БИСМИЛЛА                             Мөхәммәт пәйғәмбәр

   Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ хаҡында Ғайса ХӨСӘЙЕНОВтың Ватандаш журналында (№ 6) сыҡҡан хикәйәте.
                                     Инеш
   Бөтә донъя тарихы кешелек цивилизацияһының биш-алты меңәр йыллыҡ дәүерҙәрен сағыштырмаса яҡшы белә кеүек. Уның айырым алдынғы территориялар, илдәр, мәҙәниәттәр, диндәр буйынса локаль стадиялы этаптары ла бар. Шуның боронғо һиндостан, Ҡытай, Египет, Греция, Рим классик эпохаларын аныҡ билдәләргә була. Бығаса ул илдәр, мәҙәниәттәр, диндәр тарихы ярайһы яҡшы өйрәнелһә лә, баһаламаларҙа ҡапма-ҡаршы ҡараштар, ҡаршылыҡтар, төрлө концепциялар һаман тулып ята.

   Ошоларға бәйләнешле фекер йөрөткәндә, боронғо цивилизациялар бергә килеп тоташҡан, географик-территориаль яҡтан яҡын Урта Ер диңгеҙе бассейны тирәһе тотошлай ғәйәт ҡыҙыҡлы. Унда төрлө илдәр, халыҡтар, мәҙәниәттәр, диндәр бергә осраша, тығыҙ аралаша; хатта ки үҙенсә бер симбиозды ла хәтерләтеп ҡуйған һымаҡ. Урта Ер диңгеҙе буйы боронғо заман өсөн цивилизацияның төп үҙәген дә тәшкил итә. Боронғо Египет, Палестина, Финикия, антик Греция, Эгей бассейны үҙҙәре генә ни тора. Эллинистик мәҙәниәт осорон иҫкә төшөрөгөҙ, үҙе ғәжәйеп тарих.
   Урта Ер диңгеҙе бассейны Европа, Азия һәм Африка ҡитғаларын бер үҙәккә йыя. Ике ҡитға осрашҡан ерҙәрҙә Карфаген — Рим цивилизацияһы килеп төкәшә, турник һуғыштары уҙа. Александр Македонский Кесе Азия, Фарсы илдәренә бәреп инә. Торараҡ христиан, иуда-изм, ислам дине аралашып, йыш ҡына һыйышып йәшәй. Уртаҡ пәйғәмбәрҙәре майҙандарға сыға. Оҡшаш догмалар, дини китаптар барлыҡҡа килә. Бының башлыса ыңғай, шул уҡ ваҡытта байтаҡ кире, ҡаршылыҡлы яҡтарын идеялар, тәғлимәттәр бәрелешкән ислам һәм христиан диндәре, ислам дине башлығы Мөхәммәт пәйғәмбәр тормошо һәм эшмәкәрлеге миҫалында шаҡтай асыҡ күрергә мөмкин.
   Ғәрәбстан һәм ғәрәптәр. Ислам диненең тыуған ере — Ғәрәбстан иле. Географик-территориаль яҡтан Ғәрәбстан Азия менән Африка һәм Европа килеп тоташҡан тошта ята. Ғәрәбстан — өс тарафы океан, диңгеҙҙәр менән уратылған торғаны ифрат дәү ярымутрау ул. Уның көньяҡ ярҙарын Һинд океаны, көнбайышын Ҡыҙыл диңгеҙ, көнсығышын Фарсы ҡултығы, Ғәрәп диңгеҙе һыуҙары йыуһа, төньяҡ-көнбайышы Урта Ер диңгеҙенә барып терәлә. Төньяҡтан көньяҡҡаса ике мең саҡырымдарға һуҙылған был ерҙә Ҡыҙыл диңгеҙ буйлап Хижаз тау теҙмәләре, үркәс һыртлы ғәләмәт аждаһа йыландай борола, һырыла ятыр. Ул көнсығышҡа табан бер аҙ һөҙәкләнгән яҫы һырттарға әүерелеп, һирәк осрар йәм-йәшел оазистар аралаш сикһеҙ ҡомлоҡтар булып йәйелер. Ғәрәбстандың Ҡыҙыл диңгеҙ буйы көньяҡ-көнсығыш ярҙары ғына тропик үҫемлектәр менән ҡапланған ҡуйы йәшеллеккә, емеш, хөрмә баҡсаларына әйләнер. Ошондай тәбиғәтенә, ер-һыуҙарына бәйле рәүештә халҡының эш-шөғөлө лә күберәк малсылыҡ, баҡсасылыҡ, сауҙа эштәре менән бағлы булыр.
   Тау-ташлы, ҡом-сүлле тәбиғәте кеүек, боронғо ғәрәптәрҙең тәндәре лә эҫе тропик ҡояшы аҫтында ҡара-һоро булып янып ҡаҡланған; ярым күсмә көнкүреш, ҡырыҫ шарттар уларҙы сыҙам, эшкә күндәм, холҡо менән шаҡтай ҡырыҫ итеп тә сыныҡтырған. Дөйә каруандары менән тауҙар, сүлдәр, йылғалар, илдәр аша әллә нисә айҙарға, хатта йылдарға һуҙылған сәфәрҙәр сауҙагәрҙәрҙе төрлө илдәрҙең, халыҡтарҙың көнкүреше, йолалары, телдәре, диндәре менән яҡындан таныштырған, мәҙәни, рухи бағланыштарҙы нығытҡан. Ул борон заман ярым күсмә ғәрәптәрҙе, бәҙәүиҙәрҙе даусан, яусан ҡәбиләләр ҙә иткән.
   Илдәр, ерҙәр, ырыу-ҡәбиләләр, яҙмыштар тығыҙ аралашҡан тарафтарҙа ғөрөф-ғәҙәттәр, тел-лөғәттәр, ыҙан-йолалар, диндәр бағланышы ла көслөрәк булған. Нәҡ ошо Яҡын Көнсығышта ҡара дин, мәжүсилек, төрлө аллалыҡ, утҡа, ботҡа табыныу, зәрдөштилек ише боронғо дини-рухани күренештәр йыш ҡуйырғылап киткән. Әлмисаҡтан тиерлек алып, яңы эраның тәүге мең йыллығына саҡлы ғәрәптәргә шулар төрлө дәрәжәлә ҡағылып-һуғылып үткән, шойҡаны тейгән. Улар шамандарын, төрлө пәйғәмбәрҙәрен күрергә өлгөргән. Ибраһим (Авраам), Сөләймән (Соломон), Ғайса (Иисус) һәм башҡа пәйғәмбәрҙәрен үҙ иткән.
   Ғәрәбстан ере Нух пәйғәмбәр ҡанзамандарынан алып, Мөхәммәт пәйғәмбәр заманынаса диндәр берләшмәһе үҙәгенә, үҙенә күрә бер ҡәғбәгә әүерелгән. Мосолмандарҙың Мәккәһе, Мәҙинәһе кеүек, ғәрәптәрҙең Фалистин ере, Иерусалим ҡалаһы — христиандарҙың, йәһүдиҙәрҙең дә изге урыны.
   Ана шул Ғәрәбстан илендә, бәрәкәтле һәм изге төбәктә донъяға килә һәм ислам динен таратып ебәрә лә инде иң һуңғы пәйғәмбәр Мөхәммәт ғәлиәссәләм.

                                                   Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тормош юлы
Мөхәммәттең бала сағы, йәшлеге. Каруан ҡыуған сауҙа йылдары. Хәҙисәгә өйләнеүе. Ҡәғбәләге бер мәл. Ирәм бағы риүәйәте. Пәйғәмбәрҙәр тарихы менән танышлығы. Мөхәммәткә пәйғәмбәрлек вәхие иңгәне. Тәүге мосолмандар. Дин дошмандары менән тәүге көрәше. Уға тәүге һөжүмдәр. Мәҙинәгә һижрәт.
   Бөйөк һәм даһи шәхестәрҙең биографияһын һәм эшмәкәрлектәрен ғәҙәттә ентекле һәм нигеҙле итеп яҙырға тырышһалар, илаһи пәйғәмбәр заттарҙы иһә йыш ҡына легенда-риүәйәттәргә лә төрөп, күпертеп, илаһилаштырып тасуирлауға ҡороусандар.
   Беҙ бындай ысулдарҙың тәүгеһен үҙәктә тотоп, Мөхәммәттең тормош юлын һәм дин даирәһендәге эшмәкәрлеген тарихи мәғлүмәттәр мөмкинлек биргән ҡәҙәр тормошсан, реаль ерлектә яҡтыртыуҙы маҡсат итәрбеҙ. Төп мәсьәләбеҙ, мәсләғебеҙ дин, илаһиәт хаҡында, пәйғәмбәр тураһында булғас, дини риүәйәттәргә лә таянырбыҙ, ислам дине таяныстарының асылдарына ла бағырға тырышырбыҙ. Илаһиәт, рухиәт донъяһына рухһыҙ ҡараш ташлау гонаһ булыр мосолман кешегә. Мосолмандың ниәте ҡылған ғәмәленән олораҡ та, тиҙәр.
   Мөхәммәт Ғәрәбстан илендә, Мәккә ҡалаһында Ғабдулла исемле ғәрәп ғаиләһендә яңы эра календары хисабы менән 570-се йылда донъяға килгән. Әсәһе Әминә исемле. Атаһы улы тыуғанын күрмәй вафат булып ҡуя. Ғаиләләре ғәрәптәрҙең ҡеүәтле көрәйеш ырыуынан. Мөхәммәт утыҙ йәшендә пәйғәмбәр исемен алғас, дин тарихсылары уның шәжәрә быуындарының төпкө осон пәйғәмбәрҙәр затына илтеп сығара: Ҡосай — Әбделмәнаф — Һашим — Әбделмоталлип — Ғабдулла — Мөхәммәт. Мөхәммәт исеме есеменә мыуафиҡ — һөйкөмлө мәғәнәһендә.
   Сабый сағынан уҡ Мөхәммәт йәтимлектә үҫергә дусар була. Атаһы артынан әсәһе лә, ул биш йәшенә киткәндә, донъянан үтә. Үкһеҙ йәтимде олатаһы Әбделмоталлип үҙ тәрбиәһенә ала. Һигеҙенсе йәшендә, олатаһы ла вафат булып, ул атаһының бер туған ағаһы Әбүталип ҡулына ҡала. Ул заманда, ғәрәптәрҙәге йола буйынса Мөхәммәтте сабый йәшенән үк ауылға һөт әсәһенә биреп сыныҡтырған кеүек, йәтимлек йылдарын кисереү ҙә уға әллә ни ауырға тура килмәгән, буғай. Ул үтә йәшләй беше, сыҙам булып үҫкән. Былар уға артабан тормош юлындағы төрлө ауырлыҡтарҙы, кәртәләрҙе еңелерәк еңеп үтергә, сабырлыҡҡа һәм сыҙамлыҡҡа күндергән. Аҙаҡ, Мөхәммәттә Әйүп пәйғәмбәр сабырлығы бар, тиерҙәр.
   Мәжит Ғафури, риүәйәттәргә таянып, ”Хәҙрәте рәсүл ғалиәссәләм вә дүрт хәнифә” (1912) тигән китабында: ”Һөт әсәгә бирелгәс, йорттарына бәрәкәт кергән, малдарының һөттәре арта башлаған. Шунан һуң, “Был баланың аяғы еңел булды”, тип, яҡшы тәрбиә бирә башлағандар”, — тип яҙа.
   Егерме йәштәрендә инде ярайһы сынығыу уҙған Мөхәммәт бабаһы Әбүталип каруандары менән Сүриә, Йәмән тарафтарындағы оло юлдарҙы үткән, төшөмлө һатыу, алыш-бирештәргә өлгәшкән оҫта сауҙагәр булып та таныла барған.
   Каруан юлдары оҙон, каруанһарайҙары хайран, үткәүелдәр вайран, сикһеҙ ҡом сәхрәләр хикмәтле, тау-таштар серле, әле егет кеше барыһын кисерә йөрөй; күҙҙәре күпте күрә, ҡолаҡтары күпте ишетә — аңына һеңдерә. Төрлө телдәр, төрлө ғәҙәттәр, төрлөсә табыныуҙар ҙа уның иғтибарынан ситтә ҡалмай. Күпме һорауҙар, ғәжәпләнеүҙәр, яҡшыһы- яманы күҙ алдынан үтә, аңын, йөрәген биләй. Бәғзе бер риүәйәттәр, тамашалар, ыҙан-йолалар күңеленә күсә, зиһенен зиңкетә.
   Нишләптер Сәлих пәйғәмбәр хаҡында һөйләгән бер риүәйәтте һис онота алмай ул. Бер мәмерйәле тау буйында бәҙәүи ҡәбиләләре йәшәгән, ти. Улар төрлө тораташ-боттарға табыныр булған. Аллаһы Тәғәлә уларҙы бындай күп аллалыҡ һындарынан ҡотҡарыр өсөн Сәлих пәйғәмбәрҙе ебәргән. Ә ул ниндәйҙер бер ҡөҙрәт менән бер дөйә ярҙамында тау- таш араһынан һыу сығартып, тегеләрҙең тораташ-боттарын юҡ иткән, саф бер дингә бағындырған, ти.
   Был риүәйәт Мөхәммәт зиһенен, күрәһең, шунса ныҡ биләгән, уны үҙе аҙаҡ Ҡөрьәндә лә телгә алыр. Йәғни, уның ҡараштарын яңы дини тәғлимәт йүнәлешенә үк бороп ебәрешер.
   Бер заман Мөхәммәт каруан менән Хижаз тауҙары буйлап, ҡыҙыу сүл ҡояшы аҫтында әлһерәп, йоҡомһорап, талсығып килгәндә әллә ярым төш, әллә сағым аралаш ап-аяҙ күктә түбәһе өҫтөндә генә бер болот киҫәгенең үҙен күләгәләүен күрә, ниндәйҙер оло ҡанаттың үҙенә еләҫ ел ебәреүен тоя. Тәне яҙылып, һулыштары иркенәйеп китә. Ни мөғжизә тағы быныһы?!.
Бергә сәфәр йөрөгән Әбүталип та кесе ҡәрҙәшенең нисектер шауҡымлы бер йән икәнен тойомлай; уның соғолло һүҙҙәренә, үҙен бер аҙ сәйерерәк тотошона, үҙ-үҙенә йомола барыуына диҡҡәт итә.
   Әбүталип шундай ваҡиғаны иҫендә ныҡ ҡалдыра. Бер саҡ улар Сүриә сигенә яҡын Басра ҡалаһында туҡталалар. Унда төрлө дин кешеләре, төрлө тараф сауҙагәрҙәре, монахтар менән танышалар. Шунда Мөхәммәттең ике монах менән әңгәмәһенә, дөрөҫөрәге, ҡыҙыу ғына моназәрә-бәхәсенә ныҡлап ҡолаҡ һала: туғаны төрлө тораташ һындарға, боттарға табыныуҙы тәнҡитләй. Ибраһим пәйғәмбәрҙең бер Алланы яҡлауын, йәнһеҙ боттарға табыныуҙың мәғәнәһеҙлеген аңғарта, тағы әллә ниндәй бәхәстәргә инеп китә. Йондоҙ, ай, ҡояш тураһында бик әкәмәт һәм серле хикмәттәр һөйләп ташлай.
   Бынан һуң монахтарҙың береһе Әбүталиптың үҙенә генә бышылдабыраҡ былай ти: “Был егетегеҙҙе күҙ ҡараһындай һаҡлағыҙ, үҙе бик зирәк, күпте белә, иң хикмәтлеһе шул: ике ҡалаҡ һөйәге араһында һоро миңе шәйләнә, изге зат булмағы ихтимал”.
Аҙаҡ Әбүталип теге донъяға иртә китеп барғас, белмәҫ һәм хайран итә алмаҫ, әммә иҫәндәр уҡыр, хафиздар ятлап алыр, шул саҡ ҡолаҡҡа салынғандар Ҡөрьәндең һигеҙенсе сүрәһенең 74—80-се аяттарында мәңгегә беркетелер былар: “Бына Ибраһим үҙенең атаһы Азарға: “Әллә һин һындарҙы илаһтар тип тотаһыңмы? Мин һине һәм һинең халҡыңды асыҡтан-асыҡ аҙашыуҙа күрәм”, — тине.
   Шулай уҡ беҙ Ибраһимға, ул инанғандарҙан булһын өсөн, күктәр һәм Ер батшалығын күрһәттек.
Төн ҡараңғылығы ҡаплағас, ул йондоҙ күрҙе һәм: “Ошо минең Раббым!” — тине. Йондоҙ байығас: “Мин байыусыны яратмайым”, — тине.
   Ҡалҡып килгән Айҙы күргәс: “Ошо минең Раббым!” — тине. Ә Ай батҡас: “Әгәр Раббым мине тура юлға күндермәһә, мин аҙашҡан кешеләрҙән булырмын”, — тине.
   Ул сығып килгән Ҡояшты күргәс: “Ошо минең Раббым, ул — оло”, — тине, ә Ҡояш байығас, әйтте: “Эй, халҡым! һеҙ тиңдәш тотҡанға мин ҡатнашмайым.
   Мин йөҙөмдө күктәрҙе һәм Ерҙе бар итеүсегә хәниф булып йүнәлдерәм, һәм мин күп илаһтарға табыныусыларҙан түгел”.
   Һәм халҡы уның менән һүҙ көрәштерҙе. Ул әйтте: “Һеҙ минең менән Алла тураһында һүҙ көрәштерәһегеҙме ни, ул мине тура юлға күндергән саҡта? Мин һеҙҙең уға тиңдәш тотоуығыҙҙан ҡурҡмайым, әгәр Раббым ғына берәй нәмә теләмәһә. Минең Раббым һәр нәмәне белем менән солғай. Һеҙ быны иҫкә алмайһығыҙмы ни?”
   Ошо аяттар яҙылғансы әле күп һыуҙар ағыр, каруандар өҙлөкһөҙ йөрөп торор. Йәш сауҙагәр олпатлана төшөр, алыш-биреш, сауҙа һөнәренең күп серҙәрен белер. Иң мөһиме, ул төрлө ҡәүемдәрҙең нисек йәшәүен, йолаларын, һәләттәрен тәрәнерәк төшөнөр, диндәре, мәҙһәптәре менән ҡыҙыҡһыныр, ыңғай, кире яҡтарын сағыштырып ҡарар; үтә етдиләнеп, уйсанланып, үҙ-үҙенә йомолоп киткән саҡтары йыш булыр. Ниндәйҙер фәһем табыр, зиһен туплар.
   Яҙмыш бер заман егерме биш йәшлек егетте ҡырҡ йәшлек тәжрибәле сауҙагәр ҡатын Хәҙисә менән табыштыра. Улар берлектә сауҙа эштәрен тағы төшөмлөрәк, уңышлыраҡ яҡҡа бороп ебәрә. Мөхәммәттең тәжрибәһе, егәрлелеге Хәҙисә ханымдың бөтмөрлөгөнә, сибәрлеге һәм аҡылына иш янына ҡуш булып ҡушыла. Оҙаҡламай улар ҡауышып, ғаилә ҡоралар. Бындай үрнәк ғаилә Хоҙайҙың ҡөҙрәтенән, тәҡдир ҡушҡандан башҡа булмағандыр, моғайын. Эштәр көтөлмәгәнсә гөрләп алға китә, улар Мәккә ҡалаһында иң бай һәм абруйлы ғаиләгә әйләнә. Риүәйәттәр һөйләүенсә, уларҙың туйында ярты Мәккә халҡы — байы, гидайы — һәммәһе ҡатнашҡан, һыйҙан өҫтәлдәр һығылып төшкән, фонтандар ағылып торған, һый-хөрмәткә йөҙәрләгән баш малдар салынған, тауҙай бүләктәр өйөлгән, тамашалар ҡоролған, тиҙәр.
   Оҙаҡламай, тормоштары тамам юлға һалынғас, байлыҡтары ташып торғас, Мөхәммәт май эсендәге бөйөр кеүек йәшәй башлаған, йомшаҡ түшәктәрҙә ятып, әллә ниндәй уй-хыялдарға сумған, ғәрештәргә ашҡан. Сөләймән, Ибраһим, Ғайса, Муса кеүек пәйғәмбәрҙәрҙең гизле тормошо, тәғлимәттәре уй-хистәрен нығыраҡ биләгән. Ҡәғбәләге тораташ, һын-боттар ҙа, Ҡара ташы ла мейеһен тынғыһыҙлағандыр, күрәһең.
   Нәҡ шундай осороноң бер мәлендә Мөхәммәт менән ҡыҙыҡ ҡына бер ваҡиға булып ала. Һаҡһыҙ ҡупҡан янғындан Мәккәлә Ҡәғбәнең бер өлөшө зыян күрә, Ҡара ташты күсерергә кәрәк була. Быны кем, ҡайҙа һәм нисек күсереү хаҡында төрлө ырыу башлыҡтары араһында дәғүә һәм ғауға ҡуба. һәр түрә үҙ шәхесен һәм хоҡуғын алға сығарырға тырыша изге таш ҡаршыһында. Быны хәл итә алмай аптырағас, араларында бер аҡыллыһы әйткән “хәҙер Ҡәғбә мәсетенә кем башлап аяҡ баҫа, шул хәл ҡылыр”, тигән ҡарарға киләләр. Кем килеп инер икән, тип көтөп торһалар, беренсе булып мәсет ишеген Мөхәммәт асып инә. Ул дәғүәселәрҙең фекерҙәрен тыңлап тора ла, мәсьәләне еңел генә хәл итә лә ҡуя: шарты ябайҙың ябайы — ул иҙәнгә ҙур ғына келәм йәйҙертә, шуның уртаһына изге Ҡара ташты күсереп ултырта һәм һәр дәғүәсене тирәләп келәмде тотоп ҙур ташты күмәкләп һөйрәргә ҡуша. Шуның менән дәғүә лә вәссәләм, Мөхәммәт быны ҡалай ябай хәл итте лә һалдысы.
   Бар ғаләм аҙаҡ тағы күрер, Мөхәммәт үҙен пәйғәмбәр зат тип иғлан иткәс, барлыҡ ҡатмарлы донъяуи һәм дини мәсьәләләрҙе лә шулай, бер ҡарағанда анһат, икенсе яҡтан, үтә ғәҙел хәл итергә тырышыр, шул яғы менән дә ғауамдың күңелен яулар.
   Боронғораҡ тарих Мөхәммәт ғәлиәссәләмде уҡымаған, яҙма белеме булмаған шәхес тип иҫәпләй. Төрлө аллаға табыныусан, мәжүсилек көслө булған ҡара ғәрәптәр заманында махсус уҡыу йорттары ла, яҙма ғилемдең дә бигүк таралмауы ла мөмкин. Әммә Мөхәммәт сауҙагәр инде каруандар менән Ғәрәбстан илен, Йәмән, Оман, Сүриә, Фалистин тарафтарын күпме ҡыҙыра-ҡыҙыра тормош ғилемен, илдәр, халыҡтар, диндәр белемен тейешенсә үҙләштергән, үтә зиһенле зат тип иҫәпләнә. Хикмәт ҡоро уҡыуҙа, китап ғилемендә генә түгел, әҙәмдең үҙ башынан үткәрер аҡылында ла бит. Күпте уҡыған ни белгән, күпте күргән шул белгән, ти халыҡ мәҡәле.
   Борон-борондан ғәрәптәр хыялдарға ғәжәйеп бай, фаразлауҙарға шунса зирәк халыҡ. Уларҙың беҙҙең көндәргә килеп еткән, бөтөн донъя халҡын хайран иткән “Мең дә бер төн әкиәттәре” үҙҙәре генә лә ни тора. Ер йөҙөндәге иң бөйөк ике диндең ғәрәп ерҙәрендә барлыҡҡа килеүе лә һис осраҡлы түгел. Алда әйткәнсә, Урта Ер диңгеҙе буйы — донъялағы иң боронғо тарихлы, төрлө цивилизациялар, мәҙәниәттәр тыуған илаһи изге тараф, ил-ерҙәр үҙәге ул, асылда “Ер кендеге”.
Был урында Ҡөрьәндә телгә алынған Ирәм бағы риүәйәтен хәтергә төшөрөп үтке килә. Уның темабыҙға бәйле бер хикмәте бар.
   Бик-бик борон ошо Ғәрәбстан яҡтарында Шидад исемле бер батша йәшәгән икән. Ул бер заман күп илдәрҙе, ерҙәрҙе яулап алып, яман байып киткән. Байлыҡтарын ҡайҙа ҡуйырға, нишләтергә белмәй, теге донъя ожмахына тиң алтын һарайҙарҙан торған ҡала һалдырырға, Ирәм бағтары, гөл-баҡсалары ҡорҙорорға, зәмзәм шишмәләре ағыҙырға уйлаған. Уйлаған да, бөтә донъянан оҫталар йыйып, бар байлыҡ, хазиналарҙы туплап, алтын-көмөштән зиннәтле һарайҙар һалдырған, мәрмәрҙән ҡоймалар ҡойҙорған, Ирәм бағ-баҡсалары булдыртҡан. һәр урында аҫыл таштар менән биҙәлгән һәйкәлдәр, фонтандар ҡалҡҡан. Шулай итеп, Шидад батша, яман ғорур һәм тәкәббер аҫыл зат, бөтә донъя батшалыҡтарын ғына түгел, теге донъяның ожмахы күркенән уҙҙырырлыҡ, хатта ки Алланың үҙен бағындырырлыҡ ҡала-баҡса төҙөткән, ти ер йөҙөндә. Шулай бөтөн донъяны хайран ҡалдырырға, үҙен Алла менән тиң күрһәтергә, барыһын үҙенә бағындырырға теләгән был. Ошо алтын ҡала, Ирәм бағы менән аҙаҡ ни булған — ил-халыҡ хәтере быны онотҡан. Йәм-йәшел ерҙәрҙе, ҡалаларҙы, меңәр-меңәр йылдар үтеүҙән тәбиғәт үҙгәреп, ҡоролоҡ ҡырып һалған, аҙаҡ ҡом бархандары ҡаплап киткән.
