совет осоро

                                   Таҡмаҡтар
               Совет осоронда сыҡҡан таҡмаҡтар
               Төртмә һәм шаян йыр-таҡмаҡтар

Абзыҡайым, атың ҡасҡан, Баҫыу ҡапҡаһын асҡан.
Кисә күңелең бойоҡ ине, Бөгөн күңелең кем асҡан?

              Агроном кабинетта, Күрһәң икән бер йөҙөн.
              Күккә сойоп, болот итеп, Яуҙырһаң икән үҙен.

Агроном көлә микән, Колхозға килә микән?
Арыш менән бәрәңгене. Айыра белә микән?

Ағиҙелгә баҫма һалдым, Тар булды — төшә күрмә,
Һағыныуҙар елкендерә, Ҡом булып оса күрмә.

               Ағиҙелдең аръяғында, Төлкө ята сирәмдә.
              Беҙ үҙебеҙ сибәр түгел, Ялынмайбыҙ сибәргә.

Ағиҙелдәр шәп аға, Тулҡыны ярға ҡаға.
Маһайыуың күберәк икән, Сдавать ит сельпоға.

              Аҡ алъяпҡыс кейәләр, Бауын һалындыралар.
              Үҙҙәре юҡ ике тинлек, И то ялындыралар.

Аҡбуҙаттың яҡшыһы, Ал сәскәне тапамаҫ.
Ебеп торған егеттәрҙе, Бер китап та маҡтамаҫ. 

              Аҡ ҡуяндың тәпәйен, Мамыҡ ҡына тиҙәр бит.
              Йәш ҡыҙҙарҙың уйнауын, Зауыҡ ҡына тиҙәр бит.

Аҡлы ситса күлдәгемдең, Балитәге (ос) кенә.
Бәләкәй тип хурламағыҙ, — Бандуғас та кескенә.

               Аҡлы ситса күлдәгемдең, Еңе тар, кеҫәһе бар.
               Бағынғанда барыр инем, Ағиҙел кисәһе бар.

Аҡлы ситса күлдәгемдең, Ең остары ҡаралы.
Ауыҙыңда һүҙ тормайҙыр, Тешең бигерәк аралы.

               Аҡлы ситса күлдәгемдең, Итәктәре тар бит ул.
               Үҙен-үҙе әллә кемгә, Ҡуйыусылар бар бит ул.

Аҡлы ситса күлдәгеңде, Киптерергә элдеңме?
Сандал һөртөп, миңдәр төртөп, Үптерергә килдеңме?

               Аҡ халаттар кейер инең, Аҡ халаттар эләкһә,
               һауынсыны һөйөр инең, һауынсылар эләкһә.

Аҡһаҡ, туҡһаҡ екһәк, сыҡһаҡ, Барыбыҙҙа ла пар аттар.
Үҙҙәре лә гулять иткән, Ғәйепләмәҫтәр ҡарттар.

               Ала һыйыр көйөштә, Ҡара һыйыр мөйөштә.
               Уйнамағас, ниңә килдең, Йоҡлап ятмай мөйөштә.

Ал бирәм алғандарға, Гөл бирәм алғандарға.
Йәремде подарить итәм, Йәр таба алмағандарға.

               Ал бөтмәгәндер әле, Гөл бөтмәгәндер әле.
               Һиңә нишләп ялынайым, Йәр бөтмәгәндер әле.

Алдарын да алдыңмы, Гөлдәрен дә алдыңмы?
Кеше белем алғанда, һәндерәлә ҡалдыңмы?

               Ал ҡыҙыл күлдәгеңде, Кейҙең ни, кеймәнең ни.
               Кеше менән уртаҡ йәрҙе һөйҙөң ни, һөймәнең ни.

Алма алырһың әле, Алмай ҡалырһың әле.
Күп ҡыҙҙарҙы һайлап йөрөп, Яңғыҙ ҡалырһың әле.

                 Алма бирҙем — алманың, Тәңкә бирҙем — таҡманың.
                 Түшең киреп йөрөй инең, Әллә кемде тапманың.

Алма емеш кенәһе, Хөрмә емеш кенәһе.
Күҙен асып ҡарай алмай, Кемдең байғош ҡынаһы.

                 Ал матур тигәндәргә лә, Гөл матур тигәндәргә.
                 Күктән йөрөмәй, ерҙән йөрөй. Мин матур тигәндәр ҙә.

Алма һатыусылар килгән, Грамдары бар микән?
Әжәлгә дарыу бар тиҙәр, Һағыныуҙарға бар микән?

                Алтын балдаҡ ҙур булмаҫ, Саф алтынға кер ҡунмаҫ.
                Кескәй тиеп кәмһетмәгеҙ, Аҫыл һөйәк ҙур булмаҫ.

Алтын һаплы, көмөш һаплы, Булавкам бар түшемдә.
Бер ятҡанда ике күрәм, һин йәнемде төшөмдә.

                Алъяпҡысың ал биҙәкле, Ҡояштарҙа ул нишләй?
                Һикертмә, иркәм, ҡашыңды, Кеше алдында килешмәй.

Ана килә автомобиль, Тейәгәндәр семечка.
Эш барғанда, семечка ашай,— Ул ниндәй привычка.

                Ана килә автомобиль, Тейәгәндәр табалар.
                Ҡыҙҙар эҙләп таба алмаһа, Еңгә бисә алалар.

Анау килгән машинаға, Тейәгәндәр фуражка.
Егеттәрҙең эсе ауырта, Алып барығыҙ врачҡа.

                Анау килгән машинаның. Тейәгәне ваҡ алма.
                Һауаланма, дуҫҡайым, Ваҡланыр көнөң алда.

Анау торған ултырғысҡа. Югереп барып ултыр,
һөйгән йәреңде ҡыҙғанһаң, ботоңа бәйләп ултыр.

