әтрафына наҙарат итмәк өсөн Уфа шәһәрендә губернатор наибы исемендә бер хаким торалыр ине.
     Был әйтелмеш ерҙәрҙә урыҫ ғонсары бик аҙ булып, барсаһы башҡорт, мишәр, типтәр, ҡаҙаҡ кеүек төрлө исем аҫтындағы халис төрк енесенә мәнсүб мосолмандар булғанын, ул ваҡытта быларҙың Русиәгә ҡаршы баш күтәреүгә даимән форсат күҙләп торғанлыҡтарын мөләхәҙәгә алынһа, ул ваҡыттағы губернаторҙарҙың өҫтәрендә ни ҡәҙәр бөйөк эш булғанын аңламаҡ мөмкин булыр.
     Неплюевҡа ҡәҙәр булған вәлиҙәр күбеһенсә һа-марҙа торғанлыҡтарынан тәғәйен ителгәндән һуң Неплюев та 1742 йылдың 25 апрелендә һамар шәһәренә килеп, идара эштәрен ҡулына алды һәм шул уҡ заманда Сенат тарафынан «әгәр ҙә башҡорттарҙа ихтилал ғәләмәттәре күренә башлаһа, ни рәүешле баҫырға кәрәк» икәнлегенә даир әмерҙәр бирелде.
     Шул йылдың июлендә Неплюев Уфа арҡылы Ырым-бур (хәҙерге Орск) шәһәренә китеп, бер ҡәҙәр ваҡытҡа Уфаға туҡталды һәм губернатор наибы Урусовтан шул тарафтың хәлдәрен һорашып, барса эштәрен тәфтиш итте. Башҡорттарҙы тынысландырыу өсөн падишаһ тарафынан садр булған күп эштәрҙең еренә еткерелмәүен аңланы.
     Нәҡ шул ваҡыттарҙа башҡорттарҙа яңынан тынысһыҙлыҡ ғәләмәттәре күренә башланы. Ҡазан юлында Ҡайынлытамаҡ тигән ауылдың башҡорттарынан Мөслим Күсемовтың йәшерен йәмғиәттәр яһап, башҡорттарҙы ҡотортоп йөрөүенән үҙенең шымсылары васитаһы менән хәбәр алды. Махсус шул эште тәфтиш өсөн Исаков тигән полковникты Минзәлә шәһәренә күндерҙе. Күп ваҡыттан бирле хибестә ята торған Әғләш исемендәге бер башҡорт муллаһын аҫып үлтерергә шул йылдың 15 ноябрендә Сенат тарафынан фарман садр булды һәм Уразай исемендәге ҡасып йөрөй торған юлдашын да, нисек булһа ла табып, үлем язаһы йөрөтөргә әмер ителде.
     Кенәз Урусов ваҡытында Ҡараһаҡал тигән башҡорт ишаны, зоһур итеп, башҡорт вә ҡаҙаҡ мосолмандарын бәләгә дусар иткәне, үҙенә ауырлыҡ килә башлағас та атына менеп ҡаҙаҡ сәхрәһенә кереп ҡасҡаны юғарыла ҙекер булынмыш ине. Бының үҙенең ҡайҙа икәнлеге асыҡ беленмәһә лә һәмишә тере булып башҡорт вә ҡаҙаҡ мосолмандарын ҡотортоп йөрөгәнлеге ишетелә ине. Башҡорт араһында бының кирәмәттәре һөйләнә вә һәр көн бының тураһында яңы хәбәрҙәр тарала, быны мәдех итеп тәртип ителгән шиғырҙар һәр тарафта уҡыла ине. Был хәбәрҙәрҙе ишетеп түрәләр, тәбиғи, бер аҙ тынысһыҙлана вә һәр төрлө юлдар менән бының хаҡында тоғро хәбәрҙәр эҙләнә ине. Шул арала Караһаҡалдың ҡулында тотҡонда булған Лапин фамилияһындағы бер урыҫ ҡотолоп Русиәгә ҡайтты. Саймонов менән күрешеп, үҙенең хәлен бәйән иткәндән һуң: «Тиҙ көндә Ҡараһаҡал ишан урыҫ түрәләренең алдына ғәфү үтенеп киләсәк», — тип Саймоновҡа хәбәр бирҙе. Саймонов быны ишетеү менән Сенатҡа белдерҙе. Сенат Саймоновҡа: «Әгәр Ҡараһаҡал килһә, күҙгә күренеү менән тотоп алып, Һамарға ебәреп бик ныҡ йәшерен бер урынға хибес ҡылып ҡуйырға», — тип бойороҡ күндерҙе. Ләкин Ҡараһаҡал килмәне, һуңра Саймонов аҡсаға хирес халыҡ аҡсаға ҡыҙығырҙар тип уйлап, «Ҡараһаҡалды тотоп биргән кешегә биш йөҙҙән мең һумға ҡәҙәр аҡса биреләсәк» тип иғландар таратты. Ләкин бының да артыҡ файҙаһы күренмәне. Шулай итә торғас, бер аҙ ваҡыттар үтеп китте. Ҡараһаҡал ишан да онотола башланы. Ҡаҙаҡ сиктәрендә булған түрәләр ҙә был турала артыҡ мәшәҡәтләнеүҙе ҡуйҙы. Ләкин шул арала Ҡараһаҡал ишандың дошмандарынан вә ҡаҙаҡ таифәһенең ололарынан Хужабирҙе исемендәге бер ҡаҙаҡ: «Ҡараһаҡал ишан хәҙер беҙҙең ҡаҙаҡ араһында тора, ҡаҙаҡтар менән араларына дошманлыҡ төштө. Бынан һуң ҡаҙаҡ ара-һында тормайса тиҙ көндә йыраҡ ергә күсеп китәсәк», — тип түрәләргә хәбәр бирҙе һәм Хужабирҙе үҙе Семипалат крепосының тирәһенә күсеп йөрөгәнлегенән, әгәр Ҡараһаҡал шул тирәгә килһә, быны тотошоуҙа урыҫ ғәскәренә ярҙам итәсәге менән вәғәҙә бирҙе.
     Хужабирҙенән был һүҙҙәрҙе ишетеү менән Киндерман тигән генерал Сенатҡа белдерҙе. Сенат 1745 йылдың 30 апрелендә: «Әгәр Ҡараһаҡал Семипалат тирәһенә килһә, Хужабирҙе ҡаҙаҡтың ярҙамы менән тоторға вә яза бирергә», — тип Неплюевҡа бойороҡ күндерҙе, ләкин ни ҡәҙәр көтөлһә лә Ҡараһаҡал ишан күренмәне. Ҡылынған тәдбирҙәр барсаһы бушҡа китте. Бынан һуң Ҡараһаҡал ишан да бөтөнләй юҡҡа сығып, ни ергә киткәнлеге вә ни өйҙә булыуы төптән мәғлүм булманы.