   Ҡайһы замандалыр, бер ғәрәп юғалған дөйәләр өйөрөн эҙләп, Йәмән тарафында алыҫ сүллекте гиҙгәндә күренмәй аяҡ аҫтында ятҡан ҡаты нәмәгә эләгеп йығыла. Ҡаҙып ҡараһа, бының саф алтындан ҡойолған маяҡ осо икәнен шәйләй. Тағы төпкә төшһә, был маяҡтың зөбәржәт көмбәҙле һарайҙың бер манараһы икәнен белә. Ҡайтып, был табыш хаҡында хәбәрҙе хәлифтәренә еткерә. Уға ышанмайҙар, ҡом сәхрәһендә алйып күҙегеҙ тонған, аҡылығыҙ томаланған мәл булғандыр, тиҙәр. Был әҙәм үҙе анттар әйтеп раҫлағас, бер ғалим кешене саҡырып һорашһалар, бының хаҡ һүҙ һәм Ирәм бағы булырын раҫлай. Уны Шидад батша төҙөткәнен, әммә үтә тәкәбберлеге һәм үҙен Аллаға тиңләп дәғүәләшеүе арҡаһында Хоҙай тарафынан был батшаның юҡ ителеү, аҫыл таш, алтын-көмөш ҡалаһының кеше күҙҙәренән ер аҫтына йәшерелеү тарихын да һөйләп бирә. Алла тарафынан ҡарғалған һәм юҡ ителгән батша ҡалаһын эҙләүҙең хәтәр икәнен дә иҫкәртә ул.
   Икенсе ваҡиғаһы ла бик ғибрәтле. Үҙ заманында батша булған Сөләймән дә бер мәл үтә ғорурланып киткәс, Алланың ҡәһәренә эләгә һәм, яман ҡылығынан ваз кискәс, ышаныслы пәйғәмбәр дәрәжәһен алғас, уны ошо Шидад ҡалаһына ебәргәндәр, имеш. Сөләймән пәйғәмбәр эҙләп тапҡас, ҡаланың тотошлай ҡом аҫтында күмелеп ҡалғанын күргән, уны ла бер-ике манара маяғы осонан ғына белгән. Ҡаҙып эсенә лә үткеһеҙ икән, ҡом аҫтындағы буш ҡала ниндәйҙер ҡаты таш көмбәҙ менән ҡаплаулы, үҙенә инер ҡапҡалары бейек таш ҡоймалар менән уратылмалы, ти. Ҡоштар телен белгән Сөләймән пәйғәмбәр бер шоңҡар ҡошто саҡыртып алған да ҡалаға нисек инеү тураһында кәңәш һораған. “Миңә Сәмреғошто бирегеҙ, — тигән ул. — Мин шуның арҡаһына ултырып, бейек ҡойманы ашайым, ҡала эсенә инәйем, ҡалған юлын үҙем белермен”. Сөләймән ул әйткәненсә бойорған: Сәмреғош ҡайҙандыр осоп килеп еткән, кескәй шоңҡарҙы ғәләмәт дәү арҡаһына ултыртып, осороп алып киткән, күҙҙәр етмәҫ бейек ҡойманы аша үткән, шоңҡарҙы ҙур майҙанға, аҫыл таш һарайҙар янына илтеп төшөргән.
   Йән эйәһе ҡалмаған буп-буш һарайҙар эсенән шоңҡар ҡош әллә нисәмә мең йылдар йәшәр боронғо бер тере ҡартты табып, сәләм биргән. Сәләмен алған да ҡарт: “Ни йомошоң бар?” — тип һораған. Шоңҡар уға бында Сөләймән пәйғәмбәр бойороғо менән килгәнен, ҡала үҙәгенә үтергә теләгәнен әйткән. Ҡарт: “Мин быны үҙем белмәйем, уны минән дә олораҡ ҡартыбыҙ белергә тейеш”, — тигән. Был ҡартты ҡала өҫтөнән әллә күпме осоп эҙләп тапһа, уныһы тағы үҙенән дә бик күпкә ҡартыраҡ ҡарыйға ебәргән. Уныһы Сөләймән исемен ишетеү менән былай тигән: “Сөләймән пәйғәмбәргә әйт, ҡала ҡапҡаһы бейек ҡәлғәнең тап уртаһында булыр, уны Сулпан йондоҙға ҡарап самалар. Сөләймән ендәргә ҡала ҡапҡаһын ҡаплап торған ер ҡатламын алып ташларға бойорһон. Ҡапҡа күренеү менән ендәргә тағы ел сығарырға бойорһон, шунда ғына таш ҡапҡа асылыр”.
   Шоңҡар быны Сөләймән пәйғәмбәргә ҡайтып һөйләгән. Ҡапҡа асылған, ғәскәре менән ҡалаға ингән. Өс ҡарт менән дә осрашып һөйләшһә, улар бер ауыҙҙан тиерлек, пәйғәмбәр килгәнсе, ҡаланы ҡарауылларға тейешлектәрен һөйләп биргәндәр. Сөләймән пәйғәмбәр батша һарайына инеп, алтын тәхетендә алтын таш булып ҡатҡан Шидадтың һынын таныған, тирә-яғында ташҡа әйләнеп аунап ятҡан вәзирҙәре, бүтән ярҙамсылары һындарына күҙ ташлаған. Сөләймән һаҡсы ҡарттарҙан Шидад тарихын һөйләп биреүҙәрен һораған.
   “Шидад бер заман бөтә ер йөҙөнә эйә булыр батшаға әйләнеп бара ине, ул үҙенә тиклемге һәм үҙенән һуң килер батшаларҙан уҙҙырыр, үҙ исемен, данын мәңгеләштерер өсөн ошо алтын, яҡуттарҙан ғына торор пайтәхетен төҙөттө, — тип һөйләп киткән ҡарттар. — Уны былары ғына мөрхәтһендермәгән, нәфсеһе хәттин-хәттиндәрҙән ашҡан, үҙе Алла булырға ниәтләнгән. Бының өсөн үҙенә көндәштәй күргән ҡояшты үлтермәк булған башта. Бер ғәләмәт дәү һәм хәтәр йәйә, уҡ яһатып, ҡояшҡа тоҫҡап атҡан. Күпмелер ғүмер үткәс, бер саҡ уғы ҡанға мансылып ергә килеп төшкән. Быны батша үҙе лә, халҡы ла ҡояшты үлтергәнме, әллә яралағанмы тип фаразлаған. Батша үҙен хәҙер күк йөҙөнөң дә хакимы тип иғлан иткән. Быны ишеткән Аллаһы Тәғәлә ҡояшҡа, уның күк йыһанына уҡталған батшаның иленә ҡояш йөҙөн күрмәҫ һалҡынлыҡ, ямғыр тамсыһы төшмәҫ ҡоролоҡ ебәргән. Халыҡ астан ҡырыла башлаған. Түрәләре батшаларын инде Алла урынында күреп, Шидад илаһтан, ергә ямғыр яуҙыр, ашарға икмәгебеҙ булһын, тип ялбарған. Яман ғорур һәм үтә тәкәббер батшалары быларға былай ти икән: “Әгәр ер үҙенең иген бөртөктәрен ҡыҙғанһа, ана, алтын, көмөштәр, аҫыл таштар алдарығыҙҙа ята бит, шуларҙы аш итегеҙ, тамағығыҙҙы туйындырығыҙ!”
   Алла урынындағы батшаларының бындай кәңәшен ишетеп, унан тамам төңөлөп, халыҡ илен, ерен, ҡалаһын ташлап китте. Алыҫта, яуым-төшөмлө ерҙәрҙә, ҡайһылары мәмерйәләр эсендә йәшәп, иҫән ҡалдылар. Уларҙың ер аллаһын ҡарғауҙарын күк аллаһы ишетеп, Шидад батшаны, батшалығын, ҡалаһын таш һындарға, пайтәхетен буш ҡалаға әйләндерҙе. Беҙҙе, әле ул саҡ йәш өсөбөҙҙө, яңы пәйғәмбәр донъяла пәйҙә булғансы, бында килгәнсе, ҡаланы һаҡларға бойорҙо”.
Ошо ғибрәтле тарихты һөйләп тә бөтә өс ҡарт һәм: “Беҙ үҙебеҙгә ҡушылған Алла бойороғон үтәнек, бәхил булығыҙ!” — тип хушлашып, йәндәре күккә ашып та китә.
   Ҡөрьәндә лә телгә алынған Шидад батша, Ирәм бағы хаҡындағы был риүәйәт Мөхәммәттең йәш сағынан уҡ ғәрәп риүәйәттәре менән тәрән ҡыҙыҡһыныуы, күп аллалыҡ һәм бер Алла идеяһының, пәйғәмбәрҙәр ҡиссаһының аңына һәм күңеленә инеп ултырыуы хаҡында һөйләй. Ожмахты тасуирлауының төп биҙәктәре һәм тере орлоҡтары ла Ирәм бағында ята. Былар һәммәһе яйлап Мөхәммәтте хыялға бай, изге мәғәнәләргә диҡҡәтле шәхес итеп тәрбиәләр, күңелен арбар.
Хәҙисәгә өйләнгәндән һуң да әле Мөхәммәт байтаҡ йылдар каруандар ҡыуып, сауҙа эштәрен дауам итә, алыҫ илдәргә сәфәрҙәр ҡыла. Бик күп халыҡтар, дин әһелдәре, ғилем эйәләре менән аралаша. Йәһүд, христиан дине менән дә ныҡ ҡыҙыҡһына. Шул уҡ ваҡытта Хәҙисәнең ике туған ағаһы Бәрәкә, бик белемле һәм динле шәхес, уға күп һабаҡ бирә.
   Бәрәкә йәш сағында йәһүди, унан христиан динендә булған, астрология ғилемен үҙләштергән, дин китаптарын ғәрәп теленә тәржемә иткән кеше. һүҙ ҙә юҡ, Мөхәммәт унан күп нәмәгә өйрәнгән. Пәйғәмбәрҙәр тураһында йәһүд, христиан риүәйәттәренән күп мәғлүмәт һәм һабаҡ алған, Талмуд менән таныш булған. Күрербеҙ, аҙаҡ улар Ҡөрьән китабына ла яңырып инеп киткеләр, баһалама табырҙар.
   Мөхәммәттең хәтер ҡеүәһенә хайрандар ҡалырлыҡ. Уның илдәр, ерҙәр гиҙгән күҙҙәре күпте күрә, ҡолаҡтары күпте ишетә, иң әһәмиәтлеләрен хәтер ҡаҙнаһына һала бара. Аңында, күңелендә яңыса уй-фекерҙәр бөрөләнә, рухында яңы идеялар тамыр ебәрә. Дин өлкәһендә улар яйлап бер олуғ Аллаһы Тәғәлә тәғлимәте тирәһендә ойоша барғандыр, моғайын.
   Бер заман Мөхәммәттең уйҙарын пәйғәмбәрҙәр тарихы ныҡ биләй. Ул үҙе таныуынса, бер логик хәҡиҡәтте аныҡ асыҡлай. Тәүге Әҙәм Ерҙе һәм Күкте барлыҡҡа килтергән бер Алла дәүерендә донъяға килгән икән. Унан һуң Әҙәм балалары боҙолоп, гонаһтарға батып, күп аллалыҡ үрсегәндән, ергә бер Аллаға табыныр яңы рисаләт (миссия) менән Нух пәйғәмбәр ебәрелгән. Шулай меңәр йылдар, быуат-быуаттар эсендә мәжүсилектәр алмашынып, бер Аллаға табындырыр Авраам (Ибраһим), Моисей (Муса) һәм Иисус Христос (Ғайса) пәйғәмбәрҙәр шунса рисаләтте башҡарған. Ошондай тарихи-рухани алмашыныш ҡанундарын төшөнөп алған Мөхәммәт Ғәрәбстанда мөҙҙәте һәм шарттары еткәнлеген яҡшы тойған булһа кәрәк.
   Мөхәммәт әлмисаҡтан сәмиттәрҙең бер Аллаға табыныр, Аллаһы Тәғәләнең вәхи һүҙен рәсүле аша кешеләргә таратыу рисаләтен тәрән төшөнгән булыр. Ләкин йәһүдтәргә Моисей килтергән дин дә, христиан Иисус Христос килтергән носрани дине лә берҙән-бер аллалыҡ диненә дәғүә итә алмай. Бер аллалыҡҡа изге Алла анаһы вә улы ҡушылып китә. Улар шундай һын тәреләргә баш ора, суҡына.
   Ибраһим пәйғәмбәр тәғлимәте үтә ғөмүми. Тимәк, донъяға, кешелеккә хаҡ Аллалыҡ саф дине хәжәт, илаһи бер зарурат.
Һуңыраҡ Ҡөрьәндә шулар яҙылыр: “Аллаһ, Унан тере һәм мәңге булғандан башҡа илаһ юҡ! һиңә ҡәҙәр иңдергәндәрҙе раҫлап, Ул һиңә китап иңдерҙе, һәм Әт-Тәүратты һәм Әл-Инжилде иңдерҙе” (III, 2,3).
Әле көтәһеләр алда ине.
   Инде Мөхәммәт ир уртаһы йәшен үтеп бара. Ҡырҡҡа аяҡ баҫа. Хәҙисәнең, яҡын ҡорҙаштарының һөйләүенсә, ул үтә етдиләнеп китә; кешеләр, хатта яҡындары менән дә бик аралашмай, һөйләшмәй башлай, үҙ-үҙенә йомола. Йыш ҡына яңғыҙы башын эйеп, әллә уй-хәстәрҙәргә, әллә хәсрәттәргә батып йөрөй, кешеләрҙән ситләшә. Улай ғынамы, ҡай саҡ ҡаланан ситкә сығып та киткеләй. Тора-бара уның әллә ҡайҙа ятҡан Хәрәғ тауына китеп юғалғанын күҙәтеүселәр була. Дөрөҫ булһа, шул тауҙың мәмерйәһенә лә инеп, оҙаҡ, тәүлекләп ғәйеп булып тора, тиҙәр. Бер йылды изге рамазан айын шул мәмерйә эсендә ҡуна-төнә уҙғарған, имеш.
   Хаҡ була был һүҙҙәр, күҙәтеүҙәр. Мөхәммәт, ир уртаһы йәшен үткән кеше, етеш ғаиләһенән, ғауамдан ситләшә, мәмерйә эстәрендә ҡуна, күпмелер берәҙәккә оҡшай төшә. Ике сәҡим бер мөстәҡим, ти ғәрәптәр. Йәғни, ике ҡапма-ҡаршылыҡ тиңәлә һымаҡ. Бындай сәйер ғәҙәт — көн-төн ниндәйҙер уй-хистәр, бәлки, хәсрәт тә, аслы-туҡлы тәүлектәр, һаташыулы йә йоҡоһоҙ төндәр — ныҡ бәдәнле, асыҡ ҡарашлы етди Мөхәммәтте лә ҡаҡшата. Яҡындары, Хәҙисәһе күреүенсә, уның тыныс холҡо ла боҙола, ҡылыҡтары алмашына, үҙе лә алмашынғылай башлай; өшөгәндәй ҡалтыранырға тотона, күҙенә әллә ниҙәр күренә, үҙе бер кем аңламаҫ телдә әллә нәмәләр һөйләнә. Ҡай саҡ яман һаташып, шашып та киткеләй. Малай саҡта быуылған мәлдәре беленә.
   Үҙен бала урынына күргән һәм яратҡан Хәҙисәһе хәҙер, ире ҡайҙарға сығып китмәһен, ниндәй хәлдәргә дүнмәһен, янынан ҡалмай, сабыйҙай ҡәҙерләй, төндәрен бергә мәмерйәлә лә ҡунғылай; сәйер хәлдәренән, хәтәр мәлдәренән аралап, әүәлге аңына, сабыр тәбиғәтенә ҡайтарырға тырыша. Мөхәммәтте өнәмәгәндәр был сәйер ҡылыҡтарын, иҫәрләнеүҙәрен күреп ҡыуана; уны яҡын күргәндәр, ғәҙәти кеше түгеллегенә ышанғандай, ниндәйҙер яҡшылыҡҡа юрай, изге зат булмағына өмөтләнә.
   Яҡшыға юрағандарҙың юрауы юш килә, ниһайәт. Шул замандағы ҡәләм эйәләре, сәхәбәләр яҙыуынса һәм һөйләп ҡалдырыуынса, шулар мәғлүм: шулай аңҡы-тиңке күпмелер һаташып, бимазаланып йөрөгән сәйер Мөхәммәт кешеләр күҙенән ҡасып, рамазан айында әлеге Хәрәғ тауының мәмерйәһенә йәшенә. Бер ай буйы ураҙа тотоп, доғалар уҡып, изге уй-хистәргә сумып, илаһиәт хәҡиҡәтен аңлар дәрәжәгә етер.
   Һуңғы ҡәҙер төнөндә иһә Мөхәммәт Хоҙайҙан вәхи алыр. Аҙаҡ Ҡөрьәндә яҙылғанса, Ябраил фәрештә уға Алланың изге һүҙҙәрен ерҙә, кешеләргә тапшырыр өсөн Мөхәммәткә еткерер. Был мәлдә ер йөҙө таң беленгәнгә саҡлы илаһиәт нуры менән яҡтырып, ниндәйҙер ҡөҙрәтле бер тынлыҡҡа, тыныслыҡҡа сумып торор. Йәрхәмбикалла! Аҙаҡ ярым өн, ярым төш рәүешле күренгән был изге мәлде Мөхәммәт ғәлиәссәләм Ҡөрьәндә ҡыҫҡа ғына тасуирлар. Ғәмәли нисегерәк булғандыр, Мөхәммәт үҙе был вәхи хәбәр килер төнөн шулайыраҡ аңлатыр.
   Хәрәғ тауы мәмерйәһендә йоҡлап ятҡанында ярым төш, ярым өн хәлендә бер тауыш ҡолағына салына, күҙен асһа, алдында кеше ҡиәфәтле һын шәүләләнә:
   — Мин Алла тарафынан һиңә вәхи һүҙ еткерергә ебәрелгән Ябраил фәрештәмен. Тыңла, бәшәрәт (шатлыҡ) илә әйтәм һәм бойорам: уҡы! — һәм күҙ алдында ниндәйҙер матур төргәк бите күренде.
   — Мин уҡый белмәйем. Бығаса уҡығаным, яҙғаным булманы.
   — Уҡы Хоҙайҙың вәхи һүҙҙәрен, ҡандан ойошҡан әҙәм балаһы! Әҙәмде яралтҡан вә яҡшылыҡҡа өндәгән илаһи ғали Аллабыҙ хаҡына — уҡы!
   Ҡолаҡтарына ингән шундай һүҙҙәрҙән һуң тәндәрендә ҡапыл ауыр- тыныу-ҡыҫымдар тойған аралаш күҙ алдары ғәжәйеп нурҙар менән тулыуын күрҙе, бөтә тәне, бәдәне вә рухының рәхәт бер еңеллеген кисерҙе.
   Күҙҙәре, теле, аңы асылып, аҙаҡ Алланың Ҡөрьәнгә инер вәхи һүҙҙәрен уҡырға тотондо.
   Уҡып бөткәс, күк илсеһенең шундай һүҙҙәрен ишетте:
   — И, Мөхәммәт! һин хәҙер хәҡиҡи Аллаһ рәсүле. Ә мин һиңә Алланан вәхи килтергән Ябраил фәрештәмен бары.
   Шулай фәрештә күҙ алдынан да юҡ булды.
   Мөхәммәт шул шыҡһыҙ мәмерйәһе эсендә ятып ҡалды. Ә уй-хәтере һаман төш менән өн аралаш ине. Ята-ята ҡурҡыуға төштө: шайтан әүәрәһе, шайтан шаяртыуы түгелме был?!.
Берсә шомланып, берсә еңеләйеп, Мөхәммәт иртән Мәккәгә, ғаиләһе янына әйләнеп ҡайтты. Һөйөклө Хәҙисәһе төҫө ҡасҡан, ғәҙәттәгенән нығыраҡ ҡалтыранып торған ирен һағайып ҡаршыланы был юлы.
   Күпмелер тыныслана алмай арлы-бирле һуғылып йөрөгәндән һуң Мөхәммәт төнгө ғәҙәттән тыш хәлде тәфсирләп һөйләп бирҙе. Аҡыллы ҡатын ирен тынысландырып, һөймәлекле күҙҙәре, яғымлы һүҙҙәре менән былай тине:
   — И, Ҡасим атаһы, быға ҡыуан ғына, һис шик-шөбһә тотма. Был хәл һис тә генә төш түгел, ысын өн, хәҡиҡәт ис. Фәрештә һүҙе — Алла вәхие. Минең быға иманым камил. Ни өсөн тигәндә, һин үҙең, әҙәм балаһы, бар тәбиғәтең, рухың менән хаҡлыҡ, хәҡиҡәт эйәһе бит, игелекле зат. Күпме кешеләргә һин яҡшылыҡтар, изгелектәр генә ҡылаһың. Хәләл ефетең булараҡ, үҙем күреп-белеп торам ис, һинең бер ҡасан да ялған һүҙ һөйләгәнең юҡ, әҙәмдәргә тамсы насарлығың юҡ. һин Алла бәндәһе генә, илаһи әҙәм.
   Бындай йылы, иманлы һүҙҙәрҙән Мөхәммәттең күңеле ирей, йөҙө асыла барғанын, рухына инаныс ҡунғанын тойорға мөмкин булыр ине.
   Тағы иң ғәжәбе, Хәҙисә шунда уҡ хәләл ирен күндереп, үҙенсә инандырып, рәсүленән доға уҡытып, үҙе ант итеп, беренсе мосолман ҡатын булып ислам диненә инде. “Һин хәҙер минең хәләл ирем генә түгел, Рәсүлем, мосолман пәйғәмбәрем”, — тип тә антын нығытты. Хәҙисә артынса уның туғаны Бәрәкә, хәҙер Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең яҡын ярҙамсыһы, ант биреп, шулай уҡ мосолманлыҡты ҡабул итте. Антында: “Ибраһим улы Мусаны Алла рәсүле итеп ебәргән кеүек, Аллаһы Тәғәлә Ябраил фәрештәбеҙ аша һиңә рәсүл-пәйғәмбәрлек исемен һәм рисаләтен ебәргән” тигән хуплау һүҙҙәрен дә өҫтәне. Бындай ғилемле һәм абруйлы шәхестең пәйғәмбәр тигән исем-атын, рисаләтен таныуы ғәрәп ғөләмәләре араһында уға бер оло мәртәбә һәм үрнәк ине. Әммә ләкин әле Мөхәммәттең пәйғәмбәрлек миссияһы һәм ислам дине тәғлимәте Рәсүлдең бер нисә әлеге яҡын туған-тыумасаларынан башҡа Мәккә ҡалаһына, ғаләмгә билдәһеҙ тәрән сер булып ҡалды. Әлегә бер сатҡы булып ҡына сағылған, Мөхәммәт рәсүлдең ғаилә усағында ғына көйрәгән яңы дини ут-ҡөҙрәттең дәһриҙәр, ботҡа табыныусылар тарафынан бик тиҙ баҫып-һүндерелеп, Рәсүлдең дә, тәүге мосолмандарының да бер юлы юҡҡа сығарылыу ҡурҡынысы көслө ине. Өй-йорт эсе лә күрше-күләндән, тышҡы донъянан башҡа йәшәмәй, йәшәй алмай бит. Йорт-ер ғәмәле һәм әмәле лә ил-ғаләм эсендә. Туған-тыумасаларынан аҙаҡ ислам диненең дөлдөллө батыры булып китер Ғәли ҡәрҙәше, өйҙәре эсендә хеҙмәтсе урынында йөрөгән Зәйет исемле ғаилә ағзалары мосолманлыҡҡа ант бирҙеләр, серҙе тоғро тоттолар.
   Шулай ҙа ҙур өй эсендә, ғаиләлә лә сер һыйып ҡына ятамы ни, донъя донъя инде ул. Бер саҡ шулай Мөхәммәт менән Ғәли икеһе лә рәттән намаҙлыҡта ойоған саҡта туғандары Әбүталип килеп инмәһенме. Был тамашаға аптырап ҡалған Әбүталип, доғалары бөткәс, һорамай буламы:
   — И, минең ағамдың улы, ниндәй дингә улай ғибәҙәт ҡылаһығыҙ ул, әгәр сер булмаһа?..