                Ап-паҡ, ап-паҡ ҡаҙ иттәрен, Мин турайым, һин аша.
                Дошмандарҙың йөрәге янһын, Ултырайыҡ йәнәшә.

Арғы яҡта осҡан ҡаҙҙы, Бирге яҡта һанайбыҙ.
Егеттәрҙең ялҡауҙарын, Бер күреүҙә һынайбыҙ.

                 Арыҫландың яланында. Үҫә икән ҡуҙғалаҡ.
                 Беҙҙең ауыл егеттәре һыйыр кеүек ҡуҙғала.

Ата өйрәктең ҡойроғо, Кәкере-бөкөрө, тутыҡай.
Йәш ҡыҙҙарҙың бағаһы-күҙе, Хөрмә булыр, тутыҡай.

                 Атыма ла, һыйырыма ла, Сельхозналог һалынған.
                 Ҡәһәр һуҡҡыр, туҡал кәзә, Үҙе барып яҙылған.

Байҙың ҡыҙы бай кеүек, Өйрәнмәгән тай кеүек.
Ярлы ҡыҙы йәр һөйгәнгә, Йомарланған май кеүек.

                  Беҙҙең лавка, матур лавка, Һатыусыһы Миңғата.
                  Авторитете төшкән бит — Беҙҙең урамда ята.

Беҙҙең урам аҡ балсыҡ, Бата күрмә атлап сыҡ.
Ишҡол ауылы егеттәре. Бер аҙ ғына маҡтансыҡ.

                  Беҙҙең урам шуға матур, Уртаһында кәнсәләр.
                  Какой дошман, бергә йөрөгән. Иптәштәр көнләшәләр.

Беҙҙең шофер ашлыҡ ташый, Бигерәк уңған тойола.
Кузовының «эсе китә», Ашлыҡтары ҡойола.

                   Бейек тауҙың баштарында, Үҫә икән гөлйемеш.
                   Булһа, булһын йән һөйҙөргөс, Булмаһын йән көйҙөргөс.

Бейе әйҙә, бейе әйҙә, Мин әйтәйем таҡмаҡты.
Бер ваҡытта күргәнем юҡ, Һинең кеүек ахмаҡты.

                   Бер атлай ҙа бер туҡтайҙыр, Салғыны йыш туҡмайҙыр.
                   Мулдаш кеүек ялҡауҙары, Тал төбөндә йоҡлайҙыр.

Берҙе аҡтан, берҙе күктән, Берҙе кейәм ҡаранан.
Берҙе ауылдан, берҙе ҡырҙан, Берҙе һөйәм ҡаланан.

                   Берәү, икәү, өсәү, дүртәү. Дәфтәремдең биттәре.
                   Һалдат өсөн ауыр икән. Мөхәббәттең йөктәре.

Бик уңған егет Әхмәт тә, Хат яҙа һәр көн аша.
Танцевать тә итә белмәй, Ғишыҡ тотоп маташа.

                   Бишмәтемдең биш төймәһен, Ник таҡманым алты итеп.
                   Беҙ ташлашманыҡ ант итеп, Ҡауышырбыҙ ялт итеп.

Ботинкаһы, ботинкаһы, Ботинкаһы лакауай.
Бер ваҡытта ике йәрҙе. Алдап йөрөү ярамай.

                   Бригадирҙең солан тулы. Араҡы шешәләре.
                   Ниңә эшкә сыҡмай икән. Бригадир бисәләре?

Бухауай шәл, шәлме ни, Төшөп ҡалһа, йәлме ни.
Йәштән һөйгән йәрҙәреңә. Бир ҡулъяулыҡ, йәлме ни.

                   Быйыл йәйҙе ураҡ урҙым. Арыш күләгәһендә.
                   Ялҡауҙарҙың исеме булмаҫ. Маҡтау кенәгәһендә.

Ват, емер ҡоймаһын да, Юлға ҡойма ҡуймаһын.
Тыйһа, тыйһын үҙ улын, Минең ҡыҙҙы тыймаһын.

                   Дағыр-доғор арба, Үрьяҡтарға барма.
                   Үрьяҡтарҙың ҡыҙҙарын. Килен итеп алма.

Дуҫҡайым, ҡарап торам, Буйға бигерәк үҫкәнһең.
Буйға бик ҙур үҫкәнһең дә, Кәкерәйеп төшкәнһең.

                   Дуҫҡайым, билдәреңә. Быуаһың һары ҡайыш.
                   Үҙ-үҙеңде әллә кемгә. Ҡуяһың, понимаешь.

Егет егетлеген итеп, Мейес башында йоҡлаған.
Ҡыҙын төштәрендә күреп, Бесәйен ҡосаҡлаған.

                   Етеле лампа, бишле ҡыуыҡ. Ватылды, ергә төштө.
                   Уф, йөрәгем, һыу бирегеҙ, Бәғерем иҫемә төштө.

Ике ерән атым бар, Эсерергә мәкем бар.
Үҙем бәләкәй булһам да, Ҡыҙ алырға дәртем бар.

                   Ике матур һыуға бара, Таймай микән ҡатаһы?
                   Югереп барып үбер инем, Орошмаҫ микән атаһы?

Ике тауыҡ гулять итә, Әтәс гармун уйната.
Шул тауышҡа сыҙай алмай, Ата ҡаҙ илап ята.

                   Ике тауыҡ һатайым да. Мотоцикл алайым.
                   Әтәсемде һатайым да. Люлькалыһын алайым.

Ике тауыҡ һыуға бара, Ебәк шәлен ябынып.
Әтәс меҫкен ҡарап ҡала. Күрмәгәнгә һалышып.

                   Иртә менән сығып киттең. Ауыл араһы буйлап.
                   Кискә табан ҡайтып индең. Бәшәй табанын һыулап.

