Аллах Акбар

                   Мөхәммәт пәйғәмбәр (аҙағы)

   Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ хаҡында Ғайса ХӨСӘЙЕНОВтың «Ватандаш» журналында (№ 6) сыҡҡан хикәйәте.

   Вәғәздән — ҡоралға, изге яуға Ислам динен таратыуҙа вәғәздән ҡоралға ысулы — йыһат. Каруандарға һөжүмдәр. Был хаҡта Ҡөръәндәге вәхи.

   Алла исеменән өгөт-нәсихәт, вәғәз ысулы ғына яңы дингә өндәүҙә әллә ни ҙур һөҙөмтәләр бирә алманы. Ислам диненә өндәмәгә ун өс йыл тулды, хаҡ мосолмандар бер-ике меңдән бигүк артманы. Мөхәммәт пәйғәмбәр тоғро сәхифәләре, ғаиләләре, бар мөьминдәре менән туған Мәккә ҡалаһын ташлап күсеп китергә — һижрәткә мәжбүр булды. Үҙ ырыуҙаштары көрәйештәрҙән, яһил башлыҡтарынан күпме ыҙа-яфа, мәсхәрә, ҡыҫым, эҙәр кисерҙеләр. Яңы урында, Мәҙинәлә, һәр тарафта дошмандары, кафырҙар, монафиҡтар һаман ҡайнап тора. Мөьминдәре йүнле, төшөмлө эш-һөнәр таба алмай, мохтажлыҡ эсендә йәшәй.


   Мөхәммәт пәйғәмбәр һәм сәхәбәләре хәҙер шуны яҡшы төшөндө: өгөт-нәсихәт менән генә яһил әҙәмдәрҙе, бәдәүиҙәрҙе, ботҡа табыныусыларҙы яңы дингә күндереүҙәре бик ауыр, хатта мөмкин дә түгел. Киреһенсә, дошманлыҡ, ҡаршылыҡ, күрә алмау арта ғына бара.

   Аллаһы Тәғәләнән ингән вәхи менән Мөхәммәт рәсүл шуны белдерҙе: «Әгәр ҙә кафырҙар үҙҙәренең ахмаҡлыҡтары арҡаһында иманға килмәһәләр вә күңелдәре һаман ҡара булып ҡала икән, ул сағында дин уларға ҡылыс ярҙамында индерелер!» — тине.
   Был мәғлүмәтте мөһәжирҙәре һәм әнсарҙары хуплап алды, Мәҙинә, сүл бәдәүиҙәре ҡыуанып уҡ киттеләр, ислам диненә теләп инә башланылар, дошмандарынан үс алыу дәрте менән ҡабындылар. Бына Алла һүҙе әҙәмдәргә ҡалай ҡөҙрәтле!
   Рәсүл Әкрәм хәҙрәттәре был хаҡта үҙе лә ныҡ уйланғандыр, диндәр тарихына ла баҡҡандыр, үҙенә тиклем килгән пәйғәмбәрҙәр яҙмышын да заманы, мөхите күҙлегенән кисергәндер, моғайын. Муса пәйғәмбәр әҙәм күңелдәренә шәфҡәт, мәрхәмәт рухы һалырға тырышҡан, үҙ динен мөғжизәләр юлы менән дә раҫлаған. Ғайса пәйғәмбәр — Иисус Христос — хәҡиҡәт һүҙе, алдан күреүе, ҡөҙрәте менән күберәк инандырған.
   Аллаһы Тәғәлә һуңғы пәйғәмбәренә көс-ҡеүәт, ҡылыс ҡулланыуҙы ла бер шарт иткән. Тимәк, исламдың дошмандарына, кафырҙарға ҡаршы ҡорал тотоп изге һуғышы — йыһат та мөһим сара. Ҡөрьәндә яҙылғанса, хатта ки «Алла үҙ һүҙҙәре менән хәҡиҡәтте нығытыуҙы һәм кафырҙарҙы һуңғы кешеһенә тиклем ҡырып бөтөрөүҙе теләй» (Ҡөрьән Кәрим. Өфө, 1993 (8, 102).
   «Һәм фетнә бөткәнгә тиклем һәм бөтә дин Аллаға булғанға ҡәҙәр һуғышығыҙ!» (8, 39).
   Ислам тәғлимәте үҙ мөьминдәрен, әүәле гонаһтары булған тәҡдирҙә лә, әгәр изге яуҙа һәләк булһалар, гонаһтары юйылып, йәннәткә инеүҙәрен вәғәҙә итә. Ғөмүмән, һәр кем яҙмышына яҙғанын күрергә тейеш. Мөьмин былай үләме, йыһаттамы — Хоҙай ҡушҡаны. Ни булһа, шул булыр, Хоҙай ҡушҡаны булыр, тигәндең ошо заманда таралыуы ла осраҡлы түгел.
   Рәсүл биргән ҡорал көсө, дин дошмандарына ҡарата ҡулланылыр йыһат, йәннәт өмөтө тиҙ арала үҙенекен эшләй башлай: яусы бәдәүиҙәр күпләп ислам динен ҡабул итә, дин өсөн, көн өсөн һуғыштарға ҡорал һайлай, ҡылыс ҡайрай. Байтаҡтары яуҙа ҡулдарына улъя төшөрөргә, байып китергә хыяллана.
   Мөхәммәт пәйғәмбәр үҙе лә хәҙер дошмандары, кафырҙар менән аяҡ терәберәк һөйләшә башлай, йыһат менән өркөтә. Әле үҙ ирке, тыныс юл менән мосолман булырға димләй, төрлө уңайлыҡтар, өҫтөнлөктәр тәҡдим итә. Алланың ҡәтғи бойорғаны, рәсүле вәғәҙәләре, ҡыҙыҡһындырыуҙары үҙенекен эшләй — ислам сафы айҙан-айға, алда йылдан-йылға ғәжәйеп ишәйә, көсәйә бара. Ул тора-бара оло көскә әүерелә. Пәйғәмбәр эше фарман менән икән, өммәттәренеке — дарман менән. Мосолмандарға хәҙер ныҡлап ҡоралланырға ла, мал-мөлкәткә эйә булырға ла бик фарыз. Күптәрҙең усы үс, улъя менән ҡысый ине.
   Ҡыҙыу баштар тиҙ табылды. Рәсүл үҙе үҙәктәрен өҙгән, юлына арҡыры төшкән яуыз дошмандарынан үс алыу, ҡораллы һабаҡ уҡытыу менән ҡыҙҙы. Мәҙинә аша йә тирәләй үтер каруан юлдарын үҙҙәре күҙәтеүе аҫтына алды. Бер-ике төбәккә яуға сығып ҡараны. Ләкин көткән һөҙөмтә булманы. Дошмандары инде үтә һаҡ һәм ныҡлы ҡарауыл аҫтында ине. Улъя яуһыҙ, ҡанһыҙ ғына ҡулға төшөрлөк түгел. Ҡеүәтлерәк көс, яй кәрәк.
   Бер яйы табылды ла шикелле. Хас дошмандары Әбүсуфыяндың каруаны Шамдан (Сириянан) Мәккәгә үтеү хәбәрен ишеттеләр. Етмеш-һикһәнләп ҡораллыһы былар юлына ҡаршы сыҡты. Каруан йөктәрен ике йөҙләп ҡораллы һаҡсылары ҡурғай килгән икән. Тиңһеҙ алыш башланды. Ике яҡтан ҡара-ҡаршы уҡтар яуҙы. Еңеү, улъя ҡулдан ысҡынды.
Икенсе бер һөжүмдә ике әсирҙе ҡулға төшөрҙөләр. Береһе мосолман динен ҡабул итергә ант бирҙе, икенсеһе, быға ризалашмағас, язалап үлтерелде. Дингә диндең, ҡанға ҡандың бер сатҡыһы гүйә бары шул булды. Былар йыһаттың тәүге тамсылары ғына ине әле.
   Рәсүл бындай ғына яҫҡыныуҙарға һис ҡәнәғәт түгел, яуыз дошмандарының ҡотон алғыһы килә уның. Бер көндө ул алыҫ юлдан каруан үтәһен ишетеп, Ғабдулла исемле ғәййәр кешеһен ун ғына һыбайлыһы менән шул тарафҡа оҙатты. Һуғыш, юл баҫыуҙар тыйылған рәжәп айы тип тормай, быны иң уңайлы көтөлмәгән мәл тип ҡараны. Ҡораллы һыбайлылар бер кешеһен Мәккәгә ғибәҙәт ҡылырға барыусы бер һәләмә генә мосафир итеп кейендерҙеләр ҙә каруан эҙенән ебәрҙеләр. Ул каруандың дүрт кенә һаҡсылы, рәжәп айында хәүеф-хәтәр көтмәгән бай мал-тауарлы икәнен белеп ҡайтты. Бер тау арауығында кинәт һөжүм итеп, бер һаҡсыһын үлтереп, ҡалғандарын әсир итеп, үҙҙәре зыян-зәүер күрмәй Мәҙинәгә бай ғына улъя менән әйләнеп ҡайттылар.
   Бындай хәлгә Мәҙинә халҡы ғәжәпһенде һәм рәжәп айында юл баҫыусыларҙы ғәйепләне лә, әлбиттә. Мөхәммәт үҙе лә, тәүсиәтен дөрөҫ аңламауҙары тип, яуланған улъя-ғәнимәттән үҙ өлөшөн алыуҙан баш тартты. Әммә оҙаҡламай Ҡөрьәндә вәхи аша ингән шундай юлдар барлыҡҡа килде: «Һинән, изге айҙа һуғышыу яраймы, тип һорарҙар. Был айҙа һуғыш — гонаһ. Әммә, Аллаһ юлына инергә теләүселәргә ҡамасаулау, уларҙы Ҡәғбәнән ҡыуыу, боттарға табыныу изге айҙа үлтерешкә ҡарағанда күпкә олораҡ гонаһ, тип яуап бир!» Вәссәләм.
Аллаһы Тәғәләнең бындай аңлатмаларынан һуң рәсүле үҙенә тейеш улъя өлөшөн дә алды, Хоҙайҙары яугирҙарын да ярлыҡаны. Йәрхәмбикалла.

                                                 Бәдер һуғышы
   Яуыз дошманы Әбүсуфыянҙа ҡаршы Бәдер һуғышы. Мосолмандарҙың еңеп сығыуы. Ҡорбандар. Әсирҙәр. Яу табышы — ғәнимәтте бүлеү. Хәбәшстанға сәфәр. Мөхәммәт яҡлыларҙың бында ла отошо.
   Һижрәттең икенсе йылында, 624 йылдың йәйендә, Мөхәммәт ымһындырғыс бер хәбәр алды: яуыз дошманы Әбүсуфыян бер мең дөйәле каруан менән Шамдан юлға сыҡҡан икән. Оло юлдары Мәҙинәнән әллә ни алыҫ үтмәйәсәк. Был хәбәр ғәлиәссәләмебеҙҙе шундуҡ сәмләндереп ебәрҙе. Үс-ҡон алыр көндөң ошонан да яйлыһы булмаҫ. Аллаһы бирһә ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына, ти.
   Мәҙинә мөьминдәренә йәһәт кенә атлы-дөйәле йылдам төркөмдәр тупларға бойорҙо. Мөһәжирҙәр үҙ төркөмдәрендә, әнсарҙар үҙҙәрендә йәшел байраҡтары менән. Йыһат икән, ҡоттарын алырлыҡ, мул табыш-ғәнимәт төшөрөрлөк йыһат булһын.
   Бер-ике көн эсендә бик тиҙ йыйынып, ҡоралланып, йөҙгә яҡын ир- егеттәр ҡайһыһы атта, байтағы дөйәлә иртә таңда ғәреп тарафына юл тоттолар. Баҫҡынсыларҙың юлы Ҡыҙыл диңгеҙгә табан, бейек тауҙар теҙмәһенең Бәдер йылғасығы ҡырындағы тар урынына йүнәлде. Шунда һағаламаҡсылар дошмандарын.
   Бәдер төбәгенә еттеләр. Кескәй йылға янынан һөҙәкләнеп күтәрелгән тау битендә өҫтәрәк боҫҡон ҡорҙолар, һәр төрлө әҙерлек, һаҡлыҡ сараларын күрҙеләр.
Ошо уҡ ваҡыттарҙа каруан башлығы Әбүсуфыян, күрәһең, үҙ шымсылары аша мосолмандар юл баҫасаҡтарын ишетеп, ашығыс рәүештә Мәккәгә бер һыбайлыһын ебәреп өлгөрә. Ул егет килеп төшөү менән төнөн үк саң ҡағып, барлыҡ Мәккә кафырҙарын аяҡҡа баҫтыра. Таң атыуға йөҙ һыбайлы, етмеш дөйәле ҡораулы-яһаулы ир-егеттәр Шамға ҡарай оло юлға сығырға әҙер. Бигерәк тә Әбүсуфыяндың бисәһе, Мөхәммәткә яман үсле, ҡон көҫәүсе ҡатын, атаһын, туғандарын, бүтәндәрҙе яуға йәһәтләй. Әүәлге бәрелештәрҙә ире, улы үлгәндәрҙең туғандары ла дәррәү ҡуҙғала. Яу башлығы итеп етмеш йәшкә еткән, әммә яусыл ғәйрәте һаман ташып торған Әбүжәләм тигән тәжрибәле әҙәмде тәғәйенләйҙәр.
   Ә Әбүсуфыян, ҡарт бүре, Мәккә көрәйештәре ҡоралланыш юлға сыҡҡан арала әлеге Бәдер йылғаһы буйына, текә тау һырттарына яҡыная килә оло юл ситләй тапалған һуҡмаҡтарҙы, ат-дөйә тояғы эҙҙәрен ентекле күҙәткәндә, бер тоштараҡ һуҡмаҡтарҙа зәйтүн емешенең ваҡ тостарын күпләп шәйләй. Шулай был һуҡмаҡтарҙан дошман үткәнен белә. Тимәк, улар каруанды алда, ошо тирәлә һағалай булыр. Алға күҙәтселәрен ебәрә, ә үҙе каруанын оло юлдан ситкә ҡайырып, текә тау буйы ҡыҫығын ҡырҙа ҡалдырып, ҡыялатып уҙа. Шулай өҫтәренә ҡапыл һөжүмдән ҡотола, юлын яҙҙыра. Ҡыҙыл диңгеҙ буйына яҡынлашҡас, инде баҫҡынсыларҙан тамам ҡотолғанын аңлай. Быны белгәс, Әбүсуфыян үҙен ҡурсаларға килеүсе көрәйештәргә баҫҡынсыларҙан ҡотолғанын, ә үҙҙәренең Мәккәгә кире әйләнеп ҡайтырға кәрәклеген хәбәр итә.
   Көрәйештәр бындай шатлыҡлы хәбәрҙе алғас, күптәре һөйөндө, ә бәғзеләре ниңәлер көйөндө. Һуңғылары дошмандарынан үс-ҡон алыу менән яна ине. Шулай, ҡапма-ҡаршы ҡараш тыуғас, күҙәтселәр ебәреп, дошмандарының көсөн, ҡай тоштараҡ ятыуҙарын белергә ҡарар иттеләр. Улары ҡораллы мосолмандар йәшеренеп ятҡан урынды асыҡлап, бары өс йөҙ тирәһе кеше барлығын аныҡлап ҡайтты.
   Мәккәлеләр кәңәш ҡорҙолар. Күпселек имен-аман кире ҡайтыу яҡлы булһа, ҡулдары ҡысығандар, үс менән ҡанғандар ҡан-ҡон көҫәне.
Аҡыллыраҡтар төрлөсә өгөтләп ҡараны: «Нығыраҡ уйлаһағыҙсы, ул яуға сыҡҡан мәҙинәлеләргә хәҙер бер ни түгел, ҡылыс күтәргән икән, үҙе үлгәнсе ҡорбанын да иҫән ҡалдырмаҫ, үҙҙәре әйткәнсә, уларға үлем шәһит китеүгә тиң. Унан, араларында үҙ мәккәлеләребеҙ, туған-тыумасаларыбыҙ күп. Беҙ, әйтәйек, еңеп сыҡҡан тәҡдирҙә лә, үлтергән ҡан ҡәрҙәштәребеҙҙең Мәккә туғандары алдында ниндәй йөҙ менән күренербеҙ».
   Бындай йөрәк һүҙҙәре байтағын һыуындыра төштө һәм улар ҡәтғи рәүештә кире боролорға, Мәккәгә имен-аман, ҡан ҡоймайса, яҡты йөҙ менән ҡайтырға ҡарар итте. Әммә ләкин Нәҡләх бәрелешендә туғандарын юғалтҡандар Әбүжәләм атлы яһил ҡотортҡоһонда барыбер үс менән яндылар һәм мосолмандар өҫтөнә ябырылмаҡ булдылар. Тәүгеләре туған ҡалаларына боролдо, ҡан көҫәгәндәр Бәдер йылғасығы буйына йүнәлде. һуңғыларының уй-ниәтен еңел еңеү һәм мал-мөлкәт тейәп ҡайтыу ҙа елкетә ине.
   Мөхәммәт ғәлиәссәләм яуыз дошманы каруаны ҡулдарынан ысҡыныуын белһә лә, мәжүси мәккәлеләрҙең ҡара яу менән килеүен үҙ күҙәтселәре аша ишеткәйне инде. Шуға ул яуға ныҡлы әҙерләнеп өлгөрҙө: төп көсөн тау үрендә тупланы, төбәкте үҙ һаҡлауы аҫтына алды. Үҙенә тау өҫтөндә оло ҡыуыш ҡорҙолар, бер-бер киҫкен хәл сыға ҡалһа, йылғыр бер дөйә тоттолар янында, йән һаҡсылары торҙо тирә-йүнендә.
   Бер мәл Бәдер йылғаһы аръяғындағы киң уйһыулыҡҡа дошман алғасҡыһы килеп керҙе. һыуға сарсаған яугирҙар йылға буйы шишмәһенә ябырылды. Быны һағалап торған рәсүл һыбайлылары кинәт улар юлын бүлде. Мөхәммәттең туғаны Хәмзә үҙ әжәлен эҙләп алдан төшкән ҡан дошманы Әбүжәләмдең ярты кәүҙәһен ҡылысы менән умыра сапты. Арттағылары боролоп ул-был иткәнсе, һырт биргәнсе, алдағыларын ҡулға төшөрҙөләр.
   Оҙаҡламай торбалар ҡысҡыртып, ҡара яу булып, дошмандың төп көстәре урман араһынан уйһыулыҡҡа килеп сыҡты. Атлы-дөйәле, ҡорал- яһаулы, уҡ-һаҙаҡлы, ҡалҡанлы ғәскәр ҡарамаҡҡа иҫ китмәле ине. Үҙҙәре бар яу-һуғыш ҡағиҙәһен тотмаҡсы, ахырыһы. Бер саф булып теҙелеп туҡталдылар. һөңгөләре тигеҙ һерәйешеп, ҡотто алып тормалы.
   Рәсүл яугирҙары Бәдер һыуының һул ярындағы туғайҙа ойошоп өлгөргәйне инде. Сафтар тегеләрҙекенән, әлбиттә, йоҡараҡ, әммә йөҙҙәрендә, күҙҙәрендә яҡтылыҡ балҡыуынса, үҙ көстәренә, Аллаһы Тәғәләләре һаҡлашырына өмөттәре ҙурлығы күренеп торғандай ине.
   Бер мәл дошман сафынан өс бәһлеүәндәй ир алға сығып, ара ҡалдырып, майҙан уртаһына табан йүнәлде. Мөһәжирҙәр үҙҙәрен тиҙ таныны. Береһе — Әбүсуфыяндың ҡайныһы Ота бәһлеүән, икенсеһе — ҡәйнеше Вәлид, өсөнсөһө Отаның туған кешеһе Шәлбә ине. Ысындан да, өсөһө лә танылған бәһлеүән заттар. Яу алды ҡануны алыш икән, ҡарыулашып булмай, йола, намыҫ һаҡлап, бәһлеүән-батырҙар сығарыу шарт.
   Мөхәммәт тә өс батырын һайлап майҙанға сығарҙы. Ләкин ҡаршы яҡтан ҡапыл тауыш ҡупты: «Юҡ, былар түгел, беҙгә хыянатсылар фәлән- фәләндәр сыҡһын!» — тип исемләп ҡысҡырҙылар.
   Нишләһендәр, дошман шартына күнмәй сара юҡ, намыҫ бар: майҙанға иң хөрмәтле батыр уландарын Хәмзә менән Ғәли бәһлеүәнде, йәғни Мөхәммәттең кейәүен һәм ике туғанын, йәнә Обәйхад бин Хәдисте сығарҙылар.
   Хәнйәр менән алышлы был хәтәр көрәштә үҙҙәренән ҡеүәттәре һәм оҫталыҡтары һис ҡайтышмаҫ бәһлеүән дошмандарынан Хәмзә менән Ғәли батыр күпкә өҫтөнөрәк булды, тегеләрҙе әлһерәтеп, албырғатып, сәнскеләп үлтерҙеләр. Ә Ота менән Обәйхадтың тиң алышында икеһе лә ҡаты яраланып, аҙаҡтан ғына Обәйхад дошманын үлтереп ташлай алды. Һуңынан үҙе лә ҡаты яраһынан вафат булып ҡуйҙы.
   Был ҡанлы, үлемесле тамашанан һуң оло яу башланды. Мөхәммәт яугирҙары, ҡаршы яҡтың һан яғынан күпкә өҫтөнлөгөн күреп, өҫтәренә һөжүм түгел, үҙ-үҙҙәрен һаҡлау, ҡурғау ысулын тотто. Тау үрендә нығындылар, һөжүм итеүсе дошманға уҡ ямғырҙарын яуҙырҙылар, сафтарын һирәкләттеләр. Мөхәммәт үҙе әлеге ҡыуышы бейеклегенән тороп, яу майҙанын күҙәтте, кафырҙар бүҫеп ингән урындарға өҫтәмә көс ебәрҙе.
   Әлһерәгән, ҡанһыраған дошман төркөм-төркөм булып өҙлөкһөҙ ябырыла ине. Тирә-яҡ үле әҙәм, ат кәүҙәләре менән ҡапланды. Тау үренә лә ябырыла башланылар. Мосолмандар тау ышығына, таш-ҡая араһына һырыҡты. Бер мәл мосолмандар ҡырылып бөтөп бара, рәсүл үҙе ҡайҙалыр ғәйеп булды кеүек тойолдо. Хәл ҡыл өҫтөндә ҡалғандай ине.
   Шул саҡта Мөхәммәт ҡыуышында Хоҙайынан ялбарыуҙар һорап доғалар ҡылғанында бер мәл өйәнәге һуғып, үҙ-үҙен онотҡан. Аңына килгәс, эргәһендәге Әбүбәкергә Аллаһы Тәғәләһе вәхи еткергәнен, кафырҙарҙы еңәсәктәрен белдергән. Шунан ҡыуышынан йәһәт кенә сығып, дошмандары тау башына үрмәләп, һуғышып менеп килер саҡтарында, ерҙән бер ус ҡом-ташлы туҙан алып ниндәйҙер бер доға уҡып һибеп ебәргән:
   — Кафырҙар һәләк булһын! Дөмөкһөндәр! — тип ҡысҡырған. — Ҡурҡмағыҙ! Һуңғы һулышығыҙға тиклем һуғышығыҙ, урынығыҙ ожмахта булыр. Яуға! Яуға! — тип бойорған.
   Мөхәммәттең күҙ алдында тиерлек, ҡыуышынан әҙ генә түбәндә, яҫы ҡая ҡырында иҫ китмәле сәнсеш, үлеш ҡыҙҙы. Пәйғәмбәр ҡыуышын шәйләп алған һәм ат өҫтөндә ҡылысы менән айҡашып юл ярған яуыз дошманы Әбүяһилды Ғабдулла ибн Мәсғүт тигән мөһәжир күреп ҡалды һәм ҡылысы менән бер һелтәүҙә яралап атынан ауҙарҙы. Үҙе лә ҡаты яраланды. Шул саҡ, ауыртыныуҙарына ҡарамай, яһил күкрәгенә бер аяғы менән баҫып, икенсе һелтәүҙә башын өҙә сапты. Был мәхшәргә шаһит булған көрәйештәр ялтанышып ситкә тайҙы, күҙҙәре аҡ-ҡара күрмәй түбәнгә тәгәрәй-түнтәйә ҡаса башламаҫтармы.
   Бәлки, ошо һуңғы ҡанлы тамаша Бәдер һуғышы барышына һынылыш биргәндер. Мосолмандар, йән аямай, пәйғәмбәрҙәрен ҡурсалап ҡала. Әбүяһил дәһжәлдәрен дөмөктөргәс, үҙҙәрен башлыҡһыҙ ҡалдырғас, һырт биреп ҡасмай, тау түбән тәгәрәмәй йүндәре ҡалмағандыр. һәр кемгә лә йән ғәзиз бит.
   Һан яғынан үҙҙәренән өсләтә көслө кафыр көрәйештәрҙе, яман ҡеүәтле башлыҡтарын еңеп сығыуы, әлбиттә, һис тә еңелдән булмаған. Пәйғәмбәрҙәренә ышаныс та мосолмандарға өҫтәмә ҡеүәт һәм дәрт биргәндер. Улар бит тау үрен, йылға буйын һайлап урынлаша, сарсауҙарын ҡандырыр шишмәләр улар ҡулында була. Ә дошмандары асыҡ яландан тау үренә ҡаршы һуғыша, йөк, ауыр ҡорал менән тауға менә алмай, һыуһыҙ сарсай. Оҙон юлдан килә-килә хәлдәре лә, әмәлдәре лә ярым төкәнгән ваҡыт.
   Риүәйәттә һөйләнеүенсә, Аллаһы Тәғәлә мосолмандар яҡлы бит. Ана, пәйғәмбәрҙең дошмандарына бәддоға уҡып, ваҡ ташлы ҡом-саң һибеүе була, күктән өс мең фәрештә, мосолманса кейенеп, ҡанатлы толпарҙарҙа елеп, кафыр дошмандарҙы тауҙан түбәнгә олаҡтыра. Барлыҡ яу ҡырын саң-туҙан, һөрөм ҡаплай. Көрәйештәр уйһыулыҡҡа һибелеп һырт бирә, мәсхәрәле рәүештә яу ҡырын ташлап ҡаса. Мосолмандар, бер аҙ хәл алғас, ятып ҡалған үлеләрҙе йыйып, ерләү хәстәрлеген күрә. Үҙҙәренекеләрҙән алты мөһәжир һәм һигеҙ әнсар шәһит киткән. Дошмандың етмешләп кешеһе үлтерелгән. Шунсаһы әсир ителгән. Үҙ шәһиттәрен йола буйынса яу яланы ҡырында, Бәдер һыуы ярында ерләнеләр. Ә дошман үлектәрен, оҙон ям ҡаҙып, һәммәһен өҫ-өҫтөнә ташлап, ташлы тупраҡ менән ҡапланылар. Шәһиттәренең урыны йәннәттә булыр, дошмандарыныҡы — йәһәннәмдә.
   Ерләүҙән һуң еңеүсе мосолмандар шундай хәлдең бер шаһиты булды: Мәсғүт Әбүяһилдың киҫек башын Мөхәммәт алдына килтереп һалды.
   — Кафыр яһилдарҙың башлығы Әбүяһилдың был өҙөк башына ни ҡылырға бойораһығыҙ, эттәргә ташларғамы, әллә йылғаға ағыҙырғамы? — тип һораны Мәсғүт.
   — Яһилға яһилдарса үлем, бәддоға уға! — тине Мөхәммәт. — Әммә беҙ мосолманса ҡалайыҡ. Үлектәре өйөмөнә олаҡтырығыҙ башын! Йәһәннәм соҡорона.
   Аҙаҡ әсирҙәр яҙмышын нисек хәл итергә йыйындылар. Был тәңгәлдә төрлө ҡараштар булды. Бик ярһыған, үс менән ҡанған Ғүмәр ибн Хат- тап: «Мәккәлә мосолмандарҙы ғазаплаған, беҙҙе һижрәт ҡылырға мәжбүр иткәндәре өсөн язалап үлтерергә кәрәк», — тине. Тынысыраҡ холоҡло, аҡыл менән эш итер Әбүбәкер сәхәбә иһә: «Нисек кенә әсир һаналмаһын, улар үҙ Мәккәбеҙ кешеләре бит, араларында туған- тыумасаларыбыҙ ҙа бар, ғәфү итәйек, беҙ еңеүселәр бит, мәрхәмәтлерәк булайыҡ!» — ти.
   Мөхәммәт үҙе: «Әүәлге пәйғәмбәрҙәрҙе иҫкә төшөрәйек әле, — тип һүҙ башланы. — Әбүбәкер үҙ ҡолдарын кисергән Микаилды хәтерләтә, хуш күңеллелек күрһәтмәксе. Ә Ғүмәр иһә Аллаһы Тәғәләнең дошмандарынан үс алырға теләүсе Ябраил фәрештәне иҫкә төшөрә. Ул: «Тәңрем, ер йөҙөндә бер генә кафыр йән эйәһен дә ҡалдырма», — тип һораған Нух ғәлиәссәләмгә оҡшаш».
   Рәсүл Әкрәм исеменә лайыҡ булыуынса, Мөхәммәт ғәлиәссәләм Әбүбәкер сәхәбә тәҡдимен ҡабул итә. Әсирҙәрҙең, яуыз икеһенән башҡаһын үлтермәҫкә, ғәфү итергә булалар. Әммә әсирҙәр туғандары тарафынан һатып алынырға тейеш.
   Ике әсирҙең береһе, Нәдкәр исемлеһе, Ҡөрьәнде әкиәткә һанап көлгәне, рәсүл алдында мыҫҡыллағаны өсөн, икенсеһе, Уҡба тигәне, Мөхәммәт Ҡәғбәлә вәғәз уҡығанда уны үлтерергә ташланғаны өсөн (пәйғәмбәрҙе үлемдән Әбүбәкер аралап ҡала) үлем язаһына тарттырыла. Аҙаҡ тағы үлтерелергә тейешле бер әсирҙәре сыға — Ғәббәс исемле. Быны төрлө сәбәптәр менән пәйғәмбәр үҙе аҡлай. Һуңыраҡ уның сәбәбен — Ғәббәстең Мөхәммәт тарафынан Мәккәлә шымсы булып ҡалдырылған икәнлеген беләләр сәхәбәләре.
   Каруанды баҫа алмаһалар ҙа, яу улъяһы ла аҙ түгел. Йөҙ иллеләп дөйә, ҡорал-ҡорамал, кейем-төшөм. Тағы әллә күпме ваҡ-төйәге. Уларҙы яугирҙарға, башлыҡтарына йәрәбә менән тигеҙ бүлделәр. Пәйғәмбәр үҙе ғәнимәттең сирек өлөшөн алырға хаҡлы булһа ла, үҙе яу эсендә булмағас, тигеҙ өлөшкә килеште. Хикмәт ғәнимәттә түгел — ғәлибәттә, еңеп сығыуҙа, тине ул. Өҫтәүенә, әле әсирҙәрҙе һатып биреүҙән килер әжер бар.
   Рәсүл Әкрәмде тағы ҡыуандырғаны шул булды: уға яуҙа ҡулға төшөрөлгән, ҡиммәтле ҡоростан ҡойолған ҡылыс бүләк-һәҙиә иттеләр. Был ҡылыс аҙаҡ рәсүл ҡулында үҙе бер ҡиммәтле еңеү иҫтәлеге булып һаҡланыр, һуңыраҡ кейәүе Ғәли батыр ҡулына тапшырылғас, легенда- риүәйәттәрҙә данланыр ҡеүәтле Зөлфәҡәр ҡылысҡа әүерелер.
   Мәҙинәгә еңеүселәр булып, шулай ғәнимәт-улъялар менән ҡайтып төшәләр. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең үҙ шөһрәте, абруйы күпкә күтәрелеп китте. Үҙен, яугирҙарын еңеү шәрәфенә байтаҡ ҡунаҡ итеп һыйланылар. Тағы бүләк-төшөмдәр төштө. Шуныһы ла шәп: Мәҙинәлә шатлыҡ-байрам икән, Мәккәлә — матәм-ҡайғы; мәҙинәләр еңеүсе икән, мәккәләр — еңелеүсе. Туғандарын юғалтыу өҫтөнә әле көрәйештәргә әсирҙәрен ҡиммәт хаҡҡа һатып алаһы ла бар. Ҡайғы өҫтөнә касафаты. Көрәйештәрҙең тағы ҡотон алғаны — ҡыуылып киткән Мөхәммәттең, эйәрсендәренең батырға сыҡҡаны, әллә кемдәр булып киткәне.
   Мәккәлә анау ҡотортоп яуға күтәргән Әбүсуфыян бисәһе үҙе ебәргәндәрҙең хурлыҡлы еңелеп, етмәһә, тағы атаһы, ағаһы, энеһе Хәмзә, Ғәли ҡулдарынан үлеп ятып ҡалыуына яман үрһәләнеп, һәләкәттән имен ҡотолған ирен кире атҡа атландырған. Ул ике йөҙ ғәскәр туплап Мөхәммәткә ҡаршы йүнәлһә, әллә рәсүлдең күләгәһенән, әллә ҡалған ҡораллыларынан ҡурҡып үҙе ҡасҡан.
   Был ваҡытта Мөхәммәттең арып-алйып бер ағас төбөндә йоҡлап ятҡан сағы булған. Бер Дуртүрә тигән башлығы оло төркөм һалдаттары менән уның өҫтөнә килеп сыҡҡан. Үҙе ат өҫтөнән генә тороп:
   — Тор, Мөхәммәт, әжәлең етте. Һине унан бер кем дә хәҙер ҡотҡара алмаҫ! — тигән эреләнеп.
   — Хоҙайым ҡотҡарыр мине, — тигән Мөхәммәт, күҙен асып.
   Бындай ҡыйыу яуапҡа аптырап ҡалған түрә хатта ҡулындағы ҡылысын төшөрөп ебәргән. Йәһәт кенә был ҡылысты эләктереп, аяғына баҫҡан да рәсүл:
   — Хәҙер үҙеңде кем ҡотҡарыр икән, Дуртүрә? — тигән.
   — Мине бер кем дә ҡотҡара алмаҫ шул, — тип яуаплаған ҡото осҡан башлыҡ.
   — Мин — мәрхәмәт эйәһе, Алла рәсүле, үҙем ҡотҡарам, — тип, ҡылысын кире һонған.
   Пәйғәмбәр шулай бының ҡул көсөн генә түгел, яман рухын да һындырған. Аҙаҡ был башлыҡ ислам динен ҡабул итеп, Мөхәммәттең тоғро кешеләренең береһе булып киткән. Уның исеме риүәйәттәргә күскән.
   Был осорҙа йәнә бер ғибрәтле ваҡиға була. Көрәйештәр Мөхәммәттән, уның яҡлыларҙан үс алыр өсөн Хәбәшстанға ҡасҡан мосолмандарҙы, рәсүлдең туғандарын ҡулға төшөрөү маҡсаты менән үҙ кешеләрен ебәрә. Ҙур ғына төркөм килеп, Хәбәшстан башлығының уларҙы ҡабул итеүенә өлгәшә. Мул ғына затлы бүләктәр тапшырып, үҙҙәренең ниндәй ниәт менән килгәндәрен һөйләп бирәләр. Ҡасҡылар — ил, дин дошмандары, шуға күрә беҙгә, мәккәлеләргә, бирелергә һәм язаланырға тейештәр, тиҙәр.
   Башлыҡ мәсьәләнең бик етди икәнен күреп, илдәренә килеп һыйынғандарҙы саҡыртып, күҙмә-күҙ һөйләшергә, хәҡиҡәтте асыҡларға була. Мәккә көрәйештәре үҙ мәжүси диндәрен бик боронғо тип, ә Мөхәммәт халыҡты аҙҙыра, беҙҙең табынғандарыбыҙҙы мыҫҡыл итә, тыныс ҡына йәшәгән ил эсендә тартыш-талаш сығара, тип ғәйепләйҙәр.
Мосолман вәкилдәре үҙ сиратында яңы ислам диненең бер аллалыҡҡа ҡоролоуын, дини тәртип-низамдарын, ғибрәттәрен, шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек нигеҙенә ҡоролошон бәйнә-бәйнә аңлатып бирәләр.
   Башлыҡ быларҙы тыңлай-тыңлай:
— Һеҙ һөйләгәндәр беҙҙең дини тәғлимәтебеҙгә лә яҡын бит, күп яҡтан оҡшаш кеүек, пәйғәмбәрегеҙгә бирелгән вәхи һүҙҙәрен китабынан уҡып ишеттереп ҡарағыҙсы, — ти.
   Мосолман кешеләре Ҡөрьәндең бер нисә сүрәһенән үрнәктәрҙе уҡып ишеттерәләр: «Әй һеҙ, китап әһелдәре! Динегеҙҙә сиктән уҙмағыҙ! Аллаға ҡарата хәҡиҡәттән башҡаны һөйләмәгеҙ. Мәрйәм улы әл-мәсих Ғайса Алланың рәсүле генә һәм Мәрйәмгә ташлаған һүҙе һәм уның рухы ғына. Аллаға һәм уның рәсүлдәренә иман килтерегеҙ!..» («Ән-ниса» сүрәһенән). Йәнә: «Яҡупты, Мусаны, Исмәғилде иҫкә төшөрөгөҙ... Ошолар — уларға Алла бүләк иткән Әҙәмдең тоҡомонан булған пәйғәмбәрҙәренән һәм беҙ Нух менән йөрөткәндәрҙән, һәм Ибраһим һәм Исраил балаларынан, һәм Беҙ тура юлға күндергәндәрҙән. Уларға Әр-Рахмандың аяттары уҡылһа, улар илап һәм сәждә ҡылып йөҙ түбән йығылалар...» («Мәрйәм» сүрәһенән).
   Быларҙы тыңлағас, башлыҡ тәьҫирләнеп ҡысҡырып уҡ ебәрмәһенме: «Ишеттегеҙме, беҙҙең Евангелиелағыса тиерлек бит. Пәйғәмбәребеҙ уртаҡ, тәғлимәттәр беҙҙең китаптарҙа әйтелгәндәргә бик яҡын. Бындай дин ялған дин буламы ни?!. Һеҙ үҙегеҙ ялғансылар, күҙемә күренмәгеҙ! Ҡыуып, һөрөп ҡайтарығыҙ үҙҙәрен!» — тип әмер бирә үҙ хеҙмәтселәренә. Шулай Мәккә мәжүсиҙәре, мосолмандарҙы үҙ ҡулдарына төшөрөп, алып ҡайтып язалайһы ниәттәре урынына үҙҙәре Хәбәшстандан ҡыуып сығарылып, ил-ғәләм мәсхәрәһенә ҡалалар. Мәккәйең мәжүсиҙәре Бәдер йылғаһы ҡырында ғына түгел, күрше Хәбәшстан тарафынан да мәсхәрәле ҡыуылып ҡайтыуға дусар була.
   Ислам тарихына инеп ҡалған был ваҡиғалар Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең абруйы күтәрелеүендә һәм тәғлимәтенең нығына барыуында мөһим урын тота. Ислам диненә инеүселәр күбәйә; өгөт-нәсихәт һүҙе менән бәрәбәр көс-ҡорал һүҙенең кәрәклеге һәм урыны ла асыҡлана. Иншалла.

