Ҡарағай

СОСНА                                           Ҡарағай

     Ҡарағай (русса: сосна обыкновенная, латинса: Pinus Silvestris L.) – ылыҫлы ағас, бейеклеге 30-40 метрға етә. Һеркәһе май-июнь айҙарында оса, орлоғо икенсе йыл ҡышҡыһын өлгөрә. Ҡарағай таулы ерҙә лә, һаҙлыҡта ла үҫеүсән. Республикабыҙҙа киң таралған ағас. Дауалау өсөн ҡарағайҙың бөрөһө, ылыҫы һәм сайыры ҡулланыла. Ҡарағай бөрөләре составында витаминдар, крахмал, фитонцидтар, микроэлементтар һ. б. биологик актив матдәләр бар. Унда С витамины ла күп. Ҡарағай сайыры бигерәк тә фитонцидтарға бай.
     Ҡарағай бөрөләрен, ылыҫын һәм сайырын ағас ҡырҡҡан урында әҙерләргә кәрәк. Бөрөләрҙе — ҡышҡыһын йәки яҙҙың тәүге айҙарында, ә ҡарағай ылыҫын яҙғыһын әҙерләү хәйерлерәк. Йылдың башҡа миҙгелдәрендә лә әҙерләргә мөмкин. Сайырҙы яҙҙан алып көҙгә тиклем йыйып була. Ҡарағай бөрөләре, ылыҫы ҡоро, күләгәле ерҙә киптерелә һәм ғәҙәттәгесә һаҡлана.

     Ҡарағай бөрөләре ҡайнатмаһын тын алыу юлдары, үпкә шешкәндә, ревматизм булғанда, үт ҡыуығы, бөйөр һәм бәүел юлдары ауырыуҙарында ҡулланырға кәңәш ителә. Ҡайнатманы әҙерләү: 1 аш ҡалағы киптереп ваҡланған ҡарағай бөрөләрен 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, 3-4 минут талғын утта ҡайнатып алырға кәрәк. Дауаны көнөнә 3-4 тапҡыр, ашар алдынан, 1 аш ҡалағы эсергә. Тын алыу юлдарын дауалағанда эҫе ҡайнатманы ингаляция (быуын һулау) рәүешендә лә файҙаланып була.
Был ҡайнатманы ҡушып, нервылар ҡаҡшағанда, аяҡ-ҡул һыҙлағанда ванна инергә мөмкин. Ҡарағай ылыҫынан әҙерләнгән ҡайнатманы халыҡ медицинаһында борон-борондан зәңгене кисектереү һәм дауалау маҡсатында эсергә кәңәш иткәндәр. Ҡайнатманы әҙерләү: 2-3 аш ҡалағы кипкән ылыҫты ярты литр һыуға һалып, 15 минут ҡайнатып алырға кәрәк. Тәм өсөн 1-2 аш ҡалағы шәкәр һәм 1-2 балғалаҡ 8 процентлы аш һеркәһе өҫтәлә. Ҡайнатманы көнөнә 2-3 тапҡыр, ½-1/3 стакан эсергә. Ҡарағай (һәм шулай уҡ ҡарағас, шыршы) ылыҫынан әҙерләнгән ҡайнатманы ла аяҡ-ҡул һыҙлағанда, нервылар ҡаҡшағанда ванна инеү өсөн файҙаланып була.
     Ҡарағай сайырынан алынған скипидар матдәһе медицинала ыуыныу майын яһау өсөн ҡулланыла. Ҡарағай дегетенән әҙерләнгән дарыу майы менән экзема, ҡырҡылсан тимерәү кеүек тире ауырыуҙарын дауаларға мөмкин. Дарыу майын әҙерләү: 1 балғалаҡ дегетте һарыҡтың (йәки башҡа хайуандың) 2-3 аш ҡалағы туң майына, йә булмаһа вазелинға ҡушып, ентекләп бутарға кәрәк.
     Элек бала-саға, ҡатын-ҡыҙ араһында ҡарағай һәм башҡа ылыҫлы ағастар сайырынан әҙерләнгән һағыҙҙы сәйнәү ныҡ таралған булған. Күренекле сәйәхәтсе ғалим, врач И. И. Лепехин (XVIII быуатта йәшәгән) яҙыуынса, башҡорт халҡында ҡарағай сайырынан яһалған һағыҙ айырыуса популяр булған.
Һағыҙҙы сәйнәү файҙалы: ауыҙ эсен таҙарта, ят еҫте бөтөрә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һағыҙҙы сәйнәү һуңғы осорҙа онотолоп барыла.
     Билдәле булыуынса, хәҙер күптәр теш ауырыуҙарына (кариес, парадонтоз һ. б.), тештәрҙең тиҙ төшөүенә зарлана. Был хәлдең сәбәбе төрлө. Шуларҙың береһе, моғайын, сайыр һағыҙын онотоуҙыр.
Бөгөнгө көндә йәштәр сәйнәү резинкаһы менән мауыға. Быны ыңғай күренеш тип әйтеп булмай. Сөнки сәйнәү резинкаһы синтетик матдәләрҙән яһала. Ә был матдәләр аллергия тыуҙырырға һәләтле.
     Сайыр һағыҙын әҙерләү: һауытҡа һалынған сайыр талғын утта иретелә һәм 1-2 минут ҡайнатып алына. Һағыҙ йомшаҡ булһын өсөн аҡ май өҫтәлә: 1 стакан сайырға 1 балғалаҡ май алына. Яҡшы бутағандан һуң был эҫе ҡатнашмаға иләк аша һалҡын һыу ағыҙырға. Һағыҙ ҡатҡас киҫәктәргә бүлгеләнә.
     Һағыҙ әҙерләү өсөн башҡа ылыҫлы ағас сайырын да файҙаланырға мөмкин.
     Ҡарағай ағасының дауалары көслө. Шуға күрә эсеү өсөн файҙаланғанда (шулай уҡ дегет майын ҡулланғанда) сама белеү бик мөһим! Дауаланыу мотлаҡ рәүештә врач билдәләүе буйынса үтергә тейеш.
Йөклө, имеҙгән ҡатындарға, балаларға ҡарағай дауалары менән файҙаланырға кәңәш ителмәй.

                                                                  «Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре», Вариҫ Ғүмәров