Фани донъя — төш кенә
Шәйех Мәүләнә әйтә:
«Бәләкәй балалар «магазин» яһап уйнай, әммә, ошо «магазин»да юрый ғына сауҙа итеп, улар килем алмай, ваҡыт ҡына уҙғара. Көнө буйы «магазин»ында уйнаған бала кис, асығып, өйөнә ҡайта. Был донъя ла шул балалар уйынына оҡшаш».
Бер заман Әбү Бәкер Шибли (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) юлда тапҡан сәтләүекте бүлә алмай бәхәсләшкән ике баланы күреп ҡала. Шибли сәтләүекте ала ла әйтә: «Саҡ ҡына көтөгөҙ, хәҙер мин һеҙгә уны бүлеп бирәм!»
Ул сәтләүекте вата һәм уның буш икәнлеген күрә. Шунда ул үҙенә төбәлгән тауышты ишетә:
«Һин ысын ризыҡ биреүсе булһаң, бүлеп бир уны хәҙер!»
Шибли уңайһыҙлана ла былай ти: «Был бәхәстәр — буш сәтләүек һәм юҡ нәмә өсөн!» (Аттар, стр. 661)
Күп бәрелештәргә алып килгән донъя байлыҡтары — асылда буш сәтләүек кенә. Үлем фани донъя тормошонан уятҡас, әҙәм күрер: ҡыҫҡа һәм буш булған ул ғүмер. Юҡ нимәләргә киткән тырышлығы өсөн, ул бик үкенер. Шуныһы йәл: кешеләр, алдаҡҡа бирелеп, бер-береһен ашап алып бара — ҡәберҙәрҙә быларҙың һәммәһе өсөн дә үкенәсәктәр! Читать далее