                                             Яу-көрәштең дауамы
    Йәһүдиҙәр менән ҡырҡыу мөнәсәбәт. Мәккә көрәйештәренең мосолмандарға яу менән килгәне. Өхөт һуғышы. Мөхәммәт яугирҙарының еңелеүе.
   Ҡорал ҡулланыу йәмғиәт эсендәге хәл-ваҡиғаларҙы, дини-идеологик көрәште шаҡтай ҡатмарландырып һәм киҫкенләштереп тә ебәрҙе. Мөхәммәт пәйғәмбәргә аҫтыртын теш ҡайраусылар күбәйҙе. Йәһүдтәр менән мөнәсәбәт боҙолдо. Улар мосолмандарҙың көсәйеүенән ҡурҡып, асыҡтан-асыҡ йә йәшертен төрлө яһиллыҡ ҡыла башланы. Атаҡлы шағирҙары пәйғәмбәрҙән көлөп, мыҫҡыллап төрлө памфлеттар таратты, үҙ халҡын исламға ҡаршы ҡотортто. Үс менән янған мөьминдәр был яһил шағирҙарын үлтереп ташланы. Үскә — үс, ҡонға — ҡон ҡоһоро көсәйҙе. Бигерәк тә йәһүдтәрҙең ҡайнаҡ ҡәбиләһе төрлөсә бәрелешкә ҡоторта һәм ҡоторона башланы. Ҡыҙған һауала берәй осҡон сыҡһын, оло янғын ҡубыр ине кеүек хатта ки. Шуның бер осҡоно сағылып та ҡуйҙы. Әлеге йәһүд ҡайнаҡтары баҙарында килеп сыҡты был. Бер мосолман ҡатын-ҡыҙы йәһүд баҙарына биҙәнеү әйберҙәре алырғамы, төҙәттерергәме килә. Шул арала быны йәһүдтәр уратып ала ла йөҙөн ҡаплаған пәрәнжәһен һәм бөркәнсеген һыҙырып алып ырғыталар. Йөҙө, тәне яртылаш асыҡ ҡалған мосолман ҡатынынан көлөргә, ҡәһҡәһәләп оятлы итергә керешәләр. Быны күреп ҡалған мосолман кешеһе бер йәһүдте сәнсеп үлтерә, бының үҙен йәһүдтәр үлтерә. Шулай баҙарҙа үҙ-ара һуғыш ҡуба.
   Йәһүдтәр ҡан көҫәп, яман ҡоторонорға тотона. Мөхәммәт пәйғәмбәр Мәҙинәлә йәһүдтәр баҙарын яптырырға һәм йәһүдтәр йәшәгән мәхәлләләрҙе ҡамауға алырға мәжбүр була.
   Ҡамау ун биш көн дауам итә. Аслыҡтан йәһүдтәр баш һалырға мәжбүр. Улар аҙаҡ Мәҙинәнән тамам ҡыуып уҡ сығарыла.
   Һуңынан быуаттар буйы хәҙергәсә дауам иткән йәһүд-мосолман дини низағының эстән көйрәр уты шулайыраҡ һалынып ҡала.
   Йәһүдтәр Мөхәммәтте үлтереү өсөн бер нисә тапҡыр мәкерле һәм хәйләле яҫҡыныуҙар ҙа яһар, әммә мосолмандар инаныуынса, рәсүлдәрен Аллаһы Тәғәләләре имен-аман һаҡлай килер. Был осорҙа мосолмандарҙы иң борсоғаны — Мәккә көрәйештәренең ҡанға ҡан ҡайтармаҡ менән янағаны. Ҡаты яраһын ялап бөтәштергән йыртҡыс кеүек, яуыз Әбүсуфыян һәм уның ярандары бер йыл эсендә яраларын уңалтып, өс мең кешелек ҡораллы ғәскәр төҙөр форсат таба. Улар өс мең дөйә, ике йөҙ һыбайлы көс менән ҡеүәтләндерелә. Быларға Әбүсуфыяндың һәммәһен үс-ҡон алырға ҡотортоп йөрөгән һинде исемле ҡатыны ҡатарына иллеләп ҡораллы ҡатын-ҡыҙ ҡушыла. Шуныһы ла бик хәүефле: был яу бик йәшертен әҙерләнә. Улар Мәҙинәне көтмәгәндә барып баҫмаҡсы.
   Шулай ҙа, һуңлабыраҡ булһа ла, Мәккәнән Мөхәммәттең яҡын туғаны быны иҫкәртеп өлгөрә. Мөхәммәт бик ашығыс кәңәшмә ҡора. Уларға тиҙ арала ғәскәр йыйып алыуы бик ауыр. Ҡораллы кешеләре, атлылары ла бик аҙ. Туплай алһалар, бары мең самаһы кеше йыйырға мөмкин. Уның да күбеһе насар ҡораллы, ике йөҙләбе генә атлы. Бындай хәлдә нишләргә? Байтаҡтар дошманды ҡала янында ҡаршылап, унан ҡала эсендә бар халыҡ — ҡулына ҡорал-таш тота алған ҡатын-ҡыҙ, үҫмер балалар менән бергә мәхәллә, урам эсендә һуғышырға кәрәк, тиҙәр. Атлы яугирҙар йәйәүле ҡоралдаштары менән ҡаланан ситтәге һуғышты яҡлай. Мөхәммәт үҙе ҡораллылар фекеренә ҡушыла: «Пәйғәмбәр яу тип ҡылысын ҡындан сығарған икән, уны кире ҡынына тыҡмай. Аллаһы Тәғәлә ярҙамына таянып, дошманды асыҡ яланда ҡаршылар», — ти.
   Ләкин мең самаһы ғәскәр туплау ниәте юҡҡа сыға яҙа: улар яҡлы йәһүдтәр һуғыштан баш тарта. Хәзрәйет ырыуы монафиҡтары ла ҡорал ташлай. Шулай итеп, пәйғәмбәрҙең ҡораллы, атлы яугирҙары ике йөҙ самаһы ғына тороп ҡала. Ни эшләмәк кәрәк: шул кескәй көс менән булһа ла яу биреп ҡарарға.
   Яу урыны итеп Мәҙинәнән алты саҡырым самаһы ары Өхөт тауы янын һайлайҙар. Уларҙы арттан атлылар ҡамауы ихтималынан тау һаҡлар. Мөхәммәт алға атлыларға ҡаршы уҡсыларҙы ҡуйҙы. Был юлы пәйғәмбәр яусыларын яуға дәртләндереп, үҙе лә туранан-тура ҡатнашырға ниәт итте. Өҫтөнә селтәр тимерле ҡыяҡ кейҙе, ҡулына ҡалҡан алды, ҡылыс тотто.
   Ләкин сәхәбәләре Мөхәммәтте һуғыш эсенә инмәҫкә, яугирҙары ышығында тау үрендә яу менән етәкселек итергә күндерҙе. Шул саҡ үҙенең дәһшәтле ҡылысын батыр яугиры Әбүдүжән ҡулына бирҙе: «Һинең ҡулыңдан дошман баштары күберәк тәгәрәһен!» — тип дәртләндерҙе. Уныһы ҡылысты ант итеп алды.
   Мөхәммәт юғарыға, яйлы урынға менеп, яу яланына күҙ һалды. Үҙәктә — Әбүсуфыяндың ҡалҡан-һөңгөлө йәйәүле һуғышсылары. Ике ҡанатта — атлылар. Әйтеүҙәренсә, уңындағыһы — Халит ибн Вәлид. Тәжрибәле яусыл әҙәмдәр.
   Шул арала борғо уйнатып, байраҡсылары аҡ-һары байраҡтарын юғары күтәреп, үҙәк ғәскәр яуға ҡуҙғалды. Улар артынан әллә ниндәй дөңгөрҙәр һуғып, яу сәмен ҡыҙҙырып, ҡатын-ҡыҙҙар һөрәнләп килә башланы. Ҡарап, тыңлап тормаға ҡот осмалы, ғәйрәт ҡайтмалы.
   Мосолмандарҙың алдағы уҡсы, һөңгөлө яугирҙарының тыныслығы юҡҡа түгел ине. Мөхәммәт уҡсыларын дошмандарының уҡ етер араға килеп етеүенән саҡ-саҡ тыйып тора алды. Шунан тәүге уҡтар ямғыры яуҙы, сафтар боҙолдо, үлектәр ятып ҡалды, артта ҡатын-ҡыҙҙар араһында сыр-сыу, ҡәһәр ауаздары ҡупты.
Икенсе тапҡыр уҡтар осошо дошман сафын тамам тарҡатты. Улар тырым-тырағай һырт бирә, ҡаса-дүнә башланы. Шул мәл бер бәһлеүән: «Вафа (үлем), Вафа!» — тип ҡысҡырып, үҙе алға йомолдо, ҡылысы менән уңлы-һуңлы һелтәнеп, артҡа биргәндәрҙе берәм-берәм тураҡларға кереште. Уның йәнәшәһенән Әбүдүжән пәйғәмбәр биргән ҡылыс менән бүҫеп инде, елкә биргән баштар, киҫек кәүҙәләр ергә ауҙы. Үҙе: «Алла ҡылысы! Пәйғәмбәр ҡылысы!» — тип ярһып оран һала ине. Шулай көрәйештәр өҫтөндә ҡылыстар ялтыраны, арҡаларына һөңгөләр ҡаҙалды; яралыһы, дөмөккәне, һөрлөккәне тапап үтелде.
   Ни арала яу майҙаны ауған кәүҙәләр, киҫек баштар, яралыларҙың, әле йән бирмәгәндәрҙең тетрәткес аһ-ызғырыштары, һөрәндәре, ҡан еҫе, тырым-тырағай ятып ҡалған ҡалҡандар, һөңгө, ҡылыстар менән ғәләмәт бер мәхшәрҙе хәтерләтә ине. Хужаһыҙ ҡалған йөклө, ҡорал- фәләнле дөйәләре әҙәм кәүҙәләрен тапап, тирә-йүнгә дүнә йә һөңгөгә эләгеп ауа.
   Бындай күрелмәгән хәлде күҙәтеп торған мосолман уҡсылары, Мөхәммәттең күпме иҫкәртеүенә ҡарамаҫтан, уның бойороғон көтмәйенсә, дошмандары еңелде, тип, ахырыһы, «Еңеү! Еңеү! Улъя!» тип ҡысҡырышып яу ҡырына ташланды. Күҙҙәре аҡты-ҡараны айырмай, үлектәрҙе, яралыларҙы тапап-иҙеп, дөйә эләктерергә, уның йөгөн таларға, ҡулдарына ниндәйҙер улъя төшөрөргә яҫҡындылар. Уларға алдарында дошман менән һуғышыусы, сафтары һирәкләнеүсе яуҙаштарына ярҙамға ашығырға кәрәклек тә, пәйғәмбәрҙәре һүҙе, яуы, донъялары ла, гүйә, бөтөнләй онотолдо, улъя, байлыҡ нәфсеһе генә солғап алды.
   Әйтерһең, ошоно ғына көтөп торғандай, көрәйештәрҙең әле яуға индерелмәгән һаҡлыҡ атлылары шул мәлде оҫта файҙаланып, уҡсылар артында ҡалған буш майҙанға бик тиҙ үтеп инде һәм ике яҡлап бер юлы дошманына ташланды. Кейем-һалым, ниндәйҙер бер улъя эләктергән, яуҙа икәндәре иҫтәренән сыҡҡан мосолман уҡсыларын ат өҫтәренән генә баштарын, кәүҙәләрен ҡылыстан киҫтереп үттеләр. Ғәнимәткә алданып ғәләмәт һәләкәте шулдыр.
   Мәккә атлыларының икенсе ҡанаты Мөхәммәттең күҙәтеү урынына, һаҡсы төркөмө өҫтөнә ябырылды. Әббәш ибн Хәләф тигән атлы башлыҡтары: «Мөхәммәтте эҙләгеҙ! Уны дөмөктөрмәй беҙгә көн юҡ!» — тип һөрән һалып, атын тура күҙәтеү урынына борҙо. Мөхәммәт менән йөҙгә-йөҙ килеп, танып алған сағында, пәйғәмбәр албырғап ҡалған һаҡсыһының ҡулынан һөңгөһөн тартып алып, ҡылысын күтәргән дошманының тап боғаҙына ҡаҙап өлгөрҙө. Был яуыздың бынан бер-ике йыл элек: «Мин һине, Мөхәммәт, барыбер бер үлтерермен!» — тип янауына ҡаршы рәсүлдең: «Үҙең һаҡ бул! Аллам ихтыяры менән һин үҙең ҡорбан китеүең бар», тигәне хаҡ булып сыҡты. Үҙен, рәсүлен, Хоҙайы йәнә үлемдән араланы.
   Был ҡалҡыуҙа әле ҡаты алыш бара ине. Рәсүл ул-былды абайлағансы, уның ауыҙына атылған таш килеп тейҙе, ирендәрен ярып ебәрҙе, тешен һындырҙы, ауыҙынан бөркөп ҡара ҡан ағырға тотондо. Сикәһен яралап, ҡыйҙырып үтте. Бер тимер ярсығы эләкте. Пәйғәмбәр яҙмышы тағы ҡыл өҫтөндә ҡалды. Әммә, ниндәй хәлдәргә генә төшмәһен, рәсүл барыбер Аллаһы һағында инелер, моғайын. Йәне-тәне, иҫе аман ине рәсүлдең.
   Ошо хәтәр мәлдәрҙә бынан түбәндәрәк һуғышҡан Хәмзә бәһлеүәнде дошмандары ҡамалап, бер Баҡсы исемле һатлыҡ хәбәшә ҡоло арттан килеп, һөңгө менән сәнсеп үлтерә. Уға, Мөхәммәтте йәки сәхәбәләренең береһен үлтерһә, азатлыҡ вәғәҙә ителгән булған икән.
   Ғәли батырҙың Мусаб ибн Өмәйер исемле байраҡсыһы ла ошо яуҙа вафат була. Мусаб йөҙө менән Мөхәммәткә оҡшауынанмы, пәйғәмбәрҙәре һәләк ителде, тигән хәбәр тарата көрәйештәр. Мөхәммәттең иң яҡын ярандары Әбүбәкер менән Ғүмәр сәхәбә лә яуҙа ҡаты яралана.
   Ҡайта сапҡан яу яман. Быларҙы ишеткән көрәйештәр тағы ҡоторо- нобораҡ китә. Яу яланында ҡырылып, һирәк-мирәк ҡалған мосолмандарҙы һуйыу, ҡырыу ҡыҙа. Күҙҙәре томаланған, үс менән янған ҡатын- ҡыҙҙары үлгән ирҙәре, улдары ҡонон алыр өсөн үлеләр мәйеттәрен мыҫҡылларға, тураҡларға керешәләр. Яуыз Әбүсуфыяндың ҡанһыҙ ҡатыны Хәндә Хәмзә бәһлеүәндең мәйетен табып, һөңгөһө менән тишкеләп бөтә, хатта ки күкрәген ярып, йөрәген һурып алып, ауыҙы менән ҡанға буялып, теше менән өҙгөләргә тотона.
   Өхөт һуғышы шулай Мөхәммәт пәйғәмбәрҙәренең бойороғон аҙағынаса тотмауҙары, мосолман яугирҙары дошмандарынан өсләтә кәм булыу, аҙ ҡоралланыу арҡаһында еңелеү менән бөтә. Дошмандары Бәдер һуғышында еңелеүҙәренең ҡанлы үсен ала.
   Дошмандары еңеүсе булып туған ҡалаларына ҡайтып киткәс, Мөхәммәт иҫән ҡалған сәхәбәләре, яуҙаштары менән яу яланын ҡарап сыға, мәйеттәрҙе йыялар. Хәмзә бәһлеүәндең мәйетен шунса мәсхәрәләп тураҡлауҙарына пәйғәмбәребеҙҙең иҫ-аҡылы китә һәм һәммә иҫән яугирҙары алдында шәһиттәре, Хәмзә бәһлеүән мәйете өсөн алда ошо яман яуызлыҡты ҡылған етмеш тәғәйен дошманынан үс алырға, йәндәрен йәһәннәмгә үҙе ташларға ғәһет-ант бирә. Ҡорбан булған яугирҙарының Ябраил фәрештә вәхи һүҙе аша йәннәткә инеүҙәрен, Аллаһы Тәғәлә Хәмзәне үҙенең һәм рәсүленең Арыҫланы, тип иғлан итеүен еткерә.
   Һуңынан яу ҡырында һәләк булғандарҙы ерләйҙәр. Дошмандары юлда һөжүм итеү ҡурҡынысынан һаҡланып, төндә һаҡлыҡ менән генә, юл яҙҙырып, Мәҙинә ҡалаһына йүнәләләр.
   Яу ҡорбанһыҙ булмай. Яу яланында еңеү ҙә, еңелеү ҙә бар. Мөхәммәт был уңышһыҙ яуҙан, әлбиттә, ҡаты һабаҡ та алды, ғәскәр тәртибен үҙгәртеүҙе, хәлүә вә ҡылыс ысулын үҫтереп ҡулланмаҡты күңеленә һалды.

