Ҡорбан салыу тәртибе
Рәсүлуллаһ, ғәләйһиссәләм, хәҙрәттәре былай бойора: "Бер кешенең хәле, байлығы һәм мөмкинлеге булып та байрамда ҡорбан (ошонда баҫ) салмаһа, намаҙлыҡтарыбыҙҙа йәнәшә булмаһын, йәғни арабыҙҙа булмаһын”. Аңлауыбыҙса, һәр хәлле кешегә ҡорбан салыу үәжибтыр. Хәленән килгән ғәиләгә ҡорбан салыу мәжбүри. Ҡайһы берҙәр ҡорбан салыу сөннәт тиҙәр, үәжиб булыуы (үтәмәһән гонаһлы, бурыслы булып ҡалаң Аллаһ Тәғәлә алдында) ошо аятҡа «Кәүҫәр» (ошонда баҫ) бәйле. Был ғибәҙәт ошо Ҡорбан байрамы (махсус билдәләнгән өс көн дауамында) көндәрендә үтәлергә тейеш. Малды ошо көндәрҙә салыр кәрәк. Был Ҡорбанды башҡа нәфел (ирекле) ҡорбандар менән, йәки үҙең, ғәиләң, һатыу өсөн салынған мал ите менән бутамағыҙ.
Ҡорбандар, байрам намаҙы уҡылған ерҙәрҙә, байрам намаҙы уҡылғандан һуң салынырға тейеш. Хәҙис шәрифтә: “Байрам намаҙына ҡәҙәр ҡорбан салыуҙар — ит булараҡ салыу, намаҙҙан һуң салған кешенең ҡорбан салыу сауабы тулы һәм мосолманса, малы мосолмандар өсөн салынған булыр”, — тип әйтелгән. Читать далее
































