Ғатаулла ишан

   Билдәле журналист һәм яҙыусы Рәүеф Насировтың «Уҙамандарҙы эҙләйем» тигән китабында Зәйнулла ишан тураһында бәйәнләнә. “Зәйнулланың илдәр гиҙеүе һәм аҡыл туплау мәсьәләһенә туҡтап, шуны әйтергә кәрәк. Уның алыҫ сәфәрҙә Ғатаулла Әлибаев атлы тоғро юлдашы, яҡын дуҫы булыуы мәғлүм. Хәйбулла районының Мәмбәт ауылы кешеһе Зиннур Әхмәтов, мәҫәлән, Зәйнулла Ғатаулла менән бергә Истанбулда, Бағдад, Мысыр, Мәккә, Мәҙинәлә бергә булған, ти. Уҡыйҙар, хаж ҡылып ҡайталар. Ҡайтҡас, халыҡҡа төрлө мөғжизәләр күрһәтәләр. Моғайын, был хикмәттәр им-том, гипноз яһауға ҡағылалыр. Ә инде был ике руханиҙың һуңынан Вологда, Кострома һөргөнөндә лә бергә михнәт кисереүҙәрен иҫтә тотһаҡ, уларҙың тормошон өйрәнеү ҙә бер-береһенән айырылмаҫҡа тейештер”, – тиеү менән сикләнә.
   Кем һуң ул данлы Зәйнулла ишан менән тиң ҡуйылырҙай, уның кеүек үк ишан дәрәжәһен йөрөткән Ғатаулла Әбделмәликов? Был турала Рәшит Шәкүрҙең мәҡәләһендә ярайһы ғына аңлатыла. Ул былай тип яҙа:”Ғатаулла ишан тураһында тәү башлап 1987 йылдың 14 июлендә Белорет районының Абҙаҡ ауылында Сәлих Иҫәнбаев ағайҙан ишеткән инем. (Сәлих ағай мәшһүр ҡурайсыбыҙ Йомабай Иҫәнбаевтың улы, Хәйбулла районы башҡорто).

   “Хәйбулла районы Вәлит ауылы зыяратында Ғатаулла ишандың ҡәбере бар, – тип, йәнә уның китаптары тураһында мауыҡтырғыс хәбәр һөйләгәйне ул саҡта Сәлих ағай. – Ҡәбер эргәһенә, имән таҡталар менән көпләп, өҫтөн ябып, китаптарын ҡуйғандар. 1958 йылда асып ҡараныҡ. Баҫма китаптары шул көйөнсә Ғатаулла ишандың ҡәбере һаҡланғайны. Әлеге таҡта ҡумтаның буйы – 2, киңлеге 1 метр. Хаҡ Тәғәлә ризалығына, Ғатаулла ишан рухына доғалар тәғәйенләп, хәйер итеп таҡта өҫтөнә тәңкә аҡсалар һалып китәләр. Иң мөһиме: доғалар уҡып, “Ғатаулла ишан менән Зәйнулла ишан – бер ҡор кешеләре”, – тип һүҙен дауам итте Сәлих Иҫәнбаев һәм ошондай хикмәтле риүәйәт тә һөйләне.
   “Бер ваҡыт Зәйнулла ишан менән Ғатаулла ишан өҫтөнән батшаға, улар сихырсы, тип, ялыу бара. Батша саҡыртып ала ла “Ҡырағай йәнлектәр араһына керетегеҙ. Әгәр улар изге кешеләр булһа, йәнлектәр теймәҫ, ә сихырсылар икән, иҫән ҡалмаҫтар,” ти.
   Керетәләр арыҫландар араһына. Йәнлектәр былар араһында ҡойроҡтарын болғап йөрөйҙәр, ти...”
Артабан Шәкүр Ғатаулла ишандың әле Вәлиттә йәшәп ятҡан ейәне Зәйнулла Әлибаевҡа барып юлығыуы тураһында һәм ҡартатаһы хаҡында уның һөйләгәндәрен бәйән итә: “Ул ҡарт етем үҫкән. Зәйнулла ишан менән һөргөндә бергә йөрөгән, – тип һөйләне Зәйнулла ағай. – Гипнозға һәләтле булған. Кешеләрҙе ҡыйыҡ башынан һерелдәтеп йөрөткән. Үҙҙәре ҡоламай ҙа икән. Сихырсы, фәлән дә төгән тип, һөргөнгә ебәрткәндәр. Шул Троицкиға барып -ҡайтып йөрөгән ул һуңынан. Зәйнулла ишан менән бергә ебәргәндәр. Ул инде байыраҡ булған, был ярлыраҡ.
