Мөьтә яуы (Битва у Мута)

                                             Мосолмандар илсеһен үлтереүсе һәм яза
     Аллаһ Рәсүле ﷺ әл-Хәриҫ ибн Гөмәйер (радыйаЛлаһу ғәнһү) тигән кешене Рум батшалығына ҡараған Бөсрә хакимы Шәрәхбил ибн Ғәмер әл-Ғәссәнийгә хәбәр менән ебәрә. Батшалар менән хакимдар араһында илселәрҙең йәнен ҡыйыу ғәҙәте булмауына ҡарамаҫтан, Бөсрә хакимы бәйләп алып киленгән сапҡынды башын сабып үлтерә. Был хәл илселәр өсөн оло ҡазаға әүерелә һәм хурлыҡ була. Әлеге ҡорбан өсөн үлтереүсене кисекмәҫтән язаға тарттырырға кәрәк була.

                                                    Рум ерендәге тәүге ғәскәр
Аяныслы хәбәрҙе ишеткәс, Аллаһ Рәсүле ﷺ Бөсрәғә ғәскәр ебәрергә ҡарар итә. Был хәл һижрә буйынса һигеҙенсе йылдың йомадиәл-әүүәл айында була. Өс мең кеше ҡоралланып ала, Аллаһ Рәсүле уларҙың башлығы итеп үҙенең азат ителгән хеҙмәтсеһе Зәйед ибн әл-Хәриҫте (радыйаЛлаһу ғәпһү) тәғәйенләй. Уға мөһәжирҙәрҙең дә, ансарҙарҙың да ғәскәренә етәкселек итеү хоҡуғы бирелә. Пәйғәмбәр «Әгәр ҙә Зәйед үлеп китһә, һеҙгә Йәғфәр ибн Әбү Талиб баш булыр. Йәғфәр үлеп китһә инде — Ғабдуллаһ ибн Рәүәхә», — тип белдерә. Аҙаҡ улар өсөн доға ҡыла. Ғәскәрҙе алда ауыр, оҙайлы юл һәм дәһшәтле дошман көткән була.
     Ғәскәр Мәғән еренә еткәнсе төньяҡҡа ҡарай бара. Мосолмандарға «Ираклий үҙенең йөҙ мең кешелек рум һәм ғәрәп ҡәбиләләре менән Бәлҡә еренә килеп еткән» тигән хәбәр килә. Улар Мәғән ерендә, үҙҙәренең артабанғы хәле хаҡында уйланып, ике төн үткәрә, һәм Аллаһ Рәсүленә ﷺ дошмандарҙың һаны хаҡында хәбәр итергә ҡарар ҡылалар. Бынан һуң ул беҙгә йә ярҙамсы ғәскәр ебәрер, йә беҙ унан килгән әмергә буйһонорбоҙ, тиҙәр.

