Ҡыҙыл ҡарағат һутында әҙерләнгән сейә

вишня краснаяҠыҙыл ҡарағат һутында әҙерләнгән сейә ҡайнатмаһы

Сейәләрҙә йыуып, энә йәки булавка менән эсендәге тостарын алып, эмалле һауытҡа һалығыҙ. Артабан шәкәр, яңы ғына һығып алынған ҡыҙыл ҡарағат йәки ҡурай еләге һутын өҫтәп утҡа ҡуйырға ла, ҡайнап сыҡҡас, ярты сәғәт самаһы һүлпән утта ҡайнатырға.
   1 кг сейә
   800 г шәкәр
   1 стакан ҡыҙыл ҡарағат
   ярты стакан ҡурай еләге һуты талап ителә

Ҡурай еләгенән

малина ягода                  Ҡурай еләгенән

   Яңы ғына тирелгән ҡурай еләге емештәрен эмалле һауытҡа һалып, шәкәр, һыу (1 кг емешкә — 300 мл һыу) өҫтәп, яй утта ҡайнатып алырға. 15 минуттан утты бер аҙ көсәйтеп, әҙер булғансы ҡайнатырға. Утты һүндерер алдынан һыуҙа иретелгән лимон кислотаһы һәм желатин өҫтәлә
   1 кг ҡурай еләге,
   1.4 кг шәкәр,
   10 кг лимон кислотаһы,
   3-4 гр. желатин алына.

Ҡарағаттан джем

карагат

                 Ҡарағаттан джем

   Ҡайнап сыҡҡан шәкәрле һыуға өлөшләп ҡара һәм ҡыҙыл ҡарағат һалырға, ҡайнап сыҡҡас, утты һүндереп, һыуытырға ҡуйырға. Икенсе көнөнә ҡабаттан утҡа ҡуйып, әҙер булғансы болғата болғата ҡайнатырға. Эҫе көйөнсә банкыларға тултырып, ҡапҡастарын япҡас, өҫтөн ҡалын одеал менән ҡаплап, һыуынғансы тоторға.

   1 кг ҡара ҡарағат
   250 гр. ҡыҙыл ҡарағат
   800 гр. шәкәр
   Бер стакан һыу

Доға аяты

                                                                  Доға аяты

 

وَٱلَّزِينَ يَقُولُونَ رَبَّنَا هَبْ لَنَا مِنْ أَزْوَجِنَا وَذُرِّيَّتِنَا قُرَّةَأَعْيُنٍ وَٱجْعَلنَا لِلْمُتَّقِينَ إِمَامًا

 

Үәл-ләҙиинә йәҡуулүүнә Раббәнәә һәб ләнәә мин әзүәәджинәә үә ҙүррий-йәәтинәә ҡурратә әғйүниү- үәджғәлнәә лил-мүттәҡиинә имәәмәә. (25:74)

(Әй Раббым! Ҡатыныбыҙ менән нәҫелебеҙҙән күҙ ҡыуанысы бир, тәҡүәлеләргә беҙҙе өлгө (имам) ит!)

Доға

                                                                          Доға

 

ِذْ أَوَى ٱلْفِتْيَةُ إِلَى ٱلْكَهْفِ فَقَالُواْ رَبَّنَآ ءَاتِنَا مِن لَّدُ نكَ رَحْمَةً وَهَيِّئ لَنَا مِنْ أَمرِنَا رَشَدً

 

Раббәнәә әәтинәә мил-ләдүңкә рахмәтәү-үә һәййиьләнәә мин әмринәә рашәдәә. (18:10}

(Әй Раббым! Беҙгә рәхмәтеңде бир, эшебеҙҙә тоғролоҡ булдыр!)

Ҡөрьән китабынан доға

                                                    Ҡөрьән китабынан доға

 

رَبَّنَا لَا تُزِغْ قُلُوبَنَا بَعْدَ إِذْ هَدَيْتَنَا وَهَبْ لَنَا مِن لَّدُنكَ رَحْمَةًرَحْمَةً إِنَّكَ أَنتَ ٱلْوَهَّابُ

 
Раббәнәә ләә түзиғь ҡулуүбәнәә бәғдә иҙ һәдәйтәнәә үәһәб ләнәә мил-ләдүңкә рахмәтән иннәкә әңтәл-үәһһәәб. (3:8)

(Әй Раббым! Хаҡ юлға төшөргәндән һуң беҙҙең күңелде яҙлыҡтырма, беҙҙе рәхмәтеңдән ҡалдырма! Һин, ысынлап та, рәхмәтле бит!)

Ҡөръән Кәримдән доға

                                                 Ҡөръән Кәримдән доға

 

رَبَّنَاٱغْفِرْلىِ وَلِوَلِدَىَّ وَلِلْمُؤْمِنِينَ يَوْمَ يَقُومُ ٱلْحِسَابُ

 
Раббәнәғфир лии үәли үәәлидәййә үә лил-мүьминиинә йәүмә йәҡуумүл-хисәәб. (14:41)

(Әй Раббым! Мине, ата-әсәмде, иман килтергән бөтә кешене хисап көнөндә ярлыҡа!)

Ҡөръәндән доғалар

                                                    Ҡөръәндән доғалар

 
وَمِنْهُم مَّن يَقُولُ رَبَّنَآءَاتِنَا فىِ ٱلدُّنْيَا حَسَنَةً وَفىِ ٱلْاَخِرَةِ حَسَنَةً وَقِنَا عَذَابَ ٱلنَّارِ

 
Раббәнәә 'әәтинәә фиддүнйәә хәсәнәтәү-үә фил-әәхыирати хәсәнәтәү-үәҡинәә ғәҙәәбәннаар. (2:201)

   (Әй Раббым! Был донъяла беҙгә изгелек (рәхәтлек) бир, теге донъяла ла яҡшылығыңдан ҡалдырма, тамуҡ утынан беҙҙе һаҡла!)