   — Туған ағабыҙ, һинән сер йәшереп булмаҫ инде, юғиһә гонаһ булыр. Был хаҡҡи Алла тәңребеҙ дине. Ибраһим пәйғәмбәр килтергән бер Аллаһ тәғлимәтен яңырта ҡайтарған дин. Аллабыҙ үҙенең Ябраил фәрештәһе аша миңә вәхи биреп, ошо изге динебеҙҙе ғәмәлгә ҡайтарырға бойорҙо. Рәсүллек рисаләтен бирҙе. Һин, туған ағайымды, ошо өммәтебеҙгә иң хаҡлы зат тип уйлайым һәм хаҡҡый динебеҙҙе ҡабул итеүеңде үтенәм.
   — И, минең туғанымдың улы, беҙҙең әүәлге изге ата-бабаларыбыҙ диненән, һинең рәсүллек үтенесенән нисек баш тартайым, ти. Һәм хәҙер үк һинең алдыңда ант итергә әҙермен.
   Унан Ғәлигә боролоп һораны:
   — Улым, һин үҙең ҡайһы диндәһең һуң?
   — Хөрмәтле атайым, мин олуғ Аллаһы Тәғәлә динендә, пәйғәмбәрем Мөхәммәт ғәлиәссәләм. Уға мәңге тоғролоҡҡа ант иткәнмен.
   — Бик хаҡ, яҡшы әйттең, улым. Мин дә һеҙгә берегәм.
   Шулай Мөхәммәттең аталы-уллы туғандары артабан ислам диненең иң тоғро терәктәре булып китер.
   Әммә бик йәшерен һәм һаҡ эш иткәс, туған-тыумасаларынан, иң тоғро дуҫтарынан башҡалар араһында, Мәккәлә яңы динде таратыу бик аҡрын һәм ауырлыҡ менән бара. Мөхәммәт пәйғәмбәр тип иғлан ителгәндән һуң өс йыл эсендә бары ҡырҡ кеше был дингә күсә. Уларҙың да күбеһе сит ил кешеләре, йә ҡолдар, йә ҡайһы бер йәштәр араһынан ғына. Ғибәҙәт ҡылыуҙар, йыйылып һөйләшеүҙәр ҙә ят күҙҙәрҙән ситтә, аулағыраҡ өйҙәрҙә, Хәрәғ тауында үткәрелә. Хатта ки мәмерйәлә йыйылған бер кәңәшмәләрен дошмандары алдан белеп ҡалып, һөжүм ойошторалар һәм бер кешеһен үлтерәләр (ул Сәғәдәм тигән мосолман ислам диненең беренсе шәһит ҡорбаны булып тарихта ҡалыр).
   Бындай ауырлыҡ һәм ҡаршылыҡтарҙан Мөхәммәт бер мәл ҡаушабыраҡ та ҡала. Төрлө хафа һәм икеләнеүҙәргә төшә, элеккесә кешеләрҙән ситләшә башлай, яңынан үҙ-үҙенә йомола, хыялыйҙарға әйләнер хәлдәргә тарый. Нәҡ шундай сағында, өс йылдан һуң, ниһайәт, Ябраил фәрештә аша йәнә вәхи ала. Аллаһы Тәғәлә был юлы ислам динен асыҡ һәм ҡәтғи саралар менән таратырға бойора.
   Быны шулай үтәмәк булып, Мөхәммәт үҙ ырыуы көрәйештәренә, Аллаһы Тәғәләнән мөһим вәхи һүҙҙәр бар, тип асыҡтан-асыҡ хәбәр тарата. Йыйылыш урынын Мәккә янындағы Сафа тау итәгенә тәғәйенләй. Ырыуҙаштарынан был сәйер йыйынға берсә ымһынып, ниндәйҙер оло хәбәр-өмөттәр көтөп, берсә шик-шөбһәләнеп, ҡыйыуыраҡтары ғына йыйыла. Алла рәсүле күктән төшөрөлгән вәхи һүҙҙәрҙең — яңы дин тәғлимәтенең нигеҙҙәрен, илаһилығын һәм сауаптарын аңлатырға тырыша. Исламды ҡабул итмәүселәрҙе, дошмандарын Алланың ҡәһәре, теге донъяның тамуғында янасаҡтары менән ҡурҡыта.
   Йыйынға дошман шымсылары ла килгән була, әлбиттә. Шуларҙың береһе, Мөхәммәттең ҡан дошманы Әбүләхәп тигән кейәү тейеш кешеһе, пәйғәмбәр нотоғон бүлдереп, ярһып сыға. Мөхәммәткә ялғансы, сихырсы тип ғәйеп ташлай. Улай ғына ла түгел, ярһыу сиген уҙған был әҙәм үҙе менән алып килгән ҙур ташты күтәреп, Мөхәммәттең йөҙөнә орорға тигәндә генә, Рәсүл уға тура ҡараған асыулы күҙ нурҙары менән бының ғәйрәтен сигерә, Алла илсеһен мәсхәрәләгәне, хатта ҡул күтәргәне өсөн мәңге тамуҡ утында янасағы менән янай. Шулай итеп, көрәйештәрҙең, яңы дин әһелдәренең был тәүге асыҡ йыйылышы ла  ошондай янъял менән ябыла.
   Яҡын хашимдарының икенсе йыйын-ижтимағәтен Мөхәммәт пәйғәмбәр үҙ йортонда ойоштора. Килгәндәргә ҡунаҡ урынына һый-хөрмәттәрен дә күрһәтә. Бында ул Аллаһы Тәғәләнән килгән өсөнсө вәхи һүҙҙәренең йөкмәткеһен аңлата, уның туранан-тура хашим ырыуҙаштарына исемләнгәнен әйтә, һыйҙы ла Алла ниғмәте тип атай. Алла исеменән уларға бәхет-сәғәҙәт теләү менән бергә, ислам юлына инергә өндәй. Нотоҡ һүҙен: “Кемдәр Аллаһы Тәғәлә, уның рәсүле менән булырға теләй, кем минең иң яҡын дини ҡәрҙәшем, урынбаҫарым, вәзирем була?” — тигән үтенес һәм һорау менән тамамлай.
   Бөтәһе өндәшмәй ҡалғанда, араларында иң йәше — Әбүбәкер һикереп тора ла Алла рәсүленә хеҙмәт итергә ихлас теләген белдерә.
   Мөхәммәт Әбүбәкерҙе ҡосағына алып, йөрәгенә ҡыҫып:
   — Бына, күрегеҙ, Әбүбәкер минең иң яҡын рухи туғаным, вәзирем һәм батырым булыр! — ти.
   Пәйғәмбәр әйткәне ҡалай хаҡ һәм теүәл булып сыға, оҙаҡламай Әбүбәкер мосолмандарҙың иң данлыҡлы заты, Ислам ҡылысы батыры тигән шөһрәт ҡаҙана. Исеме риүәйәттәргә, Ҡөрьәндең үҙенә инеп китә. Ошондай иң киҫкен осорҙа аҙаҡ Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең иң яҡын атаҡлы сәхәбәләренең береһе булып китер Ғүмәр Хаттаб улының да ислам динен ҡабул итеүе бик фәһемле. Егерме алты йәштәге оло кәүҙәле батыр Ғүмәр, Мөхәммәтте күрә алмаған яуыздарҙың ҡотортоуы буйынса, мосолмандар йыйылған йәшерен йортҡа Рәсүлде сәнсеп үлтермәк өсөн сығып китә. Юлда ислам динен йәшерен ҡабул иткән бер яҡын танышын осрата. Һорашыу-һөйләшеү барышында был батырҙың яман ниәтен белеп ала ла уға былай ти: “Һин Мөхәммәтте үлтереп ташлау менән генә хаҡ дин туҡталып ҡалыр тиһеңме лә, ул яман эшең өсөн мосолмандар һине был донъяла имен ҡалдырырҙар тип уйлайһыңмы? Үҙ яманлығың үҙ башыңа етер. Ана, исламды ҡабул иткән туғандарың Фатима менән Зәйеттән үрнәк ал!” — ти.
   Был хәбәргә аптырай ҡалған Ғүмәр ярһыуынан хәҙер боролоп, туғандары йортона барып инә. Асыуынан икеһен дә бәреп осора, ни уҡығандарын, кемгә табынғандарын таптыра. Былар уҡыған сүрәләрен, Ҡөрьән аяттарын күрһәтергә мәжбүр. Текәлеп уҡырға тотона Ғүмәр: “Бисмилләһи-ррәхмани-ррәхим! Мин һине һайланым, һиңә вәхи ҡылынған нәмәне тыңла. Ысынлап та, мин — Алла! Минән башҡа илаһ юҡ! Миңә табын һәм мине иҫкә төшөрөү өсөн намаҙ уҡы!..” Ғәрәпсә аңлайышлы итеп яҙылған һүҙҙәрҙең шундай мәғәнәһенә төшөнә барған Ғүмәрҙең йөҙҙәре яҡтыра, күңеле ирей килгәнен тойорға мөмкин ине.
   Шулай Ҡөрьән һүҙенең ҡөҙрәте Ғүмәрҙең күҙен аса, уны яман ниәтенән ваз кистерә. Туғандары алдында ғәфү үтенеп, Рәсүле ҡаршыһына барып, гонаһлы уйҙарынан, шайтан ҡотҡоһонан ваз кисә һәм Мөхәммәт алдында иң тоғро мосолманы булырға ант итә.
   Был ваҡиғанан һуң мәккәлеләр, дошмандары ғибрәт алһын өсөн, Мөхәммәт пәйғәмбәр Ғүмәр бин Хаттаб батыр менән бар халыҡ алдында урамдары уртаһынан ғорур атлап, Ҡәғбәгә килеп, Ҡәғбә ташын ете ҡат урап, мосолманса ғибәҙәт ҡылалар. Иртәгеһенә әлегә ҡырҡлап ҡына булған мосолман Ғүмәр батыр башлығында ҡалаға үҙенсә бер тамаша һәм саҡырыу рәүешендә Ҡәғбәгә тағы ғибәҙәткә киләләр.
   Бына шулай Ғүмәр бин Хаттаб тигән атаҡлы сәхәбә һәм пәйғәмбәрҙең уң ҡулы булыр ярҙамсыһы майҙанға сыға.
   Бер уйлаһаң, кешенең холоҡ-ҡылығы, психологияһы ҡылыҡһыр ғына. һәйбәт яғы, кәмселектәре бергә буталған. Көнитештәре, тәҡдирҙәре уртаҡ. Ярлы көн күргәндәр, байып киткәндәр бар икән, быныһы, моғайын, яҙмыштандыр инде. Исем-ат, дан алған заттар бар, былары һәләт, тырышлыҡтан килә торғандыр. Ә бына күҙ алдарында бергә уйнап, бергә көн күреп үҫкән малайҙың үҙен, хәҙер килеп, Алла рәсүле, пәйғәмбәр итеп күрһәтмәге ғәжәп. Уның ҡарап тормаға һәм белмәгә башҡаларҙан ни яғы артыҡ? һаман шул уҡ кеше, әҙәм балаһы. Илаһи, пәйғәмбәр итер ниндәй өҫтөнлөктәре булыр, тиһең. Ҡанатланып күктәргә ашамы, фәрештә йә пәйғәмбәр булып күҙ алдарына килеп төшәме — уны күргән, белгән әҙәм юҡ бит. Ғәҙәти әҙәм, торғаны бер бәдәүи.
   Ярай, сауҙагәр булып мал йыйҙы, бай Хәҙисәгә өйләнеп, етеш тормошҡа өлгәште, ти. Шулай Мәккә кешеләре араһында еңел ҡуллы, тәжрибәле сауҙагәр булып йәшәп ята ине, ниһайәт, бер көн үҙен Алла илсеһе пәйғәмбәр тип иғлан итһенсе — быға кем ышаныр ҙа кемдәр ышанмаҫ — шулайыраҡ фекер йөрөттөләр, шикелле, мәккәлеләрҙең күптәре, үҙҙәренең көрәйештәре лә. Ә бергә үҫкән йәштәштәре, бигерәк тә аҡыллы һәм тәжрибәле ололар быға нисек ышанһын да инанһын инде. Хәҙер Мөхәммәт йәшендәгеләр һәм кесерәктәре лә был хәбәргә аптырап, ышанмайынса төрлөсә фараз ҡылып ҡаранылар, пәйғәмбәр тип иғлан иткәнен белгәс, мөғжизә күрһәтепме, нисектер, иҫбат итеүен һоранылар, талап иттеләр. Рәсүл тигәндәре бер ни ҙә ҡылмағас һәм ҡыла алмағас, унан көлә, мыҫҡыл итә һәм хатта үлтереп ташлау менән янай башланылар. Уны, пәйғәмбәр затты, мыҫҡыл итеүселәр, йөҙөнән көлөүселәр хәттин ашты. Үҙендә пәйғәмбәр ҡөҙрәте булһа, Алла илсеһе икән, былар буш ҡына ҡалмаҫ, хөкөм ителер, ниндәйҙер ҡазаһын, язаһын табыр ине күк аҫтында.
   Мөхәммәттең күҙенә бәреп, алдаҡсы, аҡылдан яҙған, сихырланған бәндә, тип әйтеүселәр күп булды. Көфөрлөккә әллә ни аҡыл кәрәкмәй шул. Мәккәнең абруйлы ғына кешеләре, аҡһаҡалдары Мөхәммәттән пәйғәмбәрлек ҡөҙрәтен танытыр берәй мөғжизә күрһәтеүен талап итә башланы. Муса, Ғайса һәм бүтән пәйғәмбәрҙәр үҙҙәренең илаһи зат, Алла илсеһе икәнен раҫлар өсөн халыҡҡа күҙ алдарында мөғжизә күрһәткәндәр бит. Һин дә шуны эшлә, шунда беҙ ҙә ышанырбыҙ пәйғәмбәрлегеңә, тигәндәр. Быға яуап итеп, Мөхәммәт: “Минең мөғжизәм — Ҡөрьән, — тигән. — Ҡөрьәндән дә юғары ниндәй мөғжизә булырға мөмкин минең кеүек уҡый-яҙа белмәгән кеше алдында? Уның теле юғары, рухы илаһи. Уны ябай кеше лә, шайтан да уйлап сығара алмай. Шунан да тыш ниндәй иҫбатлау булыуы мөмкин. Аллаһы Тәғәлә һүҙе, Ҡөрьән — Хоҙай, Алла мөғжизәһе”.
   Ә ябай халыҡ, мәккәлеләр Мөхәммәттең пәйғәмбәрлеген күҙ алдында күрһәтер һәм ышандырыр мөғжизәләренән көткәндәр. Алла илсеһе улар теләгәнсә күҙ алдарында, мәҫәлән, телһеҙ кешене — телле, күҙһеҙҙе — күрер, һаңғырауҙы — ишетер кеше итһен. Пәйғәмбәрлек ҡөҙрәте бар икән, һыуһыҙ-ниһеҙ ҡоро ҡом сүлен гөл-баҡсаға әйләндерһен, шулар араһында зиннәтле һарайҙар пәйҙә булһын, тау-таштар алтын-көмөшкә әйләнһен. Йәки, Ҡөрьәнде күктән Ябраил фәрештә алып төшә икән, шул фәрештәһен беҙгә күрһәтһен!
   Мөхәммәт рәсүл бындай хәлдәрҙә лә юғалып ҡалмаған. Шундай талап ҡуйыусыларға ул: “Һеҙ көфөр һүҙ һөйләйһегеҙ, Аллаһы Тәғәлә ҡөҙрәтен миңә күсереп, уны минән эшләтмәксе булаһығыҙ. Ә мин бит уның бары вәхиҙәрен ергә, һеҙҙең арағыҙға еткереүсе рәсүле генә. Берҙән-бер ҡөҙрәт эйәһе — Аллаһы Тәғәлә. Мине һынап ҡарамағыҙ, ҡотҡоғоҙ Алланы һынамаҡ булмаһын тағы. Хәтерегеҙгә төшөрәм. Беләһегеҙҙер, Муса пәйғәмбәр ҙә Алла ҡушыуы менән кешеләргә килгәс, Фирғәүен унан башта мөғжизә күрһәтеүен талап иткән. Муса быға, бындай ҡөҙрәт Алла ҡулында ғына, әгәр ул ҡөҙрәттең бер өлөшөн генә миңә биреп торһа, мин быны үтәр инем, тигән. Фирғәүен быға ышанмаған һәм Мусаны үҙ иленән ҡыуып ебәргән. Уның артынса Мысыр иленә Алланың ҡәһәр ҡөҙрәте килеп тә төшкән: Мысыр илен, Фирғәүенен, һәммәһен ташҡын менән ғарыҡ килтереп һәләк иткән.
   Бына шул тарихты белгәнгә лә, мин бындай мөғжизәне Аллаһы Тәғәләнән үтенергә намыҫым ҡушмай”, — тигән рәсүл.
Әл-Мөғәлим исемле ғәрәп яҙыусыһы шундай тарихты ла яҙып ҡалдырған.
   Бер заман Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең шәкерттәре урамдағы ғауамдың ҡотҡоһона бирелеп, пәйғәмбәрҙәренең ҡөҙрәтен күрер өсөн, шуларға ҡушылып, Сафа тауын алтынға әйләндереүен һорағандар. Төрлө яҡтан шунса, тағы бүтәнсә талаптар күбәйгәс, Мөхәммәт намаҙлығына ултырған. Бик оҙаҡ аяттар уҡыған, доғалар ҡылған. һуңынан дәғүәселәренә шуны аңлатҡан: ул Ябраил фәрештә менән бағланышҡа ингән, Аллаһы Тәғәләгә әлеге талаптарҙы еткергән. Хоҙай быны тыңлаған да әйткән: “Был мөғжизәне ҡылырға була, әгәр рәсүлем Аллаға ышанмаҫ бәндәләре ҡырылып бөтөүен теләмәһә”, — тигән. Ә Мөхәммәт үҙе быға ҡушылып: “Кемдәр миңә дошман булып, әлегә ислам динен ҡабул итмәй, нисек гонаһҡа батып йөрөмәһен, мин үҙем шунса гонаһты ҡыла алмайым”, — тип яуап биргән.
   Икенселәре шуны ла йөпләйҙәр: әле дин ғилемдәре аҙыраҡ булғандарға талаптары буйынса вағыраҡ мөғжизәләрҙе ҡылып та булған икән. Бер ваҡыт Мөхәммәт эргәлә йөрөгән бер үгеҙҙе ҡыуып килтереп, мөгөҙөнә тағылған кескәй генә ҡағыҙ төргәкте һурып алған, ти. Унда әле күктән төшкән Аллаһы Тәғәлә аяттары яҙылған булған. Икенсе бер тапҡырында халыҡҡа вәғәз һөйләп торған сағында баш осонда бер күгәрсен өйөрөлөп осоп йөрөп, уның яурынына килеп ҡунған. Ул Алла тарафынан ебәрелгән изге ҡош булған, ти. Тағы бер саҡ шәкерттәре ике ям ҡаҙып ҡарағандар. Береһенән бер һауытта һөт, икенсеһендә бал килеп сыҡҡан. Рәсүлдәре быны илдә туҡлыҡ булырына юраған. Былар хаҡында хәҙерге ғалимдар төрлөсә фараз ҡыла. Быны яҡлағандары бар, бәғзеләре, пәйғәмбәребеҙ ундай риүәйәттәргә мохтаж түгел, тиҙәр.
   Шуныһы ла яҡшы мәғлүм, ниндәй киҫкен шарттарға, ниндәй хәтәр мәлдәргә тарымаһын, алдына алған төп миссияһынан бер аҙым да артҡа сикмәгән, янауҙарынан өркмәгән Мөхәммәт рәсүл. “Дошмандарымдың әгәр миңә ҡаршы уңдан ҡояшты, һулдан айҙы ҡуйырға ҡөҙрәттәре етер тигән тәҡдирҙә лә, Алла бойорған, мин алдыма алған бурыстарымдан тамсы ла баш тартмам”, — тип әйткән атаҡлы үткер һүҙҙәре лә бар уның.
   Дин дошмандары ҡурҡытып та, төрлөсә өркөтөп тә Мөхәммәт рәсүлде алған юлынан дүндерә алмағас, асыҡтан-асыҡ үлтереү менән янай башлайҙар. Бер мәл уны Ҡәғбә янында һағалап, быуып ташлайҙар. Үлемгә етер һуңғы мәлендә Әбүталип килеп сығып, быуыусылар ҡулынан үҙе ҡаты яраланған көйө, әжәленән аралап ҡала.
   Яуыз дошмандары сабыйҙы мөсһөҙ сағында еңел генә быуып ташларға теләгәндәй, алты-ете тиҫтә генә мосолманды ла ер йөҙөнән алып ырғытмаҡсылар. Уларға көн-төн һөжүм, үлем ҡурҡынысы янай. Аптырағас, Мөхәммәт һәм уның иң яҡын мосолмандары бер нисә үҙ туғандарын, ҡаныҡҡандарын һәбәшстан (Абиссиния) иленә күсереп тормаҡ фекеренә киләләр. Шулай, бер ҙур төркөм мосолмандарын Ҡыҙыл диңгеҙ аша йәшерен рәүештә шул илгә оҙаталар. Был хәл мосолман тарихына беренсе һижрәт (ҡасып китеү) исеме менән инер. Был ваҡиға Мөхәммәттең пәйғәмбәрлек рисәләһенең бишенсе йылында була.
   Мөхәммәт пәйғәмбәр хәҙер үҙ илендә, үҙ Мәккәһендә яуыз дошмандарынан ҡасып йәшәргә мәжбүр. Дине — мосолман дине, тик көнө — михнәт көнө. Уны көнө-төнө һәр мөйөштә, һәр аҙымында үлтереп ташларға һағалайҙар. Ул тағы Сафа тауына һыйынып ҡарай. Әлмисаҡта ожмахтан ҡыуылып, ергә һөрөлгән, Сафа тауына юлыҡҡан Әҙәм менән һауаның боронғо эҙҙәренә баҫа. Хәйер, был тау ҡуйынында һуңынан Исмәғил, Ғайса пәйғәмбәрҙәр ҙә булған. Үҙе һиммәтле, үҙе һижрәтле тарихи изге тау шул. Ләкин ул ғына бәләләрҙән аралап бөтә аламы ни.
   Ҡайғы өҫтөнә ҡайғы өҫтәлә торҙо. һуңғы өс йылда эҙәрләнеүселәрҙән Мөхәммәт үҙе һәм шәкерттәре йәшенеп тигәндәй йәшәп торған ҙур йорт-биләмәнең хужаһы һәм пәйғәмбәрҙең уң ҡулы Әбүталип вафат булып ҡуйҙы. Уның артынса хәләл ефете Хәҙисә донъянан үтте. Пәйғәмбәр гүйә ике ҡулһыҙ ҡалды. Был киҫкен хәлдән файҙаланып, дошмандары өҫтөнә ябырылды (ошо йыл ислам тарихына ҡайғы йылы булып инер). Ябраил фәрештә хәбәр итеүенсә, Хәҙисәнең оло сауаптары өсөн ожмахтың түренә — көмөш һарайға инеүен белдереүе лә оло ҡайғы-хәсрәттәрҙе әллә ни еңеләйтә алманы шикелле.
Пәйғәмбәрҙең һәм мосолмандарының үлем менән ҡалым араһында ҡалған саҡтары булғылай. Шуларҙың иң киҫкенендә ғәлиәссәләмдең Аллаһына шундай ялбарыулы мөрәжәғәте лә мәғлүм:
   — Йә раббым!
   (Раббым, Аллаһы Тәғәләм һүҙҙәре артынса пәйғәмбәр үҙе лә, хаҡ мосолмандары ла ”дан вә хөрмәт булһын Уға!” тигән ололау һүҙен ҡушыр булалар. Алда телгә алыныр һәм мөрәжәғәт ителер был һүҙҙәр менән ошо баһа ишетелеүен дә иҫегеҙҙә тотһағыҙсы, китабымды уҡыусыларым!)
   Раббым, һиңә үҙемдең көсһөҙлөгөмдән, ярҙамсыһыҙлығымдан һәм кешеләрҙең нәфрәтенән зарланам. О, мәрхәмәтлеләрҙең иң мәрхәмәтлеһе!
   Һин мөсһөҙҙәрҙең, йәберләнгәндәрҙең тәңреһе, Аллаһы Тәғәләм, кемгә ышанып тапшырҙың мине, йөҙөн һытып ҡараусы алыҫтағығамы, Һин минең өҫтөмдән хакимлыҡ итеүсе яҡындағығамы? Әгәр Һин миңә асыулы булмаһаң, бүтәне минең өсөн барыбер. Әммә Һинең игелегең һәм мәрхәмәтең минең бөтә ғазаптарымды ҡаплаясаҡ. Миңә Һинең ризаһыҙлығың һәм асыуың сыҡмаһын өсөн, күктәрҙе балҡытҡан, ҡараңғылыҡты яҡтыртҡан, теге һәм был донъяларҙы төҙөткән йөҙөң яҡтылығына киләм. Һин риза булғанға ҡәҙәр Һиңә ярарға тырышырға кәрәк. Һинән башҡа көс тә, ҡеүәт тә юҡ!