Иртән борғо ҡысҡыртҡанда. Әллә уянмайһыңмы?
Эш ваҡытында йоҡлайһың, Әллә оялмайһыңмы?

                   Ишек алдым йәшел үлән, Ебәр, атың ашаһын.
                   Эсем ялҡын, тышым ялҡын, Кейемеңә ҡапмаһын.

Ишектән ҡарап тораһың. Ике күҙең тупайып.
Армиянан кейеп ҡайтҡан. Шинелеңә ҡупайып.

                   Йоҡла, ялҡау, рәхәтләнеп, Йоҡлап ҡара тағын да.
                   Уянырһың, һыҙланырһың, Уңыш бүлгән сағында.

Камзул кейгән, бишмәт кейгән. Шунда ла тирләмәгән.
Һиндә булған тәкәбберлек. Миндә лә сирләмәгән.

                    Кеймә кепка, кей фуражка, Кепка күҙеңә төшә.
                    Бик моңайып ултыраһың, Кемдәр иҫеңә төшә?

Киреләһең, һуҙылаһың, Эшкә бик һуң бараһың.
Алпауытҡа эшләйһеңме, Ниңә ялҡауланаһың?

                   Кисә йыйған еләгемде, һалып ҡуйҙым һауытҡа.
                   Ялҡау Зәки оҡшап ҡалған. Йөнөн ҡойған тауыҡҡа.

Клубтарҙа уттар янғас, Кинолыр тигән инем.
Сабатаһын сырмап ҡалғас, Киләлер тигән инем.

                   Көндән-көн көсәйә икән. Йөрәгем ялҡындары.
                   Хатта уны ҡыуандырмай, Себерҙең һалҡындары.

Көтөүсебеҙ май ярата, Әүәҫ майға ҡарата.
Тик малдары мөңрәй-мөңрәй, Ялҡау данын тарата.

                   Көтөүсенең итектәре, Гел-гел ялтырап тора.
                   Һыйырҙары тәнтерәкләп, Асҡа ҡалтырап тора.

Көтөүсенең сыбыртҡыһы, Шартлап тора ҡулында.
Сыбыртҡылап бейетәйек, һөйгәненең туйында.

                    Күлдәгемдең итәктәре, Ергә етмәй бер ҡарыш.
                    Үҙеңә тиң булмағанды, Өҫтәүҙәр биреп алыш.

Кәңәш кермәй ҡолағына, Күҙ әйтергә ярамай.
Зачеттары бөтмәй тороп, Әйләнергә самалай.

                     Ҡайын ағас, ҡарағас, Ҡайын ағас, ҡарағас.
                     Көйгән йәрен кире бирҙем, Үкереп ятып илағас.

Ҡайын ағас, ҡарағас, Ҡайын ағас, ҡарағас,
һөйгән йәрен тартып алдым, Күңелемә ярағас.

                      Ҡара пальтоларын кейеп, Ҡапҡалар асыр әле.
                      Иҫке йәрҙең мөхәббәтен, Яңы йәр баҫыр әле.

Ҡарға һайрай, мин йырлайым, һис түҙерлек хәлем юҡ.
Ниңә ялғанды һөйләйһең, Ҡарға һайрағаны юҡ.

                      Ҡулымдағы балдағымдың, Исемдәре Мараттыр.
                      Һөйгәнеңде тартын алып, Илатмаһам, ҡарап тор.

Ҡулымдағы балдағымдың, Исемдәре Рәфҡәт.
Рәхмәт, дуҫым, ташлауыңа, һинән башҡа ла рәхәт.

                      Ҡулымдағы балдағымдың, Исемдәре Сажидә.
                      Һалам булып ағыр инем, Туҡталырмын һай ерҙә.

Ҡулымдағы балдағымдың, Исемдәре Хәтирә.
Уйнамай ҙа, йырламай ҙа, Хәтәр икән был тирә.

                      Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң, Исемдәре Йомабай.
                      Ситән башында ултыра, Әллә нисек ҡоламай.

Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң, Исемдәрен белмәйбеҙ,
һеҙ генә түгел алдынғы, Беҙ ҙә махы бирмәйбеҙ.

                      Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң, Исемдәре Сәғәҙәт.
                      Йәр һөйәләр, һарғаялар, Сығарғандар бер ғәҙәт.

Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң, Исемдәре Хәйбулла.
Төҫкә матур егеттәрҙең, Аҡыл яғы һай була.

                      Ҡулымдағы балдағымдың, Исемдәре Шәүәли.
                      Хәҙер ҡарайһым да килмәй, Нисек һөйгәнмен әүәле?

Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң, Исемдәре Әкрәм.
Бутылкалай танауыңды, Күтәрмәһәң дә күрәм.

                      Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң, Исеме булыр Баныу.
                      Хеҙмәт көнөң бик аҙ икән, Үҙем бирергә могу.

Ҡыҙҙарҙың ҡолаҡ алҡаһы, Тамып тора тәңкәһе.
Сәсен тарап үрә белмәй, Шуны маҡтай әсәһе.

                      Ҡыҙ үҫтерҙем — врач булды, Ул үҫтерҙем — инженер.
                      Космонавт та кәрәк ине, Үтеп китте йәш ғүмер.

Ҡыҙыл-ҡыҙыл күренәлер, Ҡыҙҙар микән аҙбарҙа.
Ҡыҙҙар тиеп барған инем: Ҡыҙыл һыйыр аҙбарҙа.

                      Магазингә ситса килгән, Алайыҡмы, әхирәт?
                      Аҫтан һатып бөткән инде, Магазинсе хәс(е)рәт.

Майлы кейем, майлы кейем, Майлы кейем кеймәгеҙ.
Әстәғәфирулла тәүбә, Трактористе һөймәгеҙ.

                      Минең бабай йәш сағында, Бейегән дә бейегән.
                      Хәҙер инде бейей алмай, Подшибниге ирегән.

