Аллаһтың тәҡүәле ҡолдары нәсихәте. Шәйех Мәүләнә Йәләлетдин Руми.

     Хөрмәтле уҡыусылар! Бында беҙ шәйех Мәүләнә Йәләлетдин Румиҙың хикмәтле тапҡыр һүҙҙәре һәм нәсихәттәренә тәфсирҙәребеҙҙе урынлаштырҙыҡ. Аллаһҡа һөйөү диңгеҙендә батып юғалған уның хикмәтле рухиәте төйәгенә инергә ынтылдыҡ, уның тәрән нәсихәттәре ярҙамында йөрәктәребеҙҙең тупаҫлығын юҡ итергә, әхүәле рухиәбеҙҙе гүзәл халәтебеҙ һәм ғәмәлдәребеҙ сағылған таҙа көҙгөгә әүерелдереү сараһы итергә тырыштыҡ.