   Аллаһы Тәғәләгә әйтелгән ошо мөрәжәғәт доғаһынан һуң Хоҙай рәсүленә ике тау фәрештәһе менән Ябраил фәрештәне ебәргән икән. Шул ике тауҙы береһе өҫтөнә береһен ҡапларға ҡушҡан. Әммә Рәсүл үрҙә әйткән яуыз томаналарҙан үс алырға теләмәгән. Мәрхәмәт күрһәткән. Нишләһен, пәйғәмбәргә ерҙә барыбер үҙ йүнен үҙенә күрергә ҡалған. Мәккәнән, дошмандарынан ҡасып, йөҙ саҡырымдар көньяҡ-көнбайышта ятҡан Тайф тауында йәшеренеп йөрөгән. Шунан Алла бойороғо менәнме, нисектер, юлында һәйбәт кешеләр осрап, улар кәңәше һәм һағы аҫтында Мәккәнән төньяҡта, алыҫта урынлашҡан Йәсрип (хәҙерге Мәҙинә) ҡалаһына барып һыйынырға булған. Хәҙергә дин өсөн дә, көн өсөн дә иң мәслихәте шул.
   Бығаса пәйғәмбәрлек рисаләтен башҡара башлауына ун йыл үтеп тә киткән икән. Ун йыл — ауыр, мәшәҡәтле, ыҙа-яфалы, хәүеф-хәтәрле оҙон ғүмер. Әммә өлгәшкән уңыштары әллә ни түгел, Алла бойороғона күнеүселәре лә атлығып тормай, исламды ҡабул иткәндәре лә, бәғзеләре лә һағая-ҡурҡа ғына йөрөй. Оҙон, ауыр юлға, яҙмышҡа буйһоноп, тәүәккәлләп сығыусылары самалы, һыналғандары аҙ. Шунса юлда йорт-урын йыһаздары, мал-тыуар, бала-саға менән аҙналар, айҙар буйы тейәнешеп, йәйәүләп барыуҙары бер оло бәлә-ҡаза. Ундай хәүефле юлда, күсенеүҙә ниҙәр генә булмаҫ. Күсенеү, ҡабул итеү хаҡында яҙма килешеүҙәр ҙә төҙөлгән, тораҡ, урын-ерҙәр хәстәрләнгән хәстәрләнеүен. Күсер мөһәжирҙәрҙе яҡлау, һаҡлау саралары ла билдәләнгән. Анттар менән нығытылған. Әммә тыуған ереңдән ҡубарылып алыҫҡа күсенеп китеүҙәре каруандар менән сәйәхәт итеү йәки ҙур йәрминкәләргә йөрөү түгел бит. Хоҙай, яңы дин, пәйғәмбәр бойорғаны, динеңә, йүнеңә, яҙмышыңа ауыр һынау юлы. Шуға күсеүселәрҙе яйлап ике төркөм менән оҙатырға тура килә.
   Мәккәлә мосолмандарҙың хәле көндән-көн ҡуйыра, һөжүм, үлем ҡурҡынысы арта бара. Бигерәк тә ислам диненә инеүселәрҙең ишәйә барыуы борсой дошмандарын. Быны тиҙерәк туҡтатыу өсөн уларҙың яуыз башлығы Әбүсуфыян бай Мөхәммәт рәсүлдең үҙен тиҙерәк үлтереп ташларға мәкер ҡора, башкиҫәрҙәрен яллай. Үлтереүҙе бөтәһе өҫтөнә алыр өсөн, быны ойоштороусыларҙың һәр береһенең үле кәүҙәлә үҙе сәнскән бысаҡ эҙҙәре ҡалдырыу шарт ителә.
   Ысынында йәшерен килешкәндәр пәйғәмбәрҙе ҡорбан итмәгә барыһы бергә баралар, йортон ҡамап алалар. Йоҡо бүлмәһенә үтеп инәләр. Карауатында ҡапланып ятҡан Мөхәммәтте сәнсеп үлтерергә тип өҫтөн асып ебәрһәләр, ҡараңғы аралаш Ғәлиҙең йоҡлап ятҡанын күрәләр. Уға бысаҡ ҡаҙарға ҡөҙрәттәре етмәй.
   Мосолмандар быны Ябраил фәрештәнең алдан иҫкәртеүе тип иҫәпләй. Ҡайһы берәүҙәр, Мөхәммәт был хәлде алдан белеп, ишек артында йәшеренеп торған да, башкиҫәрҙәр ҡапыл килеп инеү менән күҙҙәренә һуҡырайтҡансы ҡом һибеп, ҡасып ҡотолған, тиҙәр. Ҡөрьәндең үҙендә лә “Беҙ уларҙы күрә алмаҫлыҡ хәлгә килтерҙек” мәғәнәһендәге һүҙҙәрҙе уҡыйбыҙ.
Мөхәммәт Әбүбәкер йортона бара. Шул төндә үк Мәккә янындағы Тор тауы мәмерйәһенә инеп йәшеренәләр. Бер аҙҙан дошмандарының эҙҙәренән килгәнен төшөнәләр. Бер саҡта ла ҡурҡмаҫ Әбүбәкер батыр бер аҙға баҙап ҡала һәм:                         “Эҙәрлекләүселәр күмәк, беҙ икәү генәбеҙ, нишләрбеҙ?” — тип хафалана башлағас, Мөхәммәт: “Юҡ, беҙ өсәүбеҙ, өсөнсөбөҙ — Алла!” — тип яуаплай.
   Халыҡ телендә икенсе төрлө ғоман да һаҡланған. Башкиҫәрҙәр быларҙы эҙләп килеп, әлеге тау тишегенә етһәләр, уның ауыҙын ҡаплап үҫеп ултырған сәрүи ағасын, уны һарыған үрмәксе ауҙары шул көйө булыуын күреп, кеше, кейек-фәлән инеп йөрөмәгән, тип ары киткәндәр. Әбүбәкерҙең ҡыҙы ҡараңғы төшөүгә уларға аҙыҡ килтергән. Тауыш- тын тынғас, дүртенсе көнөнә сығып, Әбүбәкерҙең хеҙмәтсеһе килтергән дөйәгә ултырып, Мәккә тарафына аулаҡ урындарҙан юл тотҡандар. Имен-аман, иҫән-һау Мәҙинә янына яҡынлашҡас, дөйә сүккән ерҙә туҡталып, юл кейемдәрен әрлеләренә алмаштырып, тантаналы рәүешсәрәк ҡалаға ингәндәр. Уларҙы икмәк-тоҙ менән ҡаршылағандар. (Әлеге дөйә сүккән урында пәйғәмбәргә бағышлап Тәҡүә мәсете һалдырылған. Ул юлсыларҙың, мәҙинәләрҙең табыныу урынына әйләнер аҙаҡ).
   Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең Мәккәнән Мәҙинәгә һижрәте 622 йылда була.
   Мәккәнән Мәҙинәгә Мөхәммәт пәйғәмбәр менән күсеп-ҡасып килеүселәрҙе мөһәжирҙәр, ә Мәҙинәлә уларға ислам диненә ҡушылғандарҙы әнсарҙар тип атап йөрөтә башлағандар.
   Шуның менән Ғәрәбстанда ислам диненең башланыуының, Мөхәммәт пәйғәмбәр эшмәкәрлегенең беренсе осоро ослана.

                                                                     Риүәйәттәр
   Пәйғәмбәрҙәр хаҡындаҫы риүәйәттәрҙең асылы. Мөхәммәт тураһында риүәйәттәр, хәҙистәр.
   Дини әҙәбиәттә, айырыуса пәйғәмбәрҙәр хаҡындағы риүәйәттәрҙә бындай олуғ заттарҙың тормошон һәм эшмәкәрлеген йыш ҡына үтә илаһилаштырып, күпертеп хикәйәләү хас.
   Ислам динен нигеҙләүсе тарихи шәхес Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең дә шулай изгеләштереп тасуирланған тәржемәи хәле һәм рәсүллек миссияһының үҙ тарихы бар. Былар инде дини әҙәбиәттә үҙенсә бер ҡанун рәүешен алған.
   Мөхәммәттең вафатынан һуң уның тураһында мосолмандар араһында байтаҡ риүәйәттәр, хикәйәттәр тарала башлаған. Был күренеш тора- бара Ғәрәбстан ерҙәренән тыш, Сирия, Иран, Кесе Азия, Африка илдәренә үтеп инә. Риүәйәттәрҙе Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең шәхесен һәм пәйғәмбәрлек миссияһын илаһилаштырып пропагандалауҙың бер көслө, тәьҫирле сараһы булғандыр тип ҡарарға ла мөмкин.
   Ғөмүмән, Мөхәммәт ғәлиәссәләмгәсә булған пәйғәмбәрҙәрҙең тормошо һәм эшмәкәрлеге лә нигеҙҙә ғизләндереп тасуирланған риүәйәттәрҙән ғибәрәт. Шуға күрә беҙ, әҙәбиәтсе ғалимдар, боронғо замандарҙа телдән таралған, аҙаҡ яҙма рәүешен алған риүәйәттәрҙе тәбиғи әҙәби фактор тип ҡарарға, уларҙың үҙ ҡанундарынан сығып баһаларға күнеккәнбеҙ. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең риүәйәттәрҙә сағылған дини-рухани биографияһы ошо йәһәттән айырыуса ҡыҙыҡлы һәм фәһемле.
Боронғо ғәрәп риүәйәттәре шуны һөйләй: Аллаһы Тәғәлә пәйғәмбәрҙәр нурын әлмисаҡтан меңәр йылдар әүәл барлыҡҡа килтергән икән. Ул нур йыһан күгендә йөҙгән, уның күҙгә күренмәҫ кескәй күҙәнәктәренә илаһи ҡөҙрәт, ҡояш, ай, йондоҙҙар ҡеүәте һалынған, ти. Меңәр-меңәр хисапһыҙ йылдар үткәс, Аллаһы Тәғәләнең бойороғо менән күктән Ябраил һәм бүтән фәрештәләр ергә төшөп, бер ус тупраҡ алғандар ҙа уны төрлө тәм-томдарға, хуш еҫтәргә бутап, бер кескәй матдә яһағандар, ти. Ул бейек күктә шәм йәки йондоҙ төҫлө нур һибеп тора башлаған. Аҙаҡ Ҡөрьәндә әйтелеүенсә, ул Нур-иман булып, бөтөн йыһанға тәҡдим ителгән икән, һәммәһе унан баш тартҡан. Тик араларынан берҙән-бер ҡыйыу кешенең уны үҙ яуаплылығына алырға көсө еткән. Шул әҙәми заттың маңлайынан Мөхәммәт (һөйкөмлө) тип исемләнгән нур әллә күпме быуын-быуындар үткәндән һуң Мөхәммәттең буласаҡ атаһы Ғабдулла башында сағыла башламаһынмы бер заман.
   Йәнә, шул риүәйәттәр һөйләүенсә, Мөхәммәткә ауырлы әсәһе Әминә ире Ғабдулланан үҙенә күскән нурҙың яҡтыһы Ғәрәбстан иленең төрлө тарафына таралғанын төшөндә күргән.
   Мөхәммәт тыуған төндө мәжүси ҡорамдарҙа шәмдәр һүнгән, таш һындар ауып төшкән. Алты фәрештә төрлө ен-пәрейҙәрҙе башлыҡтары Иблис менән һәммәһен диңгеҙгә һөрөп олаҡтырған. Тәбиғәт, ер йөҙө бер хозур төҫкә инеп алған.
   Риүәйәттәр буйынса, Мөхәммәттең бала сағы, үҫеүе лә әкиәт ҡаһармандарына оҡшабыраҡ ҡала. Уның атаһы менән әсәһенең никах туйы көндө Ғабдулланың шунса сибәрлеген күреп, көрәйеш ырыуының егерме дүрт ҡыҙы йөрәге ярылып үлгән, ти.
   Мөхәммәт ун йәшендә уҡтан атыр, һөңгө менән алышыр батырлыҡтар күрһәтә башлаған. Әлеге шул легендалар, риүәйәттәр буйынса, тағы бер ғәжәйеп хәл була: Мөхәммәткә өс-дүрт йәштәр араһында күктән ике фәрештә төшөп — береһе Ябраил фәрештә икән — баланы һаҡ ҡына ергә һалып, бер ниндәй ауыртыуһыҙ-ниһеҙ күкрәк ҡапҡасын асып, йөрәген алып, уны яҡшылап таҙартып, кире урынына ултыртып, таҙа ҡан менән һап-һау көйө ҡалдырып киткәндәр, ти. Йәнә, ике ҡалаҡ һөйәге араһына Аллаһы Тәғәлә мөһөрөн дә баҫҡандар. Йөрәген сафландырыуҙарының әҙәм балаһында Әҙәм менән Һауанан ҡалған боҙоҡ ҡанды, гонаһлы ҡара таптарҙы бөтөрөүҙә булған икән төп ғилләһе.
   Ир етеп, донъя, сауҙа эше буйынса алыҫ юлдарҙа ҡом сәхрәләре аша каруан менән йөрөгәндә лә Мөхәммәт сауҙагәрҙең төрлө мөғжизәле хәлдәрен йыш ҡына телгә алыр булалар. Ҡом сүлендә, түҙгеһеҙ эҫелә ҡайҙандыр бер өйкөм болот килеп сығып, каруанды күләгәләп барған осраҡтар булған. Һыуға тәҡәтһеҙ сарсаған, тилмергән мәлдәрҙә күңеленән ниҙер уҡынып, ҡомды һирпеп, эсәр һыу сығарғанын да һөйләйҙәр. Оҙон ауыр юлда арыған, аҡһаған дөйәләрҙе шулай уҡ ниндәйҙер доғалар, ырымдар менән һауыҡтырып, ҡеүәтләндереп ебәрер булған, тиҙәр.
   Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең аҡылы, ҡөҙрәте һәм рухи ҡеүәте хаҡында хәҙистәрҙә иҫ киткес ғибрәтле һәм ғәжәйеп хәл-ваҡиғалар менән танышырға мөмкин. Хәҙистәрҙе йыш ҡына риүәйәттәр тип тә йөрөтәләр. Аҙаҡ Мөхәммәттең дини-рухани ҡеүәте хаҡында, уның иң яҡын сәхәбәләре һәм батырҙары Ғәли, Ғүмәр, Әбүталип һәм башҡалар хаҡында ярым фантастик ҡиссалар, дастандар мосолман донъяһында бик киң таралып китә; мәҙрәсәләрҙә дәрестәрҙә өйрәнелә, халыҡта батырҙар хаҡындағы әкиәттәрҙең ҡаһармандары булып та киткеләй.
   Былар әҙәбиәт белгестәре өсөн махсус өйрәнеү сығанағы һәм агиографик әҙәбиәттең бер мөһим өлөшө булып тора.
   Мөхәммәт пәйғәмбәр үҙенә тиклемге пәйғәмбәрҙәрҙең легендар һәм ярым трагик тормошон, дини эшмәкәрлектәрен, пәйғәмбәрлек рисаләттәрен бик яҡшы белгән. Улар уға үҙенсә бер оло һабаҡ һәм тәнҡиди ҡараш маяһы һәм маһиәте булып торған. Быларҙы тейешенсә төшөнмәйенсә, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең пәйғәмбәрлек мәғисәтенең яңылыҡтарын һәм айырым хәсиәттәрен аңлап етеүе ҡыйын.
   Әгәр Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ислам диненә нигеҙ һалған баш изге китабы Ҡөрьән булһа, уның асылындағы дини рухиәт һәм илаһиәт балҡышы булып “Миғраж”, йәғни ете ҡат күккә ашыу сәйәхәте риүәйәте һанала.

                                                                           Миғраж
   Миғражға, йәғни ете күк ҡатына сәйәхәт. Иерусалимда. Йыһандың күк ҡатламдары. Пәйғәмбәрҙәре, фәрештәләре. Йәннәт-ожмах баҡсалары, кәүсәр һыуҙары. Йәһәннәме-тамуғы. Уның төрлө-төрлө төпкөлдәре, үҙ хеҙмәтселәре, йәһәннәм фәрештәләре. Алла менән осрашмаҡ. Мөғжизәләр, йәмдәр, хәтәрҙәр.
   Миғраж, йәғни ете күк ҡатына сәйәхәт ваҡиғаһын йәки ғәжәйеп фаразын шунса ентекле тасуирлау донъялағы иң бөйөк өс дин тарихында һәм уларҙың тәғлимәтендә шунса гиперболик һәм фантастик һүрәтләүҙә быға тиңәлерлек бүтән өлгөләр табыуы ҡыйындыр, моғайын. Дантеның классик ”Илаһи комедия”һы бар тиһәк, ул үҙе ошо миғраж үрнәгендә, бүтән дини легендалар нигеҙендә тыуған бөйөк әҫәр.
   Миғражды өйрәнгән ғалимдар һәм дин белгестәре уны нигеҙҙә ҡыҫҡаса ғына күҙәтеп һәм шәрехләп үтә. Бәлки, уны ғәрәптәрҙең Табари ише боронғо ғалимдары үҙ заманында тулыраҡ яҙып алғандыр. Әммә улар беҙгә мәғлүм түгел. Беҙ уның сағыштырмаса бөтөнөрәк йөкмәткеһен Фәрит Яхиндың ”Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт” (Ҡазан, 1999) тигән китабында осраттыҡ. Ислам дине белгесе П.Цветков та ”Мухаммед и Коран” тигән хеҙмәтендә (Ашхабад, 1912) миғраж сәйәхәтен Көнбайыш Европа һәм Америка исламсылары китаптарына нигеҙләнеп кенә аңлата. Миғражға ҡарата ғалимдарҙың ҡарашы ла төрлөсә. Берәүҙәре хуплай, бәғзеләре тотош инҡар итә.
   Беҙҙең ҡарашыбыҙса, миғраж сәйәхәте Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең үҙенә тиклемге атаҡлы пәйғәмбәрҙәрҙе ни тиклем белеүе һәм аңлауы, ожмах һәм тамуҡты шунса тәфсирләп тасуирлауы, ғөмүмән, Рәсүлдең шунса ҡәҙәр хыял-ғоман ҡеүәһе йәһәтенән ғәжәйеп фәһемле һәм үтә ҡыҙыҡлы. Уға хайрандар итерлек. Үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған дәрәжәлә был бөйөк миғражға ентеклерәк туҡталайыҡ әле.
   Бәғзе дини ғалимдар һәм хәҙистәр ошо ваҡиғаны 622 йылдың рәбиғел- әүүәл айының дүшәмбе төнөндә, Мөхәммәт пәйғәмбәр йәстү намаҙынан һуң йоҡлап киткәс булған, тиҙәр.
   Вәхи төндәрендәгеләй, Мөхәммәткә төш аралаш Ябраил фәрештә пәйҙә булған. Пәйғәмбәргә шундай хәбәр һалған: ”И, Мөхәммәт, шундай олуғ, ҡәҙерле төндәрҙә йоҡлап яталармы ни, һин рәсүлгә. Аллаһы Тәғәлә әмере буйынса хәҙер күк ҡабағы асылыр, меңәрләгән фәрештәләр менән ете ҡат күккә, ғәрештәргә сәйәхәткә сығырбыҙ, йәһәт әҙерлән!” Әҙерлән, тигәне лә ғәләмәт мөғжизәле, имеш: унан ике ҡат рәҡәғәт намаҙын уҡытҡандар; артынса саф таҙа тәнгә ефәктәрҙән нескә кейем, нурҙан ҡойолған салма, шунса үтә күренмәле нурлы, суҡлы хөллә кейем кейҙергәндәр. Биленә яҡуттан эшләнгән, әммә үҙе йомшаҡ билбау-ҡәмәр бәйләгәндәр. Тағы ғәжәбе: ҡулына йәшел зөмрә ҡамсы тотторалар. Аяғына йәшел зөмрә башмаҡ кейҙерәләр. Тағы һис көтөлмәгәне: пәйғәмбәрҙең затлы кейемдәрен сылатмай һәм тамсыһын да тейҙермәй эстән йәнен-тәнен әллә ниндәй кәүсәр һыуҙары менән йыуҙыралар, йөрәген пакландырып, ғилем-мәғрифәт ынйылары һалалар.
   Шунан ете йөҙ фәрештә саф-саф булып теҙелешә килеп, рәсүлгә сәләм бирә һәм ҡанатлы бораҡ ат килтерә. Уныһы ла беҙ башҡорттар белгән ҡанатлы Аҡбуҙат рәүешле генә түгел икән — йөҙө кешенеке кеүек, ҡолаҡтары фил ҡолағындай оло һәм һалынҡы, муйыны дөйә муйынындай бөкөрө, ә ҡанат тигәне ҡанат ҡынамы, дәүмәле мәғриптән мәшриҡҡа етмәле, имеш. Бораҡ үҙе, йүгәндәре, эйәре, өпсөндәре, өҙәңгеләре, ҡайыш тартҡылары, таралғылары алтын, көмөш, зөбәржәт, яҡут, тағы күҙ яуын алып торор әллә ниндәй күҙ күрмәгән ынйылар менән биҙәлгән. Өҫтәүенә, бораҡ күкрәгендәге бер яҡут таҫмаға ”Лә иллаһи иллаллаһ, Мөхәммәдәр-рәсүлуллаһ” тигән һүҙҙәр яҙылған.
   Быларҙы күргәс, Мөхәммәт бик әҫәрләнеп китеп, һорай ҡуйҙы:
   — И, Ябраил фәрештә, бындай хозурлыҡтарҙан һуң уйыма шул килде: минең өммәттәремә киләсәктә ни булыр икән? Улар әүәлге гонаһтарын күтәреп, илле мең йыллыҡ ғәрәсәт майҙандарынан икенсе донъяға нисек күсерҙәр икән дә сират күперенең утыҙ мең йыллыҡ юлын нисек үтерҙәр икән, күпселеге йәннәткә килеп етерҙәрме, тип хафаға ҡалдым. Ни булыр икән һуң шул өммәттәрем менән?!
   — И, юҡҡа бошонма, рәсүлебеҙ Мөхәммәт, — тине Ябраил фәрештә. — Тоғро өммәттәреңдең һәр береһе бына ошо бораҡ төҫлө аттарҙа илле мең йыллыҡ юлды күҙҙе йомоп асҡан арала үтеп китерҙәр. Кафырҙар менән боҙоҡтар, монафиҡтар ғына тамуҡҡа олағып, мең ғазап һәм ыҙа сигәсәк.
   Унан Мөхәммәтте бораҡҡа ултыртып, күҙгә күренер-күренмәҫ фәрештәләр оҙатыуында күпмелер ер өҫтөнән остолар, юлда бер нисә ғилләгә, әҙәмгә осранылар. Әммә Ябраил фәрештә алдан иҫкәртеүенсә, рәсүл уларға иғтибар итмәҫкә тырышты, сөнки юлдан яҙҙырып, Мөхәммәттең уйҙарын бүлеүҙәре ихтимал ине.
   Шулай осоп барышлай, ни ҡөҙрәт менәндер, Мөхәммәттең ике ҡулына ике һауыт тотторҙолар. Береһендә — һөт, икенсеһендә шарап ине. Шуның һөтөнән ауыҙ итте. Быға ҡарата Ябраил:
   — Һөттө һайлап алыуың һинең өммәттәгеләрҙең ҡиәмәткәсә саф шәриғәт менән йәшәренә, уларға йәннәт шәриғәттәре һәм шарабы насип булырына бер дәлил, — тине.
   Ни аралалыр, бер тапҡыр Синай тауына, шунан тағы бер изге ергә туҡталып, Мөхәммәт ғәлиәссәләм намаҙ уҡыны, ғибәҙәттәр ҡылды. Был урын-ерҙәр уға Муса һәм Ғайса пәйғәмбәрҙәрҙең исем-хәтирәһе менән ғәзиз ине. Шунан бораҡ осоусыларҙы Иерусалимдың Бәйтел-Мөҡәддәс бинаһына килтерҙе.
   Бында күк ҡабағы асылып китеп, Аллаһы Тәғәлә үҙ ҡөҙрәте менән Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе үҙенә тиклемге пәйғәмбәрҙәр менән осраштырҙы. Араларынан беренсе булып Ибраһим, унан һуң Муса, Сөләймән, Ғайса пәйғәмбәрҙәр үҙ пәйғәмбәрлек миссиялары, ”Инжил”, ”Тәүрат” китаптарының хикмәттәре, үҙҙәре ҡылған мөғжизәләре хаҡында һөйләп бирҙеләр. Риүәйәттәр был осрашыуҙа пәйғәмбәрҙәрҙең ер йөҙөндәге һуңғы пәйғәмбәр Мөхәммәткә сәждә ҡылғанлыҡтары, иман килтергәндәре тураһында ла хәбәр итә.
   Ошо изге күрешеүҙән һуң күк ҡабағы йыһан төпкөлдәренәсә асылып, Мөхәммәт пәйғәмбәр, Ябраил фәрештәнең мәғрип менән мәшриҡте иңләй алыр ҡеүәтле бораҡ ҡанаттарына ултырып, миғражға — ете ҡат күктәрҙең үҙҙәренә төбәп олғашты.
