Муәтә алышы (Битва у Мута)

                                                         Ғалиб ибн Ғабделлаһ сәриәһе
     Бәни Мурра ғәпрәптәренә ебәрелмеш Башир ибн Сәғд сәриәһенең еңелеп шәһит булыуҙары юғарыла яҙылғайны инде. Ғалиб ибн Ғабделлаһ Бәни Мулух ғәрәптәрен еңеп ҡайтҡас, рәсуллулаһ уны Мурра ғәрәптәрен яза бирер өсөн ике йөҙҙән ғибәрәт бер сәриә ебәрҙе. Сәриә, уларҙың ерҙәренә барып, ҡаты рәүештә һуғыш ҡылып, уларҙы еңде үә бик күп ғәнимәт һәм әсирҙәр алып, Мәҙинәгә ҡайтты. Ғәнимәт ғәскәргә бүленеп бирелгәс, һәр береһенә унар дөйә тейҙе.

                                                             Ҡәғб ибн Ғәмир сәриәһе
     Шам тарафында Зәт Әтлах тигән ергә Ҡәғб ибн Ғәмир Ғифари етәкселегендә бер сәриә ебәрелһә лә, дошман менән булған һуғышта сәриәнең һаны аҙ, ә дошмандың һаны күп булғанлыҡтан еңелеп, бөтөнөһө шәһит булдылар. Яңғыҙ башлыҡтары Ҡәғб кенә иҫән ҡалды. Рәсүлуллаһ үә сәхәбәләр был ваҡиғаға бик ҡайғырҙылар.
                                                                Муәтә сәриәһе
     Бусра әмиренә ебәрелмеш илсе Харис ибн Ғәмир Әздиҙең Шурахбил ибн Ғәмр Ғасани тарафынан Муәтәлә үлтерелгәйне. Был хәбәр рәсүлуллаһҡа ишетелгәс, ул бик ҡаты ҡайғырҙы. Уларҙан үс алыу өсөн, өс меңдән ғибәрәт бер сәриә йыйып, Зәид ибн Хәрисәне етәксе итте. Зәид шәһит булһа, Ғабделлаһ ибн Рауәхәнең етәксе буласағын һөйләне. Алыҫ ергә ҡеүәтле дошман менән һуғышҡа китәсәк сәхәбәләрҙе рәсүлуллаһ оҙата сыҡты үә уларға: «Аллаһуҙың ярҙамына таянып, дошмандарығыҙ менән һуғышығыҙ, фәҡәт йомаларҙа ғибәҙәт менән мәшғүл булған кешеләргә теймәгеҙ, ҡатын үә балаларҙы, ҡарт-ҡороларҙы үлтермәгеҙ, ағастарҙы киҫмәгеҙ, биналарҙы емермәгеҙ!» — тип нәсихәт әйтте.
     Ғәскәр Шам еренән Мәгәнгә еткәндә, Румдар үә уларға буйһонған Лихам, Жизәм, Бәһра, Бәли үә Бәлкин ғәрәптәре йыйылып, ҡеүәтле бер ғәскәр туплағандарын ишеттеләр. Шуның өсөн сәхәбәләр, рәсүлуллаһҡа илсе ебәреп ярҙам һорауҙы мәғкүл күрһәләр ҙә, Ғабделлаһ ибн Рауәхә быға ҡаршы төштө. Уның тәьҫирле һөйләүе менән ғәскәр, ярҙам һорауҙан ваз кисеп, алға таба хәрәкәт итте. Румдар Мәшәриф ауылына урынлашҡайны. Ике ғәскәр араһында ҡаты һуғыш башланып, сәриә башлығы Зәид ибн Хәрисә шәһит булды. Шунан һуң сәриә башлығы Йәғфәр ибн әби Талиб булды. Ул да шәһит булды. Бынан һуң командан булған Ғабделлаһ бин Рауәхә лә шәһит булды. Башлыҡһыҙ ҡалған Ислам