     Ырымбур әтрафындағы төрки ҡәбиләләр араһында сыуалыуҙар һәмишә булып торғанға, Неплюев тейешле урындарға крепостар бина итеүгә Ырымбур әтрафында урыҫ ғонсарын күбәйтеү өсөн эске Русиәнән халыҡ күсерергә ҡарар бирҙе. Был эштәрҙе майҙанға килтермәк өсөн аҡса кәрәк булғанға, ҡырҡ мең һум аҡса һорап, 1745 йылдың 16 декабрендә Сенатҡа мөрәжәғәт итте. Сенат тарафынан был үтенес ҡабул ителеп, крепостар бина итеүгә муафиҡ урындарҙы ҡарау өсөн Урал, Уй йылғалары буйында ете йөҙ саҡрым ҡәҙәре сәйәхәт итте, ун һигеҙ редут (истихкәм) менән һигеҙ крепость ҡәлғәләр бина ҡылдырҙы.
     Сәйәси һәм тижәри бер маҡсат менән Орск кро посының Кириллов тарафынан Ырымбур исеме менәм бина булыныуы юғарыла ҙекер булынған ине. Тирә һендә урман юҡлыҡтан вә һауаһы яҡшы булмаған лыҡтан, Русиәнең мәркәздәренә йыраҡ булып, башҡорттарҙың эштәренә күҙ-ҡолаҡ булыр өсөн дә уңайлы булмағанлыҡтан, Татищев ваҡытында ук Ырымбур шәһәре Ҡыҙылтау тигән урынға күсерелергә ҡарар бирелгән ине, ләкин Татищев тиҙлек менән урынынан төшөрөлөп, еренә тәғәйен булынған Урусов башҡорт фетнәләре менән мәшғүл булғанлыҡтан, был эш Неплюев ваҡытына ҡәҙәр кисектерелгән ине. Неплюев урынына ултырып баш-күҙ алғас та был эште майҙанға сығармаҡ булды, ләкин Татищев тарафынан тәғәйен ҡылынған урын Неплюевҡн оҡшаманы. Неплюев Орскиҙан ике йөҙ илле ике ярым саҡрым йыраҡлыҡта булған вә иҫке ваҡыттарҙа Басман исемендәге нуғай ханының торған ере булған хәҙерге урынына күсереүҙе муафиҡ тапты, һуңра яңы Ырымбур шәһәрен шул ергә бина итеүгә, бина иткән ваҡытта эшкә типтәр вә бобылдәрҙе вә ситтән нәмә тащыу өсөн башҡорттарҙы ҡушыуға рөхсәт һорап, Сенатҡа мөрәжәғәт итте. Сенат рөхсәт бирмәк менән бәрәбәр, башҡорттарға яҡшы мөғәмәлә ҡылыу менән вә эш хаҡтарын ғәҙәлиәт менән биреү менән бойороҡ күндерҙе, ләкин был шәһәрҙең бинаһы ваҡытында ҡурҡыныслы йоғошло ауырыу пәйҙә булып, алты йөҙ егерме бер ҡәҙәр кеше донъянан үтте.
     Шәһәр бина ителеп бөткәс, һәр төрлө киңлектә вәғәҙә ҡылып сит шәһәрҙәрҙән сауҙагәрҙәр саҡырып килтерҙе. Был шәһәр ваҡытына күрә шулай бер тиҙлек менән тәрәҡҡи итте ки, 1747 йылда был шәһәрҙә бары һигеҙ йөҙ утыҙ ете йорт, дүрт сиркәү, бер аптека бар ине. Ун ике йыл һуңра, шәһәр тирәһендәге землянкаларҙы керетмәйсә, 2866 йорт, туғыҙ сиркәү булды. Неплюевтың бик нескәләп тикшереүе арҡаһында Уфалағы губернатор наибы Аксаковтың ҙур хыянаттары беленде вә урынынан төшөрөлдө. Шул уҡ йылда Неплюев Ҡотломөхәммәт Тәфкилевтең дә эштәрен тәфтиш итте.
     Ҡотломөхәммәт Тәфкилевтең дәүләтебеҙ өсөн бик оло хеҙмәттәр күрһәткәне, хатта Кесе Йөҙ ҡаҙаҡ мәмләкәттәренең, фәҡәт Тәфкилев ғәйрәте менән Нусиәғә ҡушылыуы юғарыла ҙекер булынмыш ине. Был хеҙмәттәре һәм буш ҡалмайса, бәрәбәренә элек полковниклыҡ, һуңра генераллыҡ дәрәжәләре ихсан булынып, Уфа тирәһенә бик оло вә яҡшы ерҙәр вә күп крәҫтиәндәр ҙә һәдиә ҡылынмыш ине. Ләкин Һуңға табан ни сәбәплелер Тәфкилев халыҡ менән вә хосусан үҙ ҡулындағы крәҫтиәндәр менән тупаҫыраҡ мөғәмәлә ҡыла башланы. Шул сәбәпле крәҫтиәндәре асыҡтан-асыҡ ҡаршылыҡ күрһәтә башланылар. Бал1йг, Мордвинка ҡәрйәләренең крәҫтиәндәре бөтөнләй урман араларына ҡастылар. Урман араларынан сығып, Тәфкилевтең имениеларына һөжүм итеп, төрлөсә зарарҙар ирештерҙеләр, хатта Тәфкилевтең үҙ йәненә ҡәҙәр ҡасд иттеләр. Тәфкилев Уфа мәхкимәһенә хәлен белдерҙе. Уфа мәхкәмәһе был ҡасҡан крәҫтиәндәргә яҙыуҙар ебәреп, буйһоноуға өндәне, Ләкин һис файҙаһы күренмәне, итәғәтһеҙлектәре Һәмишә дауам итте. Бүтәнсә сара табылмағас, быларҙың өҫтәренә Тихомиров вә Измайлов исемле әҙәмдәрҙең ҡул аҫтарындағы ғәскәрҙәр күндерелде. Крәҫтиән татарҙар ғәскәргә ҡаршы тороуҙы истәнеләр, ләкин булдыра алмай, барсаһы ҡулға алындылар, фәҡәт өсәүһе ҡасмаға муафиҡ булып, быларҙың береһе Хәбибулла исемендәге башлыҡтары ине.