                                               Һуғыш артынса һуғыш
   Мөстәлик ырыуҙары менән бәрелеш. Ислам диненә өндәү саралары. Мәккә көрәйештәре менән төҙөлгән солох. Мәҙинәнең тирә-йүнен нығытыу. Әбүсуфыян ғәскәренең Мәҙинәгә яу менән килеүе. Канау буйы һуғышы. Бының һөҙөмтәләре.
   Еңелеү еңелеү инде ул, айырыуса яу яланындағыһы — уның кире яҡтары бик күп. Өхөт яуынан һуң шуның ҡоһоро аҙым һайын сыға торҙо. Бигерәк тә аумаҡай йәһүдтәр баш ҡалҡытты. Дин, ҡәүем ерлегендә үлтерештәр йышайҙы. Көрәйештәргә ырыуҙаш мөстәликтәр теш ҡайрай башланы.
   Күп тә үтмәй Мөхәммәт шуларҙың әл-Хәрәт атлы кенәзе башлығында мосолмандарға ҡаршы ҡораллы яуға сыҡҡаны хәбәрен алды. Йәһәт кенә ҡораллы һыбайлыларҙы ойоштороп, быларҙы һис көтмәгәндә барып баҫыу өсөн юлға сыҡты. Ҡыҙыл диңгеҙ ҡырында һиҙҙермәй уратып алып, башлыҡтары менән байтағын ҡырып та ташланы. Иҫән ҡалған өс йөҙ яугирын әсир иттеләр, ҡулдарына биш мең баш ҡуй, меңдән ашыу дөйә, башҡа ғәнимәт төшөрҙөләр. Әсирҙәр араһында яу башлыҡтары Хәрәттең Бәррә исемле сибәр ҡыҙы ла бар ине. Уға бик мул мәһәр алырға мөмкин. Бүтәндәре өсөн дә улъя ишле буласаҡ.
   Әлеге әсирә Бәррә пәйғәмбәрҙән мәһәр хаҡын бер ни тиклем кәметеүен үтенһә, Мөхәммәт: «Мин һиңә мәһәрҙән былай ҙур ташлама яһай алам. Минең ҡатыным булырға тәҡдим итәм», — тип әйтеп һалмаһынмы. Һылыуҡай быға бик шатланып риза була, пәйғәмбәр кәләше булмаҡ үҙе олоғара мәртәбә. Мөхәммәткә тейгән әсир туғандары ла азат ителә. Барыһы ислам диненә күсә. Шулай итеп, яуҙан пәйғәмбәр тағы бер һылыу бисәле, күп мал, әсир, ғәнимәт эйәһе булып Мәҙинәгә ҡайтып төшә. Өхөт еңелеүен бер аҙ ҡаплата, күңел һөрөмөн тарата.
   Йәһүдтәр менән дә хәҙер ҡатыраҡ һөйләшергә бик ваҡыт инде: улар йә ислам динен ҡабул итәләр, йә илдән һөрөләләр — мәсьәләне шулай ҡабырғаһы менән ҡуйырға. Айырыуса уларҙың Йәжәт тарафы ҡәбиләләре үтә яһил башкиҫәрҙәр. Күпме мосолмандарҙың башына еттеләр. Улар менән һөйләшеп, йә уртаҡ тел табырға, килешергә, йәки бөтөнләй өҙөшөргә. Икенең бере.
   Рәсүл шуның тыныс килешеү юлын һайланы. Быға үҙҙәренә яҡын, иш күргән йәһүдтәрҙән Нәдһәр атлы байын аралашсы итмәксе булды. Йәһүд башлыҡтары осрашыр урын билдәләнеләр. Мөхәммәт иң яҡын ярандары Әбүбәкер, Ғүмәр, Ғәли сәхәбәләр менән бергә барҙы. Һаҡ эш иттеләр.
   Осрашыу урыны — асыҡ һауалағы матур бер йәйге һарай. Әммә Мөхәммәттең күңеленә ниндәйҙер бер шик килгәйне, хәүефте төшө лә иҫкәрткәндәй итте. Шуға был һарайға инергә аяғы тартмай, кинәт киҫә юлдарын кирегә борҙо. Икенсе көнөнә үк хыянат асылды — пәйғәмбәр менән сәхәбәләрен мәжлес ваҡытында түбәнән оло тирмән таштары төшөрөп, баҫырып үлтермәк иткәндәр икән. Шунса мәкерлектәренә яуап бер генә — бөтә ырыуҙарын илдән ҡыуырға! Сығып китеү мөҙҙәте — ун көн. Күпме мал-мөлкәттәрен юлға ала ала — шунса мөмкин. Ләкин улар Абдулла тигән хазарый кешеһенең ҡотортоуы буйынса был бойороҡто ла үтәмәй. Үҙҙәренең бейек таш ҡойма менән уратылған үҙәк биләмәләренә инеп бикләнә — яулашып үҙ хаҡтарын дауламаҡсы. Мөхәммәт ҡәлғәне уратып алдыра, ҡойма тирәләй үҫкән хөрмә баҡсаларын киҫтереп ташлата. Эстәгеләрҙе аҙыҡһыҙ-һыуһыҙ миктәтеп, аҙна эсендә баш һалырға мәжбүр итә. Шулай, был башкиҫәр яһилдар илдән һөрөлә. Ә байҙарының бар зиннәтле һарайҙары, баҡсалары, төп мөлкәте мосолмандар ҡулына ҡала. Үҙенә тейешен Мөхәммәт үҙе һайлап ала, ҡалғанын мөьминдәренә, үтә мохтаждарға бүлеп бирә. Был бүлеш хаҡында Ҡөрьәндең үҙендә аяттар пәйҙә була. Йәғни, барсаһы Алла ҡушҡанса.
   Быларҙан һуң әле Мөхәммәт үҙ яугирҙарын төрлө тарафтарға, төрлө ырыуҙарға ислам диненә инергә өндәп, ҡарышһалар, ҡылыстарын ялтыратып та мөьминдәр итеште. Һыбайлылары һағы аҫтында яҡын-тирә, күрше илдәр менән сауҙа итеү, каруан ҡыуыу сараларын юлға һалды. Мәҙинәгә, ҡаҙнаға аҡса, байлыҡ инә башланы. Йәнә, ҡорал көсө, көс- ҡеүәт — үҙе ҙур байлыҡ.
   Ләкин әлегә һаман ил-көндәр тыныс түгел. Мәҙинә тирәләй, төньяҡ тарафлай ҙа әле тегендә, әле бында фетнәһе, талашы сығып тора. Бындай хәлдәрҙә ҡулға ҡылыс алмай, хәмәләт ҡылмай сара ҡалмай.
   Мәккә көрәйештәре менән тыныслыҡ хаҡында бер йылға солох төҙөлгәйне. Шуға ул тарафтан хәүеф-хәтәр шул самаға булһа ла тынып торғайны. Әммә үсле көрәйештәр ҙә тик ятмайҙар бит. Ишетеүҙәренсә, Әбүсуфыян ҡом ғәрәптәре һәм ил-ерҙәренән ҡыуылған йәһүдтәр менән берлек төҙөп өлгөргән, ҡорал-ҡорамал яңыртҡан. Хәҙер ун мең тирәһе ҡораллы-яһаулы ғәскәре бар, тиҙәр.
   Мосолмандарҙың әле ун икенең бере юҡ, тиерлек. Мәҙинәнең көньяҡҡа ҡараған асыҡ тигеҙлек тарафын һаҡларлыҡ тотҡар — таш ҡойма, ҡәлғә- фәләндәре лә юҡ, исмаһам. Шул саҡлы ғәскәргә асыҡ яланда яу бирмәгә көс самалы, ҡорал аҙ.
   Рәсүл тиҙ генә кәңәшмә ҡороп алды. Ислам динен ҡабул иткән фарсы яугиры Сәлмән батырҙың кәңәше менән бөтә Мәҙинә, тирә-йүн халҡы ярҙамында ҡала тирәләй көньяҡ, көнсығыш тарафына киң һәм тәрән канауҙар ҡаҙырға ҡарар иттеләр. Көн-төн шөғөлләнделәр был ауыр ер эше менән. Мөхәммәт быға үҙе ҡатнашып, һәммәһен дәртләндереп, йоҡолар күрмәй йөрөнө.
   Ҡаҙыу эштәре бөтөр-бөтмәй ҙә ҡалды, Мәккә юлында ерҙе ҡаплап, Әбүсуфыяндың ун меңлек атлы-йәйәүле ҡара яуы күренде. Мөхәммәт ҡала тирәләй канау буйлап ҡурғауҙы Ибн-әл-Мәктүле атлы яу башлығына тапшырып, үҙе өс мең самаһы ғәскәре менән дошманға ҡаршы сыҡты.
   Дошман яуы килешләй ҡаланың асыҡ яғына дәррәү килеп ябырылһа, аттарын һикертеп тә, йәйәүлеләр үрмәләп тә тиҙ генә сыға алмаҫтай оҙон, тәрән канауға килеп кәпсәлмәһенме.
Яу яланында күпмелер тынлыҡ, бер аҙ һиллек урынлашты. Яусыл- даусыл көрәйештәр уҡ етмәҫ арала дәфге-ҡурғау ҡорорға мәжбүр ине.
   Мәҙинәлә йәһүдтәрҙең көрәйеш ҡәбиләһенең Мөхәммәткә хыянат итеп, муамәрәт ойошторғандары беленде. Ҡала эсендәге дошмандары бер ҙур ҡәлғәне биләп, һөжүмгә, яуға әҙерҙәр икән. Хәлдәр харап, мосолмандарҙың ҡамалып һәләк ителеүе бар. Хәл ҡыл өҫтөндә.
   Мөхәммәт йәһәт кенә кәңәшмә йыя ла:
   — Әллә йәһүдтәр менән яңы килешеү төҙөп, уларға хөрмә баҡсаларын ҡайтарыуҙы, һалымдарын аҙайтыуҙы тәҡдим итергәме? — тип ташламаларҙы ҡабырғаһы менән ҡуя.
   — Рәсүлебеҙ, был Аллаһы Тәғәлә кәңәшенәнме, әллә үҙеңдеке генәме? — тип һорай Сәғәҙәт ибн Моғат башлыҡ.
   — Аллаһы Тәғәләнеке булһа, мин һеҙҙән кәңәш һорап торор инемме ни?! Нишләргә белмәгәндән үҙемдең әйткән һүҙем.
   — И Аллабыҙ илсеһе! — ти Сәғәҙәт. — Беҙ уларға былай ҙа күпме хөрмә баҡсаларыбыҙҙы бирҙек, үҙҙәренән кескәй генә әжер алабыҙ. Улар ғына аҙ, имеш, нәфселәре шашҡандарға.         Ҡылыс телендә иҫкәртергә кәрәк уларға! Улар уратып алыныр, бирелмәһәләр, аслыҡ һәм сарсауҙан дөмөктөрөлөр.
   Яуға тип ҡулы ҡысыған Сәғәҙәт батырға яйы ла сыға. Бер заман таңғы йоҡола көрәйештәрҙең бер кескәй төркөм һыбайлылары Әкрәм менән Әмре батырҙары башлығында канауҙың тарыраҡ тошонан аттарын һикертеп, былар яғына үтәләр. Ғәҙәт буйынса, үлемесле алышҡа ислам батырҙарын сығарыуҙы талап итәләр. Тимәк, йәнә оло яу алды ҡанлы алыш йолаһы.
   Мосолмандар яғынан майҙан тотҡан Сәғәҙәт, Ғәли батырҙарҙың ҡаршы яҡ әлеге батырҙар менән ҡанлы тамашаһы башлана. Ике яҡлап тамаша ҡылып торған был үлемесле алыштың хәтәрлеген, кемдәренең ниндәй таһыллығын һөйләп аңлатмаҡ ауырҙыр. Көс-ғәйрәт кенә түгел, ажарлы үс, ҡон айҡаша бит. Ул ат өҫтөндә ҡылыстан сабыш, ерҙә хәнйәр менән сәнсеш, ергә һеңкетә орош. Тағы мосолман батырҙары еңә, көрәйеш көрәшселәре ҡанға батып, ерҙә үле ята. Ғәли батыр майҙан уртаһында алыптай баҫып тора. Сәғәҙәт бәһлеүән, ҡаты яра алһа ла, шулай уҡ аяҡ өҫтө. Хәҙер кафыр дошмандары уйлауынса ла, мосолман батырҙарын Аллаһы Тәғәләләре өҫтөнә көс-ҡеүәт биреп, үлемдән гел аралай, буғай.
   Бының артынса ике яҡ араһында башланып киткән һуғыш та, көрәйештәрҙең өсләтә көслө булыуына ҡарамаҫтан, әллә ни ыңғай һөҙөмтә бирмәй, ярты яугирҙары ҡырыла. Өҫтәүенә, бер заман күк йөҙөн ҡара болоттар ҡаплай, ерҙәге ҡылыс сатҡыларына, ут ялҡындарына ҡарағанда, күктәге йәшендәр, яман күк күкрәүҙәр Хоҙай ҡәһәрен хәтерләтә. Өҫтәүенә, кискә табан шималдан һалҡын ел иҫә башлай, ҡорған ҡыуыштарын емереп ташлай, ер өҫтө ҡараңғылана, дөйәләр үкерешә. Һаман ботҡа табынған иманһыҙ көрәйештәргә Мәҙинә, мосолмандар тирәһенән китмәй, башҡа сара ҡалмай. Был һуғыш тарихҡа Канау буйы һуғышы исеме менән инеп ҡалыр.
   Ислам тарихсылары яҙыуынса, көрәйештәрҙең танауҙары шиңеүенең, Өхөт һуғышы үсе алыныуының, мәжүсилек ҡояшының байыуы яҡынлашыуының бер иҫкәртелеше ине лә был һуғыш.
   Көрәйештәрҙең хыянатын хөкөм итеүҙе пәйғәмбәр үҙе шулар араһынан мосолманлыҡҡа күскән, элекке әүсит ҡәбиләләре башлығы Сәғәҙәт ҡулына тапшырҙы. Хыянатсыларға уның хөкөмө ғәйәт ҡаты ине: ирҙәренең һәммәһен язаларға, ҡатын-ҡыҙҙарын ҡоллоҡҡа бирергә!
   Көрәйеш ҡәбиләһе ошо рәүешле юҡ ителергә тейеш була. Ҡалаларын һаҡлап ҡалған, ҡорал тотҡан мәҙинәлеләргә, үҙенә пәйғәмбәр яу улъяһын бик мул төшөрҙө. Шул уҡ һатлыҡ көрәйештәрҙең бар мал- мөлкәте, яҡшы йорттары, баҡсалары — яусыларына, ғәнимәттең биштән бер өлөшө — рәсүлгә. Уға хатта йәһүдтәрҙең иң бай кешеһе Семиондың бар байлығы, йорт-баҡсалары, Райхана исемле бик сибәр ҡыҙы бирелде. Быға Мөхәммәттең әллә күҙе бәйләнде, әллә йәһүдтәр сихырланы, алама биҙгәккә һабышып алды. Сихырсылар балауыҙҙан Мөхәммәттең һынын яһап, уға энәләр ҡаҙап, ҡыл сәстәр йәбештереп, әмәлләп ҡоҙоҡҡа һалдылар. Шул сихыр-зәхмәт арҡаһында тулы кәүҙәле ауан пәйғәмбәр бер мәл хатта ябығып китә башламаһынмы, алла шомлоғо. Ярай был балауыҙ зәхмәтте Ябраил фәрештә ярҙамында Ғәли баһадир ҡоҙоҡтан табып, Мөхәммәттең үҙенә килтергәс, пәйғәмбәр Хоҙайына мөрәжәғәт итеп, саҡ һаҡланып ҡалды, буғай.
   Был ялбарыш осҡондары Ҡөрьәндең һуңғы сүрәләренә сарпылып төшкән:
                     Бисмилләһи-ррәхмани-ррәхим.
                     Әйт: Таң раббыһына һыйынам,
                     Ул барлыҡҡа килтергәндәрҙең яуызлығынан,
                     Ҡараңғылыҡтың ҡаплаған ваҡыттағы яуызлығынан,
                     Төйөндәргә өрөүсе ҡатындарҙың яуызлығынан,
                     Хөсөттөң хөсөтләшкән ваҡытындағы яуызлығынан!
                                                                      («Фәләк» сүрәһе)
                     Бисмилләһи-ррәхмани-ррәхим!
                     Әйт: Кешеләрҙең Раббыһына һыйынам,
                     Кешеләрҙең батшаһына,
                     Кешеләрҙең илаһына,
                     Йәшерен вәсвәсәләүселәрҙең яуызлығынан,
                     Кешеләрҙең күңелдәренә вәсвәсә һалыусынан,
                     Ендәрҙән һәм кешеләрҙән!
                                                            («Әннәс» сүрәһе)
   Ошо сүрәләрҙе мәҡамлай һуҙып әйткән ваҡытта балауыҙ һынға ҡаҙалған энәләр бер-бер артлы ҡойолоп төшә килә икән. Ҡойолған һайын тәне яҙыла, ит үҫә, сәләмәтлеге ҡайта бара икән пәйғәмбәрҙең.
   Ана ҡалай бит Раббыһының ҡөҙрәте!
   Бындай сихыр-зәхмәттең пәйғәмбәр һынлы пәйғәмбәргә лә һуғылыуы рәсүленең нәфсеһе ашып киткеләгәндә Раббыһының уны бер аҙ өркөтөп зәхмәтләберәк алыуы, иҫкәртеүе түгел микән әле, әй. Аллам һаҡлағыры! Тәүбә-тәүбә!

                                                 Хаж сәфәре. Хәйбәр хәлдәре
   Мөхәммәттең мәҙинәлеләр менән Мәккәгә хаж сәфәре. Хоҙайбә уйһыулығында тотҡарлыҡ. Мәккә менән төҙөлгән оҙайлы солох. Хәйбәр вәләйәтенә яу. Хәйбәр ҡалаһын яулап алыуҙар. Еңеү, күп улъя менән ҡайтыу.
   Һижрәнең өсөнсө йылында, изге сәфәр айында, Мөхәммәт ғәлиәссәләм илһамлы төш күрә. Мөьминдәренең аҫыл заттары менән аҡтан ихрам кейемдәрен кейеп, Мәккәгә хаж ҡыла килгәндәр, имеш. Уяныу менән рәсүле тоя, был Раббыһы ниәте бит. Ниәт — ярты ғәмәл — үтәмәк шарт. Хаж ҡылмаҡ — фарыздың фарызы.
   Төшөн сәхәбәләренә һөйләй, улары дәртләнешеп китә. Хаж мосолман өсөн иң изге хәләл ғибәҙәт тә һуң, Мәккә, Ҡәғбә ташы һаман дошман көрәйештәре ҡулында бит — уларға юл ябыҡ. Хаж мосафиры булып аҡтан ғына кейенеп барыуы хәтәр. Яуыз дошмандары һөйләшеп тә тормай тотоп үлтерәсәк. Хаж ҡылмай шәһит китеүҙән ни фәтүә.
   Көскә — көс, ғәскәрһеҙ булмай. Рәсүл мең дә дүрт йөҙ мосолмандан торған хаж сәфәрселәрен туплай. Уларға һаҡлыҡҡа еңелсә ҡорал- яһаҡ та алырға ҡуша. Хаж ҡорбаны өсөн үҙ арттарынан етмеш дөйә төшөртә. Шулай изге юлға сығалар.
   Хажға изге ниәт менән килеүҙәрен күрһәтер өсөн оло юлда Мәккәгә етмәгә бер көнлөк ара ҡалған урында туҡталалар ҙа, бар ҡорал-яраҡтарын, өҫ-юл кейемдәрен һаҡсыларына ҡалдырып, үҙҙәре аҡтан кейенгән ихрам һөлләләрендә йәйәүләп хажға йүнәләләр. Билдәренә йәнә ҡынға һалынған ҡылыс тағып алалар. Һаҡлыҡ билдәһе лә уныһы.
   Оло юлдарҙа хәбәрҙәр тиҙ йөрөй. Шымсылары ла етерлек. Мөхәммәт юлбашлығында мосолмандарҙың Мәккә юлына сыҡҡанын көрәйештәр, билдәле, көн-сәғәте менән тиерлек белә. Ҡаршыларына Халит ибн Вәлид етәкселегендә юл бүлмәгә ҡораллы ҙур төркөм һыбайлы сыға. Тимәк, үтер юл ябыҡ. Килешмәгә тамсы ышаныс юҡ.
   Быларын да алдан белгән Мөхәммәт үҙ төркөмө менән оло юлдан ситкә боролоп, тау һуҡмаҡтары аша урап Хоҙайбә тигән таныш яланға, Мәккәгә яҡын ергә, килеп юлыға. Шунда бер оло ағас һәм ҡойо янына туҡталып, юл ҡыуыштарын ҡорорға мәжбүр. Үҙҙәренең изге ниәт менән хажға килеүҙәрен белдереп, үткәреүҙәрен үтенеп, Мәккәгә һөйләшергә кешеләрен ебәреп ҡарай. Ҡаланан вәкилдәр килә. Былары мәҙинәләрҙең фәҡәт хажға килгәнен, уларҙан хәүеф- фәлән булмаҫына ышанып ҡайтып һөйләй. Ләкин көрәйеш башлыҡтары, айырыуса Әбүсуфыян ҡырҡа ҡаршы. Дошмандарҙың Мәккәлә эҙе булмаҫ, тигән.
   Шулай ҙа Мөхәммәт әле өмөтөн өҙмәй. Абруйлы сәхәбәһе Ғүмәрҙе ебәрергә булһа, уныһы, мине үлтерәсәктәр, тип баш тарта. Һуңғы өмөтө — уң ҡулы Усман сәхәбәне күндерә.
   Бер көн үтә, ике көн үтә, өс көн — Усман ғәйеп. Иҫән булһа, хәбәр-хәтер булыр ине — үлтергәндәрҙер. Тамам шомға, ҡурҡыуға төшәләр, ҡоралһыҙ-ниһеҙ сәфәрселәрҙең үҙҙәрен уратып алып ҡырып ташлауҙары бар. Хурлыҡлы боролоп ҡайтып китерҙәр ине — алдан- арттан юл бикле. Ҡамауҙалар.
Хәҙер бар күҙҙәре, һуңғы өмөткөнәләре — пәйғәмбәрҙәрендә. Ни әйтер, ни ҡылыр.
   Мөхәммәт, ҡәтғи ҡарар итеп, шулай тине:
   — Мәккәнән бер ҡайҙа китмәйбеҙ, беҙ изге хаж юлында. Әгәр беҙгә һөжүм итәләр икән, аҡтыҡ ҡаныбыҙ ҡалғансы һуғышабыҙ, шәһит китәбеҙ. Ант итәйек! Ант! Кем рәсүле ҡаршыһында ант итә, ул Аллаһы Тәғәлә алдындағы ант та.
   Шул саҡ Мөхәммәт әлеге йыуан тирәк янындағы ҡалҡыу урынға менеп баҫа. Хаж сәфәрселәре уның алдында ант һүҙен әйтеп, уның уң усына уң усын һалып, берәм-берәм теҙелеп үтә лә башланы. Ант тәҡәллефе байтаҡҡа һуҙылды. Мең ярым хаж ҡылмаҡ мосолмандарҙан бер нисәһе генә боҫоп, береһе генә ҡәтғи баш тартып ҡалды, ахырыһы. Мөхәммәттең иң ҡыуанғаны шул: ант иткәндәрҙең күҙҙәрендә оло өмөт тә, кафырҙарға яман үс тә яна ине. Бындайҙар менән яуҙарға, изге үлемдәргә тура ҡарап барырға мөмкин.
   Бындай изге тамашаны, моғайын, Хоҙайҙың үҙенең күҙәтеп тороуы һәм ҡөҙрәте менән Усмандың үлтерелмәгәне, иҫән ҡалған хәбәре лә килеп етте шул арала. И илаһи ҡөҙрәттәр! Изге анттар!
   Усман сәхәбәне аманат урынына тотҡандар, күрәһең. Уға хатта Ҡәғбәгә инергә рөхсәт иткәндәр, әммә ул, пәйғәмбәрем һәм хаж сәфәрселәремдән башҡа инмәйем, тип баш тартҡан. Аллаһы Тәғәлә ҡоло Усман үҙҙәренең фәҡәт изге теләктән хаж ҡылырға килгәндәрен, күңелдәре саф икәнен тәҡрарлаған.
   Оҙаҡламай Мәккәнән көрәйештәрҙең Сөхәйле бин Әмрә тигән түрәһе баштан-аяҡ ҡораллылары менән Хоҙайбә яланына килеп төшә. Усман аманат урынына Мәккәлә ҡалдырылған, сәфәрселәр шуныһына ла ҡәнәғәт. Килгәндәр күрә: мосолмандар һәммәһе лә хаж ихрамында. Ҡорал- фәләндәре, һыбай аттары юҡ. Ҡорбанға тәғәйен дөйәләр генә. Хәүеф- хәтәр тойолмай.
   Көрәйеш вәкиле үҙҙәрен хужа күреп, эре ҡылана. Тәкәббер һөйләшә. Ҡара-ҡаршы ултырышып алғас та иҫкәртеү яһаны: йәнәһе, уңмаҫ юлға сыҡҡан мосолмандар тотҡон хәлендә. Әммә көрәйештәр, Мөхәммәттең үҙе бында булыуынан файҙаланып, шундай тәҡдим яһай: ҡан ҡойоуға ҡарағанда аңлашыу хәйерле. Беҙ ун йылға үҙ-ара солох тәҡдим итәбеҙ. Һеҙҙе иҫән-һау ҡайтарабыҙ. Киләһе йылға үҙегеҙҙе рәсми рәүештә хаж ҡылырға саҡырабыҙ. Быйылға, алдан һөйләшмәгәс, килешмәгәс, ярамай.
   Әүәл-әүәлдән Мөхәммәт етди эш ҡылғанда һәр саҡ уңын эҙләне: туҙған сәсте лә кирегә түгел, ыңғай һыпыралар. Әле иң хәйерлеһе — һөйләшеп килешеү, нисек тә уртаҡ тел табыу — солох төҙөү.
   Көрәйештәрҙең төп тәҡдим шарттары шундай: ун йылға үҙ-ара һуғышты туҡтатырға, ике яҡтан да әсир төшкәндәрҙе башҡа—баш ҡайтарырға, дингә көсләп йәки вәғәзләп индереүҙе ошо мөҙҙәттә тыйырға, үҙ-ара татыулыҡ юлдарын эҙләргә...
   Бик хуш, былар тап мосолмандар теләгәнсә лә. Унан, донъя, дин эштәре менән яҡшылап шөғөлләнергә иркенерәк шарттар тыуасаҡ. Аллаһы Тәғәләләре үҙе лә, аҡыллы эштәрҙе хуплармын, тигән.
   Солох яҙыуын төҙөргә ултырҙылар. Был эшкә Мөхәммәт үҙ яғынан ҡәләмгә оҫта Ғәли кейәү сәхәбәһен ҡушты. Рәсүл уға Сөхәйле бин Әмрә алдында аныҡ итеп, көр мәҡаме менән әйтә лә башланы:
   — Яҙ! Аллаһы Тәғәләнең ихтыяры менән мин, уның рәсүле, бойорам...
   — Туҡта, улай ярамай! — тип ҡырт киҫте көрәйеш Сөхәйле бин Әмрә. — Бында дин эшенә ҡарағанда көн эшен хәстәрләйбеҙ бит, ғәләм эшен. Шуға рәсми килешеүҙе ябай ғына яҙа башлайыҡ. Мәҫәлән, диуандарҙағыса: «Мөхәммәт бин Ғабдулла менән Сөхәйле бин Әмрә вәкиллегендә...
   — Бик хуш, әйҙә, ғәмәлдәгесә ябай вә асыҡ булһын! — тип ризалашты быға рәсүл. Дәһри менән бәхәсләшеүҙә фәтүә юҡ.
   Һөйләшелгән шарттарын тәҡрарлап ҡағыҙға теркәнеләр. Аҙағына Мөхәммәт менән Сөхәйле үҙ тамғаларын һалды. Тамғалар һалыныуын һалынды, ләкин Мәккә юлындағы мосолмандар күңелендә быйыл Ҡәғбәгә үтә алмау яраһы ҡалды, көрәйештәргә әллә нисә ташлама яһалды. Үҙҙәре ҡырҙа дөйәләрен ҡорбан салып, сәстәрен ҡырҙырып, буш ҡул, буш күңел менән Мәҙинәгә әйләнеп ҡайтырға мәжбүр булды. Ярай инде, быныһы ла үҙенсә хаж юлы йолаһы.
   Пәйғәмбәрҙәре быға эстән янһа ла, алғараҡ ҡарап эш итте; уныңса, бизмәндең уң табағы мосолмандары файҙаһына тартасаҡ ине: ун йылға көньяҡтан иң яуыз дошманынан хәүеф-хәтәр туҡталыр. Үҙенең ҡулы сиселер. Йәһүдтәрҙе ауыҙлыҡлаясаҡ; яңы биләмәләр яулаясаҡ, мосолмандар сафы артыр. Аллаһы бойорһа, рәсүле күп ғәмәлдәр ҡыласаҡ әле. Шуға ташламаларына ла шөкөрана. Улар унлата ҡапланыласаҡ, Аллаһы бирһә!
   Ана, аҙаҡ күрә, солох буйынса ҡайтарылған байтаҡ көрәйеш әсирҙәре Мәккәлә төпләнмәй, юл баҫыу кәсебенә күсеп, ырыуҙаштарына хәүеф-зыян ғына һалды. Бәлә-ҡазалары үҙ баштарына. Мәҙинәнекеләр хажи булып ҡайтмаһа ла, илдәренә солох алып ҡайттылар.
   Ил-ер тип усы ҡысый ине Мөхәммәттең. Хәҙер арҡа ныҡ, тоташ шәреҡкә күҙ төбәргә ваҡыт. Күпме дошмандарынан ҡон ҡайтараһы, улъя төшөрәһе бар. Иркен йәшәгән бай йәһүдтәр еренә күҙе ҡыҙа. Хоҙайы тап шул тарафта еңеүҙәр яуларын вәғәҙә итә. Шулай яу менән барыу уй-фекере Хәйбәр вәләйәте төбәгенә төбәлә.
   Күҙ ҡыҙырлыҡ та шул: йәһүдтәр йәшәгән был өлкә — уңдырышлы тупраҡҡа, дөгө баҫыуҙарына, зәйтүн-емеш баҡсаларына ғәжәп бай төбәк.
   Баҡсаларға күмелгән, зиннәтле һарайҙарҙан торған үҙәге — Хәйбәр ҡала-ҡәлғәһе үҙе генә ни! Алтын-көмөш, хазина ояһы. Тик бейек таш ҡоймалы ҡәлғәләре, таш атҡыстары ғына өркөтә. Яулау күп ҡорбан һораясаҡ. Әммә тәүәккәлләгән — таш ярған.
   Күпмелер хәл-ял алғас, Мөхәммәт бер мең дүрт йөҙ йәйәүле, ике йөҙ атлы, ҡорал-яһаулы ғәскәрен яу-хәмәләткә ҡуҙғалтты. Был миладиҙың 628 йылының яҙғы рәбиғел ахыры ине. Ғәскәр башлыҡтары итеп үҙенең данлыҡлы сәхәбәләренән Ғүмәр менән Ғәлиҙе тәғәйенләне. Һалдаттары ла — бер нисә яуҙа һыналған тоғро яугирҙар. Барыр хәмәләт юлдары — көнлөк ара.
   Ғәскәрҙәрен айырыуса дәртләндергәне шул: Аллаһы Тәғәләләре уларға фәҡәт еңеү вәғәҙә иткән, пәйғәмбәрҙәре — мул улъя-байлыҡ ҡулға төшөрөн, бүтән кәрәк-ярағын. Хәҙер ҡәлғә ватыр ҡеүәтле төрәндәре бар.
   Шунса ҡораллы ғәскәр юлда ваҡ төркөм дошман яуын еңел генә ҡыйратып, ауыл, ваҡ ҡәлғәләрҙе ҡулға төшөрә барҙы. Яуҙа, баҫыуҙарҙа әсир төшкәндәр Мәҙинәгә оҙатыла торҙо, тәү улъя-төшөмдәр ебәрелде.
   Алдағы бер ҙур ҡәлғәне уратып өс көн, өс төн буйы алышып алдылар. Байтаҡ яугирҙары яу яланында ятып ҡалды.
   Һуғыштың иң хәтәре, ҡан ҡойошлоһо, әлбиттә, үҙәк Хәйбәр ҡалаһы янында, бейек ҡәлғәләре ҡырында булды. Сәлмән фарсы төркөмө төрәндәре менән ҡәлғәне ике урындан емертте. Шунда Ғүмәр сәхәбә ҡулы аҫтындағы ғәскәр бер тарафтан, Ғәли батыр ҡарамағындағыһы икенсе тарафтан уйым аша һөжүм ойошторҙо. Ҡалаға үтеп инделәр. Ғәли батыр һуғышсылары шундай тамашаға ла шаһит булалар: шул емерек ҡәлғә, ҡупҡан тимер ҡапҡа янында һуғышҡанда Ғәли батырҙың ҡалҡанын дошман һөңгөһө ярып төшөрә, быға башлыҡтары аптырап ҡалмай, яртылаш ауған ҡапҡаны ябырылған дошман өҫтөнә ташлай. Аҙаҡ үҙе, ғәйрәтләнеп ҡапҡаны ярым күтәреп, уны алға ышырып, ышығында яуҙаштары менән ҡалаға бәреп инә һәм асыҡ урында дошман яусыларын сигенергә, ҡала эсенә боҫорға мәжбүр итәләр. Урамдар араһында ҡылыс, һөңгө һуғышында иһә мосолман яугирҙары дошмандарын тиҙ еңәләр.
   Хәйбәр ҡәлғәһенең шундай бейек һәм ныҡлы булыуына ҡарамаҫтан, тиҙ яулап алыныуын ишеткән һәм күргән икенсе ҙур ҡалаһы Фодан иһә һуғышһыҙ-ниһеҙ баш һала. Әммә улар хәҙер үк ҙур улъя түләргә һәм киләсәктә уңыш-төшөмдәренең ҡап яртыһын еңеүселәргә тапшырырға тейеш була. Еңеүселәр Хәйбәр йәһүд байҙары хазинаһын таптырып һәм үҙҙәре эҙләп ҡарайҙар, ләкин был аҙ-маҙ табыштан башҡа әллә ни һөҙөмтә бирмәй. Буш хәбәр-риүәйәт кенә булып сыға йәшерен хазина тигәндәре.
   Нисек кенә булмаһын, мосолман ғәскәре бай илдән бик күп ғәнимәт, байлыҡ, хазина йыйыуға өлгәшә, пәйғәмбәр ҡаҙнаһын күрелмәгәнсә байыта. Баш һалып мосолмандарҙы таныған, үҙ йорт-биләмәләрендә ҡалғандар йыл һайын ҙур һалым түләргә тейеш була. Ҡарышҡандары бар йорт-мөлкәттәрен ҡалдырып, ситкә ҡыуып сығарыла, алыҫҡа һөрөлә.
   Шулай итеп, Мөхәммәт пәйғәмбәр, уның һуғышсылары Хәйбәр ерендә ҙур еңеүгә ирешә, мул байлыҡҡа эйә була. Еңеүҙең, ҡорал көсөнөң ана ниндәй шәп яҡтары бар.
   Тап ошо осорҙа Хәбәшстандан Мәҙинәгә күсеп килгән ҡырҡлап мосолман ғаиләһенә лә яуланған улъянан өлөш сығарыла. Өҫтәүенә, Мөхәммәт үҙе хас дошманы Әбүсуфыяндың ҡыҙын никахлап үҙенә ала. Тере улъя һымағыраҡ.