Минең дуҫым ғашиҡ булды, Йәш кенә бер сибәргә.
Ғишыҡ хаты тип, яңылыш, Шпаргалка ебәргән.

                      Минимумын тултырмаған, Үҙе түрҙә ултыра.
                      Байрам итеү буйынса, ул Минимумын тултыра.

Никтер күҙҙәрен ала алмай, Зачет кенәгәһенән.
«Икеле» лә алған буғай, Мөхәббәт бәләһенән.

                      Осоп бара, осоп ҡайта, Беҙҙең һыйыр көтөүҙән.
                      Бандугасҡап — меҫкенкәйҙең, Сабатаһы тишелгән.

Өҫтөмдәге күлдәккәйем, Ап-аҡ, ап-аҡ һиҙәпле.
Йөҙҙәремде һары алды, Юҡ-барҙы уйлау сәбәпле.

                      Өфө юлдары суйын, Өфө юлдары суйын.
                      Көнләштереүҙәре уйын, Көнләшкәндәргә ҡыйын.

Председатель алып ҡайта, Кашауай сана менән.
Заместитель алып ҡайта, Көн дә бер сама менән.

                      Пуховый шәлдәрем булһа, Башымдан һалмаҫ инем.
                      Әгәр мөмкин хәлдәр булһа, Артыңдан ҡалмаҫ инем.

Салбарыңдың балағын, Ник сығарып һалмайһың?
Йәшең еткән утыҙ бишкә, Ниңә кәләш алмайһың?

                      Стәрленең ботинкаһы һап-һарынан лакауай,
                      Ике кейеп, бер сисеүгә, Өс-дүрт тишек гатауай.

Сумырып-сумырып һыуҙар алдым, Көйәнтәм бөгөлмәне.
Бер ҡыҙ менән биш ай йөрөнөм, Үҙе генә белмәне.

                      Сыбыртҡыһын күрһәң икән, Ҡулыңа тотһаң икән.
                      Шундай уңған көтөүсегә, Кейәүгә сыҡһаң икән.

Татар әйтә «тары ярма», Урыҫ әйтә «пышона».
Дурак икән йәш егеттәр, Барам тиһәң, ышана.

                     Тау ярыла, тау ярыла, Динамиттәр емертә.
                     Ун көлтәгә бер кәлтә, Нисек бәйләп өлгөртә.

Теүәл генә дүрт-биш күнәк, Беҙҙең ҡоҙоҡ һыуҙары.
Быуы етмәй баҫырға ла, Йөрәктең ярһыуҙарын.

                     Тракторы «тыр-тыр», ти, Ҡайҙа беҙҙең ҡыр-ҡыр, ти.
                     Яуап итеп тракторисе, Күҙен йомоп «хыр-хыр», ти.

Туғайҙарға барған саҡта, Сыпсыҡ эйәрләнеңме?
Сыбар тауыҡ йырлағанда, Илап ебәрмәнеңме?

                     Тышҡа сыҡһам, тыштағы ел, Сәстәремде тарата.
                     Әйт тиҙерәк, кәнфит бирәм, Апайың кемде ярата?

Тәҙрәнән ҡарайһың, Ҡарап кемде таныйһың?
Ҡарап күҙең талдырғансы, Ниңә саҡырып алмайһың?

                     Тәҙ(е)рәнән ҡарама, Бүркең сите алама.
                     Бар баҙарҙан еп алып кил, Бүркең ситен ямарға.

Тәҙрәнән ҡарама, Һинең бүркең алама.
Алам-алам тиеү менән, Һин алйотҡа кем бара.

                     Умывалник, умывальник, Умывальник һыу һорай.
                     Кисә генә танышҡайныҡ, Бөгөн ҡулъяулыҡ һорай.

Урамыбыҙ төҙ түгел, Төҙәтеүсе беҙ түгел.
Егет үҙе ялынмаһа, Ялыныусы беҙ түгел.

                    Урғаҙының буйҙарында, Үҫә ҡарағас, ҡайын.
                    Һине һағынып илайым, һуған тураған һайын.

Урман эсенән киләһең, Урман эйәһе кеүек.
Танауыңды күтәргәнһең, Ҡырғыҙ дөйәһе кеүек.

                    Уфаларҙан калош алдым, Тәрәнен түгел, һайын.
                    Сәскәләрҙең төрлөһө бар, Үрелмә сәскә һайын.

Уфанан килгән гармунсы, Уфа көйҙәрен уйнай.
Арымай-талмай күңелдәрем, Гел һине генә уйлай.

                    Уфа тараҡтары менән, Башымды тарайымсы.
                    Бер әйләнеп, биш тулғанып, Туйғансы ҡарайымсы.

Уфимский одеялды, Ябынырһығыҙ әле.
Беҙгә түгел абейҙәргә, Ялынырһығыҙ әле.

                    Үтеп бара машина, Ҡалай япҡан башына.
                    Матур ҡыҙҙар һайлай-һайлай, Еттең утыҙ йәшеңә.

Һай-һай тигән тауышҡа, Шайтан ҡаса ҡамышҡа.
Нурияҡай, инәлдермә, Әйҙә киттек загсҡа.

                    һайыҫҡан ала була, Ҡойроғо ҡара була.
                    Кәләш алмаған егеттең, Яғаһы ҡара була.

Һандуғастар баҫып һайрай, Улица канауына.
Бер тройка һыя тиҙәр, Йәреңдең танауына.

                    Һандуғасты мин ебәрҙем, Белергә хәлегеҙҙе.
                    Баҡсағыҙҙа һайрап ҡайтҡан, Күрмәгән үҙегеҙҙе.

Һеҙҙең ауыл урамдары, Ике яҡтан ҡамаулы,
Һеҙҙең ауыл егеттәре, Скрипка танаулы.