     Неплюев эштең ҙурға китеүен уйлап, Сенаттан: «Киләсәк ваҡыттарҙа был крәҫтиәндәр менән нисек мөғәмәлә ҡылырға кәрәк?» — тип бойороҡтар һораны. Дүрт айҙан һуң Сенат шул бойороҡтарҙы күндерҙе: «Юғарыла мәҙкүр ҡәрйәләрҙең крәҫтиәнлектән баш тартҡандарын Уфаға саҡырып яуап алыу, ғәскәрҙәргә ҡаршы торған крәҫтиәндәрҙе тәфтиш итеү. Хөкөмгә буйһонмай торған крәҫтиәндәргә ғасиларға ҡылынған мөғәмәлә менән мөғәмәлә итеү. Башлыҡтары Хәбибулланы нисек булһа ла табып ҡулға алыу».
     Тәфкилевтең крәҫтиәндәренән Юлдаш Ишембаев тигән әҙәм Аксаковтың Мәскәүгә киткән ваҡытында осрап: «Тәфкилевтең беҙҙе крәҫтиән итеп тотоуға хаҡы юҡ, беҙҙең бабаларыбыҙға падишаһтар тарафынан бирелгән азатлыҡ указы бар һәм бының кеүек татарса яҙылған яҙыуҙарыбыҙ ҙа бар», — тип һөйләп, указын да һәм татарса яҙыуҙарын да Аксаковтың ҡулына биргән ине, ләкин һуңға табан был яҙыуҙар барсаһы Аксаков ҡулында заиғ булып, Неплюев эште дөрөҫлөк менән бөтөрөү өсөн был яҙыуҙарҙы ни ҡәҙәре эҙләһә лә таба алманы. Ахырында Неплюев был эште тәфтиш ҡылыу өсөн Уфа мәхкәмәһенә тапшырҙы. Уфа мәхкәмәһе эште тәфтиш ҡылып, Тәфкилевте артыҡ ғәйеп итерлек эш тапманы һәм мәхкәмәнең был ҡарары Неплюев тарафынан да тәсдиҡ ителде. Бынан һуң да Тәфкилевтең хеҙмәттәре лә булынып, Уфа тарафын ислах вә иғмар тураһында күп ярҙамдар ҙа тейҙерҙе, хатта Неплюев үҙе Мәскәүгә йәки Петербургка киткән ваҡытында бар лазымын Тәфкилевкә тапшырып китә торған булды.
     Башҡорт ерҙәренең киңлеге вә яҡшылығы, олуғ урмандарында һәр төрлө ҡош-ҡорт вә йәнлектәрҙең күплеге, башҡорт араһында булған кешеләрҙең башҡорттан хисап булынып ғәскәри хеҙмәттән ғәфү булыныусылығы, яһаҡтың аҙлығы, тоҙ күлдәренән тоҙҙоң буш алыныусылығы иҫке ваҡыттан бирле сит халыҡтарҙы ҡыҙыҡтыра, һәр көн вә һәр сәғәт был ерҙәргә килеүселәр артып тора ине. Килеүселәр һәр төрлө таифәнән бар ине иһә лә күберәге Ҡазан губернаһындағы татар, сирмеш, сыуаш, вотяк, мордва кеүек таифәләрҙән ғибәрәт ине. 1710 йылда башҡорттарҙың һаны 35 — 40 меңдән артыҡ түгел икән, 1730 йылда шул ситтән килеүселәрҙең күплеге сәбәбенән 100 меңдән ашып китте. Башҡорт ерҙәре башҡорттарҙың милке хисап ителеүенән, ситтән килгән әҙәмдәр ер өсөн башҡорттарға аҡса түләп торорға ихтыярһыҙҙар ине. Мишәр таифәләре, башҡорт ерҙәренә килгән әҙәмдәрҙең бик иҫкеләре булыуҙарынан, бәғзеләре үҙҙәренә махсус ерҙәргә маликтар ине иһә лә, быларҙың да күбеһе башҡорттарға аҡса түләп торалар ине. Ләкин 1736 йылда падишаһ тарафынан бер указ нәшер булынып, башҡорт ерҙәре ҡаҙнаға алынды вә бының менән бәрәбәр башҡорттарҙың ергә хужалыҡтары бөтөрөлөп, был ерҙәрҙә булған башҡа таифәләр ҙә башҡорттарға ҡол хөкөмөндә булыуҙан азат ителде. Ситтән килгән әҙәмдәргә былай иркенселек булғас, килеүселәрҙең һандары тағын нисә өлөш артты, беренсе хисап буйынса типтәр вә бобыль таифәләренең һандары 11294 һандан ғибәрәт икән, икенсе хисапта 29820 һанға еткән ине.
     Кәрәк башҡорт вә кәрәк башҡа булһын, Башҡорт-останда тороусы аһәлиәнең ҡаҙнаға биреүҙәре доход (бирге) бик аҙ ине. Мәҫәлән: йорт хисабы 8395 ирешкән ясачный башҡорттарҙан йылына 2054 һум 78 тин яһаҡ алынып, һәр береһе бер нисә йәмәғәттән тибәрәт булған йорт башына 25 тин көмөштән артыҡ төшмәйҙер ине, әммә 1431 йорттан ғибәрәт булған тархандар был яһаҡты ла түләмәйҙәр ине. Мишәр таифәләре әүәлдәрҙә яһаҡ түләйҙәр ине иһә лә, башҡорт фетнәләре араһында күп зарар күреүҙәренән хөкүмәт был яһаҡты ла уларҙан киҫмеш ине. Барыһы 5655 йорттан ғибәрәт типтәр вә бобылдәргә лә бер ваҡыт йән башынан түләү һалынмыш ине, ләкин ауырһыныуҙары сәбәбенән үҙҙәренең үтенеүҙәре буйынса бер аҙ ваҡытҡа ҡәҙәр кисектереп, йорт башынан фәҡәт 49 тин ҡәҙәр генә яһаҡ алына ине һәм былар был ҡәҙәр аҙ яһаҡ өҫтөнә тоҙҙо ла һатып алмайҙар, ғәскәр ҙә бирмәйҙәр ине. Шул хәлдә эске Русиәлә йән башына 13 һум 70 тин имана түләйҙәр, ғәскәр ҙә бирәләр, тоҙҙо ла ҡаҙнанан һатып алалар ине. Русиә эсендә халыҡ һәмишә килеп торғанға ҡаҙнаға күп зарар ирешмәктә һәм Башҡортостан аһәлиенең башҡаларға ҡарағанда былай аҙ яһаҡ түләмәктәре ғәҙәләтһеҙлек кеүек күренмәктә ине.