   Ике мең йыллыҡ юлды Хоҙай ҡөҙрәте менән әллә күҙ асып йомған арала ҡояш нурындай елеп, күктең беренсе ҡатына ла менеп еттеләр. Хафиз ҡапҡаһын үттеләр. Ер йөҙөндәге әүәлге Исмәғил пәйғәмбәр — хәҙер фәрештә вазифаһында имеш — ҡапҡаны асты, кемлектәрен һорашты. Исмәғил аңлатыуынса, беренсе күк ҡаты биш йөҙ мең йыллыҡ юл киңлегендәге ғаләм икән. Юлсылар күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән иҫ китмәле йыһан эсенә сумдылар: ул йәннәттәй баҡсалары, әллә алтындан, әллә яҡуттан һалынған һарайҙары. Алдарына ун ике мең фәрештә сығып ҡаршы алды. Күктә ынйынан торған нурҙар балҡый. Шулар эсендә күҙгә бер һиммәтле тәхет салына. Унда Әҙәм пәйғәмбәр рухы ҡунған, тиҙәр. Ул ер йөҙөндә йәшәгән үҙ әҙәми заттары өсөн ҡайғыра, уларға әҙәмселек, бәхет теләп, нәсихәттәрен күндерә, тип аңлатты Ябраил фәрештә. Мөхәммәт пәйғәмбәр менән үҙ-ара сәләмдәш-аңлашыуҙар булды.                   Пәйғәмбәребеҙ шуныһын да белде һәм күрҙе: был тәүге күк ҡатында ике ҡапҡа бар икән, береһе йәннәткә илтә, икенсеһе — йәһәннәмгә. Тәүгеһенең күктәргә ашҡан үтә күренмәле алмаз диуарынан йәннәт эсенең йәме, нуры бөркөлөбөрәк торһа, йәһәннәменең уттан ҡойолған ҡыҙыл- лы-һарылы диуары әллә йөҙәр, меңәр саҡырымдарҙан йәһәннәм уты ҡыҙыулығын һибеп, ҡотто алып күренә, тиҙәр.
   Байтаҡ фәһем һәм ғибрәт алып, йыһан юлсыларыбыҙ күктең икенсе ҡатына аштылар. Был күк ҡатының киңлеге лә әллә нисәмә йөҙ мең йылдар юл оҙонлоғо менән хисаплана икән. Быныһында йөҙ мең фәрештәләр заты йәшәп, уларҙы ике йөҙ мең мәләктәр хеҙмәтләнде- реүен, әүәле изгелекле йәндәр икәнлеген белделәр. Уларҙың хужалары Ғайса һәм Яхия пәйғәмбәрҙең рухтары менән осрашып һөйләштеләр. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙән мосолман шәриғәтенең хаҡҡый шәриғәт икәнлеген ишетеп, шәрехтәрен тыңлап ҡыуандылар.
   Аҙағыраҡ бер тамашаға тап булдылар: алдарына ғәләмәт дәү кәүҙәле, етмеш башлы бер фәрештә килеп сыҡмаһынмы. Ғибрәт иттеләр: һәр башының етмеш йөҙө, етмеш ауыҙы, һәр ауыҙында етмеш теле, йөҙөндә йөҙ ҡырҡ күҙе, баштарында йөҙ ҡырҡ ҡолағы барлығын күреп иҫ-аҡылдары китте. Бер кәүҙә етмеш төрлө аҡылға, шунса икеләтә тиҫтә ҡолаҡҡа, күҙгә әҙәм балаһынан шунса тапҡыр зирәк булһынсы, һәр башындағы етмеш теленең һәр береһе йыһандарына мәғлүмәт бирер берәр сит тел-лөғәтен туған тел ендәй белһенсе. Бына ҡайҙа ул хәҙерге полиглот! Ҡасим тигән исеме лә есеменә хас: бөтәһен белеп, бүлеп биреүсе.
   Бынан ары йыһан юлсыларыбыҙ өсөнсө ҡат күккә остолар. Был ара нисәмә йөҙәр мең йыл юллыҡ булғандыр, ике-өс һулыш алырға ла өлгөрмәнеләр, буғай, аҡ ынйылар теҙемле күҙ яуын алыр йыһан күге донъяһына барып та ҡундылар. Был күк ғәләме Зәйлүм атлы имеш. Мәғәнәһе үҙебеҙсә өҫтәмә, ҡушымта йәиһә бер өлөш, тип әйтәйемме, үҙенсә бер өлөшлө, үҙенсә тамашалы. Ғауамы бик дини күренә, ғүмерҙәре күберәк намаҙҙа, сәждә менән үтә, шикелле, бик итәғәтлеләр. Йыһан ҡапҡаларында ғына ла өс йөҙ мең мәләк һаҡта тора, ҡурҡыныс сит-ят яуыз йыһандарға ҡапҡалары бикле. Йософ ғәлиәссәләмде күреп һөйләштеләр, йөҙҙәренән нур китмәүенә, мең мәләкте бер юлы ғашик итер матурлығына һоҡландылар, тәмле, изге һүҙҙәрен тыңлап йыуандылар.
   Сөләймән менән Дауыт пәйғәмбәрҙәрҙе күреп һөйләшеү, уларҙың сәләмдәрен, нәсихәттәрен тыңлау, тәү ватандарынан, үҙ тәсбихтарынан хәбәрҙәр еткереүҙәр үҙҙәре оло бер мәртәбә һәм берҙәй фекерҙәшлек ине.
   Был күк йыһанында ла бер ғибрәтле тамашаның шаһиты булдылар. Уларға етмеш мең башлы, етмеш мең ҡанатлы бер ғәләмәт фәрештәне күрһәттеләр. Тағы уның янындағы ҙур төркөм мәләктәр менән таныштырҙылар. ”Былар һеҙҙең өммәтегеҙгә ҡаршы дошман, монафиҡ йәндәргә ҡиәмәткәсә яза-яфаларын күрһәтеүсе мәләктәр”, тинеләр.
   Юлда бер диңгеҙгә юлыҡтылар. Уныһы Нух пәйғәмбәр заманында туфан даръяһын барлыҡҡа килтергән диңгеҙ һыуы имеш. Ул хәҙер ҙә ер йөҙөн ете ҡат ҡаплап китерлек ифрат дәү даръя, тиҙәр. Иҫ-аҡыл китмәле бит.
   Артабан осоштары күктең дүртенсе ҡатына төбәлде. Нисәмә мең йыллыҡ сәфәр араһын был юлы мәләктәр керпек ҡаҡҡансы үтеп өлгөрҙө улар. Был күктең ҡапҡаһына ”Мусаил” тип кешеләрҙең йәнен алыусы Ғазраилдың икенсе исеме яҙылғайны.
   Был ҡатта Мөхәммәт башта Муса ғәлиәссәләм менән күреште. Байтаҡ ҡына һөйләшеп торҙолар. Муса үҙенең бик күп кирәмәттәрен һөйләп ташланы. Нимәгәлер күңеле йомшарып китеп, күҙҙәренән ынйы йәштәрен дә түгеп алды.
   Алда Ғайса пәйғәмбәрҙең әсәһе Мәрйәм менән осрашыу пәйғәмбәребеҙ күңелендә яҡты хәтирәләр ҡалдырыр. Бер аҙ ғәжәп иткәне шул булды: Мәрйәм ананың ынйылар менән биҙәлгән етмеш мең зиннәтле һарайҙары ине. Уларҙа ниндәй генә нурлы хур ҡыҙҙары, йөҙҙәре ҡояштай балҡыр һылыу мәләктәр йәшәмәй, тиһең.
   Шул тирәлә бер тәхет барлығы беленде. Унда бер олуғ фәрештә ултыра икән. Уның вазифаларын һорарға пәйғәмбәрҙең ниңәлер ҡыйыулығы етмәне, ахырыһы, йөҙ, күҙ нурҙары күҙҙәрҙе ҡамаштырырлыҡ ине шул. Ә тәхет янында дүрт һарай булып, Ябраил әйтеүенсә, уларҙың һәр береһендәге ете йөҙ мең күркәм бағана (стелалар) шау алтын вә көмөштән генә ҡойолған. Был тәңгәлдә Ябраил фәрештәбеҙҙең теле үҙенән-үҙе асылып китте. Береһенән-береһе сибәр, зифа буйҙары өҙөлөп торор, билдәре, күҙ ҡараштары ләззәтле нур һирпер мәләк-фәрештәләрҙең күрке, наҙы тураһында әллә күпме һүҙ һөйләп ташланы. Был мәләктәр йылмайып һүҙ ҡушһа, әҙәм балаһы бер бөртөк яғымлы һүҙен ишетһә, күңел төбөндә ятҡан мең уйы, кемгәлер тотҡан үпкәһе шундуҡ юйылып, күңелен яҡты уй-хистәр, дәртлерәктәрҙе ымһындырғыс тойғолар, түҙеп торғоһоҙ халәттәр биләп алыр, имеш. И, бындай вәсвәсәләрҙән хоҙайым һаҡлаһын!
   Был йәмле вә яғымлы урындан байтаҡ ары үткәйнеләр, ҡояш балҡып, күктән нурҙар түгелеп торған йәмле тәбиғәте лә кинәт үҙгәреп, томһарып киткәндәй итте. Баҡһаң, оҙатып йөрөүсе фәрештәбеҙ белдереүенсә, сәйәхәтселәребеҙ зөлмәт мәләктәре биләмәһендә икән шул. Һаҡсы мәләккә күҙ-ҡолаҡ һалһалар, белешер һүҙҙәре һалҡын һәм йән өшөткөс, йөҙҙәре ҡараңғы. Ябраил фәрештә иҫкәртеүенсә, ым-фәлән белдермәгәнең мең артыҡ. Юғиһә, ауыҙҙарынан уттар сәселеп, ҡулдарындағы ғорзи-суҡмарҙарын һелтәп, йәнеңде алырға әҙер торорҙар.
   Тағы бер ҡурҡынысырағы шул: анау тәхет өҫтөндә ултырған олуғ фәрештәнең башынан аяғынаса саҡлы хисапһыҙ үткер, үлтергес күҙҙәр теҙелеп төшкән — ҡарауы имәнес. Эргәһендә ергә ҡаҙып һалынған әшәүәтһеҙ дәү, өҫтө шымартылған мәрмәр таҡтаһы бар, таҡта ҡырында иҫ китмәле ҡуйы япраҡлы бер ағас үҫеп ултыра, шул һанһыҙ япраҡтарға ер йөҙөндәге һәр кешенең исеме яҙылған. Күҙ иңләрлек, аҡыл етерлек түгел.
   Был тәңгәлдә Мөхәммәт пәйғәмбәр һорай ҡуйҙы:
   — Тәхет өҫтөндә ултырғанын кем тип беләйек?
   — Был Ғазраил фәрештәнең үҙе инде, йән алыусы, — тип яуапланы Ябраил фәрештә, — мәғлүм, Ер йөҙөнә килгәндәрҙең һәммәһе лә аҙаҡтан уның ҡулынан үтә вә үтәсәк.
   Ғазраил фәрештә тәхете янына әйләнеп килгәс, оҙатыусы фәрештәбеҙ һөйләшер, аңлашыр өсөн туҡтатты:
   — И Ғазраил, таныш бул, ғаләмдәр гиҙеүсебеҙ, ҡәҙерле ҡунағыбыҙ ахыры заман пәйғәмбәре Мөхәммәт ғәлиәссәләм булыр, — тине Ябраил.
   — Мәрхәбә! — тип яуапланы үлем фәрештәһе. — Нурлы йөҙөңдө күреүгә шатмын, мәмнүнмен. Пәйғәмбәребеҙгә, өммәттәреңә рәхимлерәк булырбыҙ.
   — Рәхмәт, фәрештәм! — тип йомшаҡ яуап бирҙе рәсүл. — Әйтсе, ниңә йөҙөгөҙ борсоулы вә үтә ҡайғылы кеүек, хикмәт ниҙә?
   — Йә Рәсүлуллаһ, — тине Ғазраил. — Хаҡ Тәғәлә мине шулай әҙәмдәр йәнен алырға тәғәйенләгән икән, нисек борсолмай түҙәйем. Баштараҡ әҙәмдәрҙең йөҙҙәренә ҡарап, күҙ ҡараштары иңрәүенән, тәндәре ҡалтыра- уынан үҙҙәрен йәлләп, үҙ ҡулдарым ҡалтырап ҡуйғылай ине. Хәҙер инде өйрәндем, күндем вазифама. Үҙеңдән, һуңғы пәйғәмбәр һин олуғ затынан да йәшерә алмайым, был вазифама хатта ғорурланып та китәм, һәммә әҙәм балаһы, ниндәй бөйөк, олуғ заттары ла минең ҡаршымда ҡаушап, бөгөлөп төшә бит, гүйә, бахыр мәхлүккә әйләнә, һәр әҙәмгә ғәзиздер шул үҙ йәнкәйе. Ә минең өсөн ул ни, сүп ни, барыһы бер.
   — Тәхетең артында ифрат дәү ләғән күренә. Уныһы ни?
   — Унда донъяла бар вә булған йәндәрҙең ҡом бөртөгөнә һыйған һәр мәғлүмәте һалынған ләғән.
   — Эргәһендәге хисапһыҙ япраҡлы ағас та мәғәнәле күренә.
   — Эйе, ул әҙәмдәрҙең ғүмер ағасы япраҡтары. Унда шуны күрергә, белергә була: кем нисә йәштәр тирәһендә, күпме йәшәр ғүмере ҡалған. Әжәле еткәндәрҙе, үткәндәрҙе шуға ҡарап хөкөм итәм, изге йәнлеләрен йәннәт яғына айырам, яуыз бәндәләрҙе — йәһәннәм өйөмөнә.
   — Үҙеңә генә бындай ғазаплы эш-шөғөл ауырға тура килмәйме?
   — Ул саҡлы ауыр тимәҫ инем. Ҡаты ҡулдарым өйрәнгән инде. Бында йөрәк түгел, беләк кенә кәрәк бит. Ҡул бармаҡтарың һау булһын. Унан бит, минең әлеге ете йөҙ мең мәләк ярҙамсыларым бар. Ҡанлы, ҡара эштәрҙе улар башҡара.
   — Ғазраил ғәлиәссәләм, һиңә бер үтенесем бар, — тине аҙаҡта Мөхәммәт пәйғәмбәр. — Минең өммәттәгеләргә мәрхәмәтлерәк булһаңсы!
   — Бик яҡшы, һуңғы пәйғәмбәребеҙ, һинең өммәттәреңә шәфҡәтлерәк булырмын! Йән алып оҫтарғанмын да инде мин.
   Шулай ҙа пәйғәмбәребеҙ Ғазраил менән моңһоуыраҡ хушлашты. Күҙенән дә ниндәйҙер тәрән хәсрәтте шәйләргә мөмкин ине.
   Ары бер диңгеҙ буйына сыҡтылар. Был ҙур даръя тигәне Бәхрел- Сөлөс тип атала икән. Өстән бер диңгеҙ мәғәнәһендә. Ҡарлы-боҙло диңгеҙ. Үҙенең бер кескәй миҡдар ҡар-боҙо ла түбәнге Ер йөҙөн шау ҡышҡа әйләндереп, әҙәмдәрен туңдырып үлтереүгә етә икән.
   Тағы күпкә ары киттеләр, әллә икенсе ҡотопҡа еттеләр, йәнә бер диңгеҙ ҡырынан үттеләр. Быныһы йып-йылы диңгеҙ булып сыҡты. Унда ҡиәмәткә саҡлы рәхәтләнеп һыу ҡойоналар, ғөсөл ҡылалар, саф тәнле ҡалалар икәнсе. И, хоҙаның сауабы!..
   Үтә шомло күренгән был күк донъяһы ла ул саҡлы ҡурҡыныс түгел, уның күңел асыр, хозурланыр ерҙәре лә күп, имеш. Әлеге диңгеҙ буйында оҙон манаралы хайрандар ҡалыр мәсете үҙе генә лә ни тора! Фәрештәләре һөйләүенсә, оҙон манараларының күктәргә ашып күҙҙән юғалған буйы биш йөҙ йыллыҡ юл бәрәбәрендә булыр.
   Дүртенсе ҡат күктәге был иҫ-аҡылдарҙы китәрер мәсеттә Ябраил ғәлиәссәләм үҙе аҙан әйтә, Исрафил ғәлиәссәләм мөнбәргә менеп хөтбә уҡый, һәммә фәрештәләр йыйыла икән шул. Йома көн барлыҡ мәсеттәрҙән килгән намаҙ тауыштары ҡушылып, Аллаһы Тәғәлә хозурына күтәрелә лә, ерҙәге бәндәләренең күңелдәрен нурға күмә, ти, өҫтәүенә. Тик шундай хозур күк донъяһында Ғазраил фәрештәнең үлектәр ҡоролмалары йәнәш булыуы ғына йәл. Бик йәл. Әммә был дүртенсе ҡат күктә сәйәхәтсе Мөхәммәт пәйғәмбәргә мәсеттә доға ҡылыусы фәрештә-мәләктәр бар ғаләмдәре алдында шуны белдерҙе:
— Беҙ үҙебеҙҙең ғәлиәссәләмдәребеҙгә ҡушылып, йома сауабын Мөхәммәт рәсүл өммәттәренең йома уҡыған халҡына бағышланыҡ, — тинеләр.
   Шул ваҡыт Алланың тыуышын ишеттеләр:
   — Һеҙ миңә һәр ваҡыт итәғәтле, иманлы булдығыҙ. Минең шаһиттарым да булырһығыҙ. Мөхәммәт өммәтенән барса кешеләрҙе әүәле ҡылған гонаһтарынан һаҡлап ғәфү итәм һәм уларҙы йәһәннәмдән ҡотҡарам! — тип бойорҙо. И, хоҙайҙың рәхмәте, изге бойороҡтары йыһандың ҡайҙарына ғына етмәй икәнсе!
   Ошондай бойороҡтарға, күк хозурлыҡтарына ҡыуанып, сәйәхәтселәребеҙ бишенсе күк ҡатына аштылар. Был күк ҡаты шул хәтле хозур һәм мөһабәт имеш, быға саҡлы күргән дүрт күк ҡаты кесерәйеп һәм тоноҡланып ҡалғандай итә. Бишенсе күктең Саҡтаил атлы күркәм олуғ фәрештәһе шундай мөләйем һәм йомарт булып сыҡты, оло һый- хөрмәттәр күрһәтте, мәңге онотолмаҫ йылы һүҙҙәрен еткерҙе. Уның биш йөҙ мең мәләк хеҙмәтселәренең алҡышлауҙарын, күңел түрен биләүҙәрен һөйләп кенә лә бөтөрлөк түгел. Унан Мөхәммәт пәйғәмбәр юлдашы менән Ибраһим, Исмәғил, Исхаҡ, Яҡуп һәм Лут пәйғәмбәрҙәрҙең уртаҡ табындарының түрендә һыйланып ултырҙы. Иң ҡыуандырғаны һәм күңелен үҫтергәне үҙенән олуғ һәм хөрмәтле пәйғәмбәрҙең ислам динен хуплауҙары һәм рәсүлдең рисаләтен яҡлауҙары ине. Аллаһы Тәғәләгә бындай осрашыу мөмкинлеге биргән өсөн мең-мең рәхмәт уҡынылар. Бындай ҡабатланмаҫ күрешеү манзаралары пәйғәмбәребеҙҙең күңелен киләсәктә лә яҡтыртып, рухландырып торор, иншалла.
   Был күктә лә ғибәрәт һәм ғибрәт итер бик күп тамашалар күрҙе. Ғибрәттәренән шул манзараны мәңге онотмаҫ: бер ифрат киң майҙанда өҫтәренә алтын ялатылған утлы тимер кейем кейгән, ҡулдарына ғорзи-суҡмарҙар тотҡан, йәһәннәм фәрештәләре аяҡтарынан аҫып ҡуйылған бәндәләрҙе шаң-шоң килтереп оралар ине. Тегеләрҙең йән асыулы аһтары ишетелеп, тәндәрендәге иттәре һуйылып төшөр, әммә яңынан үҫеп сығып, был ғазаплы хәл-яза мең-мең ҡат ҡабатланып торор ине. И, хоҙай шомлоғо.
   — Былар ниндәй гонаһтары өсөн язаланыусылар? — тип һораны пәйғәмбәр.
   — Уттарға һәм боттарға табыныусы гонаһлы бәндәләр, — тип яуап бирҙеләр.
   Ары Мөхәммәт пәйғәмбәр менән Ябраил фәрештә тағы бер диңгеҙ буйына килеп төртөлдө. Быныһы мәхшәрҙәй уттар бөркөп торған диңгеҙ ине. Бәхрел-Сағат исемле, йәғни утлы таштар даръяһы, тип аңлатты быны Ябраил. Ерҙәге янып бөтмәҫ йәшен таштары ла ошо диңгеҙгә төшә, ти.
   Ошонан сәйәхәтселәребеҙ алтынсы ҡат күккә күтәрелеп киттеләр. Быныһы түбәндәгеләренән күпкә ғәйре һәм хәтәрерәк булып сыҡты, ахырыһы. Үҙе күктәргә ашҡан, тимер ҡанаттарын йыһанға киргән ишәүәтһеҙ ҡара тимер ҡапҡа алдына килеп ҡапландылар. Аптырап, Ябраил фәрештәнән һорай ҡуйҙы Мөхәммәт:
   — Ниндәй иләмһеҙ оло йоҙаҡлы ҡапҡа икән был?
   — Ҡабабул-Иман ҡапҡаһы тиҙәр быны. Иманһыҙҙарҙы йәһәннәмдең үҙенә тура илтеп олаҡтырған ҡара ҡапҡа.
   — Инһәк икән, күрергә теләгем бар ғибәрәт өсөн.
   Пәйғәмбәрҙең был теләген Хоҙайы ишетте, ахыры, ауаз килде:
   — И хәбибем, бармағың менән ишара ит, ишек асылыр.
   Хоҙай рәсүле бармағын төртөп ишаралау менән йоҙаҡлы ҡапҡа шығырлап асылып китмәһенме. Артынса ҡапҡа тышына ут-ялҡын ҡатыш ҡара төтөн урғылып сыҡты; биткә ҡыҙыу утлы тын, ҡара һөрөмлө, яман еҫле төтөн бәрелеп, танау тишектәрен томаланы. Тын алыуҙары ауырлашты. Аҫтараҡ гөрөлдәү тауыштары ишетелде.
   Бер аҙҙан пәйғәмбәрҙең кәүҙәһен ниндәйҙер бер божра уратып алды, шикелле, тын алыуҙары еңелләште, ут ғәрәсәтен, утлы төтөндәрен тоймай башланы. Алдында бер мәләк пәйҙә булды. Ә ул тимер мөнбәрҙә ултыра, имеш. Күҙе ут-төтөнгә асыла килә Ябраил бышылдауына төбәлһә, алты йөҙ мең тармаҡлы аяҡтары бар, ти. Тамуҡ фәрештәһенең ауыҙынан уттар сәселеп, ике танау тишектәренән төтөндәр борҡорап тора, күҙҙәре утлы осҡондар сәсә. Юлдашы аша был мәләк-фәрештәнең йәһәннәм һаҡсыһы икәнен белде.
   Ябраил фәрештәнең үтенеүе, Хоҙайҙың ҡабул итеүе менән Мөхәммәт пәйғәмбәр һис бер ут-ялҡын ҡайнауы сарфыуын тоймай, йәһәннәм төбөнәрәк баҡты. Бына ҡайҙа икән ул утлы йәһәннәм мәхшәре, гонаһлы тамуҡ киҫәүҙәренең яныуы. Был хәтле ғәрәсәт тип шулай һис күҙ алдына килтермәгәйне. Пәйғәмбәр тамуҡ-йәһәннәм мөйөшөнән йәһәтерәк сығып китеү яғын ҡараны. Ғибрәтенән ғәйреһе.
   Күккә ашҡан ҡапҡа тышына сыҡҡас, саҡ йүнәлеп тын тарттылар, тышҡа бәреп торған ҡыҙыу һауаның да ҡәҙерен шәйләнеләр. Былай йәһәннәмде мәңге онотмаҫҡа осҡор күҙе күпте күреп өлгөрҙө инде, төпкө тамуҡтың яман ғәрәсәтен йөрәге менән тойҙо, тетрәнес кисерҙе.
   Бер аҙ тын, баш-күҙ алғас, Нух һәм Иҙрис пәйғәмбәрҙәр менән күреште. Улар йәш, һуңғы пәйғәмбәр затына ислам динен донъяға таратыуҙа уңыштар теләне, уны намаҙҙарында ҡат-ҡат тәҡрарлаясаҡта- рын әйттеләр.
   Улар артынса Микаил фәрештә менән осраштылар. Ул бик бейек тәхет өҫтөндә ултырыр ине. Бер яғына бизмән-мизан ҡоролоп, ҙур майҙандай киң, тәрән табаҡтарының тимер сылбырҙары күҙгә күренмәҫ күк төптәренәсә һуҙылғайны.