                                                 Пәйғәмбәрҙең ҡатындары
   Сәүдә исемле тол ҡатынға өйләнеүе. Ғәйшә менән туйы. Ғүмәрҙең Хафиза исемле тол ҡыҙын алыуы. Мөхәммәттең Усман, Ғүмәр, Әбүбәкер сәхәбәләр менән туғанлыҡ мөнәсәбәтен урынлаштырыуы.
   Йәнә, Һинде исемле тол ҡатынға өйләнеүе. Зәйнәп менән никахы. Пәйғәмбәрҙең бер юлы дүрт ҡатын менән донъя көткәне. Мөхәммәттең никах, ғаилә мәсьәләләре буйынса сығарған ҡағиҙәләре.
   Бай һәм һөйгән ҡатыны Хәҙисәһенең вафатынан һуң Мөхәммәт байтаҡ ғүмер өйләнмәй йөрөнө. Бының үҙ сәбәптәре лә күп булғандыр инде. Берҙән, хәләл ефетен оҙаҡ онота алмай йөҙәне. Уны алыштырырҙай бүтән ҡатын-ҡыҙ донъяла юҡ кеүек ине уға. Икенсенән, үҙ хәле, дин шөғөлө күпкә ҡатмарланып китте: көн-төн эҙәрләүҙәр, ҡасып йөрөүҙәр, аҙым һайын хәүеф-хәтәр.
   Күпмелер ваҡыттан уға Сәүдә исемле тол ҡатынды димләнеләр. Ул Хәбәшстанға күсеп киткән мосолмандарҙан, яуҙа үлгән ирҙең хәләл ефете ине. Әллә шуны йәлләп, әллә мөһәжир мосолмандары алдында үҙ абруйын күтәреү маҡсатынан өйләнергә ризалыҡ бирҙе.
   Ҡатын булараҡ, утыҙҙы уҙған Сәүдәне әллә ни маҡтарлыҡ һәм ҡыҙығырлыҡ та түгел ине инде: үҙе төҫкә лә юҡ, торғаны ямаҡ; өҫтәүенә ярлы-ябаға. Нишләмәк кәрәк, үҙенсә мәрхәмәтлелек күрһәткәндер инде Мөхәммәт мөһәжирҙәре ҡаршыһында. Диндәштәре шулай ҡабул иттеләр ҙә был никахты. Сәүдә үҙе лә пәйғәмбәрҙең уға мөхәббәтһеҙ-ниһеҙ, иҫәп менән өйләнгәнен белеп торҙо. Әммә никахын юғары баһаланы: пәйғәмбәр затына кейәүгә сыға бит, кем-кем, пәйғәмбәр хәләл ефете.
   Аҙаҡ Мөхәммәт Сәүдәгә айырылышырға, әммә уны матди яҡтан тәьмин итеп торорға тәҡдим яһаһа ла, хәләле ризалыҡ бирмәне, никахтарын һаҡлауҙы үтенде. Үҙен ғәләм алдында, Аллаһы ҡаршыһында рәсүл хәләл ефете итеп ҡалдырғыһы килде. Мәрхәмәтле Мөхәммәт быға ҡуш ҡуллап килеште. Йән дә тыныс, ҡул да бәйһеҙ, рух та азат.
   Теге ваҡытта, йәрәшеү һәм никахлашыу осоронда, Усман сәхәбәнең тәҡүә ҡатыны Хәүлә арала күберәк йөрөгән булһа, хәҙер шул уҡ Хәүлә Мөхәммәткә Әбүбәкер сәхәбәнең Ғәйшә исемле ҡыҙын димләргә тотонмаһынмы. Ғәйшә, әлбиттә, матур һәм аҡыллы ҡыҙыҡай. Әммә уға әле бары ете-һигеҙ йәш кенә ләбаһа. Ә Мөхәммәт уны сабый сағынан уҡ белә, күңеленә ятмалы бала. Бындай ымһындырғыс тәҡдим Мөхәммәтте эсенән ҡыуандырһа, Әбүбәкер ағай кешене шаҡтай болоҡһотто ла. Сәхәбә зат пәйғәмбәр менән нисек яҡындан туғанлашыу хаҡында уйлағандары бар ине. Быны, бәлки, ҡатынына сискәне лә булғандыр. Хәҙер яйы шул, рәсүлдән хәҙергә ҡыҙының ҡолағын тешләтергә була. Хәйер, сабыйының ҡолағын бер Мөтәғим исемле тоғро мосолмандарына тешләткәйне инде тешләтеүен, уныһын талаҡ әйтеп юйырға мөмкин. Һәм шулай иттеләр ҙә. Мөхәммәттән ҡыҙҙарының ҡолағын тешләтеп, ефетлеккә никахын уҡыттылар. Туйын Ғәйшә үҫә, аяҡҡа ныҡлы баҫа торғансы, өс-дүрт йылға алға күсерҙеләр. Шулай, ул борон замандарҙа ете-һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы Мөхәммәт шикелле илле йәштәге ирҙәргә йәрәштереү бер ғәҙәти йолаға әйләнгәйне. Пәйғәмбәрҙең Хәҙисәнән тыуған ҡыҙы Фатиманың йәше атаһының булаһы кәләшенән икеләтә оло ине. Быға һис аптырайһы түгел, йолаһы шул. Шуны ла иҫтә тотайыҡ: Ғәйшә менән никахлашыу ныҡлы бер иҫәп-хисапҡа ла ҡоролғайны. Мөхәммәт сәхәбәләре араһын туғанлыҡ, ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ ептәре менән бәйләй. Киләсәктә бер төптән эш итәсәктәр. Икенсенән, пәйғәмбәрҙең киләсәктә мал-мөлкәте, байлығы ишәйеүенә лә нигеҙ һалына. Бай туған-тыумаса — үҙе бер хазина.
   Әлегә Мөхәммәт ҡарт бисәһе Сәүдәне лә теләге буйынса үҙ ғаиләһе итеп тота, Ғәйшәһе үҫә килә. Йәнә нәҡ ошо осорҙа еткән ҡыҙы Фатиманы икенсе тоғро сәхәбәһе Ғәлигә кейәүгә бирә. Быныһы — шунса уҡ алдан күреп-белеп эшләнгән төплө сара. Әлегә көсһөҙ-мөсһөҙ мосолман шураһын ҡеүәтләргә яйлап нигеҙ һалынғанын дошмандары бигүк шәйләмәгәндәре лә хәйерле.
   Хәҙисәһе вафат булғандан һуң Мәккәлә ғаилә хәстәре менән булыр саҡтар инеме ни. Торған йортонан эҙ яҙҙырып, дошмандарынан йыш ҡына ҡасып-боҫоп йөрөнө. Ниндәй киҫкен хәлдәргә тарыманы.
   Мәҙинәгә бер ус мосолмандары, сәхәбәләре менән ҡасып киткәндән — һижрәттән һуң ғына яуыз дошмандарынан ҡотола төштөләр. Мөһәжирҙәре, әнсарҙары үҙҙәренә мәсет, йорттар һалышып биргәс кенә, дин юлын нығытырға, ғаилә хәлен йүнәтергә форсат тыуҙы.
   Ғәйшәнең ун йәше уҙа кескәй генә туй үткәрҙеләр. Туй бүләге итеп йәш кәләшенә илле динар ғына бирә алды. Ғәйшәһе әлегә атаһы йортонда ҡалды. Уның ҡулынан әле балалыҡ уйынсыҡтары ла төшмәгәйне. Ир-ҡатын вазифаһы, йорт-ҡура хәстәре, донъя көтөү тигәне уға ят йәки иҫ-ҡоҫо ла йүнләп инеп етмәгән сағы ине һаман. Былар ғаилә ағзаһы булып ҡалған Сәүдә иңенә төштө.
   Бер аҙҙан Ғәйшә йолалап пәйғәмбәр йортона күскәс, йофаф төндәре үткәс, тора-бара йомороланып, сибәрҙәрҙең сибәре булып, һылыуланып китте. Мөхәммәт йәш кәләшен өҙөлөп яратты, күңеле үҫте, гүйә, бар танһыҡтары ҡанды. Кәләшенең хатта үҙенә кәңәш бирерлек аҡыллылығына ла һоҡланды. Гүйә уның арҡаһында сәхәбәләре араһында ла татыулыҡ, ысын дуҫлыҡ урынлашты.
   Бәдер һуғышы мосолмандарға, шул иҫәптән Мөхәммәткә лә, байтаҡ улъя килтерҙе, пәйғәмбәргә байлыҡ ҡуна, күңеле, өй эсе бөтәйә башланы. Һуғыш ике яҡлы, төшөм-байлыҡ, ҡорбандар биреп яулана. Әлеге Бәдер һуғышында пәйғәмбәр бер нисә ҡәҙерле кешеһен, туғандарын юғалтты. Хәҙисәнән тыуған ҡыҙы, сәхәбәһе Усман ҡатыны Орҡояһы вафат булып ҡуйҙы. Туғанлыҡ ептәре өҙөлдө. Бәдер һуғышында Ғүмәр сәхәбәнең кейәүе яуҙа үлеп, Хафиза исемле ҡыҙы тол ҡалды. Туғанлыҡ ептәрен яңынан ялғау ниәте менән Ғүмәр тол ҡыҙын Әбүбәкергә димләп ҡараны. Уныһы, йәше олоғайғанына һылтанып, еңел генә баш тартты. Хафиза, тол тигәндә лә, әле бары ун һигеҙҙә генә ине. Үҙе сибәр, үҙе янып торған дәртле йәш бисә. Үткер ҡылыҡлы. Шул яҡтарынан да шөрләгәндер инде ҡарт Әбүбәкер.
   Шәп тәҡдимен кире ҡағыуына ғәрләнеп, атаһы ҡыҙған сағында тура рәсүлдәренә киткән. Мөхәммәт үҙе әйтеүенсә, бындай сисмәҫ төйөн төйнәлмәһен, тип, ҡыҙын үҙенә бирергә һораған. Көтмәгәненән дә иң шәбе, шатланып хуплаған быны сәхәбәһе. Пәйғәмбәр менән туғанлыҡ — иң ныҡ терәк.
   Шаулатып туй яһағандар. Мөхәммәт йәш бисәһенә ике бисәһе менән йәшәгән йортона йәнәшә йорт һалдырып биргән. Сибәр бисә янына тағы йәш сибәр бисә. Иллә мәгәр алғырлыҡты, рәсүл күңелен тулы биләүҙе көнәркәшкә бирә буламы һуң Ғәйшә ише сибәр һәм йылғыр йәш бисә. Тынғыһыҙ Хафиза Мөхәммәткә әллә күпме хафа һалһа ла, түҙә инде, түҙгән елекле ит ейгән, тиҙәр. Уның ҡарауы, йәш сая ҡатындары менән пәйғәмбәр үҙе лә йәшәрә, шымара барған кеүек. Береһенә май ҡаптырһа, икенсеһенә ҡалъя һона, өсөнсөһөн йылы һүҙе менән арбай. Икәүһе байлыҡҡа ҡыҙһа, береһе шөһрәткә ҡыҙыға. Мөхәммәттең үҙ ҡәҙерле һандығын — изге Ҡөрьән аяттары яҙмаларын Хафизаға ышанып тапшырып ҡуйыуы алъюҫыҡтан түгел.
   Усман сәхәбә менән араны яңынан туғанлыҡ ептәре менән ялғар өсөн Мөхәммәт Өммөгөлсөм ҡыҙын уға кейәүгә бирә. Шулай, пәйғәмбәрҙең шурала Әбүбәкер, Ғәли, Усман, Ғүмәр сәхәбәләр берлегендә туғанлыҡ дини берләшмәһенең ҡаҡшамаҫ нигеҙе һаҡлана. Күңелдәр ҙә тыныс, киләсәк өмөттәр ҙә ҙур.
   Йәмғиәттең, дәүләттең нигеҙе ғаиләнән башлана, тигән боронғонан килгән тапҡыр һүҙҙәр бар. Мөхәммәт пәйғәмбәр ошо аҡыллы тәжрибәне ислам диненә нигеҙ һалғанда ла оҫта файҙаланған тиергә кәрәк. Ул үҙ ишле ғаиләһенең, сәхәбәләренең, мосолмандарының ғаиләһе ныҡлығына ныҡ әһәмиәт биргән. Ғаиләһе ныҡтың — нигеҙе ныҡ. Ғаилә нигеҙе — мөхәббәттә, инсафта. Туған, ҡәрҙәш ғаиләләр — йәмғиәт ныҡлығы ла.
   Өхөт һуғышында еңелеүҙең ҡайғыһын бер аҙ баҫыр өсөнмө, әллә сәхәбәләренең, күпмелер күңелен табыу теләгенәнме, ғаиләһен тағы ишәйтмәксе була рәсүлдәре. Көрәйештәрҙең шанлы Мәхсүм тоҡомонан Һинде исемле тол мосолман ҡатынын алмаҡсы. Ире Хәбәшстандағы бер яуҙа шәһит киткән, сибәр ҡатынына әле бары егерме биш йәш. Тулып бешкән сағы. Ул һылыуҙы, тол ҡалғас, Әбүбәкер менән Ғүмәр сәхәбәләре һоратып ҡарағайны, нишләптер күнмәне. Сәхәбәләренең сәменә тейгәнен дә иҫтә тотоп, рәсүл үҙе тәҡдим яһаны. Бәй, уға ла икеле-микеле яуап бирмәһенме: йәнәһе, ул тол һәм өлкән инде, өҫтәүенә ике улы бар. Унан, бик көнсөл, имеш.
   Аҙаҡ ишетелеүенсә, ике улы пәйғәмбәр һынлы пәйғәмбәрҙең һора- тыуын кире ҡағыу оло гонаһ булыр, беҙ был никахты хуплайбыҙ, тип әсәләрен күндергәндәр икән. Тағы шулай бер туй яһанылар, ғаиләһе ишәйҙе. һиндегә айырым йорт өлгөрттөләр.
   Мөхәммәт был юлы яуыз дошманы Әбүсуфыяндың йырағыраҡ туғаны булған һиндене алып, бер яҡтан, зитына тейһә, икенсе яҡтан, туғанлыҡ осо менән, бәлки, араларын яҡынайтмаҡ та булғандыр. Ғүмер баҡый ҡылысҡа ҡылыс килеү тимәгән пәйғәмбәргә.
   Рәсүл Әкрәм затына хәҙер дүрт ҡатын, дүрт ғаилә менән берләшеп, донъя көтөүҙең тәртип-низамдарын, үҙ-ара бағланыштарын дин-көн ҡушҡанса ғәҙел юлға ҡорорға кәрәк. Уны матди, рухи йәһәттән дә тиң һәм теүәл үтәү шарт. Мөхәммәткә һәр ҡатынының холоҡ-ҡылығы, йәше, төҫө-башы, нәфсеһе менән дә иҫәпләшмәй булмай. Ғаилә икән, һәр береһенә тигеҙ ҡарарға, хәлеңсә ҡәнәғәтләндерергә, уй-ниәттәрен яҡшы белергә, күңелдәрен табырға тейешһең.
   Аллаға шөкөр, яу-төшөмдәрҙән һуң тормош-көнкүрештәренең матди яғы яҡшырҙы, һәр ғаиләһенең үҙ йорто, үҙ көнө-йүне бар. Ғаилә баштары Мөхәммәт менән осрашыу, ҡуныу тәүлеге тигеҙ бүленгән. Мөҙҙәте еткән көн-төн һәр хужабикәгә байрамға торошло. Ул көндө нәүбәт хужабикәһе бешеренә-төшөрөнә, өй эсен тәртипкә килтерә, аҙна эсендә һағынып өлгөргән ирен өрмәгән ергә ултыртмаҫҡа, тәмле аш-һыуҙар менән һыйларға, бар күңел йылылығын бирергә тырыша. Шуныһы ла яҡшы: көндәштәр үҙ көндәрен үҙҙәре күрә, өй эсендәген бигүк тышҡа сығармай, һыр биреп бармай. Ҡайһы берҙәре бик көйәҙ, һауалыраҡ икән, улары ла һәр өй эсе, ир менән ҡатын мөнәсәбәте — үҙ-ара ҡала. Һүҙ-ғәйбәт йөрөтөүгә, ошаҡ, үпкә-фәләнгә юл ҡуйылмай. Ил-ҡәүем, яңы дин менән идара итергә Аллаһы Тәғәлә тарафынан бойоролған икән, рәсүле лә йорт, ғаилә эсендәген юлға һалырға һәм мосолмандарына үрнәк тә булырға тейешлеген әйтеп тораһы ла түгел, ул мотлаҡ.
   Боронғо мәжүси динендә ҡатын-ҡыҙҙы түбәнһетеп ҡарау, уны үлтереү, теләгәнсә күп ҡатынлылыҡ, уларҙың ҡанһыҙлығы хөкөм һөрһә, ислам динендә иһә ҡатын-ҡыҙҙарҙың күп йәһәттән тиңлеге, ғаиләләге роле, ирҙәр менән тиң хоҡуҡлығы ҡанунлаштырыла. Күп ҡатынлылыҡ хоҡуғы һаҡланһа ла, ул дүрттән арттырылмай. Ошо йәһәттән Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең күп ғаиләле тормошо мосолмандарына бер үрнәк булырлыҡ. Тормош-көнкүреш бит, Мөхәммәт тә әҙәм заты — фәрештә түгел, уның ғишыҡлығының, ғаилә ҡоролошоноң үҙ сиге, ҡытыршылыҡтары, хатта ки мәғлүм бер хаталары, йомшаҡ яҡтары ла булғандыр. Улары
   — Хоҙай хөкөмөндә. Беҙ хәҙерге күҙлектән, бөгөнгө ҡанундар нигеҙендә әлмисаҡтағы ҡанундарҙың ғаиләгә, мөхәббәткә бағы сикле йә яңылыш яҡтарын таба һәм тәнҡитләй алыр инек. Ләкин бында ла беҙ һәр замандың үҙ кимәлен, шуға ярашлы барлыҡҡа килгән ҡанундарҙы, заман башҡа, заң башҡа икәнен онотмаҫҡа тейешбеҙ. Исламдың башланғыс осоронда кәнизәктәр хоҡуғы ла булған хатта ки. Дауыт пәйғәмбәрҙең — йөҙ, Сөләймән пәйғәмбәрҙең өс йөҙ ҡатыны булған икән, тиҙәр.
   Мөхәммәт миладиҙың 625 йылында Ҡөрьәнгә вәхи ингән ун алты аятты иғлан итә. Улар барыһы ла никах, ғаилә, мираҫ мәсьәләләренә ҡарай. Быларҙа ниндәй шарттарҙа, ниндәй осраҡтарҙа ярамай — аныҡ күрһәтелә. Айырылышыу ике яҡтың ҡарашын иҫәпкә алып хәл ҡылына. Милек бүлешеү тәртибе асыҡлана.
   Ни генә тимә, рәсүл дә әҙәм балаһы бит, бындай ҡанун-ҡағиҙәләрҙе абайламаҫтан үҙе лә боҙғолаған мәлдәре булғылағандыр. Үҙен буй етмәҫтәй олуғ хужа итеп тойоп, ҡайсаҡ шайтан ҡотҡоһона, нәфсеһенә бирелеп, хәрәм ҡылғандары ла барҙыр, төпсөнә башлаһаң. Тик биғәйбә. Ана, Хәйбәрҙе яулап алғас, йәһүд сибәре Райханаға күҙе төшөп, тегенең ҡулынан алған ризыҡты һаҡһыҙ ҡабып ебәреп, ағыуланып үлә яҙҙы, әлдә күп өлөшөн ҡоҫоп ҡотолдо. Бер нисә яугиры ағыуланып күҙ алдында йән бирҙе. Шунан бирле сибәр ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәкерлегенә шикләнә. Күңел вәсвәсәһенән тыйылаһы ине лә һуң, ана, яңыраҡ Зәйнәпкә өйләнеүе лә сәйер генә килеп сыҡты.
   Юл ыңғайында бер әүәле аҫырауға алған улы Зәйеттең өйөнә һуғылһа, ишектән инеүенә һылыу бисәһе Зәйнәптең эске күлдәктә генә йөрөгәнен күреп, буй-һынына күҙен атмаһынмы. Үҙе йәмһеҙ, үҙе тоҡор Зәйет ҡырында Зәйнәп Хоҙай ҡошо лабаһа аҫыл затҡа тейешле. Үгәй атаһы килененә ғашиҡ икән, Зәйет, үҙе әйтеүенсә, ҡатынын пәйғәмбәргә бирергә әҙер бөтә күңеленән. Шулай, Зәйнәп ҡайныһы Мөхәммәт менән никахлана. Быға ғорур һәм көнсөл Ғәйшә генә асыҡтан-асыҡ ризаһыҙлыҡ белдерә. Белдерә, ләкин ни эшләһен, күнергә мәжбүр. Сибәр ҡатындар Мөхәммәт күңелен тиҙ яулар булған, күрәһең. Рәсүлдең үҙенең был тәңгәлдә шулай тигәне булыр: «Ер йөҙөндә һәммәһенән элек ҡатындарҙы һәм тәмле еҫтәрҙе яраттым. Әммә тулы рәхәтте фәҡәт намаҙлыҡ өҫтөндә генә таптым».
   Һижрәнең дүртенсе йылының аҙағында Ҡыҙыл диңгеҙ буйында йәшәгән Бану Мосталих ҡәбиләһенә ҡаршы яу менән бара. Был ҡәбилә башлығы мосолмандарҙың шундай яу менән килеүенән ҡурҡып, бөтә байлығын, мал-тыуарҙарын, халҡын ташлап ҡаса. Әсир төшкән ҡатын-ҡыҙҙар араһынан Мөхәммәттең күҙенә бер сибәр сағыла. Мал-мөлкәтте, әсирҙәрен йәрәбә һалып бүлгәс, Бәррә исемле сибәрҙәренең сибәре Мөхәммәткә төшә. Хоҙай ҡушҡан мал, тимәк, уныҡы. Яратҡан йылан итен дә ашаған тигәндәй, никахлаша быға Мөхәммәт. Әммә үҙе менән юлдағы хәләле Ғәйшәнең генә быға йөрәге яна, юлда ла көндәше табыла. Уның ҡарауы, был никах Мөхәммәт, уның яуҙаштары өсөн ысын бер табыш һәм мосолмандары менән Бану Мосталих халҡы араһында солох төҙөүгә килтергән бер ыңғай сара ла.
   Нисек кенә көнләшмәһен, Ғәйшә үҙе лә фәрештә түгел. Ошо уҡ яу юлында Ғәйшә бер йәш ғәрәп егете менән күпмелер юғалышып торғандар, тигән хәбәр тарала. Рәсүлдең үҙ күңелендә лә шик һәм көнләшеү ҡорто яралған. Пәйғәмбәр ҙә әҙәми зат бит. Шуныһы ла бер ғәҙәт рәүешен ала барған кеүек, Мөхәммәт үҙе яу башлығында ниндәй яуға сыҡмаһын, еңеп ҡайтҡанында һәр саҡ күп кенә улъя, байлыҡ менән бергә дошманының бер сибәр ҡыҙын йә ҡатынын үҙенә никахлап, мосолман итеп алып ҡайтыуҙы ла үҙенсә бер ғәҙәткә әйләндергән. Нәҡ боронғо ғәрәп әкиәттәрендәге бер ғөрөф-ғәҙәт кеүегерәк. Быны белгестәр Мөхәммәттең сәйәси, мәхәлиф миссияһы, дошманын туғанға, мәжүсиҙе мосолманға әйләндереүҙең бер күренеше тип тә иҫәпләйҙәр. Ҡөрьән дә быны хуплаған. Мөхәммәт үҙ ғүмерендә барлығы ун ике ҡатын менән никахлашҡан. Әммә нисек кенә сибәр ҡыҙ-ҡатындарға күҙе тиҙ төшөр һәм улар менән йәһәт кенә никахлашыр булмаһын, Мөхәммәт ғәлиәссәләм Ҡөрьән өйрәтмәләренә ярашлы рәүештә һәр ғаиләһен етерлек матди тәьминәтле итеп, үҙ-ара килешеп-һыйышып йәшәү, бер бөтөн ғаиләләй тереклек итеү үрнәген дә күрһәтә алған, бер тиңерәк һөйөү өлгөһөн дә биргән тиергә мөмкин. Был өлкәлә лә рәсүлдең Ҡөрьәндә яҙылған ғаилә, ир-ҡатын, балалар мөнәсәбәттәре ныҡлы тотолған.