     Бына, шул сәбәптәргә бинаән хөкүмәт Башҡортостанда тороусы аһәлиәне лә Русиәнең башҡа аһәлие менән бер дәрәжәгә ҡуйыуҙы эстәп, иң әүәл типтәр, мишәр, сыуаш, бобыль таифәләренән йән башына бер ҡәҙәр яһаҡ һәм быларҙан ғәскәр алыу тураһында Неплюевтың фекеренә мөрәжәғәт итте. Неплюев быларҙан йән башына 80 тин яһаҡ алыуҙы муафиҡ күрҙе, әммә ғәскәр алыу тураһында бер аҙ сабыр итеүҙе муафиҡ табып, хәҙергә биш йорттан бер кеше алып, крепостарға ебәреп, хеҙмәт иттереүҙе муафиҡ тапты. Сенат Неплюевтың был фекерен мәғҡүл күреп, 1747 йылдың 11 майында быларҙан йән башына 80 тин яһаҡ ала башларға фарман күндерҙе. Неплюев фарманды алыу менән урыҫса вә татарса телдәрҙә иғландар баҫтырып тейешле урындарға таратты һәм старшиналарға ярты йыллыҡ яһаҡты бик ғәҙәләт менән йыйып, килтерергә ҡушты. Яһаҡ йыйыу ваҡытында тәртип вә низамды күҙәтеү өсөн 16 дана офицерҙы Башҡортостанға күндерҙе. Был офицерҙарға, халыҡ араһында аҙ ғына яңы низамдан ризаһыҙлыҡ ғәләмәттәре күренә башланы иһә, тейешле урынына хәбәр биреү менән әмер әйләне.
     Ҡушылған кешеләр яңы яһаҡты килеп һорай башлағас та халыҡ бер ауыҙҙан ҡарыштылар һәм был фарман фәҡәт губернаторҙың үҙе тарафынан ғына сығарылған, падишаһ хәҙрәттәренең белеүе менән булған эш түгел, тип жаһләнә фекерҙә булынып, ғөмүмән, түләмәҫкә булдылар. Себер юлында яһаҡ йыйыуҙы күҙәтеү өсөн Иван Мусиев тигән әҙәм күндерелмеш ине. Был әҙәм Һөйөш Абзаков нам старшинаның ҡул аҫтындағы Мәләкәҫ исемле ауылға барып яңы яһаҡ йыйыласағын белдерҙе. Ишетеү менән шунда йыйылған сыуаш, сирмеш, татарҙарҙан ғибәрәт йөҙ-ҡәҙәр кеше быға һөжүм иттеләр. Мусиев үҙенең иптәштәре Бахметьев, Рахманҡолов, Йәнбирҙин, Михаил Барушин менән иҫке бер өйгә кереп бикләнделәр, ләкин халыҡ ишекте ватып кереп, Бахметьевтың аяҡ-ҡулын бәйләп ҡарауылға бирҙеләр, Йәнбирҙин көс-хәл менән ҡотолоп Талыш ҡәрйәһенә һөйөш старшинаға ҡасып китте, Барушиндың күҫәк менән һуғып ҡулын имгәттеләр. Шул арала һөйөш старшина ла тиҙлек менән Мәләкәҫ ҡәрйәһенә килеп етте. Халыҡ быны ла тотоп алып күҫәк вә ҡамсылар менән ҡыйнап телһеҙ вә иҫһеҙ ҡылып ҡарауылға бирҙеләр, һуңыраҡ Мусиевҡа: «Бына һин Уфаға ҡайт, бындағы хәлдәрҙе генералға әйт, үҙең икенсе мәртәбә бындай эш менән бында килеп йөрөмә, килһәң сәләмәт китмәҫһең», — тип ҡыйнамай-һуҡмай Уфаға ҡайтарып ебәрҙеләр. Был эштә башлап йөрөүселәр: татар енесенән Исмәғил, Миңледияр, Уразаев; сирмеш енесенән Кинйәбай Илбурысов, Ишморат Тилебаев, Ҡунаҡбай Бикрижов; сыуаш енесенән Сирбай Катикеев, Батыршаһ, Аҡъегет, Чирибабиков исемле әҙәмдәр ине.
     Уса юлында Кирәмәт Иҙелов тигән старшинаның ҡул аҫтындағы типтәрҙәргә яңы яһаҡты иғлан итеү өсөн Питкарский фамилиялы бер урыҫ барған ине. Типтәрҙәр Питкарскийҙың үҙенә теймәһәләр ҙә янындағы Айгилде исемле сотникты ҡыйнап ташлағандар ине.
     Неплюев был фетнәләрҙән хәбәр алыу менән бер кәңәш мәжлесе йыйҙы. Был мәжлестә әтрафлыса уйлашҡандан һуң, башҡорт вә типтәрҙәрҙең телдәрен, әхлаҡ вә ғәҙәттәрен яҡшы белгәнлектән Семен Кублицкий исемле полковникты фетнә урынына ебәреп өгөтләргә ҡушты һәм был яңы яһаҡтың ҡуйылыуы падишаһ хәҙрәттәренең әмере менән булыуын белдерергә бойорҙо. Неплюев шул тирәнең мишәр вә башҡорттарына фетнәсе типтәр вә бобылдәрҙе баҫышыуға, башҡорттарҙы ҡайҙа күрһәләр унан тотоп алыуға вә Уфаға күндереүгә әмер күндерҙе. Себер юлы тирәһендә тороусы полковник Луткинға ниңә икәнен үҙҙәренә белдермәйсә генә мишәрҙәрҙән бер полк ғәскәр әҙерләп, кәрәк ваҡытта типтәрҙәрҙе баҫырға әҙер булып торорға ҡушты. Шул арала Луткин Мәләкәҫ ҡәрйәһендә 300 ҡәҙәр әҙәмдең йыйылыуынан Неплюевҡа хәбәр бирҙе. Неплюев яңынан кәңәш мәжлесе яһап, генерал Штукманнды 1749 ҡәҙәр ғәскәр менән Уфаға күндерҙе. Быларҙың 1535 ҡәҙәреһе монтазам ғәскәрҙән, ҡалғаны мишәр, башҡорт, тәнәссер иткән ҡалмыҡтарҙан ғибәрәт ине. Вәғәз вә нәсихәт өсөн Ырымбурҙан күндерелгән Кублицкий ҙа фәҡәт мишәр вә башҡорттарҙан ғына төҙөлгән бер фирҡә менән күндерелгән ине һәм өгөт гариҡы менән әйтелгән һүҙҙе тыңламаһалар, йыйылған халыҡты таратып ебәрергә, башҡорттарҙы ҡулға алып Уфаға күндерергә әмер бирелгән ине.
Неплюев, түрәләргә Уфаның һәр тарафындағы башҡорттарға шымсылар күндереп, хәл вә хәрәкәттәренән хәбәр алып торорға ҡушты, сөнки Неплюев башҡорттарҙың да типтәрҙәргә ҡушылып китеү ихтималын уйлайҙар ине.