   — И, Мөхәммәт, Хаҡ Тәғәлә яратҡан әҙәм балаларынан, пәйғәмбәрҙәребеҙҙән иң бәхетлеһе һиндер, моғайын. һин — һуңғы, күпме көтөп алынған танһыҡ пәйғәмбәр, беҙ өлгәшә алмаған уй-ниәттәрҙе лә ғәмәлгә ашырыр изге затһың, — тип, пәйғәмбәребеҙҙең күңелен үҫтереп, рухын күркәмләп ебәрҙе матур һүҙ-теләктәре менән.
   Үҙ ауыҙынан ишетеүенсә, Микаил ғәлиәссәләмдең ҡарамағында ете йөҙ мең мәләк бар икән, унан һәр береһенең алдында бер байраҡ булып, ул байраҡтар аҫтында йәнә айырым-айырым етешәр йөҙ мең мәләктәр сафта тора икән. Уның әмере үҙ ваҡытында ямғыр, ҡар яуҙырыу икән. Ҡиәмәт көнөнәсә хеҙмәт юлдары шундай.
   Был сәфәрҙәре аҙағында улар йәм-йәшел булып тулҡынланып ятҡан диңгеҙгә килеп терәлгәндәр. Был донъя йөҙөндәге үҫемлектәргә, ағастарға дым бирер, йәшеллек төҫө индерер шифалы даръя, имеш. Миҙгел алыштырыу, япраҡ ҡойоу ҡөҙрәте лә ошо даръянан булыр.
   Ниһайәт, миғраждың етенсе, иң бейек ҡатына ла менеп еттеләр. Быныһының күк төпкөлөнәсә алыҫлығы нисәшәр мең йылдар юл хисабы менән үлсәнәлер, Хоҙайҙың ҡөҙрәте менән улар бер һулышта, бер талпынышта үтмештәр. һәр бер ете күк араһы үҙҙәре күҙгә күренмәҫ меңәр-меңәр йыл юллыҡ баҫҡыслы ла бит әле. Шулар буйлап менәһе- төшәһе лә булыр сәйхәтселәргә. Етенсе ҡат күктең исемен Сәмхаил тиҙәр, мәғәнәһе осһоҙ-ҡырыйһыҙ күк йыһандарын ҡаплап тороусы ҡеүәтле шаршауға тура килә һәм ошо йыһани-ғәләми вазифаны үтәйҙер ҙә бихая. Етенсе ҡат күктең иң бейеге генә түгел, иң бөйөгө лә, тиҙәр. Хикмәт шунда, мөғжизәле етелектең серҙәрен дә үҙендә аҫрай ул. Үҙе йыһан икһеҙ-сикһеҙлегенең бер миҡдары бары. Был күктә лә ете йөҙ меңәр күк фәрештәләре изге заттарҙы ҡотлап, сәждәләр ҡылдылар, тәсбихтәрен уҡынылар.
   Етенсе күктә йәнә ете йөҙ мең башлы, һәр башында шулай уҡ ете йөҙ мең йөҙ һәм ул ете йөҙ мең йөҙҙөң һәр береһендә ете йөҙ мең ауыҙ, ул ауыҙҙың һәр береһендә ете йөҙ мең тел, ә телдең һәр береһендә ете йөҙ мең лөғәт булған фәрештә бар. Әгәр был етелекте шунса йөҙ мең тылсым хәсиәтенә һалып ҡарағанда, ниндәй генә серҙәр аҫрауын төшөнөп булыр ине, тимә. Йыһан йөҙөндә әҙәм аңы ла күпте иңләй алмай шул. Аң да йыһандарҙы иңләп етә алмаһынсы, ә?!
   Икенсе бер ғәләмәт фәрештәгә лә тап булдылар. Үҙе тәхет өҫтөнә ҡунаҡлаған. Үҙенең дүрт башы бар. Береһе — әҙәм башы, икенсеһе
   — Һыйыр башы, өсөнсөһө — арыҫлан башы, дүртенсеһе — ҡош башы. Уларҙың һәр береһе үҙҙәренең телендә, үҙәренең төрлө өнөндә йә һөйләп, йә баҡырып, йә ажғырып, йә сутылдап ниндәйҙер мәғәнә аңлаталар, ҡайһыһыныңдыр башы улар менән етәкселек итергә, һәр береһенең телен, ниәтен аңларға тейеш. Улар үҙ телдәрендә тәсбихтәрен дә бер-береһенән ҡалышмай әйтәләр, имеш, әле. Шул вазифаларын үтәгәс, һәр береһенә тейешле үҙ аҙығын алырҙар йә талап итерҙәр, ти.
   Тағы бер ғифрит төҫлө фәрештәгә тура килделәр. Уныһының бер башы күк ҡатына саҡлы ашып, аяҡтары ете ҡат ергә батып тора икән, бер ҡанаты шәреҡте, икенсе ҡанаты мәшриҡте иңләп алған, ти.
   Мөхәммәт рәсүл быны күреп, ғәжәпһенеп һорашһа, Исрафил ғалиәссәләм, беҙ ҙә ошо ҡиәфәттә, тип яуап биргән. Өҫтәүенә, был затҡа һаҡсы булып, уң яғынан икһеҙ-сикһеҙ һуҙылып, ете йөҙ мең фәрештә сафҡа баҫҡан, ти. Ер пәйғәмбәрен күргәс, шунса фәрештә бер ауыҙҙан тәсбих уҡығанын тыңлаһаң, тауыштарынан алйып йән биреүең ихтимал.
   Пәйғәмбәр етенсе күк ҡатында күргән мөғжизәләрҙең иң әғләһе Сидрәтел-монтаһа тигән ағас булғандыр. Айыты — етенсе күктең ҡөҙрәти ағасы. Уның бер ботағы — алтындан, икенсеһе — көмөштән, өсөнсөһө — зөмрәнән, дүртенсеһе — яҡуттан, ти; япраҡтары фил ҡолағы дәүмәлле булып, емештәре үгеҙ башынан да дәүерәк, ти. Күп кенә мәләктәр бындай ағасты йәшәр төйәктәре лә итмеш икән, ти. Бер йөмлә менән әйткәндә, бындай күк ағасының хикмәттәрен, сихәттәрен һөйләп аңлатып бөтөү мөмкин түгел икән.
   Өҫтәүенә, был хикмәтле ағас эсенә бер михрап ҡоролған, уға тәхет ҡуйылған. Ябраил фәрештә Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе шул тәхеткә ултыртҡан. Ни ғиллә ул тағы, абайлап ҡараһаң, шул төп тәхет ҡырына һауала кескәйерәк тәхеттәр теҙелеп киткән, имеш. һәр береһендә мәләктәр, өммәтенә ҡарай, йә ”Тәүрат”, йә ”Инжил”, йә ”3әбур”, йә ”Ҡөрьән” китаптарын күсереп яҙып ултыралар, һәр береһенең янына ҡырҡ мең тәхет ҡуйып, фәрештәләр Ҡөрьән уҡыйҙар. Мәләктәр үҙҙәре бик үтенгәс, Мөхәммәт пәйғәмбәр уларға ике рәҡәғәт намаҙ уҡып, күңелдәренә йәнә иман нурын өҫтәп китте.
   Алда өс шишмә тап булды. Икеһен Ефрат менән Нил йылғаларының күктәрҙәге башы, тинеләр. Өсөнсө шишмәһе тирә-йүненә яҡуттан һәм ынйынан, йәнә зөбәржәттән ҡоролған сатырҙары менән хайран итте. Шул тирәлә йәннәти моңло тауыштар сығарып һайрашҡан ҡоштарҙы, бер аҙ тынып, тыңлап торҙо. Хайран-вайран ҡалыуҙары тиктәҫтән түгел икән шул — кәүсәр шишмәһенең бер осо ошо, имеш. Хаҡ Тәғәлә һиңә шуны күрергә насип итте, тине оҙатып йөрөүсе фәрештә. Кәүсәр шишмәһенең һыуын татыны, бал-тат тәменән күңелдәре иреп, зиһендәре ирегеп китте.
   Бер арала Мөхәммәттең алдына өс төрлө һауыт килтереп ҡуйҙылар. Береһендә — бал, икенсеһендә — хәмер, өсөнсөһөндә һөт ине. Эсергә әмер иткәс, өсөнсө һауыттыҡын эсте, йәненә йәм инде. ”Исламдың хаҡлығын, өммәтеңдең паклығын раҫланың бының менән”, — тине Ябраил.
   Юлдарында тағы етмеш мең башлы, етмеш мең башында тағы етмеш мең ауыҙлы, йөҙ ҡырҡ мең күҙле, шунса ҡолаҡлы фәрештә осраны. Тәхетле йәннәт һаҡсыһы икән. Янында бер мең мәләк һаҡсыһы.
   Был юлы пәйғәмбәр алдына ике ҙур һандыҡ килтереп ҡуйҙылар. Әйтеүҙәренсә, эҫтәрендә йөҙ мең йоҙаҡ менән йөҙ мең асҡыс һаҡлана икән. Йоҙаҡтар аҫтында тәүбәлек яҙмалары ятҡанын хәбәр иттеләр, мосолман өммәттәренең йәһәннәмдән азат булыуына ышаныснамә икәнен аңлаттылар.
   Ары аҡ тәхеттә икенсе бер фәрештәне күрҙеләр. Үҙе ифрат дәү, үҙе етмеш мең ҡанатлы, имеш. һәр ҡанаты етмеш мең ҡаурыйлы, бер етмеш меңе — ынйынан, икенсе етмеш меңе — яҡуттан, өсөнсө етмеш меңе — йәшел зөмрәнән, дүртенсе етмеш меңе — ғәмбәрҙән, башҡалары тағы әллә ниндәй аҫыл таштарҙан, ти. Шунса ҡанаттарын ҡаҡһа, һәр ҡаурыйынан тәмле-татлы емештәр, ниғмәттәр ҡойола һәм затлы йәннәт аҙығы була икәнсе.
   Ярай, Мөхәммәт йәннәт янында һаҡсы фәрештәләрен дә күрҙе, ә хәҙер был йәннәт-ожмахтың үҙенә нисек уҙырға, ниндәй ҡапҡаларын үтергә? Уйынан шундай һорау ҡуйып, туҡталып ҡуйҙы пәйғәмбәр, ә Ябраил фәрештә артта ҡалды.
   — Ниңә улай туҡталып ҡалдың әле, йәннәттең үҙенә инмәйбеҙме ни? — тип һораны рәсүл.
   — Минең хеҙмәтем ошоноң менән тамам, ары миңә барырға ярамай, — тине Ябраил фәрештә. — һине Аллаһы Тәғәлә янынараҡ килтереп еткерҙем, ары миңә бер аҙым атларға ярамай, юғиһә шундуҡ янып һәләк буласаҡмын Хоҙайҙың ҡарашынан уҡ.
   Ябраил фәрештәнең, Аллаһы Тәғәлә эргәлә генә, тигәне лә әле илле мең йыллыҡ юл икән араһы.
   Шунан Мөхәммәтте бер йәннәт фәрештәһе ҡаршылап, уны борағына ултыртып осто. Күҙгә күренер-күренмәҫ алыҫ офоҡтарҙы ниндәйҙер пәрҙәләр ҡаплап тора ине. Уға еткәс, бораҡты Микаил фәрештә алыштырҙы. Ул ҡеүәтле ике ҡанатына ултыртып, икенсе пәрҙәгә саҡлы осто, уны Исрафил фәрештә алыштырҙы. Был юлы тағы ”Ҡөҙрәт шаршауы”, ”Бөйөклөк шаршауы” тигән ара-ышыҡтар аша үтелде, төптә ҡайҙалыр ут-ялҡындар ҡайнай ине. Әммә пәйғәмбәр уларҙың көйҙөргөс эҫеһен тойманы, Исрафил әйтеүенсә, ул ут-ялҡын шойҡаны теймәҫ, күҙгә күренмәҫ ҡөҙрәтле божра менән уратылған, имеш.
Меңәр йыл юллыҡ араларҙы әллә бары биш тапҡыр керпек ҡағыуҙа үтеп өлгөрҙөләр, бер заман алдарында ҙур тәхет пәйҙә булды. Шуға Мөхәммәтте ултырттылар. Уға ниндәйҙер бер тамсы йотторҙолар. Шунда уҡ тәндәре йомшарып, ойоп, бер рәхәт хәлгә килде. Торараҡ вәхи һүҙ ишетелде:
   — Әссәләмәғәләйкүм, пәйғәмбәрҙәрҙең олуғы вә рәхмәтлеһе вә бәрәкәтлеһе! Бәрәкәтулла, машаллаһ!
   — Әссәләмәғәләйкүм, ғибәҙәттәребеҙҙең эйәһе вә салихыбыҙ! — тип сәләмләне Мөхәммәт.
   Шунан меңәрләгән фәрештәләр уға сәждә ҡылды. Ошоларҙан һуң Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең — и Хоҙайҙың ҡөҙрәте — Аллаһы Тәғәлә менән һөйләшеүҙәре башланып китте. Ул шәриғәт һәм ғибәҙәттәрҙең нисек булыуы, дини тәғбирҙәр, намыҫ доғалар, һәммәһе, һәммәһе хаҡында Аллаһы Тәғәләнең үҙенән тәғәйен һүҙҙәрен, вәғәздәрен, мөьминдәр менән нисек мөғәмәлә ҡороу буйынса кәңәштәрен, нәсихәттәрен, бойороуҙарын тыңланы.
   Аллаһы Тәғәлә менән шулай осрашыуына үтә ҡыуанып, пәйғәмбәребеҙ үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртыр һорау һәм үтенестәрен бирергә ашыҡты:
   — И, Хаҡ Тәғәләм, Ябраилға меңәрләгән ҡеүәтле ҡанаттар биргәнһең, ә миңә берәр ҡөҙрәт бирһәңсе?
   — И, Мөхәммәт хәсбибем, мең ҡанаттан һинең һүҙҙәрең өҫтөн вә изге. Сөнки шул һүҙҙәрең менән бәндәләрҙе хаҡ юлға күндерәһең.
   — Атабыҙ Әҙәм пәйғәмбәрҙе йәннәтле иттең, миңә ни ҡылырһың икән?
   — Һинең үҙеңде вә өммәтеңде йәннәтле итермен.
   — Аллаһым, һин Иҙрис пәйғәмбәрҙе йәннәттең түренә уҙҙырҙың, мине ҡайҙа үткәрерһең?
   — Иҙрис башта Ғазраилдан үлем әсеһен татыны, шунан ғына йәннәткә үтте. Һин иһә үлем әсеһен татымай, йәһәннәм эҫеһен тоймай юғарынан уҙырһың.
   — Нух пәйғәмбәргә ҙур көймә бирҙең, ә миңә ни бирерһең икән, әгәр сер булмаһа?
   — Һис бер серем юҡ, һиңә әле үҙең атланып осҡан бораҡ насип булыр. Осһоҙ-ҡырыйһыҙ донъялар өҫтәренән елерһең.
   — Хоҙайым, Ибраһим пәйғәмбәреңә Нәмрудтың усағын гөлбаҡса иттерҙең, ә мине ни көтә?
   — Ибраһимды ”хәлилем” тип атаным, ә һине ”хәсбибем” тимен. Айырманың ҙурлығын үҙең самалап ҡара. һинең өммәттәгеләр һәммәһе үҙең менән йәннәткә инер. Тағы өҫтәп әйтәйем, Исмәғил пәйғәмбәргә бары Зәмзәм һыуын бирҙем, һинең өммәттәгеләргә Кәүсәр шишмәһе тәғәйен.
   — Хаҡ Тәғәләм, Муса пәйғәмбәргә ”Тәүрат” бирҙең...
   — Ә һиңә мин ”Ҡөрьән Кәрим”де бирҙем, өммәтле иттем, бик күп өҫтөнлөктәр өҫтәнем...
   Шулай тағы байтаҡ һорауҙарын яуҙырып, ҡабатланмаҫ изге форсатын файҙаланып, Мөхәммәт пәйғәмбәр үҙе, өммәттәре өсөн күп өҫтөнлөктәр, тәғәйенләнештәр алды. Аллаһ һүҙе — ҡанун, ер йөҙөнә ҡағылышлылары өммәттәре алдында, яуыз дошмандары ҡаршыһында мотлаҡ үтәлеше шарт. Уның төп һиммәте шул. Ер йөҙөндәгеләр хәҙер белһендәр, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең Аллаһы Тәғәләнең үҙе алдында, үҙ изге ауыҙынан ниндәй хоҡуҡ, дәрәжәләр алғанын, үҙҙәренең ниндәй пәйғәмбәр зат менән эш-мөғәмәлә ҡылырын.
   Аллаһы Тәғәләнең шулай меңәрләгән ҡат ут-ялҡын, ниндәйҙер тылсыми, ҡөҙрәти, зәһәр нур үткәрмәҫ, кешегә күпмелер оҡшаш күренер- күренмәҫ һыны, изге әҙәмдәрсә илаһи тауышы, яғымлы тел-өнө күҙ алдында иреп юғалды, мөғжизәле тынлыҡ урынлашты.
   Ул арала Ябраил фәрештә осоп килеп етте, хикмәтле тынлыҡ эсендә томан аралаш ҡалҡҡан кеүек ожмах-йәннәттең йыһандарға ашмалы әллә фәҡәт яҡут-зөбәржәттәрҙән ҡойолған диуарҙары, алдарында алтын ҡапҡалары пәйҙә булды. Ниндәйҙер моң, илһам уятып, йәннәт ҡапҡаһы асылып китте. Уны үтеүгә, Ябраил аңлатыуынса, ҡырҡ мең зиннәтле ҡала нур сәсеп ҡаршыланы. Ул ҡалаларҙың һәр береһен ҡырҡ мең алтын таш-тешле диуарҙар айырып тора икән. Улар өҫтөндә һаҡсы фәрештәләр ултыра булыр. Уларҙың ҡулдарында ике табаҡ булыр, береһендә — нур, икенсеһендә — йәннәттең затлы кейеме, имеш. Ябраил фәрештә аңлатыуын дауам итте:
   — Йәннәттең был ҡала диуарҙары Әҙәм ғәлиәссәләм донъяға килгәнсе һикһән мең йыл әүәл ҡоролмоштар. Ҡиәмәт көнөндә фәрештәләр өммәттәреңә ошо табаҡтарҙы килтерер, мизанының ҡайһы табағы нығыраҡ баҫыуына ҡарап, нурлы йә нурһыҙ кейемдәрен кейҙертер.
   Ябраил фәрештә ярҙамында танышып-белешеп алғас, Ризуан исемле һаҡсы эске йәннәт ҡапҡаларын асып ебәрҙе. Күҙ алдында күрем етмәҫ, һөйләргә һүҙ етмәҫ, аҡыл-хискә һыйып бөтмәҫ ғәжәйеп манзаралар йәйелеп китте. Бына ҡайҙарҙа ул тамаша, ҡайҙарҙа мөғжизә: меңәр-меңәр алтын-алмас зиннәтле һарайҙарҙан күҙҙәр ҡамаша, һәр һарайҙа етмеш мең зал, һәр залда етмеш мең бүлмә, һәр бүлмәлә алтын вә көмөштән тәхет ҡуйылған, һәр береһе янында шунса ҡиммәтле ултырғыстар теҙелгән, һәр тәхеттә таж кейеп бер фәрештә ултыра, уға етмеш мең мәләк хеҙмәт итә икән. Мәләктәренең тауышы һәр береһе үҙенсә моңло, күңелгә яғылмалы.
   Быларҙан ары Мөхәммәт пәйғәмбәр йәннәт шишмәләре янына килеп сыҡты. Уларҙың береһе — эсәр һыуҙан, икенсеһе — хәмерҙән, өсөнсөһө балдан икәнсе. Кәйефеңә ҡарай, теләгәнен һемер.
   Артабан ҡалын бер урманға иғтибар итте. Ағастарының йыуан олоно, эре ботаҡтары, йәм-йәшел япраҡтары төрлө аҫыл таштарҙан көпләнгәнме- биҙәлгәнме, хозурҙарҙың хозуры, үҙҙәренең осо күккә ашып юғала; һәр ботағы, тармағы баш дәүмәле эре емештәр менән тулы. Ни мөғжизә, ҡайһы емешенә күҙең төшә, ашап, тәмләп ҡарағың килә, шунда уҡ һабағынан айырылып, ауыҙың алдына терәлеп тора.
   Унан Мөхәммәткә һигеҙ йәннәт мөйөштәрен күрһәттеләр, һәр береһенең үҙ күрке, үҙ аҙыҡ-түлеге, үҙ хикмәте һәм мөғжизәләре бар икән, уларын һөйләп бөтөрлөк тә, аңлатып етерлек тә түгел, ти.
   Ары Кәүсәр шишмәһе башында булдылар. ”Был шишмәнән кем берәр йотом эсһә лә, йәндәре йәмләнеп, мәңгегә Аллаһы Тәғәләнең шәфҡәтенә вә рәхименә юлыға йә бәхет эсендә нурланып йәшәй”, — тип аңлатты Ябраил фәрештә шишмә һыуы хәсиәтен.
   Был шишмә буйына кесерәк зиннәтле һарайҙар һәм сатырҙар ҡоролған, уларҙы хур ҡыҙҙары хеҙмәтләндерә икән. һәр береһенең йөҙҙәре һөттән дә аҡ, биттәре зөбәржәттән дә пак, бит остары яҡуттан да ҡыҙыл вә нурлы, үҙҙәре мендәрҙән йомшаҡ, сәстәре сөм ҡара, уратылып ваҡ-ваҡ итеп үрелгән, һәр ағзаһының ылыҡтырғыс үҙ мөғжизәһе бар, ти. Быларҙы күреп, Мөхәммәт:
   — Былар уртаһында бөтөн ғүмереңде уҙҙырһаң да һис донъя ғәме булмаҫ, былар менән бергә булыуҙан да ҙур бәхет тәтемәҫ, — тип ҡыуанысын әйтә.
   Ғөмүмән, йәннәттең ниндәй генә тошонда, мөйөшөндә булмаһындар, уларға ҡыуанып-хозурланып айҙар, йылдар буйы һөйләһәң дә, тасуирлап сығырға һүҙҙәр ҙә, телдәр ҙә етерлек түгел ине. Уларҙы ҡоро күрергә түгел, шунда инергә, үҙ күҙҙәрең менән күрергә, үҙ ҡулдарың менән тотоп, емештәрен, кәүсәр шишмәләрен татып ҡарарға яҙһын Мөхәммәт өммәттәренә киләсәктә мәңгегә, иншалла!
   Шулай күпме ғүмер, күпме юл үтелгәндер, Аллаһы Тәғәләнән өн килде:
   — Йәннәтте күреп, ризаһыңмы, Мөхәммәт?
   — Разый вә мәмнүнмен! — тине пәйғәмбәр.
   Унан Хоҙай шулайыраҡ бойорҙо:
   — Ябраил фәрештәм, хәҙер рәсүлемә дошмандары, монафиктары олағыр йәһәннәмде күрһәт!
   Унан буйы күктәргә ашып торған ғәләмәт дәү фәрештә пәйҙә булып: ”Иәһәннәм ишектәрен асып, тамуҡтың төбө янынаса пәйғәмбәрҙе күрһәтеп сығар!” — тип бойорҙо бер кесе фәрештәһенә.
   Шул арала ерҙең бер ҡаты асылып, хатта күҙ алдарында, унан бер- береһенән хәтәр, яман ҡурҡыныс икенсе, өсөнсө, бүтән ҡаттары берәм- берәм асылып, алтынсыһына төштө.
   Ҡурҡыуҙары йөҙөнә сыҡҡан Мөхәммәттән тамуҡ фәрештәһе һораны:
   — Йә, пәйғәмбәр, йәһәннәмде күрергә тәҡәтең етерме икән?
   — Күрер ҡәҙәре, йөрәк түҙмәле булырҙайын ғына ас! — тине Алла рәсүле, саҡ-саҡ тындарын тартып.
   Шунан бер мәләк йәһәннәм ишеген ҡыҫып ҡына аса башланы, ярыҡтарынан ҡайнар ут тыны бөркөлдө. Ишек киңәйә барған һайын ялҡындар ҡуйыра, ҡайнаша барҙы. Улар күҙгә бик яман, ҡурҡыныс булып күренһә лә, Аллаһы Тәғәлә ҡөҙрәте менән Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе уратып алған ут-ялҡын ҡыҙыуын тойҙортманы.
   Ни тиклем хәтәр һәм ҡурҡыныс булмаһын, пәйғәмбәребеҙ йәһәннәмдең бер ҡатын үҙ күҙҙәре менән күреп белмәк һәм донъяға ҡайтып һәммәһен үҙе һөйләп бирмәк булды. Тамуҡ фәрештәләре үҙҙәре йәһәннәмдең һәр ҡаты етмеш мең таулы, һәр тауҙың етмеш мең үҙәне, үҙәндең етмеш мең тармағы, үҙәндәрендә етмеш мең ҡала, һәр ҡалала етмеш мең ғазап урыны, уларҙа уттан ғына торған етмеш мең бүлмәһе, һәр бүлмәһендә етмеш мең ғазап-яза һалып ҡуйылған һәм ҡулланылыр сәғәттәрен көтөп торғанлығын, әле тәү ялҡындары ғына һүнмәҫкә дөрләүен һөйләйҙәр бит.
