Архив метки: хужа

Эткә хужа кәрәк, ә кешегә?

                                          Эткә хужа кәрәк, ә кешегә?
     Бөтә ғәләмдәрҙең Раббыһы Аллаһыға маҡтау булһын, Ул беҙгә Ҡөрьәнде тура юл, хаҡ менән ялғанды айырыусы һәм иман килтереүселәр өсөн рәхмәт итеп иңдерҙе. Ошо асыҡ хәбәрҙе беҙгә еткергән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдкә (ﷺ), уның ғаиләһенә һәм бөтә сәхәбәләргә Аллаһтың сәләме һәм бәрәкәте булһын.
     Бөйөк Аллаһ Үҙенең Китабында былай ти:
                وَكُلًّا نَّقُصُّ عَلَيْكَ مِنْ أَنبَاءِ الرُّسُلِ مَا نُثَبِّتُ بِهِ فُؤَادَكَ وَجَاءَكَ فِي هَذِهِ الْحَقُّ وَمَوْعِظَةٌ وَذِكْرَى لِلْمُؤْمِنِينَ
   «Үǝ күллән нәҡуссу ғәләйкә мин әмбәә'и- ррусүли мәә нүҫәббитү биһи фү'әәдәкә үә джәәәкә фии һәәҙиһил-хәҡҡу үә мәүғиҙатүү- үǝ ҙикраа лилмуьминиин».
     «Беҙ күнелеңде нығытыр өсөн һиңә һаман шул рәсүлдәр хаҡындағы һүҙҙе һөйләйбеҙ.      Шунда хаҡлыҡ та, өгөт тә, мөьминдәргә һабаҡ та бар».
     «Бынан алдағы быуындар тураһындағы хәбәрҙәрҙе һиңә, үҙеңә ғибрәт алһын өсөн, һөйләйбеҙ» (11:120), Читать далее

Манҡорт һәм ҡоллоҡ фекерләүе

     Манҡорт һәм ҡоллоҡ фекерләүе: Рухи үлем һәм хужа эҙләү тураһында вәғәҙ
     Хөрмәтле мөьмин-мосолмандар!
     Бөгөн беҙҙең вәғәҙебеҙ ике ҡарашты берләштерә: бөйөк яҙыусы **Чингиз Айтматов** ижад иткән **манҡорт** образы һәм Аллаһы Тәғәләнең Ҡөрьән Кәримдәге аяттары. Был ике сығанаҡ та беҙгә бер үк хәҡиҡәтте аңлата: кешенең үҙен юғалтыуы, рухи үлеме һәм был хәлдең нисек булдырылыуы.
     «Манҡорт» һүҙе Үҙәк Азия халыҡтары араһында боронғо замандарҙан уҡ билдәле. Был һүҙ менән төрлө сәбәптәр арҡаһында – ауырыу, ағыуланыу йәки ауыр психологик шоктан – хәтер юғалтыу, амнезия менән яфаланыусы кешеләрҙе атағандар. Манҡорт – үҙенең сығышын, тамырҙарын, килеп сығышын онотҡан кеше. Ә үҙенең кем икәнен һәм ҡайҙан килгәнен онотҡан кешенән милли, дөйөм кешелек, хатта дини нормаларҙы һәм принциптарҙы үтәүен көтөп булмай. Читать далее