   Ҡайҙа ултырған губернаһын да белә инем әле – Кострома губернаһы. Йоҙаҡ үҙенән-үҙе асылып, сығып йөрөгәндәр. Шунан төрмә начальнигы, былар ғәҙәти кешеләр түгел, тип сәйгә саҡырып, сәй эсереп ебәрә торған булған. Аҙаҡ, һеҙ изге кешеләр, халҡығыҙҙы ҡарағыҙ тип, ҡайтарып ебәргәндәр.
Бына ошо беҙ йәшәгән ерҙә уның өйөнөң нигеҙе. Мал өйө, китап өйө, үҙенең торған өйө, кешеләрҙе ҡабул итеү өйө булған. Ике әбейе менән бергә йәшәгән. Килгән кешеләрҙе ҡараған. Мәғлүмәте ҙур булған, үҙебеҙҙең мәҙрәсәләрҙән һуң өс йыл Төркиәлә уҡып ҡайтҡан.
   Йөрөп ятҡан, Орскиға ла барған (ҡоҙалары шунда булған). Троицкиға ла. Орск бынан 120 километр, Троицк йырағыраҡ.
   Күсер булып йөрөгән Мортаза Вәлитов ағай бар ине, 1895 йылғы. Бер ваҡыт көймәле сана менән китеп баралар икән. Ҡарт (Ғатаулла ишан), кейеҙ ябынып, көймәлә ята, ти. Аҙашып китмә, балам, һин уңғараҡ борол, йә, һулғараҡ борол, тип әйтеп ята, ти. Бында урыҫтар ҙа уны бик яратҡан. Башҡортон да, урыҫын да бушлай дауалаған”.
   Хәҙер тағы Рәүеф Насировҡа мөрәжәғәт итәйек. “1872 йылда Зәйнулла ишанды Өфөгә – дини йыйылышҡа (Диниә назаратына – С.Я.) саҡырталар. Сәлимгәрәй мөфтөй янында тәфтишләү яһайҙар. Төрлө һорауҙар бирелә. Зәйнулла ишандың яуаптары инандырырлыҡ була, ул белеменең төплө икәнлеген күрһәтә, дингә ҡарата тоғро булыуын иҫбатлай. Быны мөфтөйҙөң яҡындарынан беренсе булып аңлаған Ғисмәт Шаһигәрәй (Шишмә төбәгенән), мөфтөйҙөң дәғүәһен бисәләр ғәйбәтенә оҡшатып, йыйылышты ташлап сығып китә. Мөфтөй ҙә был кешенең боҙоҡ әҙәм булмауын аңлап, бар, йортоңа ҡайт, эшеңде дауам ит, тип ҡайтара.
Ләкин уның дошмандары, уй-ниәттәренең юҡҡа сыҡҡанын күргәс, губернатор исеменә лә шиҡәйәт ебәрә. Йәнәһе, “Зәйнулла бик хәүефле кеше, ул төрөк тарафтарына аҡса йыя, ғәскәр туплай”. Ишан Златоустҡа барып етеүгә, уны Өфө губернаторының әмере ҡыуып етә. Ишанды ҡулға алып, Златоуст төрмәһенә ултыртып ҡуялар.
   Ишанды рәсми ғәйепләү өсөн ярты йыл самаһы ваҡыт үтеп китә. Ниһайәт, уны (Зәйнулла ишанды – С.Я.), мосолман халыҡтары араһында хөкүмәт ҡараштарына тап килмәгән ҡотҡо таратыуҙа ғәйепләп, Вологда губернаһына һөргөнгә ебәрәләр.
   Вологда губернаторы уны бер мосолман кешеһе лә булмаған Никольск ҡалаһына урынлаштыра. Бында хәҙрәт полиция күҙәтеүе аҫтында өс йыл тора. 1876 йылда, ишандың үтенесе буйынса, ул Кострома ҡалаһына күсерелә. Бында, аҙ ғына булһа ла мосолмандар йәшәгәнлектән, ишан үҙен Ватанында кеүек тоя. Ете йылдан артыҡ ваҡыт үткәрә ул Костромала”.
