Тыңла әле улар беҙҙең менән һөйләшә

     Тыңла әле улар беҙҙең менән һөйләшә.

     Тимәк, был донъяға берәү ҙә буштан-бушҡа килмәгән, һәр бер мәхлүк ниндәйҙер маҡсат менән бар ҡылынған. Бына ни өсөн Раббыбыҙ беҙҙең был донъяға вайымһыҙ бағыуыбыҙҙы теләмәй. Ул уйлана, фекер йөрөтә, анализ яһай белеүебеҙҙе, донъяның бөтә нескәлектәрен аңлауыбыҙҙы теләй. Йәшел туғайҙарҙа утлап йөрөгән малдарҙы, төйәгенә ризыҡ ташыған ҡырмыҫҡаларҙы, ялтыр таҫма һымаҡ шыуышып йөрөгән йыландарҙы күреп, һабаҡ алыуыбыҙҙы, һығымталар яһарға өйрәнеүебеҙҙе теләй.
     Был әҫәрҙә бөтә барлыҡ үҙ телендә хәбәр һөйләйәсәк, һәммәһе беҙҙең менән әңгәмә ҡорасаҡ, һәммәһе беҙҙең менән үҙенсә һөйләшәсәк! Ғәләмәт ҙур ҡыҙған ҡояш, Ерҙе урап алған атмосфера, бейек ағастар, уларҙың ботаҡтарында сутылдашҡан ҡоштар, ерҙәге селәүсендәр һәм ҡуңыҙҙар, тик микроскоп аша ғына күренгән йән эйәләре — һәммәһе үҙе хаҡында һөйләйәсәк! Улар тәрән хикмәт йәшеренгән тормоштары хаҡында бәйән итәсәк, үҙҙәренең ғәжәйеп серҙәрен асып һаласаҡ!

     Был китап менән бергә һеҙ башҡа донъяларға сәйәхәт итәсәкһегеҙ! Хаҡ Тәғәләбеҙҙең һоҡланып туймаҫлыҡ сәнғәт әҫәрҙәре менән танышасаҡһығыҙ! Китапты уҡып сыҡҡас, һеҙ бөтә барлыҡҡа бөтөнләй икенсе күҙ менән бағасаҡһығыҙ! Ҡояшҡа, һыуға башҡаса ҡарай башлаясаҡһығыҙ. Көн һайын үҙегеҙ атлап йөрөгән ерҙе, һеҙгә күләгә биргән ағастарҙы, һеҙгә шыбыр-шыбыр хәбәр һөйләгән япраҡтарҙы һеҙ икенсе төрлө ҡабул итәсәкһегеҙ. Күкте иңләп осҡан ҡоштарҙа, һыуҙарҙа йөҙгән балыҡтарҙа, үҙ эше менән ашығып китеп барған бөжәктәрҙә Илаһи мөғжизә сағылышын күрәсәкһегеҙ...
     Аллаһтан шуны һорайбыҙ: ҡулына алып уҡыусыларҙы, уйланыусыларҙы гүзәл әхлаҡҡа этәреүгә бер сәбәп булһын был ҡитап! Һәммәбеҙ Аллаһтың Мәрхәмәтенә лайыҡ булып, ғәжәйеп мөғжизәләр һәм матурлыҡтар тулы Йәннәтҡә инеү хоҡуғын алһын.