“Намаҙ” мөнәжәте

Намаҙ уҡып ҡарайыҡ,
Бер Хоҙайға ярайыҡ.
Хоҙай беҙгә юл бирһә
Ожмах-һарай барайыҡ.
Ожмах-һарай барғайлар,
Ҡоштай кеүек осҡайлар.
Тамауҡ-һарай барғайлар,
Һис тә аяҡ баҫа алмайлар.
Тамуҡ торор утын сәсеп,
Йылан торор ауыҙын асып,
Хәбибуллабыҙ булмаһа,
Һис кем ҡотолмаҫ ҡасып.
Намаҙ уҡыған кешенең
Нурлы булалыр йөҙө.
Намаҙ уҡымаған кеше
Ҡара булалыр йөҙө.

Хоҙай үҙе кисерһен

Баҡсаларға гөлдәр сәстем,
Матур булып үҫһендәр.
Гонаһыбыҙ күп инде,
Хоҙай үҙе кисерһен.
Баҡсаларҙан йыйып алдым,
Матур гөлдәр сәсәгем.
Ҡәберҙәргә барып кергәс,
Белмәйем, ни күрәсәгем.
Был донъяла торған саҡта
Күп ине дуҫтарым.
Балалар доға ҡылмаһа,
Яңғыҙ башым нишләрмен?
Беҙ бараһы зыяраттарға
Ултыртҡандар аҡ ҡайын.
Балаларҙан доға һорап,
Ҡайтырбыҙ аҙна һайын.

Үлем бәйете (мөнәжәт)

Әйҙәгеҙ бергә, ятмайыҡ был гүрҙә,
Сығиҡ, ҡуҙғалиҡ яҡты донъяға.
Яҡты донъяла ҡалды исемебеҙ,
Иҫләһәгеҙ, китәр иҫегеҙ.
Тәндәрем зәғиф, ҡаты йыумағыҙ,
Кире ҡайталмам, ашыҡтырмағыҙ.
Йорттин сыҡҡанда бик иламағыҙ,
Зинһар түҙегеҙ, тик иламағыҙ.

Әйтемдәр

Йоҡларға ятҡанда

Башым һалдым яҫтыҡҡа,
Күңелем һалдым хаҡлыҡҡа.
Мөхөй дуҫтым – Мөхәммәд,
Пәйғәмбәргә – салауат.
Яттым йә Аллаһ,
Торһам иншә Аллаһ.
Шул йоҡомдан тора алмаһам,
Иманымды бир Аллаһ.

Йоҡларға ятҡанда

Яттым йә Аллаһ,
Торһам иншә Аллаһ.
Шул ятыуҙан үләр булһам,
Үткәр Хоҙайым иманым менән йә
Аллаһ.

Йоҡларға ятҡанда уҡыла

Ятһам йә Аллаһ, торһам иншә Аллаһ.
Шушы ятыуҙарымдан тора алмаһам
Иман бирһен бер Аллаһ.
Яҫтығым – кирпес, динем – ислам,
Теләгәнем – иман.
Ҡорайштин атлы йыланға миндән
сәләм.
Йәнемде, тәнемде тамуҡ утынан
Ҡыл хәрәм. Амин.

 

Һамаҡтар

Ай күргәндә

Ай күрҙем иман менән,
Ауыҙым тулы иман менән.
Шушы айҙарҙа вафат булһам,
Үткәр Хоҙай иман менән.

Яңы ай күргәндә

Ай күрҙем иман менән,
Ауыҙым тулы иман менән.
Әжәл ваҡыттарымда
Үткәр Хоҙайым нурлы иманым менән

Мөнәжәттәр

Төндә жаным нисә көн
Ман икәндер белмәҙем.
Үтте ғүмерем, барһы харам
Икәнлеген белмәнем.
Ғәфләтемдән тик төндә тороп
Күҙләремде асманым.
Төндә торған бәндәләрҙе
Солтан икәндер — белмәнем.
Һис бер ваҡыт ҡиблаларға
Йөҙләремде ҡуймаҙым.
Үлгәс тә терелмәҫемде
Һис иҫемә алмаҙым.
Иртә тороп ҡыл ғибәҙәт
Барыһы наҙанлыҡ белән.
Был ғибәҙәт жөмләсе
Вайран икәндер — белмәҙем.
Тәҙрәм төбө алмағас
Әлхәм уҡый бер ҡарлуғас.
Беҙгә еткән бит шул дәүләт,
Мөхәммәт өммәте улғас.
Сәхрәләрҙә бар бер ағас,
Тәсбих әйтә ҡош тап булғас.
Ожмахтарҙа бар өмөтөм,
Мөхәммәт өммәте бар булғас.
Китаптарға яҙалар бит
Ҡиәмәттең буласағын.
Ышанмайса китаптарға,
Дуҫтар, булмайыҡ ғазаптарға.

