Әбйәлилдәр 1812 йылда

                                      1812 йылғы Ватан һуғышында — әбйәлилдәр
     башкирский всадник     1812 йылдың 12 июнендә Франция ғәскәрҙәре Рәсәйгә ҡаршы һуғыш башлаған. 8 августа батша Александр I Ырымбур губернаһы башҡорттарынан 30 һәм унан да күберәк һыбайлы полк тупларға тигән бойороҡ сығара һәм уны утәуҙе Ырымбур губернаһы ғәскәрҙәренең баш атаманы Углицкийға йөкмәтә.
     Июль-октябрь айҙарында 18 башҡорт атлы полкы ойошторола. Бөтәһе I Ватан һуғышында башҡорттарҙан тупланған 28 һыбайлы полк ҡатнаша. Хәҙерге Әбйәлил районы биләмәһендә, элекке 6-сы башҡорт кантонының, Үрге Урал өйәҙендә ике — 14-се һәм 15-се атлы полк төҙөлә. 7 октябрҙә улар һуғышҡа оҙатыла.

     Атлы полк 500 ябай һалдаттан, ә командирҙар составы 30 кешенән (2 полк командиры — береһе башҡорт, икенсеһе рус, 1 старшина, 5 ясаул, 5 йөҙ башы, 5 хорунжий, 1 мулла, писарь, 10 илле башы командирынан торған). 14- се полк командирҙары — рустарҙан Селезнев, башҡорттарҙан Абдулла Сурағолов (Һәмән ауылы), 15-се полк командирҙары — капитан Кондратьев менән Юлбарыҫ Бикбулатов (Баймаҡ районы Һаҡмар буйынан) була. Башҡорттар һуғышҡа милли кейемдә, үҙ ҡоралдары һәм ике ат менән килгәндәр. "Ҡоралдары: һөңгө, ҡылыс һәм уҡ-һаҙаҡтар. Мылтыҡ, пистолеттар, тимер күлдәктәр командирҙарҙа һәм байҙарҙа ғына булған. Аттарҙың береһе һуғыш, икенсеһе аҙыҡ-түлек, башҡа кәрәк-яраҡ өсөн тәғәйенләнгән. Бынан тыш башҡорттар Рәсәй армияһына 500 мең һум аҡса, 4139 ат биргән. Хөкүмәт хеҙмәт иткән һәр башҡортҡа йылына 12 һум аҡса, көндәлек аҙыҡ-түлек, бер атына фураж, икенсеһенә аҡса биргән. 14-се полк башлыса Әбйәлил районындағы тамъян, түңгәүер, күбәләк ырыуҙары вәкилдәренән тупланған.
     Башҡорттар үҙҙәренә хас һуғыш тактикаһын ҡулланған. Бер автор атлы яугирҙең һуғыш алымдарын түбәндәгесә һүрәтләй: «Дошманға, етәрәк 40 аҙым самаһы ер ҡалғас, башҡорт ике уҡты тештәре менән ҡыҫып тота, икәүһен дә бер-бер артлы атып ебәрә: һөжүм ваҡытында алға ныҡ эйелеп, әсе тауыш менән ҡысҡырып дошманға ташлана, дүрт уҡты атып, һөңгө ҡаҙай». Ә икенсе автор: «Башҡорттар һөңгө менән бик оҫта һуғыша, уҡ-һаҙаҡтан төҙ ата, 30-35 аҙым ерҙән уҡтары кешене генә түгел, ә атты ла үтә тишеп сыға», — тип яҙған.
     14-се атлы полк яугирҙәре Лейпциг янындағы «Халыҡтар һуғышы»нда дан ҡаҙана. Ясаулдар Ғәликәй Ташбулатов, Насир Абдуллин, полк старшинаһы Абдулла Сурағолов — өсөнсө дәрәжәләге Изге Анна орденына лайыҡ була. Ә Дрезден һуғышында ясаул Нәҙербай Таянов, йөҙ башы командирҙары — Насир Наурызов, Килдейәр Байбулдин өсөнсө дәрәжәләге Изге Анна ордены менән бүләкләнә.