                                                       Илселек шөғөлдәре
   «Ҡалас менән ҡылыс» сәйәсәте. Илселек бағланыштары. Византия императоры Ираклийға хаты. Фарсы шаһы Хөсрәүгә хаты. Мысыр ил-вәләйәтенә илселек. Бүтән вәләкәйеттәргә ебәрелгән илселәр.
   Мосолмандары һәм биләмәләре яйлап ишәйә килә, Мөхәммәт пәйғәмбәр «ҡалас та, ҡылыс та» ысулының баштағыһына нығыраҡ мөрәжәғәт итә башланы. Ҡан ҡойошҡа ҡарағанда һөйләшеп килешеү, илселек шөғөлдәре күпкә отошлораҡ. һүҙ ҡеүәһе күрше ил-йорттарҙы үҙенсә ҡапшап ҡарау, үҙ йорт-динеңде самалау сараһы ла. Самаламай һис булмай, күрше-тирәлә ҡеүәтле Рим истиғмар империяһы, Фарсы шаһлығы ла әллә ҡасандарҙан бирле йәшәп яталар бит. Уларға тота килә ҡорал күтәрмәк, үҙ башыңа төшмәге бар.
   Мөхәммәт илселектәр төҙөнө, ил-ара бағланыштар урынлаштырҙы. Ул Византия императорына, Сүриә иленә, Мысыр кенәзлегенә, Фарсы шаһына илселәр менән мөрәжәғәт хаттары ебәрҙе.
   Шуларҙан Византия императоры Ираклийға яҙып, тарих өсөн хәҙергәсә һаҡланып ҡалған хаты үрнәк өсөн бик фәһемле. Шуның тәржемәһе:
           «Бисмилләһи-ррәхмани-ррәхим.
           Мөхәммәт ибн Ғабдулланан Византия хакимы Ираклийға!
           Хаҡ юлдан барыусыға олуғ сәләм!
   Һиңә мосолман булараҡ үтенәм: ислам динен ҡабул ит һәм Аллаһ һиңә икеләтә мәрхәмәтле булыр! Әгәр баш тартаһың икән, гонаһы үҙеңә! Әйт: и, яҙыу хужалары! Аллаһтан башка бер кемгә лә табыныу һәм уға иптәштәр итеп бер ни ҙә бирмәү өсөн беребеҙҙең Аллаһытан башҡа бүтәндәрҙе әфәнделәргә әүерелдермәүе өсөн һеҙгә лә, беҙгә лә уртаҡ һүҙгә килегеҙ! Әгәр улар йөҙ сөйөрһәләр, әйтегеҙ: «Шаһит булығыҙ — беҙ һатлыҡтар!» — тип. Тәңре тағы шуларҙы әйтте: «Беҙ элегерәк яҙыу бүләк иткән кешеләр ҙә ышаналар Аллаға. Һәм һеҙ быны уҡығанда улар әйтерҙәр: «Беҙ уға ышанабыҙ, сөнки ул тәңребеҙ хәҡиҡәте. Беҙ әле бығаса уҡ мосолман инек». Бының өсөн улар икеләтә бүләкләнер. Түҙемлектәре өсөн дә, яуызлыҡҡа игелек менән яуап биргәндәре өсөн дә».
   Хат аҙағында пәйғәмбәрҙең түңәрәк мөһөрө баҫылған.
   Император был хатты ихтирам менән ҡабул итә. Пәйғәмбәрҙе яҡшыраҡ белер өсөн Византия иле башлығы Ираклий Сүриә иле йәрминкәһенән бер ғәрәп каруан башын таптырып, үҙенә килтертә. Был Мөхәммәттең әүәлге дошманы, әмәлгә ҡалғандай Әбүсуфыян үҙе булып сыға. Мөхәммәт хаҡында һорашҡас, күрәһең, үҙ башын һаҡлап ҡалыр өсөн, һәр һорауға ыңғай яуап биреп, Мөхәммәтте олуғ пәйғәмбәр затына, олуғ мәсьүлиәт эйәһенә тиңләп ебәрә. Ғәжәп, ауыҙына Хызыр Ильяс төкөргәнме ни! Ираклийҙы тамам аптырауға һәм ғәжәпһенеүгә һала был телмәр. Рим империяһына, Византияға хәүеф-хәтәр килтермәгәйе, тип шиккә төшә хатта ки.
   Илдәр менән илдәр араһындағы ҡаршылыҡ йә һуғыштарҙы Мөхәммәт йыш ҡына үҙ файҙаһына бора алған. Мәҫәлән, ул Византия менән Иран араһындағы ҡаршылыҡты үҙ ил-дине мәнфәғәте өсөн оҫта ғына файҙаланған. Рим империяһының баш биреп бармаҫ вәләйәттәре менән бағланыштар урынлаштырған. Үҙ мөстәҡиллеге өсөн көрәшкән Мысыр вәләйәтенә илселәрен ебәргән. Илсе уҙамандарын хөрмәт менән ҡаршы алғандар, үҙ-ара ярҙамлашырға һөйләшеп-килешеп ҡайтҡандар. Әллә күпме ҡиммәтле бүләктәр менән алмашҡандар. Мөхәммәткә ғәрәп тоҡомло шәп ат һайлағандар. Улай ғынамы, үҙенә апалы-һеңлеле Мария һәм Ширинә исемле ғәжәйеп сибәр ҡыҙҙар ебәргәндәр. Бына батша исмаһам! Мәҙинәлә йәшәүенең һуңғы осорҙарында Мөхәммәт Шам, Нәфүл, Тәйма, Фарсы тарафтарына илсе-сәфәрселәр төркөмдәрен күпләп сығара. Уның илселәре алыҫ Йәмәнгә, Оманға, Хәбәшстанғаса барып еткән. Шулай, динде тыныс юл менән индереү ысулдарын киң ҡулланған.
   Ислам дине ингән, инә барған өлкәләрҙән зәҡәт, мираҫ, ғөшөр, фитыр, мал-аҡсалары ла күберәк инә башлай. Мәҙинә ислам дине үҙәгенә әүерелә. Мосолмандарға аяҡҡа баҫып, донъя көтөп алып китер хәл- мәмкинлектәр асыла. Шаҡтай өләшә байып китә. Мал-тыуарҙары ялан- тау ҡаплап йөрөгән төбәктәр күп. Ҙур ауыл, ҡала тирәләй емеш баҡсалары киңәйә. Сауҙа эштәре юлға һалына, төрлө тарафтарға ҙур-ҙур каруандар ҡыуыла. Килем-төшөм арта. Шуны ла иҫтә тоторға кәрәк: әле ислам дине күрше ил, көслө дәүләттәргә бигүк таныш булмаған, аҙ хәбәрҙар сағында уҡ Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең Алла илсеһе, яңы дин башлығы вазифаһында олуғ императорҙарға, шаһтарға, әмирҙәргә рәсми мөрәжәғәт итеүенең бер динлелек, дуҫлыҡ, туғанлыҡ, бергәлек принциптарын иғлан ҡылыуы һәм шуға саҡырыуы менән үҙе бер тарихи-мәҙәни дәүләт-ара мөнәсәбәт, илселек йәһәтенән мөһим әһәмиәткә эйә.
Был мөрәжәғәт хаттарында рәсүл диндәрҙең күп йәһәттән дөйөм маҡсат-рисаләт уртаҡлығы, пәйғәмбәрҙәрҙең берлеге хаҡында ла иҫтәренә төшөртә, һәммәһен туғанлыҡҡа, дуҫлыҡҡа, уртаҡ тел табырға өндәй.
   Заманаһы килер, Мөхәммәт үҙе, үҙенән һуң тоғро хәлифтәре ислам диненең бөйөк дин икәнен бөтә донъяға танытыр; сит дин, сит ил башлыҡтарын да уны танырға, мосолмандар менән иҫәпләшергә мәжбүр итер. Бөтөн Яҡын Көнсығыш илдәре, Византия, Рим империяһының иң ҙур биләмәләре, ислам динен ҡабул итеп, мосолман илдәренә әүерелер.
   Заман сәғәте мосолмандар файҙаһына эшләй ине инде.

                                                       Мәккәне яулау
   Мәккә көрәйештәре менән килешеүгә бер йыл тулды. Хәҙер инде иркенләп хажға йыйынырға ваҡыт.
Милади 629 йылдың яҙында, зөлхизә айында, Мөхәммәт пәйғәмбәр сәхәбәләре менән һайланма ике мең мосолманға башлыҡ булып, сәфәр сыҡты. Үҙҙәре артынан ҡорбанға етмешләп баш ҡуй, дөйә малы эйәрттеләр. Һаҡлыҡ өсөн кескәй төркөм ҡораллы һыбайлылар оҙата барҙы. Юлдары һил, тыныс ине.
   Көрәйештәр биләмәһенә ингәс, шарт буйынса юл кейем-һалымдарын хаж ихрам хөлләһенә алыштырып юлдарын дауам иттеләр. Шулай ҙа Мәҙинә хаж сәфәрселәрен Мәккә халҡы шомайып ҡаршыланы, буғай.
   Оло урамдар буп-буш тиерлек ине. Аҙаҡ белеүҙәренсә, мосолмандарҙан ҡурҡып, гонаһлы көрәйештәрҙең күпселеге өйөнә йәшеренгән йә тауға уҡ ҡасҡан булып сыҡты. Уларҙы хөрмәт иткәндәре, туған-тыумасалары ғына асыҡ йөҙ менән ҡаршыланы.
   Мөхәммәттең, мосолмандарының изге ергә баҫыуҙарына, буп-буш Ҡәғбә эсенә инеп намаҙ ҡылыуҙарына ҡыуаныстарының иге-сиге юҡ ине. Ҡыуанмаҫлыҡмы ни, Мәккә мөһәжирҙәренең тыуған ҡалаһы мосолмандарҙың да изге Ҡәғбәһе бит. Ислам дине ҡушҡандың бер фарыз бурысын үтәр ер, мөҡәддәс төбәк.
   Ҡәғбә ҡапҡаһын асып инеүҙәре үҙҙәре генә ни тора хаҡ мосолманға. Ана, пәйғәмбәрҙәренә, сәхәбәләренә эйәреп, теҙелешеп, айырым бер мәҡам менән доғаларын уҡып, йолаларын үтәп, Ҡәғбәне дүрт ҡат урап сыҡтылар. Урталағы күктән төшкән ҙур Ҡара ташты өс ҡат әйләнгәндә, уға ҡулдарын тейҙереп, һыйпап үттеләр. Ҡул, күҙ аша ғәжәйеп нурлы ағым ҡан тамырҙарына, бәғерҙәренә үтеп ингәндәй, үҙҙәрен әсбән нурландырғандай тойолдо. И, изге хозурлыҡ!
   Ҡәғбәнән һәммәһе лә шунса сафланып, рухланып сыҡтылар, уларҙан да изге, уларҙан да мәрхәмәтле, бәхетле кешеләр юҡтыр кеүек ине донъяла. Яндарында пәйғәмбәрҙәре — Рәсүл Әкрәмдәре бар. Үҙҙәре хәҙер хажи заттар. Ислам дине өсөн утҡа-һыуға инергә әҙер мөҡәддәстәр.
   Изге майҙандан сыҡҡас, тәғәйен урында ҡорбанға килтергән малдарын салдылар. Уның иттәрен өлөшләп-өлөшләп хаж тамашаһын күрергә килгәндәргә өләшеп бирҙеләр.
   Үҙ ҡалаларында тыуған Мөхәммәт пәйғәмбәр менән күрешеү, уның илаһи зат икәнен таныу хөрмәтенә Алла рәсүленең үҙенән ризалыҡ алып, доғалар уҡытып, тиҫтәләгән мәккәлеләр ислам динен ҡабул иттеләр. Хаж хәфәләте үҙе бер оло байрам төҫөн алып китте. Пәйғәмбәр заттың үҙенең ошондай оло тантаналарҙан йәки яуҙарҙа еңеүҙәрҙән һуң ниндәйҙер байрам йә туй уҙғарыу ғәҙәте бар. Был үҙенсә бер йолаға әүерелгән. Был юлы ла уның бер яйы табылды. Мәккә кешеһе, Мөхәммәттең электән яҡын танышы, йәшертен рәүештә мосолманлыҡҡа күскән Ғәббәс үҙенең балдыҙы Мәймүнәне рәсүлгә димләне. Рәсүл быны изге айҙа, хаж сәфәрендә булғаны өсөн бик хуп күрҙе. Әммә йәһәт кенә туй-байрам ҡорорға мөмкинлек юҡ.
   Ҡайсаҡ оло заттарға ла ел ҡаршы, ти. Мәккә хужалары хажда булыу мөҙҙәте килешеүҙә өс көн тиелгән, был көн үтте, тип, туй ҡороуға ризалашманы. Мөҙҙәттән бигерәк, оло туй-байрам яһап, мәккәлеләрҙең күптәре мосолман булып китеүҙән шөрләнеләр, буғай. Аяҡ аҫтарына күптән ут ҡапҡайны шул.
   Нишләйһең инде, солох — ҡанун, күнмәй сара юҡ. Шуға туй Мәҙинәгә ҡалдырылды. Уның ҡарауы, Мөхәммәттең Әбүсуфыян ҡыҙы Мәймүнәгә өйләнеүе менән әүәлге хас дошманын үҙ йәтмәһенә эләктереүе бик мөмкин ине. Һәм ул шулай килеп сыҡты ла, аҙағыраҡ Әбүсуфыяндың кейәүе ҡанаты аҫтына һыйынмай сараһы ҡалманы. Иң яуыз дошманын шулай туғанлыҡ ебе һәм әхлаҡ көсө менән еңде.
   Хаж сәфәренән һуң күп тә үтмәй, пәйғәмбәрҙең икенсе көслө дошманы Халит ибн Вәлид — Өхөт һуғышында һыбайлылары менән рәсүл мосолмандарын еңгән ғәййәр һуғышсы ла Мөхәммәткә килеп баш һалды. Уның янында рәсүлдең ҡөҙрәтенә һәм мәрхәмәтлелегенә таң ҡалған икенсе атаҡлы көрәйеш ир-егете шағир Әмрә ибн Ғас та бар ине. Пәйғәмбәргә ҡарата төртмә шиғырҙары өсөн Мөхәммәт алдында ғәфү үтенергә һәм ярлыҡау һорарға тура килде уға.
   Эйелгән башты ҡылыс сапмаҫ, тиҙәр ғәрәптәр. Хатта яуыз дошманын да үҙенә баш эйҙерә һәм кисерә белеүсе ҡөҙрәтле Рәсүл Әкрәм күп әҙәмдәрҙән әллә нисәмә башҡа юғары ине. Алла илсеһе икәнен ул вәхи һүҙҙәре менән генә түгел, үҙ һүҙ ҡеүәһе, хаталанған, күңеле ҡатҡан бәндәләрҙе йомшартыуы, ярлыҡауы, рухи бөйөклөгө менән дә раҫлай алды. Иман һүҙе уға — Алла һүҙе, холоҡ-фиғеле рәсүллек өлгөһө ине.
   Элекке хас дошмандарына, үҙҙәрен яңы шарттарҙа һынап та тормай, иң яуаплы вазифалар биреүе һәм яуҙарға ышанып индереүе пәйғәмбәр заттың шулай уҡ рухи көсө һәм ҡаҡшамаҫ инанысы хаҡында һөйләй.
   Тарих шуны раҫлай: Халит ибн Вәлид ислам байрағын Тигр, Евфрат даръялары аша Иран, Афғанстан, һиндостан илдәренә лә илтер. Шағир Әмрә ибн Ғас мосолман ғәскәре башлығында Мысыр ерҙәрендә яуҙа шәһит китер, ислам баһадирҙары исемлегенә инер. Һуғыш — һуғыш шул, гел генә еңеүҙәрҙән тормай, еңелеүҙәре, ҡыйралыштары ла бар. Күрше ил-йорттарҙы исламға өндәгәндә Мөхәммәт шундай юлды тота ғәҙәттә: башта илселәр, димселәр ебәрә, ул юл бигүк килеп сыҡмаһа, киҫәтеүҙәр яһай. Һуңғы сиктә яу-бәғҫәт ҡала.
   Бына һижрәнең һигеҙенсе йылында ла шулайыраҡ килеп сыҡты: рәсүл ислам динен шимал тарафына, Византия ерҙәренә лә таратмаҡ ниәттән ун биш кешелек илсе ебәргәйне. Ҡеүәтле Рим империяһына ингән дәүләт етәкселәре илселәрен тотош үлтереп ташланылар. Ни сара ҡала — үлтерешкә үлтереш менән ҡон ҡайтарыу. Мосолмандар тиҙ арала өс меңлек ғәскәр туплай. Ә Византия уларға йөҙ илле мең ғәскәрен күтәрә. Уҡ атылғас, һуғыш ҡотолғоһоҙ.
   Ғәскәрҙәрен яуға оҙатҡанда Мөхәммәт ғәлиәссәләм: «Аллаһы исеменән Алла дошмандары, үҙ дошмандарыбыҙ менән һуғышасаҡһығыҙ. Үҙен Тәңрегә бағышлаған төрки дәрүишен күрһәгеҙ, ундайҙарға теймәгеҙ, ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоро, бала-сағаларҙы ҡыйырһытмағыҙ, йорттарын емермәгеҙ, баҡсаларын ҡырмағыҙ!» — тигәйне лә ул, һуғыш ҡорбанһыҙ булмай.
   Һуғыш алды кәңәшмәһендә төрлө тәҡдимдәр була: дошманға үс менән ҡанғандар һуңғы һулышҡаса һуғышырға, тиһәләр, байтаҡтары шунса ғәләмәт көскә ҡаршы тороуҙа, ҡырылыуҙа мәғәнә юҡ, кире боролорға кәрәк, тигән фекерҙә торҙо. Икеләнеүселәр бар ине. Шул саҡ Абдулла ибн Рәүәс атлы ҡыҙыу ҡанлы, йәш яугир ярһып һүҙ алды:
   — Һуғышыр өсөн түгел, һырт биреп хурлыҡлы ҡасыр өсөн шунса ер-һыуҙар үтеп килгәнбеҙме ни?! Яуҙаштарым, Алла исеменән ант итәм, изге яуҙа үлһәк, шәһит китербеҙ, еңһәк, Аллаһы Тәғәләнән мең рәхмәтле булырбыҙ. Көскә — көс, башҡа — баш, тип кенә һуғышмайбыҙ бит, динебеҙ өсөн һуғышабыҙ. Уны Раббыбыҙ бирҙе, шуның өсөн йән ҡыябыҙ, дан яулайбыҙ. Алдыбыҙҙа йә үлем, йә ҡалым ғына түгел бит, алда ике бәхет: йә еңергә, йә шәһит китергә!
   Йән хаҡы түгел, дин хаҡы еңде: хәтәр һуғышҡа инергә ҡарар иттеләр.
   Төптәнерәк уйлаһаң, иҫке дин менән яңы дин, ғәрәп мәҙәниәте менән яңы тыуып килгән шәреҡ мәҙәниәте маңлайға маңлай сәкәшә бит, көс-ҡеүәт кенә түгел, рух, намыҫ бизмәнгә һалынған.
   Иртә таңда төньяҡ-көнбайышта борғолар уйнаны, Моуәт тигән уйһыу киң яланды иңләп, һөңгө, ҡалҡан менән ҡораллы йөҙ илле меңлек Византия ғәскәренең алғы сафтары ҡара яу булып ҡаплап, йәм-йәшел туғайҙарҙы иҙеп килә башланы. Алдағы рәттәр ярты яланды үтте, ә арттан яңынан-яңы сафтар сыға тора, һөңгөлө, тимер ҡораллы ташҡын тулҡын-тулҡын булып уйһыулыҡты ҡаплап бара. Бирге яҡтан мосолмандарҙың йәйәүле, уҡлы ғәскәренең алғы рәттәре генә тора. Үҙҙәре ҡымшанмай ҙа. Ә ара яҡынайғандан-яҡыная: хәҙер ташҡын баҫып, иҙеп кенә үтәһе...
   Шул шомло мәлдә һөңгөлө ташҡын өҫтөнә уңдан-һулдан уҡ ямғырҙары яуа башланы. Артҡы сафтар боҙолдо. Аһтар, ызғырыштар ишетелде. Торараҡ ике ҡулдан — уңдан, һулдан мосолмандарҙың һыбайлылары был ташҡындың ҡабырғаларын бүҫеп инмәһенме. Бына ҡалай башланып китте ул был һуғыш, күрелмәгәнсә киҫеш-һуйыш.
   Мосолмандар яғынан төп ғәскәр менән Зәйет ибн Харис етәкселек итә ине. Ярҙамсылары итеп уның ике туған ағалары Йәғәфәр ибн Әбүталип менән Абдулла ибн Рәүах тәғәйенләнгәйне.
   Зәйет ибн Харис, баш сәрҙар, үҙе уң ҡулдан дошман сафтарын ярып инә, ат өҫтөндә уңлы-һуллы ҡылыстан баштарҙы турай башлай. Аты әллә нисә һөңгөнән яраланып, ергә ауғас, ислам байрағын бер ҡулына тотҡан көйө лә байтаҡ алыша. Дошман ҡылысы уның бер ҡулын өҙөп төшөрә, байраҡты икенсе ҡулына тотоп, һаман алға бара. Ул ҡулы ла өҙөлгәс, гөрҫ итеп ергә ауа. Байраҡты Йәғәфәр ибн Әбүталип эләктереп ала. Ул да һуғыша-һуғыша ҡылыстан үтә. Байраҡ өсөнсөгә — Абдуллаға күсә. Ә дошман илле тапҡыр артыҡ көс менән ҡаршылыҡ күрһәтә, өҫтө-өҫтөнә ябырыла. Яу яланы мәхшәргә әүерелә, өсөнсө батыр ҙа ҡанлы ташҡын аҫтында үлемесле яраланып ятып ҡала.
   Был тиңһеҙ һуғышта һан яғынан тиҫтәләрсә өҫтөн дошмандың, уларҙың күҙ күрмәгән ҡорал көсөн еңеүҙә шикләнгән Халит ибн Вәлид яуҙа үлгән сәрҙарҙарының вазифаһын үҙенә алып, мосолман ғәскәрен тамам ҡыйралыуҙан ҡотҡарып алып сығыуға өлгәшә. Дошман да уларға яңынан ташланырға йөрьәт итмәй, мосолмандар ҙа һырт биреп ҡасмай, барынса ғәскәрен һаҡлап ҡала. Йәғни, еңеүсе лә, еңелеүсе лә юҡ. Шулай бөтә тарихҡа инеп ҡалған күп ҡан ҡойошло Моуәт һуғышы — өс мең мосолмандың йөҙ илле мең кафыр ғәскәренә ҡаршы яуы. Ҡөрьәндә яҙылған хаҡтыр: «Әгәр арағыҙҙа сабырлы егерме кеше булһа, улар ике йөҙ кешене еңер, әгәр арағыҙҙа йөҙ кеше булһа, улар иман килтермәгәндәрҙән мең кешене еңер». Шунса ҡораллы ғәскәрҙе үҙ ерҙәренә үткәрмәй, үҙ мосолмандарын, Ғәрәбстан ил-ерен һаҡлап ҡалалар Моуәт яугирҙары. Уның аҡыллы сәрҙары Халит ибн Вәлид Пәйғәмбәр ҡылысы тигән данлы исем-ат алыр.
   Ә шәһит булған Зәйетдин ибн Харис, Йәғәфәр ибн Әбүталип, Абдулла кәүҙәләре Мәҙинәгә алып ҡайтып, хөрмәтләп ерләнер. Ҡыйралыштан ҡотҡарғанға аллаларына мең шөкөрана.
   Моуәт һуғышы еңеү килтермәһә лә, Мөхәммәт Мәҙинә тирәләй төньяҡ-көнсығыш өлкәләрен шаҡтай киңәйтеүгә, ҡом ғәрәптәрен, бүтән ырыуҙарҙы мосолман итергә өлгәшкәйне инде. Хәҙергә уға көньяҡҡа ғына юл ябыҡ. Көрәйештәр менән килешеү уның ҡулын бәйләп тора. Солох ҡанунын боҙмаҡ олуғ гонаһ. Әммә ләкин донъялар барыбер тыныс түгел. Көньяҡлап мәжүси ырыуҙар йыш ҡына сапҡындар яһай, мосолмандарҙың ҡуй көтөүҙәрен, дөйәләрен ҡыуып алып киткеләй, бүтән зыян-зәүрәттәр ҡыла.
   Хоҙәйбә яуы алдынан мосолмандар хөжәй, көрәйеш, бәкер ырыуҙары менән уртаҡ тел тапҡайны. Әүәлге талаштарының, баҫҡынсылыҡтарының үсен алыр өсөнмө, тағы нисектер, көрәйештәр ҡотортоуы менән бер мәл бәкер башкиҫәрҙәре хөжәй ырыуының егерме ир-егетен үлтерәләр. Шулай көрәйештәр мәкерле рәүештә солохто боҙа. Быға үлемгә үлем менән яуап бирергә кәрәк — ҡануны шул.
   Ваҡыт-шарт хәҙер мосолман файҙаһына эшләй. Ҡанлы ҡул көрәйештәр итәгенә ут ҡаба. Һүндерер бер генә әмәл бар — Мөхәммәт менән һөйләшмәк. Йәнәһе, үлтерешкә уларҙың ҡатнашы-фәләне юҡ, болаға бик үкенәләр, үҙҙәренә солох үтенәләр.
   Араны шулай тиҙерәк төҙәтер өсөн үтә хәйләкәр Әбүсуфыяндарын Мәҙинәгә ебәрәләр: Мөхәммәт, кем-кем, үҙ кейәүе бит, уртаҡ тел табыр, әллә ниҙәр вәғәҙә итер, аңын томалар — уларына ғына аҡылы етер кеүек.
   Әбүсуфыян Мәҙинәгә килеп төшкәс тә, әлбиттә, башта ҡыҙының йортона инә белешмәгә, яҡлашыу үтенмәгә. Мөхәммәттең мәсеткә намаҙға киткән яйлы сағына тура килә. Ярай, быныһы ла шәп. Ата кеше ултырып, ҡыҙы менән һөйләшергә теләһә, уныһы: «Атай, унда ултырырға ярамай, ул пәйғәмбәр урыны», — тип ҡырҡа кире ҡаға. Ә Мөхәммәт уны күрергә, һөйләшергә лә теләмәй. Сәхәбәләренә мөрәжәғәт итеп ҡарау ҙа бер ниндәй ыңғай һөҙөмтә бирмәй. Шулай бер ниндәй һөйләшеүһеҙ, уртаҡ тел таба алмай илселәре буш ҡул менән мәсхәрәле рәүештә иленә әйләнеп ҡайтырға мәжбүр. Ауыртҡан башҡа быныһы тағы бер тимер таяҡ.
   Был арала инде Мөхәммәт Мәккәгә яу менән барырға йәшерен рәүештә хәстәрлек эштәрен тиҙләтеп йөрөй. Белмәһәләр, көрәйештәр яуға әҙерләнеп өлгөрмәҫ, ҡан ҡойош булмаҫ ине, тип уйлай.
   Яуға әҙерлек хәбәр-хәтере үтмәһен өсөн Мәккә юлына һаҡсы боҫҡондар ҡуйыла, үҙҙәре яғынан бер юлсы ла үткәрелмәй, теге яҡтан килгәндәр кире әйләндерелмәй. Ләкин ниндәй генә һаҡлыҡ күрелмәһен, донъяла хыянатсылар бөткәнме ни, берәй-һәрәй булһа ла килеп сығыуы мөмкин шул. Һәм сыға ла: үҙ мосолмандары араһынан Хәбиб тигән мөһәжир Мәккәлә ҡалған туғандарын йәлләп, көрәйештәр алдында үҙен шәп күрһәтмәк булып, Сара исемле бер йырсы ҡыҙ артынан мәҙинәнекеләрҙең яу менән килеүе хаҡында иҫкәртеп, йәшерен хат ебәрә. Был хәүефһеҙ ҡыҙҙы һаҡсылар тикшереп-нитеп тормай үткәреп ебәрәләр. Артынса был хыянат күктән Мөхәммәткә беленә. Хыянатсы артынан Ғәли батыр бер нисә һыбайлыһы менән ҡыуып төшә. Мәккәгә яҡынлаған ерҙә барып етеп, тентеп ҡарайҙар, бер ниндәй хат-фәлән таба алмайҙар. Ғәли батыр асыуынан: «Тотошлай сисен, юғиһә, башыңды сабып өҙәм!» — тип ҡынынан ҡылысын һурып алғас, был ҡыҙ яман баҙап ҡала. Уға сәс төйөнөн сисеп, шунда йәшергән әлеге хатты алып бирмәй тәҡәте ҡалмай. Хыянат шулай асыла.
   Бөтә ғәскәр алдында Хәбиб хыянатын танығас, уны үлемгә хөкөм итәләр. Ғүмәр сәхәбә ҡылысын ҡынынан һурып ала, хыянатсының башын сабып өҙөргә әҙерләнгәндә генә, хыянатсы тәүбәгә килеп, Мөхәммәттең аяғы аҫтына бөгөлә төшә. Пәйғәмбәр: «Тәүбәгә килгәне, Бәдер һуғышында ғәйрәтлектәр күрһәткәне өсөн, Мәккәбеҙҙе яулауҙа хыянатын ҡан менән йыуырына өмөтләнеп, был бәндәмде ярлыҡайым!» — ти. Хәбиб шулай хыянатын яуҙа ҡан менән йыуып аҡлана. Был ваҡиғаның изге рамаҙан айында булғаны ла иҫтә тотолғандыр, моғайын.
   Шулай, һижрәнең һигеҙенсе йылында, миладиҙың алты йөҙ утыҙында, рамаҙан айында Мөхәммәт пәйғәмбәр ун меңле ғәскәре менән үҙ тыуған ҡалаһы Мәккәне, изге Ҡәғбәне яуыз көрәйеш ботҡа табыныусыларынан азат итергә яу-йыһатҡа юллана. Үҙе, Мысыр атына атланып, алға төшә. Изге яуға.
   Дошманға һиҙҙермәҫ һәм оло юлда ҡапма-ҡаршы осрашмаҫ һәм именлек юлында ҡан ҡоймаҫ өсөн тәүге хажға килгән урау тау юлын, һил урындарҙы һайлай. Мәккәйе ҡабырға юлдан, көрәйештәр һис көтмәгән яҡтан ҡамау хәйерле.
   Хәүеф-хәтәрһеҙ, тауыш-тынһыҙ урау юлдарын ҡыҙырып, тигеҙлеккә килеп сығалар. Мәккәнән әллә ни алыҫ түгел, күренеп тормалы йәмле Мораз-Заһран тигән төбәккә туҡтанылар. Дөйә йөнөнән эшләнгән йылы тирмәләрен ҡоралар, ял итер, аш бешерер, һыу алыр яйлы урындарын һайлайҙар.
   Килеп төпләнгән шул кисте үк Мөхәммәт яу-юлсы мең кешеһенә кисләтә ун мең усаҡ яғырға бойора. Улар, бер яҡтан, хаж көндәрендә Ғәрәфәт тауында яҡҡан изге усаҡтарҙы хәтерләтер. Икенсе яҡтан, әле хаж юлын аждаһалай быуып тороусы дошмандарына иҫкәртеү ут-ялҡындары ла. Белһендәр: Мәккә ҡапҡаһы, Ҡәғбә ишеге мосолмандарға тыныс юл менән хәләл асылмаһа, кафыр-дошмандары шул уттарҙа янасаҡ. Ысындан да, кисен мәғрип яҡлап бар офоҡто ҡаплап янған, ялҡындары күккә ашҡан уттар мәккәлеләрҙең ҡоттарын алды, йәһәннәм уттарын хәтерләтте. Гонаһлылар ер өҫтөндә үк янасаҡсы. Хоҙай шомлоғо, өҫтәүенә, был ун етенсе рамаҙан көнө Бәдер һуғышы көнөнә тап килә бит. Ул кескәй һуғышта ла көрәйештәр еңелһә, офоҡто ҡаплап килер был утлы яу ҡулдары ҡанлы мәжүсиҙәрҙе аямаҫ. Иң яҡшыһы — яуһыҙ-ниһеҙ ирекле баш һалыу. Күрәһең, ҡала башлыҡтары көстәрҙе, хәл-әхүәлде тиҙ самалап алған — бындай оло яуға ҡарыулашыуҙың үлемдән башҡа мәғәнәһе юҡ. Ихтыяри һалған башты ҡылыс киҫмәҫ. Ҡала, ғәскәр башлыҡтары килешеп, Әбүсуфыянды бер-ике кешеһе менән Мөхәммәт янына ебәрәләр: үҙ иректәре менән баш һалырға, теләген, үҙҙәрен, ҡала халҡын ярлыҡарға үтенеүҙәрен еткермәгә. Һөйләшер кешеләрҙең именлеген һаҡлап, хөжәй ырыуы шәйехе, Мөхәммәттең элекке дуҫы Бөҙәйле оҙата килә. Баш һалып, ҡарауылдарҙы көс-хәл менән үтеп, Мөхәммәт торған тошҡа етәләр.
   Быларҙың уй-ниәттәрен төпсөп асыҡлағас ҡына, иртәгеһен пәйғәмбәр менән осраштыралар.
   Рәсүл сатырында осрашыу киҫкенерәк башлана:
   — Ләғнәт төшкөрө Әбүсуфыян, Раббыбыҙҙан башҡа алла юҡлығын танырға ваҡыт еттеме инде һиңә? — тип асыуланып тәүге һорауын ҡуя.
   — Күп алла араһынан бер Алланы һайлауҙары ситен шул. Һеҙҙең Алла янында тағы бер алла булһа икән, бәлки, ул миңә теүәл яуап бирергә ярҙам итер ине, — тип төрттөрөп яуапланы дошманы.
   Мөхәммәт эргәһендә төптә ултырған Ғәббәс асыуҙан:
   — Әбүсуфыян, һиңә икенең бере: йә берҙән-бер Аллаһы Тәғәләне ҡабул итәһең, йә үҙ башыңдан яҙаһың! Шуны аңла! Һинең, яуыз көрәйештәреңдең көнө бөттө хәҙер, вәссәләм.
   Илсе булып, баш һалып килгән Әбүсуфыянға был рәүешле һүҙ көрәштереүенең мәғәнәһе лә, зыянынан башҡа тамсы файҙаһы ла юҡ ине. Шуға ул мосолмандарға баш эйергә ант итте. Ул шунда уҡ Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең үҙенең фатихаһы менән доғаһын тыңлап, ислам диненә инде. Бына ҡайҙа тағы Алла рәсүленең бер ҡөҙрәте.
   Аҙаҡтан шундай шартты ҡуйҙылар: кем ҡалала үҙ йортона инеп, ҡапҡаларын бикләп тыныс ҡала, улар ғәфү ителә; кемдәр Әбүсуфыяндың йорто янына йыйыла, улар мосолман ғәскәре сафына алына. Ҡаршылыҡ күрһәтеүселәр табылһа, уларға көн юҡ. Урындары үлеләр өйөмөндә булыр. Әбүсуфыяндың үҫмер улы, биш юлдашы әлегә аманат булып Мөхәммәт ҡарамағында ҡала.
   Килешеүҙең иртәгеһенә Әбүсуфыян сатырҙар ҡороп, ҡорал-яһаҡ ҡайрап, хәлдәр йыйып ятҡан Мөхәммәт ғәскәренең ҡеүәтен күреп ышаныр һәм баш һалыуҙан башҡа сараның һәләкәтле булыуына тамам инаныр. Күрә: ат-дөйәләре, салыр малдары шунса ишле. Ислам сафы ғәскәре, ҡоралы менән дә ҡеүәтенә бара шул. Киләсәк уларҙыҡы. Быларҙы аңламаған — үҙ-үҙенә дошман. Һәммәһе Әбүсуфыянға һабаҡ. Ул ғынамы, аңлаған һәр кем быны күрергә, белергә тейеш.
   Мәккәгә, ҡала, ғәскәр башлыҡтары янына әйләнеп ҡайтып, хәлде, баш һалыуҙың иң дөрөҫ һәм ҡалаң, ғаиләләрең, йорт-ерең, мал-тыуарҙарың менән имен-аман ҡалыуҙың иң хаҡ юлы икәнен төшөндөрҙө шикелле. Ҡан көҫәгәндәрҙең генә бер аҙ һуҡраныуын ишетте.
   Мөхәммәтең ниәте үҙе тыуып үҫкән, байтаҡ ҡәрҙәштәре, үҙ көрәйештәре йәшәгән Мәккәне һуғышһыҙ-ниһеҙ, ҡан ҡойошһоҙ алыу ине. Уға көс- ҡоралдың түгел, дини рухтың еңеүе мөһим.
   Шулай ҙа ғәскәренең көс-ҡеүәтен күрһәтер өсөн, Мәккә эргәһенә үк килтереп теҙҙе. Был ҡораллы, атлы, дөйәле ташҡын, оло быуаны йырып ебәргәндәй, ҡалаға ташланырға йә, баш һалһалар, еңеүсе булып, ислам байраҡтарын күтәреп, тантаналы инергә тейеш.
   Ниһайәт, ҡалала аҡ байраҡ күтәрелде. Мөхәммәт яу ҡоралдарын һалып, хаж ҡылыр ихрам хөлләһен кейеп алды. Борғо моңдары, йәшел байраҡтар елберҙәүҙәре аҫтында атлы-дөйәлеләр алдан, йәйәүлеләр арттан тигеҙ теҙем менән көньяҡ-көнсығыш оло юлдан ҡалаға ҡуҙғалды. Ғәскәрҙең һул ҡанаты Зөбәйер юлбашсылығында төньяҡ-көнсығыштан, уң ҡанаты Халит етәкселегендә көньяҡтан ҡала ҡапҡаларына йүнәлде. Үҙәктә уларҙы халыҡ икмәк-тоҙ, яҡты йөҙ, әкбәр шатлыҡ тауыштары менән ҡаршыланы.
   Мөхәммәт үҙе сәхәбәләре һәм һаҡсы һыбайлылары менән тура Ҡәғбәгә етте. Унда хажға килеүселәргә хас ислам йола-ғибәҙәттәрен үтәнеләр. Аҙағында бер сәйер генә хәл булып алды: пәйғәмбәр Ҡәғбәнең Ҡара ташы ишегенә инәйем тиһә, юлын Усман ибн Талха тигән һаҡсыһы бүлде, бикле ишеген асырға теләмәне. Быға асыуҙан эргәһендәге Ғәли сәхәбә һаҡсының ҡулынан асҡысын көслөк менән тартып алғайны, Мөхәммәт: «Мин көсләшеп унда үтә алмайым», — тине. Быны ишетеп хайран ҡалған һаҡсы Усман пәйғәмбәр алдында кеселекле эйелеп ғәфү үтенде һәм асҡысты үҙ ҡулы менән Мөхәммәткә тоттороп, үҙен исламға ҡабуллауын үтенде. Шулай мосолман Усман һаҡсы менән бергә һәммәһе Ҡара таш янына үттеләр. Уның артынса Зәмзәм ҡойоһона барып һыуын татынылар, изге һыу менән сафландылар.
   Ҡәғбәне сығыр алдынан мәжүсиҙәрҙең теҙелеп торған боттары янына барып, ҡулында ҡорал тотҡан таш һынды ватып-киҫәкләп ташланы пәйғәмбәр. Уға эйәреп, башҡа таш һындарҙы ла юлсы сәхәбәләре ватҡылап ырғыттылар. Ҡәғбә һаҡсыһына пәйғәмбәр был ҡотһоҙ таш һындарҙың ҡалдыҡтарын Ҡәғбәнән ситкә сығарып олаҡтырырға бойорҙо.
   Шунан бар тән-йәндәре менән таҙарынып, рух-күңелдәре тулышып, изге Сафа тауы буйына барҙылар. Бында уларҙы Ҡәғбә янында арттарынан эйәргәндәрҙән дә әллә күпмегә күберәк мәккәлеләр ҡаршыланы. Сафа тауы буйы йәнә әүәлге изге төҫөн алды. Йыйылған мәккәлеләрҙең үтенестәре буйынса, Мөхәммәт уларға үҙе доғаларын уҡып, сәхәбәләренең исемдәрен ҡысҡырып әйтеп, төркөм-төркөмдәре менән ислам диненә ҡабул итте, фатихаларын бирҙе. Вәғәз һүҙендә ул былай тине:
   — Мин Аллаһы Тәғәлә рәсүле булһам да, һеҙҙең кеүек Мәккә кешеһемен, көрәйешмен. һеҙҙе мәжүсилектән ҡотолоп, гонаһтарығыҙҙы юйып, мосолман булыуығыҙ менән тәбрикләйем, уй-күңелегеҙҙең иман менән тулыуын теләйем. Мине ғәскәр башлығы, сит кеше тип түгел, Алланың рәсүле булараҡ ҡабул итегеҙ, ислам ҡушҡанынса рәхимле йәшәгеҙ, мәрхәмәтле булығыҙ! Аллаһы Тәғәлә күктәрҙе, ерҙәрҙе бар иткән көндән Мәккәне лә изге урын итеп яратҡан. Аллаға, фани вә баҡый донъяға, әхирәткә ышанған кешегә был ерҙәрҙә ҡан ҡойоу — гонаһ. Шөкөр, Мәккәбеҙ, Ҡәғбәбеҙ әүәлгесә изге урынға әйләнде, уны саф көйө, мосолман рухлы итеп һаҡлағыҙ!
   Ошо көндән Мәккә мәсеттәрендә аҙан тауыштары яңынан яңғырай башланы, йорттарына иман нуры, намаҙ рухы инде. Был һижри һигеҙенсе йыл, изге рамаҙан айының 19-сы көнө ине.
   Аҙаҡ шуныһы ла ишетелде: Мәккәгә Мөхәммәт пәйғәмбәр үҙәк ғәскәре алдында йәшел тыуҙар менән ингәндә, саф күңелле мәккәлеләр ҡыуанып ҡаршылағанда, бер төркөм ҡара груһлылар һул ҡанатта ҡаршылыҡ күрһәтеп маташҡандар икән, шуларҙың егермеһе ҡылыстан ауған. Йәндәре йәһәннәмгә дөмөккөрө. Мәккә янындағы Сафа тауындағы икенсе көнөн Мөхәммәт ошо башкиҫәр ислам дошмандары йәненең йәһәннәмгә таш- ланыуын әйтеп, әүәле үҙенә яуыз дошманлыҡ ҡылғандарҙы, исламға тел тейҙергәндәрҙе йә язалауға, йәки ярлыҡауға бағышланы. Ислам ғәскәренә ҡаршы ҡорал күтәргән, мосолман ҡанын ҡойған, үҙҙәре лә ҡылыстан үткән кафырҙарға ләғнәт уҡыны, әүәле мосолман ҡанын ҡойоп, әлегәсә ҡасып йөрөгәндәрҙең тотолғанына хөкөм сығарҙы, тәүбәгә килгәндәрен ярлыҡаны.
   Башта ҡыҙыҡ ҡына бер хәл булып ала. Йөҙө ҡасҡан берәүҙе Мөхәммәт алдына баҫтыралар.
   — Ниңә ул тиклем ҡалтыранаһың, йөҙөң юҡ, бер-бер ғәйебең бармы ни? — тип һорай рәсүл.
   — Һис бер ғәйебем юҡ та ул. һеҙҙең ише Аллаһы рәсүлен күреп ҡойолоп төштөм.
   — И, бәндәкәй, турайып баҫ! Мин дә һинең шикелле ата-әсә балаһы, ҡәҙимге көрәйешмен. Йөрәгең саф икән, кешеләргә тура ҡарап йәшә. Эйе, мин — Алла рәсүле, теләһәң, һине мосолман диненә алам.
   Хоҙай бәндәһе, тирә-йүндәрҙең дә игелекле күңелдәрен иретеп, пәйғәмбәр затынан мосолман исемен ала. Аҙаҡтан исламдың иң тәҡүә әҙәме булып китә.
   Уның артынса ҡайҙалыр ҡасҡан еренән табып, рәсүлдең иң яуыз дошманы Әбүсуфыяндың ҡатыны Һиндене индерәләр. Был яуыз зат, Хәмзәнең йөрәген сәйнәгән бисә, иң ҡаты язаға лайыҡ. Уның үҙ йәнен йәлләп, язанан ҡото осоп ҡалтырап, ебеп төшөүҙәре бик хаҡ.
   Шул ҡанэскес хәҙер Мөхәммәттең аяҡ аҫтына ауа, ҡаталарын үбеп ялбара:
   — И, рәсүлуллаһ, ант итәм, оло гонаһтарымдан ваз кисәм, үҙеңдән кеселекле ярлыҡау үтенәм, уларҙы ҡаным-йәнем менән аҡлап түләрмен. Исламға ҡабул итеп, изге юлға күндер! Шул юлға йәнем фиҙа.
   Мөхәммәт шундай яуызды ла рухи еңә, мосолман итеп хаҡ юлға баҫтыра. Бының өсөн Мөхәммәткә ысындан да рәсүл әкрәм зат булыуы раҫ. Ибне Әбүяһил тигән дошманы пәйғәмбәр язаһынан ҡасып, Ҡыҙыл диңгеҙ аръяғына китә. Шуны ла рәсүл үҙе саҡыртып алып, ғәфү итә. Ул да мосолман булып, изге яуҙарҙа үҙ гонаһтарын ҡан менән йыуа. Был көндө Мөхәммәт тағы бер нисә көрәйеш дошмандарын ярлыҡай. Уларҙы ысын пәйғәмбәрлеге, изге йәнлелеге менән еңә. Ғәфү ителгәндәр араһында пәйғәмбәрҙән көлөп, мәсхәрәләп шиғырҙар яҙған Ғабдулла ибн Әззәбғәри исемле шағир ҙа бар. Ике төҙәлмәҫ кафырҙы ғибрәт өсөн йәндәрен йәһәннәмгә олаҡтыртты. Былары ла пәйғәмбәрлек бәғеренән ине уның.
   Хәмзәне яуҙа үлтергән вәхши иһә Мөхәммәт заманында үҙен яңы пәйғәмбәр тип иғлан ҡылған Мәссәлим ялғансыны үлтереп, ҡан менән түләй. Ялғандың аяғы ҡыҫҡа, икенсе ялған пәйғәмбәр ҙә бик тиҙ фашлана.
   Мөхәммәт мәжүси таш һындарҙы Ҡәғбәлә юҡҡа сығарыу менән генә сикләнмәй, бар тарафтарҙағы шундай һындарҙы ҡыйратып, һепереп түгер өсөн махсус төркөмдәр ойоштора, ислам даирәһен киңәйтә.