                    Һеҙҙең йылға тар икән, Ике сите яр икән.
                    Хәҙер ялҡау булыуҙан да, Оятһыҙлыҡ бар микән?

Һеҙҙә клуб һалалармы? Беҙҙә клуб һалалар.
Шуның һалынғанын көтөп, Ҡартайҙылар балалар.

                     Һибелеп яуа, һибелеп яуа, Һибелеп яуа боҙло ҡар.
                     Прогулсы ялҡауҙарға, Колхоздарҙа урын тар.

Һин дә барҙың сейәгә, Мин дә барҙым сейәгә,
Һөйгәнемде тартып алдың, Әйҙә милицияға.

                      Һиндә лә бар күтәрмә, Миндә лә бар күтәрмә.
                      Кәзә мөгөҙөндәй итеп, Танауыңды күтәрмә.

Һин дә матур үҙеңә, Мин дә матур үҙемә.
Күрә алмаған (йүркә кеүек), Күренәһең күҙемә.

                       Һинең атың юртаҡ түгел, Үр ҡуяны атырға.
                       Загслы йәрҙәрең түгел, Үпкәләп ҡурҡытырға.

Һөйләһендәр, һөйләһендәр, Һөйләп бөтмәҫтәр инде.
Һөймәгән йәр ҡуйынына, Һөйәп китмәҫтәр инде.

                       Һөйәһеңме, аппағым, Һөймәйһеңме, аппағым?
                       Һин һөймәһәң, мин дә Һөймәм, һөйөүселәр бар тағын.

Һыуға төштөм, таш аттым, Ташым батты тәрәнгә.
Прогулсы башың менән, Йөрөмә минең тирәмдә.

                       Һыу буйында көрән атым һаҙ үләнен ашайҙыр.
                       Ғишыҡһыҙҙың йәне тыныс. Ятһа, үлеп йоҡлайҙыр.

Һыуҙар аға, һыуҙар аға, һыу аға дегет булып.
Бер ҡыҙҙы ла әүрәтә алмай, Йөрөйһөң егет булып.

                       Шишәмбе көн сыҡтым тышҡа, Букет алып ҡулыма.
                       Ҡара бесәй ҡаршы сыҡты, Бара торған юлыма

Эй, ал бит ул, ал бит ул, Баҙарҙарҙа бар бит ул.
Үҙен ҙурлап, кеше хурлап, Йөрөгәндәр бар бит ул.

                       Эй, дуҫҡайым, беләһеңме, Минең күңелем нисәүҙә?
                       Ике егет булһын ғашиҡ, Не мешает өсәү ҙә.

Элеккеһе гармунсы ине, Хәҙергеһе — бейеүсе.
Берәү, икәү, өсәү, дүртәү,— Йәрең булам тиеүсе.

                       Эреләнеү, эреләнеү, Эреләнеү ярамай.
                       Беҙҙең ҡыҙҙар эреләргә, Әйләнеп тә ҡарамай.

Эреләнә тимәһендәр, Бер ҙә эре ярмайым.
Ударниктар була тороп, Ялҡауына бармайым.

                        Эштә лә, уйында ла, Беҙҙең ҡыҙҙар алдырыр.
                        Танау сөйөп йөрөгәнде, Мәсхәрәгә ҡалдырыр.

Әгәр яуһа тәңкә ҡарҙар, Ишек алдын көрәйҙәр.
Йәрең булһа, матур булһын, Кем йәре тип һорайҙар.

                        Әйҙә, дуҫым, бараһыңмы, Мин барам ҡар һыуына.
                        Ҡар һыуҙары эсеп торам, Йөрәгем ярһыуына.

Эй, тал үҫә, тал үҫә, Башын ҡырҡһаң, тағы үҫә.
Апаһы өсөн ҡайғырмайбыҙ, һеңлеләре тағы үҫә.

                         Әйтсе, ялҡау, һалҡын ҡышҡа. Нимә менән килерһең?
                         Ялҡау көнө — ярты ҡаҙаҡ, Хурлығыңдан үлерһең.

Әллә мин дә көрәйемме. Завферманың эшенә?
Аҡмаһа ла тама, тиҙәр, Шунда йөрөгән кешегә.

                         Әсе була, ҡаты була. Ташлы ерҙең һуғаны.
                         Үҙе ялҡау ҙа эшлекһеҙ, Нишләп һөйәйем уны?

Юғары оста кантур бар, Кантур янында матур бар;
Шул матурҙы алам тигән. Дәртем менән шартым бар.

                         Яйыҡ буйы тал-тирәк, Муйыл ағасы һирәк.
                         Минең янда ураланма, Миңә ағайың кәрәк.

Ямғыр яуа, ямғыр яуа, Ямғыр яуа ваҡ һибә.
Минең йәрем бында түгел, Бындағылар так себя.

                         Яныйымдың күлдәге. Көрән пардауай икән.
                         Яныйыңды күреп ҡалдым, Бигерәк фартауай икән.

Яңы өйөмдең түрҙәренә. Элеп ҡуйҙым таҫтамал.
Уф, йөрәгем, һыу һибегеҙ, Ут ҡабыуы ихтимал.

                        Яңы сыҡҡан машинаға. Тейәгәндәр кадушка.
                        Кеше йәренә теймәй тор, Ҡалырһың вдовушка.

Янамы уттарығыҙ? Ағамы һыуҙарығыҙ?
Ҡайһы йондоҙ тирәһендә. Йөрөгән юлдарығыҙ?

                        Яндыралар, яндыралар, Ағастың муртайғанын.
                        Мыйыҡ сыҡмағас, белмәйҙәр. Ҡыҙҙарҙың ҡартайғанын.

                                       Уйын-бейеү таҡмаҡтары

Ай-һай, ҡыҙыл бирсәткә. Ҡулдарымда булһасы.
Ай-һай, ҡыҙҙар уйыны. Иртә лә кис булһасы.