   Күренеүенсә, Насиров Зәйнулла ишандың Златоуст төрмәһендә лә, һөргөндә лә яңғыҙ булыуы тураһында һүҙ алып бара. Әммә ул яңылыша, сөнки Шәкүр, Зәйнулла Әлибаевтың әйткәндәренә таянып, Зәйнулла ишандың яңғыҙ түгел, Төркиәлә бергә уҡып, бергә ишанлыҡ алған дуҫы Ғатаулла ишан менән һәр саҡ бергә булыуын иҫбатлай һәм һүҙҙәрен документтар менән нығыта.
   “Ниһайәт, рәсми сығанаҡтарға мөрәжәғәт итергә ваҡыт етте. 1993 йылда Өфөлә “М. Өмөтбаевтың Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгендә һаҡланған фондына ҡыҫҡаса тасуирлама баҫылып сыҡты”, – тип яҙа ул. – Китаптың 56-сы битендә “Ырымбур генерал-губернаторының мөнәсәбәте” тигән ике документтың күсермәһе телгә алына. Береһе 1872 йылдың 25 сентябрендә яҙылған һәм генерал-адъютант Н.А. Крыжановский тарафынан ҡул ҡуйылған. Икенсе “Мөнәсәбәт...” шул уҡ йылдың 21 декабрендә яҙылған. Икеһендә лә Верхнеуральск өйәҙе Аҡҡужа ауылының указлы муллаһы Зәйнулла Хәбибуллин (йәғни Зәйнулла Хәбибулла улы Рәсүлев) һәм Орск өйәҙе Вәлит ауылының башҡорто Ғатаулла Әбделмәликовты ошо өйәҙҙәрҙең башҡорттары араһында яңы дини тәғлимәт таратҡандары өсөн полиция күҙәтеүе аҫтында Ырымбур губернаһынан һөрөп ебәреү хаҡында үтенес белдерелә. Икенсе документта иһә ҡайҙа һөрөлөүҙәре хаҡында – Вологда губернаһына, тип ап-асыҡ әйтелә.
   Тәүге “Мөнәсәбәт”тә әлеге ваҡытта был кешеләр Златоуст төрмәһендә ултыра, тигән һүҙҙәр ҙә бар.
Ниһайәт, 3. Рәсүлев менән Ғ. Әбделмәликов Вологда губернаһына һөргөнгә оҙатыла. 1875 йылда уларҙы Кострома губернаһына күсерәләр һәм 1880 йылда ғына Полиция департаменты тотҡондарҙы иреккә сығара”.
Ғатаулла ишандың исеме, һис шикһеҙ, Зәйнулла ишандыҡы менән йәнәш ҡуйылыуға лайыҡ. Сөнки, буласаҡ шәйехтәр хажға бергә барып, Истанбулда бергә уҡып, ишанлыҡ алып ҡайтҡас, береһе Верхнеуральск өйәҙендә, икенсеһе Орск өйәҙендә йәшәгән башҡорттар араһында Наҡшбәндиә суфыйҙар тәриҡәтенең Хәлидиә тармағы тәғлимәтен тарата, мөриттәр тәрбиәләү менән бик әүҙем шөғөлләнә, мәҙрәсәләрҙә донъяуи фәндәрҙе лә уҡытыуҙы алға һөрә, икеһе лә әүлиә була, икеһе лә кешеләрҙе дауалай, икеһе лә киләсәк ваҡиғаларҙы алдан әйтеп бирергә һәләтле булған. Шунлыҡтан ялыуҙы ла бит икеһе өҫтөнән дә яҙалар.
Ошо йәйҙә миңә лә Ғатаулла ишандың ҡәберенә зыярат ҡылырға насип булды, иншалла! Ишандың ейәне Зәйнулла олатай менән уның тормош иптәше Фәрзиә инәй беҙҙе бик ихлас ҡаршы алдылар, оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырҙыҡ.
   “Ҡартатайым (йәғни Ғатаулла ишан – С.Я.) Зәйнулла ишан менән ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем ҡатнашып йәшәгән, – тине ул. – Өшкөрөп, кешеләрҙе күп дауалаған, хатта әллә ҡайҙарҙан ҡаҙаҡтар ҙа дөйәләр менән уға килгәндәр. Урыҫтарын да ҡараған.
   Бөгөнгө көндә лә ҡаҙаҡтар, уның ҡәберенә килеп, хәйергә тәңкәләр һалып китә, доғалар уҡыйҙар”.