                                                         Йыһат
   Изге һуғыштарҙың йәйелеше. Таиф ҡәлғәһен алыу. Мөхәммәттең әнсарҙарҙы хуплап әйткәне. Пәйғәмбәрҙең рухи һабаҡтары. Шимал тарафына поход. Византия, Сирия илдәре башлыҡтарына хаттары, иттифаҡҡа өлгәшеүҙәре. Яуҙан ҡасып ҡайтҡандарҙа күрелгән саралар. Мәжүси бәдәүиҙәрҙе яйлап буйһондороу. Ислам диненең киң тарала барышы. Ғәрәбстандың тотошлай ислам иленә әйләнеүе.
   Мәккәне алғандан һуң, Мөхәммәт ғәлиәссәләм кафырҙарға ҡаршы йыһат, йәғни изге һуғышты ҡыҙҙырып ебәрҙе. Мосолмандарға хәҙер хәүеф көньяҡлап янай ине. Айырыуса көньяҡ-көнбайыш тарафында йәшәгән ҡом ғәрәптәре, һәүәзин ырыуҙары, бәдәүиҙәр Таиф ҡалаһы халҡы менән уртаҡ тел табып, мосолмандарға ҡаршы берләшеп алғайны. Кем тиҙерәк ҡоралланып, йәһәтерәк яуға сыға, шуның өҫтөнлөк алыры өмөтлөрәк. Быны Мөхәммәт алданыраҡ тойҙо, буғай, тойоуын. Ләкин дошман яғы күпкә өлгөрөрәк булып сыҡты. Улар Таиф ҡалаһынан төньяҡтараҡ тау араларында егерме мең тирәһе ғәскәр туплап өлгөрҙө, Мәккәгә хәүеф һалды. Быларға ҡаршы Мөхәммәт ун ике меңлек ғәскәрен яуға күтәрҙе. Бының ике меңләбе көрәйеш мәжүсиҙәрҙән ойошҡан ине. Өс көн эсендә был ғәскәр менән Хижаз тау буйҙарына етеп, Һунайып тигән үҙәндә дошман яуы торған ергә яҡынлашты. Алғы ғәскәр менән Халит ибн Вәлид етәкселек итте. Мөхәммәт үҙе һайланма мөһәжир һәм әнсар төркөмдәре менән килде, көрәйештәр ҡойроҡта ине.
   Ҡапыл һөжүмгә эләктеләр. Тау буйында боҫҡонда ятҡан һәүәзин төркөмдәре көтмәгәндә ғәскәр өҫтөнә уҡтар яуҙырып, ҡабырғанан һөжүм иттеләр. Әллә күпме кешеләрен, аттарын юғалтып, Халит бин Вәлидтең ғәскәре тырым-тырағай ҡаса башланы. Күҙҙәре аҡ-ҡараны күрмәгән, үҙ йәндәре генә аяулы был ҡурҡаҡтар Мөхәммәт төркөмөн дә тапап-иҙеп үттеләр тиерлек. Яу юлы шулай кинәт бер мәхшәргә әүерелде.
   — Туҡталығыҙ, рәсүлегеҙ бында бит, мин Мөхәммәтмен. Аллаһ беҙҙең менән! — тип ҡысҡырып ҡарай ғәлиәссәләм, өрккәндәр, һарыҡ көтөүеме ни, артҡа һыпыртыуын белә, әҙәм мәсхәрәһе.
   Шулай ҙа ошо мәхшәр эсендә рәсүлдәре тирәһенә Әбүбәкер, Ғүмәр, Ғәли, Ғәббәс сәхәбәләр, Әбүсуфыян, Зәйет ише иң батыр ун биш-егермеләп кеше тупланып өлгөрҙө. Уларҙың тәү хәстәре — рәсүлдәрен имен-аман һаҡлап ҡалыу ине. Улар пәйғәмбәрҙәрен уратып, күҙҙәренә аҡ-ҡара күренмәгән үҙ яугир ишараттарынан, ҡасаҡтары ташҡынынан араланы.
   — Мөһәжирҙәр, әнсарҙар! — тип, ҡалын тауышы менән ҡысҡырып туҡтата, ҡылысы менән үҙе һелтәнә башланы бер мәл Ғәббәс. — Мосолмандар, антығыҙ башығыҙға төшөр! Туҡталығыҙ!    Пәйғәмбәребеҙ бында, йыйылығыҙ! Минең хәҙәриттәрем, минең янға!..
   Шулай, бер мәл аңдарына килеп, үҙ башлыҡтарының бергә тупланғанын күреп, ҡасыусылар төркөмө бергә йыйыла башланы. Үҙҙәре дошмандарына дәррәү ташланды, уларҙы ҡылыстан, һөңгөнән үткәреп, үҙҙәрен кирегә ҡыуып алып китмәһендәрме. Мәсхәрәле еңелеүҙе шулай сәхәбәләр, бер нисә батырҙар төркөмө еңеүгә бороп ебәрә. Яндарындағы пәйғәмбәрҙәре, ҡулдан төшөрөлмәгән ислам байрағы уларға көс-ҡеүәт бирер, ҡурҡыу-өркөүҙәрен юйып ташлар. Яуҙағы бындай хәл һәм һынылыш Аллаһы Тәғәләнең төрлө шартта һынауы һәм ҡөҙрәте менән дә булғандыр. Был хәл-ваҡиға Ҡөрьәндә үҙ сағылышын да тапҡан:
   «Аллаһы инде һеҙгә күп һуғыштарҙа һәм үҙегеҙҙең күп һанлы булыуығыҙ менән маһайған Хәнәйен көнөндә лә ярҙам итте. Әммә ул һеҙгә бер ниндәй файҙа килтермәне, киң була тороп ер һеҙгә тар булып күренде; һәм һеҙ шул саҡ артҡа боролоп ҡаса башланығыҙ; шунан һуң Аллаһ үҙенең сабырлығын үҙ рәсүленә һәм дә уға ышаныусыларға индерҙе, ғәскәрҙәргә индерҙе. Ҡайһы берҙәрен һеҙ күрмәнегеҙ, ул ышанмаусыларҙы язаланы — уларға әжере шул булды. Шунан һуң Аллаһы үҙе ҡыҙғанған кешеләргә игелекле булды. Сөнки Аллаһы мәрхәмәтле, кисереүсе».
   Еңелдек тигәндә еңеп сығыу мосолмандарға шулай өҫтәмә ғәйрәт һәм көтөлмәгәнсә улъя-төшөм килтерҙе һөҙөмтәлә. Күп яу ҡоралы, дөйәһе, аты, аҙыҡ-түлеге, бар ғаиләләре, бала-сағалары менән тарлауыҡ яланына килеп төпләнгән дошман һәммәһен ташлап ҡасҡайны. Аҙаҡ яу яланынан йыйып, барлап сыҡһалар, был һәүәзиндәр, бүтән ырыуҙар, яу суҡмарҙары хатта ки алты меңгә етер ҡатын-ҡыҙҙарын, бала- сағаларын ташлап ҡасҡаны, ике мең дөйә, дүрт мең баш ҡуй-һарыҡ, хисапһыҙ йорт-ер әйберҙәре, ҡорал-ҡорамал, алтын-көмөш тырым-тырағай һибелеп ятып ҡалғаны асыҡланды. Дошман шулай һырт биргәндә уны эҙәрлекләп тар-мар итеү, ҡәлғәләренә бәреп инеү мөһим ине. Сөнки ауыл, йорт-ҡаралтыларын да ташлап, Таиф ҡалаһы ҡәлғәһенә инеп бикләнмәксе ине ниәттәре. Уларҙың емеш баҡсалары, дөгө баҫыуҙары ла шул көйө ятып ҡалды.
   Шулай мосолман ғәскәре Таиф ҡәлғәһе ҡырына ла килеп етте. Уны уратып, халҡын аслыҡ, сарсау менән интектереп баш һалдырыу маҡсаты алға баҫты. Сөнки бер ыңғайҙа ҡалаға бәреп инеү көткән һөҙөмтәне бирмәне. Сәлмән фарсы оҫталары яһаған таш ҡәлғәне ватыр төрәндәр ҙә, таш атҡыстар ҙа диуарҙарҙы емертә алманы. Бер нисә тапҡыр ҡаты ябырылыу ҙа уңыш килтермәне: бушҡа ҡан ҡойолдо, йәндәр ҡыйылды.
   Таиф ҡалаһын оҙон-оҙаҡ ҡамап тороуҙар ике яҡлы хәнйәр кеүек, ике тараф өсөн дә хәтәр: ҡәлгә эсендәгеләр астан интегә, әммә бирелмәй, ҡәлғә тышындағылар һыуыҡтан, ямғырҙарҙан, сирҙән яфалана — өмөт-ниәттәре ҡаҡшай.
   Ҡаланы ҡамаған мосолмандарҙың бер ҙур өҫтөнлөгө ҡала: улар ҡулында — дошмандарының ғаиләләре, бала-сағалары, яу әсирҙәре. Ниһайәт, шуны бизмәнгә һала Мөхәммәт: әсирҙәрҙе кире ҡайтарырға, тыныслыҡ солохо төҙөргә. Донъяға именлек, үҙ-ара татыулыҡ ҡиммәт. Был солохтан һуң байтаҡ ҡына ғәрәп ырыуҙары, һәүәзиндәр ислам динен ҡабул итә. Хәҙер әсирҙәрҙе алмашыу, мосолмандарға яу улъяһын бүлеү мәсьәләһе ҡала.
   Һәүәзиндәрҙән бер төркөм вәкилдәр килеп етә. Араларында Мөхәммәттең сабый сағындағы Хәлимә исемле һөт әсәһе килгәнен хәбәр итәләр һәм килтереп күрештерәләр. Алдында ҡарт әсә саҡ-саҡ баҫып тора, йөҙҙәрен йыйырсыҡ ҡаплаған, биле бөкөрәйгән. Ҡарт һөт әсәһе Мөхәммәткә сабый сағында яурынын тешләгән йөйҙө күрһәтә, иҫләп таный быны рәсүл, күңеле йомшай, күкрәгенә ҡыҫа.
   Был мәлде илселәр тиҙерәк файҙаланып ҡалырға ашыға: «Беҙгә бар ғаиләбеҙҙе, мал-мөлкәттәребеҙҙе тулы ҡайтарһағыҙсы», — тиҙәр.
   — Һеҙгә нимә ҡиммәтерәк, ғаиләгеҙме, әллә мал-мөлкәтме? — тип һорай Мөхәммәт.
   — Ғаиләбеҙ, әлбиттә, — тиҙәр былар бер тауыштан.
   — Тимәк, һеҙгә имен-аман бар ғаиләгеҙҙе ҡайтарабыҙ.
   Мөхәммәткә яҡын килеп, һөт әсә:
   — Уларҙың әсир туғандарын да ҡайтарһаңсы, олуғ сабыйым.
   Быға ла күнмәй сараһы юҡ рәсүлдең.
   — Игелеккә — изгелек, — ти пәйғәмбәр. — Һеҙҙең һәммәгеҙгә мосолман булмаҡ фарыз.
   Былар өсөн тәҡдимде рәсүл ауыҙынан ишетеп, үҙе йолаһын йолалап ҡабул итеүе үҙе бер оло һиммәт.
   Иң ауыры һәм мәшәҡәтлеһе үҙ ғәскәрҙәренә, мөһәжир һәм әнсарҙарына яу улъяһын бүлеү булғандыр, моғайын. Һан яғынан дөйәләр, ҡуйҙар, мал-мөлкәт, алтын-көмөш, төшөм мул. Бар өмөттәре шуны ғәҙел һәм мул бүлеүҙә. Ә әсирҙәре иһә ҡулдан китте тиерлек, исламға күскән ғаиләләргә байтағы тейҙе. Мөхәммәт үҙ сәхәбәләре, яу башлыҡтары менән улъяны, мал-тыуарҙы биш өлөшкә бүлде. Бер өлөшө солох буйынса китте.
   Бүлгән һайын бай улъя ла тиҙ кәмей икән шул. Ҡалған табышты бүлгәндә шундай шау-ғауға ҡуба, Мөхәммәт тартыштан ҡасып, артындағы бер йыуан ағасҡа һыйына, өҫ кейеме ботаҡҡа эләгә. Үҙе ялбарыулы һорауға, үтенескә күсә:
   — Рәсүлегеҙҙе шунса ҡыҫмағыҙсы, мин дә әҙәм балаһы бит, Хоҙай исеменән ант итәм, әгәр ҙә улъя-төшөмдәребеҙ эргәбеҙҙәге ағастар һанынса булһа, мин уларҙы һеҙгә тип-тигеҙ бүлеп бирер инем, ҡәнәғәтләнмәгәндәргә бүтәнсә лә өлөш сығарыр инем. Ул саҡта һеҙ мине ҡаты ҡуллы һаран тип тә, тар күңелле тип тә, үтә һаҡсыл тип тә әйтмәҫ инегеҙ, — ти. Шул саҡ эргәһендә торған дөйәнән бер төк йөнөн өҙөп ала ла һүҙен дауам итә. — Мосолмандарым, ант итеп әйтәм, минең үҙемә был табыштың биштән бер өлөшөнән артыҡ бына ҡулымдағы йөн бөртөгөләй бер ни юҡ. Ул биштән бер өлөштө лә кире бирәм. Һүҙ гонаһын ҡабул итә алмайым. Әммә әгәр кем дә булһа намыҫһыҙ рәүештә бер артыҡ энә йәки еп алған икән, кире ҡайтарһын. Намыҫһыҙ рәүештә алынған бындай табыш, энә бөртөгөндәй булһа ла, уның өсөн ҡиәмәт көнөндә ут һәм оят буласаҡ.
   Пәйғәмбәрҙең һуңғы һүҙҙәре улъя һаҡлауҙа торғанда күпмелер өлөшөнөң намыҫһыҙ бәндәләре тарафынан урланыуына ишара ине. Бынан һуң намыҫлылары был өлөштәрҙе урынына килтерер.
   Хаҡ бүлеү миҡдары барыбер мул булып сыға: һәр яугир башына өсәр-дүртәр дөйә, утыҙ-ҡырығар һарыҡ-кәзә, арыу ғына алтын-көмөш төшә. Атлы һуғышсыларға былар өс тапҡырға күберәк. Һәр береһенә кескәй генә көтөү, ауыр ғына янсыҡ алтын-көмөш, зөбәржәт, тигән һүҙ. Яу башлыҡтарының улъяһы унлата мулыраҡ. Тимәк, еңеүсе яу менән илгә, ғаиләләргә байлыҡ та ҡайта.
   Мәккәне алғас, шул уҡ тарафта яуға сыҡҡас та, Мөхәммәт үҙенә әнсарҙарҙың һалҡын ҡараштарын, хәҙер туған мәккәлеләрҙе күберәк яҡлаясағына шик-шөбһә тотоуҙарын шәйләне. Туған ҡалаһына ҡайтасаҡ, тип уйланылар. Шуға әнсарҙарҙың күңелдәре бик төшөнкө ине.
   Яу юлында булһа ла, тоғро әнсарҙары менән күҙгә-күҙ ҡарап аңлашыуҙы кәрәк тапты.
   — Мин һеҙҙең күңел бойоҡлоғон, алыҫ тарафтарҙа йөрөп талсыҡҡанығыҙҙы, ғаилә, бала-сағаларығыҙҙы өҙөлөп һағынғанығыҙҙы тоя-күрә йөрөйөм, — тип һүҙ башланы ул өлкәндәрен бергә йыйып. — Ауыр булһа ла, юлыбыҙ изге, динебеҙ өсөн йәнебеҙ фиҙа. Миңә, рәсүлегеҙгә, үпкәләргә лә хаҡығыҙ барҙыр. Иң тоғро мосолмандарым менән беҙ һеҙгә килеп һыйындыҡ, урын-ер, йорт-ҡура бирҙегеҙ. Мәсет һалайыҡ, тинек, ул изге йортто һалып бирҙегеҙ; ярлы-ябаға килдек, мул тормошло итештегеҙ, мал-мөлкәттәрегеҙ менән бүлештегеҙ. Былар өсөн мең-мең рәхмәтлебеҙ. Хәҙер изге төйәгебеҙ — Мәккәбеҙ ҙә үҙ ҡулыбыҙҙа. Ул беҙҙең уртаҡ Ҡәғбәбеҙ, изге хаж йортобоҙ. Миңә Мәҙинәм төп йортом булып ҡала. Үҙегеҙ мине, рәсүлегеҙҙе, ҡаҡмағыҙ, ант итеп әйтәм, мин һеҙҙең менән мәңгегә ҡалам, изге тупрағым Мәҙинәлә булһын, Аллаһы Тәғәлә бойорһа!
   Әнсарҙар күҙ йәштәрен тамыҙа-тамыҙа пәйғәмбәрҙәре менән мәңге бергә булырға, күңелдәренән артабан да рәсүлдәренә, исламға тоғро хеҙмәт итергә ант һүҙҙәрен әйтә.
Был юлы ла Хоҙайы ҡөҙрәте арҡаһында ярым ҡыйратылған хәлдән еңеүсе булып ҡайтты, Мәккә тарафын көньяҡ-көнсығыштан нығытты, мосолмандар сафын ишәйтте. Күпме гонаһлы әҙәмдәрҙе ярлыҡап, ислам яҡлы, үҙенә ҡулдаш яһаны.
   Бына яңыраҡ улъя бүлгәндә үҙенә өлөш аҙ тейҙе, тип Ғәббәс ибн Мөрдас тигән шағир үпкәләгән, имеш. Асыуын төртмә шиғыр яҙып, Мөхәммәткә түккән, тел ҡайраған. Быны ишетеп, Ғүмәр сәхәбәһе: «Шул шағир ишаратының телен киҫергә кәрәк», — тигән икән, быны тура мәғәнәһендә аңлап, телен киҫеп язаламаҡ булғандар. Ә Мөхәммәт уға һораған малын бирергә ҡушҡан. Уға яу табышынан алты дөйә һайлағандар. Тел киҫелә урынға — шунса дөйә. Рәсүле төртмә телен аңлаған, ғәфү иткән. Ә әсе телле шағирҙары аҙаҡ Мөхәммәтте күккә ашырып, дан йырсыһына әүерелмәҫме. Быныһы инде — тел күрке.
   Таиф яу юлынан ҡайтышлай Мөхәммәт Мәккәгә туҡталып, Ҡәғбәлә ғибәҙәттәр ҡылған, яңы имам тәғәйенләгән. Шунан әүәлге мөһәжир һәм әнсарҙары менән Мәҙинәгә ҡайтырға сыҡҡан.
   Мәккәне алһа ла, үҙен ауыр сағында һыйындырған, ҡурсаған Мәҙинәне Мөхәммәт ташлап китергә теләмәй. Мәҙинә — уның төп терәк ҡалаһы. Әле унда ҡайтыуына ҡайғы һағалап торған икән: Зәйнәп исемле ҡыҙы вафат була, быны ауыр кисерә ата кеше. Кәнизәге Мәрйәм шул осорҙа бер ул табып бирә, уға Ибраһим тип пәйғәмбәр исемен ҡушалар, шул ғына әҙерәк ҡайғыһын тарата төшә.
   Шуныһы ла бер аҙ күңелен баҫа: Ғәрәбстандың төрлө тарафтарынан илсе — бәғеҫәттәр килә, исламды ҡабул итәләр, зәҡәт-ғөшөр түләйҙәр. Шуға уға төп ҡалаһы Мәккәне алған шарттарҙа яңыса тәртип- низамдар, ҡанундар төҙөү менән дә ныҡлап шөғөлләнергә тура килә. Табыштың ундан бер өлөшө хәҙер мотлаҡ рәүештә ғөшөр итеп түләнергә тейеш. Ислам ҡаҙнаһына мал-мөлкәттән дә өлөш сығарыласаҡ.
   Ислам ҡабул иткән ғәрәп ырыуҙарының төрлөһө бар: теләп ҡабул иткәне, ихтыярһыҙҙан буйһонғаны. Тәмим тигән бер ырыу мосолман исемен алды ла алыуын, зәҡәт-ғөшөр түләргә кәрәк булғас, киреләнде лә китте, шау ҡуптарҙы. Мөхәммәт уларҙы баҫтырыу өсөн атлы-ҡораллы төркөм ебәрергә мәжбүр булды. Ҡылысҡа-ҡылыс килмәй, һүҙ көрәшен, өгөт-аҡыл ҡеүәһен тәҡдим иттеләр. Килгән һүҙ оҫталары, шағирҙары телдәре телдәренә йоҡмай һайрап тора, шиғыр менән алдарына сығырлыҡ түгел. «Мин бит шағир түгел, Алланың рәсүле генә», тип ҡарай Мөхәммәт — ҡолаҡтарына ла элмәйҙәр. Шиғыр ҡеүәһе рәсүлдең күңелен шул тиклем арбай, уларҙы хатта затлы бүләктәр биреп, үҙ иректәренә ҡалдыра. Әммә һуңыраҡ барыбер үҙ аҡыл көсө, пәйғәмбәрлек изге һүҙе менән күңелдәрен иретә, рухтарын яулай. Бер шағиры үҙ һәләте менән маһайып, байтаҡ килмәй йөрөй йөрөүен, хатта Мөхәммәткә төртмә шиғырҙар сығарып та тарата. Әммә уныһы ла пәйғәмбәрҙең игелекле аҡыл ҡөҙрәте алдында баш эйергә мәжбүр. Аҙаҡ Мөхәммәтте, ислам динен данлаған мәдехтәре менән Ғәрәбстанда шөһрәт ҡаҙана. Рәсүл Әкрәм зат уның һәләте алдында баш эйеп, хатта өҫтөндәге затлы хөлләһен һалып кейҙерә. Был бүләк-хөллә тарихи кейемгә әүерелеп, аҙаҡ хәлифтәрҙән хәлифтәргә тапшырыла килә, ул меңәр дәрхәм менән баһаланыр изге мираҫҡа күсә.
   Яу, ҡорал менән ала алмаған Таиф ҡәлғәһен һәм тирә-йүнендәге бәдәүиҙәрҙе лә Мөхәммәт яйлап сабыр түҙемлеге, исламдың теләһә ниндәй мәжүсилектәрҙән тиңһеҙ өҫтөнлөгөн ғәмәлдә танытыуы, үҙ вәғәз- нәсихәттәре, илаһи һүҙе менән еңә. Тарих был һүҙ, аҡыл, рухиәт көрәшенең айырым биттәрен, тамашаларын беҙҙең көндәргә тиклем һаҡлап килтергән. Улар — үҙҙәре бер рухи һабаҡ. Шулай, Мөхәммәт хәҙер шартына ҡарай «ҡалас һәм ҡылыс» ысулын алмаш-тилмәш ҡулланыр.
   Әүәл үҙенә хат менән мөрәжәғәт иткән Византия императоры Ираклийҙың мосолмандарға ҡаршы яуға әҙерләнгәнен ишетә бер саҡ. Дошманынан алдараҡ яу юлын бүлмәгә була. Тик әҙерлек әле самалы. Үҙең бил һындырыуың бар. Ни генә тимә, император ғәскәре бит, һабағын онотоу ярамаҫ. Етмәһә йәйге эҫеләр башланды. Барыр юл һыуһыҙ ҡом сәхрәләре аша. Йомортҡа тәгәрәтһәң, бешеп сығыр ҡыҙыулыҡ. Күптәр шунса эҫелекте һылтау итеп, яуҙы кисектереүҙе һорай. Мөхәммәт быға Хоҙайының һүҙҙәре менән яуаплай: «Аллаға вә әхирәт көнөнә ышанмаған кешеләр һуғыштан ҡалыр өсөн һинән рөхсәт һорар һәм күңелдәрендә шик булған кешеләр үҙҙәренең шиктәре менән хайран ҡалып йөрөйҙәр. Улар: «Эҫе ваҡытта сыҡмағыҙ!» — тиерҙәр. Әйт уларға: «Йәһәннәм уты тағы ла эҫерәктер», — тип.
   Шулай ҙа Мөхәммәт тиҙ арала ун мең һыбайлы, егерме мең йәйәүле ғәскәр туплап өлгөрә. Мәҙинәлә имам итеп Мөслим менән Ғәлиҙе ҡалдырып, шул оло ғәскәре менән яуға ҡуҙғала.
Етер ер йыраҡ, юлдар ауыр, шунса мең ғәскәр гүйә осһоҙ-ҡырыйһыҙ һуҙыла ла һуҙыла, баштан ҡойроҡҡа еткеһеҙ. Бер аҙ барғандан арттағы һәзәрит ырыуҙары төркөмө бүленеп ҡала, башлыҡтары Ғабдулла ибн Өмәйә менән Мәҙинәгә әйләнеп ҡайта. Мөхәммәт быны белә белеүен, ләкин һис иҫе китмәй генә: «Ул ике йөҙлөләрҙең булғанынан булмағаны хәйерлерәк», — тип кенә ҡуя.
   Бынан аҙаҡ та әле төркөм-төркөм, берәм-һәрәм киткән яусылар ҡасып, Мәҙинәгә әйләнеп ҡайта тора. Яу-юлдан ҡасмаҡ — оло гонаһ, улар ҡаты язаға хаҡлы — бындай хәлгә түҙмәй, ғәскәр артынан үҙе юлға сыға Ғәли баһадир. Рәсүленә барып йәүкә һалһа, Мөхәммәт: «Әллә үҙең Муса пәйғәмбәргә барған һарун шикелле булғың килдеме? Ә минән һуң башҡа пәйғәмбәр булмаясаҡ бит, шуны белмәйһеңме ни?» — тип, бер аҙ шелтәләп, кире Мәҙинәгә күҙ-ҡолаҡ булырға әйләндерә.
   Шулай яйлап ғәскәр ҙә төркөм-төркөм, берәм-һәрәм, арып-талсығып, сирләп-миктәп кире юлға борола тора, сафтар йоҡара, ҡойроҡ ҡыҫҡара бара. Ә алдағы ҡом сәхрәһенең иге-сиге юҡ. Сабырҙар, түҙемдәр сафы ла лапшый, күҙҙәре ғәрешкә терәлә.
   Бер саҡ Сәмүд тигән ергә етәләр. Бик боронғо әҙәмдәр йәшәгән ер. «Был ерҙе иламһырап үтегеҙ, сәмүдтәр күңеленә ҡурҡыу һалығыҙ!» — тип бойора ғәскәр башы.
   Алда Тәбүк тигән ҡоро сәхрә. Тереклек, йәшеллектең төҫө-көҫө лә юҡ. Быға Мөхәммәт аптырап ҡарап тора-тора ла, эргәһендәге Моғаз ибн Жәбил тигән яҡын юлдашына: «Әгәр һин оҙон ғүмерле булһаң, был ерҙең баҡсаға әйләнгәнен күрер инең», — тип әйтеп һала. И, ниндәй мөғжизә, пәйғәмбәрҙең әйткәне күпмелер ваҡыттарҙан һуң ғәмәлгә аша. Ана ҡалай рәсүл ҡөҙрәте!
   Тағы бер мөғжизә. Мөхәммәт ғәскәренән Әбүхәйсәм исемле бер яугир арып артта ҡала ла, йортона ҡайтып әйләнергә була. Ҡайтһа, ике ҡатыны баҡса күләгәһендә ял итеп яталар, бының сарсауына зәмзәмдәй һыу, аш әҙерләп ҡуйғандар. Шулай сарсауын баҫа, тамағы туя. Инде ҡатындары ҡуйынына инәһе генә ҡала. Йәннәт тә йәннәт инде. Юлда талсыҡҡаныңды, яуға сыҡҡаныңды онот. Шул мәл иҫенә төшә, алдына килә: рәсүлдәре эҫе сүл эсендә, һуғыш юлындасы. Ҡапыл тәүбә: «Былай ярамай. Ант итәм, Аллаһы илсеһен ҡыуып етмәй тороп, сымылдыҡтағы ҡатындарым ҡуйынына керәһем юҡ!» Шулай йәһәт кенә атына атланып, юл аҙыҡ-түлеген алып, һыуҙарын ҡурйынға ҡойоп, ҡоралы-ние менән яу юлына сыға.
Бер саҡ арттан атта юртып килгән кешене танымай-нитмәй: «Был мотлаҡ Әбүхәйсәм», — тип юрай Мөхәммәт. Аҙыҡ-түлеген, тулы һыулы ҡурйынын күргәс, рәсүл: «Был Хоҙайыбыҙҙың бүләге!» — тип ҡаршылай.
   Быны ла һуң кем рәсүлебеҙ мөғжизәләренән тимәҫ.
   Тәбрүк ҡоро далаһының яйлы урындарына ғәскәрҙәрен урынлаштырып, нығынып, дошман ғәскәрен ҡаршыларға әҙерләнеп бөтһәләр, көтәләр- көтәләр, тегеләр юҡ та юҡ, ғәйеп; ҡоро дала дауылы менән ҡырып- һепереп түккәнме ни?! Бына тағы бер күңелле мөғжизә. Ҡөрьән сүрәләрендә был ваҡиғаға ҡарата: «Әгәр улар (йәғни византиялылар) солох теләйҙәр икән, һин дә, рәсүл, шуны һайла һәм Аллаһыңа таян!» — тигән һүҙҙәрҙе уҡыйбыҙ.
   Ғәскәр туҡталған урында бер мәл ер аҫтынан шишмә бәреп сыға, һәммәһен һыу менән һуғара, сарсау танһыҡтарын ҡандыра. Быныһын да мосолман белгестәре рәсүл мөғжизәләренә бағлай.
   Византия, Сирия тарафына Мөхәммәт, ислам диненә күсергә саҡырып, ҡораллы атлылар төркөмө менән хаттар тарата, баш һалып килгән бәғҫиәттәрҙе ҡабул итә, бер нисә ҡәүем башлыҡтары менән иттифаҡ төҙөй. Ҡыҙыл диңгеҙҙең төньяғындағы ваҡ ҡалалар менән уртаҡ тел таба, сауҙа бағланыштары хаҡында килешә.
   Утыҙ меңлек ғәскәрҙең яртылашы менән Тәбрүк буйҙарына етеп, шундай килешеүҙәргә һуғышһыҙ-ниһеҙ өлгәшеп ҡайтыуын Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тыныс юл менән уртаҡ тел таба белеүенең бер миҫалы тип әйтергә кәрәк.
   Яу булғас, төрлө сәйер генә ваҡиғалары ла сыҡҡылай торҙо. Оло юлдан ситтәрәк ике тау араһында бер яңғыҙ ҡәлғәлә христиан динендәге бай ғәрәп ғаиләһе йәшәй ине. Шуларҙы мосолмандар оҙаҡ ҡына үҙҙәренә буйһондора алмай, ислам диненә күндермәй йонсоно. Мөхәммәткә дан түләүҙән дә баш тартты. Әлеге юлда Халит етәкселегендәге бер атлы төркөм был ҡәлғә эйәләрен хәйлә менән ҡулға төшөрөргә самаланы.
   Хужаларҙың айлы кистә ял итә торған ғәҙәте бар икән. Шуны белеп, Халит һыбайлылары бер ҡырағай ишәкте тотоп алып, быларҙың баҡсаһына индереп ебәрәләр, тегеләр саҡырылмаған ҡунаҡты тоторға тип төшөп ябырылғанда, халиттыҡылар үҙҙәрен эләктереп алалар, әсир итәләр. Тегеләр шулай мосолмандарға баш һалырға, дан түләргә мәжбүр ителә. Был да үҙенә күрә яу хәйләһе оло юлда.
   Ғәскәр башлығы Мөхәммәт ғәлиәссәләм бындай ҡанһыҙ-яуһыҙ уңыштарына ҡыуаныпмы, нисек, Сирия иленә походты дауам итергәме әллә, тип хәрби кәңәшмәһен ҡорһа, Ғүмәр әмире: «Әгәр Аллаһы Тәғәләнең быға ризалығы булһа, дауам итергә кәрәк», — тигән тәҡдим индерә. «Әгәр Аллаһы Тәғәләнең шундай тәҡдиме булһа, мин һеҙҙең менән былай кәңәшләшеп торор инемме ни?» — тип яуапламаһынмы рәсүл.
   Һәр хәлдә, кәңәшмә аҙағында бар өлгәшенгәнгә ҡәнәғәт булып, илгә имен-аман ҡайтырға тигән уртаҡ фекергә килделәр. Бер ай самаһы барған яу юлы шулай тамамланды. Мосолман ил-ере, хәҙер Ҡыҙыл диңгеҙҙән Евфрат даръяларына саҡлы йәйелә бара тиергә мөмкин ине төньяҡ тарафта.
   Ҡайтҡас, төрлө һылтау табып ҡасып ҡайтҡан ҡасаҡтар менән ҡәтғи генә һөйләшергә тура килде ғәскәр башы рәсүлгә. Байтағын ғәфү итте, монафиктарын киҫәтте, сабырһыҙ ҡасҡандарын еңелсә хөкөм итте. Оло гонаһлылары Алла алдында яуаплы. Яуҙан ҡасып ҡайтҡандарға Мөхәммәт һабаҡты икенсе яҡлап та уҡытты: уларға үҙенсә мөҡатәғәлә иғлан итте, хәрби табыштан мәхрүм ҡалдырҙы, үҙҙәрен ваҡытлы булһа ла ғәләм күҙенән төшөрҙө, бәғзеләренең рәсми исем-атын юйҙы. Унан, быларҙың ошондай гонаһ-ғәйептәрен Аллаһы Тәғәлә үҙе кисерергә тейеш. Быға бәйле бер риүәйәт тә һаҡланған: бер саҡ рәсүл Кәгәп тигән мосафирына Аллаһы Тәғәлә ғәйебен кисергәнен хәбәр итә.
   — Тыуған көнөңдән бирле һинең өсөн иң ҡәҙерле көнөң тураһында хәбәр бирәм, — ти Мөхәммәт.
   — Үҙеңдәнме, әллә Аллананмы? — тип һорай тегеһе, ҡыҙыҡһынып.
   — Аллаһы Тәғәләнең үҙенән, — тип яуап бирә рәсүл. Кәгәп быға бик ҡыуанып, былай тип әйтеп һалмаһынмы:
   — Үҙемдең тәүбәм билдәһе итеп, бөтә мөлкәтемде Аллам менән уның рәсүленә бирәм!
   — Улай килешмәҫ, мөлкәтеңдең бер өлөшөн үҙеңдә ҡалдыр. Шулай һәйбәтерәк булыр, үҙең әҙәмсә йәшәреңде онотма! — ти пәйғәмбәр.
   Бындай сәйер һәм ғәфү итеү ваҡиғалары Ҡөрьәндең «Тәүбә» сүрәһенә лә яҙылып ҡалған.
   Исламдың киләсәген асыҡ күргән Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең уны үҙ һүҙ ҡеүәһе, инаныстары, йәшәү рәүеше һәм сабырлығы менән дә йәйелдерер ҡөҙрәте бар ине. Ғәрәбстан сүлдәрендәге мәжүси бәдәүиҙәрҙең иҫкегә, томаналыҡҡа һаман йәбешеп ятыуҙарын, мәҫәлән, шул яҡтары менән еңеп сыҡты. Уларҙың Әмир ибн Тәүфия атлы бик ҡеүәтле, әммә үтә тәкәббер ҙур түрәләре булыр ине. Ырыуҙаштары алдындағы абруйына, байлыҡтарына ғәжәптәр итерлек. Үҙе бер ҡарағанда үтә йомарт, икенсе яйҙа самаһыҙ һыҡмыр, тиҫкәре. Оло түрәлеге, даны өсөн йәндәр ҡыйырға әҙер. Бөтә Ғәрәбстанға мин хужа булырға тейешмен, тип тә маҡтана тиҙәр ине үҙен. «Минме ни шул бер көрәйеш Мөхәммәт менән бағланыш тоторға?» — тип тә ебәрә икән, яҡшы мөнәсәбәт урынлаштырырға кәрәк, тип кәңәш иткәндәргә.
   Шулай ҙа был һауалы түрә Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең даны арта барыуын күреп, Мәҙинәгә бер күрешмәгә килгән.
   — Миңә дуҫмы, кемме булаһың? — тип һораған.
   — Исламды ҡабул итмәй тороп, һин миңә бер кем дә түгелһең, — тип яуап биргән быға рәсүл.
   — Әгәр мин бөтә ил-ҡәүемем менән исламға күсһәм, мин үҙ бәдәүиҙәремдең башлығы булып ҡаламмы? — тип тә һораған.
   — Юҡ, — тигән Мөхәммәт.
   — Улай булғас, мин бер ни отмайыммы ни?
   — Һин ислам дине әһеле булып отаһың.
   — Миңә әһел хәжәте юҡ, — тигән эре генә был түрә. Мин һиңә хәҙер яу менән киләм. Үҙеңде миңә баш эйҙерәсәкмен.
   Шул заманда икенсе тарафта тағы таң ҡәбиләһе бәдәүиҙәренең Әди исемле юлбашсылары бар ине. Хәтим исемле атаһы данлы яугир һәм үтә йомарт булараҡ та шөһрәт ҡаҙанған заттан. Шуға ғәрәптәр араһында «Хәтим кеүек йомарт» тигән исем-ат һәм риүәйәттәр ҙә киң таралып киткән шул дәүерҙәрҙән үк ғәрәптәр араһында. (Бындай риүәйәтте беҙ башҡорт ҡарттары ауыҙынан ишеткәнебеҙ һәм яҙып алғаныбыҙ бар).
   Әлеге Таиф яуынан һуң Ғәли батыр бер төркөм һыбайлылары менән Әди ибн Хәтим биләмәләре тарафынан үтеп баралар икән. Быларҙы яу менән киләләрҙер, тип ҡурҡып: «Мосолмандар яу менән килә! Ҡасығыҙ!» — тип һөрәнләп, Әди үҙе лә яу-ярандары менән Сирия яғына һыпыртҡан. Бер Саффәнә исемле һылыу һеңлеһе Ғәли ҡулына әсир төшкән. Быны Мәҙинәгә килтереп ябып ҡуйғандар. Бер саҡ Мөхәммәт осраҡлы ғына зиндан ҡырынан үтеп барһа, кескәй тәҙрәһе аша бер тауыш ишетә:
   — Аллаһ рәсүле! Мин — йәтим бер ҡыҙ кеше, ҡыҙғанығыҙсы! Мәрхәмәтле ғәлиәссәләм, мине ҡотҡарығыҙ!
   — Элек һине яҡлар кемең бар ине?
   — Әди ибн Хәтим, минең ағам.
   — Ә ул һин мөрәжәғәт иткән Аллаһ илсеһенән ҡасып китте.
   Икенсе көндө Мөхәммәт тағы шул юлдан зиндан ҡырынан осраҡлы ғына үтеп барһа, шул уҡ ялбарыу тауышын ишетә.
   Кисәге ҡыҙ кескәй тәҙрәне ҡаплап, йөҙө күренеп тора, үҙе бик сибәр икән. Рәсүл туҡталып, быға бағып тора-тора ла:
   — Ялбарыу һүҙҙәреңде ҡысҡырып тағы ҡабатла! — ти.
   — И, Аллаһ рәсүле. Минең атайым үлде. Ағайым Әди ҡайҙалыр ҡасып китте, мин инде йәтим, хәҙер әсирмен. Зинһар, мине ҡыҙғанығыҙ. Мәрхәмәт күрһәтеп, Алла хаҡына мине азат итегеҙ!
   — Бик яҡшы. Үҙең теләгәнсә, хәҙер һин азатһың!
   Ҡыҙҙы зиндандан сығарып, яҡшылап ашаталар, кейендерәләр һәм дөйәгә ултыртып, ағаһы янына Сирияға оҙаталар. Был Саффәнә Сирияға етеп, ағаһын таба, уны әсирлектән Мөхәммәт пәйғәмбәр үҙе ҡотҡарғанын, изге зат икәнен, мәрхәмәтлектәрен, мосолмандарҙың итәғәтлелеген теҙеп һөйләп бирә.
   — Мөхәммәт — ысын-ысындан пәйғәмбәр зат, Аллаһ илсеһе; ислам — иң изге дин. Мосолмандар тиҙҙән бөтә илдәрҙе ошо диндәре, изгелек, мәрхәмәтлек илселәре булыуҙары менән бағындырасаҡ, — тип үҙе белгәндәрен, бар күңеленән тойғанын ағаһына бәйнә-бәйнә һөйләп бирә. һеңлеһенең һүҙен йыҡмай Әди, Мәҙинәгә юл тота, Мөхәммәтте табып һөйләшә.
Пәйғәмбәр өйөнөң ябайлығына хайран итә тәүҙә: ғәҙәти генә йорт-йыһаз, өй эсе таҙа, тәртиптә. Мосафирҙарҙы түргә уҙҙырып, тире менән ябыулы урындыҡҡа ултырталар. Мөхәммәт үҙе ҡаҡ бер урындыҡҡа сүгәләй.
   Юл хәлдәрен белешә, һөйләшә-кәңәшләшә пәйғәмбәр, мосафир ҡунаҡтарына ислам динен ҡабул итергә тәҡдим яһай.
   — Минең үҙ динем бар, үҙ инанысым, — тип яуаплай Әди.
   — Мин һинең динеңде яҡшы беләм, — ти Мөхәммәт. — Ул мәжүси дин, уның инде заманы уҙған. Хәҙер иһә ислам ише донъя күләм диндәр алдын. Уларҙың киләсәге ҙур. Мәҙәниәт, хәзәрәт шул йүнәлештә.
   — Ә ниңә ул саҡ был динегеҙ һаман киң тарала алмай. Өҫтәүенә, көсләп, ҡорал көсө менән таратырға тырышаһығыҙ? Бәлки, өгөт, өмөт самалы?!.
   — Юҡ, улай түгел. Өгөт ҙур. Ҡайҙа өгөт-өндәмә башҡа инмәй, йөрәктәр бикле, ул саҡ яуыз әҙәмдәргә ҡорал-яһау көсөн ҡулланырға ла мәжбүр итә. Былары ла Аллаһы Тәғәлә ҡушҡаны. Хоҙайым исеменән ант итәм, яҡын киләсәктә ислам диненең йәшел байрағы ярты донъяла елберҙәйәсәк.
   Ошо уҡ осрашып һөйләшеүҙә, Әди аҙаҡ үҙе һөйләүенсә, Мөхәммәт ғәлиәссәләмдең белемле, ғилемле илаһи зат икәненә инанып, үҙе һеңлеһе менән бергә Рәсүл Әкрәмдән йолаһын йолалап, ислам ҡабул итә, аҙаҡ быға ырыуҙаштарын да күндерә. Ислам шулай рәсүле тарафынан өгөт-нәсихәт, инандырыу саралары менән дә киңәйә, тәрәнерәк тамыр ебәрә бара. Шуныһы ҡыуандыра: хәҙер ислам диненең күп әлкәләрҙе яулап барыуын күреп, ситтәрәк ятҡан вәләйәттәрҙән дә илсе-бәғҫиәттәр ебәреп, үҙ ихтыярҙары менән мосолманлыҡты дәррәү ҡабул итә башланылар. Мәҙинәгә дан-бүләк, зәҡәт-фитыр йөктәре ағылды.
   Мөхәммәт инде үҙен ҡеүәтле дин башлығы итеп тойҙо. Уның Ғәли әмир етәкселегендәге ғәскәре Ғәрәбстандың иң көньяғындағы Ғәрәп диңгеҙе буйындағы Йәмән вәләйәтенә үк барып етте. Яугирҙары диңгеҙ ярҙарында ул яҡ емештәрен татып кинәнде, һыуҙарында ҡойондо. Тик әлегә ислам диненең киләсәктә был даръяның иң алыҫ ярҙарына барып етере хыялдарында ла юҡ ине. Ә Мөхәммәт иһә үҙен бөтөн Ғәрәбстан ҡитғаһының рәсүле итеп һанап, төньяҡтан көньяҡҡаса йөҙәр-меңәр саҡырымдарға һуҙылған өлкәләренә үҙ кешеләрен тәғәйенләне.