Мәжлесегеҙ күркәм булһын,
Өйөгөҙгә фәрештәләр тулһын,
Доғаларығыҙ ҡабул булһын,
Әруахтарығыҙ шат булһын.

Ошо өйҙөң хужаһына,
Дәхи балаларына,
Дәхи ата-әсәһенә,
Шәфҡәт бирһен Рәсулулла.

Һағынып килдем үҙегеҙгә,
Дәхи күрҙем йөҙөгөҙҙө.
Беҙҙе ҡаршы алған кеүек,
Хурҙар ҡаршы алһын һеҙҙе.

Эй, туғандар, һыйланығыҙ
Тәмле ниғмәттәр менән.
Хоҙайым һыйлаһын һеҙҙе
Йәннәт ниғмәттәре менән.

Эй, дуҫтарым, беләгеҙме,
Ғүмер үтә, һиҙәгеҙме?
Был ғүмерҙәр үткәндән һуң
Ниҙәр булыр, беләгеҙме.

Наушербанова Сания әбей, 85 йәш.

Мөнәжәттәр.

Үлемеңде төшөр иҫкә
Үләмен дип бөгөн кислә.
Үлем хәлен һис кем белмәй
Аның юлы бигерәк нескә.
Ҡара ергә керәм инде,
Ней яуаплар бирәм инде.
Ғәмәлем юҡ, изгелек юҡ,
Рәхмәтеңде ҡылғын анда.

Ҡылдан нескә булыр анда
Кеше яҡшы, кеше яман-
Айырырлар безне анда
Кемлектәрҙе үҙен беҙгә.

Ҡара ҡылма йөҙөбөҙнө
Сираттарҙан сәләмәтлек
Үткәр үҙең безне.

Бөгөн бөттө минең көсөм,
Ашарға ҡалманы тешем.
Ғазраил көтөп тора
Әжәл уғын атыр өсөн.

Иртә-кистә әжәл көтәм ,
Ҡасан килер дейеп үлем.
Дуҫ-иштәрем, бәхил булығыҙ
Көн дә көтәм әжәл юлын.

Яруллина Ғәйшә әбей (73 йәш).

Мөнәжәттәр

Тәндә жаным нисә көн
Миһман икәндер — белмәнем.
Үтте ғүмерем, барыһы
Харам икәндер белмәнем.
Донъяла төҙҙөм ғимарат
Барыһы наҙанлыҡ менән.
Бу ғимарат жөмләһе
Вайран икәндер — белмәнем.
Хуби ғәфләттән күҙемде
Асманым төндә тороп.
Төндә торған бәндәләр
Солтан икәндер — белмәнем.

Ҡылманым зекерә киләүәт
Наҙлы хафизлар белән.
Хаҡ ҡашында мәғҙә бар
Ҡөрьән икәндер — белмәнем.

Ҡөрьән уҡығас көйләргә
Бу мәжменең хозурлары
Итә тәьҫир күңелдәргә
Хужаның йөҙләре яҡты.

Ҡөрьән мәжлесләре йәмле
Хужаның ниғмәте тәмле,
Аҫыл ҡоштар кеүек һайрап
Хөрмәт итәләр беҙҙәрҙе.

Йыйылдыҡ беҙ был мәжлескә,
Салауат әйтәйек рәсүлебеҙгә.
Ҡиәмәт атлы көндәрҙә
Шәфәғәт ҡылыр ул беҙгә.

Хоҙа бирһен бәхет, дәүләт,
Рәхәт үтһен ғүмерегеҙ.
Дан ислам берҙәм ҡыуанып,
Рәхәт үтһен ғүмерегеҙ.

Ултырайыҡ фекер менән,
Ултырайыҡ шөкөр менән,
Хужа ниғмәттәре әҙерләнгән
Ултырайыҡ шөкөр менән.

Рәхмәт яуһын хөрмәт ит
Донья ниғмәттәре менән.
Хоҙай һеҙҙе хөрмәтләһен
Йәннәт ниғмәттәре менән.