                 Аҡлыны кейгәнһегеҙ, Күклене кейгәнһегеҙ.
                 Әйтеп бирегеҙ беҙгә: Кем һеҙҙең һөйгәнегеҙ?

Аҡ яулыҡтар бөтә, тиҙәр, Алып ябынып ҡалайыҡ.
Йәш ғүмерҙәр үтә, тиҙәр, Уйнап-йырлап ҡалайыҡ.

                 Ал беҙҙең клуб эсе, Гөл беҙҙең клуб эсе.
                 Уйнайыҡ та, көләйек тә, Ҡалмаһын үкенесе.

Ал гәрәбә булмай ул, Гөл гәрәбә булмай ул.
Ҡосаҡлашып бейегәндән, Бер нәмә лә булмай ул.

                 Ал йырыңа — ал йырым, Был йырыңа — был йырым.
                 Миңә төртөп таҡмаҡ әйтмә, Ун йырыңа — бер йырым.

Анау килгән машинаның. Тейәгәне йомортҡа.
Бөгөн кискә уйын була, Йыйылығыҙ клубҡа.

                 Анауынан берәү килә. Ерек таяҡ таянып.
                 Килә торғас, бейеп китә. Бөйөрөнә таянып.

Асса егет, баҫа егет, Таш тояҡ әллә үҙе.
Йәш ҡыҙҙарҙан күҙен алмай, Мут микән әллә үҙе.

                 Аттың алаһы була, Күге, ҡараһы була.
                 Кәләш алһаң, ал уңғанын, Сөнки маҙаһыҙ була.

Аяғында ойоғоноң. Үксәһе ҡара микән.
Этеп-төртөп бейей торғас, Өйрәнеп бара икән.

                Барып керҙем өйөнә, Төштөм ҡумыҙ көйөнә.
                Ҡумыҙ көйө татлы икән дә, Ҡыҙҙар ҡара ҡашлы икән.

Баҫ баҫа белгәнсә, Баҫ аяғың талғансы,
Баҫ аяғың талғансы ла, Бейе хәлдән тайғансы.

                Баҫам, баҫам дөпөлдәтеп, Аяҡтарым төҙ генә.
                Аяғымды йәлләмәнем, Иҙәне түҙһен генә.

Баҫ, баҫ, баҫыр ул, Баҫыр өсөн килгән ул.
Уйнап-көлөп күңелдәрен. Асыр өсөн килгән ул.

                Баҫ, баҫ, баҫ әле, Баҫҡаныңды күрәйек.

                Баҫҡандарыңды күрәйек, һинең өсөн үләйек.

Баҫ, баҫ, баҫ әле, Баҫҡан эҙенә генә.
Матур ҡыҙҙар ҡарап торһон һинең күҙеңә генә.

                Баҫ, баҫ, баҫ әле, Беҙ ҙә баҫырбыҙ әле.
                Өҫтәлдәргә ҡыҙыл йәйеп, Туйҙар яһарбыҙ әле.

Баҫа, баҫа бит әле, Матур баҫа бит әле.
Матур баҫып бейеүҙәре, Күңелде аса бит әле.

                Баҫ, баҫ, өҙә баҫ, Иҙәндәре һелкенһен.
                Бейемәгәндәр бейеп китһен, Бейегәндәргә дәрт керһен.

Беҙҙең ауылдың ҡыҙҙары. Таш иҙәнде емерә.
Күрше ауылдың ҡыҙҙары. Бейей алмай, тилмерә.

                Беҙҙең клуб асыҡ тора, Килегеҙ ҙә керегеҙ.
                Килегеҙ ҙә керегеҙ ҙә, Уйнағыҙ ҙа көлөгөҙ.

Беҙҙең ҡыҙҙар оҫта баҫа. Мандолина көйөнә.
Үсекһәләр, ҡайтып китә. Әсәһенең өйөнә.

                Бейе, бейе, бейе, Дәүләт, Бейеүҙәрең ни дәүләт.
                Яңғыҙ бейеү ҡыйын булһа, Әйҙә бейейек икәүләп.

Бейе, бейе, еңгәкәй, Бейеүеңә — бер бәрән.
Бейей белмәй бейеһәң, Сығарам да ебәрәм.

                 Бейегеҙ әле, бейегеҙ әле, Иҙәндәре бөгөлһөн.
                 Ана шулай бейегәндә. Бар донъялар гөр килһен.

Бейе, егет, бейе, егет, Итектәрең туҙмаһын.
Эшлә, егет, тырыш, егет, Ғүмерең бушҡа уҙмаһын.

                 Бейейбеҙ ҙә, йырлайбыҙ ҙа, Беҙгә кеше бары ла бер.
                 Беҙ уйнамай, кем уйнаһын, Беҙҙең тормош ал да гөл.

Бейей инде, бейей инде, Аяғы талыр инде.
Аяҡҡайы талдыниһә, Көлкөгә ҡалыр инде.

                 Бейек һарай баштарына. Оялаған һары ҡош.
                 Ауыҙын асып йырлай белмәй, Әйләнергә уны ҡуш.

Бейер әле, бейер әле, Бейер әле оҫтараҡ.
Тағы оҫта бейер ине, Бер аяғы ҡыҫҡараҡ.

                 Бейеүсе, бейеүсе, Иҙән буйлап йөрөүсе.
                 Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ, Ул беренсе бейеүсе.

Бейеүсенең итәге. Бейегән һайын ҡыҫҡара.
Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ, Бейей-бейей оҫтара.

                 Бейеүсенең итәгенә. Алма биҙәге төшкән.
                 Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ, Тәүләп бейергә төшкән.

Бейеүсеһе матур икән. Исемдәре Гөлйемеш.
Үҙең уртаға сыҡҡанһың, Үҙең бейергә тейеш.