                                                                    Рәсүлдең һуңғы йылдары
   Әммә рәсүл затҡа ла оло шатлыҡтар менән бергә оло ҡайғылар ҙа ҡағыла икән шул. Ошо осорҙа уның ҙур өмәттәр бағлаған хәләл ефете Мәрйәмдән тыуған ун биш айлыҡ ғәзиз улы Ибраһим вафат булып ҡуйҙы. Ҡайғы-хәсрәт рәсүлдең бар аңын-йөрәген томаланы, һуштарынан яҙҙырҙы. Рәсүллеген тапшырыр берҙән-бер ир балаһын юғалтһынсы.
   О, тағы ни ғәжәйеп, күктә ҡанлы ҡояш тотолдо, шомло ҡара күләгәһе бөтә ил-вәләйәттәрен ҡаплап алды. Рәсүле менән бергә Аллаһы Тәғәләнең дә шул рәүешле ҡайғыһы менән уртаҡлашыуымы? Күптәр быны шулай хоҙай шомлоғона юраны. Мәхәммәткә быларҙың сарфыуы ла ҡағылғандыр, ошонан һуң уның биҙгәк сире кәсәйҙе, әүәлге дәрт-дармандары бүҫкәрҙе. Ул да әҙәм балаһы шул. Күңеленә һис китмәҫ шом- хәүеф төштө.
   Гүйә бар ауыр ҡайғы-хәсрәттәрен баҫмаҡ, шик-шомдарын юймаҡ булып, рәсүл Мәккәгә хаж ҡылырға ҡарар итте. Быны бар ислам ғәләме хуплап ҡаршыланы. Улай ғына түгел, бар хаҡ мосолман пәйғәмбәрҙәренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашып, бөтә Ғәрәбстандан уға эйәреп хаж сәфәренә ҡуҙғалды. Аҙаҡ риүәйәттәр һәйләүенсә, туҡһан мең хажсылар ҡатнашҡан. Улар Мәккәгә инер бөтөн юлдарҙы ҡаплап алған, уларға меңәр баш ҡорбан малдары эйәртелгән. Үҙенең гүйә һуңғы юлына сыҡҡандай, Мөхәммәт туғыҙ ҡатынын да бар ҡараусылары менән бергә алған.
   Йола буйынса, Мәккәгә яҡыная Зәл-хәләйфә тигән урынға еткәс, тиҫтә меңләгән хажсылар пәйғәмбәрҙәре менән бергә юл кейемдәрен һалып, бер төн ҡунып, иртәгәһенә ихрам хаж хәлләләрен кейеп, йәйәүләй изге ҡалаға йүнәләләр. Үҙ сәхәбәләре менән алда барған Мәхәммәт ғәлиәссәләм йола буйынса Аллаға ялбарыу, хаж ҡапҡаһын асыу доғаларын ярым эстән, ярым бышылдап уҡый-уҡый Ҡәғбәгә уҙалар. Ҡәғбәне ете тапҡыр урап сығалар, Ҡара ташҡа ҡулдары менән ҡағылып үтәләр. Борон Ибраһим пәйғәмбәр торған урында ике рәҡәғәт намаҙы уҡыйҙар. Зәмзәм ҡойоһонан һыуын ауыҙ итәләр. Ихрам кейемдәренә ауыҙҙарындағы һыуын бөркәп, гонаһ-шәбһәләренән арыналар.
   Хаж ҡылып сыҡҡас, юлдары, дөйәләргә атланып, Сафа менән Мәрүә тауҙарына тартыла. Йәшләй үҙенә ғәзиз Сафа тауына сәхәбәләре менән менеп, бисмиллаларын әйтеп, тейешле доғаларын уҡып, пәйғәмбәр юлсыларына, ярҙамсыларына бүләктәрен тапшыра.
   Зөлхизә айының һигеҙенсе көнөндә шул уҡ яҡын юлдаштары менән Мина тауына барып төн ҡуналар. Туғыҙында иртәгәһен Ғәрәфәт тауына менеп өйлә һәм икенде намаҙҙарын уҡыйҙар. Аллаһы Тәғәләгә мөьминдәрен мәңге иҫкермәй торған рәхмәт, инаныс һүҙҙәрен еткерә рәсүл. Унан тарихтарҙа ҡалыр һуңғы вәғәз һүҙен әйтә:
   — И, мосолмандарым, минең һуңғы вәғәземде тыңлағыҙ! — тип бер аҙ ҡалтыраулы тауыш менән башлай уны ғәлиәссәләм. — «Һуңғы» тигәнем шунан, бәлки, киләһе йылда мин инде һеҙҙең менән был изге урындарҙа осраша алмам. Мөьминдәрем, үҙ Аллағыҙҙы осратҡанға тиклем һеҙҙең ҡанығыҙ вә йәнегеҙ, был донъяла булыр көнөгөҙ, мөлкәттәрегеҙ әлеге изге ай кеүек тейелгеһеҙ булыр. Мин быны ҙур өмөт менән әйтәм, Аллаһы исеменән. Быға шаһит ул, йә раббым! Көтөргә зәҡәт алған кеүек, уны хужаһына ҡайтарып бирергә лазым. Исламға тиклемге рибасылыҡ бурысы бөтөрөлдө. Уны минең ағам Ғәббәс бине Әбделмоталлип башлағайны. Мәжүсилек дәүеренән килгән хаҡһыҙ ҡан ҡойош та бөтөрөлдө. Ул Әмир бине Рабиә ибне Харис ҡанынан башланды. Ҡәғбәгә хеҙмәт күрһәтеүҙән һәм хажға килеүселәрҙе һыу менән тәьмин итеүҙән тыш, яһилдарҙың хеҙмәттәре юҡҡа сығарылды. Белегеҙ, гонаһын белә тороп кеше үлтергән өсөн үс алынырға тейеш. Мөьминдәрем, шайтан был ерҙә һеҙҙең уға табынырығыҙҙан инде өмөтөн өҙҙө, әммә уны һеҙҙең уға ошонан әҙерәк ғәмәлдәрегеҙ менән әүрәүегеҙ ҙә ҡәнәғәтләндерәсәк. Ер йөҙө хәҙер Алла күктәрҙе һәм ерҙе яратҡан көндәрҙәгесә торғоҙолдо. Хоҙайҙың айҙары ер яратылған көндә яҙылғанса — ун ике ай. Уларҙың дүртеһе тыйыулы. Өсөһө бер-бер артлы килә: зөлҡағиҙә, зөлхизә, мөхәррәм, ә береһе айырым — рәжәп йомала һәм шәғбән уртаһында урынлашҡан. Быларҙы һеҙгә киҫәтеберәк әйткәнем, иғтибар өсөн. Быға, Раббым, шаһит бул!
   Мосолмандарым, ҡатындарығыҙ алдында һеҙҙең бурыстарығыҙ бар. Һеҙҙең алда уларҙың да бурыстары бар. Улар һеҙҙең урын-ятаҡҡа бер кемде лә баҫтырмаҫҡа, һеҙ рөхсәт итмәгән бер кемде лә өйөгөҙгә индермәҫкә тейештәр. Улар йәнә бүтән әҙәпһеҙлектәр эшләмәҫкә тейештәр. Әгәр эшләйҙәр икән, Алла һеҙгә уларҙы язаларға рөхсәт итте, бергә ятыуҙан тыйылырға һәм бик үк ҡаты итмәй һуҡҡыларға ҡушты. Әгәр инде тәүбәгә киләләр икән, һеҙ уларҙы һәйбәтләп ҡарарға бурыслы.
   Ҡатындар мәсьәләһендә Аллаһтан ҡурҡығыҙ һәм уларға яҡшы мөнәсәбәттә булығыҙ. Шуны киҫәтәм һеҙгә. Быға Раббым шаһит!
   Мөьминдәр, үҙ туғандарығыҙ мөлкәтенән улар үҙ-ирке менән биргәнен генә алырға ярай. Быға ла Раббым шаһит!
   Кешеләр, һеҙҙең тәңрегеҙ бер һәм атағыҙ ҙа бер. Һеҙ барығыҙ ҙа — Әҙәмдән, ә Әҙәм — ерҙән. Аллаһ алдында һеҙҙең иң изге күңелле кешегеҙ — Аллаһтан иң ныҡ ҡурҡа торғанығыҙ.         Быға ла Раббым шаһит!
   Кешеләр, Аллаһы һәр вариҫҡа уның мираҫтағы өлөшөн билдәләне һәм вариҫҡа өстән бер өлөштән артығын васыят итергә рөхсәт итмәй һәм ул мөлкәт өлөшөнән генә рөхсәт итә.           Быларға ла Алламдың шаһитлығын ҡылам...
   Былар асылда Мөхәммәт ғәлиәссәләмдең һуңғы хаж сәфәрендә, ғөмүмән, һуңғы вәғәздәренең береһе.
   Шулай Ғәрәфәт тауында рәсүл ҡатнашлығында мосолмандар һуңғы тапҡыр хаж йолаһын үтәгәндәр, шайтандарҙы ҡәһәрләп таштар орғандар, доғалар уҡығандар, ҡорбан салғандар, сәстәрен алдырғандар. Пәйғәмбәрҙең сәсен изге күреп, сәхәбәләре, яҡындары һаҡламаға алғандар.
   Туған Мәккәһенә, һуңғы хаж сәфәренә барыуы, изге ер менән хушлашыуы ана шулайыраҡ тамамлана, тарихтар яҙыуынса.
   Ғүмеренең аҙағына табан Мөхәммәттең даны бөтә Ғәрәбстан еренә, тирә-яғына киң тарала барыуын күрепме, үҙҙәре шунса шөһрәткә ҡыҙышыпмы, ике-өс әҙәм үҙҙәрен пәйғәмбәр тип иғлан итмәһенме бер заман.
   Шуның береһе, иң хәйләкәре һәм йылғыры, көньяҡ Ғәрәбстанда, Йәмән илендә пәйҙә була. Әйхәнә ибн Ҡәғән исемле был ғәрәп, әл- Әсүәй, йәғни ҡара йөҙлө мәғәнәһендәгеһе, тиҙ генә мәжүсилектән ислам диненә күсеп ала. Йәмән иленең әмирен, улын үлтереп, солтанатты үҙ ҡулына төшөрә. Әмирҙең етем ҡалған тол бисәһенә өйләнә. Былары ғына етмәгән, был башкиҫәр, үҙен яңы пәйғәмбәр тип иғлан ҡыла. Имеш, уға изге ике фәрештә Алланан вәхи килтергән, был тарафтың пәйғәмбәре итеп тәғәйенләгән.
   Был ялған пәйғәмбәрҙең үҙендә сихырсылыҡ ҡеүәһе лә бар икән, шул юл менән күп ғәрәптәрҙең күҙен быуған, аңын томалаған. Ендәре менән енләнеп, әллә ни зәхмәттәр, кирәмәттәр ҡылып йөрөгән. Үҙенә эйәрсендәр тапҡан. Әҙәм һуйып солтанлыҡҡа үрмәләгән, пәйғәмбәр булғыһы килгән был сихырсының үҙ ғүмере лә Йәмән солтанының улдары тарафынан өҙҙөрөлгән.
   Икенсеһе, Мөслим Кәззән тигәне, Мөхәммәттең үҙе янына инеп ислам динен ҡабул иткәне, күпмелер ғүмер үткәс, йәнә уға килеп: «Мин дә, һинең кеүек, Алланың бер илсеһемен», — тип хәбәр һалды. Бер дәлил итеп ҡулындағы хөрмә ағасынан эшләнгән таяғын күрһәтте. Имеш, уға Мөхәммәттең тәҡдире лә, үҙенең алмаш рәсүллеге лә хикмәтләп яҙылған. Ул да, йәнәһе, Аллаһы ҡөҙрәте менән Ҡөрьән төҙөгән. Быныһы рәсүл ҡулынан нисектер имен ҡотолған йәки уға ниндәйҙер ирек ҡуйылып, байтаҡ ғүмер хатлашып, рәсүллек дәғүә итеп, үҙе эйәрсендәр йыйып йөрөй.
   Былар артынса Хаиз ҡыҙы Сижаһ исемле бер ҡатын нәбилеккә дәғүәләп булаша. Уның был ниәтен әлеге Мөслим Кәззән баҫа, ҡатыны булырға күндерә. Өйләнгәс, «бер өйҙә ике пәйғәмбәр булмай», тип ауыҙын яба.
   Ғүмеренең һуңғы дәүерендә пәйҙә булған бындай ялған пәйғәмбәр ишараттары Мөхәммәт ғәлиәссәләмдең былай ҙа ҡаҡшаған һаулығын тағы хөртәйтә, быума сирен көсәйтә.
Был осорҙа Мөхәммәт Сүриә иленә яу ойоштороп ҡарай. Ғәскәр башлығы итеп уға, егерме генә йәшлек Өсәми тигән йәш кешене, Зәйди ҡаһармандың улын тәғәйенләй. Быға, әлбиттә, рәсүлдең танылған яу батырҙары Әбүбәкер, Ғүмәр һәм Ғәли сәхәбәләр аптырабыраҡ ҡала, ҡандарын ҡыҙҙырғандай итә, намыҫтарына тейә. Быны Мөхәммәт үҙе лә һиҙенә, әммә үҙ ҡарарында ҡала: йәштәр ҙә бит яуҙа һынала, үҙенән-үҙе генә баһадир, әмир булып китмәй. Яуҙа ҡорбан булған атаһының ҡоһорон алырға ла хаҡлы Зәйди.
   Ғәскәрҙәрен дәртләндереп, яуға оҙатып ҡала рәсүл. Оҙата, ләкин шул кисте үк үҙе аяҡтан йығыла: әүәлге яман сире тота. Төнөн һаташып уяна ла ҡараусы ҡолонан, үҙен мәсет ҡырындағы зыяратҡа тиҙерәк илтеүен талап итә. Ҡоло нишләһен, рәсүл әмере — ҡанун. Ҡара төндә илтә зыяратҡа. Пәйғәмбәр зат ҡысҡырып доғалар уҡып, тәүбәләр ҡылып, мәрхүмдәрҙән үҙен ярлыҡауҙарын үтенә. Аҙаҡтан бер ҡәбергә эйелеп, бышылдабыраҡ ҡына шулай ти: «Миңә Хоҙайым һайларға ихтыяр ҡуйҙы: мин йә ошо быуат ахырынаса ошо яҡты донъяла ҡалырға, уның рәхәтлектәренә сумырға хаҡлымын, йә Раббым ҡаршыһына мәңгегә китергә. Мин һуңғыһын һайланым».
   Ошо төндән һуң Мөхәммәттең ауырыуы яман көсәйеп китте. Риүәйәттәр һөйләүенсә, уйы етем, тол ҡалыр ҡатындары тирәһендә йөрөнө. Бигерәк тә өҙөлөп һөйгән Ғәйшәһе йәл уға. Ауырыуы бер аҙ ебәргәс, сираттағыса ҡатындарын бер әйләнеп сыҡты. Был донъялыҡта үҙенсә һуңғы хушлашыу билдәһе лә булды, ахырыһы. Күңелен бары Ғәйшәһе тартып торҙо, һуңғы мәлдәренә саҡлы уның менән булғыһы килде.
   Бер кисте был һөйгән хәләле лә сырхау ине шикелле, дарыуҙар һораны.
   — Ниңә һиңә дарыу? — тине Мөхәммәт. — Минән алда һин үлһәң, яҡшыраҡ булмаҫмы икән? Мин һинең асыҡ ҡатҡан күҙҙәреңде ябыр инем. Тәнеңде кәфен менән үҙем урар инем. Ләхеткә үҙ ҡулдарым менән һалышып, һуңғы доғаларын уҡыр инем!
   — Ҡалай аҡыллы башың, — тине был тәҡдимгә бер аҙ үпкәләгәндәй Ғәйшәһе. — Мине күмеп ҡайтҡас, өйгә икенсе йәш бисә килтерер инең, уның ҡосағында мине онотоп та ҡуясаҡһың. Бына ҡалай икәнһең.
   Әммә был ауырыуында Мөхәммәт ҡатындарын иркәләү, шаяртыу ғәҙәттәренән үткәйне, буғай, һүҙҙәре аңына, йөрәгенә буйһонмағандай ине.
   Бер-ике көндән Мөхәммәткә әүәлге аңы ҡайтты, ауырыуы саҡ ҡына ебәргәндәй итте. Бынан файҙаланып, рәсүл хоҙай йортона — эргәһендәге мәсеткә инергә ҡарар ҡылды. Уны Ғәли ибн Әбүталип менән Ғәббәс сәхәбәләр ике яғынан ҡултыҡлап, күтәреп тигәндәй мәсеткә килтерҙеләр, ярҙамлашып мөнбәргә ултырттылар. Туҡтала-туҡтала ауыр тын алып, бар хәленсә иң яҡын ғөләмәләренә, мәсеткә йыйылғандарға һуңғы вәғәз һәм васыят һүҙен еткерергә тырышты:
   — Пәйғәмбәребеҙ үлгән икән, тип һүҙ таралғанын ишеттем, — тип башланы рәсүл. — Юҡ, мин иҫәнмен әле, бына алдығыҙҙа мөнбәрҙә ултырам. Әгәр үлһәм дә, ғәжәпме ни? Быға тиклем ҡайһы пәйғәмбәр мәңге йәшәй ҡалған? Мин пәйғәмбәрегеҙҙе лә мәңгелек тип уйланығыҙмы ни? һәммәһе лә Аллаһ ихтыярында, һәр бәндә, Хоҙай рәсүле лә фани донъянан үтергә тейеш, баҡыйы тегендә. Мин Аллаһы Тәғәләбеҙ ҡарамағына үтәм. һеҙҙе лә шунда көтәм.
   Ер йөҙөндә ҡалған мөьминдәрем, ислам динебеҙҙе саф көйө һаҡлағыҙ, мосолмандар сафын ишәйтегеҙ, ошо юлда игелектәр ҡылығыҙ. Пәйғәмбәрҙәренә, мөһәжирҙәренә ҡалалары ҡапҡаһын асҡан, торор йорт, ашар-эсер ризыҡ биргән Мәҙинә әнсарҙарыбыҙға мең рәхмәт. Уларҙың киң күңеллелегенә, игелектәренә шунса игелек, мөьминлек, хеҙмәттәшлек ҡайтарығыҙ. Ислам динебеҙҙе күҙ ҡараһы кеүек һаҡлағыҙ, кәрәк икән, шәһит китергә әҙер тороғоҙ...
   Ошо вәғәз-васыят һүҙҙәрен бергә ҡатнаштырып, тыны ҡыҫылғанда бүлә-бүлә, әммә элекке көр тауышын сығарыбыраҡ, мәҡәмләп әйтергә тырышты.
   Уны Ғәли менән Ғәббәс сәхәбә ипләп кенә Ғәйшә йортона илтеп ҡуйҙы.
   Иртәгәһен, моғайын, Хоҙайы ҡөҙрәтенәндер, пәйғәмбәребеҙ тыныс уянды, уға донъя йәмләнеп, асылып киткәндәй күренде. Күңеле тулды, гүйә, көс-дәрте яңынан ҡайтты. И, фани донъя, теге баҡый донъяға үтер алдынан Хоҙайы бәндәләренә, хатта ки пәйғәмбәренә лә бер сафлыҡ, асыҡ ҡараш бөркөп ала, күрәһең. Әжәл әсеһен татыр алдынан үлем фәрештәһе боғаҙҙан алғансы. Йә илаһи.
   Мөхәммәт ғәлиәссәләмдең күҙен йомдорған иртә милади 632 йыл, рәбиғел әүүәл айының 12-се көнө, һижрәнең 11 йылы ине. Йәше 63-тә.
   Мөхәммәт пәйғәмбәр вафат булғас, уның иң яҡын сәхәбәләре Әбүбәкер, Ғүмәр, Усман, Ғәли Рәсүл Әкрәмдәренә тоғро булырға ант итеп, берҙәм хәлифәт төҙөйҙәр. Беренсе хәлиф итеп Әбүбәкерҙе тәғәйенләйҙәр. Улар хәлифәтлеге дәүерендә ислам дине Сүриә, Палестина, Мысыр, көнсығышта Фарсы, Афғанстан, Кавказ ерҙәренә тиклем йәйелеп, Оло Хәлифәт дәүләте барлыҡҡа килер. Ислам дине тора-бара донъялағы иң олуғ диндәргә әүерелеп, күп ил-ҡитғаларға йәйелер.
   Былары инде махсус өйрәнер үҙе бер оло тарих.