Ҡәбере, боронғо башҡорт йолаһы буйынса, киң итеп бил бейеклегендә таш менән буралған, йәғни таш диуар менән уратып алынған. Баш осона дүрт ҡырлы аҡ ҡолпо таш ҡуйылған. Белгестәр уның гранит икәнлеген билдәләне. Был ташты ҡайҙандыр бер йылҡыға алмаштырып алғандар икән. Эргәһендә дәү ҡарағас үҫеп ултыра. Уны Ғатаулла ишандың хәҙерге Йылайыр районының урман араһында ятҡан Мәҡсүт ауылына кейәүгә сыҡҡан Зөбәйҙә исемле ҡыҙы алып килеп ултыртҡан, тинеләр.Ишандың эргәһендә ике ҡатыны менән Абдулла исемле улы ла ята икән.
   Өфөгә ҡайтҡас, мәшһүр Түңгәүер, Ялан-Түңгәүер ырыуы Туҡһары түбәһенең Бүреләр араһы башҡорто Ғатаулла Әбделмәлик улының тыуған йылын асыҡлау, шәжәрәһен төҙөү, Вәлит ауылы тарихын өйрәнеү хыялы менән яна башланым.
   Вәлит ауылы рәсми рәүештә 1795 йылда ауыл булараҡ теркәлә. Ҡыуат ауылы түңгәүерҙәре элекке йәйләү урындарында яңы ауыл һалырға ҡарар итә. Уны Ғатаулла ишандың ҡартатаһы Әлибайҙың бер туған ҡустыһы Вәлит Ирғәле улы (1786 – 1860) нигеҙләй.
   Вәлит ауылында әсәһе ҡарынынан айырылған Ғатаулла әүлиәнең шәжәрә ебе ошолай: Аҡкейектән – Түңгәүер, унан Ҡаратөлкө, унан Күстәнә, артабан Туҡһары – Дәүләтсура – Төйән – Һөйөндөк – Хәсән – Ҡыуат – Ирғәле – Әлибай (1783) – Әбделмәлик (1805) – Ғатаулла (1836 – 1914) – Ҡыяметдин (1892 – 1944) – Зәйнулла (20.06.1926) – Иштуған (1955) менән Ишмырҙа (1960).
   Бик мәшһүр заттан булып сыҡты Ғатаулла ишан. Уның хәҙерге Баймаҡ районындағы боронғо Түңгәүер ауылы Ҡыуатҡа нигеҙ һалыусы бабаһы Ҡыуат Хәсәнов 1773—1775 йылдарҙағы ихтилалда бик актив ҡатнаша. Ул – Пугачев полковнигы. Үҙенең ғәскәре менән дошманды ҡыйратып йөрөй. Тик әлегә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның шәхесе тейешенсә баһа алғаны юҡ.
   Ҡартатаһы Әлибай Ирғәлин оҙаҡ йылдар Ялан-Түңгәүер улусы старшинаһы йәғни башлығы булып тора. Зауряд есаул дәрәжәһендә отставкаға сыға. Элекке Ялан-Түңгәүер улусының ерҙәре хәҙерге Йылайыр районыныҡына тиң. Тимәк, зауряд есаул Әлибай Ирғәлин хәҙерге район хакимиәте башлығынан да ҙурыраҡ дәрәжәлә булған.
   Атаһы Әбделмәлик Әлибаев Вәлит ауылында указлы аҙансы (мәзин) була һәм улының – 1836 йылдың Түңгәүер улусының Вәлит ауылында донъяға килгән һәм 1914 йылда шунда уҡ донъя ҡуйған мәшһүр Ғатаулла ишандың йәштән Ислам диненә ылығып үҫеүендә, аҙаҡтан күренекле дин әһеле, башҡорт халҡының рухи ҡеүәтен арттырыусы һәм һаҡлаусы әүлиәгә әйләнеүендә, әлбиттә, ҙур роль уйнай.
   Лайыҡлыларыбыҙ барып, ҡәберенә зыярат ҡылып, Аллаһтан үҙе өсөн дә, милләте өсөн дә, иле өсөн дә ярҙам һораһа, һис шикһеҙ, ярҙамы ла тейер, иншалла! Беҙ генә белмәйбеҙ, улар бөгөн дә илебеҙҙе ҡурсалауҙан туҡтамай.
                                                                                           Сәлмән Ярмуллин. Башҡортостан — әүлиәләр иле