     Наполеондың генералы де Марбо башҡорт яугирҙәренең француздарҙы ғәжәпкә ҡалдырыуҙары хаҡында яҙған. «Уҡ-йәйә менән ғәжәп оҫта эш итә — һуғыша белеүҙәре өсөн француздар башҡорттарҙы «төньяҡ амурҙары» тип атаны. Башҡорттар яу яланында ҡурҡыуҙы белмәй, ажарланып һуғыша, әйтерһең, һағыҙаҡ күстәре. Уларҙы эләктереү бик ҡыйын», — тип яҙа.
     Дрезден һәм Париж ҡалаларын алғанда ла 14-се һәм 15-се башҡорт полктары ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәтә.
     1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн башҡорт яугирҙәре көмөш миҙалдар һәм ордендар менән бүләкләнә. Шулай уҡ 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың бөтәһенә лә «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә» көмөш миҙалы тапшырыла.
     Ошо ике миҙал менән бүләкләнеп, 1836—1839 йылдарҙа иҫән булыусыларҙың исемлеге: 14-се полктан — Насир Абдуллин, Ғәликәй Ташбулатов (ауылдары билдәһеҙ), Ишйәр Иәншөкөров, Теләүсура Килдебаев (Ишҡол), Байғол "Ҡадирбаев (Әхмәт), зауряд-хорунжий Рәсүл Солтанаҡов, Сөләймән Әбделмәнов, Исмәғил Аллағыуатов (Рауил), Зәйнәғәбдин Абҙанов (Үтәгән), Ишбирҙе Юламанов, Мөхәмәтрәхим Әлмөхәмәтов (Ярлыҡап), Иҫәнбай Иштекәев, Ишмөхәмәт Ишемов (Ҡусҡар), Ишдәүләт Тайсынов, Шәмиғол Илдәүләтов, Һөйәрғол Йомағолов (Ҡолоҡас), Байсал Урыҫбаев (Таштимер), Исҡаҡ Иҫәнғолов (Рысҡужа), Абдулла Мөхәмәтғәлин, Сәйфулла Күһәмешов (Дәүләт), Ғәли Моталлапов (Дауыт), Ҡунаҡҡужа Аҫылғужин (Ҡушый), Әбделвәхит Ибраһимов, Байрамғол Һунарғолов, Мырҙағол Сыртланов (Исхаҡ), Мөхәмәт Азатов, Нәдирбай Өмөтов (Буранғол), зауряд-хорунжий Һәйетҡол Тангаев, Иҫәнгилде Бавагильдин, Йосоп Әбделхәлилов (Һәйетҡол), Ҡасҡын Әбдрәшитов, Ишкилде Ишемғолов (Салауат), Әбделвәхит Байрамғолов (Әүмеш), Байгилде Аҙанғолов, Иҡсан Иҙрисов, Яныбай Илсебаев, Әбделҡасим Сәлихов (Күсем), Рахманғол Бараков (Бикҡол), зауряд-сотник Сәлих Әҡембәтов (Айыуһаҙы), зауряд-хорунжий Ҡунаҡбай Мөғминов (Туйыш), Сәйфелмөлөк Алдаров (Ғәбдин), Шәһәрғазы Торсонбаев (Байым), Яҡшымбәт Ибрасов (Рәхмәт), Килдейәр Байбулдин (ауылы билдәһеҙ). Полк командиры Абдулла Сурағолов — ике Изге Анна ордены алған.
     15-се полк: Сәғәҙитдин Мөхәмәтрәхимов (Асҡар), Әбделғәир Сурагилдин, Тулыбай Килдеғужин, Алтынсура Итбаҡмаҫов, Тулыбай Юлъяҡшин, Илбай Биксурин, Ибраһим Исламғолов (Хәлил), Ҡәләмғужа Ҡылысов, Мырҙабулат Әлмөхәмәтов (Ишбулды), Исламғол Ҡормошев, Әбүбәкир Арыҫланғолов, зауряд- хорунжий Кинзәлебей Тимеров (Әбделмәмбәт), Рыҫбай Тләүсин, Алтынсура Илбулов, Иҫәнғол Әмиров, Буранғол Бәхтийәров, Ҡаҙаҡбай Ишкилдин, Мырҙабай Дәүләтбаев, МөхәмәтШәриф Иҫәкәев, Әбделғәфәр Йәнъюлдашев, Итбай Йылҡыбаев.
                                  «Осҡон гәзите», 20 март, 2015 йыл. Рәжәп ЯҠУПОВ, мәғариф ветераны. Рысҡужа ауылы.