                 Бибикамал, Гөльямал, Миңлебикә, Миңъямал.
                 Әйҙә бергә дүртәу-бишәү, Дөбөрҙәтеп бейеп ал.

Билкәйҙәрен ҡыҫып быуған, Үҙе бик уңған икән.
Әллә ҡайҙан күренеп тора, һалдатта булған икән.

                 Ботинкалары йәшел, Ботинкалары йәшел.
                 Тыпырҙатып бейеп йөрөй, Их, үҙебеҙҙең нәҫел.

Бәрәңге тултыралар, Бәрәңге тултыралар.
Аяҡ кейемдәрен йәлләп, Бейемәй ултыралар.

                  Гармунсығыҙ, гармунсығыҙ, Гармунсығыҙ өйҙәме?
                  Өйҙә булһа, килһен әле, Бейетеп китһен әле.

Гармунсыбыҙ, гармунсыбыҙ, Гармунсыбыҙ өйҙә юҡ.
Өйҙә булһа ла килмәй ул, Бейеү көйөн белмәй ул.

                  Грамофондың ауыҙы ҙур, Әйтерһең, бер ҙур каса.
                  Бейеүсенең күңеле көр, Нисек өҙҙөрөп баҫа.

Дөбөр, дөбөр, дөбөр, дөбөр, Иҙәндәре дөбөрҙәй.
Иҙәндәре, һай, дөбөрҙәй, Колхоздарҙа эш гөрләй.

                  Итәктәре әбүркәле, Өйрәлә лә, сөйрөлә.
                  Дәртле генә бейегәндә. Бигерәк матур күренә.

Исемдәре, исемдәре, Исемдәре Фәрзәнә.
Бейемәйсә ултырғанға. Эскәмйә ғәрләнә.

                  Иҫке шырпы ҡабы, Яңы шырпы ҡабы.
                  Төш тә бейе, төш тә бейе, Таҡмаҡ әйтербеҙ тағы.

Их, матур баҫабыҙ, Нисек күңел асабыҙ.
Их, күңел асабыҙ, Нисек шыма баҫабыҙ.

                  Ишектән инеүгенәһе, Килеп етеүгенәһе.
                  Ҡулъяулығын болғай-болғай, Бейеп китеүгенәһе.

Йәшел генә яп(ы)рак, Ярыр әле яҙырак.
Ҡарт булһа ла бабайым, Дөпөлдәһен аҙыраҡ.

                  Көмөш йөҙөк табып алдым Таҫма ҡатлауҙарынан.
                  Йәр булыуҙарын белгертә. Аяҡ атлауҙарынан.

Кәзә һөтө ҡуйы була, Ҡаймаҡ була ла ҡуя.
Их, үҙемдең йөрәккәйем, Өҙә баҫа ла ҡуя.

                  Кәкүк төкөрөктәре, Кәкүк төкөрөктәре.
                  Беҙгә лә табылыр әле. Үҙебеҙ кеүектәре.

Ҡаҙандан килгән егет, Ойоҡ, сабата кейеп.
Бында килеп, итек кейеп, Нишләп йөрөйһөң бейеп?

                 Ҡара, ҡара, ҡарағыҙ, Ни ҡылана балағыҙ?
                 Бер баҫыуҙа бишәр баҫа, Баҫыуҙарың ҡарағыҙ.

Ҡулымдағы балдағымдың, Исеме Ғәлләметдин.
Бер үҙеңә ике таҡмаҡ, Әйттереп әрәм иттең.

                Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң. Исемдәре Ишембай.
                Клуб уртаһына сығып, һыйыр кеүек мышылдай.

Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң, Исемдәре Мортаза.
Аяҡ баҫыуҙарың матур, Гел генә сыҡ уртаға.

                Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң, Исемдәре Рәфҡәт.
                Уйнамаған кешеләргә, Ҡайтырға ла рөхсәт.

Ҡыҙҙар кейә ала күлдәк, Биҙәктәре түңәрәк.
Иҙәндәрҙә бейеп йөрөй, Алма кеүек тәгәрәп.

                Муйыл ҡоя сәскәһен, Муйыл ҡоя сәскәһен.
                Кемдәр генә белә икән. Алдағы киләсәген?

Наза, Наза, Наза матур ҡыҙ бала.
Наза матур һыуға бара, һыу ала ла юғала.

               Ниңә бәреләләр икән. Болоттарға болоттар?
               Ниңә тиҙ үтә лә китә. Бергә уйнаған минуттар?

Салбарыңдың балағын. Эскә һалһаң ни була?
Йәшең еткән, буйың еткән, Кәләш алһаң ни була?

              Тарт ҡурайың, әйт таҡмағың, Таҡмағыңа ни етә?
              Эш артынан уйнап-көлөп, Ударниктәр ял итә.

Тау башында тары, Яп(ы)рағы һары.
Төш тә бейе, төш тә бейе, Таҡмаҡ әйтәм тағы.

               Таянабыҙ бөйөргә, Тотонабыҙ бейергә.
               Тыпыр-тыпыр тыпырҙашып, Әйләнәбеҙ бит бергә.

Таянабыҙ, таянабыҙ. Землемер таяғына.
Тыпырҙатын әйләнәһең, Молодец аяғыңа!

               Тыныр-тыныр тыпырҙашын, Бергә баҫайыҡ әле.
               Уйнап-көлөп, йырлап-бейеп, Күңел асайыҡ әле.

Байрат-һайрат гармуныңды, Елкенһендәр йәш ҡыҙҙар.
Беҙҙең ҡыҙҙар нурлы йөҙлө, Әйтерһең дә, йондоҙҙар.

               һеҙҙең яҡта нимә бар? Беҙҙең, яҡта клуб бар.
               Клуб эсендә ут бар, Уйын-көлкөгә ход бар.

һөргән ере һеҙҙеке, һөрмәгәне беҙҙеке.
Таң атҡансы уйнаһаҡ та, Тәпәй үҙебеҙҙеке.

