Ситеккә мәсех

                                                           Ситеккә мәсех
     Ситек кейеп йөрөү бигерәктә уңайлы тәһәрәт алғанда аяҡтарҙы һәр саҡ йыумаҫ өсөн, һалҡын ҡыш айҙарында йә иһә эштә. Ситекте лә һайлағанда дерматиндән түгел, ә тиренән эшләнгәнен һайларға тырышығыҙ. Улар ныҡ һәм оҙаҡҡа төтә.Тәһәрәт ала торған кеше әгәр ҙә элек ситектәрен тәһәрәт алып, аяҡтарын йыуып кейгән булһа, икенсе мәртәбә тәһәрәт алғанда аяҡтарын йыуыу тейеш түгелдер. Ул ваҡыт бары ҡулдарыңа һыу алып түгергә лә еүеш ҡул бармаҡтары менән ситектәрҙең башынан тубыҡҡа ҡарай ситек өҫтөн һыйпарға кәрәк, быға «ситеккә мәсех ҡылыу» тиҙәр. Бер мәртәбә тәһәрәт алып, аяҡтарын йыуып кейгән кешегә бер көн буйына, әгәр ҙә мосафир булһа, өс көн буйына ситеккә мәсех ҡылыу дөрөҫтөр. Ситеккә мәсех ҡылыу өсөн ситектә ҙур йыртыҡ булмаҫҡа тейеш. Йыртыҡ булһа, ситектәргә мәсех ҡылыу бармай, аяҡтарҙы йыуыу тейештер. Читать далее →

Ябай ойоҡбашҡа мәсех ҡылырға яраймы?

                                               Ябай ойоҡбашҡа мәсех ҡылырға яраймы?
     Тәһәрәт алып тороусы кешегә иғтибар итһәң тәһәрәтенең аҙағына аяғының кейеменә мәсех ҡылып ҡуя. (Мәсех – бармаҡтарҙы еүешләп, аяҡ кейемең сылатыу). Тик бында ниндәй аяҡ әйберенә мәсех ҡылырға һуң? Өфө мәсеттәрендә йәш егеттәрҙең ябай йоҡа ғына синтетик носкиләренә лә мәсех ҡылғанын күрәһең, ә эргәләрендә шаптырҙап һыу ағып тора. Оло йәштәге кешеләрҙең дә йөн ойоҡтарына ла мәсех ҡылғанын күрәһең. Былар дөрөҫмө? Быға яуапты Камил хәҙрәт Сәмиғуллин, Татарстан Республикаһы мөфтөйө бирә.
     Һорау: Тәһәрәт алғанда ябай ойоҡбашҡа (ойоҡҡа, носкигә) мәсех ҡылырға буламы? Бындай тәһәрәт алыу дөрөҫ һаналамы? Абруйлы мосолман ғалимдары һәм дүрт мәҙһәб имамдары быға нисек ҡарай?
     Яуап:
     Абруйлы фикһ ғалимдәре һәм мөждәһидтәр йоҡа, һыу үткәрә торған, аяҡта өҫтәмә нығытмалары булмаған һәм аяҡ кейемһеҙ етәрлек ара үтергә мөмкин булмаған ойоҡбаштарҙы (носки) мәсех ҡылырға рөхсәт итмәй. Хәҙерге мамыҡтан, йөндән, нейлондан эшләнгән ойоҡбаштар күндән яһалған ойоҡҡа (ситек) хас булған сифаттарға эйә түгел, шуға күрә уларға мәсех ҡылырға ярамай. Бындай ысул менән тәһәрәт алыу алыусының тәһәрәте лә дөрөҫ булмай. Был ҡарар Изге Ҡөръән аяттары, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ сөннәте һәм 4 мәҙһәб имамдары тарафынан раҫлана. Шулай уҡ был кешенең намаҙы ҙа дөрөҫ булмай. Читать далее →

Аллаһтың тәҡүәле ҡолдары нәсихәте

     Аллаһтың тәҡүәле ҡолдары нәсихәте. Шәйех Мәүләнә Йәләлетдин Руми.