     Юғарыла фон Штукманндың бер ҡәҙәр ғәскәре менән Уфаға күндерелеүе зикер булынған ине, был зат киткән ваҡытында Неплюев быға фетнә урынына барғандан һуң мөмкин ҡәҙәр яҡшылыҡ менән һүҙҙе тыңлатырға, бер ҙә мөмкин булмағанда ғына ҡорал истиғмал итергә вә һәр хәлдә ҡатын-ҡыҙ, бала-сағаларға вә малдарына теймәҫкә әйтеп ебәрҙе һәм Неплюев, фетнә ҙурға китеп ҡалһа-нитһә әҙер булып торһон өсөн 1500 Яйыҡ казактары менән бер полк ғәскәр ҙә тәртип ҡылып ҡуйҙы. Шул арала фетнә ҙурайып китте, һис көтөлмәгән ерҙән Ҡазан юлындағы вә Уса юлындағы бәғзе волостарҙа сыуала башлауҙар ишетелде. Бәғзе бер ялғансылар халыҡ араһында: «Хөкүмәт һәр юлдан мең баш ат, һикһән егет, һикһән ҡыҙ һәм бер ни ҡәҙәр ашлыҡ йыя икән»,— тип хәбәрҙәр тараттылар. Бындай хәбәрҙәр типтәр вә бобылдәрҙе бөтөнләй шаштырҙы һәм һәр ҡайһының ҡәлбенә бер төрлө дошманлыҡ урынлашты. Әммә мишәр вә башҡорттарҙың был фетнәгә ҡараштарына килһәк, Сөләймән Диваев тигән старшинаның ҡул аҫтындағы мишәрҙәр менән башҡорттар был фетнәгә ҡатнашыу түгел, хатта барсаһы быға ҡаршы торорға, типтәр вә бобылдәрҙең башлыҡтарын хөкүмәткә тотоп бирергә һүҙ бирҙеләр. Мишәр старшиналарынан Яныш, Салих, Айыт, Сөләймән вә башҡорт старшиналарынан Әхмәр, Яҡуп, Баҡый, Ажиғол, Мәсғут үҙ ҡул аҫтындағы башҡорт вә мишәрҙәрҙән 555 ҡәҙәр ғәскәр йыйып, Кублицкийға ҡушылдылар. Шулай итә торғас, фетнәләр аҙлап ҡына һүнә башланы. Бынан һуң эште тәфтишкә керешеп, Неплюев фон Штукманнға, фетнәлә башлап йөрөүселәрҙе ҡулға алыу менән, ҡулға алғандан һуң фетнә сығарыуҙан маҡсаттары ни икәнен һорашыу менән әмер әйләне.
     Бынан һуң йыйыласаҡ яһаҡтарҙың ярымын йәй көнө ҡыҙыу эш ваҡытында йыйырға, ярымын ҡыш урталығында йыйырға ҡарар бирҙе, сөнки Неплюевтың уйынса был ике ваҡытта типтәрҙәргә фетнә сығарыуға уңайһыҙ булып, сыҡҡан ваҡытта ла фетнәне баҫыу хөкүмәткә еңел буласаҡ ине.
     Неплюев шул өс төрлө эште һорап Сенатҡа мөрәжәғәт әйләне: был фетнәне баҫышҡан типтәр вә мишәр старшиналарына гәрсә осһоҙло ғына булһа ла берәр ҡылыс бүләк итеп биреү, ә фетнә сыҡҡан урындарҙа ҡышлау өсөн, мөмкин булһа, ике полк, бер ҙә мөмкин булмағанда бер полк һаҡлыҡ өсөн ғәскәр ҡалдырыу. Уфа әтрафындағы халыҡ бик фәҡир булыуынан, ҡышлау өсөн ҡалған ғәскәрҙәргә аҙыҡ һәм башҡаса кәрәк-яраҡты етештереү өсөн Сенат тарафынан аҡса күндереү. Сенат Неплюевтың бар һорауҙарын ҡабул итте вә еренә еткерҙе һәм шул уҡ иаҡытта Мәскәүҙәге Сенатская контораға, һәр бере ете-һигеҙ һум самаһында торорлоҡ туғыҙ дана ҡылыс һатып алып Неплюевҡа күндерергә ҡушты, Сенатская контора Мәскәүҙәге ҡорал кибеттәренән бындай ҡылыстар таба алманыҡ вә етештереп биреү өсөн бер ай мөҙҙәт һораны. Шул бер ай мөҙҙәт зарифында Сенатская контора туғыҙ дана ҡылысты хосус кеше-ләрҙән һатып алып, махсус бер һалдат менән Неплюевҡа күндерҙе. Неплюев был ҡылыстарҙы алғас, 1748 йылдың 16 апрелендә старшиналарҙы Ырымбур шәһәренә саҡырып ҡылыстарын үҙ ҡулдарына тапшырҙы һәм һәр береһенә: «Падишаһҡа тоғро хеҙмәт иткәндәре өсөн бирелде», — тип яҙылған ҡағыҙҙар бирелде. Был бүләктәрҙе алған кешеләр: мишәр старшиналарынан Яныш Ғәбиҙуллин, Салих Мөслимов, Айыт Ялтин, Сөләймән Диваев. Башҡорт старшиналарынан: Әхмәр Хәсәнов, Яҡупйән Мурзин, Шәриф Макаров, Ажиғол Аҡшиев, Баҡый Анажев тигән әҙәмдәр ине. Был бүләктәрҙе мәҙкүр старшиналар элып ҡайтҡас, башҡорт старшиналарынан Зайсан Йосопов менән сотник Ибраһим Ҡотоев тигән әҙәмдәр Неплюевҡа килеп: «Беҙ ҙә Кублицкийҙың ғәскәрҙәре араһында булып, фетнәне баҫышыуға хеҙмәт иттек, ни өсөн беҙгә бүләк юҡ?» — тип һүҙ сығарҙылар. Неплюев, хәтерҙәре ҡалмаһын өсөн, быларға ла берәр сәкмәнлек менән падишаһҡа садаҡаттары яҙылған ҡағыҙҙар биреп ебәрҙе.
     Фетнә башлыҡтары барсаһы берәм-берәм Уфа хибесханаһына алынып бөткәндәр ине. Быларҙың ун һигеҙе татарҙарҙан, етәүһе мишәрҙәрҙән, бишәүһе иотяктарҙан, икәүһе сирмештәрҙән ине. Фетнә башлыҡтарының күбеһе татарҙарҙан булыуы түрәләрҙе йылы уйҙарға ҡалдырҙы һәм Бөрө крәҫтиәндәренә Петр Плотников тигән урыҫы ла ғәйепләнеп ҡулға алынды. Был урыҫ, иҫерек хәлендә 1 һум 10 тип аҡсаға ялланып, йыйылған халыҡҡа аҙ яһаҡ түләү хаҡында иҫке ваҡыттарҙа сығарылған бер указды уҡыған ине.