Сиражетдинова Зөһрә Ғиниәт ҡыҙынан (70 йәш)

Бәйеттәр

Яңғыҙ ана.

Яңғыҙ ана, яңғыҙ ана,
Күҙҙәренән йәштәр аға.
Аталары йәшләй үлгәс,
Балалары йыйылып ҡала.

Ҡыҙғаныс ул яңғыҙ ана,
Тормоштары ауыр бара.
Балалары үҫеп еткәс,
Һаман да ул яңғыҙ ҡала.

Аһ, йөрәгендә ут яна,
Ҡайтыр тейеп көтә ана.
Һаман йыраҡлана ана,
Балалары үҫеп етә.

Барыһы ла таралып бөтә.
Ананың нурлы йөҙөнә
Һары төшөп нуры китә.

Бала анаһын яңғыҙ ҡуйған,
Ялғыҙлығын уйлай-уйлай,
Ялҡынлы уттарҙа көйгән.

Яңғыҙ ана яңғыҙ өйҙә,
Яңғыҙлығын уйлай һаман.
Яңғыҙлыҡ бит ауыр уға,
Аҡылынан шаша барған.

Яңғыҙ ана, үҙе уйлай,
Үҙе илай, үҙе көйләй.
Балаларының барыһына ла,
Хоҙайҙан ул бәхет теләй.

Яңғыҙлыҡ бик ауыр уға,
Яңғыҙлыҡ ул — ҡәбер йорто.
Йөҙөнөң нурҙарын алған
Яңғыҙлыҡтың хәсрәт уты.

Яңғыҙ ана уйлай-уйлай
Йөҙөнә һарылар төшкән.
Ананы һис онотмағыҙ,
Күкрәк һөтөн имеҙеп үҫкән.

Яңғыҙ ана яңғыҙ йортона,
Уның исеме, яна утта.
Нихәл итһен яңғыҙ ана,
Сабыр бирһен үҙе Алла.

Ата-ана балаларын
Бик тырышып үҫтерә ул.
Хәҙер ана яңғыҙ ҡалып,
Йәшен түгеп ултыра ул.

Ҡыҙғаныс ул балаһынан
Һәр көн һайын ярҙам көтә.
Яңғыҙлыҡта үтеп ғүмере,
Ахыры бер көн үлеп китә.

Үлем хәлдәре

Яҡты көндәрҙә ҡалыр исемем
Иҫәпләһәгеҙ, китәр иҫегеҙ.
Яҡты көндәрҙә, ҡалһын гүрҙәрҙә
Яҡтыра беҙҙе үлем хәлдәре.
Китаптар алып уҡып ҡарағыҙ
Беҙләргә ҡарап ғибрәт алығыҙ.
Ҡаршы баҫыуҙа һайрайҙыр турғай,
Ризыҡтар бөткәс, тәҡдирҙәр шулай.
Йоҡо күрмәнем оҙон төндәрҙә
Ризыҡ еймәнем үләр көндәрҙә.
Туғандар килгән йыраҡ ерҙәрҙән,
Һөйөклөләрем, ҡалағыҙ минән.
Асып ҡарарға күҙҙәрем тала,
Бар яҡындарым донъяла ҡала.
Йән биреүҙәрем кистәрҙә була,
Төндә һаҡларға ҡарсыҡтар була.
Йәндәрем сыҡһа, тәнем йыуылһа,
Бороп ҡуйығыҙ ҡибла яғына.
Зифа буйҙарым үлсәп алырҙар,
Йыуып һаҡлағас, кәфенгә һалырҙар.
Ҡәберҙәремде тирән ҡаҙығыҙ,
Ташын ултыртып, яҙыу яҙығыҙ.
Сатырҙар ҡороп нурландырығыҙ,
Ағас ултыртып ҡыуандырығыҙ.
Япраҡтар ярһа, ҡоштар һайраһа,
Рухым шатланыр, доғалар барһа.
Тәнем бик зәғиф, ҡаты йыумағыҙ,
Бик иламағыҙ, зинһар, түҙегеҙ.
Уйҙар уйлайым сығып китергә
Сығып булмайҙыр, ни хәл итергә.
Ҡулымды һуҙам, күңелемдән һыҙам,
Ҡуйып киткәндә ни хәлдәр түҙәм.
Был яңғыҙ өйгә кемдәр килтергән,
Тәҙрәләре юҡ, кемдәр еткергән.
Таштар ултыртып, яҙыуҙар яҙың,
Ҡөрьәндәр уҡың, рухым шатланһын.
Алып ҡайтығыҙ йыназа ағасын,
Насип ит беҙгә ожмах баҡсаһын.