     Хөрмәтле уҡыусылар! Бында беҙ шәйех Мәүләнә Йәләлетдин Румиҙың хикмәтле тапҡыр һүҙҙәре һәм нәсихәттәренә тәфсирҙәребеҙҙе урынлаштырҙыҡ. Аллаһҡа һөйөү диңгеҙендә батып юғалған уның хикмәтле рухиәте төйәгенә инергә ынтылдыҡ, уның тәрән нәсихәттәре ярҙамында йөрәктәребеҙҙең тупаҫлығын юҡ итергә, әхүәле рухиәбеҙҙе гүзәл халәтебеҙ һәм ғәмәлдәребеҙ сағылған таҙа көҙгөгә әүерелдереү сараһы итергә тырыштыҡ.

Башҡорт сувенирҙәре

     Башҡорт сувенирҙәре. Башҡорт сувенире... Ул ниндәй булыр­ға тейеш? Алыҫтан килгән ҡунаҡ дала уләндәренең хуш еҫен тойһон, боронғо ат­тарҙың сихри кешнәүен ишетһен, алтын төҫлө башҡорт балының тәмен татыһын, халыҡ тарихе һәм культураһын һиҙеп бел­һен өсөн, ул ниндәй художестволы, тасуи­ри сифаттарға эйә булырға тейеш?

Орнамент счетной вышивки башкир

     Орнамент счетной вышивки башкир. Книга посвящена особому пласту декоративно-прикладного искусства башкир — вышивкам по счету нитей основы. В ней рассматриваются вопросы происхождения и развития орнаментальных мотивов башкирской счетной вышивки, их семантики. Башкирский орнамент исследуется в контексте широкого круга аналогий в искусстве народов Евразии. Рассчитана на этнологов, историков, художников, учителей и всех интересующихся историей культуры, народным искусством.

Башҡорт халыҡ сәнғәте

     Башҡорт халыҡ сәнғәте. Книга знакомит читателя с древнейшими видами народного искусства башкир: вышивкой, ткачеством, украшением металла, кожи, дерева. В очерках дается подробное описание башкирского орнамента, народного костюма, убранства коня, вооружения, декора жилища древних башкир. Издание позволяет проследить тесную связь современной культуры республики с национальными традициями, историей, традиционной обрядностью.

Книга адресована этнографам, историкам, искусствоведам, преподавателям и учащимся.

Тыңла әле улар беҙҙең менән һөйләшә

     Тыңла әле улар беҙҙең менән һөйләшә.

     Тимәк, был донъяға берәү ҙә буштан-бушҡа килмәгән, һәр бер мәхлүк ниндәйҙер маҡсат менән бар ҡылынған. Бына ни өсөн Раббыбыҙ беҙҙең был донъяға вайымһыҙ бағыуыбыҙҙы теләмәй. Ул уйлана, фекер йөрөтә, анализ яһай белеүебеҙҙе, донъяның бөтә нескәлектәрен аңлауыбыҙҙы теләй. Йәшел туғайҙарҙа утлап йөрөгән малдарҙы, төйәгенә ризыҡ ташыған ҡырмыҫҡаларҙы, ялтыр таҫма һымаҡ шыуышып йөрөгән йыландарҙы күреп, һабаҡ алыуыбыҙҙы, һығымталар яһарға өйрәнеүебеҙҙе теләй.
     Был әҫәрҙә бөтә барлыҡ үҙ телендә хәбәр һөйләйәсәк, һәммәһе беҙҙең менән әңгәмә ҡорасаҡ, һәммәһе беҙҙең менән үҙенсә һөйләшәсәк! Ғәләмәт ҙур ҡыҙған ҡояш, Ерҙе урап алған атмосфера, бейек ағастар, уларҙың ботаҡтарында сутылдашҡан ҡоштар, ерҙәге селәүсендәр һәм ҡуңыҙҙар, тик микроскоп аша ғына күренгән йән эйәләре — һәммәһе үҙе хаҡында һөйләйәсәк! Улар тәрән хикмәт йәшеренгән тормоштары хаҡында бәйән итәсәк, үҙҙәренең ғәжәйеп серҙәрен асып һаласаҡ! Читать далее →

