Әсә һөтөнөң файҙалы үҙенсәлектәре
Изге Ҡөрьән әсә һөтөнөң Илаһи бүләк булыуы тураһында хәбәр итә: «Әсәләр балаларын ике йыл дауамында имеҙергә тейеш. (Был хөкөм) имеҙеүҙән туҡтарға теләгәндәр өсөн» (Баҡара (Һыйыр), 233);
«Беҙ кешегә: ата-әсәңә изгелекле бул, тип васыят иттек. Әсәһе уны ниндәй ҡыйынлыҡтар менән ҡарынында йөрөтә. Ике йыл буйы һөтөнән айырмайынса имеҙеп үҫтерә» (Лоҡман, 14).
Ғилми тикшеренеүҙәр үткәрелгәнгә ҡәҙәр, әсә һөтөнөң бала өсөн баһалап бөткөһөҙ ҡиммәте тураһында билдәле булмай. Ғилемһеҙ кешеләр, әсә һөтө бәпес өсөн ябай бер ризыҡ, тип иҫәпләй.
Тикшеренеүҙәрҙән шул асыҡлана: әсә һөтө – Илаһи көс тулы камил һәм үҙенсәлекле ризыҡ. Бала нимәгә мохтаж булһа, һәммәһе лә унда бар: туҡлыҡлы матдәләр, витаминдар, минералдар, ферменттар, антиматдәләр. Күкрәк һөтө менән балала әсәһенә хас булған характер үҙенсәлектәре пәйҙә була.
Әсә һөтөндәге аҡһымдарҙың, углеводтарҙың, майҙарҙың, минералдарҙың һәм витаминдарҙың процент нисбәте бәпестең ихтыяждарына тулыһынса тап килә. Был нисбәттәр – тәбиғәттәге Илаһи аһәңлек кәүҙәләнеше. Илаһи әмергә ярашлы, бәпестәрҙе имеҙеү оҙонлоғо – 6 айҙан (минималь ваҡыт) 2 йәшкә тиклем.
«... Баланың әсә ҡарынында йөрөүе һәм һөт имә торған ваҡыты утыҙ айҙыр» (Әхҡаф (Ҡом тауы),15).
Ҡөрьән аяттарында бәйән ителгән Илаһи мөғжизәләр иман эйәләренең күңелен хәҡиҡи тыныслыҡҡа күмә. Изге Ҡөрьән Хаҡҡ Тәғәләбеҙҙең Барлығын, Ҡөҙрәтен иҫбатлаусы яңынан-яңы
дәлилдәр килтерә.
Беҙгә Изге Ҡөрьәнде төшөргән Раббыбыҙ Аллаһты ни ҡәҙәр күп итеп маҡтаһаҡ та, был барыбер әҙ буласаҡ!
Был өҙөк Нуриман Мусиндың «Ғәләм, Ҡөръән һәм кеше» китабынан алынған. Аҫта китабты тулыһынса уҡый алаһығыҙ.