               һыу буйында һары сәскә, һарғаймаҫ тиһең мәллә.
               Үҙем әйтеп, үҙем бейеп, Арымай тиһең мәллә.

Шыма-шыма яп(ы)раҡ, Шоморто бар аҙыраҡ.
Шымармаған иҙәндәрен. Шымартып ал аҙыраҡ.

               Әҙелғата, гармуныңды. Алып килмәнеңме ни?
               Беҙгә гармун кәрәклеген. Үҙең белмәнеңме ни?

Әйләнегеҙ, әйләнегеҙ, Әйләнегеҙ кругом.
Әллә үҙегеҙ бик матур, Әллә тәүге күреүем.

               Әйҙә-әйҙә, ҡатыраҡ баҫ, Бейегәндәр күрһендәр.
               Баҫҡан ерҙә ут сығара. Беҙҙең йәштәр, тиһендәр.

Әйҙә баҫайыҡ әле, Бергә баҫайыҡ әле.
Бейейек тә, йырлайыҡ та, Күңел асайыҡ әле.

                Әйҙә йырла, әйҙә бейе, Йырлап, бейеп күңел ас.
                Ниңә беҙгә шатланмаҫҡа, Тормош күңелле булғас!

Әйләнәбеҙ, әйләнәбеҙ, Әйләнәбеҙ түңәрәк.
Түңәрәктең эҫтәрендә, Уйнай матур күбәләк.

                Әйттер заманаһында, Бейе заманаһында.
                Муллалар ҙа бейегәндәр. Мәсет манараһында.

Яңы ла шырпы ҡабы, Иҫке лә шырпы ҡабы.
Быйыл алған итегемдең Төшә инде табаны.

               Ярғанаттың ҡанатылыр. Башыңдағы яулығың,
               һиңкелдәтеп бейеүҙәрең — Иҫәнлегең, һаулығың.

Алманы алмаһындар. Егеткә ҡыҙ табыла тип,
Юҡҡа маһаймаһындар.

               Армия сафтарында.
               Хуш, бәғерем, ҡайтмам, тине. Айырылған саҡтарында.

Балтаң бүкәндә икән. Үҙең миңә хат яҙаһың,
Күңелең бүтәндә икән.

               Бешерәләр тултырма.
               Йоҡоң килһә, ҡайтып йоҡла, Ҡуҡырайып ултырма.

Ботинка билле бит ул. һөйһәң, кйәрҙәр бөтәме ни, Илдәрҙә илле бит ул.

               Ботинкаһы ялт итә. Әллә йәшлектәре менән
               Ташламам тип ант итә.

Ғишыҡ уты ғиб(ә)рәт. Ғишыҡ утын һүндерергә
Ҡырҡ биҙ(е)рә һыу кәрәк.

               Исемдәре Диләкәй. Кеше йәрен
               тартып алып, һөйөүҙәре нәмәкәй.

Исемдәрен беләһең. Кәзә булып тал
кимереп, Төштәремә керәһең.

               Исемдәре Ғәбделхәй. Тешең ынйы, йөҙөң көҙгө,
               Күҙең йондоҙ, ҡашың ай.

Исемдәре Ноғоман. Ҡыҙҙарығыҙ йоҡлап бөткән,
Тауыҡ та төнәмәгән.

               Исемдәре Нурғата. Маңлайында бөҙрә сәсе,
               Шул ғына матурлата.

Исемдәре Рәйсә.
Әл дә һалҡын елдәр иҫә,
Яныр инем юғиһә.

               Исемдәре Флүрә. Күтәрелеп тә ҡарамай,
               Әллә эрегә күрә.

Исемдәре Флүрә. Маңлай сәстәре боҙ (о)рә,
Шуға эсем өҙөлә.

               Исеме Шәрифулла, һөйгән йәрең ошомо ни,
               Кит, әстәғәфирулла!

Кейҙең ни, кеймәнең ни. һинең ише паңандарҙы
һөйҙөң ни, һөймәнең ни.

               Косынкаһы бәләкәй. Кеше Һөйләй, беҙ йөрөйбөҙ,
               Кеше һүҙе нәмәкәй.

Кәрәгегеҙ ҡалмаһын. Йәр һөйөр өсөн килмәнек,
Йөрәгегеҙ янмаһын.

              Кәбеҫтә түтәлдәре. Кәбеҫтәнән аҡ булһа ла,
              Кәрәкмәй бүтәндәре.

Одеколон шешәһе, һөйәм тигәс һөйәм иңде,
Суҡынып китһен бисәһе.

             Өфөлә трамвайҙа. Беҙҙең ауыл егеттәре
             Йығылһа торалмай ҙа.

Пальто яғаңды ҡайтар. Ауыҙыңды асып торма,
Йырға ҡаршы йыр ҡайтар.

             Поезд килә йәмле итеп, Килеп етә лә ҡысҡырта, Йөрәгемде әрнетеп.

Стакан менән дарыу, һинең ише паңандарҙы
Көн дә табырға мөгу.

              Стакан менән миләш. Кем икәнеңде беләмен,
              Самалабырак һөйләш.

Талдары, тирәктәре, Уларҙың да беҙҙең кеүек
Яналыр йөрәктәре.

             Тауы таш ҡына икән. Белһәң ине йәш йөрәкте,
             Ниңә ашҡына икән.

Таш ташыйҙар мишәрҙәр, һөймәгәнде һөйҙөң тиҙәр,
һөйһәң, әллә нишләрҙәр.

             Түңәрәк була икән.
             Сит ауылдан танышһаң да,
             Мөхәббәт була икән.

Башҡорт халыҡ ижады. Совет осоро. Беренсе китап. Бәйеттәр. Йырҙар. Таҡмаҡтар. Өфө. Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. —392 бит.