ғәскәренән бәғзеләре ҡасырға әҙерләнеп, сафтар боҙолорға торғанда, Сәбит ибн Аркам тәьҫирле һүҙҙәр һөйләп, ғәскәрҙең рухын күтәреп, ғәскәр эсендә булған Халид ибн Вәлидте етәксе итеп һайларға тәҡдим итте. Халид ибн Вәлид ғәскәр башлығы итеп һайланды. Ул көн кискә ҡәҙәр һуғыш дауам итте. Икенсе көн иртә менән Халид ибн Вәлид ғәскәрҙең тәртибен үҙгәртте. Алдағы ғәскәрҙе артҡа, уңдағы ғәскәрҙе һулға күсерҙе. Ошбу көндө Румдар ҡаты рәүештә һөжүм итеп. Ислам ғәскәрен тар-мар итеү ниәтендә булһалар ҙа, ҡаршыларында башҡа ғәскәр күреп, Ислам ғәскәренә ярҙам килгән тип зан ҡылып, ҡурҡыуҙарынан кире сигенделәр. Уларҙы арттарынан ҡыуыу ғәскәрҙе хәтәргә һалыу булғанлыҡтан, Халид ибн Вәлид дошман артынан барманы. Киреһенсә, иҫән-һау хәлдә Мәҙинәгә ҡайтып китергә ҡарар бирҙе. Халидтың фекере дөрөҫ, уларҙың сәләмәт көйөнсә Мәҙинәгә ҡайтыуҙары ҙур уңыш булып һаналасаҡ ине. Сөнки Рум ғәскәре уларға ҡарағанда бик күп булып, улар менән һуғышты дауам иткәндә, мосолмандарҙың еңелеүҙәре мөмкин ине. Рум ғәскәре лә Ислам ғәскәре артынан сәхрәгә кереп китеүҙең үҙҙәре өсөн ҙур һәләкәтлек буласағынан, мосолмандар артынан барманы. Сәриә Мәҙинәгә ҡайтҡас, ҡаршы алырға сыҡҡан сәхәбәләрҙән бәғзеләре уларҙы еңелеүҙәре менән ғәрләндерһәләр ҙә, рәсүлуллаһ: «Юҡ, улар еңелмәнеләр, киреһенсә, еңделер», — тине.
                                                             Шул һуғыштың файҙаһы
     Был сәриә ул ҡәҙәр файҙа итмәһә лә, сәхәбәләр араһынан иң бөйөктәренән өс кеше шәһит китһә лә, бының әһәмиәте бик ҙур булды. Сөнки Ислам дәүләтенең шул ҡәҙәр алыҫ ергә өс меңдән ғибәрәт ғәскәр ебәреүе, уларҙың һуғыштан еңелмәйсә ҡайтыуы башҡа дәүләттәр араһында дәрәжәле бер дәүләт булып үҫеп килгәнлеген күрһәтте. Рәсүлуллаһтың да мосолмандарҙы шул һуғышҡа ебәреүе уларҙың еңеүҙәрен өмөт итеп кенә түгел, ә уларҙы имтихан ҡылыу үә сит мәмләкәттәр менән һуғыш ҡылырға сыныҡтырыу өсөн ине.
     Был һуғышта башлыҡтарҙың шәһит булыуҙары беленгәс, Йәғфәрҙең ғаиләһе яһилиәт ғәҙәте буйынса ҡаты тауыш менән илай башланы. Рәсүлуллаһ уларҙы илауҙан тыйһа ла, улар ҡаты ҡысҡырып илауҙан һаман туҡтамағас, рәсүлуллаһтың Ғәлигә: «Туҡтамаһалар, ауыҙҙарына тупраҡ һип», — тейеүе риүәйәт ителәлер.

                                                 Хәҙрәт Мөхәммәд саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм китабынан, Сөнғәтулла Бикбулат