Ҡорбан ғәйете вәғәзе

                                                   Ҡорбан ғәйете вәғәзе

                                                 Бисмилләһир-рахмәнир-рахим
     "Иннәә әғтәйнәәкәл кәүҫәр. Фәсалли лираббикә үәнхәр. Иннә шәәни-әкә һүәл-әбтәр".

      Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән китабында:“Беҙ һиңә игелектәрҙе мул итеп бирҙек. Ошо игелектәр өсөн Аллаһҡа шөкөр ит, намаҙ уҡы, ҡорбан сал”, — ти.    “Кәүҫәр" сүрәһе,                                                                                            
     Әлхәмдү лилләһ!
     Әл-хәмдү лилләһи раббил-ғаләмин! Әссаләтү үәс-сәләмү ғәлә расүлиһи Мүхәммәдин үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин!
     Аллаһу Әкбәр! Аллаһу Әкбәр! Ләә Иләһә Илләллаһу үәллаһу Әкбәр! Аллаһу Әкбәр үә лилләһил-хәмд!
     Аллаһы Раббыбыҙға — бөтә ғаләмдәргә тәрбиә биреп тороусы асыл Затҡа — күңел түрҙәребеҙҙән сыҡҡан маҡтау-ололауҙарыбыҙ булһын. Аллаһ — Бер, Унан башҡа Иләһә юҡ. Мөхәммәд, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм — Уның хаҡ илсеһе һәм ҡоло.
     Ғәйет көндәребеҙ мөбәрәк булһын!
     Ҡорбан Аллаһ Тәғәләгә яҡынлашыу ниәте менән салынған хайуан. Ислам динендә мосолмандарҙы аяҡта тотоусы әмерҙәрҙең береһе зәкәт үә фитыр булһа, икенсеһе – ҡорбандыр. Мосолман кешеһе зәкәте, фитыры менән диндәштәренең ихтыяждарын ҡәнәғәтләндергән кеүек, Ҡорбанда мохтаждарға ярҙам итеүҙең бер сараһы.
     Ҡорбан салыу тарихе борондан килә. Ҡөръән Кәримдә Хәҙрәти Әҙәмдең улдары Һабил менән Ҡабилдың ҡорбан салыуҙары тураһында яҙыла: ”Әҙәм улдары хаҡында хәбәрҙе хаҡлыҡ менән уҡы. Аллаһ икеһенә лә ҡорбан салырға бойорҙо. Һабилдың ҡорбаны ҡабул булды, Ҡабилдыҡы ҡабул булманы”.(Мәидә сүрәһе 5:27).
Читать далее →

Ғәфү үтенеү доғаһы

                                                    Ғәфү үтенеү доғаһы

                      Сәййидүл-истиғфәр (ғәфү һорауҙың иң яҡшыһы)
     Әҙәм балаһы көнөнә күп гонаһтар ҡыла. Ҡайһыларын үҙе лә белеп еткермәй. Был гонаһтар йыйылып, кешене тамам һәләкәткә килтереүе мөмкин. Кеше шулай рухи бысраҡҡа батып бөтә. Риүәйәттә әйтелгәнсә, тәүбә-истиғфарҙың иң өҫтөнө — Сәййидүл-истиғфарҙыр:
عن الغبي صلى الله عليه وسلم : (سيد الاستغفار أن تقول اللهم أنت ربي لا إله إلا أنت خلقتني وأنا عبدك وأنا على عهدك ووعدك ما اسطمت أعوذ بك من شر ما صفعت أبوء لك بنعمتك علي ؤبوء لك بذنبي فاغفر لي ذإنه لا يفغر الذنوب إلا أنت قال ومن قالها من النهار موقنا بها فمات من يومه قبل أن يمسي فهو من أهل الجنة ومن قالها من الليل وهو موقن بها فمات قبل أن يصبح فهو من أهل الجنة
 

     «Кем ошо сәййидул-истиғфарҙы ышанып көндөҙөн әйтһә үә ошо көн кис төшкәнсе үлеп китһә, ожмахҡа керер. Кем ошо доғаны ышанып төндә уҡыһа, үә таң атҡансы үлеп китһә, ожмахлы булыр:

     „Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иллә әнт, халаҡтәнии үә әнәә ғәбдүкә үә әнәә ғәләә ғәһдикә үә үәғдикә мәстәтағт, әгүуҙү бикә мин шәрри мәә санәғт, әбүү-ү ләкә би ниғмәтиҡә ғәләййә үә әбүү-ү ғәләә нәфсии би зәнбии, фәкад ҙаләмтү нәфсии үәғтәрафтү би зәнбии, фәғфир лии ҙүнүүбии мәә ҡаддәмтү минһәә үә мәә әххартү, фә иннәһүү ләә йәғфируҙ-ҙүнүүбә илләә әнт“.

     (Аллаһым! Һин минең Раббым, Һинән башҡа илаһ юҡ. Мине Һин яралттың. Мин Һинең ҡолоң. Мин көсөм еткәнсе Һиңә биргән һүҙемде тотам. Ҡылынған насарлыҡтарҙан Һиңә һыйынам. Беләм, биргән ниғмәттәреңә ҡаршы кәмселектәрем булды, үҙемә-үҙем золом иттем. Гонаһтарымды үкенеп иҫкә алам, уҙған һәм киләсәк гонаһтарымды ғәфү итеүеңде Һиннән үтенәм. Мине кисер, Аллаһым! Сөнки, гонаһтарҙы Һинән башҡа бер кем дә ғәфү итә алмаҫ.)

                                                                                                 »Доға китабы" Ильшат Хафизи