Ана васыяты

Һөйләйем әле, бала, көйҙәрем, һүҙҙәремде,
Һүҙҙәрем түгел – моңдарымды.
Мин үлгәстен Ҡөрьән уҡытығыҙ,
Уҙҙырығыҙ минең өсөмдө.
Белгәндәргә биреп доға ҡылдырығыҙ,
Буш үткәрмәгеҙ аҙна кистәрен.

Зинһар, балам, уҙҙырығыҙ, етемде.
Минең рухым ҡайтыр һеҙҙәргә.
Ошо һүҙҙәремде ҡалдырырмын
Үлгәстин дә һағынып һөйләргә.

Тар ләхеттәр эсендә ятҡанда
Ҡырҡымды уҙҙырғанды көтәрмен.
Доғаларығыҙ барһа, шатланырмын,
Онотһағыҙ, ни хәл итәрмен.

Балам, илле бер көнөмдө үткәрегеҙ, —
Минең һеҙгә аҡтыҡ һүҙҙәрем.
Ҡарсыҡтар йыйып уҡытығыҙ,
Яҡты, нурлы булыр гүрҙәрем.

Төр ҡәбергә илтеп ҡуйыу менән,
Яуып алыу өсөн килерҙәр.
Камил иманменән барған булһам,
Йәннәттәрҙә урын бирерҙәр.

Сиражетдинова Зөһрә әбей

Манара

Эй манара, һин ултырҙың,
Нисә йылдар нур булып,
Һине киҫеп төшөрҙөләр,
Йөрөнөләр хур булып.

Эй манара, үҙеңде кем
Киҫкәнене белмәнең.
Бер хоҙайҙан әмер булып,
Ниңә теләгең килмәне.

Эй манара, исемеңде
Бигерәк матур ҡушҡандар.
Әгәр телгә килгән булһаң,
Ҡурҡыр ине дошмандар.

Эй манара, һин булмағас,
Ячмғыр яумай күк(е)рәп,
Һине киҫеп төшөргәндә,
Ерҙәр торҙо тет(е)рәп.

Эй манара, һин ултырҙың
Мөьминдәргә билгегә.
Һине киҫеп төшөргәндәр
Хур булдылар мәңгегә.

Эй манара, таң тыуғас та,
Аҙан тауышын көтәбеҙ.
Аҙан тауышы ишетелмәгәс,
Мәхрүм булып китәбеҙ.

Эй мәсжидем, әй манарам,
Һағына һине мөьминдәр.
Уҡыу ҙа юҡ, намаҙ ҙа юҡ,
Зәғифләнде бәндәләр.

Эә манара, күтәрелдең,
Күрҙе һине мөьминдәр.
Йөрөйөк унда, ҡылайыҡ ғәмәл,
Сафланһындар күңелдәр.

Кәңәш. (бәйет)

Ғәзизи дуҫтар, һеҙгә минән кәңәш шул:
Сереңде ят кешегә һөйләмәҫ бул.
Серең белгәс,ҡыҙартырҙар йөҙөңдө,
Йүләр был тип, асырмаҫтар күҙеңде.

Эсеңдә нәмә янғанын үҙең бел,
Үҙең ила, үҙең ҡайғыр, үҙең көл.
Кешегә булмаһын һис бер серең фаш,
Жәүәһирҙән дә артыҡтыр ғәзиз баш.

Кешеләр үҙҙәрен артыҡ күрерҙәр,
Бәхетһеҙҙәрҙең өҫтөнән көлөрҙәр.
Асып йәшерен хазинаңды йөрөктәй,
Һөйләмә бер ҙә артыҡ һүҙ кәрәктән.

Әгәр баҫһа һине бер-бер заманы,
Иламай йомшамаҫ был хәсрат-ҡайғы.
Ултыр аулаҡта, һис бер кеше юҡ,
Сабыйҙан тамсы-тамсы күҙ йәшең түк.

Сиражетдинова Зөһрә Ғиниәт ҡыҙынан (70 йәш) 2004 йылда яҙып алынды. (Зөһрә әбей 1987 йылдың 14 ноябрендә Мәүзифа еңгәнең дәфтәренән күсереп алған)

Ошо биттәрҙә мөнәжәттәр уҡығыҙ:

https://nazir1965.com/category/m%D3%A9n%D3%99zh%D3%99tt%D3%99r