                                                            Мөхәммәттең рисаләт миссияһы
   Мөхәммәттең кешелек һәм пәйғәмбәрлек сифаттары.Пәйғәмбәрлек, рисаләт миссияһы. Ҡөръән һәм сөннә — ислам диненең нигеҙҙәре. Рисаләттең төп һыҙаттары һәм тарихи-рухи әһәмиәте. Китап авторының бер-ике аңлатмаһы.
   Иң яҡын сәхәбәләре, замандаш мосолмандары раҫлауынса, Мөхәммәт, кеше булараҡ, тәбиғәте, холҡо менән ябай мөғәмәле, үтә зиһенле, тәрән аҡыллы, күҙәтеүсән, һынсыл, күп белер, яғымлы һөйләшер, үҙ уй-фекерҙәрен аң-күңелгә һеңдерерлек итеп еткерер олуғ шәхес, рухани бер зат булған. Күркәм йөҙө, үткер, яғымлы ҡарашы, уртаса тулы кәүҙәһе, тура һыны менән айырылыбыраҡ торған. Кешеләрҙе күп белеүе, тапҡыр һүҙҙәре, хикмәтләп, ышаныслы һөйләүе, үҙ фиғел-ҡылығы менән дә арбаған. Үҙенә хөрмәт уятыр, өлгө алыр, рухташ итер ҡеүәһе көслө булған.
   Йәштән үк уның дуҫтары, теләктәштәре күп булған кеүек, тура һүҙлелеге, яманлыҡты күрә алмауы өсөн дошмандары етәрлек булыуы бик тәбиғи. Дуҫ икән уға — ысын дуҫ, дошман икән — хас дошман.
   Мөхәммәт үҙен Алла исеменән пәйғәмбәр итеп танытҡас, уның дин дошмандары ишәйгән. Уларҙы вәхи һүҙе, Ҡөрьән тәғлимәте менән генә үҙенә, исламға ҡарата алмағас, ҡорал көсө менән дә баш эйҙерергә йә ҡыйратырға тура килгән. Баш эймәгән кафырҙарҙың урыны йәһәннәмдә, тигән.
   Ышаныс менән инаныс та тиң түгел. Ышаныс инанысҡа әйләнгәндә генә әҙәмгә иман инә. Өгөт-нәсихәт, вәғәз менән күндереү бер ысул, инандырыу, иманға килтереү иһә рухи халәт, илаһиәт менән бағлы юғары кимәл.
   Ислам динен нигеҙләгән Мөхәммәт пәйғәмбәргә бына ошондай юғары рисаләт юлы төшә. Ғәлиәссәләмлек юлы. Уның рухани тәғлимәте Алла тарафынан иңдерелгән вәхи өйрәтмәләр аша изге Ҡөрьән булып ойоша. Мөхәммәт рәсүл үҙе әйткәнсә, Ҡөрьән — үҙе мөғжизә. Алла тәғлимәтенән оло мөғжизә юҡ.
   Ҡөрьән Аллаһы Тәғәлә тәғлимәте икән, унан ҡала сөннә нигеҙҙәре иһә — Алланың рәсүле Мөхәммәттең үҙ һүҙҙәре, тәртип, ҡанун, ҡағиҙәләр йыйылмаһы. Сөннә — мосолман өсөн тормошта ҡулланыр хоҡуҡ, ҡағиҙә, йола нигеҙҙәре. Тимәк, сөннә — Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең үҙе төҙөгән, үҙе башлап ғәмәлгә индерә барған дини, донъяуи, ғәмәли хеҙмәт емеше.          Уның икенсе ҙур һәм үҙәк рисаләте ошо.
   Мөхәммәт ғәлиәссәләмдең тарихта, тормошта, көнкүрештә башҡарып сыҡҡан ысын рисаләт ғәмәлдәре йәнә түбәндәгеләр:
   1. Заманында үҙ-ара һуғышып, ҡан ҡойошоп йәшәгән тарҡау, ярым ҡырағай ғәрәп бәдәүиҙәрен бер бөйөк дингә берләштереп, бер бөтөн мәҙәни халыҡҡа әйләндереүе.
   2. Мәжүсилек, күп аллалыҡ ҡанундарын бөтөрөп, бер бөтөн хаҡ дин ҡағиҙәләренә күндереүе.
   3. Ҡан ҡойош менән ҡон ҡайтарыу, ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата ҡырағай ғәҙәт-йолаларын бөтөрөүе.
   4. Һалым, ҡалым һәм башҡа түләүҙә зәҡәт, фитыр, үҙ-ара матди ярҙам ҡанундарын көйгә һалыуы.
   5. Вәхшилек, эскелек, боҙоҡлоҡ, уйнашлыҡ ғәҙәттәренә мөмкин тиклем сик ҡуйыуы, ҡәтғи әхлаҡи тәртип индереүе.
   6. Мөхәммәт ғәлиәссәләмдең бөйөк аҡыл эйәһе, иллаһи зат булараҡ даһилығы, бөтә донъя күләм бөйөк ислам динен нигеҙләүе, уның пәйғәмбәре итеп танытыуы.
   7. Ҡөрьән ҡанундарын донъя йөҙөнә башлап таратып ебәреүе.
   8. Хәҙистә яҙылғанса, пәйғәмбәрҙең иман менән эшмәкәрлеге, ышаныс менән шөғөлө бер бөтөн.
   Алда Мөхәммәтте, кеше булараҡ, үҙе өлгөлө шәхес, тигәйнек. Бына миҫал өсөн 2007 йылғы башҡортса дини календарҙа был хаҡта ниҙәр яҙыла:
«Пәйғәмбәрҙәрҙе Аллаһы Тәғәлә кешеләр араһынан һайлап тәғәйенләй. Пәйғәмбәрҙәр — инсандарға Аллаһ ебәргән илселәр. Уларҙың маҡсаты — кешеләргә тура вә хаҡ юлды күрһәтеү, донъя һәм әхирәт бәхетенең асылы нимәлә икәнен аңлатыу. Был — бөйөк бурыс.
   Аллаһы Тәғәлә йөкмәткән бөйөк бурысты атҡарыу өсөн бүтәндәргә бирелмәгән сифаттарға эйә булған пәйғәмбәрҙәр. Был сифаттарҙы Аллаһ сөбхәнәһү вә Тәғәлә биргән уларға:
   1. Ғисмәт. Сафлыҡ, гонаһһыҙлыҡ, хаталанмау.
   Пәйғәмбәрҙәр ғүмерҙәрен гонаһ ҡылмай үткәргән. Кешеләргә ҡушҡандарҙың барыһын да улар үҙҙәре теүәл үтәгән.
   2. Аманат. Ышаныслылыҡ, зарарһыҙлыҡ, файҙалылыҡ.
   Мөхәммәткә ғәлиәссәләм, пәйғәмбәрлек бирелгәнгә тиклем үк «Мөхәммәдел-Әмин», йәғни ышаныслы кеше, тигәндәр.
   3. Фәбанәт. Аҡыллылыҡ, зирәклек, һиҙемләү ҡеүәһе, зиһенлек. Пәйғәмбәрҙәр аҡыл йәһәтенән башҡаларҙан өҫтөн булған.
   4. Сәдәкәт. Тоғролоҡ. Пәйғәмбәрҙәр ғүмерҙәренә бер генә лә тапҡыр ялғанламаған, кешеләрҙе алдамаған. Хәҙрәти Мөхәммәттең, ғәлиәссәләм һәм исламиәттең иң уҫал дошмандарының береһе Әбү- яһил тигән кеше була (әле лә насар һәм уҫал кешегә яһил тиҙәр). Бер саҡ Әбүяһил иптәштәрен йыйып, уҫал ниәт ҡора. «Мөхәммәт — тиле шағир, ялғансы, сихырсы, алдаҡсы», тип кешеләргә хәбәр таратырға ҡуша Әбүяһилдың дуҫтары. Шул саҡ Әбүяһил тороп: «Мөхәммәт хаҡында ни ҙә булһа бүтәнде һөйләгеҙ, ышаныусылар табылыр. Әммә «ялғансы» тиһәгеҙ, бер кем дә ышанмаҫ», — ти.
   5. Тәблиғ. Аллаһтың әмерен тайпылышһыҙ, һис үҙгәртмәйенсә кешеләргә еткереү.
   Пәйғәмбәрҙәр әйткәнде кешеләрҙең ятлап алыуы-алмауы ихтимал. Әммә пәйғәмбәрҙәр Алланың үтә тигәнен дә, тыйыл тигәнен дә, ҡушҡанының барыһын да теүәл итеп кешеләргә еткерә.
   Мәғлүм, был сифаттар — пәйғәмбәрҙәргә хас булыр һәм теүәл үтәлер сифаттар. Ҡөрьәндә Мөхәммәттең ун өс гүзәл сифаттары телгә алына, ә риүәйәттәрҙә, хәҙистәрҙә рәсүлдең гүзәл сифаттары туҡһан туғыҙға етә. Тиҫбе ошо һанға нигеҙләнеп, 99 мәрйендән тора.
   Әммә пәйғәмбәрҙәр ҙә әҙәм балаһы. Донъялыҡта, кешеләр араһында, үҙ алдына төрлө көтөлмәгән осраҡтар килеп сығыуы, яҙыҡ ҡылыуҙары мөмкин. Аңғармаҫтан хата эшләүҙәре, гонаһҡа юлығыуҙары ла ихтимал. Тәүбә, тәүбә, тибеҙ.
   Беҙ үҙебеҙҙең китапта Мөхәммәтте кеше һәм пәйғәмбәр булараҡ та самаһыҙ илаһилаштырмайынса һәм шаштырмайынса, яҙма мәғлүмәттәргә таянып, кешеләрсә бөтә барлығы, тормошта нисегерәк йәшәгәне, теге йәки был киҫкен ситуацияларҙа, көндәлек тормошта үҙен ҡалайыраҡ тотҡаны рәүешендә лә күҙалларға тырыштыҡ, реаль тормоштағыса сағылдырыуҙы ла маҡсат иттек. Мөхәммәт кеше һыны ла күҙ алдыбыҙҙа торҙо.
   Тау Мөхәммәткә килмәһә, Мөхәммәт тауға үҙе бара, тигән халыҡ мәҡәлен дә иҫтән сығарманыҡ.
   Пәйғәмбәрлек, илаһиәтлек рисаләт маһиәте лә күңелебеҙҙе һәр саҡ биләп, яҡтырта килде.
   Мөхәммәт ғәлиәссәләмдең тормош юлын һөйләгәндә пәйғәмбәребеҙ үҙ рухи донъяһына хәл ҡәҙәренсә иғтибар бүлдек. Ә ул үҙе махсус ентекле өйрәнелер илаһи донъя. Пәйғәмбәр зат хаҡында яҙғанда рәсүлдең түбәндәге аҡыллы һүҙҙәрен гел хәтерҙә тоттоҡ:
   «Уйығыҙҙа күптән белгәнде һүҙҙәр аша ишеттерегеҙ. Тик аң-белем тәрәнлеген үлсәп булашмағыҙ. Сөнки «Мин» — үлсәп булмай торған сикһеҙ даръя.
Мин хәҡиҡәтте таптым, тимәгеҙ, бер бөртөгөн таптым, тиегеҙ.
   Рух юлын таптым, тимәгеҙ, минең юлдан барған рухты таптым, тиегеҙ. Сөнки рух бөтөн юлдар буйлап бара».
   Хаҡ һүҙҙәр, мәмнүнбеҙ.
   Шуға биғәйбә, бары менән хуш иттек. Амин.