     1747 йылда Уфа шәһәрендә фетнәселәргә хөкөм йөрөтөлә башланы. Ғәйебе бик көслө булғандарын башҡаларға ғибрәт булһын өсөн бик ҡаты ҡамсы менән ҡыйнағандан һуң ғүмер буйына хөкүмәткә Рогервик шәһәренә күндерелде, ғәйебе бер аҙ ҡайтыш булғандарын ҡыйнағандан һуң билдәле бер мөҙҙәт менән мәҙкүр шәһәргә күндерелде, ғәйебе аҙ булғандарын ҡыйнағандан һуң старшиналарҙың кифалаттарына бирелде. Плотников тигән урыҫты ҡамсы һуҡтырғандан һуң өс йыл мөҙҙәт менән Ырымбур губернаһына һөргөнгә күндерелде. Шулай итеп, фетнәгә ниһайәт бирелде. Әгәр был ваҡытта Неплюев кеүек тәдбирле хаким булмаһа, бөтөн Ырымбур губернаһының ут эсендә ҡалыуы бик ихтимал ине.
     Был ваҡиғаларҙан һуң биш-алты йылдар үтеп китте, был арала фетнә вә ҡарышыу әҫәрҙәре беленмәне, Башҡортостанда булған түрәләр ҙә тыныслыҡ таптылар. Башҡорттар ҙа аҡрынлап, яңы тәртип вә низамдарға күнә башланылар. Хөкүмәт һәр насәбә волость өсөн ике йәхүд өс старшина тәғәйен итеп, быларҙы һәр эштә мөсәүил әйләне. Борон да ахундар башҡорт араһында бик күп булыусан ине, хөкүмәт ахундарҙы һирәкләтеп һәр юлға бер генә ахун тәғәйен әйләне. Бөтөн Башҡортостан дүрт юлға бүленгәндән барыһы дүрт ахун булырға тура килә. Бына, эштәр шулай тәртип менән генә барғанда, 1754 йылда хөкүмәт тарафынан бер указ сығарылып, элек тә буш файҙаланып килгән тоҙ күлдәренән тоҙҙо һатып алыуға лазым ҡылынды. Был эш йәнә башҡорттарҙың сыуалыуҙарына сәбәп булды. Неплюев был хәлде ишетеп башҡорттарҙы өгөт вә нәсихәт ҡылыу өсөн Уфаға Ҡотломөхәммәт Тәфкилевты күндерҙе. Тәфкилев барып етеп, башҡорттарҙы өгөтләне, бының өгөтө әҫәр итте, барсаһы ҡарышыу уйынан дүнделәр, һәр иптә хөкүмәткә буйһоноуға вәғәҙә бирҙеләр, ләкин Тәфкилевтең китеүе менән эштәр үҙгәрҙе. Башҡорт яраһында Ғабдулла мулла Батыршин тигән кеше сығып башҡорттарҙы ҡотортоуға башланы.
     Ғабдулла мулла үҙе мишәр таифәһенән булып, урта буйлы, көслө, хәйләкәр ҡиәфәтле, телгә бик оҫта, Һүҙен аҡыл менән һөйләй, башҡорт араһында бик Шөһрәт тапҡан, ғилеме менән һәр башҡортто үҙенә мөслим иткән ине. Үҙендә уҡыуын тамам иткәс, Башҡортостандың һәр ерендә сәйәхәт әйләне, барған ирендә вәғәз вә нәсихәт менән булып, ваҡыты еткәндә балаларҙы ла уҡыталар ине. Үҙе ибтидаи ғилемлекте Каинск волосында Илшаһ мулла тигән кешенең ҡаршыһында тәхсил итмеш ине.
     Бер ваҡыт бер мулла Мөслим тигән старшинаның ауылына барҙы. Мөслим старшина бының хөрмәтенә бик ҙур мәжлес төҙөп кеше йыйҙы, бик күп ит вә ҡымыҙ әҙерләне. Халыҡ йыйылып бөткәс, итте ашарға, ҡымыҙҙы эсергә керештеләр. Ҡымыҙҙы эсә торғас, ҡыҙып китеп сәйәсәт бабына барып еттеләр, ҡымыҙ ҡыҙыуы менән һөйләй торғас, алдын-артын уйламай, Ғабдулла мулланы башлыҡ итеп, хөкүмәткә ҡаршы баш күтәрергә кәңәш иттеләр. Ғабдулла мулла бында эште ойошторғас, йыраҡта түгел Һалйоғот ауылына, Златоуст өйәҙеңдә булырға кәрәк, китте, бында ла бының мәжлесенә етмешкә яҡын башҡорттар йыйылышып килгәндәр ине. Быларҙы ла димләп шул эшкә күндерҙе. Бынан Урта тигән ауылға барып та шул эште ҡылды. Ғабдулла мулла бер аҙҙан Ырымбурға барып, Ырымбурҙың ахуны Ибраһим Бутчиев һәм губернатор ҡаршыһында тәржемәнлек ҡылыусы Гуляев тигән әҙәм менән күрешеп, улар менән шул хаҡта һөйләште.
     Ғабдулла мулла Ырымбурҙан ҡайтҡас, яҙып-яҙып башҡорт араһына дәғүәтнамәләр таратты, был дәғүәт-намәләрендә барса башҡорттарҙы бер юлы баш күтәреүгә өндәп, бының ваҡытын 1755 йылдың 10 июлендә тип тәғәйен иткән ине һәм шул уҡ ваҡытта икенсе бер башҡорт муллалары тарафынан шиғырҙар тәртип ителеп, башҡорт араһына таратылды. Ғабдулла мулланың дәғүәтнамәләре менән башҡа муллаларҙың шиғырҙары Башҡортостандың һәр тарафына барып етте вә башҡорттарға ғәҙәттән тыш тәьҫир итте. Башҡорттар ҙа барсаһы аҡрын-аҡрын ғына һуғышҡа йәхүд башҡа төрлө итеп әйткәндә, үҙҙәрен үҙҙәре утҡа һалырға әҙерләнә ине. Ләкин башҡорттар Ғабдулла мулланың һүҙҙәрен тыңлап еткермәнеләр, 1755 йылдың 25 майында уҡ эшкә керештеләр.
