Аяҡ табаны ерҙән айырылһа, намаҙ боҙоламы?

                                      Аяҡ табаны ерҙән айырылһа, намаҙ боҙоламы?

     Сәждә ваҡытында ике аяҡ табаны ла ерҙән айырылһа, намаҙ боҙоламы?
     Яуап: был һорауға Мөхәммәд Әмин ибн Ғәбидин үҙ китабында айырым бер бүлек бағышлай. Ул был мәсьәләгә ҡарата өс фекер барлығын әйтеп китә.
     Шуларҙың береһе буйынса, сәждә ваҡытында аяҡ бармаҡтарының ергә тейеп тороуы фарыз, икенсеһе буйынса – вәжиб, ә өсөнсөһө буйынса – сөннәт. Читать далее →

Хаҡ динемдә беренсе аҙымдарым

     Хаҡ динемдә беренсе аҙымдарым. Мөршиҙә Уйсал.

     Аллаһҡа ышаныу
     Фәрештәләргә ышаныу
     Изге китаптарға ышаныу
     Бәйғәмбәрҙәргә ышаныу
     Ахырызаманға ышаныу
     Тәҡдиргә ышаныу Читать далее →

Салауат шәрифтәр

     Салауат шәрифтәр, Баҫтыру өсөн яуаплы: Илшат хәҙрәт Хафизи. Компьютерҙа һалыусы: Флүрә Аҡсулпанова. Әҙәби корректоры: Әлисә Ниғмәтуллина.

Кыйсасел-әнбия, ягъни пәйғәмбәрләр тарихы

Кыйсасел-әнбия, ягъни пәйғәмбәрләр тарихы, Жәгьфәр хәзрәт Мөбарәк

Ҡурҡыуҙан доғалар

                                                                Ҡурҡыуҙан доғалар
     Берәй кемдән ҡурҡҡан кеше нимә әйтергә тейеш
     Пәйғәмбәребеҙ, саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм, әйткән: «Мосолман ҡурҡаҡ та була ала, һаран да була ала, ләкин бер ҡасан да алдаҡсы булмаҫ». Ҡурҡыу, һаранлыҡ кеүек яман һыҙаттар кешенең камил булмауынан. Был яҙыҡ ғәмәлдәрҙе мосолмандар үҙендә бөтөрөргә тырышырға бурыслы. Берәй кешенән ҡурҡа икән, ошо доғаны ҡылһын. Аллаһ Тәғәлә йөрәгенә ҡыйыулыҡ үә еңеллек бирер, ин шәә Аллаһ.

     "Аллааһүммә-кфинииһим бимәә ши'тә!"
     (Аллам! Нисек теләйһең шулай итеп мине уларҙан ҡотҡар!) Читать далее →

Сабырлыҡ

                                                                    Сабырлыҡ
     Бар маҡтау-шөкөр итеүебеҙ Аллаһ Тәғәләгә булһа ине. Уның хаҡ хәбибе Мөхәммәдкә ﷺ күңелдәребеҙҙең түрҙәренән сыҡҡан салауаттарыбыҙ ирешһә ине. Аллаһ Тәғәлә һәр беребеҙҙең дә тәндәребеҙгә сәләмәтлек, ил-көндәребеҙҙгә тыныслыҡ, күңелдәребеҙгә мәғрифәт нурҙары һалып, тормоштарыбыҙға бәрәкәт биреп, Үҙе риза булырлыҡ ғәмәлдәр ҡылырға насип әйләһен.
     Аллаһ Тәғәлә беҙҙе һәр беребеҙҙе сабырлыҡҡа өндәп: «Сабыр булығыҙ, Аллаһ Тәғәлә сабыр булған ҡолдары менән бергә була», — тип әйтә.
     Шулай уҡ:
                                                         وَاسْتَعِينُوا بِالصَّبْرِ وَالصَّلَاةِ وَإِنَّهَا لَكَبِيرَةٌ إِلَّا عَلَى الْخَاشِعِينَ
     «Үә-стәғиинүү биссабри үә-ссаләәти үә иннәһәә ләкәбииратүн илләә ғәләл-хааши-ғиин». Читать далее →

Шәйех Нәүәүиҙең 40 хәҙисе

                                                   ШӘЙЕХ НӘҮӘҮИҘЕҢ 40 ХӘҘИСЕ
     Мөхтәрәм мосолман ҡәрҙәштәр
     Һеҙгә “Мәтнүл-әрбәғиинән-Нәүәүиәһ фил-әхәәдиҫис-сахиихәтин-нәбәүиәһ “ (“Шәйех Нәүәүиҙең 40 хәҙисе”) тигән хеҙмәтен тәҡдим итәбеҙ. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән: “Кем минең 40 хәҙисемде белһә һәм шул хәҙистәр буйынса йәшәһә ожмаһҡа керер”. Ошо хәҙискә таянып күп ғалимдар үҙҙәренең хәҙистәр тупланмаларын йыйғандар. Был хәҙислектәрҙә иң мөһим булғандарын йыйғандар. Һәр хәҙис Исламдың нигеҙен төплө аңлатҡан, төрлө яҡтан сағылдырған. Бындағы тупланған ғилем хазинаһын һәр мосолман ҡулланырға тейеш, ин шәә Аллаһ был донъялағы тормошо ла, әхирәттәгеһе лә яҡшырыр. Ильшат хәзрәт Хафизи.

Читать далее →