   Ябраил фәрештә, тамуҡ фәрештәләре, мәләктәре оҙатыуында Алла рәсүле йөрәге берсә туңа, берсә яна, уй-мейеләре ҡыҙа, томалана йәһәннәмдең ете ҡатын да күрә алғанынса байҡап үтте. Һәр ҡат араһында һәм эсендә меңәр йыллыҡ юл аралары ут-нур тиҙлегендә алышынып торҙо. Бигерәк тә хәтерендә ҡалғаны, бәғерҙәрен яндырғандары шулары булғандыр, моғайын: йәһәннәмдең бишенсе ҡатында утлы үҙәндәрҙә зәһәр йыландар һәм саяндар мыжғышып ятыуҙары, алтынсы ҡаты кафырҙар һәм яман боҙоҡтар яныр, язаланыр мәхшәр икән. Иҫ-аҡыл китмәле. Иң төпкө етенсе ҡатта тамуҡтың үҙе үк уттан ғибәрәт, имеш. Утлы тимер ҡыҫҡыстар менән яман гонаһлыларҙың кәүҙәләре янып бөтә барыуына, артынса утлы, әммә теремек тән-ағза үҫә барыуына өҙлөкһөҙ мәңге язаға тартылмағы. Үҙәндәрҙә Зәрҡүм тигән бер ағас та үҫә, имеш. Уны Йәһәннәм ағасы ла тиҙәр. Уларҙан мәйеттең яңынан үҫкән ит-тиреһен мәйет ҡорттары һырып ашай ҙа бара, тиҙәр. Йәһәннәмдең иң төбөндә Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең үҙенә иң алама яуызлыҡ ҡылғандар ни йән бирмәй, ни терелмәй мәңге янасаҡтар, тинеләр.
   Йәннәт менән йәһәннәм йыһанын шулай ҡыҙырып сыҡҡас, Аллаһы Тәғәләһе хозурына килде.
   — Йә, Мөхәммәт, йәннәттең йәмен, йәһәннәмдең яманлығын нисегерәк күрҙең? — тип һораны Хоҙайы.
   — Йәннәтең ниғмәттәрен ҡабул ҡылдым, ҡыуандым. Йәһәннәмеңдең хәтәрлегенән ҡурҡып ҡалдым, — тип яуапланы Мөхәммәт.
   — Ә ниндәй һабаҡ алдың һәм нигә мәңгегә инандың, иманыңды камил күрҙең? — тип һораны Алла анығыраҡ итеп.
   — Бәндәләрҙе Хаҡ Тәғәләбеҙ өммәтенә күндәмерәк өндәүҙе, дин дошмандарыма аяуһыҙыраҡ, аҙашыусыларына сабырыраҡ булыу кәрәклегенә төплө төшөндөм, — тигән ихлас һүҙҙәрен әйтте. Хоҙайына мең- мең рәхмәтен уҡынып
   Шунан Ябраил фәрештәнең ҡеүәтле бораҡ ҡанаттарына ултырып, килгәндәге тиҙлек менән ете ҡат йыһан күген һә тигән арала тиерлек үтте.
   Мөхәммәт ғәлиәссәләм үҙе ”Йондоҙнамәсе йондоҙҙар, йыһан киңлеге тураһында һөйләй ала, ләкин ул киңлекте ҡулығыҙға тоттора алмай”, тигән шикелле, беҙ был миғраж сәйәхәтен һөйләнек, әммә фараз-хыялдарыбыҙҙан башҡа дәлилдәребеҙ юҡ.       Йыһан-ғәрештәр төпкөлө әлегә илаһиәт даирәһе.
   Ғәрештәрҙе фәрештәләр осошо аралығы, тип кенә әйтеү еңелдер, әммә уны күҙ алдарына килтереүе ҡыйышдыр.

                                                                      Шәрех
   Миғражға мөнәсәбәттә ғәмәлдәге аңлатмалар, уға заманындағы ҡараштар. Дини риүәйәттәр. Миғраж бер ҡурҡытыу сараһы булараҡ.
   Был төндө Мөхәммәт йоҡоһонан иләмһерәп уянды. Тәһәрәт алып, өйөндәге хужа менән иртәнге намаҙҙы уҡығас:
   — И, Өмми Һани, мин ошо төндө Бәйтел-Мөҡәддәскә, Аллаһы Тәғәлә янына сәйәхәткә барып ҡайттым бит! — тип һис көтөлмәгәнсәрәк хәбәрен әйтеп һалды. Ҡалайыраҡ булғанын бер аҙ һөйләп тә аңлатты.
   Өмми Һани, был өн түгел, бары төш кенә, тип, пәйғәмбәрҙең өндәй итеп инанып һөйләүенә тамсы ла ышанманы, бары изге төшкә генә юраны. Үҙең инанһаң да, быны башҡаларға һөйләмәҫкә кәңәш итте. ”Мөьминдәрең дә, минең шикелле, фәҡәт изге төш, тиер, ә дошмандарың һине ялғансыға, өммәтеңде буш ҡыуыҡҡа сығарыр”, — тип иҫкәртте.
Башҡа ышаныслы мосолмандарына төнгө ғәжәйеп сәфәрен һөйләп ҡарауы ла әллә ни ыңғай фекер бирмәне: икеләнделәр, йә ышанманылар.
   Ҡала ерендә хәбәр тиҙ йөрөй, быны дин дошмандары, монафиҡтары ла ишетеп алды, Мөхәммәттән мыҫҡыллап көлә, динен ялған тип лаф ора, мәсхәрә итә башланылар. Айырыуса хас дошманы Әбүяһилға был хәбәр етә ҡалды, Мөхәммәттең йөҙөнән алды, һәр яйында фаш ҡылды. Улай ғына түгел, Мөхәммәт өммәтендәгеләрҙең бәғзеләре исламды ташлап, кире мәжүси диненә ҡайтты; байтаҡтарының имандары ҡаҡшаны, инаныс төкәнде. Ғәрәбстан ерҙәрендә миҙгел-миҙгел иҫкән самум эҫе елдәренән саҡ ҡалҡҡан, йә сибек үҫентеләр ҡороп, йә ҡорғаҡһып ҡалғандай, ислам динендәгеләрҙең сафы һирәгәйә һәм ала-ҡолалана төштө хатта ки.
   Шундай бер киҫкен осорҙа Мөхәммәт пәйғәмбәр үҙ өммәттендәгеләрҙең барыһын йыйып, Иерусалимға, Бәйтел-Мөҡәддәскә төнгө осошо, йыһанға ашыуы хаҡында ентекләп һөйләгәнендә, быға ышанырғамы-юҡмы, ысынмы-төшмө, тип икеләнеүселәрҙе инандырырлыҡ итеп, иң тоғро сәхәбәһе Әбүбәкер шундай тапҡыр нотоҡ һүҙен әйтер:
   — Ғәзиз пәйғәмбәребеҙ, мин күктәрҙең мәрхәмәтлелегенә, Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәтенә ышанам, фәрештәһе, борағы ярҙамында рәсүле- нең бер төн эсендә ифрат оҙон юлды үтеүенә, Хоҙайҙың хөрмәт күрһәте- үенә ышанам. Пәйғәмбәр заттың бушты һөйләүе мөмкин түгел. Пәйғәмбәр һүҙе миңә — иман һүҙе. Рәсүл вәхие — Алла бойороғо.
   Быға йөҙө асылып киткән Мөхәммәт былай тиер:
   — Эй, һәр саҡ тоғро сәхәбәм Әбүбәкер, һин минең һүҙҙәремә, инаныстарыма шаһит, һин минең иң ғәзиз Садиғым, хаҡлыҡ эйәм! Мең рәхмәт үҙеңә!
   (Ошо рәсүл һүҙенән сәхәбәһе Әбүбәкергә Садик исем-аты ҡушылыр. Йәғни, хакимлыҡ мәғәнәһендә.) Иң тоғро, ғәҙел, иманлы сәхәбәләренең береһе Әбүбәкерҙең ошондай инаныс хаҡ һүҙе мосолман өммәттәренең күңелдәрендәге шик-шөбһәләрҙе йыуып, мөьминлектәрен нығытыуҙа бер яҡты маяҡҡа әйләнә.
   Аҙаҡ Мөхәммәт ғәлиәссәләмдең Иерусалимға Бәйтел-Мөҡәддәс мәсете урынына төнгө күк сәйәхәте Ҡөрьәндә Алла һүҙе булып шундай юлдарҙа мәңге теркәлеп ҡалыр: ”Үҙ ҡолон төндә ”Харам ^мәсетенән Беҙ аяттарыбыҙҙы күрһәтеү өсөн тирә яғын бәрәкәтле иткән ”Йыраҡ мәсет”кә күсергән затҡа дан! Ул, ысынлап та, ишетеүсе, күреүсе!” (17.1).
   Әммә Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең үҙ заманында, һуңынан мең йыл буйына был миғраж — Иерусалимға төнгө сәйәхәт һәм артабан ете күк ҡатына ашыу — тураһында һаман төрлө риүәйәттәр, имеш-мимештәр һис туҡталғаны юҡтыр. Борон заманы өсөн быға ышанмағы, шәт, ҡыйын да. Фәҡәт әкиәт тиергә генә мөмкин.
   Бына бер риүәйәтте хәтерләйек. Мәккә менән Иерусалим араһын ул заман дөйәләр менән аҙналар, хатта айҙар буйы барып-урап ҡайтырға кәрәк булһа, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең бер төн эсендә генә түгел, сәғәт эсендә бораҡҡа атланып күктән осоп барып ҡайтыуын күҙаллап булмай. Риүәйәттәр шуны ла аныҡлай: имеш, улар шунса юл үтеп, ғибәҙәт ҡылып урап ҡайтҡансы Мөхәммәттең терһәге тейеп ауып киткән һыулы көршәк түгелеп бөтөргә лә өлгөрмәгән, ти. Пәйғәмбәрҙең ятҡан урыны ла йылы көйө ҡалған, ә ҡатыны Ғәйшә әйтеүенсә, ул төн Мөхәммәттең кәүҙәһе ятҡан урынында булған, тимәк, рухы ғына осҡан. Ул осошто төш рәүешле тиеүселәр күп. Һәр хәлдә, был сәйер сәйәхәт хаҡында әллә ни саҡлы риүәйәттәр, тоҫмалдар күптин күп. Байтаҡтар, был — Мөхәммәттең уйлап сығарылған хыял емеше, тимәкселәр.
   Әгәр ҙә ете ҡат күктәргә осоштарын, меңәр йыл юллыҡ араларҙы гиҙеп йөрөүҙәренә ожмах менән тамуҡты ҡыҙырыуҙарын ҡушһаң, әкиәттәрҙе уҙҙырып ебәргән хәл-ваҡиғалар, тип фаразламай булмайҙыр.
   Беҙ, әҙәбиәтсе булараҡ, был мәсьәләгә рухи-ижади һәм тарихи-әҙәби принциптарҙан сығып, бер нисә фараз һәм уй-фекерҙәребеҙ, айырым шәрех-аңлатмаларыбыҙ менән бүлешеп үтмәксебеҙ. Беренсе аңлатмабыҙ миғраждың тыуыу һәм таралыу тарихы менән бәйле. Тарихтан мәғлүм булыуынса, Мөхәммәт был ғәжәйеп ваҡиғаны 621 йылдың йәйендә Мәккәнән Иерусалимға төнгө сәйәхәте рәүешендә башта иң яҡын ышаныслы кешеләренә генә һөйләй. Ул сәйәхәт Ҡөрьәндә лә шулайыраҡ теркәлгән.
   Мөхәммәт пәйғәмбәр вафатынан һуң был миғраж сюжеты йә әүәлерәк рәсүлдең үҙ ауыҙынан йәки сәхәбәләренең өҫтәүенән ете ҡат күккә ашыу, йәннәт һәм йәһәннәмде күреп, Аллаһы Тәғәлә тарафынан таныштырылып йөрөү, сәйәхәт тамашалары, легендалары менән ялғанып киткән. Унан, ҡайһы бер дини белгестәр раҫлауынса, хәҙистәр был риүәйәт-легендаларҙы йәнә өҫтәп, шымартып, аштырып, гиперболик миғраж дәрәжәһенәсә ашырып ебәргән. Шулай миғраждың ике сюжет һыҙығы берләшкән, буғай. Бының шулай ялғанып китешен һәм айырмалыҡтарын риүәйәттәрҙең сюжет хәсиәте һәм поэтикаһы үҙҙәре үк айырым асыҡ раҫлап тора.
   Тәүге сюжет — Мәккәнән Иерусалимға сәйәхәт бик йыйнаҡ һәм һүрәтләнеше менән дә шаҡтай ябай. Әүәлге пәйғәмбәрҙәрҙең терелеше һәм Мөхәммәт пәйғәмбәр менән һөйләшеүҙәре мәғлүм легендалар рухында һәм тәрән мәғәнәлелегендә сағылған.
   Икенсе сюжет — ете ҡат күктәргә ашыу, йәннәт менән йәһәннәмде тамаша ҡылып йөрөүҙәр тасуиры хәттин-хәттиндәрҙән ашып киткән, әкиәт поэтикаһынан уҙҙырыр гиперболизмдар, аллегориялар, фантас- магориялар менән биҙәлгән. Ысындан да бындай тамашаларҙың булыу хаҡлығына хаҡ мосолмандарҙың да ышаныры бик самалылыр. Аллаһы Тәғәлә рәсүле, пәйғәмбәр заты һүҙе — хоҙайҙары вәхие, тиеүе генә инандыра торғандыр мөьминдәрҙе.
   Беҙҙеңсә, хикмәт бында миғраждың ни дәрәжәлә хаҡ йәки хаҡһыҙ булыуы хаҡында түгел, бәлки уның йәннәт һәм йәһәннәм өлөшөн бигерәген Аллаһы Тәғәлә үҙе таныштырыуында, хаҡ мосолмандар ниндәй ғибрәт алырға тейешлегендә һәм аңды, йөрәкте рухи инандырыу, ысын иманға килтереү ҡеүәт-ҡөҙрәтендәлер, моғайын. Сөнки Алла һүҙе — иман һүҙе, бары инанғандар — хаҡ мосолман. Пәйғәмбәр — Алла рәсүле, рәсүл һүҙе — вәхи һүҙ. Иман һүҙен күңел менән генә дин тәғлимәтенең һәм риүәйәттәренең бер хәсиәте тип ҡабул итергә мөмкин. Ә иманһыҙҙа мөрәүәт юҡ.
   Дин тәғлимәтенең һәм риүәйәттәренең бер хәсиәте — рухи төшөнсәләрҙең үҙенсәлегендә, уларға аң, хис-тойғо берлегендә инанысҡа килеүҙә. Миғраж дингә фәҡәт димләүҙең вәғәзләү, һүҙ, тыныс юл менән аңлатыу осороноң тамамлана икәнен дә аңлата булыр. Сөнки Мөхәммәт өгөт-нәсихәт, вәғәз ысулы менән генә яңы дингә ылыҡтырыуҙың һөҙөмтәһе аҙлығын яҡшы күрә. Ун-ун биш йылдар үтте, ә мосолмандар сафы әллә ни күп түгел. Дошмандары, монафиҡтары юлына өҙлөкһөҙ кәртә ҡора. Хатта диндәштәрен кире дүндерә, рәсүлдәренә икеләнеүселәре, ышанып етмәүселәре байтаҡ. Алланың фәрештәләре аша иңгән вәхи һүҙе генә аҙ, ниндәйҙер ҡеүәтлерәк ысул, Хоҙайҙың үҙ ауыҙынан ишеткән көслө, ҡөҙрәтле һүҙе кәрәк. Мөьмин шуға мохтаж.
   Алланың ер йөҙөнә, кешеләр араһына ебәргән рәсүлдәре, ғауам һөйләүенсә, йөҙ-меңдәр менән иҫәпләнә, имеш. Уларҙың ниндәйҙәре, хаҡтары, ялғандары, мөршидтәре, тағы кемдәре генә булмағандыр. Арҙаҡлы пәйғәмбәрҙәре генә лә нисәмә. Шуларҙың алтыһы яңы дин, яңы тәғлимәт индергән: Әҙәм, Нух, Ибраһим, Муса, Ғайса һәм Мөхәммәт пәйғәмбәрҙәр. Уларҙың тәғлимәте лә бер-береһе менән ярашып йә камиллашып етмәгән. Дин өсөн йәндәр ҙә ҡыйылған, ҡандар ҙа ҡойолған. Дин тип мөғжизәләр ҡылынған. Дин өсөн йән фиҙа.
   Мөхәммәт пәйғәмбәр үҙен ғәрәптәр араһынан сыҡҡан, көрәйештәр ырыуынан булған, Алла вәхиен ҡабул иткән рәсүл зат тип раҫлай. Тәбиғәт-холҡонан килгәнсә үҙен ябай, ғәҙел, тоғролоҡло итеп таныта. Тәғлимәтен, вәғәздәрен ғауам аңына һәм күңеленә етерлек итеп аңлата; рухташтарын, тоғро ярҙамсыларын, сәхәбәләрен таба. Әммә күпме ғүмер үтә, ләкин мосолмандары һаман бик аҙ, күп ил-ерҙәргә мәғлүм түгел шул.
   Миғражға ашыуҙары ла ерле юҡтанмы ни. Үҙенә тиклемге пәйғәмбәрҙәр төрлө мөғжизәләр ҡылған; ғауам халҡын хайран иткән; ҡурҡытып, көслөк менән дә табындырғандар. Яза-ҡазаларға ла тарытҡандар... Шунһыҙ мөмкин булмаған.
   Миғражды Мөхәммәт бер төн эсендә ҡылды. Уның айҙарға, йылдарға торошло ил-ерҙәр гиҙеүе, йыһандарға ашыуы — аралар, меңәр йыллыҡ юллы күк ҡаттары бәрәбәре.
   Бер төн эсендә Мөхәммәт үҙен шулай йыһандарға ашҡан, Аллаһы Тәғәләнең үҙен күргән һәм үҙ ауыҙынан тәғлимәтен тыңлаған берҙән- бер пәйғәмбәр тип иғлан итте. Тағы үтә ҡыуаныслыһы һәм шунса хәтәрерәге, хайран-вайрандар итмәлеһе. Инанғанға — вайрандан сайранға.
   Аллаһы ярҙамында гөл-баҡсалар, кәүсәр шишмәләр, хур ҡыҙҙары, зиннәтле һарайҙар иле, мәңгелек ләззәтле йәннәтте күреүе менән хаҡ мосолмандарын ҡыуандырһа, шуға ымһындырһа, аумаҡай йә гонаһлы мосолмандарҙың, бигерәк тә ислам дошмандарының мәңге утта яныр йәһәннәм ғәрәсәттәре менән ҡоттарын ала. Ышанғандар бында зәмзәм һыуындай, кәүсәр шишмәһендәй сарсау таба, дошмандары йөрәгенә утлы шом төшә.
   Миғраждың бер ҡөҙрәте ошонда ла.

                                                        Мәҙинәлә
   Ислам дине тарихының һәм Мөхәммәттең пәйғәмбәрлегенең икенсе төп осоро. Мөһәжирҙәр һәм әнсарҙар. Мәҙинәлә яңы мәсет. Мөхәммәттең Рәсүл Әкрәм исем-аты сифаты. Ислам динендә яңы йола, аҙан, хөтбә, вәғәз һыҙаттары. Монафиктарҙа ҡаршы көрәш. Йәһүдиҙәр, носраниҙар (христиандар) менән мөнәсәбәттәр.
   Мәҙинә ҡалаһына күскәндән — һижрәттән һуң ислам дине тарихының икенсе осоро башлана. Быға тиклем динде таратыу Мәккәлә, күп дошмандары араһында бик аҡрын барһа, хәҙер яңы ҡалала, шаҡтай тыныс шарттарҙа был дини рисаләт менән шөғөлләнеү уңышлы йәйелер кеүек.
   Әлегә Йәсрип исемен йөрөткән был ҡалала Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе йөҙләп иң яҡын мөһәжирҙәре менән берлектә ҡала халҡы, теләктәш дуҫтары хөрмәтләп байрамса ҡаршы алдылар, уңайлы яҡшы йорттарға урынлаштырҙылар. Йәсрип пәйғәмбәргә бабаһы Әбделмоталлип хәҙрәттең тыуған ере булыуы менән дә ғәзиз. Рәсүлдең атаһы Ғабдулла менән әсәһе Әминәнең ҡәберҙәре лә ошо төбәктә.
   Ғәрәптәрҙең күбеһе Йәсрипте элек тә йыш ҡына Мәҙинә тип йөрөттө. Мөхәммәт ғалиәссәләм үҙ мөһәжирҙәре менән һижрәт ҡылып, был ҡалаға килеп төпләнгәс, уны ҡала халҡы Мәҙинәтел-Рәсүл, йәғни пәйғәмбәр ҡалаһы мәғәнәһендә атай башланы. Ул шулай тарихҡа Мәҙинә исемендә нығынып ҡалды. Мосолмандар уны яратып, Мәҙинәи-Мөнәүүәрә, йәғни нурлы ҡала мәғәнәһендә лә әйтер булды.
   Ҡала халҡы Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе һәм ярандарын ике аҙна буйы ҡунаҡ итте, оло хөрмәт күрһәтте. Унан Мәҙинәнең Күбә тигән бер иркен мәхәлләһендә яңы мәсет һалып, ҡәҙерле мосолмандарына йорттар төҙөп бирергә булды.
   Хәҙергәсә бының тәрән мәғәнәле риүәйте лә һаҡланған. Мәҙинәгә күсеүҙең тәүге аҙналарында уҡ Аллаһы Тәғәлә Ябраил фәрештәһе аша әлеге яңы мәхәлләлә мәсет төҙөргә һәм рәсүлгә, яҡын сәхәбәләренә тораҡ йорттар һалырға бойорған. Был изге хәбәр әнсарҙар — Мәҙинә мосолмандары араһында тиҙ таралып өлгөргән, берҙәм хуплау тапҡан.
   Хәйер, әнсар-мосолмандарҙың Мәҙинәлә намаҙ уҡыр, хөтбә тыңлар мәсет урынына үҙ биналары бар ине инде барын. Ләкин пәйғәмбәрҙе ул ғына ҡәнәғәтләндермәне, әлеге күсеп килешләй дөйәһе сүккән урында, нәҡ Күбә мәхәлләһе ерендә, Хоҙайы әмере буйынса мәсет һалдырырға ҡарар итте. Мәҙинәнекеләр ул урынды пәйғәмбәрҙәренә бүләк — һәҙиә рәүешле бирергә теләһәләр ҙә, Мөхәммәт уны үҙе һатып алырға, мәсетен үҙе төҙөргә ниәтләне. Аҡсаһын Рәсүл исеменән Әбүбәкер хәҙрәттәре түләне.
  Мәсетте Мөхәммәт пәйғәмбәр үҙе, бар сәхәбәләре ҡатнашлығында, Мәҙинә мосолмандары менән дәррәү ҡушылып, өмә рәүешендә дәртләнеп, бар күңелдәрен биреп төҙөнөләр. Таштарын килтерҙеләр, биналарын күтәрҙеләр, манараһын ҡорҙолар, мөнбәрен яһанылар, ишек, тәҙрә, ҡыйыҡ тирәстәрен матур итеп биҙәнеләр.
   Мәсеткә өс ҙур ишек уйылды, ҡапҡа ҡуйылды. Береһе Рәхмәт ҡапҡаһы, икенсеһе Пәйғәмбәр ишеге, өсөнсөһө Ғәүәм ишеге тип исемләнде. Мәсет йөҙ квадрат аршынлыҡ оло мөһабәт таш бина булып ҡалҡты.
   Телгә, тарихтарға инеп ҡалыуынса, мәсеткә өмә ваҡыттарында төрлө уйын-көлкө, ярыш, сәм, төртмә таҡмаҡтар сығарыу ише тамашалар ҙа булған, тел-тешкә кергән һүҙҙәр, ләҡәптәр таралған. Эш ваҡытында кемелер Ғүмәр сәхәбәнең төртмә иҫкәртмә һүҙҙәренә асыуланып, ҡулындағы таяғын уға һуғырға тип күтәргән икән, сәхәбәнең тура ҡараған үткер күҙҙәренән баҙап ҡалған һәм тиҙ һыуынған, ти, бер килке. Үҙе лә улар менән бергә эшләп йөрөгән Мөхәммәт — халыҡ әйткәнсә, Рәсүл Әкрәм — был юлы Мәҙинә кешеһен ҡурсып:
   — Ғүмәр, һин минең ике күҙем, улай һис кемде рәнйетергә хаҡың юҡ, ҡадир түгел! — тигән. Ошо тамашанан һуң мосолмандар араһында “Ғүмәр сәхәбә — Ислам күҙҙәре“ тигән исем йәбешеп ҡалған тарихта.
   Мәҙинә мәсетен төҙөүҙә Мөхәммәт пәйғәмбәр баштан уҡ үҙе ҡатнашып, үҙ ҡулдары менән һалышып йөрөгәнлектән, халыҡ уны пәйғәмбәр мәсете тип атаны. Мәсетте бик тантаналы астылар. Был ғәҙәти булмаған тамашаны күрергә мосолмандар ғына түгел, ҡаланың йәһүди, носрани халҡы ла йыйылды. Һуңғыларының байтағына аҙаҡ ислам диненә тартылырға шулай бер орлоҡ та һалынғандыр.