                                               Иҫәп менән көс арҡаһында ғына түгел
     Ғабдуллаһ ибн Рәүәхә (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Эй, кешеләр! Аллаһ менән ант итәм! Һеҙ дин өсөн шәһит булыуҙы һөймәйһегеҙ. Беҙ һан һәм көс арҡаһында ғына үлтермәйбеҙ бит!» — тип, һуғышсыларҙы дәртләндерә.
                                                  Арыҫландай батырҙарҙың алышы
     Мосолмандарҙы Бәлҡә сигендә румдарҙан һәм ғәрәптәрҙән торған төркөм ҡаршы ала. Дошман яҡынлашҡас, мосолмандар Мөьтә ауылына бара. Аҙаҡ барыһы ла осраша һәм улар араһында алыш була.
     Зәйед ибн Хәриҫ (радыйаЛлаһу ғәнһү), һөңгө менән сәнскеләнеп, шәһит булып үлгәнсе Аллаһ Рәсүленең байрағын ҡулында тотҡан килеш алыша. Аҙаҡ байраҡ Йәғфәр (радыйаЛлаһу ғәнһү) ҡулына күсә. Бер мәл уның өсөн дә көрәш ауырлаша башлай. Дошман менән аяуһыҙ көрәшә Йәғфәр (радыйаЛлаһу ғәнһү), байраҡты ла ысҡындырмай: уң ҡулы ҡырҡылып төшкәс, һул ҡулына ала; һулы ла өҙөлгәс, ҡушар һөйәктәре менән кәүҙәһенә ҡыҫа. Ошо рәүешле үлем килгәнсе алыша. Ул ваҡытта егеткә ни бары утыҙ өс йәш була. Мосолмандар аҙаҡ, Йәғфәрҙең (радыйаЛлаһу ғәнһү) мәйетен тапҡас, күкрәге менән яурыны араһында ҡылыс һәм һөңгө һалған туҡһан яра эҙен күрә. Уларҙың барыһы ла — алғы яҡтан.
Йәғфәр (радыйаЛлаһу ғәнһү) үлтерелгәндән һуң етәкселекте Ғабдуллаһ ибн Рәүәхә (радыйаЛлаһу ғәнһү) үҙ өҫтөнә ала. Ул байраҡты тотоп алға ынтыла. Бер саҡ, атынан төшкәс, уның эргәһенә ике туған ағаһы килеп, ит киҫәге бирә лә: «Мә, нығын ошоноң менән. Был көндәрҙә һиңә бик күпте кисерергә тура килде бит», — ти. Ғабдуллаһ иби Рәүәхә (радыйаЛлаһу ғәнһү) итте әҙерәк тешләп алғандан һуң ташлап ебәрә лә, ҡылысын алып, йәнә яуға күтәрелә. Үлтерелгәнсе алыша.
                                                      Хәлидтең хикмәтле етәкселеге
     Аҙаҡ мосолмандар ғәскәр башлығы итеп Хәлид ибн Вәлидте (радыйаЛлаһу ғәнһү) һайлап ҡуя. Һәм байраҡ уның ҡулына күсә. Хәлид (радыйаЛлаһу ғәнһү) ҡурҡыу белмәҫ йөрәкле кеше генә түгел, тәрән аҡыл эйәһе лә була, хәрби эштәрҙе алып барыуҙа маһирлығы менән дан тота.
     Ғәскәр башлығы мосолмандар ғәскәрен көньяҡҡа ҡарай алып китә. Дошман төньяҡҡа күсә. Төн еткәс, Хәлид (радыйаЛлаһу ғәнһү) кешеләрен иман-аман ғына дошман күҙенән ситкә күсерә. Румдар, бында ниндәйҙер хәйлә барҙыр, тип, уларҙы эҙәрлекләүҙән баш тарта. Хәлидтең (радыйаЛлаһу ғәнһү) хәрби оҫталығынан ҡурҡып, ниндәйҙер ҡарар ҡабул итеүҙән тыйылып ҡалалар.
                                                                  Алдан күреү
     Мосолмандар яуға сығырға йыйынғас, Аллаһ Рәсүле Мәҙинәләге сәхәбәләренә алыш ваҡытындағы хәлдәр хаҡында хәбәр итә. Әнәс ибн Малик (радыйаЛлаһу ғәнһү) былай тип һөйләй: «Аллаһ Рәсүле халыҡҡа Зәйедтең, Йәғфәрҙең һәм ибн Рәүәхәнен үлеме хаҡында уларҙан хәбәр килгәнгә тиклем үк былай тип һөйләп бирҙе: «Зәйед байраҡты алды һәм үлтерелде. Аҙаҡ ул Йәғфәрғә күсте, уға ла үлем килде. Бынан һуң уны ибн Рәүәхә алды, ул да һәләк булды», һәм байраҡ «Аллаһ ҡылысы»ның ҡулына күсеп, Аллаһ уларға еңеү биргәнсе уның күҙҙәренән йәштәр аҡты ла аҡты».
                                                                Ике ҡанат эйәһе
     Пәйғәмбәр Ш Йәғфәр (радыйаЛлаһу ғәнһү) хаҡында былай тип һөйләй: «Аллаһ уның ҡулдарын ике ҡанат менән алыштырҙы. Ул Йәннәттә ҡанаттары ярҙамында, ҡайҙа теләй, шунда осоп йөрөй». «Осоусы Йәғфәр» йәки «Ике ҡанат эйәһе» тигән төшөнсәләр ошонан барлыҡҡа килгән.
                                                                Сигенеү түгел
     Ғәскәр Мәҙинә сигенә еткәндә уларҙы Аллаһ Рәсүле ﷺ менән мосолмандар ҡаршы ала. Халыҡ: «Ҡасҡалаҡтар! Һеҙ Аллаһ юлынан кире сигендегеҙ!» тип, ғәскәргә тупраҡ ташларға тотона. Аллаһ Рәсүле ﷺ уларға: «Улар кире сигенмәне, киреһенсә, һөжүм итеүселәр ула, ин шәъ Аллаһ», ти.
                                                 Пәйғәмбәрҙәрҙең йөҙөк ҡашы Мөхәммәт Мостафа китабынан