ИСЛАМ ТӘРБИЯСЕ

     ИСЛАМ ТӘРБИЯСЕ. «Ислам тәрбиясе» дәреслеге түбәндәге бүлекләрдән тора: Ислам дине, иман нигезләре, Коръән Кәрим, пәйгамбәрләр кыйссалары, Пәйгамбәребез Мөхәммәд нең тормышы, мөселманнарның күркәм холыклары, Ислам әдәпләре һәм догалары. Китап мәктәпнең башлангыч сыйныф укучылары өчен һәм мәчет-мәдрәсәләрдә дәреслек буларак тәкъдим ителә. Шулай ук, гаиләдә балаларга укыту өчен дә кулланырга мөмкин.

ҒӨСӨЛ, ТӘҺӘРӘТ ҺӘМ НАМАҘҒА ӨЙРӘНӘМ

     ҒӨСӨЛ, ТӘҺӘРӘТ ҺӘМ НАМАҘҒА ӨЙРӘНӘМ. Асым Уйсал. Балалар һәм ололар өсөн китап. Был китап һеҙгә дөрөҫ итеп тәһәрәт алырға һәм намаҙ уҡырға ярҙам итәсәк. Шулай уҡ, бында Иман, Ислам дине хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт тә бар. Читать далее →

Ураҙа тотһаң, гонаһтарҙан арынырһың

                                                  Ураҙа тотһаң, гонаһтарҙан арынырһың
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ әйткән: «Көндәрҙең олоһо — йома көнө, ул ике ғәйет, Ғәрәфә, Ғашүрә көндәренән дә олоғораҡ. Кисәләрҙең олоһо — Ҡәҙер кисәһе, айҙарҙың олоһо — изге Рамаҙан айы». Әлхәмдүлилләһ, оло рамаҙан-шәриф айы дауам итә.
     Нимә һуң ул ураҙа? Ни өсөн беҙ уны тотабыҙ? Кемгә кәрәк ул? Беҙ ураҙаны Раббыбыҙ ризалығы өсөн тип тотабыҙ. Аллаһы Тәғәлә Ҡөръәне Кәримдең «Әл-Бәҡара» сүрәһенең 183 сө аятында:
                                   يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا كُتِبَ عَلَيْكُمُ الصِّيَامُ كَمَا كُتِبَ عَلَى الَّذِينَ مِن قَبْلِكُمْ لَعَلَّكُمْ تَتَّقُونَ
     183. Йәә әййүһә-лләҙиинә әәмәнүү күтибә ғәләйкүмү-ссыийәәмү кәмәә күтибә ғәлә-лләҙиинә миң ҡабликүм ләғәлләкүм тәттәҡуун
     «Әй иман килтергән бәндәләр, һеҙҙән үткән ҡәүемдәргә фарыз булған кеүек, һеҙгә лә ураҙа фарыз булды», — тип, ураҙаның фарызлығын белдерҙе.
     Аллаһы Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә бәндәләргә төрлөсә өндәшә. Ә был аятта, ураҙа тураһында әйткәндә: «Әй иман килтергән кешеләр», — тип әйтә, сөнки Раббыбыҙ белә: ураҙа тотоу иман килтермәгән һәм иманы зәғиф булған кешенең көсөнән килмәй. Ҡайһы берәүҙәр ваҡытым юҡ, эшем күп тип, юҡ һылтауҙы таба. Беҙ: «Ләәә иләәһә илләллаааһ Мүхәммәдүр Расүүлүллаааһ», — тип, үҙ иркебеҙ менән иман килтереп, иман кәлимәһен әйткәс, мосолман булабыҙ. Шунан һуң беҙҙең өҫтөбеҙгә иманды яҡшы белеү, биш ваҡыт намаҙ, йылға бер ай ураҙа, зәкәт, хаж кеүек фарыздар йөкләнә. Читать далее →