   Мөхәммәт рәсүл үҙе бик яғымлы тауыш менән һәр кемгә аңлашырлыҡ һәм йөрәктәренә етерлек итеп вәғәз һөйләне, Мәҙинә халҡына изгелектәр теләне.
    Халыҡ әйтмешләй, Рәсүл Әкрәмдең ошо дәүер вәғәздәренең береһе мосолмандар араһында шәфҡәт, мәрхәмәт хаҡындағы бер риүәйәткә үк әйләнеп китте.
   — Аллаһы Тәғәлә ерҙе яралтҡанда тәүҙә ул күтер кеүек дерелдәп торған икән, — тип һөйләп киткән Рәсүл. — Уға таш тауҙар килтереп һалғас ҡына, ер дерелдәүенән туҡталған, яйлап ҡатҡан.
   — Тау-таштан да ҡаты нәмә бармы йыһанда вә һеҙҙең ҡөҙрәтегеҙҙә? — тип һорағандар фәрештәләр.
   — Тау-таштарҙан ҡаты тимер бар, ул тау-таштарҙы иретә ала, — тигән Хоҙай.
   — Ә тимерҙән дә көслөрәге юҡмы?
   — Бар. Ут тимерҙән ҡеүәтле. Ут тимерҙе иретә.
   — Ә уттан да көслөһө бармы?
   — Бар. Ул — һыу. Һыу утты һүндерә.
   — О, Хоҙай! һыуҙан да көслөрәк ни бар икән?
   — Уныһы — ел. Ел һыуҙы хәрәкәткә килтерә, хатта күккә осора.
   — И, бар ҡөҙрәттәргә эйә Аллабыҙ! Ер йөҙөндә ҡөҙрәттән, ҡөҙрәтлеләрҙән тағы ни булдырҙығыҙ?
   — Уның береһе һәм иң ҡеүәтлеһе — әҙәми зат.
   — И, Хоҙайыбыҙ, кисерә күрегеҙ, әҙәми заттың да яҡшыһы менән бергә ямандары ла бар түгелме һуң?
   — Ер йөҙө әле йәш. Әҙәм балаһы яңы аяҡҡа баҫып килә. Уның юҡ-барға әүрәгәндәре Иблис ҡотҡоһона бирелә.
   — Кешелек донъяһын нисек күркәм һәм бөйөк итергә, тиһегеҙ?
   — Уның юлы берәү генә: әҙәм балаһының күңеленә илаһи рух һалыу, шәфҡәт һәм мәрхәмәт эйәһе итеү.
   Бына шундайыраҡ хикмәтле әңгәмә һәм тәьҫирле вәғәз эйәһе лә тип танығандар һәм оло хөрмәт, табыныу менән ҡарағандар тоғро мосолмандары пәйғәмбәр Мөхәммәт Рәсүл Әкрәм затҡа.
   Мәҙинәнең бер әҙәме Мөхәммәтте тәүге күреүе менән:
   — Алла рәсүле Мөхәммәт, миңә берәй генә йәшәү ҡағиҙәһен әйтһәгеҙ икән! — тип үтенгән ти.
   — Бер кем хаҡында яман һүҙ һөйләмә, күңелеңде фәҡәт шәфҡәт нурҙары менән һуғар! — тигән рәсүл.
   Мәсеттә вәғәздәре, сәхәбәләре менән кәңәштәре ваҡытында ла пәйғәмбәр ауыҙынан шундай тапҡыр һәм итәғәтле һүҙ-өндәмәләрҙе йыш ишетергә мөмкин булған, тиҙәр өммәттәре. Хоҙайҙың бәхете оҙайлы. Өммәтленең өмөтө оло. Әлеге яңы мәсетендә вәғәздәрен ул урталағы бағана янында баҫып һөйләр булған. Ҡыҙыҡһыныусы халыҡ күбәйә башлағас, бер нисә баҫҡыслы, бейек ултырмалы мөнбәр яһатып, шунан иркенләберәк, дәртләнеп һөйләр булып киткән. Был бағана һәм мөнбәр үҙе риүәйәттәр менән уратылып, тарихтарға уҡ инеп ҡалған.
   Бер заман Мөхәммәттең оҫта вәғәзсе икәнлеген дә ишетеп, уға мәжүсиҙәр, йәһүдиҙәр, христиандар ҙа ҡолаҡ һала башлаған. Уларҙың инанып еткәндәре ислам динен ҡабул иткән. Нәҡ ошо осорҙан Мөхәммәт пәйғәмбәргә йәнә Рәсүл Әкрәм тигән бик йомарт хөрмәтле зат мәғәнәһендәге оло исем дә өҫтәлгән.
   Ҡалала төрлө ғибәҙәтханалар булғас, халыҡ күбәйгәс, яңы мәсеткә мосолмандарҙы үҙ ваҡытында нисек намаҙға йыйыу мәсьәләһе лә алға баҫҡан. Төрлөсә фараз итеп ҡарағандар. Ҡайһылары — нәҡ ваҡытында борғо ҡысҡыртырға, бәғзеләре — саң һуғырға, өсөнсөләре — төтөнө күренер ут яғырға кәрәк, тинеләр. Мөхәммәт быларҙың береһен дә хуп күрмәне:
   — Борғо ҡысҡыртыуҙы йәһүдиҙәр ҡуллана, ул беҙҙе буташтырыр ғына, — тине.
   — Христиан-носраниҙар саң ҡаға, ул да беҙ мосолмандарға ҡул түгел. Мәжүсиҙәр ғүмер баҡый ут үртәгән, утҡа табынған — быныһы ла беҙҙең динебеҙгә ят.
   Шулай, өс тәҡдимде лә рәсүл кире ҡаға. Шунан Ғабдулла бине Зәйет атлы әнсар һәр намаҙ алдынан аҙан ҡысҡырырға кәрәк, тине. Быныһын пәйғәмбәребеҙ хуп күрҙе. һәр намаҙ алдынан мәсет манараһынан асыҡ моңло тауыш менән аҙан әйтмәк бик мәғҡул булыр: ”Әссәләтеү жәмиға! Әссәләтеү жәмиға!..”
   Шулай, мәсеттәрҙә күркәм манаралар күтәрелеп, ислам донъяһында мосолмандарҙы намаҙға саҡырып, һауанан аҙан ауаздары ғүмер дайым тулҡын-тулҡын ағылыр булды. Ергә, күккә сихри моң таралды.
   Алла илсеһенә хәҙер Мәҙинәлә мосолмандарын ошо яңы мәсет тирәһенә туплау, ҡала халҡын, был төбәкте исламға күндереү иң мөһим бурыстарының береһе ине. Мәккәнән иң яҡын мөһәжирҙәре әлегә бик аҙ. Хәбәшстандан, бүтән тарафтарҙан яйлап килеп ҡушылғандары ла кескәй төркөм генә. Уларҙы ла яңы ергә яҡшылап урынлаштыраһы, еректерәһе, эш-шөғөлдәр табаһы, мөхиткә яйлаштыраһы бар.
   Мәҙинәнең тәбиғәте, һауа-көн торошо Мәккәгә ҡарағанда күпкә ҡырыҫ. Көҙ, ҡыш миҙгеле һалҡыныраҡ, йәйгеһен ҡом ҡатыш эҫе самун елдәре тынды ҡура. Күптәр тыуған ерен һағынып ерҫәй, бала- саға йыш ауырый, үлә. Иң ауыры, ололарға кәсеп булмағас, мал табыуы, ишле ғаиләне аҫрауы мөшкөл. Шуға Мөхәммәт һәм сәхәбәләренә кәсеп-һөнәр, сауҙа эшен юлға һалып ебәреү хәстәрҙәре менән дә ныҡлап шөғөлләнергә тура килә. Мәҙинәлә әнсарҙар сафын нығытыу ҙа улар өҫтөндә. Мөһәжирҙәр бигерәк тә әнсарҙар ярҙамына мохтаж. Улар араһында мөһәжирҙәрҙе килмешәк халыҡ тип ҡыйырһытып ҡарағандары ла етерлек, уларға өлөш сығарыуға, ярҙам итеүгә һалҡын ҡарайҙар.
   Төп таянысы булған был ике төркөм мосолмандарын бер-бере- һенә яҡынайтыу өсөн Мөхәммәт рәсүл үҙ-ара туғанлаштырыу сараларына ныҡлап тотондо. Ул-ҡыҙҙарын өйләндерешеп, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар булыр үкел-морондоҡ туғанлығы, өмә юлдары менән йорттар һалышып биреү ише ысулдарын киң ҡулланды. Күктән вәхи ярҙамында был сараларҙың мөҡәддәс икәнен беркетте. Әлеге Нәби мәсете янына Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең үҙенә, сәхәбәләренә өмә менән яңы иркен йорттар һалып бирҙеләр. Ул тирәгә күпләп зәйтүн ағастары ултырттылар.
   Мәҙинәләрҙән яңы дингә күскәндәр араһында исем өсөн генә һаналғандары, икеле-микелеләре, хатта йәшертен мәжүси динен тотҡандары, һаман боттарға табынғандары шаҡтай ине. Быларҙың ҡаҙғәжит ырыуынан Ғабдулла ибн Өббә исемле үҙҙәренә бик абруйлы бай башлыҡтары бар. Ҡарамаҡҡа был зат һәм ярандары Мөхәммәт пәйғәмбәргә яҡшы ҡараған кеүек, мәсеткә даими йөрөйҙәр, бар йолаларҙы теүәл үтәйҙәр төҫлө. Ләкин юҡ-юҡ та Ғабдулла ибн Өббәнең үҙ ҡуштандары менән аҫтан ут йөрөткәнен дә тойорға мөмкин ине. Был зат бик байып, Мәҙинәнең башлығы — шәһрияры булырға ниәтләнеп йөрөгәнендә генә Мөхәммәт рәсүлдең үҙ мөһәжирҙәре менән Мәҙинәгә һижрәте бының уй-хыялдарына кәртә булып ятты, буғай. Ул үҙен өҫтөн сығарыр өсөн ялағайланырға, баш әнсар итеп күрһәтергә мәжбүр булды. Үҙе яҡлылар араһында мөһәжирҙәргә ҡарата ҡотҡо таратты, төрлөсә һөскөттө. Ундайҙарҙан ни мөрәүәт. Шуға быларҙың яйлап монафиҡ- тар тигән яманат исеме сыҡты. Әнсарҙар уларҙың ике йөҙлөлөгөн, монафиҡлығын асып бирҙе. Ике ҡиблаға боролғандарҙың иманы булмаҫ. Үҙҙәренә ышаныс, өмөт төкәнде. Былар барыһы Мөхәммәт, мөһәжирҙәре өсөн өҫтәмә яңы ауырлыҡтар, исламдың нығытыу юлында яңы кәртәләр торғоҙа ине.
   Мәҙинәләрҙән Рәсүл Әкрәм исеме алған Мәхәммәткә шуға лайыҡ хөрмәт һәм хуш күңел дә күрһәтергә кәрәк булғандыр. Алла илсеһе яңы ерҙә башта бары өгөт-нәсихәт, өндәү, инандырыу, яҡшы өлгө күрһәтеү ысулын тотто. Хатта сит диндәгеләр араһынан үҙенә теләктәштәр табырға, ислам диненең өҫтөн яҡтары менән аң-күңел- дәрен арбарға тырышты.
   Мөхәммәткә Мәҙинәлә, Ғәрәбстандың төньяғында иң киң таралған йәһүд, христиан дине вәкилдәре менән уртаҡ тел табыу бик мөһим ине. Шуға күрә ислам динен бығаса булған олуғ диндәргә ҡапма- ҡаршы торған бөтөнләй яңы дин тип түгел, бәлки уларҙағы төп тәғлимәттәрҙе киңәйтеүсе, яңы шарттарҙа үҫтереүсе тиеберәк аңлатыуҙы маҡсат итте. Ибраһим-Авраам, Исмәғил-Самуил, Ғайса-Иисус пәйғәмбәрҙәр өйрәтмәләренең “Тәүрат” (“Тора”), “Зәбүр” (“Псалом”), “Инжил” (“Евангелие”) йыйылмаларының уртаҡ яҡтарына баҫым яһап һөйләне. Ошо нигеҙҙә йәһүдиҙәр менән диндәрҙең үҙ-ара һыйышып йәшәйәсәге хаҡында рәсми килешеү төҙөүгә өлгәште. Христиан-носрани дин вәкилдәре менән дә уртаҡ тел тапты. Бынан һуң байтаҡ ҡына йәһүдиҙәр ислам диненең өҫтөн яҡтарын күреп, мосолман булып китте. Носраниҙар араһынан да Мөхәммәт пәйғәмбәр ҡанаты аҫтына һыйыныусылар байтаҡ булды.
   Шулай өс диндең тыныс, һәүетемсә үҫеш-таралыш йылдары асылды. Мөхәммәт үҙе лә йәһүдиҙәргә эйәреп, уларҙан ҡулайыраҡ күргән бер нисә ғибәҙәт ысулдарын алды, намаҙ уҡыу ҡиблаһын Иерусалим мәсете тарафына борҙо.
Хәйерлегә булһасы барсаһы.

                                                          Мөхәммәттең ғаиләһе. Туйҙар
   Мөхәммәттең яңы урында йорт-ер, ғаилә тормошон юлға һалыуы. Уға йорттар ҡорошоуҙар. Ғәйшә менән туйҙары. Сәхәбәләре менән ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ. Ҡыҙы Фатима менән Ғәлиҙең туйҙары.
   Мәҙинәгә күскәндә Мөхәммәттең ғаиләһе ярым тарҡау хәлендә ине. Һөйөклө Хәҙисәһенең вафатынан һуң яңы хәләл ефет алырға әллә ни форсаты ла, күңеле урынына ултырыр яйы ла, ғаилә яңыртыр артыҡ теләге лә булманы. Хәҙисәһен алыштырыр шунса аҫыл һәм хәстәрлекле зат табылырмы әле, билдәһеҙ.
   Хәҙисәһенең төҫө вә күрке булып, эргәһендә ике ҡыҙы — Фатимаһы менән Өммөгөлсөмө үҫеп килә. Өсөнсө ҡыҙы, Орҡояһы, алыҫ Хәбәшстанда Усман сәхәбәлә кейәүҙә, ә Зәйнәбе ире Ғәбделәссәм менән әлегә Мәккәлә тороп ҡалды.
   Пәйғәмбәрҙең үҙенә туғаҙаҡтай күпме яңғыҙ, хәләл ефетһеҙ йәшәргә мөмкин? Хәйер, Ғәйшә менән йәрәштереүҙәренә инде ике йылдан артыҡ ғүмер үтһә лә, ул Мәҙинәгә аҙағыраҡ килгәндән һуң да байтаҡ ваҡыт уҙғарып, уны ҡатын итергә саҡ мөҙҙәте еткәндер, тип уйланы рәсүл. Бер нисә иң яҡын кешеләрен генә саҡырып, никах уҡытып, тауыш-тынһыҙ ғына туй ишаратын яһанылар. Туй аштары ла һөтлө аштан ары китмәне.
   Мәккәләге өйҙәш йорттағы йофаф төндәре, шыҡһыҙ көндәре лә, төҫһөҙ ашау-эсеүҙәре лә, һыу ҙа ҡаты-ҡото ғына булғандыр. Был тәүге айҙарын Ғәйшә: “Ай буйы ут яҡмай, бер ни йылы аш-һыу әҙерләмәй, хөрмә һәм һыу менән генә туҡлана инек, ҡай саҡта йыуаса килтергеләйҙәр ине”, — тип хәтерләр.
   Яңы мәсеттәре янына һалдырылған йорттарына күскәс кенә ғаилә ҡорор шарттары тыуып китә, ахырыһы. Бер аҙҙан Мәккәлә ҡалған Сәйҙә исемле ҡатынына рәсүл ире янына килеп һыйынырға саҡ форсаты сыға. Уныһына Мөхәммәт үҙ аҡсаһына кескәйерәк йорт һалдыртып бирә. Донъялары түңәрәкләнеп, хәл-әхүәлдәре мөбәрәкләнеп киткәндәй була. Рәсүлдең күңеле лә бөтәйә килә. Нәҡ ошо осорҙарҙа һүҙ һыйыр иң яҡын сәхәбәһе Ғүмәргә әйткән түбәндәге һүҙҙәре мөьминдәре теленә күсеп ҡалған: “И, Ғүмәр, ир кешегә Хоҙайыбыҙ ихтыяры менән тәғәйен ҡәҙерлеһе, иркә, игелекле, итәғәтлеһе ҡатынылыр. Ир күҙе уның йән күркенә бағыр, хәләле янында саҡта уға буйһонор, юҡ сағында үҙенең намыҫын вә сафлығын һаҡлар”.
   Һөйләүҙәренсә, Әбүбәкер сәхәбәһе ҡыҙы наҙлы Ғәйшә никахлашҡан саҡтарында үтә йәш була. Ғәрәбстан тәбиғәте ҡыҙ балаларҙы иртә өлгөртә, мөхәббәт ялҡындарын ҡан тамырҙарынан йәһәт йүгертә. Рәсүлде Хәҙисәһенән ҡала иң яраттырыр ошо Ғәйшә һылыу булған, тиҙәр.
   Бер заман, байтаҡ ғүмер бергә йәшәгәс, Мөхәммәттең үҙен өҙөлөп һөйөүен татығас, Ғәйшәһе һорай ҡуйған икән: “Мине лә Хәҙисәң кеүек яратаһыңмы?” — тип. “Юҡ, — тигән быға рәсүл. — Хәҙисәгә тиңләшер бер хәләлем, йәриәм дә була алмаҫ. Ни өсөн тигәндә, Хәҙисә бәғерем мине ярлы бәдәүиҙән бай кеше итеште, мине бөтә рухы- бәғере менән Аллаһы Тәғәләнең хаҡ рәсүле итеп ололаны, исламға инанды, минең иң ныҡлы таянысым һәм тоғро юлдашым булды”.
   Сибәр, йәш һәм аҡыллы Ғәйшә бындай йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәренә көнләшеү йә ярым үпкәләү рәүешенә тамсы ла шик ҡалдырмайынса, хәләл ирен, пәйғәмбәрен тағы ла нығыраҡ хөрмәт итергә, шунса яратырға, йәнен-тәнен тамам бағышларға ҡеүәт тапты.
   Яңы ерҙә Мөхәммәт үҙенә иң яҡын сәхәбәләрен дини-рухи яҡтан ғына түгел, туғанлыҡ, ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ ептәре менән бәйләү хәстәрлеген дә уйлаған, буғай.
   Хәҙисәһенән тыуған оло ҡыҙы Фатима үҫеп етеп килә. Рәсүл Әкрәм тоя, күрә йөрөй: йәш, батыр егет ярандары сибәр ҡыҙына күҙ ата, йөрәктәре ҡайнай, быуындары ҡаҡшай. Сибәрҙәрҙең сибәре шул. Күктәге Зөһрә йондоҙ кеүек йөҙҙәре нур сәсмәле. Шуға үҙен Зөһрә йондоҙ ҡыҙ тип тә йөрөтә күптәр. Шағирҙар уның гүзәллеге хаҡында шиғырҙар яҙа, йырсылар йыр сығара.
   Пәйғәмбәр ҡыҙы Фатимаға инде ун алты йәш, хөрмәләй бешеп өлгөргән сағы. Ул тағы кемдәрҙең күҙен ҡыҙҙырып, йөрәктәрен яндырып күпме йөрөр. Ымһыныусылары күп тә бит, кемдең ҡыйып һүҙ әйтергә батырлығы етер, йәки ҡыҙ үҙе берәй ым-ишара бирер. Улай ғынамы, төп һүҙ пәйғәмбәр атаның үҙендәлер. Бәлки, Хоҙай ҡарамағындалыр.
   Сәхәбәләр, белепме-тойопмо, гүзәл Фатиманың ҡорҙаштары Әбүталип улы, үҙе матур, үҙе батыр Ғәлигә насип булырын юраған. Юраған юш килә икән шул: бер заман күктә Ябраил фәрештә пәйҙә булған, ҡулындағы ефәк таҫмаға биҙәп матур һүҙҙәр яҙылған. Мәғәнәһен Ябраил фәрештә үҙе аңлатып биргән: “Аллаһы Тәғәлә ҡыҙың Фатиманы ағайыңдың улы Ғәлигә никах итте һәм күктәрҙәге бар йән эйәләренә бойорҙо, күк, ер йөҙөн йәмләне”. Был әйткәндәренә йәнә шуны өҫтәгән: “Аллаһы Тәғәлә тағы шуны бойорҙо: “Бар, хәҙрәтең Мөхәммәткә ошо һүҙҙәремде еткер һәм үҙҙәренә хәйерле тормоштар телә. Ҡолом Ғәли менән йәриә Фатимаға ике ир бала бағышланым. Донъя йөҙөндә йәдкәр вә ҡәҙер-хөрмәт менән телгә алырлыҡ эҙ ҡалдырыусы кешеләр булырҙар. Күңелдәренә бер ҡәтерә лә шик-шөбһә килмәһен!” — тине”.
   Пәйғәмбәр фәрештәнең вәхи һүҙҙәрен тыңлағас, Аллаһы Тәғәләһе бойороғо менән үҙенең уй-ниәте тап килгәнлеген белдерҙе, сәхәбәләренә туй хәстәрен күрергә ҡушты, мөьминдәренә туй көнөн иғлан итте.
   Һөйөклө ҡыҙы менән кейәүе туйының матур үтеүен һөйләп, аңлатып бөтөрөрлөк түгел: мосолмандары әллә күпме бүләк килтерҙеләр, йәштәргә оҙон татыу ғүмер, ишле ғаилә теләнеләр. Туй, һый күрке бар Мәҙинә ҡалаһы эсенә ташып сыҡты, һөйөнөстәр, теләктәр күктәргә ашты. Аҙаҡ риүәйәттәргә күскәнсә, туйға бик хөрмәтле һәм данлыҡлы мөһәжирҙәрҙән һәм әнсарҙарҙан ете йөҙҙән ашыу ҡунаҡ саҡырылған. Теләгән бер кеше туйға инеп, йәштәргә бүләктәр тапшырған, туй һыйын татыған, доғалар ҡылған. Ул туй кисендә, йофаф төнөндә Мәҙинә урамдары, күк йөҙө илаһи нурҙар менән балҡып торған, тиҙәр. Риүәйәттәр буйынса, Ябраил фәрештә ете йөҙ мең фәрештә ғәскәре менән был туйҙы йәмләп һәм һаҡлап күктән күҙәткәндәр, ти.
   Был туй аҙаҡ риүәйәттәрҙә данланыр, Ғәли батырҙың ҡаһарманлыҡтары тарихтарға инер, ислам ҡеүәтен арттырыр. Улар никахынан алты бала донъяға килер: Хәсән менән Хөсәйен, Зәйнәп, Өммөгөлсөм, Раҡыя, Мөҡсин. Быларҙың һуңғыһы донъяға килгәндә ҡан китеүҙән Фатима үҙе донъянан үтер.
   Пәйғәмбәр ҡыҙы Фатиманың туйынан һуң, быларҙан үрнәк алмаҡсы, Мәҙинәлә һәм шул тарафтарҙа мөһәжирҙәр менән әнсарҙарҙы туғанлаштырыр, ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ ептәре һәм уртаҡ яҙмыштары менән бәйләр унарлаған, йөҙәрләгән туйҙар шаулап уҙыр, мосолман донъяһын йәмләп һәм ҡеүәтләп ебәрергә ярҙамы тиер, иншалла.
   Мәҙинәгә күсеп килгән хижрәт йылдары — Мөхәммәттең ир уртаһын үткән, сынығып еткән ғәйрәтле осоро. Үҙенә, ҡатындарына йорттар һалып биргәс, ғаилә тормошо ла тотороҡло, етеш юлға һалына, үҙе лә тулыланып, һиммәтләнеп китә. Замандаштары шулайыраҡ тасуирлайҙар: “Рәсүл хәҙрәт урта буйлы, тулы кәүҙәле, сәләмәт тәнле, киң күкрәкле, күркәм һаҡаллы була. Йөҙө түңәрәк, матур, ҙур ҡара күҙле, нәҙек оҙон ҡашлы, уртаһы ҡалҡыуыраҡ танаулы, тештәре саф ынйы кеүек аҡ һәм тигеҙ ине. Сәс вә һаҡалы сылт ҡара булып, бөҙрәләнеп тора ине”.
   Был осорҙа рәсүлдең тулы ҡанлы тормошо һәм әүҙем пәйғәмбәрлек эшмәкәрлеге йәйелеп китә.
                        Дауамы ошонда:

Әссәләмүғәләйкүм мосолман ҡәрҙәштәр. Һорау һеҙгә: әгәр ошо бәләкәйерәк шрифт менән «Әбйәлил» сайтымда (Мөхәммәт пәйғәмбәр) мәғлүмәт сығарһам нисек? Бында 14 шрифт, элек 16 шрифт ине Контакта, йәки однокласниктә комментарий яҙығыҙ. Һеҙгә уҡыуы нисек уңайлы?