     Неплюев башҡорттарҙың хәл вә хәрәкәттәренән хәбәр алып Сенатҡа белдерҙе һәм ҡулындағы ғәскәрҙәргә Исаков тигән полковникты башлыҡ итеп тейешле урынға күндерҙе. Шул арала Бөрйән башҡорттары министрҙар тарафынан фарфор яһарға яраҡлы балсыҡ эҙләү өсөн күндерелгән чиновникты үлтерҙеләр вә быға башҡа ни ҡәҙәр чиновниктарҙы бала-сағалары менән һәләк ҡылдылар. Быларға әҙәп биреү өсөн күндерелгән һалдаттарҙың да унауһын үлтереп егерме туғыҙын яраланылар һәм хөкүмәткә ҡаршы тороуҙа үҙҙәренә ҡушылмаған өсөн Ғәбделваһаб исемендәге бер мишәр старшинаһы менән бер мосолман писарҙе лә үлтереп ташланылар. Бынан һуң икенсе ерҙәрҙә лә фетнәләр башланды. Түңгәүер, Үҫәргән, Тамъян, Ҡыпсаҡ волостарындағы башҡорттар ҙа баш күтәрҙеләр, төрлө бүлектәргә бүленеп, мөһәжир урыҫтарҙы талай-талай, үлтерә-үлтерә Яйыҡ йылғаһына табан киттеләр, бынан маҡсаттары, еңелә башлаһалар ҡасырға еңел булһын өсөн ҡырғыҙ сәхрәләренә яҡынлашмаҡ ине. Был башҡорттарҙың артынан Неплюев бер рота ғәскәр биреп, Бахметьев тигән полковникты күндергән ине. Был ғәскәрҙәр барсаһы бер тар ерҙә башҡорттар тарафынан һәләк ителеп, бары биш ҡәҙәре генә ҡасып ҡотолдо.
     Шул ваҡыттарҙа дәүләтебеҙ, олуғ вә ҡурҡыныслы дошманы булған Прусиә короле Фридрих II менән һуғышҡа әҙерләнә ине. Бындай ваҡытта башҡорттарҙың тынысһыҙланыуҙары, әлбиттә, дәүләтебеҙ өсөн күңелле булманы. Шуның өсөн башҡорттарҙы йомшаҡлыҡ менән генә баҫырға, бер ҙә мөмкин булмағанда ғына ҡорал истиғмал итергә тейеш тип, Неплюевҡа бойороҡ күндерҙе. Был ваҡыттарҙа Неплюевтың хәжәтен үтәрлек ғәскәре юҡ ине. Шуның өсөн иң әүәл ғәскәрен күбәйтеүҙе тейешле күреп, Яйыҡ ғәскәренән мең ҡәҙәрен саҡырҙы һәм Дундукдаш тигән ҡалмыҡ ханына илсе ебәреп, мең ҡәҙәр атлы ҡалмыҡты ярҙамға ебәрергә ҡушты. Ул ваҡыт ҡалмыҡтар менән ҡаҙаҡтар араһында дошманлыҡ бик көслө булғанлыҡтан, ебәргән кешеһенә ханға, ҡаҙаҡтар менән һуғышырға саҡырҙы тип әйтергә ҡушты. Неплюев Ҡазан татарҙары менән ҡаҙаҡтарҙың башҡорттарға ҡушылып китеүҙәрен уйлап, ҡаҙаҡ сиктәренә һәм Ҡазан губернаһының тейешле ерҙәренә ҡарауыл өсөн ғәскәрҙәр ҡуйҙы. Һәм башҡорттарҙы баҫыр өсөн яңынан ун ике полк ғәскәр һорап алды, үҙенә кәңәш вә мәслихәт өсөн аҡыллы әҙәмдәрҙән үҙенә ярҙамсылар тәғәйен итеүен үтенеп Сенатҡа мөрәжәғәт итте. Тиҙлек менән ярҙамға Салтыков, Ушаков тигән генералдарҙы күндерҙе. Неплюев, Нурғәле ханға мәктүптәр вә һәдиәләр күндереп, ҡаҙаҡтарҙы башҡорттарға ҡатнашыуҙан тыйып тоторға ҡушты һәм бер нисә Ҡарғалы мосолмандарын ебәреп, ҡаҙаҡ араһына дәғүәтнамәләр тараттырҙы. Был дәғүәтнамәләре ҡаҙаҡтарҙы тыныслыҡҡа өндәүҙән, башҡорттарҙың баш күтәреүҙәре Ҡөрьән вә шәриғәткә хилаф иткәнлеген бәйәңдән ғибәрәт ине. Неплюев шундай мөһим тәдбирҙәр менән мәшғүл икән, башҡорттарҙың барсаһы тиерлек баш күтәрҙеләр, күҙҙәренә күренгән бер урыҫ енесен үлтерҙеләр вә таланылар. Бынан һуң Неплюев Ырымбур ахуны исеменән башҡорт араһына иғландар тараттырҙы. Был иғландарҙа башҡорттарҙы Ғабдулла муллаға эйәрмәҫкә, яҡшылыҡ менән итәғәткә килергә өндәлгән ине. 1755 йылдың 20 сентябрендә падишаһ хәҙрәттәре тарафынан 580-се манифест ҡағыҙы татарсаға тәржемә ителеп, башҡорт араһына таратылды һәм бында фетнәсе башҡорттарҙан ҡайһыһы ҡоралды ташлап килһә һәм ғәфү үтенһә, уға ғәфү булынасағын, ҡаҙаҡ эсенә ҡасып кереп киткәндәре алты ай эсендә ерҙәренә ҡайтып урынлашмаһалар, барса нәмәләре һәм ер вә һыуҙары фетнәгә ҡатнашмаған башҡорттарға бүленеп биреләсәге әйтелгән ине.
     Башҡорттарҙың был фетнәләренә типтәр вә мишәрҙәр бер ҙә ҡатнашманылар, бәлки мөмкин ҡәҙәр ҡаршы тороп, хөкүмәткә ярҙам иттеләр, башҡорттарҙың фетнә башлыҡтарын күберәк шулар тотоп бирҙеләр.
     Неплюевтың бындай тәдбирҙәре башҡорттарҙы баҫа башланы. Башҡорттарҙың да бәғзеләре итәғәткә килеп, аҡрын-аҡрын өйҙәренә ҡайтмаға башланылар, ләкин күбеһе итәғәткә килергә разый булмай, Яйьгк йылғаһы арҡылы Ҡаҙағстанға китеүгә ҡарар бирҙеләр. Ләкин юғарыла башҡорттарҙы ҡаҙаҡтарға ҡатнаштырмаҫҡа ҡарауылдар ҡуйылыуы ҙекер ителгән ине, был ҡарауылдар ни ҡәҙәр сығармаҫҡа тырышһалар ҙа бөтөнләй тыя алмайса илле мең ҡәҙәреһе ҡасып-боҫоп бала-сағалары менән барыбер Яйык йылғаһынан үтеп киттеләр, бик күбеһе шул ерҙә һаҡсылар тарафынан үлтерелделәр, арттараҡ ҡалған башҡорттар йылғанан үтеүҙең ҡыйынлығын күргәс, кире ерҙәренә ҡайтып, Неплюевтан ғәфү үтенделәр. Шулай итеп, башҡорт фетнәләренә ниһайәт бирелде.
     Яйыҡ йылғаһынан кисеп киткән илле мең башҡорт ҡаҙаҡ сәхрәһенә барып керҙеләр, ләкин бында кереү менән үҙҙәрен үҙҙәре утҡа һалдылар, сөнки Ырымбур тарафынан барған бәғзе Ҡарғалы мосолмандарының ҡыҙҙырыуы менән ҡаҙаҡтар үҙҙәренә һығынып килгән башҡорттарға һөжүм итеп, ҡатын-ҡыҙҙарын талап алып, ирҙәрен үлтереп төрлөсә хәҡарәт иттеләр. Башҡорттар был рисуайлыҡты күреү менән сыҙаша алмай мөҡабәләгә керештеләр, ләкин, тәбиғи, ҡаҙаҡтар үҙ ерҙәрендә башҡорттарҙы еңеп, ҡайһыһын үлтерҙеләр вә ҡайһыһын йәрәхәтләнеләр вә ҡалғандары көс-хәл менән йәндәрен ҡотҡарып Яйыҡ йылғаһына табан ҡасып киттеләр.
     Неплюев үҙенең кешеләре арҡылы был эштәрҙең барсаһынан хәбәр алып торалар ине. Яйыҡ йылғаһы тирәһендәге һаҡсы ғәскәрҙәргә, ҡасып ҡайта торған башҡорттарҙы тыймау менән әмер итте, башҡорттар Яйыҡ йылғаһын кисеп Неплюевҡа килделәр. Неплюев барсаһынан үткән гонаһтарын ғәфү итте.
     Башҡорттар ҡаҙаҡтар тарафынан күргән рисуайлыҡтарҙы күтәрә алмай барып үс алырға ҡарар бирҙеләр вә олуғ ғәскәр йыйып, Яйыҡ йылғаһын кисеп, ҡаҙаҡтар өҫтөнә һөжүм иттеләр. Ҡаҙаҡтар иһә башҡорттарҙың килеүҙәрен уйҙарына ла килтермәй, тотҡонға алған йәш ҡыҙ вә йәш ҡатындар менән кәйеф-сафала ята инеләр. Башҡорттар ҡаҙаҡтарҙың ни ҡәҙәреһен ҡылыстан кисерҙеләр, ни ҡәҙәр ҡатын- ҡыҙҙарын, хайуан вә малдарын талап алып, ерҙәренә ҡайтып киттеләр.
     Нурғәле хан был йәберҙәрҙе ишетеп Неплюевҡа кеше ебәрҙе вә был уҫаллыҡтары өсөн башҡорттарға язалар йөрөтөлөүен үтенде, ләкин ҡаҙаҡтар башлап үҙҙәре башҡорттарҙы рисуай иткәнлектән, Неплюев Нурғәле хандың был үтенестәрен иғтибарһыҙ ҡалдырҙы.
     Ихтилал башлығы Ғабдулла мулла тигән әҙәм икәне юғарыла ҙекер булынмыш ине. Был әҙәм фетнә баҫылғандан һуң, хөкүмәт күҙенә күренергә ҡурҡып үҙенең шәкерттәре менән бәрәбәр урман араларына ҡасты. Хөкүмәт, был сәләмәт булған хәлдә тотоп алыуҙы истәүенән бер әҙәм был мулланы тереләтә хөкүмәткә тотоп тапшырһа, ул әҙәмгә биш йөҙ һум бүләк биреләсәк тип, 1755 йылдың 11 үктәбрендә һәр тарафҡа иғландар таратты. Былай ҙа булмағас, был мулланы тотоп хөкүмәткә тапшырған әҙәмгә мең һум бүләк биреләсәк тип, 1756 йылдың 1 апрелендә яңынан иғлан ителде.
     Шул уҡ сәнәлә 8 августа Уфанан йөҙ илле саҡрым мөсафәдә был мулла Сөләймән нам мишәр старшинаһы тарафынан ҡулға алынды. Шулай итеп, был мулла күп ваҡыттар урман араларында ҡасып йөрөй торғас, аптырап Аҙаҡ исемле ҡәрйәлә Ишназар исемле оүәлдән белеш кешеһенә килмеш ине. Был әҙәм өйҙә булмағас, ни маҡсат менәндер шул илдең мәсетенә керҙе. Иттифаҡи булараҡ, шул ваҡытта бер әҙәмдең әйбере юғалып, шул әйберҙе эҙләргә тентеү сыҡмыш ине. Шул ваҡытта тентеүгә сыҡҡан әҙәмдәргә нисек булһа ла мәсеттә бер әҙәм барлығы мәғлүм булып, ҡараҡ булыу ғоманы менән бәғзеләре ҡарарға барҙы. Был меҫкен, кеше килә башлағас, ҡурҡып, ҡырға табан сығып йүгерҙе. Сөләймән нам старшина атҡа менеп ҡыуып тотто һәм кем икәнен бик тиҙ аңлап, оло бер ҡарауыл менән Уфаға күндерҙе. Уфанан Ырымбурға, унан Петербургка ебәрелде. Петербургта эше бағылдыҡтан һуңра, «Шлиссельбург» крепосына ғүмере буйына хибес ителеү менән хөкөм ителде. Был крепоста биш йыл ҡәҙәр торғандан һуң, һаҡсылар йоҡлаған ваҡытта ҡасып сығып, балта менән бер юлы биш һаҡсы һалдаттарының баштарын ярып үлтерҙе. Шул ваҡытта уҡ үҙе лә шул крепостың янында донъянан үтте. Ләкин үлеменә сәбәп ни булғаны асыҡ мәғлүм булманы. Зирә, тәнендә һис бер йәрәхәт әҫәре юҡ ине. Һуңынан крепостың арт тарафында бер соҡор ҡаҙылып, кәүҙәһе шул соҡорға ырғытылды. Тотоп хөкүмәткә тәслим иткән Сөләймән аға ла вәғәҙә ҡылынмыш мең һумды алғансы үлеп китте. Үҙенән һуң ун дүрт йәшлек өлкән улы Петербургка саҡырылып, унда императрицаның үҙе тарафынан оло илтифат вә ихсандар күреп, мең һум аҡсаны алып ҡайтты.

     Китапты төҙөүсе, текстологик эштәрҙе башҡарыусы, транслитерация ысулы менән ғәрәп графикаһынан хәҙерге имләгә ауҙарыусы, глоссарий биреүсе Р. Ф. Рәжәпов